Заявка
На участие в открытом Башкирском республиканском
литературно – фотохудожественном конкурсе для молодежи
«Под сенью дружных муз»
(В направлении литературного творчества)
ФИО участника | Кульсинбаева Язгуль Рауфовна |
Возраст | 20 лет |
Название работы | История ветерана моего края |
ФИО руководителя, педагога | Кульсинбаева Резеда Валетдиновна |
Жанр | очерк |
Язык | Башкирский |
Класс, общеобразовательная организация | Сибайский медицинский колледж |
Социальное учреждение | |
Почтовый адрес | Хайбуллинский р-н, д.Байгускарово, ул. Молодежная д.25 |
Контактный телефон участника конкурса | |
Электронный адрес участника конкурса | baiguskarbibl@mail.ru |
История ветерана моего края
Байрамдар күп, әммә халҡымдың берҙәмлеге, татыулығы, ҡаһарманлығы менән яуланған Бөйөк Еңеү байрамынан да мөһимерәк, тантаналырағы юҡтыр, моғайын. Әле бына 75 йыл дауамында таңдарҙы тыныс ҡаршылайбыҙ. Яу ҡырҙары күптән инде тынып ҡалған. Еңеү байрамын ҡаршылаған яу һәм тыл ветерандарының тап ошо көн күҙҙәрендә йәш тамсылары күреп, йөрәгемдә һуғышҡа нәфрәт тойғоһо уяна. Беҙ бөгөнгө быуын балалары был аяуһыҙ һуғыш тураһында кино һәм китаптарҙан уҡып ҡына беләбеҙ. Йәғни, матбуғат һәм мәғлүмәт саралары беҙҙең өсөн төп сығанаҡ. Сит илдәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы тарихын боҙоп күрһәтеп, Советтар Союзының фашизмды тар-мар итеүҙәге ролен юҡҡа сығарырға тырышалар.Илебеҙҙе хатта баҫҡынсы итеп күрһәтеүҙән дә тартынмайҙар. Ошондай шарттарҙа атай-олатайҙарыбыҙҙың данын, рухын һәм иҫтәлеген һаҡлау бурысы беҙгә – бөгөнгө быуын йәштәренә йөкмәтелгән. Ваҡыт аяуһыҙ. Еңеү һалдаттары беҙҙең аранан китә. Беҙҙең Хәйбулла районында 5 һуғыш ветераны ҡалды. Уларҙан тарихи дөрөҫлөктө һөйләтеп ҡалырға, яҙып өлгөрөргә кәрәк.
|
Һуғыш ул кешелек донъяһы өсөн ҡот осҡос фажиғә. Сөнки, ниндәй генә маҡсаттан сығып башланмаһын, һуғышта бер ғәйепһеҙ кешеләрҙең ғүмерҙәре өҙөлә, күҙ йәше түгелә, һыҙланыу, йөрәк әрнеүҙәре, ҡайғы –хәсрәт, яҙмыштары селпәрәмә килеп онтала, күңелдәргә мәңге уңалмаҫлыҡ яралар һала.
Күптән түгел яҡташым Ф.Аҡбулатованың “Атай икмәге” китабын уҡып сыҡтым. Был хикәйәлә ауыр һуғыш йылдарында кешеләрҙең аслыҡтан интегеүе, балаларҙың ауыр яҙмышы һүрәтләнә. Тылдағылар еңеү өсөн бөтәһен дә эшләй: фронттағыларға ашарға – аҙыҡ – түлек, кейергә – кейем – һалым, йөрөргә техника, аттар оҙата. Малайҙар әсәләре колхоз эшенән ҡайтҡансы аслыҡты онотоп торор өсөн төрлө уйындар уйнап ҡарайҙар, әммә ниндәй генә уйындар менән мауыҡһалар ҙа, һүҙ барыбер ҙә икмәккә килеп төртөлә.
|
Мәҫәлән, әҫәрҙә шундай өҙөк бар.
-Йә, нимә уйнайыҡ?
– Сәй эскән булып.
– Ҡыҙҙар уйыны бит ул.
– Аһ, беҙ ҙә сәй эсәбеҙ бит.
Миҙхәт ҡустыһы менән һүҙ көрәштереүҙе файҙаһыҙға һанап, ҡул ғына һелтәне: “Яһа!”
Мотаһар, мыш-мыш килеп, үҙе йыйған сынаяҡ ярсыҡтарына “сәй” яһай башланы.
– Ниңә һөт ҡоймайһың?
– Әсәйем һыйырҙы һатты бит, шуға һөтһөҙ генә эсерәм.
Миҙхәт, әсәһенең көҙөн үк һыйырҙарын һатып ебәргәнен хәтерләп, көрһөнөп ҡуйҙы. Ҡыш сығырлыҡ һаламы булһа, һатмаҫ та ине.
– Беҙ юрый ғына сәй эсәбеҙ. Шулай булғас, һөт тә бар, төшөндөңмө?
– Ярар, – Мотаһар баш ҡаҡты ла балсыҡ киҫәктәре теҙә башланы. – Икмәк аша, ағай, бына, эй күп… – Ҡапыл иламһырап, Миҙхәткә төбәлде. – Асыҡтым, ашағым килә…”
Бөйөк Ватан һуғышы тарихында Ленинград блокадаһы ла ҙур урын алып тора. Дошман ҡаланы ут һәм аслыҡ менән үлтерергә тырыша. Ленинградта Тарих музейында блокада йылдарының икмәге һаҡлана. Тәүлегенә бирелгән 125 грамм ҡара икмәк...
|
Бөгөн беҙҙең өҫтәлебеҙҙә икмәк етерлек. Күпме теләйһең, шул тиклем аша. Икмәк - ул тормош. Бер ус бойҙайҙың хаҡы күпме тороуын бала саҡтарын һуғыш урлаған быуын кешеләренән һорарға кәрәктер. Улар икмәктең хаҡын билдәләп булмауы тураһында әйтерҙәр. Бер ус бойҙай- алтын киҫәгенән дә ҡиммәтерәк, сөнки ул- йәшәү нигеҙе!
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фронтҡа һалдат оҙатмаған, үлем хәбәре алмаған ғаилә ҡалмаған. Еңеү шул тиклем күп ҡорбандар, юғалтыуҙар аша яулана. Миллионлаған кешелек ҡорбаны, тол ҡатындар, атайһыҙ үҫкәндәр яҙмышында сағыла Еңеү хаҡы.
Яу яланында ҡаһарманлыҡ күрһәткән һалдаттарға тылда алһыҙ – ялһыҙ эшләгәндәр ҙә иҫ китмәле ҙур ярҙам күрһәтә.
Аслыҡ – яланғаслыҡ һуғыш йылы балаларының үҙәгенә үтһә лә, еңеү хаҡына бөтәһенә лә риза булып, һуңғы көсөнә тиклем түҙә улар.Тауҙай ҡайғылар йөкмәгән, ғәзиз балаларын, ирен, атаһын юғалтҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡаһарманлығын, сыҙамлығын аңлатып биреү мөмкин түгелдер. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, минең тыуған ауылым Байғусҡарҙан 67 кеше фронтҡа китә, шуларҙың 28- ҙе яу ҡырҙарында мәңгелеккә ятып ҡалғандар. 1942 йылда беҙҙең ауылда башҡорт кавалерия дивизияһына кавалеристар әҙерләү пункты була. Был йылдар - йәнен, тәнен, һаулығын йәлләмәй, аслыҡҡа ла сыҙап тырышып эшләгән мәл һәм бөтә булған эштәр фәҡәт фронт өсөн, Еңеү өсөн йүнәлтелгән ваҡыт була. Ул ваҡытты бөтә кеше бер тигеҙ эшләгән, өлкәнме, бала-сағамы, физик яҡтан етешһеҙ булыуҙы иҫәпкә алыу булмай. Тылда ҡалғандарҙың эштәре һис бөткөһөҙ була: ғаиләлә балалар ҡарау, хөкүмәткә һалымдар түләү (ит, май, тире һ.б.) улар елкәһенә төшә. Сәбилә Түснәкова, Зөһрә Йәрмөхәмәтова, Хаббина Өммөкамал, Ғәлимә Ҡолсонбаева кеүек ҡатын- ҡыҙҙар трактор артына ултыра. Көн һайын тигәндәй похорон ҡағыҙы килеп тора. Шуға ҡарамаҫтан, бөтә эш ауырлыҡтарын күтәреп ауыл халҡы бик тырышып эшләй һәм Бөйөк Еңеүгә үҙҙәренең өлөшөн индерә.
Ерҙә һуңғы һалдат йәшәгәнгә тиклем, атай-олатайҙарын юғалтҡан һуңғы бала, ейән йәшәгәнгә тиклем һыҙлаясаҡ һуғыш һалған яралар. Еңеү өсөн үҙ ауыҙҙарынан өҙөп, һуңғы ризыҡтарын фронтҡа ебәреүсе, станок артына баҫҡан, тракторға ултырған, урман киҫкән, шахтаға төшкән, әллә күпме ауырлыҡтар, михнәттәр күргән тыл ветерандарын хәҙер һуғыш ветерандарына тиңләнеләр.
Әлеге көндә 90 йәшен билдәләүсе ауылдашыбыҙ Баймурзина Хәмиҙә инәй - ошондай тыл ветераны. Уның иҫтәлектәрен тыныс күңел менән тыңлау мөмкин түгел. Был хәтирәләрҙә әллә күпме күҙ йәше, һыҙланыу, йөрәк әрнеүҙәре, ҡайғы-хәсрәт, ғаилә фажиғәләре күҙ алдына баҫа.
“Мин 1929 йылдың август айында тыуғанмын. Әсәйем Ғәлиә мине тапҡас, аслыҡтан гүр эйәһе булған. Атайым Шәкирҙе бер ус иген өсөн төрмәгә ултырталар. Мин үгәй әсәй ҡулына ҡалғанмын. Аслыҡтан хәлем бөткәс, Дилмөхәмәт ҡартайымдың дуҫы Сибәғәтулла тигән кешенең улы Әхмәҙулла мине тәрбиәгә ала. Уларҙың ҡатыны менән балалары булмай. Шулайтып Сәлиха инәйем һәм Әхмәҙулла олатайымда йәшәй башланым.Йорттағы барлыҡ эште эшләнем.
Һуғыш башланғас, Әхмәҙулла олатайым һуғышҡа оҙатылып, иҫән-һау йөрөп ҡайтты.
- Миңә бер сиған ҡатыны, –Һин етем бала ҡарайһың икән, ана шуға яуҙан тере ҡайтасаҡһың,- тип күрәҙәләне, тиер ине.
Әхмәҙулла олатайым фронтҡа киткәс, мине Баймаҡҡа торф сығарыуға ебәрҙеләр. Өҫтөмдә ямау өҫтөнә ямау һалынған,тетелеп бөткән алама бишмәт.
Беҙҙе һыуыҡ барактарға урынлаштырҙылар. Иртәнсәккә йылынып торһон тип, кистән һыу алып киләбеҙ. Шул тороуобыҙға туңып тора. Карауаттарҙа икешәрләп ятабыҙ. Һыуыҡ булғас, ике карауатты шылдырабыҙ ҙа дүрт кеше бергә ятабыҙ.Өҫтөбөҙҙә нимә бар, шул килеш ятабыҙ, тағы ҡалған кейемебеҙҙе ябынабыҙ.
Өлкәндәр торфты кирбес һымаҡ ҡырҡа. Беҙ шуларҙы күбәгә өйәбеҙ. Ул ауыр, еүеш, һыуы ағып тора. Аҙаҡ, кипкәс, килтерәләр. Ҡоро булһа яна, ҡоро булмаһа төтәп тик ята. Айлыҡ норманы үтәһәң, тауар бирә торғайнылар.
Өйгә ҡайтҡанда 60 метр тауар алып ҡайттым. Тырышып, һынатмай эшләгәс, фотомды почет таҡтаһына ҡуйҙылар. Хәйбуллаға ялға ҡайтһам, ауылдан Баймаҡҡа йәйәү бара торғайным. Шуғалыр күрәһең, бына хәҙер аяҡтарым ныҡ һыҙлай.
Аяҡ менән баҫып тиҙәк һуға торғайныҡ. Тик уныһы яҙға ҡарай бөтә. Төнгөлөккә усаҡтағы тиҙәкте көлгә күмеп ҡуябыҙ. Сөнки иртәнсәк тоҡандырырға шырпы юҡ. Таңға мейестәге ут һүнә. Тышҡа сығабыҙ ҙа ҡарап торабыҙ. Кемдең өйөнән төтөн сыға, шуға ут алырға барабыҙ.
Олоғайған йөҙөндә ауыр йылдар, күргән михнәттәр тәрән бураҙналар һалһа ла, яҙмышын ҡәһәрләмәй Хәмиҙә инәй.
Мөләйем йөҙлө, сабыр, аҡыллы ҡарашлы, тарихтың тере шаһиты булған
Хәмиҙә инәй тал сыбығындай ҡыҙҙарҙың иңенә төшкән тау-таш күтәрмәҫлек һуғыш михнәттәре тураһында баҫалҡы ғына һөйләй. Был ябай, иҫ киткес һөйкөмлө инәйгә ҡарап һоҡланам. Ҡәһәрле һуғыш ыуыҙҙай йәш ҡыҙҙарҙан ҡоростай ил таяуы яһай. Тыныс тормошта ла фиҙакәр хеҙмәт итеп, лайыҡлы балалар үҫтергән улар.Рәхмәт һеҙгә, ветерандар!
Бына шулай итеп, ҡәһәрле һуғыш осоронда, тыл фронтында көндө төнгә ялғап эшләгән Хәмиҙә инәй әле баҫалҡы ғына ғүмер кисерә, барына шөкөр ҡылып йәшәй.
“Беҙҙең һуғыш ваҡытында күргәндәр менән сағыштырғанда, бөгөнгө уйлап сығарылған кризис тигән нимәләре сүп кенә ул.Иң мөһиме тыныслыҡ булһын, табындарҙан икмәк өҙөлмәһен, яндарығыҙҙа ғәзиз кешеләр булһын. Шуларҙың ҡәҙерен белегеҙ”, ти ул.
Һуғыш ветерандары тураһында иҫтәлектәр һәм хәтирәләруҡығанда, нишләптер яуҙа ҡатнашҡан һалдат мотлаҡ герой булараҡ һүрәтләнә. Бәлки ул һалдат әллә ниндәй батырлыҡ күрһәтмәгәндер. Унан ғына яу ветеранына беҙҙең ихтирам һәм хөрмәт кәмемәй бит. Дүрт йыл буйы барған һуғышта бөтә кеше көн һайын батырлыҡ күрһәтә алмай. Был мөмкин дә түгел. Һәр кемдең үҙ урынында бурысын намыҫ менән башҡарыуы халҡыбыҙҙың дөйөм батырлығын хасил иткән һәм Еңеү килтергән.
Бына ана шундай яугир ветеран Сәлихйән олатайымдың үҙенсәлекле тарихы тураһында яҙмаҡсымын. Минең өләсәйемдең әсәһе Юнысова Шәкирә Хәйбулла районында урынлашҡан Һаҡмар – Наҙарғол (Бүре) ауылында тыуып үҫкән. Уның ағаһы Юнысов Баһауетдин Герман һуғышында ҡатнашып унда күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике Георгий тәреһе менән бүләкләнеп ҡайта. Яуҙан ҡайтып килгән башҡорт батырын Ырымбур губернаторы оло хөрмәт билдәһе күрһәтеп үҙе ҡаршы ала һәм егеүле тырантасын биреп ауылына оҙата. Ауылға ингәс, Баһауетдин һуғыштан иҫән-һау йөрөп ҡайтыуы ҡыуанысынан мәсеткә инеп хәйер бирергә була. Ләкин мәсет эргәһендә батырҙы ҡаршы алыусы ауыл ҡарттары ҡаршы төшәләр.
-Тәреләреңде сис, шунан ғына инерһең мәсеткә,- тиҙәр.
Баһауетдин яуҙан ҡайтҡас, өйләнә. Кәләше немка була. Аҡъюл ауылында әсирлеккә төшкән немецтар йәшәгән була.Ҡыҙға яңынан мосолман исеме биреп матур итеп йәшәп китәләр. Бер саҡ ҡаҙаҡтарҙың Бүре ауылына барымтаға килә ятыуҙарын ишетеп ҡалып ауыл халҡы урманға йәшенә. Халыҡ өс көн буйы йәшенеп ултыра. Ҡаҙаҡтар Баһауетдинды тотоп алып ауыл буйлап ат ҡойроғона тағып йөрөтәләр. Һуңынан, батырҙың үле кәүҙәһен һаҙлыҡҡа алып барып ташлайҙар. Ауыл халҡы, ҡаҙаҡтар киткәс, уның кәүҙәһен һаҙлыҡтан эҙләп алып хөрмәтләп ерләйҙәр. Үҙе ана шулай ҡаҙаҡтар тарафынан фажиғәле рәүештә үлеп ҡалғандан һуң, Баһауетдиндың улы тыуа.Сабыйға Сәлихйән тип исем ҡушалар. Тол ҡалған ҡатынды Германиянан эҙләп ике апаһы килә һәм уны тыуған яғына ҡайтырға өгөтләйҙәр. Ләкин һеңлеләре риза булмай. Элек башҡорттар тол ҡалған ҡатынды яңғыҙ ултыртмағандар. Оҙаҡламай Баһауетдиндың тол ҡалған кәләшен Аҡнаҙар ауылында йәшәүсе бер сауҙагәргә кейәүгә биреп ебәргәндәр. Сабый бала(Сәлихйән) Баһауетдин мәрхүмдең апаһы Шәкирә ҡарамағында ҡалған. Аҡнаҙар ауылына кейәүгә оҙатылған бисара ҡатын балаһын бик һағынған. Ире һатыу итергә баҙарға йыш йөрөгән. Ошонан файҙаланып, ҡатын иренән ҡасып ҡына Бүре (Наҙарғол) ауылына балаһын күрергә барып йөрөгән. Шулай бер саҡ ҡыш көнө балаһын күрергә тип юлға сыҡҡанда буран башланып китә һәм юлсы ҡатын аҙашып бер кәбән төбөндә туңып үлеп ҡала. Сәлихйән олатайҙы шулай итеп өләсәйемдең әсәһе үҫтерә. Сәлихйән олатай заманына күрә бик уҡымышлы була. Темәстә педагогия училищеһын бөтөрөп Аҡъярҙа райпо өлкәһендә бухгалтер булып эшләй. Ул йөҙгә башҡаларҙан айырылып торҙо, тип хәтерләй өләсәйем. Аҡъярҙа эшләп йөрөгәндә һуғыш башланып киткәс, фронтҡа алына. Ҡаты яраланып Иваново ҡалаһында госпитальдә дауаланып ятҡанда үҙен дауалаған Катя исемле медсестраға өйләнә һәм ғаилә ҡороп шул Иваново ҡалаһында төпләнеп ғүмер кисерә. Сәлихйән олатай Ивановоның данлыҡлы кизе-мамыҡ туҡыу фабрикаһында бухгалтер булып эшләй. Андрей исемле ул үҫтерәләр. 1982 йылда өләсәйем Иваново ҡалаһына барып олатайҙың ғаиләһе менән танышып күрешеп ҡайта. Киләһе йылына Сәлихйән олатай үҙе ҡунаҡҡа килә тыуып үҫкән ауылына. Был ваҡытта инде уның улы Андрей өйләнеп ғаилә ҡороп ҡатыны менән ҡыҙ үҫтерәләр. Һуғышта алған яралары олатайыма ғүмерлек һыҙланыу килтергәндер... 1984 йылда магазинда сиратта торған ваҡытта уның йөрәге тибеүҙән туҡтай. Сәлихйән олатайым II дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән. Был туралағы мәғлүмәтте “Подвиг народа” сайтынан алдым.
Һуғыш тураһындағы мәғлүмәттәрҙе туплау йылдан-йыл ҡатмарлаша. Сөнки һуғыш һәм тыл ветерандарының хәтере насарая, зиһендәре юғала бара. Беҙҙең Байғусҡар ауылында 1942 йылда данлыҡлы 112-се атлы дивизияға аттарҙы һуғышҡа өйрәтеү пункты ойошторолған була. Аттарҙы төрлө ауылдарҙан йыйғандар һәм нисек танкыға ҡаршы барырға, һалдаттарҙы ҡылыс менән дошманды нисек тураҡларға өйрәткәндәр. Үкенескә күрә, ошо турала тулыраҡ мәғлүмәт табыу бик ауыр.
Һәр ғаиләнең, ауылдың һуғышҡа бәйле үҙ тарихы бар. Бар тырышлығыбыҙҙы һалып ошо тарихты асырға кәрәк беҙгә.Яҙғандарымды Гөлнур Яҡупованың шиғри юлдары менән тамамлайһы килә.
Еңеүҙән һуң тыуған быуынданмын,
Ә кем әйтер, һуғыш шартлауы
Теймәгән тип минең тиҫтерҙәргә –
Теткеләнгән бәғер шаршауы!
Яуҙа ятып ҡалған ярты ауыл,
Ҡайтҡандары сатан да, сулаҡ,
Ҡатындарҙың күҙ йәштәрен йыйһаң,
Туҡтамай ҙа ағыр ул улаҡ...
Беҙ бурыслы иҫән ҡайтҡандарға –
Тыуыр түлдә имен ҡалғанбыҙ,
Яуҙа ауып тупраҡ булғандарға –
Шул тупраҡтан шытып ҡалҡҡанбыҙ!
Сәлихйән олатайымдың ғаиләһе менән төшкән фотоһы
Тыл ветераны Хәмиҙә инәйҙе 90 йәшлек юбилейы менән тәбрикләү
Ҡолсонбаева Яҙгөл Сибай медицина колледжы студенты