Образы повести М. Карима «Помилование» 7 глава




Юғары уҡыу йортона инеп уҡыу хыялы юҡҡа сыҡты Мәҡсүттең.

Бер саҡ: «Әрмегә барып ҡайтайым да, ҡалғанын аҙаҡ күҙ күрер», - тип уйлап, военкоматҡа килде. Аҙып-туҙып йөрөп арып киткәйне шул. Әммә уйлағаны килеп сыҡманы. Комиссия егеттә ауырыу табып, больницаға һалды. «Әле генә бара алмаҫһың әле әрмегә, - тинеләр военкоматта. – Сифилисты оҙаҡ дауалайҙар».

Мәҡсүт төшөнкөлөккә бирелде. «Нишләп улай бөтәһе лә кирегә китте әле, - тип уйланы ул. – Мөслимә менән айырылғас, донъя емерелде. Бер ниәтем дә тормошҡа ашмай».

Үҙе һаман да Мөслимәне онота алмай. Оноторға тырышһа ла... «Мөслимә миңә хәҙер әйләнеп тә ҡарамаҫ инде, аҙып-туҙып йөрөгәс», - тип уйлай. Шуға ла үҙе менән аралашып йөрөгән шикле ҡыҙҙарҙың береһе ауырға ҡалғас, икеләнеп-шикләнеп тормай, өйләнде. Тик өйләнеү уны үҙгәртмәне, бәхет тә килтермәне. Етмәһә, балаһы зәғиф тыуҙы.

Мәҡсүт ҡатыны урынына Мөслимәне ҡуя ла, өҙгөләнә. «Йөрәгемдең яраһы һин, Мөслимә», - ти.

 

***

 

Уҡырға алыныуы тураһында хат килгәс, Мөслимә шатланманы. Һуңғы ваҡытта ул шатлыҡтарға ла шатланмай. Хис-тойғоһоҙ ғына ҡабул итә уларҙы. Мәҡсүтһеҙ уҡыясаҡ бит. «Уның нимәһенә шатланаһың, - тип уйлай ул. – Ана Мәҡсүт аҙып-туҙып йөрөй. Эсә, эшләмәй. Ә бит ҡасандыр унан да тәртипле кеше юҡ ине. Нимә һәләк итте һуң уны? Ошо һорауға Мөслимә яуап эҙләй.

«Әгәр ҙә теге ваҡыт айырылышмаған булһаҡ, Мәҡсүт боҙолмаҫ ине, - тип һығымта яһай ул. – Шул көндән башланды бит уның әхлаҡһыҙ тормошо. Әсәһе араға кермәһә, беҙ айырылмаған да булыр инек. Бөгөн дә бер-беребеҙҙе һағынып, яратышып йөрөр инек. Уҡырға ла бергә китер инек». – Ҡыҙ, халат кеҫәһенән ҡулъяулығын сығарып, күҙ йәштәрен һөртөп ала. «Улай тиһәң, - тип дауам итә уйҙарын, - әсәһе бит Мәҡсүттең үҙенә әйтмәгән. Гөлсараның әсәһе менән кәңәшләшкән генә. Юҡ, юҡ, ул ғәйепле түгел. Әгәр әйткән булһа, Мәҡсүт минең айырылғандағы һүҙҙәремә аптырамаҫ ине. «Әллә әсәйемдән берәй һүҙ ишеттеңме?» - тип һорар ине.

«Әйткән хәлдә лә әсәһен ғәйепләп булмай, - тип уйлай Мөслимә. – Әсәй бит ул. Бер әсәй ҙә балаһына насарлыҡ теләмәй. Ул да балаһының киләсәген ауырлыҡтарҙан, бәхетһеҙлектәрҙән ҡурсаларға теләгәндер».

Ғәйепте Гөлсараның әсәһенән дә эҙләп ҡарай. «Бәлки, ул Гөлсараға әйтмәҫкә тейеш булғандыр. Үҙенең эсендә генә ҡалдырһа, былай килеп сыҡмаҫ ине. Бер ни булмағандай яратышып тик йөрөр инек». Әммә Гөлсараның әсәһен дә ғәйепләй алмай. Ул бит ҡыҙына миңә әйт тип әйтмәгән. Һүҙ араһында ғына һөйләгән.

«Улай булғас, Гөлсара ғәйепле була инде. Мин бит унан ишеттем ул хәбәрҙе. Әгәр ҙә әйтмәгән булһа…» - Ҡыҙ юғалтҡан әйберен тапҡан кешеләй, ырғып торҙо:

- Юҡ, берәү ҙә ғәйепле түгел. Мин үҙем ғәйепле, үҙем, - тине лә хәлһеҙ генә урынына ултырҙы. – Кем әйтһә лә, кемдән ишетһәм дә, ҡарарҙы бит мин сығарҙым. Мәҡсүт менән арабыҙҙы мин өҙҙөм».

Шулай тиһә лә Мөслимә үҙен аҡлаусы сәбәптәр эҙләп, тынысланырға тырышты.

- Мин Мәҡсүт менән әсәһенең араларын боҙмаҫҡа теләнем. Шуға ла Мәҡсүттән айырылдым, - тип яуаплай ул үҙенә.

Уйлап тора ла:

- Өлгәштемме һуң шуға? – тип үҙенә һорау ҡуя.

– Юҡ шул, - ти күҙ йәштәренә күмелеп. – Киреһенсә, уларҙың араларын боҙҙом. Мәҡсүттең эскегә һабышыуы, юлдан яҙыуы әллә уларға еңелме?! Үҙе лә, ҡатыны ла эшләмәй. Әсәһенең пенсияһын ашап яталар. Көн дә талаш, ыҙғыш. Ауырыу балаһы ла - ҡайғы өҫтөнә ҡайғы. Әсәһе Гөлсараның әсәһенә үҙе шуларҙы илап һөйләгән бит. «Хәлдән тайҙым инде, нишләргә лә белмәйем. Тормошом тамуҡҡа әйләнде», - тигән.

Мөслимә йәлләй уны. Теге ваҡыт йәлләп Мәҡсүттән айырылғайны. Бөгөн Мәҡсүттән күргән хафаларынан йәлләй. «Әллә әсәһенә яҡшылыҡ теләйем тип, яуызлыҡ ҡылдым инде?» - тип ғазаплана. Үҙен аҡларлыҡ сәбәп таба алмай.

«Мәҡсүт тә минең арҡала юлдан яҙҙы, - тип өҙгөләнә ул. – Бына тигән егет кешелеген юғалтты». Үҙенең эт тормошо менән риза булып йәшәй бирә. Маҡсаты ла, хыялы ла юҡ. Тормошон яҡшыртырға, йәшәү стилен үҙгәртергә уйлап та бирмәй. Әсәһен дә, балаһын да йәлләмәй. Берҙән бер йыуанысы – араҡы. Эсһә, ҡайғыларын онота».

- Теге ваҡыт Мәҡсүттән баш тартмай, бергә ҡалһаҡ, был проблемалар килеп сыҡмаҫ ине, - тип уйлай Мөслимә. – Беҙҙән бәхетле кеше булмаҫ ине. Үҙемдең тормошомдоң да рәте юҡ. Институтты бөтөүемә биш йыл, һаман ғаилә ҡормағанмын. Бәлки, ҡормам да инде. Мәҡсүтте яраттым, әле лә яратам. Башҡаға күңел тартмай. Бөтәһенә лә үҙем ғәйепле. Күпме кешене бәхетһеҙ иттем. Миңә теге ваҡыт Мәҡсүтте ҡыумаҫҡа, әсәһе менән мөнәсәбәттәре боҙолоуҙан ҡурҡмаҫҡа, ә үҙемдең һаулығымды нығытыу тураһында уйларға кәрәк булған. Ана бит һауыҡтым. Йөрәктәге бысаҡ яраһы күптән уңалды. Ә уның урынына рух яраһы һалынды. Үҙем һалдым мин уны.

Мөслимә быларҙы бер бөгөн генә уйламай. Һәр ваҡыт шул уйҙарға күмелеп өҙгөләнә. Улар уны ғүмер буйы оҙата йөрөр һымаҡ.

Ул белә: Мәҡсүт тә ғазаплана. Осрағанда: «Мөслимә, мин һине ысынлап яраттым бит. Һинең менән ғаилә ҡорорға, балалар үҫтерергә хыялландым. Һин мине аңламаның», - тип һуҡмыш сағында ла, айныҡ булғанда ла әйтеп китә. «Әйҙә бергә булайыҡ, бөтәһен дә яңынан башлайыҡ», - тип Мөслимә әйтһә, йүгереп килеп етер ҙә кеүек. Тик Мөслимә улай тип әйтә алмай шул. Мәҡсүттең балаһы, ҡатыны күҙ алдына килеп баҫа ла: «Кемделер бәхетһеҙ итеп, бәхетле булып булмай», - тип ҡасандыр әсәһенән ишеткән һүҙҙәрҙе ҡабатлай.

«Миңә ошо яралы йөрәк менән ғүмер итергә яҙғандыр инде», - тип уйлай.

7-10 ноябрь, 2017 й., Сибай.

 

Ҡапҡан

Аудиториянан килеп сыҡҡан Рәфис Мәжитовичты 30-34 йәштәр тирәһендәге ҡатын ҡаршыланы.

- Һаумыһығыҙ, Рәфис Мәжитович, Һеҙ мине танымайһығыҙҙыр инде, - тине ул ғәйепле кеше һымаҡ.

Профессор, күҙлеген кейеп, ҡатынды баштан-аяҡ ҡарап сыҡты.

- Әлләсе, таныған һымаҡ та итәм, төҫмөрләйем, тик кем икәнегеҙҙе әйтә алмайым шул.

- Йәмилә Мәлихова мин. Һеҙҙә уҡып сыҡҡайным.

- Ә-әә… Беләм, беләм! – Рәфис Мәжитовичтың йөҙө яҡтырып китте. – Кем-кемде, Һеҙҙе онотмайым инде. Тырыш талибә инегеҙ бит. Дәрестә ҡатнашмай ҡалмай торғайнығыҙ ҙа баһа. Имтихандарҙы ла педагогиканан гел бишкә тапшыра инегеҙ. Беләм, беләм. Как белмәй. Ҡапыл ғына таный алмай торҙом. Байтаҡ ваҡыт үткән бит. Бөтәбеҙ ҙә үҙгәрәбеҙ. Әйҙәгеҙ кафедраға кереп һөйләшеп ултырайыҡ.

Кафедраға инеп, Йәмилә, тәҡдим ителгән урынға ултырғас, Рәфис Мәжитович:

- Йә, үҙегеҙ тураһында һөйләп ебәрегеҙ әле. Ниндәй яңылыҡтарығыҙ, уңыштарығыҙ бар? Нисек эшләп йөрөйһөгөҙ, нисек йәшәйһегеҙ? - тине.

- Ҡәҙимгесә йәшәп ятабыҙ шунда.

- Нишләп улай күңелһеҙ генә яуап бирәһегеҙ? – Рәфис Мәжитович ғәжәпләнгәндәй итте. – Уҡығанда шартлап торған ҡыҙ инегеҙ ҙә баһа.

- Ул саҡтар артта ҡалды инде, - тине ҡатын башын аҫҡа эйеп. – Күңелһеҙерәк хәҙер. Проблемалар күмде. Һеҙгә ярҙам һорап килдем. Элек бит Һеҙҙең «Ярҙам» тигән консультация пунктығыҙ бар ине. Әле лә бар икән. Вывескаһын күрҙем.

Профессор ултырған еренән өҫтәлгә ҡулдары менән таянып, ҡатынға яҡыная бирҙе лә, иғтибарын туплап, тыңларға әҙерләнде.

- Йә, йә, тыңлайым. Һөйләгеҙ, ниндәй ярҙам кәрәк һеҙгә?

- Ҡыҙым юлдан яҙып бара. Һеҙҙең кәңәшегеҙ кәрәк ине.

- Нисек «аҙып»? Ентекләберәк һөйләп бирегеҙ. Аҙаҡ бергәләп яуап эҙләрбеҙ. Һин үҙең дә педагог-психолог бит әле. Белгес. Ҡыҙыл дипломға тамамланың.

Рәфис Мәжитович һуңғы һүҙҙәрен ҡатындың күңелен күтәреү өсөн әйткәйне, әммә улар Йәмиләгә киреһенсә тәьҫир итте, булһа кәрәк, йөҙөндә саҡ-саҡ ҡына ҡыҙыллыҡ күренеп ҡалды. «Үҙең - белгес, ә ярҙам һорап килгәнһең» тип мыҫҡыллау һымаҡ тойолдо уға. Һиҙҙермәне. Һөйләргә әҙерләнде.

Уның тынып ҡалғанын күреп, профессор ҡабатланы:

- Һөйләгеҙ, һөйләгеҙ. Ҡыҙығыҙ тураһында һөйләгеҙ. Ниндәй ҡылыҡтары оҡшамай?

- Ярамаған ҡылыҡтары күп кенә шул уның. - Күренеп тора: ҡатынға уларҙы һөйләү еңелдән түгел. – Тыңламай, талаша, ҡаршы һөйләшә. Уҡыуының да рәте китте. Былтыр дүртенселә уҡыу алдынғыһы ине, быйыл насарҙар рәтендә йөрөй. Дәрес ҡалдыра. Мәктәпкә тип китә лә, тегендә-бында йөрөп ваҡыт уҙғара икән. Уҡытыусылар зарлана. Былай барһа, аҙағы яҡшы барып бөтмәҫ тим.

Ҡатын өмөт тулы ҡарашын профессорға төбәне. Рәфис Мәжитович, клиенттың һөйләү теләге һүнеп ҡуйыуынан ҡурҡып, берәй дәртләндергес һорау бирергә булды.

- Ә һеҙҙең, Йәмилә, отчествоғыҙ нисек әле?

- Хәлиловна.

- Йәмилә Хәлиловна, үҙегеҙ тураһында һөйләп китегеҙ әле. Ҡайҙа эшләйһегеҙ, балаларығыҙ нисәү? Иптәшегеҙ бармы?

Ҡатын, бер аҙ тынысланғандай итеп, бирелгән һорауҙарға яуап теҙеп алып китте.

- Үҙем район мәғариф бүлегендә методист булып эшләйем. Уға тиклем мәктәптә педагог-психолог булып алты йыл эшләгәйнем. Мәғариф бүлегенә алдылар. Эшемдә былай бөтәһе лә һәйбәт тә ул. Тик ана шул ҡыҙымдың проблемаһы ғына ҡаҡшата. Ашым аш, йоҡом йоҡо түгел. Нервым ҡаҡшаған. Больницала ла ятып сыҡтым. Иптәшем менән айырылыштыҡ. Бер үҙем ике бала ҡарайым. Ауыр. Өлкәне малай. Һигеҙенселә уҡый.

- Ә уныһының тәртибе нисек һуң?

- Һәйбәт ине лә… Һуңғы көндәрҙә үҙгәреп бара. Һеңлеһенең йоғонтоһо шикелле. Рәмиләне әрләһәм, уны яҡлай ҙа ултыра. Әллә уның боҙоҡ холҡон үҙ итә. Шуға ул да боҙолоп ҡуймаһын тип ҡурҡам. Улай булһа, бигерәк ауырға тура килә инде. Шуға борсолоп Һеҙгә кәңәшкә килдем. Уңайһыҙ булһа ла. Үҙем педагог булып баламды тәрбиәләй алмауыма оялам. Оялһам да килдем инде. Тик Һеҙ генә ярҙам итә алырһығыҙ һымаҡ.

- Ярҙам итеп булһа, итермен дә ул. Тик уның өсөн миңә мәсьәләнең айышына төшөнөргә, сәбәбен асыҡларға кәрәк. Шуға йәшермәй һөйләгеҙ. Әйтегеҙ әле, ҡыҙығыҙҙың холҡо ҡасан үҙгәрә башланы? Әллә берәй хәл-ваҡиға булдымы уның холҡон үҙгәртерлек?

Был һорауҙы күптән көткән кеше һымаҡ ҡабул итте Йәмилә.

- Бер йыл элек башланды үҙгәрештәр. Беҙҙән йыраҡ түгел оләсәһе – ҡәйнәм йәшәй. Рәмилә бер көндө уларҙан илап ҡайтып инде. Ҡурҡып киттем. Нимә булды икән быға, тим. Әллә туҡмалып ҡайттымы, әллә берәйһе алама һүҙ әйттеме? Һорап ҡарайым, өндәшмәй. Башынан һыйпарға, ҡосаҡларға итәм, ҡулымды этә лә ебәрә. Илай. Күҙҙәре шешенеп бөткән. Ахыр ҙа тынысланһын, аҙаҡ һорашып асыҡлармын тип иғтибарҙы унан алып, һауыт-һаба йыйыштырып алып киттем.

Бер аҙҙан, ысынлап та тыныслана төштө. Минең янға килде лә: «Әсәй, һин нишләп өләсәйҙең өйөн урланың?» - тине. Аптырап киттем. Бала ғына кешенең мине, әсәһен, бурлыҡта ғәйепләүенә.

- Нисек инде урланым? Урламаным. Һатып алдым.

- Һатып алмағанһың шул. Һатып алдыҡ тип юрый ғына документ төҙөгәнһең.

- Шулай итмәһәк, ҡыҙым, бына әле йәшәп ятҡан ошо өйөбөҙ булмаҫ ине. Өйҙө ағайың менән һинең аҡсаға – балалар капиталына һалдыҡ. Әгәр ҙә өләсәйеңдең өйөн һатып алмаһаҡ, ул аҡсаны бирмәйҙәр ине.

- Һатып алмағанһың, алдап алғанһың, тип торам да баһа, - Рәмилә иларға етеште. – Һатып алдыҡ тип юрый документ төҙөп, балалар аҡсаһын алғанһығыҙ ҙа, өйҙө ҡайтарып бирмәгәнһегеҙ. Атайым да беҙҙән шул арҡала киткән. Өләсәйемде генә түгел, хөкүмәтте лә алдағанһың, ағайым менән мине атайһыҙ ҡалдырғанһың. Етмәһә, мине бур иткәнһең.

- Нисек бур иткәнмен?

- Һуң мин тыуғас, миңә бирелгән аҡсаға шулай эшләгәнһең бит. Тыумаһам, яҡшыраҡ булған булыр ине…

Йәмиләнең һүҙен кафедраға шәп-шәп атлап килеп кергән деканаттың секретары бүлде:

- Рәфис Мәжитович, Һеҙҙе декан саҡыра. Тиҙ генә килеп етергә ҡушты, - тине.

Рәфис Мәжитович, ах, ҡайһылай ваҡытһыҙ булды әле был, - тине лә, хәбәрҙең өҙөлөүенә үкенеп, Йәмиләнән ғәфү үтенде.

- Зинһар, Һеҙ ултырып тороғоҙ. Мин мәсьәләнең асылына төшөнә башланым, шикелле. Оҙаҡламам. Барып киләйем дә, дауам итербеҙ, - тип сығып йүгерҙе.

 

***

 

Гөлбаныу ҙур, иркен өйөндә үҙенә урын таба алмай һуңғы ваҡытта. Мәшәҡәттәре күбәйеп китте. Үҙ өйөнә үҙе хужа түгел ул. Ерекле ауылындағы өйҙәре янып киткәс, етмеш саҡырып алыҫлыҡта ятҡан Ҡарағайлы ҡасабаһында йорт һалып кергәйнеләр. Ой ауыр булды уны төҙөүе. Булған байлыҡ утта янып көлгә әйләнгәс, бөтәһен дә берәмләп яңынан йыйырға тура килде шул. Балта-бысҡыһында хатта… Ярай әле һыйырҙары булды. Гөлбаныу һөт-ҡатыҡ һатып, кәрәк-яраҡ ала торҙо. Тормош иптәше Зәбиргә лә еңел булманы. Өйҙө тиҙерәк бөтөрөргә теләп, алһыҙ-ялһыҙ эшләне, йонсоно. Өйҙө һалып кергәс, ауырып китте. Больницаға ятты. Самаһыҙ эшләп, ауыр күтәреп, эске органдары имгәнгән булған. Яңы өйөндә йәшәй алманы, бахыр, больницала үлде.

Гөлбаныу ауыр кисерҙе был ҡайғы өҫтөнә ҡайғыны. Ваҡытынан алда ҡартайып китте.

Шулай йәшәп ятҡанда, килене Йәмилә мыжый башланы. «Башҡа сығайыҡ, ике бала менән бында ҡыйын», - тип туҡтауһыҙ туҡыны иренә. «Ҡәйнәм дә тынысланып ҡалыр», - тип ебәрҙе.

Ҡәйнәһенең уларҙы сығарып ебәрәһе килмәне. Күңеле киң шул уның. Үҙе әллә ни өйҙә лә тормай уларға ҡамасауларға. Дин әһеле, хажия булғас, аят уҡып, ҡунаҡтан ҡунаҡҡа йөрөй. Сит ауылдарға ла килеп алалар.

Әммә килене ныҡышҡас, ризалыҡ бирҙе. «Тик өй һала торған урынығыҙ минән алыҫ булмаһын», - тине.

Участка алыу менән генә өй килеп ултырмай бит әле. Аҡса кәрәк. Уны ҡайҙан табырға? Килене юлын тапты.

- Балалар капиталын юллап алайыҡ та, өйгә тотонайыҡ, - тине ул иренә. – Мин баланан бушамайым. Һин юлла.

Ире юллап йөрөп асыҡланы:

- Ул аҡсаны өй һатып алыу өсөн бирәләр. Тик 320 меңгә ниндәй өй һатып алаһың инде. Ә һатып ала торған өйөңдөң документын күрһәтмәһәң, аҡсаны ала алмайһың, - тип аңлатты ул ҡатынына.

- Улай булғас, әйҙә, ҡәйнәмдең өйөн юрамал һатып алған кеше булып оформить итәйек тә, шул 320 меңгә төҙөлөш материалдары алып, өй һала башлайыҡ, - тине ҡатыны.

- Әллә, әсәйем уға риза булырмы икән.

- Булыр, күңеле киң бит уның, үҙ улына, ейәндәренә ҡаршы төшөп ултырмаҫ инде. – Йәмилә бер иренә, бер балаларына ҡарап алды. – Аҡсаһын алғас, һатып алыу тураһындағы договорҙы юҡҡа сығарырбыҙ. Ҡәйнәм бер нәмә лә юғалтмай ҙа баһа.

Гөлбаныу ризалашты. Балалар аҡсаһын алғас, йәштәрҙең эше күҙгә күренеп алға китте. Участок профлист менән кәртәләп алынды. Бер нисә йылдан өй ҙә ҡалҡып сыҡты. Гөлбаныу ҙа ярҙам итте. Йыл һайын йә танаһын, йә башмағын һатып, аҡсаһын бирҙе. Пенсияһына һөт һатҡан табышын ҡушып, өйөнә кәрәк-яраҡ та алышты.

Балалар ҙурайҙы. Ана ейәнсәре бишенселә, ейәне һигеҙенселә уҡып йөрөй.

Гөлбаныу ҡыуанып бөтә алмай. Тик бына үҙе олоғайып бара. Шул уйландыра. «Донъяны кем белә, үлеп-нитеп китһәм…», - тип өйөн киренән үҙ исеменә яҙҙырырға уйлай. «Бүтән балаларым да бар бит, уларға ла мираҫ тейеш», - ти.

Бер көндө шул теләген улына еткерҙе. Улы килененә:

- Әсәйемдең өйөн кире уның исеменә күсерәйек. Файҙаһын күрҙек, капиталды алып бына тигән донъя ҡорҙоҡ, аллаға шөкөр, -тине.

Быны ишеткәс, Йәмиләнең йөҙө ҡапыл үҙгәреп китте. Ауыҙына килтергән сынаяғын төшөрөп ебәрә яҙҙы. Иренә үпкәсел ҡарап:

- Ҡәйнәм - оло кеше. Уға нимәгә өй. Балаларҙы уйла. Уларҙы уҡытырға, башлы-күҙле итеп, тормош юлына сығарырға кәрәк. Өй шул көйө ҡалһын да ҡуйһын. Уны оформить итеү өсөн генә әллә күпме аҡса китә. Юҡ менән булашмайыҡ, - тине.

Ире:

- Әллә, әсәйем уға риза булырмы икән. Һөйләшеп ҡарармын, - тине.

Әсәһе риза булманы. Улы аша килененең уй-пландарын белгәс, йығылып китә яҙҙы. Үҙенең ниндәй ҡапҡанға эләккәнен аңланы. Килене менән һөйләшеү ҙә һөҙөмтә бирмәне. Төрлөсә аңлатып, оялтып ҡараһа ла, тамуҡ, суд менән ҡурҡытһа ла, килене фекерен үҙгәртмәне. «Мин ул өйҙө һинән һатып алдым», - тип ебәрҙе.



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2019-04-29 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: