Образы повести М. Карима «Помилование» 1 глава




Аттарым

Ҡырҡ ике ат мисәүләнгән

Санала китеп барам.

Ҡырҡ ике ат минең өсөн

Ҡар кисеп, юлдар яра.

Юлдар нимә!? Был аттарға

Йылдар ҙа кәртә түгел.

Улар менән сал тарихҡа

Барып ҡайтыу еп-еңел.

Ул аттарҙы ауыҙлыҡлап

Биргәйне уҡытыусым.

Санаға егеп алдым да

Йөрөйөм хәҙер осоп.

Аттарымды – хәрефтәрҙе

Ҡыумайым, ә уҡыйым.

…Санам елә, кереш тартып,

Осоролған уҡмы ни!

17.12.2012 й., Сибай.

Тауыҡ

Һарыҡ ояһын таҙартам,

Эргәлә йөрөй тауыҡ.

Тамаҡ туйҙыра тиреҫтә
Үҙенә аҙыҡ табып.
Көтөп ултырмай, эш бөткәс,
Уға ем биреремде.
Тауыҡҡа ҡарап байытам,
Арттырам белемемде.
«Үҙем эшләп тапҡан аҙыҡ
Тәмлерәк, ҡәҙерлерәк» -
Тауыҡ үткәргән дәрестең
Темаһы фәһемлерәк.

01.06.2017 й., Сибай.

Һуғыш

Хәреф түгел, гүйә, улар –

Ҡындан һурылған ҡылыс.

Ике хәреф, эй, һуғыша…

Ҡарап тороу ҡурҡыныс.

«Х» хәрефе, ой, хәйләкәр,

Ҡурҡҡанды һиҙеп, ахры,

Дүрт иптәшен саҡырҙы ла

Һүҙ яҙҙы миңә: «БаХыр».

«Т» хәрефе тәртипле лә,

Тәүәккәл дә, түҙемле.

«Х» хәрефен алмаштырып,

«БаТыр» итте үҙемде.

Бер һүҙҙәге урын өсөн

Һуғыша улар икәү.

…Кемдең еңеү, еңелеүе

Үҙемдән тормай микән?

12.03.2016 й., Сибай.

 

Р менән Л хәрефтәре

- Башыңды эшләтеп ҡара,

Һиңә әйтәм бер йомаҡ:

Дүрт хәрефтән торған был һүҙ

Дүрт мөйөшлө өй һымаҡ.

Дүрт йөҙләп кеше был өйҙә

Йәшәп ята гөж килеп.

Шатлыҡты ла, ҡайғыны ла

Үҙ-ара тигеҙ бүлеп.

Туғанлыҡ, дуҫлыҡ, берҙәмлек –

Был ҙур өйҙөң ҡоршауы.

Йәле, йәле асып ебәр

Шул йомаҡтың шаршауын.

- Әллә инде... Әйталмайым...

Был йомаҡ миңә ауыр.

- Ауыр?!

Р-ны Л-ға алмаштырһаң,

Яуабы була – Ауыл.

25.10.2015 й., Сибай.

Нөктә

Төнгө күктә бик күп нөктә.

Һанап бөтөрлөк түгел.

Яҙма эштә был билдәне

Ҡуйыу миңә еп-еңел.

Һөйләм аҙағында уны

Төрттөң-ҡуйҙың - бөттө эш.

Нөктәләр буйынса миңә

«Бишле» булырға тейеш.

Ә тормошта нөктә өсөн

Күпме көс, тир түгелә!?

Башланған эш аҙағына

Етһен тиһәң, түҙ генә.

Ныҡышлыҡ, тырышлыҡ минән

Һорап тик тора нөктә.

Шул яҡтан ул минең өсөн

Тәрбиәсе кеүек тә.

Төнгө күктә бик күп нөктә...

Һанап бөтөрлөк түгел.

Тормошта ла был билдәне

Ҡуйыуы миңә еңел.

24.09.2015 й., Этҡол.

Тәбиғәт булмаһа, беҙ ҙә булмаҫ инек

Тамсы

Тамсы йоҡонан уятты.

Тамсы - яҙ хәбәрсеһе.

Ҡыш бабай уның атаһы,

Ә Яҙһылыу - әсәһе.

Тамсы булмаһа, тәбиғәт

Асығыр, һыуһар ине.

Үҫергә тейеш әйберҙәр

Үҫеүҙән туҡтар ине.

Булмаҫ ине, булмаҫ ине

Тәбиғәттең бер йәме.

Булмаҫ ине Ағиҙелем,

Булмаҫ ине Бөрйәнем.

Бәләкәй генә тамсыға

Һыйған Ерҙең бар йәме.

Йәнләндергәс, йәмләндергәс,

Барҙыр, тим, уның йәне.

10.05.2012 й., Сибай.

Уҫал ҡыш (ҙ)

Уҫал ҡыш әллә яҙҙың

Сикәһенә ҡундырған.

Бая ғына йылы ине,

Әле килеп туңдырған.

Ергә төшкән йылы нурҙар

Күккә кире ҡайтҡандар.

Күләүектәр бая асҡан

Тәҙрәләрен япҡандар.

Өҫтөмә яуа тамсылар,

Әйләнеп ҡаты боҙға.

…Тәбиғәт бөгөн оҡшаған

Үсексән һылыу ҡыҙға.

02.11.2012 й., Иҫке Сибай.

Ярыш

Аттар түгел, әйтерһең дә,

Атылған уҡтар инде.

Ярыш булмаһа, тәбиғәт

Йәшәүҙән туҡтар ине.

Ярышып үҫә үләндәр,

Кешелек һәм тереклек.

Ярышта яулана еңеү,

Бөйөклөк һәм бейеклек.

Урғылып ҡайнаған ҡаҙан

Ярыша майҙан менән.

Тартыу көсөн еңеп, бына,

Мин дә ҡолғаға менәм.

Батырҙар көс һынаша,

Көрәш ҡыҙғандан ҡыҙа.

Берәүгә лә билен бирмәй

Минең яратҡан ҡоҙам.

Ярышта мыштыр, яйҙарҙы

Етеҙ, уңғандар уҙа.

…Тормош асылын аңланым

Бөгөнгө һабантуйҙа.

10.05.2012 й., Сибай.

 

Ҡыяр

Баш ҡалҡытҡан ҡыярымды
Ҡырау һуҡҡан, ҡәһәр һуҡҡан.
Тәбиғәткә кешеләрҙең
Яуызлығы әллә йоҡҡан.
Ҡыярымдың тәбиғәткә
Бер зыяны юҡ ине лә...
Зыянһыҙҙар нишләп беҙҙә
Зыян күреп юҡ ителә?
Баҡсабыҙҙа баҫып торам
Яуап эҙләп шул һорауға.
Сүп үләндәр имен-аман,
Ҡырау тейгән тик ҡыярға.
Ҡыяр шиңгән, сүптәр еңгән.
Сәбәбе бар йәш ҡойорға.
...Үҙем бөгөн оҡшап торам
Ҡырау һуҡҡан ҡыярыма.

31.05.2017 й., Иҫке Сибай.

Бәлки…

Ауыр, ҡытлыҡ замандарҙа

Ул халыҡты кейендергән.

Рөхсәт булһа, бөгөн һәйкәл

Һалыр инем мин киндергә.

Кешеләрҙән ҡасып-боҫоп,

Сүплектә үҫеп ултыра:

Чиновниктар, полицайҙар

Күреп ҡалһа бит, үлтерә.

Бер ғәйепһеҙ үләнкәйҙе

Язалайҙар кемдер өсөн.

Бынан да ҙур, ауыр ҡайғы

Бармы икән киндер өсөн!?

Сүп-сар араһынан ҡурҡып

Ҡарай миңә бахыр киндер.

Ҡараштары кешеләрсә…

Бәлки, ул һиндер, йә миндер.

03.07.2012 й., Иҫке Сибай.

 

Ниңә?

Күлдең өҫтө көҙгө кеүек

Тап-таҙа ялтлап ята.

Бер сүп тә юҡ. Сүп-сар күлдә

Ғәҙәттә аҫҡа бата.

Ә тормошта ниңә икән

Сүп-сарҙар өҫкә ҡалҡа?

Әйтерһең, улар ҡолаҡҡа

Тағылған алтын алҡа.

Сүп-сарҙан, бысраҡтан арып,

Мин киләм ошо күлгә.

Күлдәге таҙалыҡ ҡасан

Күсер икән ул илгә?

05.07.2012 й., Иҫке Сибай.

Көс менән Хис

Календарҙа яҙ башланған,

Ә урамда әле ҡыш.

Өшөттөрөп, күшектереп,

Ямғыр яуа ҡар ҡатыш.

Ҡыштың Көсө, Яҙҙың Хисе

Эй һуғыша үҙ-ара.

Көстөң көсө кәмей бара,

Ә Хис үҫә, ҙурая.

Ямғыр ҙа ҡарҙан арына,

Яуа тап-таҙа көйө.

Сафланып, нурланып ҡала,

Йылына Яҙҙың өйө.

Көс менән Яҙҙың өйөнә

Баҫып инә алмай Ҡыш.

Көс менән түгел, хис менән

Туҡтала икән һуғыш.

11.03.2016 й., Сибай.

Сәскәләр...

Сәскәләр йөрөй, һикерә,

Шаяра, көлә, уйнай...

(Аңламағандар, моғайын,

Мине иҫәр тип уйлай).

Иҫәр түгел, иҫергәнем,

Иҫергәнем шатлыҡтан.

Сәскәләрҙең араһында

Ҡасып торам ҡартлыҡтан.

Бер сәскә килеп ҡосаҡлай,

Икәүһе тарта сәстән.

Бындай шаян сәскәләрҙе

Был баҡсаға кем сәскән?

Тере сәскәгә күмеләм

Балалар баҡсаһында.

...Мин үҙем дә сәскә инем

Бәләкәй саҡтарымда.

08.12.2017 й., Сибай.

…Һинең янда йөрәкһеҙ ҙә үлмәйенсә

йәшәп була

 

Булмаҫ ине...

Йөрәгемә ҡошсоҡ ҡунып

Көнө буйы һайраны.

Ҡатын-ҡыҙҙар көнө бөгөн,

Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы!

Шатлығым йөрәккә һыймай

Моң булып сыға тышҡа.

Мин бит үҙем ошо көндә

Әйләнәм моңло ҡошҡа.

Ҡатын-ҡыҙ булмаһа, мин дә,

Моң да бит булмаҫ ине.

Йөрәгемә Илһам ҡошо

Килеп тә ҡунмаҫ ине,

Шиғыр ҙа тыумаҫ ине,

Мөхәббәт, шатлыҡ, бәхет тә,

Йәм-тәм дә булмаҫ ине.

Булмаҫ ине, булмаҫ ине...

06.03.2017 й., Сибай.

 

 

Ҡатындарһыҙ…

Ҡатын-ҡыҙҙар беҙҙе хайран итә,

Хайран итә беҙҙе – ирҙәрҙе.

Мин ҡасандыр яман кеше инем,

Ҡатын-ҡыҙға табынып үҙгәрҙем.

Мине генә түгел кешелекте

Гел яңыртып тора ҡатын-ҡыҙ.

Ҡатындарһыҙ Ҡояш һүнер һымаҡ,

Ғаләм үлер һымаҡ ваҡытһыҙ.

06.03.2015 й., Сибай.

Һатыусы ҡыҙға

Аҡсам булмаһа ла, керәм,
Ул эшләгән кибеткә.
Уны күрһәм, ни мөғжизә,
Әйләнәмен егеткә.

Онотам тыуған йылымды,
Онотам ҡартлығымды.
Онотам хатта үҙемдең
Донъяла барлығымды.
Шарап та миңә кәрәкмәй,
Дарыу ҙа кәрәк түгел.
Уны күреп иҫерәмен,
Йәшәрәмен. Мин - тиле.

18.07.2017 й., Иҫке Сибай.

Ҡуҙ менән боҙ

Яртылаш ҡуҙ, яртылаш боҙ

Йөрәгем бөгөн.

Ярты яғы ғына тарта

Мөхәббәт йөгөн.

Һөйөүең ҡасандыр уның

Ҡуҙын ҡабыҙған.

Яртыһы хыянатыңдан

Әйләнгән боҙға.

Боҙ иремәй, ҡуҙ һүрелмәй,

Йылдар үтһә лә,

Ирендәрем башҡаларҙы

Һөйөп үпһә лә.

03.11.2012 й., Сибай.

Ҡосаҡлаһаң...

Ҡош итеп тоям үҙемде,

Ҡулдарым ҡанат булған.

Ҡоштарға эйәреп бөгөн...

Сығамын оло юлға.

Ҡош юлы мине төньяҡтан

Көньяҡҡа алып китә.

Осҡан һайын төн яҡтыра,

Өшөү, ҡалтырау бөтә.

Мин төньяҡта, һин көньяҡта

Йәшәп ятҡанбыҙ, имеш.

Мөхәббәттең был хатаһы

Төҙәтелергә тейеш.

Ҡош ҡанаты икәү була,

Берәү булһа, осалмай.

Ҡош итеп тоям үҙемде,

...Һин мине ҡосаҡлаһаң.

11.03.2017 й., Сибай.

Юғалыу

Һинең менән хушлашыуы

Ҡыйын миңә, бик ҡыйын.

Яңы ғына танышҡайныҡ –

Ғинуар айында, быйыл.

Әле декабрь аҙағы.

Тышта ҡотора буран.

Юғалған юлым осонда

Елдә сайҡалып торам.

Икәүләп Ҡояшты бер ҡат

Әйләнеп сыҡҡан инек.

Һөйөү түгел, Ҡояш үҙе

Бөгөн юғалған кеүек.

Юғалдың – яңы юл алдың,

Мин торған ерҙә торам.

…Бөгөн декабрь аҙағы,

Тышта ҡотора буран.

31.12.2012 й., Сибай.

Һәйкәл

Муйыл аҡ яулыҡ ябынған,

Матурланған, биҙәнгән.

Ҡупшы ҡыҙмы тиеп торам,

Танымайым - үҙгәргән.

Эргәһендә бер йәш имән

Баҫып тора – хас егет.

Бына-бына муйылҡайҙы

Ул алыр кеүек үбеп.

Ботаҡтары ике яҡлап

Ҡосаҡлаған муйылды.

Һоҡланыуҙан саҡ-саҡ ҡына

Осмай ҡалдым – тыйылдым.

Муйыл - һиңә, имән миңә

Һәйкәл булып тойолдо.

15.05.2012 й., Сибай.

Уянһам…

Аяҡтарым ерҙә, түбәм күктә.

Тоташтырам Ерҙе Күк менән.

Төн юғала. Бынан ары ерҙә

Булыр кеүек һәр саҡ көн генә.

Шатлыҡ килде! Шатлыҡтарҙан күңел

Китә икән үҫеп, киңәйеп.

Ап-аҡ күлдәк кейеп бөгөн төштә

Минең янға һин бит килгәйнең.

Ҡара болоттарҙы күк йөҙөнән

Йөрөгәйнек икәү ҡыуалап.

…Төн юғалды. Уянаһы килмәй…

Уянғас бит, төшөм юғала.

28.12.2012 й., Сибай.

Дауамы юҡ

Төндә күргән бер төштө

Иртән торғас, оноттом.

Хәтер һандығын аҡтарып,

Инде тамам йонсотто.

Шундай татлы, баллы, һутлы,

Тәмле ине был төшөм:

Ғүмер буйы хыялымда

Һөйөп йөрөгән кешем

Йүгереп килеп ҡосаҡлағас,

Һуштан яҙып ауғанмын.

Эй эҙләйем, табалмайым

Шул төшөмдөң аҙағын.

20.06.2012 й., Иҫке Сибай.

Һағышлы йыр

Вокзалдан яҙған хаттарың

Ятлап алынған инде.

Һәр береһе ноталанып

Көйгә һалынған инде.

Ул көйҙәр йәнде көйҙөрә –

Һәр нотаһы һағышлы.

Һағышлы көй – һинһеҙ үткән

Минең ғүмер – яҙмышым.

Хушлашыу хаттарың беҙҙе

Айыра алмай, ахры:

Һинең менән беҙ икебеҙ -

Бер үк йырҙың авторы.

Һүҙен һин, көйөн мин яҙҙым…

Хәреф менән ноталар

Һағышлы йырға әйләнеп,

Йөрәкте һыҙлаталар.

21.10.2013 й., Сибай.

Ҡараңғылыҡ

Бер үҙем ятам, бер үҙем

Ҡараңғы тирә-яғым.

Теге донъяға етергә

Ҡалған кеүек бер аҙым.

Бер аҙым яһарға ҡурҡып,

Күҙемде йомоп ятам.

Ҡорбан салып мәжлес ҡорам,

Ошонан иҫән ҡайтһам.

Ҡайтыр яҡҡа юлдар ҙа юҡ.

Нисек ҡайтаһың юлһыҙ.

Ҡуҙғалырға ҡурҡып ятам

Ҡараңғы ерҙә яңғыҙ.

…Ҡояш булып балҡый йөҙөң,

Асылып китә күҙем.

Ҡараңғыны яһағанмын

Күҙемде йомоп үҙем.

29.10.2013 й., Сибай.

Һин юҡ саҡта

Минең янда һин юҡ саҡта

Мин кеше түгел, таҡта.

Уйламайым, йоҡламайым,

Ашамайым да хатта.

Йәнем тәнемдән ысҡына.

Йәнһеҙ тән бит ул - мәйет.

...Айырылып илаһи хис -

Һөйөүҙе кәмһетмәйек,

Тәнде йәнһеҙ итмәйек.

27.09.2015 й., Этҡол.

Ҡояш сыҡты

Ҡышҡы ҡояш йәйгеһенән

Ҡәҙерлерәк минең өсөн.

Ҡышын Ерҙе йылытыуға

Ул күберәк түгә көсөн.

Һинең менән танышҡанда

Күҙ асҡыһыҙ буран ине.

Өшөп, туңып, ҡалтыранып

Юл сатында тора инем.

Буран беҙҙе ҡағып-һуғып,

Әйләндерҙе тулҡынында.

…Һөйгән йөрәк еңә икән

Ҡыйынын да, һалҡынын да.

Ҡояш сыҡты. Ҡышҡы ҡояш!

Йәйгеһенән ул йылыраҡ.

Өшөп туңған юл саттары

Тороп ҡалды инде йыраҡ.

12.10.2012 й., Иҫке Сибай.

Градусник

Cәғәт һөйләшә. Теле бар.

Градусниктыҡы - юҡ.

Тәнгә тейһә генә йөрөй

Терегөмөшлө уҡ.

Теле юҡ та…Ә аңы бар.

Аңлай минең хәлде.

Ҡуйынымда үткәрә гел

Мин сирләгән мәлде.

Минең өсөн ул һәр ваҡыт –

Көтөлмәгән ҡунаҡ.

…Үҙе һөйөп, мин һөймәгән

Һылыу ҡатын һымаҡ.

28.02.2015 й., Сибай.

 

 

Көтөү

Һине күптән күргәнем юҡ.

Күргем килә, күргем килә.

Мөхәббәт тигән ожмахҡа

Һинең менән кергем килә.

Кергем килә… Әммә унда

Яңғыҙымды керетмәйҙәр.

Мөғжизәле ул ожмахты

Миңә һинһеҙ күрһәтмәйҙәр.

Йылдар ысын һөйөү хисен

Һис кәметмәй, ә арттыра.

Ожмах ишеге алдында

Һине һаман көтөп торам.

03.09.2014 й., Сибай.

Һөйөүем

Күренмәгеҙ! Күргем килмәй,

Күргем килмәй бер кемде.

Асыуымдан атып бәрҙем

Башымдағы бүркемде.

Ниндәй ир мин! Һөйәм, тип тә

Һиңә әйтә алмағас.

Телһеҙ ҡалам, тәнде-йәнде

Һөйөү уты ялмағас.

Телдән яҙып һөйҙөрөргә

Ҡайҙан алаһың көстө?

Көсһөҙлөктө башымдағы

Бүркемдән алам үсте.

«Һөйәм» тигән һүҙҙе һиңә

Әйтергә етмәй көсөм.

Һөйөүем мең ҡат үҙемдән

Көслөрәк булған өсөн.

25.03.2014 й., Сибай.

 

 

Мисәүле ат

Беҙ икебеҙ - мисәүле ат.

Етәкләшеп ҡояш буйлап

Әйләнәбеҙ нисәнсе ҡат!

Һөйөүебеҙ шундай көслө

Еңә ерҙең тартыу көсөн.

Беҙҙең генә ҡулда һымаҡ

Кешелектең киләсәге.

Йыһандағы йондоҙҙар ҙа

Нурланалар беҙҙең хистән.

Бар донъя беҙҙең һөйөүҙең

Тереһыуын – һутын эскән.

Һөйөү бит ул – мисәүле ат.

Һине, мине арбаһына

Ултырта ла, эй, йөрөтә

Ерҙә түгел, ерҙә түгел,

Ә йондоҙҙар араһында.

30.08.2012 й., Иҫке Сибай.

Осоу

Төнъяҡ еле әллә тиле

Олой, өрә туҡтауһыҙ.

Бөгөн төн дә ныҡ ҡараңғы,

Күк тә йондоҙһоҙ, айһыҙ.

Яҡтылыҡ, йылылыҡ ҡасҡан

Мин баҫып торған ерҙән.

Әйтерһең, тәрән упҡынға

Осоп төшкәнмен үрҙән.

Күҙеңдә үҙемде күргәс,

Юҡ булды төн ҡараһы.

Ел туҡтаны. Ҡанатланып

Күктә осоп барамын.

15.07.2013 й., Иҫке Сибай.

Ҡояшым бүтән

Һинән нур алам. Нурыңдан

Яҡтыра бөтә донъям.

Төн дә, ҡыш та булмаҫ ине,

Әгәр һин Ҡояш булһаң.

Минең өсөн гел көн, гел яҙ -

Минең Ҡояшым бүтән.

Ул ҡалҡмай ҙа, батмай, уны

Ҡапламай болот күктә.

Орбитаһы ла ҙур түгел,

Орбитаһы - бер ҡосаҡ.

Ҡосаҡлаһа, дөрләй башлай

Йөрәгемдәге усаҡ.

Шул усаҡтан төн юғала,

Ҡарҙар ирей - ҡыш бөтә.

Минең өсөн гел көн, гел яҙ -

Минең Ҡояшым бүтән.

25.06.2015 й., Иҫке Сибай.

 

Аңламайым

Ҡарашыңдан һуҡырайҙым,

Көпә-көндөҙ булды төн.

Упҡынғамы, йыһанғамы

Осоп барам, имеш, мин.

Исемемде, кемлегемде,

Мин-минлекте оноттом.

Ҡыйыулыҡты, батырлыҡты

«Һә» тигәнсе юҡ иттең.

Ҡараштарың сихырланы,

Сихырсымы әллә һин?

Аңламайым: һөйөүме был,

Төшөммө был, әллә өн?

20.10.2012 й., Иҫке Сибай.

Сәскә

Йөрәгемдә сәскә үҫә,

Сәскәнең иң аҫылы.



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2019-04-29 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: