Файзуллин - Алтыншин Барый Абдулкаюм улы




Жив народ, пока жива ее память.

Киекбай ауылы тарихы

Үҙ ваҡытында уҡымышлы кешеләрҙән һаналған, мәҙрәсә бѳтѳп, батша армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң тағы ла Герман һуғышына алынып, яраланып ҡайтҡас, 30-сы йылдарҙа Әтек ауыл советы рәйесе булып эшләгән Ғиниәт Зәйнулла улы Алтыншин түбәндәгеләрҙе балаларына бик йыш ҡына ҡабатлап әйтә торған булған: «Ата-бабаларыңды белмәү, белеп тә хѳрмәт итмәү - әҙәпһеҙлектең иң сиге».

Ошо тарих битт ә рен а ҡ тарыр алдынан бер бул ғ ан ва ҡ и ғ аны һѳйл ә м ә й булдыра алманым

Учалы районыны ң Ҡорама ауылында «Һаумы һ ыгыҙ, ауылдаштар!» байрамын утк ә рг ә нд ә ауылды ң и ң ѳлк ә н быуын а ғ айы Ҡорама кантонды ң н ә ҫелен ә н мине ң ҡайным ғ ына ҡ алды, - тип ә йтк ә с, ҡайнымдан, - Ошо турала һин бел ә ине ң ме?- тип һораным.

- Бел ә инем, тик ул ва ҡ ытта кантондар, батша ва ҡ ытындағы офицерҙар тура һ ында һѳйл ә ү тугел, һ орашыр ғ а ла оялды ҡ, ҡ ыйманы ҡ, - тине.

Бына нисек беҙҙе тамырҙарыбыҙы онотторор ғ а тел ә нел ә р. Нисек итеп оялырға мѳмкин, б ә лки ғ орурланырға к ә р ә к бул ғ андыр. Был сер т ү гел, ш ә ж ә р ә не ѳйр ә не ү һә м я6ыу барышында ү зене ң олата һ ыны ң исемен, к ү ршеһене ң ү ҙҙ ә рен ә туған ик ә нен белм ә үсел ә р ҙ ә бик йыш осраны. С ә б ә пт ә ре нинд ә й булыуына ҡ арама ҫ тан, был халҡыбыҙ ѳсѳн ят, бик насар к ү ренеш. Сѳнки ата-бабаларыбыҙ беҙг ә, һә р башкорт ү ҙене ң ете быуынын белерг ә тейеш, тиг ә н васыят ҡ алдыр ғ ан. Ете быуынын тигәнде лә күп халыҡ яңылыш аңлай – етенсе быуынға тиклем олаталарын теҙеп ҡуя ла, мин ете быуынды беләм ти. Дѳрѳҫѳрәге, ете быуын ѳҫкә менгәс, кире бѳтә балалары буйынса бѳгѳнгѳ кѳнгәсә аҫҡа тѳшѳр ҡәрәк.

Бер күңелһеҙ х ә л д ә иҫт ә. Кейекбайҙан килг ә н студенттар араһында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үтк ә рҙек, тик ауылды ң ғ орурлы ғ ы булырҙай оло ш ә хест ә р ю ҡ бит беҙҙ ә, шуға к ү р ә ү ҙебеҙ ген ә ултырҙык, тип ә йтеусел ә р булды. Ә ниңә Алтыншин Тимербулат агайҙар, ол ә с ә л ә ре яғынан булһа ла, беҙ, кейекбайҙар, Алтыншиндар, тип йѳрѳг ә н беҙҙең данлыҡлы туғандарыбыҙ Д ә ул ә тбай ағай Рахматуллин һ ә м уның улы Айбулат Рахматуллиндар, Мырзағоловтар, Ғ ә ли ә кб ә рҙ ә ге һ ә м Иҫке Собханғолдағы Сагитовтар, күп йылдар буйы Учалы военкомы булып эшләгән Азамат Рысҡоловты, оҙаҡ йылдар Бѳрйән военкомы ярҙамсыһы булған Урал ағай Файзуллинды, ул ваҡыттарҙағы Башҡорт академия театрының иң сағыу йондоҙо Гаяз Алтыншинды һ.б иҫтәренә тѳшѳрмәгәндәр?

Ни ѳсѳндѳр туғанлыҡ шәжәрәһен тѳҙѳгәндә, ҡыҙҙарҙы тѳшѳрѳп ҡалдыралар. Ярай, борон ер буйынса буталыштан ҡурҡҡандар. Нисек инде ул әсәйеңдең, апай-һеңлеләреңдең, үҙеңдең ҡыҙҙарың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең балаларынан минең туғаным тугел, тип баш тартырға булла? Медицина һәм генетика яғынан алып ҡарағанда ла, туғанлыҡ сифаттары әсә яғынан нығырак күсә, йәшәу тәжрибәһе буйынса ла балалар әсә туғандарына нығыраҡ тартыла. Ни булһа ла, беҙ шәжәрә тѳҙѳгәндә был яңылышлыҡтарҙы тѳҙәтергә тырыштыҡ.

Ш ә ж ә р ә тѳҙѳп, уның мен ә н халыҡты таныштырыу, быуындар б ә йл ә нешен тергеҙеүг ә булышлыҡ ит ә, сѳнки тѳрлѳ с ә б ә пт ә р мен ә н фамилиялары үҙг ә реп, Бер-береһен белм ә г ә н яҡын туғандар була. «Иң мѳһиме - й ә шт ә рг ә н ә ҫел-н ә себен ѳйр ә теп, ырыуҙаштарына, туғандарына, ата- ә с ә һен ә ихтирам т ә рби ә л ә үҙ ә, уларҙа намыҫсанлыҡ, үҙ халҡы ѳсѳн яуаплылыҡ үҫтереүҙ ә. Борон ауылдың муллалары йәштәрҙе ѳйләндерер алдынан ете быуынын бушҡа ғына тикшермәгәндәр, ҡан ҡатышмаһын, тип туғандарына ѳйләндермәгәндәр.

Ш ә ж ә р ә не тулыландырыу ѳсѳн Башҡортостандың архив материалдарын да ѳйр ә нер к ә р ә к булды, 8-10 Рәүиз сказкалар һәм ауыл муллалары алып барған метрикалар ярҙамында күп кен ә һорауҙар асыҡланды.

Иң мѳһиме мин уҙемдең атайыма, Сәғит Гиниәт улы Алтыншинга рәхмәтлемен. Ул бала саҡтан алып, беҙҙе, туғандарҙы, уз-ара танытып үҫтерҙе. Шәжәрәне 80-се йылдарҙан башлап, үҙе белгәндәрҙе ҡағыҙға теркэп ҡалдырҙы.

Кейекбай ауылы 1830 йылдарҙа «Әтек ауылынан күсеп Кѳрг ә ҫ буйҙарына килеп ултырған юртовой сотник Кейекбай Юлтимиров исемен йѳрѳт ә, ә ауылдың икенсе исеме л ә бар, ул - Баштире. Нигеҙ һалған тип әйтмәйем, ни ѳсѳн тигәндә тарих биттәрен яҙма әҫәрҙәрҙән уҡыһаң, Бѳрйән районында 1800 йылға тиклем кеше йәшәмәгән кеүек тойола. Шул уҡ ваҡытта 1755 йылғы картаны ҡараһаң, Байназар ауылынан Кейекбай ултырған ергә тиклем дә Ағиҙел буйҙарында 12 эре ауыл, унан тыш Әтек ауылы эргәһендәге Салажы йылғаһы тамағынан әҙ генә ѳҫтәрәк Алдар ауылы күренә. Ваҡ ауылдарҙы картала күрһәтмәгәндәрен иҫэпкә алһаң, ауылдар ул ваҡытта ла бик күп булғандыр, тип фаразларға ҡала. Олатайҙарыбыҙ һѳйл ә үе буйынса ла, беҙҙең хѳрмәтле тарих аҡһаҡалдары ла Әтек ауылының бер ѳлѳше Иҫке Сибай, бер ѳлѳше Таулыҡай ауылдарынан, ә ҡалғандары Дим буйынан, тип иҫбатлай. Шул уҡ ваҡытта мин үҙемдең тамырҙарҙы юллағанда, Иҫке Сибай ауылы тарихын яҙған бер бабай миңә боронғо ҡомартҡы күрһәтте, унда яҙылыу буйынса Иҫке Сибай ауылының халҡы үҙҙәре ҡасандыр Ағиҙел буйҙарынан йыраҡ булмаған Атайсал (Хәҙерге Бѳрйән районы) тигән ерҙән күсеп барғандар… Шуның ѳсѳндѳр ҙә Иҫке Сибай ауылының тәүге исеме Атайсал тип аталған. Ысынлап та бындай исемле ауыл эргәһендә тау ҙа, йылға ла юҡ. Бәлки Кейекбай ауылы урынында ла борон Баштире ауылы ултырғандыр ҙа, бушҡа гына ла Таулыҡай ауылы халҡы үҙҙәренең тамырҙарын Кейекбайҙа эҙләмәйҙәрҙер. Шул уҡ Таулыҡай ауылында «Баштире» исемле ара ла бар. Баймаҡ ауылындағы Ғәле ауылына ла бер үк ваҡытта беҙҙең Әтек ауылы менән Иҫке Сибайҙар күсеп ултырғандар.

Әтек ауылынан Кейекбай яҡтарына 24 ғаил ә (170 кеше) күс ә. 1834 йылдың Р ә уиз сказкаһында терк ә лг ә н ғ ә ил ә л ә р бына улар:

1. Улар Юлтимерҙең улы «Әтек ауылы юртовой сотниге Киекбай Юлтимеров һ ә м Киекбайҙың балалары Султанс ә лим, Султанм ә хмут, Султанғ ә ле, С ә ф ә рғ ә ле, Фазулла й ә ғни Киекбаев фамилияһын йѳрѳтѳүсел ә р 2 ғ ә ил ә күсеп ултыралар.

Юлтимерҙең икенсе улы Алтынша һ ә м уның балалары Ф ә йзулла, Ғ ә ҙелш а, Ш ә р ә фетдин, «Әли ә кб ә р Алтыншин фамилияһын йѳрѳтѳүсел ә р – ике ғ ә ил ә күс ә, Юлтимерҙең ей ә нд ә ре З ә йнуллинд ә р, Х ә йруллинд ә р, Ф ә йзуллиндар, Ш ә р ә фетдиновтар

2.Ҡарабай аралары 7 ғ ә ил ә булып ултыралар- Ҡарабаевтар, Мырҙабаевтар, Алсынбаевтар, Ҡунакбаевтар, Тукбаевтар.

В 1628 г. тархан Бурзянской волости Карабай Байбахтин, один из предков известного старшины Алдара Исекеева, «бу­дучи в тарханах государевы станичные службы и посылочные всякий службы служил» РГАДА. Ф. 1173. ОП. 1. Д. 633. Л. 4

Карабаевтар репрессия ға хәтлем Мурзабаев йѳрѳгәндәр, аҙаҡ боронғо фамилияларына күскәндәр. Алдар батыр ауылы борон Әтек ауылының эргәһендә урынлашыуын иҫәпкә алғанда, Карабай Байбахтин бѳгѳнгѳ Карабаевтарҙың олаталары булыуы бик мѳмкин. Байбахты Алдар батырҙың атаһы Иҫәкәйҙең олатаһы булып сыға

Ҡарабаевтар араһында ла бик күп ѳлк ә н офицерҙар була, был уларҙың тархан н ә ҫелд ә рен ә н булыуы мѳмкинлеген күрһәтә. Сѳнки ул замандарҙа ябай башҡорт кешеһенә офицер званиеһе биреп бармағандар. Уларҙың араһында хорунжий Рысҡужа Мырҙабаев, 11 юрта старшинаһы урядник Ҡунакбай Алсынбаев та бар.

3. Байбулаттың балалары 5 г ә ил ә булып күсеп ултыра. Х ә ҙерге Ибрагимовтар, Рыскуловтар һ ә м Исянгильдиндар,

«Әйтергә кәрәк бѳгѳнгѳ кѳнгә тиклем Байбулат бала һ ы Рыскуловтарҙан А.Рыскулов Учалы районыны ң военкомы булып эшләне

4. Ҡотлобулаттың балалары 7 ғ ә ил ә булып күсеп ултыралар.

Байназаровтор, Байгильдиндар,уларҙың араһында Ырымбур губернаторы Перовскийҙың Хива походында ҡатнашҡан Й ә млих ә Байназаров та бар

5. Халитовтар - 1 ғ ә ил ә ген ә күск ә н.

Уларҙың араһында 1812 йылғы Ватан һугышында ҡатнашҡан Арыҫланғ ә ле Халитов та бар. Икенсе Этҡол ауылының тарих уҡытыусыһы, музей директоры булып эшл ә г ә н мәрхүм Д ә ул ә тбай ағай Киекбай ауылынан Халитовтар Алдар батыр н ә ҫелен ә н ти торғайны. Улар үҙҙәрелә Алдар батырҙың ағаһы Аиткужаның нәҫелдәре

11 йорт (хәҙергесә район самаһы) менән Киекбай ауылындағы х ә рби офицерзар етәкселек иткәндар.Бына уларҙың исемдәре юртовой сотник йәғни поручик Киекбай Юлтимеров,

хорунжий (прапорщик) Рысҡужа Мурзабаев

11 юрта старшинаһы урядник-йәғни унтер-офицер Ҡунакбай Алсынбаев

Шулай итеп, ауылдағы урындағы власт ә р кантондарҙа феодалдарҙан сыҡҡан х ә рби һ ә м гражданский чиновникт ә р ҡулында була. Быны тарих битт ә рен ә н күрерг ә мѳмкин.

«Армейские (прапорщик, поручик, капитан, майор, полковник, генерал-майор) и казачьи (урядник, хорунжий, сотник, есаул, войсковой старшина) офицерские звания присваивались за военные заслуги, за «особые услуги» правительству и за долголетнюю службу. Это делалось по представлению губернатора военному министру и царю. Как правило лица имеющие офицерские звания получали и дворянские титулы.

Генерал – губернатор Г.С. Волконский предписал привести количество юртовых чиновников в соответствие с количеством дворов таким образом, чтобы к 25-30 дворам иметь одного, к 50-60 дворам - двух, к 90 дворам - трех чиновников; в итоге предполагалось такое комплектование: при 100 -200 дворах составлялись следующие чины: один юртовой старшина, два его помощника, два юртовых сотника и два юртовых есаула»

Киекбай ауылы 6 кантодың Верхнеуральский уездының 10 юртаһына, ә һуңынан 11 юртаһына инг ә н. » Ә инде 6 кантонда юрталар һаны бѳт ә һе 19-31 г ә тиклем етк ә н.

«Әйт ә йек Башҡортостандан алыҫ ятҡан Һамар Ѳлк ә һенең Х ә с ә н ауылы (Һәҙиә Дәуләтшинаның тыуған ауылы) башҡорттары ла үҙҙәрен, - беҙ Бѳрй ә нд ә р, Киекбай һәм Таулыҡай ауылы башҡорттары, - тип иҫәпл ә й.

А. Әсфәндияровтың «Һамар башҡорттары» исемле китабында бирелг ә н м ә ғлум ә тт ә р ҙә ошоно Һѳйл ә й: «В 1842 г. столько же мужчин и 28 женщин намерены были направиться в д. Киекбаево (ныне Бурзянский район РБ) 10 –й юрты 6-го кантона Верхнеуральского уезда, откуда они были родом, принадлежащим к Бурзянской волости. Среди них были Бигильдины, сыновья Бигильди по имени которого иногда называли д. Хасаново. Это Биккузя 55 лет, Бикмухамет 46, Мухаметкарим 47, Ибрагим 40, Мухаметгалим 30 лет. Жители д. Киекбай на сходе приняли приговор, где было сказано о том, что прежде бывшие одножильцы наши ныне жительствующие в д. Бигильдиной (Хасановой) 3-й юрты Башкирского отделения Уральского войска башкирцы в количестве 62 человека, желают обратиться на прежнее местожительство в деревню нашу и они согласны принять их к себе на жительство с предоставлением права на пользование поземельным владением наравне с нами».

Айырым ә йтк ә нд ә, К ейекбай Юлтимиров уның атаһы Юлтимир Биктимиров тураһында бик аҙ бел ә беҙ ә ле. Кейекбай Юлтимировтың һ ә м уның атаһы Юлтимир Биктимировтың тамырҙары бәлки бѳрй ә н ырыуының данлыҡлы тархандар, иҫке Сибайҙағы Биктимировтар династияһына барып тоташалыр, улар 30 йыл буйына 6 кантон менән идара итк ә ндәр.

«Ә шулай ҙа оло быуын кешел ә ре бер аҙ булһа ла ишет ә бел ә л ә р. «Әйт ә йек, Яңы Собханғол ауылында й ә ш ә г ә н Алтыншин Тимербулат ағай, ѳл ә с ә йем һѳйл ә й торғайны, тип түб ә нд ә гел ә рҙе һѳйл ә п ишеттерҙе:

- Кейекбайҙы Ырымбурға аяк-ҡулдарын бығаулап алып китк ә стәр, губернаторҙың йорто алдында бик моңло, матур итеп еҙ ҡурайында уйнағанын губернаторҙың ҡатыны хайран ҡалып тыңлап торған һ ә м губернаторҙан ярлыҡау һораған. Шул с ә б ә пле Кейекбай ҡотҡарылып кире эйләнеп ҡайтҡан. Ошолай итеп Кейекбайҙың оҫта ҡурайсы ик ә нен д ә тарих тѳпкѳлд ә рен ә н ишет ә беҙ.

Республикабыҙҙа үтк ә релг ә н «Оҙон кѳй» конкурсында Гран- при яулаған Рахматуллин Д ә ул ә тбай ағайҙың һәм уның улы Айбулат Рахматуллиндың данлыҡлы ҡурайсылар ик ә нен бел ә беҙ, тағы ла бер нис ә быуындар, туғанлыҡ епт ә ре аша, тик шуны ғына иҫбатлай, Кейекбайҙың н ә ҫеле бар, үлм ә г ә н, й ә ш ә й!

Тик шуныһы үкенесле, заман елд ә ре беҙҙең яҡты ла урап үтм ә й шул. Күпме юғалтыуҙар, ауырлыҡтар, аслыҡ йылдарын кисерг ә н беҙҙең ата-олатайҙарыбыҙ. Бына тагы бер миҫал:

«По переписи 1920 года в 33 населенных пунктах Бурзянской волости имелось 2359 хозяйств (дворов, в которых проживало 11078 человек. После жестокого голода 1921 года, число хозяйств сократилось до 1186, т.е. в целом по волости сократилось количество дворов на 50 %. В д. Киекбаево 1920 количество дворов составило – 93, на 1925г осталось всего -28, количество дворов сократилось 3.3 раза. Если по количеству дворов д. Киекбаево в 1920 году среди 33 населенных пунктов волости занимало 9 место, то в 1925 г занимал всего 18 место.)»

Репрессиянанда иң ныҡ зыян күрг ә н ауылдар6ың береһе Киекбай ауылы була. Тик Алтыншиндарҙан ғына 13 кеше китк ә н бит.

Репрессия ҡорбандары тураһындағы материалдарҙы алып ҡараһаң да, томлап яҙылған «Книга памяти» х ә тир ә л ә рен аҡтарһаң да йѳр ә к ә рнеткес, тетр ә ндерерлек д ә лилд ә р күр ә һең.

Ошо урында улар хаҡында ла иҫл ә м ә й мѳмкин түгел.

Репрессия ҡорбандары

Киекбай Юлтимеровтың туғандары Алтыншиндарҙан

Алтыншин Давлетг ә ли Галләм улы

Алтыншин Лутфулла Галләм улы 18.07.1932 10 йылға

Алтыншин Нурмѳх ә м ә т Шарафитдин улы 18.07.1932 5 йылға

Алтыншин Рысмѳх ә м ә т Шарафитдин улы 24.07.1930 атылган

Алтыншин Фитрат Заһит улы 18.07.1932 5 йылға

Алтыншин Ханнан Заһит улы 18.07.1932 5 йылға

Алтыншин Хәбир Заһит улы 31.08.1937 10 йылға

Алтыншин Фәйзулла Заһит улы

Алтыншин Басир Зәйнулла улы 1937

Зайнуллин - Алтыншин Хәйбулла Зәйнулла улы

Сагитов Хаммат Каюм улы Алтыншиндарҙың кейәүе

Файзуллин - Алтыншин Барый Абдулкаюм улы

Файзуллин - Алтыншин Х ә л ә ф Галляметдин улы

Күпме аҫыл Ир - егетт ә ребеҙ ғәзиз баштарын һалды яу ҡырында. Купме әс ә түкте күҙ й ә шен, купме ҡыҙҙар иланылар.

Алтыншиндар араһынан Бѳйѳк Ватан һуғышында яуҙа ятып ҡалғандар исемлеге-

Алтыншин Әхсан Гиният улы - ст.лейтенант

Алтыншин Әхмәт Гиният улы

Давлетшин Хәсән Гиниәт улы



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2020-05-09 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: