Образы повести М. Карима «Помилование» 2 глава




Шундай нурлы… Нурҙарынан

Күкрәк китә асылып.

Нурлана донъя, Ер йөҙө

Ул сәскә, йәнем - һин үҙең.

26.08.2016 й., Этҡол.

Һоҡланыу

Атаң-әсәң оҫта рәссам икән,

Һин – уларҙың иң шәп һүрәте.

Риза булһаң, донъя, илдәр буйлап

Йөрөр инем һине күрһәтеп.

Хур ҡыҙҙары һинең матурлыҡҡа

Таң ҡалырҙар ине, моғайын.

Ҡарт бабайҙар, һаҡалдарын һыйпап,

Уфтанырҙар ине, моңайып.

Ир-егеттәр, бахырлыҡтан сығып,

Әйләнерҙәр ине батырға.

Ә дошмандар, дуҫлыҡ тәҡдим итеп,

Күҙҙәреңә һинең бағырҙар.

Һоҡланыуҙан башлана шул бәхет,

Мөхәббәт тә шунан башлана.

Һоҡланғанда ҡайғы, ҡара хистәр

Күңелдәрҙән алып ташлана.

Риза булһаң, бөтә донъя буйлап,

Йөрөр инем һине күрһәтеп.

Һоҡланһындар ине матурлыҡтың,

Камиллыҡтың күреп «һүрәтен».

24.10.2012 й., Иҫке Сибай.

Һылыу ҡатын

Һинең кеүек һылыу ҡатын

Төшөмә лә кермәне.

Тормошта ла, кинола ла

Мин уларҙы күрмәнем.

Әкиәттә лә, ожмахта ла

Юҡ улар – ғәжәп бит ул.

Һылыулыҡ - гүйә тик һиңә

Бирелгән бөйөк титул.

Күҙҙәремде сағылдырып

Алда баҫып тораһың.

Ниҙер һорарға итәһең,

Һорамайһың. Һора һуң.

Йөрәкте Һораһаң, алып,

Һалырмын устарыңа.

Яңғыҙ яныу ҡыйын бит ул

Мөхәббәт уттарында.

29.09.2012 й., Иҫке Сибай.

 

Тауышың

Тауышың зарядлы һинең

Тәнемде зымбырлата.

Йәнем тәнемдән ысҡынып

Йыһанды урап ҡайта.

Көсәйә йөрәк–мейестә

Мөхәббәт тигән усаҡ,

Тауышың ҡолаҡ төбөндә

Яңғырап торһа оҙаҡ.

Тауышың яҙ, наҙ, һөйөүгә,

Нескә хистәргә тулған.

Әйтерһең, телеңә һинең

Һандуғас килеп ҡунған.

25.06.2013 й., Иҫке Сибай.

Телефон

Телефон ул «тел» һүҙенән

Яһалғандыр, моғайын.

Башты баҫып, телде тешләп

Ултырғанда моңайып,

Зыңғырланы... Ә тауышың

Зымбырлатты тәнемде.

Аңламаным ҡолағыма

Нимәләр әйткәнеңде.

Тилертә мине тауышың,

Тилмертә – ишетмәһәм.

Ғәфү ит, әйткән һүҙеңә

Ҡайһы саҡ төшөнмәһәм.

Телефон «тиле» һүҙенән

Яһалғандыр, ахыры.

Тауышлы ла, тауышһыҙ ҙа

Тилертә мин - бахырҙы.

16.02 2017 й., Сибай.

Киләм

Һуҡыр төн һуҡырлығынан

Әллә минән ояла.

Абынмаһын, тип юлыма

Түшәп йөрөй быяла.

Тамырҙарымда урғылып

Һөйөүем һиңә йөрөй.

Баҫҡан ерҙә уттар сыға,

Шартлап быяла ирей.

Эҙҙәремдә, көҙ булһа ла,

Шытып сыға йәш үлән.

Боҙ иретеп, ер йәшәртеп,

Һөйгәнем, һиңә киләм.

14.11.2012 й., Иҫке Сибай.

Һыҙыҡ

Һин ебәргән хат яҙылған

Уҡыр өсөн мең ҡабат.

Уҡыған һайын мин унда

Берәй яңылыҡ табам.

Һөйөү уты, ай-һай көслө!

Уйлаһаң, иҫең китер.

Уҡый башлаһам хатыңды,

Яна ла китә өтөр.

Нөктә, өндәү һәм хәрефтәр

Әллә ҡайҙа юғала.

Ҡағыҙҙа тик ике нөктә

Һәм һыҙыҡ ҡына ҡала.

Һыҙыҡ, ана, нөктәләрҙең

Араһын тоташтыра.

Сихри хатың мин мәжнүнде

Өнөмдә һаташтыра.

28.06.2012 й., Сибай.

 

Хат

Тек-тек, тек-тек... Сәғәт менән

Ярышып йөрәк тибә.

Эҫе..., янам..., хәлем яман...,

Тамағым, телем кибә,

Хат яҙам тиһәм һиңә.

Ҡалтыранған бармаҡтарым

Ҡәләмемде бәүетә.

Яҙыла торған һүҙҙәрем

Мине ташлай ҙа китә.

Тек-тек, тек-тек... Бындай хәлем

Ҡасан, ҡасан һуң үтә?

Үтерме, бөтөрмө икән

Һиңә булған һөйөүем?

Хат яҙа торған ҡағыҙҙа

Ҡәләмемдең бейеүе

Туҡтамай бит әле һаман,

Миңә эҫе, янам, янам...

Тек-тек, тек-тек... Сәғәт менән

Ярышып йөрәк тибә.

Ҡәләмемде ҡулға алдым

Хат яҙыр өсөн һиңә.

07.01.2017 й., Сибай.

 

Ҡасыу

Бер туҡтамай, ана, йылға
Аға ла аға.

Тулҡындарын ҡанат итеп
Ярына ҡаға.

Тауҙар, таштар, ҡомдар йырып
Ынтыла алға.

Уйламай ҙа бит әле ул
Туҡтарға ялға.

Ҡайҙа йүгерәһең, йылға,

Арымай-талмай?
Яуап юҡ. Яңғыҙ йөрәгем
Шулай ҙа аңлай.

Ҙур йылғаға ҡушылырға
Ашыға бит ул.
Яңғыҙлыҡтан ныҡ ябыға -
Һайыға бит ул.

Ярһып, тулап саба йылға,

Өҫтөндә күбек.

Яңғыҙлыҡтан ҡаса бит ул,
Хас минең кеүек.

31.07.2014 й., Иҫке Сибай.

 

 

Һау бул

Утыҙ йылға яҡын утһыҙ
Төтәгән икән йөрәк.
Ә бит йөрәккә төтөнһөҙ
Дөрләп янған ут кәрәк.
Ул уттың шырпыһы һиндә,
Һиндә булған - белмәнем.
Утһыҙ төтөн булмай тиеп
Төтөндә ут эҙләнем.
Төтөндән күҙ һуҡырайҙы,
Күрһәткәнмен һаҡһыҙлыҡ.
Һине тапҡас, күҙ асылды,
Ут ҡабынды.
Һау бул, һау бул яңғыҙлыҡ!

15.03.2017 й., Сибай.

Һинең янда

Ҡайнап торған хистәр ҡапыл

Күкрәгемде йыртып асты.

Алтмыш йыл типкән йөрәгем

Мине ташлап һиңә ҡасты.

Һиндә хәҙер йөрәк икәү

Урғый, ҡайнай – хискә тула.

…Һинең янда йөрәкһеҙ ҙә

Үлмәйенсә йәшәп була.

31.07.2012 й., Иҫке Сибай.

Моңло исем

Исемеңдең хәрефтәре -
Әйтерһең дә, ноталар.
Күңелдәге моң-хистәрҙе
Йоҡонан уяталар.
Исемдәрең - моң шишмәһе.
Шул шишмәнән моң алам.
Үҙем дә йоҡоһоҙ хәҙер,
Көн-төн тимәй моңланам.
Исемеңде көйгә һалып,
Бер һүҙҙән йыр яһайым.
Иҫкермәй, яңыра ғына
Ул йыр йырлаған һайын.

27.07.2014 й., Сибай.

Төшөм

Йоҡлап ятам, илап ятам…

Йомоҡ күҙҙән йәш аға.

Төштә күрәм: һөйгәнемде

Урлап ҡасҡан аждаһа.

Аҡъял батыр, Урман батыр,

Йүгерек батыр – бер үҙем.

Һөйгәнемде эҙләп китәм

Юллап аждаһа эҙен.

Ай үтәһен бер көн үтәм,

Көн үтәһен – бер сәғәт.

Өндө төшкә, төштө өнгә

Әйләндерә мөхәббәт.

Йоҡлағанда илатҡанға

Рәхмәт әйтәм төшөмә.

Ә һөйгәнем йоҡлап ята

Башын ҡуйып түшемә.

20.09.2015 й., Этҡол.

Булмаһа...

Ярыш бара. Ярышалар,
Ярышалар шиғырҙар.
Йөрәктәрен уста тотоп,
Тыңлап торалар ҡыҙҙар.
Ҡолаҡтарым шиғыр тыңлай,
Ә күҙҙәрем ҡыҙҙарҙа.
Әллә ожмах... Әллә ятам
Тамуҡтағы ҡуҙҙарҙа -
Аңламайым. Алдамайым:
Шиғыр, ҡыҙҙар булмаһа,
Һаңғырау һәм һуҡыр булып
Йәшәр инем донъяла.

06.12.2017 й., Сибай.

Төҫһөҙ төн

Был ваҡытта таң атырға

Тейеш ине – атмаған.

Күкте ташлап йондоҙҙар ҙа

Өйҙәренә ҡайтмаған.

Ай ҙа посын, Ер шарын да

Ҡояшҡа тапшырмаған.

Хыялыйҙар хыялдарын

Тормошҡа ашырмаған.

Сәскәләр төнгө йоҡонан

Әле лә уянмаған.

Тәбиғәт ал, ҡыҙыл, йәшел…

Төҫтәргә буялмаған.

Мөхәббәтһеҙ үткән ғүмер

Төҫһөҙ төн кеүек кенә.

Таңһылыуҙы тапмайынса

Таң атмаҫ кеүек миңә.

07.12.2017 й., Сибай.

Кеше миңә йоҙаҡланған йоҙаҡ һымаҡ

 

Йоҙаҡ

Асылмалы һәр нәмәгә

Йоҙаҡ ҡуйылған.

Унда беҙгә рөхсәтһеҙ

Инеү тыйылған.

Ауыҙымды ауыҙлыҡлап

Алған цензура.

Тел асҡысын бирмәй шул ул,

Хоть илап һора.

Тәҙрәләр рәшәткәле,

Ишек тимерҙән.

Төрмәгә бикләп ҡуялар,

Уны емерһәң.

Илдең сиген һаҡлай һалдат.

Һалдат та – йоҙаҡ.

…Кеше миңә йоҙаҡланған

Ҙур йоҙаҡ һымаҡ.

31.03.2016 й., Сибай.

Һаҡлайым

Һиңә бер һүҙ әйткем килә,

Әйтеп булмай, сөнки ул сер.

Һинән – дуҫтан һүҙ йәшерәм.

Үпкәләмә, йәме, кисер.

Дошмандарым өйрәттеләр

Ил һаҡларға, сер һаҡларға.

Ҡурҡам шуға серҙәремде

Белгертергә сит-яттарға.

Һин сит түгел. Әммә дошман

Дуҫлашыр ҙа һинең менән,

Серҙәремде һинең аша

Урлап алыр шул ул минән.

Серҙәремде яҙмайым да,

Һөйләмәйем, ә уйлайым.

Дошман барҙа, мин - бит һалдат:

Ил һаҡлайым, сер һаҡлайым.

28.03.2016 й., Сибай.

 

 

Йоҙаҡлы күҙҙәр

Бөгөн шәмбе. Һүндерҙем дә шәмде
Күҙҙе йомоп ятам түшәктә.
Асаһым юҡ, ҡосағыңды йәйеп,
Парашютта килеп төшһәң дә.
Арығанмын. Ике күҙем талған
Һине күреп. Нисә йыл инде
Һөйөүеңдә минең йөрәк түгел,
Бүтән йөрәк янып йылынды.
Ялған һөйөүеңдән - бысағыңдан
Йөрәккәйем, йәнем теленгән.
Һине күрмәҫ өсөн, һөймәҫ өсөн
Күҙҙәремә йоҙаҡ эленгән.

24.12.2016 й., Сибай.

 

 

Мин - сәскәһе башҡорттоң

Бал ҡорто

Мин шиғырҙар эҙләмәйем…

Шиғырҙар миңә килә.

Күңелемдә шиғыр өсөн

Бөтәһе бар – ул белә.

 

Моң бар халҡымдан алған.

Шиғырға бит моң кәрәк.

Хистәрем бар. Минең халҡым

Хис-тойғоло бигерәк.

 

Телем бар алдымдағы

Таштарҙы иретерлек.

Аҡыл да бар малайҙарҙы

Салауаттай, Вәлидиҙәй

Баһадир ир итерлек.

 

Барыһын халҡымдан алдым.

Мин – сәскәһе башҡорттоң.

Халҡымдыҡын минән ала

Шиғырҙарым – бал ҡорто.

12.07.2015 й., Иҫке Сибай.

Башҡорт хәрефтәре

Хәрефтәрҙең дә милләте
Була икән, бар икән.
Башҡорттоҡона йә ҡолаҡ,
Йә мөгөҙ, ҡойроҡ үҫкән.
«Ҡ» хәрефе ҡолаҡлы шул,
«Ғ» хәрефе мөгөҙлө.
«Ҙ» менән «Ҫ»-ның ҡойроҡло
Булыуы ла нигеҙле.
Халҡым ҡолаҡлы, дошмандың
Ыҫылдауын ишетә.
Дуҫлыҡҡа тик саф, эскерһеҙ,
Кешеләрҙе иш итә.
Мөгөҙлө...Әйтерһең дә
Корридалағы үгеҙ.
Кәрәк булһа, һаҡлай ала
Илен, телен һәм үҙен.
Ҡойроҡло. Ҡойроғо - тарих -
Халҡымдың үткән юлы -
Һоҡланғыс ваҡиғаларға,
Кисерештәргә тулы.
Хәрефтәрҙең дә милләте
Була икән, бар икән.
Башҡорт хәрефтәре мине
Башҡорт итеп бар иткән.

01.07.2017 й., Иҫке Сибай.

 

Юғалһа...

Айыу, бүре, башҡа йыртҡыс
Әҙәйһә, ауламайҙар.
Улар өсөн унда-бында
Асалар ҡурсалауҙар.
Күпме милләт ер йөҙөндә
Юғала ҡурсалауһыҙ?!
Юғала өнһөҙ-тауышһыҙ
Шым ғына, яуһыҙ, ауһыҙ.
Күп милләтле ил эсендә
Юғалһа һинең милләт,
Ул илдең киләсәге юҡ,
Ул тере килеш үлгән.

18.12.2016 й., Сибай.

 

Мин һәм тел

Әйтерһең мин - Волга йылғаһында

Аҙашып юғалған юнысҡы.

«Үҙең менән бергә һинең тел дә

Юғаласаҡ», - тине ЮНЕСКО.

Мин юғалһам, нишләп тел юғала?

Тел мәңгелек бит ул, үлемһеҙ.

Күпме дошман илгә ябырылған,

Халҡым үлгән икмәк телемһеҙ…

Тел үлмәгән. Дошман, аслыҡ уны

Еңә алмай һис тә: тел көслө.

Улай булғас, нишләп юғала ул,

Һәләк була нисек, ни өсөн?

Тел үлеме эстә. Беҙҙең эстә.

Эй кимерә уны яуыз ҡорт –

Башҡорт булып тыуып, тора-бара

Башҡортлоғон юғалтҡан маңҡорт.

06.01.2013 й., Сибай.

Башҡортҡа

Глобусты әйләндереп,

Ҡарап торам аптырап.

Күҙ алдарым бер ҡарая,

Бер ағарып яҡтыра.

Эҙләп-эҙләп табалмайым

Глобуста илемде.

Иле юҡтың, теле лә юҡ:

Онотҡанмын телемде.

Ҡотом осто: тел булмағас,

Милләтем юҡ, уфалла!

Ҡасандыр бит башҡорт булып

Йөрөгәйнем «Уфа»ла.

Тел булмаһа, аҡылың юҡ,

Рухың да юҡ, илең дә.

Төшөм өнгә әйләнмәһен:

Һөйләш башҡорт телеңдә.

08.01.2013 й., Сибай.

Айырмағыҙ

Уй, асыҡтым. Хәлем бөттө.

Ҡотҡарығыҙ үлемдән!

Бәхет эҙләп киткәйнем бит

Тыуып-үҫкән илемдән.

Ситтә ожмах. Аша ла, кей

Йәнең ни теләгәнен.

Тамаҡтан өҙөп банкка

Кредит түләмәнем,

Ә асыҡтым. Телем шешеп,

Ауыҙҙан аш үтмәне.

Үҙемә эш күп ине лә,

Телемә эш етмәне.

Башҡортсалап һөйләшмәгәс,

Вата-йота тегендә

Сит һүҙҙәрҙе әйтә торғас,

Шешек сыҡты телемә.

…Уй, асыҡтым. Хәлем бөттө.

Ҡотҡарығыҙ үлемдән!

Ожмахтан айырһағыҙ ҙа,

Айырмағыҙ телемдән.

10.01.2018 й., Сибай.

Ҡайҙа булған?

Ил бар, тел бар, фән бар, дин бар…

Ни генә юҡ донъяла!?

Тик барыбер ниҙер етмәй,

Бөтә нәмә булһа ла.

Ғәҙеллек юҡ. Ҡайҙа булған?

Бар ине бит ул элек.

Ялғанлыҡ менән һуғышта

Әллә үлгән еңелеп?

Көндө төнгә ялғап ялған

Тормошто алған ялмап.

Әйтерһең дә, йортобоҙға

Кемдер берәү ут һалған.

Ғәҙеллек юҡ. Ҡайҙа булған?

Һорау бирәм башҡортҡа.

Ғәҙел булмаһаң, һин яйлап

Илһеҙ, телһеҙ, фәнһеҙ, динһеҙ

Әйләнерһең манҡортҡа.

15.01.2018 й., Сибай.

 

Заманалар

Заманалар өс өлөштән тора:

Үткән заман, хәҙер, киләсәк.

Үткән заман – атай-әсәйҙеке,

Киләсәктә

Балалар бит донъя көтәсәк.

Хәҙергеһе беҙҙең иңгә төшә,

Беҙ тартабыҙ заман йөктәрен.

Үткән заман менән киләсәктең

Тоташтырып бергә сиктәрен.

Беҙ булмаһаҡ, киләсәк тә булмай,

Үткән заман эҙһеҙ юғала.

Уйланығыҙ әле, уйланығыҙ,

Башҡорттарым, ошо турала.

Рухһыҙ башҡорт – тиле, үле башҡорт,

Иле лә юҡ уның, теле лә.

Улар өсөн заман тик үткәнгә,

Хәҙергегә генә бүленә.

16.03.2017 й., Сибай.

 

Зыяратта

Күҙе янып, алһыуланып
Китә ине йөҙҙәре
Һөйләгәндә. Онотолоп
Тыңлай инек һүҙҙәрен.
Көтмәгәндә телһеҙ ҡалды,
Телдән яҙҙы ағайым.
(Эштең ҡайҙа барғанын
Мин һүҙһеҙ ҙә аңлайым).
Өс көн үткәс, ағайымды
Һүҙһеҙ илап ерләнек.
Иламаған, ҡайғырмаған
Кешеләрҙе күрмәнек.
Зыяратта уйлап торам:
«Теленән яҙып халҡым
Өс көн үткәс, үлеп китһә... »
-Уй!
Бөтә тәнем өшөп китте,
Аяҡ-ҡулым һап-һалҡын.

22.08.2017 й., Иҫке Сибай.

 

 

Буран

Буран күҙҙе лә астырмай,

Астырһа ла файҙа юҡ.

Аҙаштым. Барыр юлымды

Юғалттым инде байуҡ.

Алдым - артым, уңым - һулым -

Барыһы ла буталған.

Юл ғынамы?! Телем, илем,

Тыуған ерем юғалған.

Йөрәгем ҡапыл ярылып

Тибеүҙән туҡтар кеүек.

Телем, ил, ерем юғалһа,

Мин кеше түгел, кейек.

...Өнөмдә түгел, төшөмдә

Ҡотора ошо буран.

Юлдан яҙма, аҙашма тип

Иҫкәртеп кенә тора.

14.12.2016 й., Сибай.

Ҡәҙерле икән ул кеше тыуып-үҫкән ерендә

Ауылымда

Ҡанатланып, әллә инде

Килеп төшкәнмен Айға?

Юҡ, ҡайтҡанмын ауылыма...

Күпкә түгел, бер айға.

Мин генә түгел, ауыл да

Һағынған икән мине.

Ямғыр туҡтап, ҡояш сығып,

Яҡтырып китте күге.

Сәскәләр көлөп ебәрҙе,

Ағастар ҡағындылар.

Ситтә ауылдың ашы ла,

Ташы ла һағындыра.

Ҡыуаныстан балыҡтарын

Эй бейетте Һәләүек.

Бөгөн ул да элеккенән

Шәберәк аға кеүек.

Ҡыҙҙар тауы көтмәгәндә

Үбеп алды ирендән.

…Ҡәҙерле икән ул кеше

Тыуып-үҫкән ерендә.

18.10.2015 й., Сибай.

Ауылым

Ауылымда бөтә нәмә

Элекке түгел, бүтән.

Бала саҡ эҙҙәрен эҙләп

Аҙап-аҙашып бөтәм.

Малайҙар бабайҙар булған,

Танымай торам хатта.

Әллә ниндәй ят балалар

Уҙышып йөрөй атта.

Тауҙар ҙа элеккеһенән

Тойола бейегерәк.

Өй алдында үҫкән тирәк

Олпатланған кеүегерәк.

Ҡоштар тауышы ла бында

Моңлораҡ, яғымлыраҡ.

Ай ҙа, ҡояш та ауылға

Киләлер яҡыныраҡ.

Бөтәһе лә яҡшы һымаҡ

Ауылда – миңә ҡартҡа.

Әллә был ысынлап та шулай,

Әллә һөйөүем артҡан?

18.05.2013 й., Сибай.

Юҡһыныу

Ауылымда мин үҙемде

Етем бала тип тоям.

«Әсәй» тиеп әйтке килә,

Әйтке килә - тыйылам.

Күңел илай. Ҡайғым ҙур шул,

Ҡайғым ҙур шул уғата.

Баштан һыйпап әсәй түгел,

Йомшаҡ елдәр йыуата.

Туған йортта әсәй түгел,

Тимер йоҙаҡ ҡаршылай.

Әсәйемде юҡһыныуҙан

Күңел илай ҙа илай.

18.11.2012 й., Сибай.

Күлдәгем

Ҡабул булды, әсәй, теләгең:

Йылы тәндә туҙҙы күлдәгем.

Йөрәк аша үтте шатлыҡтар ҙа,

Ҡайғылар ҙа туған илдәге.



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2019-04-29 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: