Софья, Лиза, Молчалин, Фамусов.




Лиза

Уҡып яны

Фамусов
Бына һиңә!

Ниндәй ғәҙәт китте!

Лиза

Үҙенең бүлмәһендә

Ҡысҡырып француз китаптары уҡый көн дә.

Фамусов һин әйт утл, бөтөрмәһен юҡҡа күҙен.

Әллә ни файҙа ю к унан:

Француз китабына биреп бөтә күнелен Айырылған йоҡоһонан,

0 мин үлеп йоҡланым рус китабынан

Лнза

Торғас әйтермен, әфәндем. Иә, китегеҙ Ҡуркам, йоҡоһон бүлерһегеҙ.

Фамусов

Иокһон бүлерһшеҙ? Үҙең Сәғәт телен күсерәһең.

Квартал буйына симфония яңғыратаһың.

Лнза (мөмкин ҡәҙәр ҡатыраҡ ҡысҡырын.)

Ай ҡуйығыҙ!

Фамусов (уның, ауыҙын ҡанлай)
Сеү, нисек аҡыраһың.

Шаштыңмы әллә аҡылыңдан?

Лнза Ҡурҡам берәй нәмә сыҡмаһын тисм бынан

 
 

Фамусов


Лиза

һун белергә тейешһегеҙ. Инде ваҡыт, һеҙ бит бала тү< елһегеҙ. Ҡыҙ йоҡоһо нескә була тан алдынан,

Аҡрын ғына шнек шығырҙатһаң да,

Хатта бик һаҡ ҡына бышылдашһа и да Игиетеп ала...

Фамусов

Нисек алдай.

Софья тауышы

Әй, Лиза!

Фамусов (ашығып)

Тс? (А я ҡ осо менән генә еыгып кнтэ).

Лиза (яңғы ҙ)

Киттесе... Ай!

Алыҫыраҡ булған яҡшы был байҙарҙан,
һәр саҡ бәлә көт уларҙан,

Бөтә афәттәрҙән б игра к. раббым алла, Бай асыуы, бай мөхәббәтенән һаҡла.

3 КҮРЕНЕШ

Л н э а, ҡулына шом тотҡан Софья, уның артынан Молчалип

Софья

Ни булды, Лиза, кем һөжүм итте һиңә?

Шаулайһың...

Лиза

Бик ауырҙыр айырылыу һеҙгә? Таңғаса бикләнеп ултырҙығыҙ бергә, һаман да аҙ?


Софья

Ах! Ысынлап та тан атҡан! (Ш а м е н һүндерә) Тағы һағыш. Төн тигәнең ниндәй йылдам!

Лнза

Ҡайғырышығыҙ, нәмә һеҙгә?

Бына миңә тура килә интегергә.

Әле генә атайығыҙ инде бында.

Ҡойолоп төштөм ҡарт алдында,

Ары-бире борғоландым,

Әллә ниҙәр ялғанланым, Нәмә ҡатып тораһығыҙ,. Баш әйегеҙ, йә барығыҙ,

Тиҙерәк,

Үҙ урынында түгел йөрәк;

Сәғәткә күҙ һалығыҙсы,

Ана ҡарағыҙ урамға;

Күптән унда халҡ ташҡын булып аға.

Өйҙә шаҡ-шоҡ, аяҡ тауышы, йыйыштыра, дөборҙәйҙәр.

Софья

Бәхетлеләр ваҡыт тикшермәйҙәр.

Лиза

Тикшермәгеҙ, был һеҙҙең ихтыярҙа, Тик шуныһы, миңә төшә һеҙҙең яза.

Софья (М олчалиигә)

Йэ, барығыҙ,

Көн буйына һағыш телһен бәғерегеҙҙе.

Лнза

Хоҙа булһын юлдашығыҙ, йә, алығыҙ ҡулығыҙҙы. (Уларҙы айыра. М о л ч а л и н ишектә Фамусов ме­нән бәрелешә.)

4 КҮРЕНИШ

Софья, Лиза, Молчалин, Фамусов.

Фамусов

Бил ниндәй әкәмәт!

Молчалин дуҫ, был һинме, әйт?!

 
 

Молчалин

Фамусов

Ни өсөн инден бында? был сәғәттә? һин Софья!.. Һаумы, Софья, әйтһәнә зинһзр,

Нииә былай торҙон иртә'

Ни ҡайғың бар?

Был ваҡытта хоҙа нисек тап килтерҙе?

Софья

Әле генә килеп керҙе.

Молчалин

Һауа еҫкәп йөрөгән ерҙән,

Фамусов

Дуҫҡай, һауа еҫкәү өсөн был тирании Алыҫыраҡ китһәң һәйбәт булмаҫмы икән? Ә һин, ҡыҙыҡай, тороуына түшәгеңдән Күрешәһең йәш егет менән!

Бик килешә ҡыҙ кешегә1 Төн буйына Ваҡытын әрәм итә шайтан һабағына. Бына юҡ-бар китаптарҙың шомло емеше1 Бары Кузнецкий мост, шул француздар эше, Унан килде мода, муза, яҙыусылар;

Кеҫә ҡоротҡос, күңелдәрҙе боҙоусылар!

Раббым алла, Ҡасан ғына Ҡотҡарырһың беҙҙе шулар һата торған 1JJ ләләләр, чепчикгәрҙән.

Эләктергес, һәм ҡаптырғыс. Китап, бисквит пэта торған лавкаларҙан.


Софья

Рөхсәт итегеҙсе, атай, баш әйләнә; Ҡурҡыуымдан саҡ ауманым тайып нҫтәи, Ҡапыл югереп индегеҙ ҙә иҫкәртмәҫтән, Мин бөтөнләй ҡаушап ҡалдым,

Фамусов

Рәхмәт һиңә, Ашығып ингәнмен! Ҡамасаулағанмын! Мин ҡурҡытҡанмын, ҡоттарын алғанмын!

Үҙем дә, Софья Павловна, һис бер дауа табалмзйым ярһыуыма,

Көн буйына ял итмәйем, Шашҡан кеүек югергеләп тик йөрөйөм.

Мәшәҡәт әҙме эшемдә. Хеҙмәтемдә,

Тегеһе килә, быныһы, йәбешә бөтәһе лә! Ләкин көттөммө' мин яңы бәлә? Уйланыммы алданырмын тип уҡ былай...

Софья (йәш аралаш)

Кем алданы атай?

Фамусов

Һына хәҙер битәрләрҙәр, бер ҙә юҡҡа тотоп әрләй тип әйтерҙәр, Дөрҫөн әйтәм мин, түкмәҫе күҙ йәшеңде һине тәрбиәләү өсөн саф күңелдән Тырышманыҡмы беҙ йәштән. Бишеген дәл’ Әсәкәйен үлде: ҡарау өсөн һи;-е

Тәрбиәсе ҡатын алдым.

Ысын әс-э булды һиңә Розье ханым. Бик аҡыллы, йыуаш, бик тәртипле ине Тик бер яғы менән генә насар итте: Биш йөҙ артыҡ биреүсегә күсеп китте Хәйер эш ханымда түгел. Күҙ алдында

Үҙ атайын бар сағында Кәрәх түгел үрнәк эҙләү әллә кайҙап.

Ал Һин үрнәк атайыңдан: Ҡиәфәтем бик үк шәптән тил әйтмәйем; Шулай ҙа ныҡ әле, шөкөр, бирешмәйем,
Ғүмер иттем сал кергәнсе сәстәремә.. Тол йәшәнем, хужа булдым үҙ-үҙемо... Монах кеүек торҙом, аҙып йөрөмәнем!..

Лиза

Батырсылыҡ итеп әйтәйем, әфәндем.

Фамусов

Тик тор! Был иинлэйен заман! Ауыҙыңды асалмайһын! бөтәһе лә Йәше йәшкә етмәҫ борон күпте белә. Бигрәк тә йәш ҡыҙҙар, хәйер беҙгә таман

Үҙебеҙ артыҡ хуш күңелле,

Шуға бар ҙа үткер телле!

Өйҙән енгә йөрөгән йыйын килмешәкте Аҡса түләп килтерәбеҙ өйөбөҙгә.

Ҡыҙҙарыбыҙ йыр, бейеүгә,

Нескәлеккә, матур итеп көрһөнөргә Өйрәнһендәр тибеҙ.

Әйтерһең ДО беҙ уларҙы әҙерләйбеҙ Ҡатын итеп биреү өсөн кәмитсегә! һин әфәндем? Ниңә бында? Н иң? инден? Нәҫелһеҙҙе ғаиләмә килтереп керттем:

Ассссорлыҡ чине бирҙем.

Үҙен секретарем иттем;

Мәскәү ҡалаһына — бында

Күсеп килдең минең ярҙам аркаһында. Мин булмаһам, Тверҙә төтәп ятыр инең.

Софья

Был ярһыуҙың сәбәбенә төшөнмәйем. Ксшс шул уҡ өйҙә тора, харап икән! Башҡа бүлмәгә тип янлыш бында ингән.

Фамусов

Ингәнме,

Инергә теләгәнме?

Ниңә һеҙ икегеҙ бергә9

Осраҡлы хәл түгелдерлә


Софья

Былай булды: Лиза менән һеҙ икегеҙ Бзя бында ингәйнегеҙ,

Һеҙҙең тауышығыҙҙы ишетеп, бик ныҡ ҡурктым, Иләҫ м н ләҫ югереп сыҡтым,

Фамусов

Бөтә бәлә минен өҫкә!

Артыҡ иртә ҡысҡырғанмын. Тауышым менәм борсоғанмын!

Софья

Мин борсолдом шомло төшкә, һөйләп бирһәм, аңлашылыр бөтәһе лә.

Фамусов

Ниндәй төш ул?

Софья

һөйләнемме/

Фамусов

Әйҙә. Һөйлә. (Ултыра.)

Софья

Рәхим итең... былай булды...

Матур болон имеш, сәскә менән тулы.

Эҙләп йөрөйөм бер үлән, Ниндәй үлән, хәҙер сыҡҡан хәтеремдән. Ҡапыл пәйҙә булды бер һөйкөмлө егет, һәр көн осрай торған — бик, бик таныш кеүек: Бик яғымлы, бик аҡыллы, тик ҡыйыуһыҙ... Беләһегеҙ, егет ярлы булһа — малһыҙ,.,

Фамусов

Ах! балаҡай, хәнйәреңде Үлтергәнсе сәнсмә инде! Ярлы тиңдәш түгел һина

м


Софья

Шунан барыһы ла юҡ булды ҡапыл ғына: Болон һәм күк — беҙ бүлмәлә, ҡараңғыла, һәм был хәлдең аҙағында, иҙән асыла Унан имеш һеҙ үрмәләп менәһегеҙ, Мәйеттеке тәҫлө аппаҡ‘йөҙҙәрегеҙ, Үрә торған сәстәрегеҙ.

Шунан һуң ишекте тартып ҡайырҙылар, Кеше тиһәк кеше түгел, Йыртҡыс тиһәң йыртҡыс түгел

Әллә кемдәр инеп беҙҙе айырҙылар һәм егетте тотондолар ғазапларға. Миңә ул ҡәҙерле имеш һәр нәмәнән, Мин ынтылам имеш уға, — Ә һеҙ тартаһығыҙ мине үҙегеҙ менән. Артыбыҙҙан аҡыралар, баҡыралар, Шарҡылдайҙар, әсе итеп һыҙғыралар!

Егет ниҙер ҡысҡырғанда мин уяндым,— Әллә кемдең һөйләнгәнен ишетеп ҡалдым: һинең тауыш, нишләй ул тием таң алдында? Югереп сыҡтым — икеғеҙҙе күрәм бында.

Фа MvciiR

Эййе, күргән тешең насар, Әгәр алдамаһаң, бында барыһы ла бар: Мөхәббәте лә, ҡурҡыныс, ендәре лә, Гөлдәре лә.

Йә, әфәндем, ә һнн?

Молчалнн

Тауышығыҙҙы ишеттем мин,

Фамусов

Ҡыҙыҡ икән.

Минең тауыш ишетелгән.

Ниндәй тауыш һун был миндә? бөтәһем да Ҡуҙғалырға мәжбүр итә ярты төндә’ Тауышымды ншетеп кнлден? Әйт ни өсөн?


Молчалнн

.Мил ҡағыҙҙар алып килдем.

Фамусов

Шулар ғына етмәй пне. йэ, әйгһәнә, Нисек былай кнпәт кенә

Бирелеп кпттен яҙыу-һыҙыу эшгәрснә? (Тора) һине мин, ҡыҙыҡайым. Артыҡ борсомайым: Була ундай ғәжәп төштәр,

'•>ндә була тағы ла ғәжәберәк эштәр.

'һин болонда үлән эҙләп йөрөгәнһен.

Шунда йәш егеткә тура килгәнһең;

Башындағы ахмаҡ уйҙы ташла зинһар;

Рәт булмай ул мөғжизә эштәр булған ерҙә.

Ят түшәккә, йоҡла һнн, бар. (Молча­ли н г ә)

Киттек ҡағыҙ тикшерергә.

Молчалнн

Инеп килә ннем мин уҡып күрһәтергә.

Карап сыҡмай мөмкин түгел ебәрергә, Ундай бындай ҡаршылыҡтар, Килешмәгән урындар бар.

Фамусов

Үлеп куркам бер нәмәнән;

Автык йыйылып кнтеүснән;

Күмәрһегсҙ әгәр һеҙгә форсат бирһән;

М;шә килһэн.

Килешәме, килешмәйме, ғәҙәтем шул:

Ҡуйҙыңмы ҡул,

Эше бөткән.

Өҫтән төшкән. (Молчалнн менән сы­ғып китәләр. Ишектән сыҡҡан­да М о л и а л и о д е» алдан үткәрә.)


5 КҮРЕНЕШ

С о ф) я. Л Л л.1

Ллза

Бына һиңә килә байрам!

Ғәжәп ҡыҙыҡ булыр, һәр кем кллыр.xaiipai;1

Шулай 73 юк, хтҙср эшгэр көлкө түгел,

Күҙ алдарым томаланды.

Үлдем, көскә алам тылды,

Гонаһы сүл, кеше белһә ямин түгел,

Софья

Белһә ни? тик белә бирһен.

Теләгәнсә Һөйләп йөрөһөн.

Тик атайым уйланырға мәжбүр итә, һис тынғыһыҙ, мыжыҡ, ҡапыл туҙып китә.

Ул гел шулай, хәҙер инде бигерәк тә. Уйлап ҡара...

Лита

Уйламайым, күргәнем бар. һеҙҙе бикләр, мине ҡыуыр;

Минең менән генә бөтһә, ҡыуа бирһен,

Юкһа алла һаҡлай күрһен, Молчалингә, миңә, бөтәбеҙгә бергә Тура килеүе бар йорттан һөрөлөргә.

Софьи

О, был бәхет тигәндәре Шундай көйһөҙ, шундай кире! Бынан насарырағы ла

Үтеп китә бит ул ҡай саҡ ш ом а ғына;

Музыкаға бирелеп юйҙыҡ зиһенебеҙҙе, Ваҡыт нисек үткәне лә һиҙелмәне.

Әйтерһең лә яҙмыш үҙс һаҡлай беҙҙе.

Борсолманыҡ, башҡа һис бер шик килмәне... Ләкин бәлә сыға икән аяҡ аҫтан

 
 

Лита

Ҡолаҡ һалмайһығыҙ бына, Бәпә килде ҡапыл ғы -,

е т О


Минән Һиҙгер әүлняны Табалмаҫһың. Мин бит быны Ҡат-ҡат әйттем: был ғишыҡтан Мәғәнә сыҡмаясаҡ тинеь һнс бер ҡасан.

Бөтә Мәскәү халҡы ниндәй, Атанығыҙ һеҙҙен шундай: Ул кенәүҙең йондоҙлоһон Теләп йерей, ҙур чинлеһен, Ә йондоҙло кешеләрҙең һәр ҡайныһы, Бай булалмай, уҙ арала ҡалһын быныһы, Тимәк чине менән бергә бай ҙа булһын, Бал мәжлестәр ныя алһын;

Бына полковник Скалозуб, серегән бай, Генераллыҡ чнненә лә бик самалай,

Софья

Харап инде, таптың тағын! Уның фрсшиар. Тигеҙ сафтар Тураһында лығырҙауын Бик тыңлағым килеп тора; ғүмерендә бер Аҡыллы һүҙ әйтмәгәндер, — Уға сығыу — һыуға төшөү икеһе бер.

Лиза

Эййе, былай йомарт һүҙгә. Ләкин тапҡыр түгел, әйтеп булмай уныһын;

Хәрби булһын, статский булһын, Тик Александр Андреич Чацкий га Етмәҫ инде! Ул тиң түгел һис бер кемгә.

Тәрән хисле, шат күнелле, Ғәжәп тапҡыр, үткер телле. Һеҙҙе борсоу өсөн түгел, үткән бөткән.

Ләкин һаман хәтерләйем, сыҡмай иҫтән...

Софья

Иә, хәтерләнһен нәмәһен? Оҫта итеп көлә белә кешеләрҙән, Миңә ҡыҙыҡ тынлау уның мәҙәктәрен; Көлөшөргә мөмкин бит ул һәр кем менән.


Лиза

Фәҡәт көлөшөргә генә? ай, белмәйем.’* һеҙҙең менән айырылғанда, меҫкенкәйем, Ҡайнар йәштәр түкте... — Нинә илайһығыҙ, Әфәндем, — тием, — шат булығыҙ, йылмайығыҙ. Ә ул: •— «Мин, Лиза,— ти, — юҡҡа йәш түкмәйем, Кем белә бит, мин ҡайтҡансы ниҙәр булыр?

Китеп, бәлки бар шатлығым юғалтамдыр»?

Меҫкенкәйем,

Өс йылдан һун нн булаһын белгән кеүек...

Софья

Ҡара әле, телеңә һин бирмә иркенлек.

Мин ихтимал ҙур насарлыҡ ҡылғанмындыр, һәм үҙемде ғәйепләй ҙа торғанмындыр;

Ләкин улай шелтәләрлек

Мин хыянат ҡылғаным юҡ һис бер кемгә. Дөрөҫ, беҙ Чацкий менән бергә үҫтек, Тәрбиәләнеләр бергә.

Көн дә бергә булғанлыҡтан

Бала саҡта бик дуҫ инек; ә һуңынан Беҙҙән китте. Беҙҙә уға ҡыҙыҡ бөттө. Килеүен дә һирәкләтте.

Унан тағы йөрөгән булды мине һөйөп.

Ҙур талаптар ҡуйған булды һәм үкенеп’! Тапҡыр ул, аҡыллы, ғәжәп үткер телле, Дуҫтарҙан да бик бәхетле, Тик шуныһы, үҙен ҡуя әллә кемгә... Сәйәхәткә китте сығып ент илдәргә. Ах! Берәүҙе өҙөлөп һөйә икән берәү, Ниңә кәрәк ситкә китеп аҡыл эҙләү?

Лиза

Хәҙер ҡайҙа йөрөй икән? Ҡай илдәрҙә? Шифалы һыу ҡоя торған шишмәләрҙә Дауаланып йөрөгән тиҙәр, сирҙән бигерәк, һағыштандыр инде, — унда иркенерәк.

Софья

Ысынын да,

Уға рәхәт мәзәк халҡ күп урында.

Молчалив башҡалар өсөн


Әҙер оноторға үҙен, Тупаҫлыҡ ка ул хас дошман. Оялыу са н, тзртыныусан... Иә, кр.м менән шулай бергә Мөмкин тәндә үткәрергә? Ултырабыҙ, ә ҡараһаң. Таң һыҙылған әллә ҡасан. Нишләп ултырғандыр тиһен?

Лиҙа

Туташ, минең эшме ни ул? Алла белһен?

Софья

Ҡулдарымды ала, ҡыҫа күкрәгенә, Ул корһәнә, ут ҡапҡандай йөрәгенә. Артыҡ бер һүҙ ыскындырмай, һәм оҙон тол үтеп китә ана шулай. Ҡулдан ҡулын, күҙҙәремдән күҙен алмай. • Көләһең'5 Был яранмы ин? Әйтсе, ниңә? Ширҡыл.тэрлыҡ млн нп әйттем әле һиңә?

Л И за

Миңә?..

Апайығыҙ иҫкә төштә, йәш французы

Ҡасып киткәс, күңелендәге ҙур ярһыуҙы Йәшерергә тырышып йөрөгән булды меҫкен.

Тик булдыралманы: сәсен

Ҡаралтырға онотоп ҡуйған, Өс көн үткәйне, сәстәре ап-аҡ булған.

(Келәүендә дауам итә)

Софья (ҡ айғырын)

Шслай мчнәи да көлөрҙәр әле бер саҡ.

Лиза

Зинһар кисерегеҙ мине, Валлаһи тием, -шулай көлөп ахмактарса Ннәт һеҙҙән күңелегеҙҙе асыу ине. Мин,..

6 КҮРЕНЕШ

Софья. Лил, Хеҙмәтсе. унык »ртыка«Чаи к кА

Хеҙмәтсе

Александр Андреевич Чацкий чилде (К кт?.)

7 КҮРЕНЕШ

Софья, Лиза, Чацкий

Чацкий

Таң атыуға баҫҡанһығыҙ һеҙ аяҡҡа:

Мин дә һеҙҙеп ая к оста. 1Д"ә р т менә и ҡулдарын ү й ә.)

И э, үбегеҙ инде, көтмәкәгеҙ? һөйлоһоҙ! Шатланаһығыҙмы? Ю к? Йөҙөмә карағыҙ, йә. Ғәжәпләнәһегеҙ? Тик шул ғына? Бына мисек ҡаршы ала! Әйтерһең үтмәгән әле бер аҙна ла, Әйтерһең дә кисә генә айырылғанбыҙ, Бер-беребеҙҙе сиктән сығып туйҙырғанбыҙ. Тамсы тиклем юҡ мөхәббәт!

Гәжәп һәйбәт!

Ә млн ҡырҡ биш сәғәт йоммай күҙҙәремде Ете йөҙ саҡрымдан артығыраҡ ерҙе Ярһып саптым ел-дауылда Сикһеҙ бәхет күреп алда Бар нәмәне сәсеп Счттөм, Нисә тапҡыр осоп төштөм — Ҡаршылайҙар шуның өсөн нисек һине!

Софья

Ах! Чацкий, мин бик шаг.

Чацкий

һеҙ шат! Рәхмәт инде: Ләкин былай саф күңелдән кем шаглаиа? Хәҙер күрәм, осонғанмын юкъа ғына. Тынғы бирмәй кешеләргә, аттарыма Үҙ-үҙемде фәҡәт йыуатҡанмын ғына


Лиза

О, әфәндем, валлаһи тисм, әгәр ҙә һеҙ Ишек төбөндә булһағыҙ,

Биш минут та үтмәгәндер, якы ғына Иҫкә алдыҡ. Туташ, һөйләгеҙ үҙегеҙ.

Софья

Әле генә түгел, һәр ваҡытта. — Ниңә мине шелтәләргә бер ҙә юҡҡа?

Ҡай сағында алыҫ илдән

Берәй юлсы ҡапҡабыҙға 'туҡтай нкән.

Теләһә моряк булһын, бары бер югереп Сығам, һгзҙе ҡайҙа булһа шунда, Берәй почта арбаһында

Күрмәнеме мҡән ткем, һораштырам.

Чацкий

Ярай, шулай булһын әйҙә. Кем ышана, Был донъяла сикһеҙ рәхәт, йылы уға! — Раббым, Раббым! Тағы ла Мәскәүҙәме мин һеҙҙәме мин!

Нисек таныйым мин һеҙҙе?

Ҡайҙа китте ул ваҡыттар? Пак күңелле сабый саҡтар! Ҡайсаҡ шулай оҙон төндә Икәү бергә югереп сығабыҙ, Унда-бында инеп ҡасабыҙ, Уйнайбыҙ, дыу килеп шаулайбыҙ, Өҫтәл, ултырғыстан ырғыйбыҙ.

Бер саҡ атайығыҙ мадам менән унда
Пикет уйнап ултырғаида,

Беҙ ҡараңғы бер мөйөшкә йәшендек, Бына бында буғай хәтерегеҙҙәлер^ Шыгырҙаһа өҫтәл, ишек

Дертләп китәбеҙ...

Софья

Балалыҡ’

Чацкий

Эййс, ә хәҙер Ун ете йәш, тамам сәскә атҡанһығыҙ.

Тинһеҙ һылыу, гүзәлһегеҙ

һәм быны һеҙ үҙегеҙ ҙә беләһе;еҙ. Шуға әҙәп һэҡлаиһығыҙ.

Ғишыҡ тотмайһығыҙмы икән бәрәйһснә?

Яуап бирсе уйламай-нитмәй тиҙ генә.

)1ә, аптырамағыҙ илде.

Софья

Бындай һорау, Текләп ҡарау Аптыратыр әллә кемде...

Чацкий

'һеҙгә текмәй, ҡайҙа тегәйем күҙемде? Ниндәй яңылыҡ бар миңә был Мәскәүҙә? Был бул! әндыр кисә, булыр иртәгә лә. Был йәрәшкән — тимәк уяу егет булған, Ә тегеһе ауыҙ асып тороп ҡалған.

Шул уҡ фекер — шул уҡ һүҙҙәр, Альбомдарҙа һаман шул бер үк шиғырҙар.

Софья

Мәскәү насар. Бына бит ул ситтә йөрөү, Донъя күреү!

һәйбәтерәк һуң ҡай илдә?

Чацкий

Беҙ юҡ ерҙә.

Атайығыҙ нисек? Ҡәбергәсә шунда Членме әле һаман Инглиз клубында?

Олатайығыҙ үҙенен Тамамланымы әле ғүмерен? Теге ннсек әле үҙе,

Төрөкмө, грекме? Ер кеүек ҡара йөҙте, Торна ботло ҡотһоҙ бәндә,

Исеме нисектер, белмәйем, һэр урынға Моронон тыға, һәр саҡ ашхана ла, ҡунаҡ бүлмәһендә, Ул ни хәлдә? Ә теге өс әҙәм, Ғүмерҙәрен бульварҙа үткәреүселәр, Илле йылдан бирле гелән Тәтәйләнел һәм йәшәреп йөрөүселәр’ Ҡәрҙәш-ырыуҙарҙы мильон, һеңлеләрен


Ситкә биреп, бөтә Европа илдәрен Туғай-ҡәрҙәш итеүселәр? Тағы унда, Кем һун үҙе, теге беҙҙең кояшыбыҙ. Хазинабыҙ, Театр, маскарад һүҙе маңлайында. Өйө тулы йәшел гөлдәр, урман кеүек, Үҙс йыуан, артистәрс бөткән кибеп, Хәтерегеҙҙәлер, бер шулай, бал ваҡытында Күреп ҡалдыҡ, бер бүлмәлә, ширма артында Берәү ҡасып, йәйге йырсы былбыл булып һалҡын ҡыш көнөндә һайрай һуҙып һуҙып, Чахоткалы теге ҡәрҙәшегеҙ тағы, Хас дошманы китаптарҙың. Ғилми комитеткә инеп урынлашып һәр кемдән аҡырып-баҡырып, Уҡыу-яҙыу өйрәнмәҫкә

Ант итеүен талап итеп йөрөгән бәндә? Улар менән тағы бер ҡат күрешергә Яҙған икән тәҡдиремдә!

Тиҙ туйҙырыр улар, хәйер кемдә генә Кер табылмаҫ эҙләгәндә?

Бер аҙ ситтә йөрөгәндән һуң ҡайтһаң илгә, Илкәйеңдең төтөнө лэ Шундай татлы һәм яғымлы, Була икән ул күңелгә!

Софья

Ултыртырға һеҙҙе апай менән бергә, Бөтә таныш-белештәрҙе хәтерләргә.

Чанкии

Апайығыҙ? Һаман да ҡыҙ, Минсрвамы? һпман да беренсе Екатсринаньщ һарайҙағы туташымы? Тәрбиәләнеүсе ҡыҙҙар,

Эттәр менән тултырғанмы бөгә өйөн? Лх! Тикшерәйек тәрбиә мәсьәләһен. Иыялармы уҡытыусылар Һаман электәге кеүек. Һан яғынан бик күп итеп, Хаҡы менән арзанлыһы'»0


Һә.м уларҙың һәр ҡайнының Ғйлме тәрәп бутмаһа ла, Россняла, беҙгә штраф һала һала, Географ һәм тарих белгес галчм пте» Таныталар этеп-төртөп!

Беҙҙең менторыбыҙ. Теге уҡытыусыбыҙ,

Хәтерләйһегеҙҙер калпак һәм еләнен.

И мәй бармак төбәгәнен,

Тағы башҡа енлем бирсу билдәләрен, Шулар

Беҙҙең башты нисек бутанылар, Немсцтэрҙән башҡа беҙгә Йәшәү мөмкин түгел беҙгә Тигән фекер нисек иртә Урынлашты мейебеҙгә! Э Гилъоме француз. Теге утыҙ туғыҙ? Ойләнмәнеме әле1

Софья

Кехн ә?

Чацкий

Шунда берәй княгинягә. Әйтәйек ти Пульхерии Лчдрсҡнагә''

Софья

Мөмкинме һуң! Танцмейстерга!

Чацкий

Ниңә? Кейәүлеккә лә ул бик ҡулайлы.

Беҙгә гена бит ул чинле, именьеле Булыу кәрәк, ә Гильоме’ Уға нәмә?

Йэла шундай хәҙер бында.

Оло баноамдарҙа бергә йыйылғанда Беззә һөрә әле хөкөм

Нижсгород теле менән француз телен Бергә бутау.

Софья

Чацким

Эййе, шулай, Ике телде, унһыҙ булмай

Лиза

Тик уларҙың иксһснән Сығырмы икән Ъеҙҙекенә тиңдәш бер тел?

Чацкий

Нисек булһа ла, шапрына торған түгел.

Бына ғәжәп’ — Файҙаланып мин ваҡыттан, һеҙҙе күреү шатлығынан,

Артыҡ һүҙгә бирелеп киттем. Ғәйепме ни?

Молчалиндән

Ахмағыраҡ сағым минсн булмаймы ни?

Әле ҡайҙа ул? Үҙенең

Тел йәшереп шым йөрөүен һаман ташламанымы әле?

Күреп ҡалһа әгәр яңы йыр дәфтәре. Йәбешә инде: рәхим итсе күсерергә Хәйер Ул менәсәк дәрәжәгә

Күҙһеҙҙәрҙе һөйәләр бит беҙҙә хәҙер

Софья (ситкә)

Кеше түгел йылан' (Ҡ ы с ҡ ы р ы п һәм үҙен-үҙе мәжбүр ni еп)

/ Шуны һорамаҡсы булам- Ҡасан булһа, шаярыпмы йәки яҙып-янлышыпмы,

Кем хаҡында булһа ла бер юнлерәк һүҙ Булдымы икән әйткәнегеҙ?

Хәҙер түгел икән, элек бала саҡта?

Чацкий

Күнел шулай йомшаҡ, керһеҙ, гаҙа саам Ниңә әллә ҡасангыны Хәтерләргә? Әле яцы

Көнө-төнө ҡыңғырауҙар шылтыратып Ҡарлы ялан буйлап ашығып Саптым бында һеҙҙең ячга


пэм ни хәлдә күрәм һеҙҙе.? Ғәжэг. эре1

Ярты сәғәт инде бына

Туңам һеҙҙең күңелегеҙ һалҡынынан;

йөҙҙәрегеҙ ғибәҙәтсе лзге йөҙҙө’..

Әммә шулай ҙа мин һеҙҙе

Шашып һөйәм аҡылымдан. (Ҡыҫҡа ғына

тынлыҡ)

Сәнсәме ни һәр бер һүҙем, әйтсе зинһар?

Итәме ни берәй зарар?

Әгәр улай булһа, тимәк: Тынышмайҙар, аҡыл, йөрәк.

Кемдә булһа күренеп ҡалған әкәмәттән

Көләм дэ бер, шундуҡ бөтә, сыға иҫтән:

Бойороғоҙ хәҙер мвнә, Ашҡа барған кеүек инәм ут эсенә.

Софья

Янһағыҙ шәп тә бит, янмаһағыҙ әгәр?

8 КҮРЕНЕШ



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2021-10-09 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: