Софья. Лиз э, Ч лики й. Фанусов




Фамусов

Тағы береһе!

Софья

Атай төшөм тура килде (К н г ә)

Фамусов (уның артынан ярым тауышта) Ул төшөңдө һуҡһын ҡәһәр!

9 КҮРЕНЕШ

Фамусов, Чацкий (Софья сыҡҡ-ИГ ншекко караган)

Фамусов

Иллә сәйерһең дә инде!

Өс йыл йөрөп ике һүҙ яҙманың ситтән»

Әйтерһең лә ҡапыл килеп төштөң күктән (Ҡоса «♦

лашалар.)


һаумы, дуҫҡай, һаумы, туған!

Алып ҡайтҡанһыңдыр бик күп мөһим хәбәр3 Ултыр, тиҙерәк һөйләп ебәр.

Йә. (У л т ы р а л а р.)

Чацкий (т я р к а у)

Софья Пасловнз ниндәй матурланған!

Фамусов

һе? йәштәрлең күренмәй шул күҙҙәренә Ҡыҙҙарҙағы гүзәллектән башҡа нәмә. Ауыҙынан бер йылы һуҙ ысҡыныуға; Янды өмөт, сихырланып киттең шуға!..

Чацкий

А! Юҡ: өмөг тигән нәмә

Улай шаяртмаған мине.

Фамусов

Ул бит.миңә

«Төшөм тура килде» тине

Ана шуға һ н нең күнел...

Чацкий

Мннеи:'һис то!

Фамусов

Кемде күргән һуң ул төштә?

Был ни хикмәт?

Чацкий

Төш юраусы түгелмен мин.

Фамусов

Бушты һөйләй, ышанма һин.


Чацкий

Мин ышанам күҙҙәремә; һис бер ерҙә Гүзәллектә тин булырлыҡ

Ҡыҙ күрмәнем, әҙер хатта ант итергә!

Фамусов

һаман үҙенекен туғый. һөйлә инде.

Ҡайҙа булдың? Ҡайҙа йөрөнөп шундай оҙаҡ5 Хәҙер ҡайҙан?

Чацкий

Хәҙер мөмкинме һуң! Аҙаҡ. Ннәт бар донъяны гиҙеп сығыу ине;

Йөҙҙән берен күрәл.мәнеы. (То р а, аш иғи п.) Кисерегеҙ мин өйөмә лә инмәнем, Ҡабаландым һеҙҙең менән күрешергә, йә, хушығыҙ! Бер сәғәттән киләм һеҙгә, Бәйнә-бәйнә һөйләрмен мин башлап һеҙгә. Ә һеҙ уны һөйләрһегеҙ бөтә ерҙә. (Ишектән.) Ниндәй гүзәл! (Кптә.)

10 КҮРЕНЕШ

Фамусов (я ц ғ ы ҙ)

Сеү, ҡайныһы был икәүҙен?

«Атай, тура килде төшөм!»

Ул ҡысҡырып әйтә шуны тартынмай ҙа! Туҡта Яңлыштым һун ҡанҙа? Бая шикләндерҙе мине

Молчалине.

Ә хәҙер,.. Ялҡынға инә сығып уттан:

Уныһы бер хәйерсе, ә был ҡупшы егет Юкҡа-барға аҡса түгеп, Шуҡлыҡ менән дан ҡаҙанған! Ни мәшәҡәт, раббым хоҙа. Ата булыу еткән ҡыҙға! (К и т ә).

(icficucc шаршау такл.ч.


ИКЕНСЕ ШАРШАУ

1 КҮРЕНЕШ

■ Фамусов, хеҙмәтсе

Фамусов

Петрушка, был ни Эш, көн дә Яңы йыртыҡ терһәгеңдә, йә, ал әле календәрҙе;

Уҡы, ләкин хәтерләтмә понамарҙе. Тойғо менән, аңлап ҡына. Асыҡ итеп, яйлап ҡына.

Туҡта, сеү — яҙып ҡуй шунда Киләһе аҙна ҡаршыһына:

Дүшәмбегә мине Прасковья Федоровна
Саҡырғайны ашҡа — бағры балығына.

Донъяны әйтәм, ғәжәп ҡыҙыҡ яратылған! Фекер итһән, зиһенеңде ҡаплай томан; һаҡланаһың, тағы ашҡа саҡырылаһың. Ашайһың өс сәғәт, әммә ашағаның Өс көн буйы һеңмәй йөрөй эскәйеңдә. Билдәләп ҡуй тағы шунда, шул уҡ көндә...

Юҡ, юҡ, түгел. Кесе аҙнаға Саҡырылдым йыназаға.

Ох, һин әҙәм заты! Үлгәс һор кайһыбыҙ Ултырмаҫлыҡ, Тора алмаҫлыҡ

Шул уҡ тар ләхеткә инеп урнашабыҙ. Гүмер итеп ҙур дан менән ҡай берәүҙәр Тырышалар ҡалдырырға иҫтәлектәр.

Мәрхүм дә хөрмәтле бер камергер 1 ине,

I Камергер — югары һарай чине.

Лсҡыс такты, улына алып бнрҙе;

Үҙе бик бай ине, элды ҙур бай ҡыҙын;

Балаларын өйләндерҙе. Балалары балаларын Башлы-күҙле ител бөттө; Инде бына үлеп китте; һәр кем уны йәне һыҡрап иҫкә ала; Кузьма Петрович! Хуш инде, тыныс йоҡла' Ниндәй туздар йәшәй, үлә был Мәскәүҙә!

йә, яҙ әйҙә:

Кесе аҙна көн, шул уҡ көндө була инде, Булмай икән йома көндө,

Унда ла булмаһа тағы шәмбе көндө, Тол ҡатынға, мәрхүм доктор ҡатынына Барып, исем ҡушаһым бар — балаһына. Былай әле ул балаһын талмаған да. Ләкин минең иҫәбемә ҡарағанда.

Инде күптән Уға табыр ваҡыт еткән.

2 КҮРЕНЕШ

Фамусов, хеҙмәтсе, Н а и л й

Фамусов

AI Александр Андреич, үтенәм, Ултырығыҙ,

Чацкий һеҙ эш менән

Фамусов (хеҙмәтсегә)

Бар сыҡ.

(Хеҙмәтсе сы г <з, Эййе, йыйын сүп-сар.

Ваҡ-төйәкте шунда хәтер дәфтәренә
Яҙайыҡ тип ултырғайныҡ әле гена
Онотолоп ҡуйыуы бар.


Чацкий

Кәйефегеҙ юҡ әллә ниңә? Әйтегеҙ, ни булды һеҙгә? Мин ваҡытһыҙ килдемме әллә. Ни бэр? Софья Павловкаға Берәй нәмә булдымы әллә? Ҡарашығыҙ, торошоғоҙ

Борсолоулы.

Фамусов

Ах. ярабби! Тапҡанһығыҙ,

Мин кәйефһеҙ!.. Ошо йәштә һикереп төшөп Бейей алмам инде, туған, сүгеп-сүгеп

Чацкий

Бейетергә уйламай бер кем дэ бында. Тик Софья Павловна тураһында гына һораным мин, сирләмәйме?

Фамусов

Тфу, билләһи! һаман шул уҡ бер нәмәне Ҡабатлай ҙа ҡабатлай ул, һис иренмәй!

йә Софья Павловна менән Тиңләшер ҡыҙ табып булмай ер йөҙөнән.

Йә Софья Павловна сирләй.

Әйт, төштөмө әллә күҙен?

Гиҙеп сыҡтың донъя йөҙөн;

Әллә хәҙер ниәт инде әйләнергә?

Чацкий

Уныһы ниңә кәрәк инде Һеҙгә'

Фамусов

Кәңәш һорау зарар итмәҫ ине минән. Мин ҡыҙыма ҡәрҙәш тәһә бер аҙ ғына, Әпьмисаҡтан бирле ата исеме менән йөрөтмәйҙәр буғай бер юҡҡа ғын

Чацкий

Яусыларға килһәм, һеҙ ни әйтерһегеҙ?


Фамусов

Әйтер инем: беренсенән Хыялланма юҡ-бар менән. Хаталанмай идара ит нменьенде, Бигерәк тә шул; бар хеҙмәт ит.

Чацким

Бик шатланып хеҙмәт итер инем дә бнт, Ялағайлың ерәндерә.

Фамусов

Шул-шул тәкәбберлек башты өйләндерә! Аталарҙың нишләгәнен һорарға ине, Ололарға ҡарап үрнәк алырға ине: Бына минән, йәки минең ағайымдан, Мәрхүм Максим Петровнчтәп. һауыттары көмөш түгел, саф алтындан; йөҙ хеҙмәтсе югереп торҙо ҡаршыһында. Орден тулы күкрәгендә;

Теҙеп еккән атта үтә ине көндә;

Гел һарайҙа, һарайҙың да ниндәйендә! Бөгөнгөләй түгел ине ул заманда, Хеҙмәт итте Әбей Батша хызурында!

Ул саҡ халҡ бик тәкәббер, төҙ, олпатлы' Ҡырҡар ботло...

Баш эйәһең, сәстәре лә ҡыймылдамай.

Ул түбәндән күтәрелгән булһа, бигерәк, Башҡаларға һис оҡшамай, Уның ашау-эсеүе лә икенсерәк.

Ә ағайым!

Князең, графың нәмә уның эргәһендә? Уйсан йөҙлө, Ғәжәп ғорур тәбиғәтле.

Әммә яҡшы күренергә кәрәгендә, Хатта ул да бөгөлә ине, нисек кенә! Батша ҡабул иткән көндө ул һөрөнә, Бахыр шундай итеп ҡолай: Саҡ-саҡ ҡына башын ярмай; Ҡарлыҡҡан ҡарт ыигыраша; Шул саҡ уға Әбей Батша Бүләк итә йылмайыуын,—

Ҡарап көлә: ә ул? Тора әкереи гсил,

Ипләп кенә төҙәтенә.

Тәғэнм менән уға башын эймәк була, Тағы йығыла —

Инде юрый, — көлөү яңғырай тағы көслө, Ул әсенсе тапҡыр ҡолай тап шул төҫлө, Йә? һеҙҙеңсә нисегерәк? Ә минеңсә башлы — зирәк. йығылып тәнен ауырттырҙы, һау сәләмәтләнеп торҙо.

Ә уның урынына Карта уйынына Саҡыралар ине кемде? Кем һарайҙа яғымлы һүҙ ишетә ине? Максим Петрович. Ә кемде һәр кем хөрмәт итә ине? Максим Петровичте. Уйынмы ни! Дәрәжәгә кем мендерә? Пенсияларҙы ке*) бңрә?

Максим Петрович. Ул! Ә һеҙ. Был замандағылар, нәғеҙ!

Чацкий

Ҡарағанда һеҙҙен заман күҙлегенән, Әйтеү мөмкин: халҡ хәҙер ахмаҡланды; Нисек сағыштырмак кәрәк ул заманды Хәҙер беҙҙсн заман менән. Әле яңы, күптән түгел, Ләкпн ышанмай һис күиел. Кемдәр күберәк баш эй-әндәр, Шулар данлы күренгәндер; Яу ҡырында түгел, бы.гда Маңлай менән эш иткәндәр,

Ьнс ҡыҙғанмай бәрә-бәрә иҙәндәргә! йомош менән килгәндәргә Улар эре тәкәбберҙәр, банда аунаһындар тегетәр;

Өҫтөндәргә ғәжәп ҙур оҫталыҡ менән Үрелә селтәр ялағанлыҡ ептәренән, Гел буйһоноу, ысын ҡурҡыу дәүере булған, һәм бөтәһе падншаға

Тоғро хеҙмәт шаршауына уратылған. Ағайығыҙ тураһында, һөйләмәйем, Уның рухын борсорға һис теләмәйем;


Ә шулай ҙа кем генә һун был заманда. Онотолһа ла ҡоллоҡ дәрте менән пнып, Кеше көлдөрөргә тырышыл, халҡ алдында Башын ергә бәрер икән батырланып?.

Ә ул ваҡыт шунда булҙан, Пәштәшенең ҙур шәрәфкә ирешкәнен

Ҡарап торған

Икенсе ҡарт, саҡ йөрөтһә ла һөйәктәрен

Уйлағандыр әле эстән:

Эх! Үҙем дә шулай итһәм! Ундай эшкә әүәҫ халҡ хәҙер ҙә бар, Тик хәҙер көлөүҙән ҡурҡып тетрәй улар, Оят тота; юҡҡамы ни улар өсөн Падишалар һаранлатты мәрхәмәтен.

Фамусов

Ах! Яраббв! Ул фетнәсе!

Чацкий

Юҡ. Хәҙер халҡ ундай түгел.

Фамусов

Хәтәр кеше!

Чацкий

Инде һәр кем иркен һулай, Ашыҡмайҙар хәҙер улай Шут булырға,

Фамусов

Ннмә һөйләй' Яҙамы нн!

Чацкий

Химәйәге өйөнә килеп,
Эс бошоуҙан ауыҙҡайын сәйгә элеп

Ултырырға өндәшмәй бер ни. Үксәләрен шарҡылдатып баш эйергэ, Ултырғыстар килтерергә, Төшөп киткән ҡул яулыҡты күтәрерю.

Фамусов

Азатлыҡҡа видай бит был!

Чацкий

Кем ауылда, кем бирелгән сәйәхәткә...

Фамусов

Хөкүмәтте танымай ул!

Чацкий

Кем кешегә түгел, эшкә хеҙмәт итә...

Фамусов

Ебэрттермәҫ инем бындай әҙәм затын Баш ҡалаға мылтыҡ етер ерҙән яҡын.

Чацкий

Иә, тынысланығыҙ, бөттөм...

Фамусов

Сыҙам бөттө, бөттө сабыр, о, ни ғәрлек!

Чацкий

Быуатығыҙҙы битәрләнем, тамам теттем, Бирәм инде һеҙгә ирк: Ырғытығыҙ бер өлөшөн, Беҙҙең заманға ла төшһен, Булған булһын, мин иламам.

Фамусов һеҙҙе беләһем дә килмәй, Боҙоҡлоҡто енем һөймәй.

Чацкий һүҙем тамам.

Фамусов

Яҡшы, тыҡтым ҡолағымды.

Чацкий

Ницэ, мин бит һүгенмәйем.

Фамусов (ҡыҙыу итеп)

П IpQjJV JJ

Юҡты бушҡа тейәп алыҫ сит илдәрҙә, Ҡайтҡас тәртип көт уларҙан.

Чацкий

Мин туҡтаным,.,

Фамусов

Зинһар ҡыҙған.

Чацкий

Был бәхәсте мин һуҙырға теләмәйем.

Фамусов

Үлмәҫ борон тәүбә ҡылып өлгөрәйем!

3 КҮРЕНЕШ

Хеҙмәтсе (и н а),

Полковник Сҡалозуб.

Фамусов (бер н н күрмәй һәм ишетмәй.)

Туҡта, ҡаптырырҙар,
Суд алдына баҫтырырҙар.

Чацкий

Кемдәр килгән өйөгөҙгә

Фамусов

Тыңламайым, судҡа!

Чацкий

Ту хта.

Унда берәү доклад менән килгән һеҙгә,


Фамусов

Тыңламайым, судҡа, судна!

Чацкий

Әйләнегеҙ, кемдер көтә.

Фамусов (ә й лә н ә).

Күптән бәлә көтә инем.

Нимә? Фетнә?

Хеҙмәтсе

Полковник Скалозуб, ҡабул итергәме?

Фамусов (урынынан тора)
Ах, ишәктәр! Әллә мең кат әйтергәме?
Бар, ҡабул ит, саҡыр, үтен, өйҙә тиген,
Бик шат тип әнт. Ләһәт бул, бар.

(Хеҙмәтсе китә.)

Инде һин, әфәндем, зинһар һағыраҡ һөйләш уның менән Мәшһүр кеше, мөһабәтле Орденде лә бик күп итеп эләктергән; Үҙе йәп-йәш, ә ниндәй ҙур дәрәжәле.

Генерал да булыр әле,

Бөгөн түгел икән, нртән.

Ул бар саҡта зинһар әҙәплерәк ҡылан. Эх! Александр Андреевич, насар, туган!..

Ул миңә йыш ҡына килә;

Беләһең бнт, көләс йөҙөм кем кнлһә лә. Мәскәү халҡы бергә биште ҡушып һөйләй; Имеш ул, Сонькаға әйләнергә теләй.

Буш һуҙ! Бәлки ул бнк теләйҙер ҙә. Мәғәнәһен күрмәйем бер ҙә, Ашыҡмайым ҡыҙ бирергә;

Бит Софья йәш. Ә хәйер беҙ Хоҙа хөкөмөн емерә алмайбыҙ.

Зинһар уның менән бергә Ултырғанда киреле-мороло бәхәсеңде Ҡалдырып тор һәм был ялған идеякды


Ташла. Был ни! Ниңә оҙаҡланы һун был.-. Әһә! Миңә, теге яҡҡа ингәндер ул.

[Ашығып сығып китә.)

4 КҮРЕНЕШ

Чацкий

Нисек югергеләй! Ниндәй

Ә Софья? Был кейәү түгелме ысынден?

Бит ҡасандан бирле улар

Сит күрәләр мине барыһы, ятһыналар.

Уға ниңә ултырмаҫҡа минең менән’..

Был Скалозуб кем һун бында?

Был бәндәгә ҡарт мәкнббән,

Ә бәлки ҡарт ҡына түгел, ҡыҙының да...

Ах! Кем дә кем

Өс йыл ситтә йөрөп, күмһен мөхәббәтен.

5 КҮРЕНЕШ

Чацкий, Фамусов, Скал«ауб.

Фамусов

Сергей Сергеич, инегеҙ, Бында йылы, рәхим итегеҙ; Туңғанһығыҙ, йылынығыҙ; Мейес ҡапҡасын асырбьҙ беҙ.

Скалозуб (ҡалын тауыш м »н эп) Ниңә үҙегеҙ сығаһығыҙ!..

Мнн намыҫлы офнцергә был уңайһыҙ.

Фамусов

Ниңә?

Атламаҫҡамы һн миңә

Дуҫым өсөн өс-дүрт аҙым. Сергей Сергеич, аҡыллым?

Шләпәгеҙҙе, ҡылысығыҙҙы бирегеҙ бында, Бына софа, ял итегеҙ ятып шунда.


Скалозуб

Ҡайҙа мөмкин, мннә ултырырға ғынэ.

(Өсәүһе л э ултыралар. Чацкий ситтәрәк.)

Фамусов

Axi Туғанҡай, онотҡансы, һоранымсы;

Ҡәрҙәш-ҡорҙаштарҙы нҫкә алайынсы, Мираҫ булеу осон түгел, былай ғына; һеҙ белмәгәнһегеҙ икән, ә ми:; күптән, Ағайығыҙ әйтеп бирҙе, рәхмәт төшкән, Настасья Ннколаевнаныд, әйтһәгеҙ лә, Ҡәрҙәшлеге нисек һеҙгә?

Скалозуб

Мин белмәйем, кисерегеҙ;

Уның менән бергә хеҙмәт итмәйек беҙ,

Фамусов

Сергей Сергеич, һеҙме был! Юҡ, мин үҙем Осрай ҡалһа ҡәрҙәштәрем, Улар өсөн йығылып үләм;

Булһын диңгеҙ упҡынында,

Белеп ҡалһам, бары бер эҙләп табып менәм Миндә хеҙмәт иткәндәрҙең аргһында Яттар һирәк,

һенле, йәки балдыҙ балалары күберәк;

Ситтән бары Молчалин, бео үҙе генә, Ул да тнк эшлекле булған өсөн генә.

Пә ордеигә,

Иә урынға

Кеше билдәләгән саҡта, нисек инде Мәхрүм итеп ҡалдыраһың ҡәрҙешеңдт? Туғанығыҙ әйткәйне бер һөйләткәндә Һеҙҙән бик күп файҙа күргән хгҙмәтенд--’

Скалозуб

Ун өсөнсө йылды беҙҙе

Күтәрҙеләр икебеҙҙе Утыҙынсы егерскийҙә. Унан һун ҡырҡ бишен?\*г


Фамусов

Көнләшерһең ундай уллы ата бәхетен!

Ордене лә бар шикелле ул егеттең?

Скалозуб

Ул осонсо август өсөн,

Икәү тошол ултырғайныҡ траншеяға;

Ҡустым алды таҫмалыны, млн муйынға,

Фамусов

Унан теге ҡәрҙәшегеҙ бик яғымлы, 'һәйбәт егет, сос, булдыҡлы.

Скалозуб

Ләкин яны бер эш тапты баш ватырға Тейеш яңы чин алырға;

Китеп барҙы хеҙмәтенән ҡапыл ғына Инде китап уҡый, китте ауылына.

Фамусов

Бына йәшлек! Ой, уҡырға’.. Ә аҙаҡтан... һеҙ тәртипте боҙманығыҙ, ныҡ ул яҡтан. Әллә ҡасан полковник, □ бит үҙегеҙ Күптән түгел генә хеҙмәт итәһегеҙ.

Скалозуб

Иптәштәрҙән бәхет булты, Буш урындар сығып торҙо; Ҡайһын бәреп төшөрәләр, Ҡайныһының тамам зшеи бөтөрәләр. *

Фамусов

Эйе, бирә хоҙа бирәм тигәненә, Бәхете бар үрләй генә’

Скалозуб

Минән бәхетлеләр була.

Ана беҙҙең ун бишенсе дивизияла. Миҫал өсөн бригаданың Алайыҡ беҙ генералын.


Фамусов һөйләмәгеҙ, нимә етмәй һеҙгә тағы?

Скалозуб

Зарланмайым, былай мәхрүм итмәнеләр, Ә шулай ҙа полковниклек чине артынан Тап ике йыл йөрөттөләр.

Фамусов

Күпме ни ул полковниклек чине өсөн’ Әммә бына башка яҡтан Етеү ҡыйын һеҙҙсн арттан.

Скалозуб

Юҡ, корпуста минән өҫтөн Кешеләр бар, мәғлүм уныһы. Мин һигеҙ йөҙ туғыҙынсы Йылдан башлан хеҙмәт итәм;

Чин алыуҙың юлдары бик күп тә учын. Мин был хаҡта философтан фекер йөрөтәм, Алырға ине фәҡәт генсраллык чинен.

Фамусов

Бик шәп уйлайһығыҙ, һаулы к Бирһен хоҙа, генераллы’;;

Артыҡ һуҙмай ул сағында. Генеральша тураһында һүҙ башларға мөмкин булыр.

Скалозуб

Әйләнергә?

Ҡаршы килмәйем мин бер ҙә.

Фамусов

Ул саҡта ни? Кемдең һеңле,' Кемдең ҡыҙы, ҡәрҙәше бар, Кәләш бөтмәҫ, Мәскәү тулы. Нимә? йыл да тыуып тора, Иә, туғанҡай, әйтегеҙсе, Беҙҙең Мәскәүебеҙ төҫлө Хайран ҡалырҙай баш ҡала Табылырмы икән был донъяла'?


Скалозуб

И; кипкес киң дистанциялары.

Фамусов

Лл һин уның матурлыҡты аңлау яғын, Ғәҙәттәрен — йолаларын, һәр нәмәнең уҙ законы.

Ал һин шуны, Борондан уҡ килгән йола: һәр егеткә ҡәҙер, хөрмәт Атаһының кемлегенә ҡарап була. Өтөк кенә булһын, ләкин ике меңләп Душҡа хужа була икән Кенәү һиңә бына тигән.

Башҡа берәү ниндәй үткер, сос булмтһын, Нейҙәр генә ҡыланмаһын. Аҡылы менән сыҡһын даны, Ә шулай ҙа бары бер уны Ғаиләгә индермәйҙәр;

Дворянлектө бит хәҙер тик бында ғына. Мәскәү ҡалаһында ғына

Изге »тел һаҡлайҙар, кер тейҙермәйҙәр. Ул ғынамы? Халҡыбыҙҙың Алайыҡ ҡунаҡсыллығын:

Кем килергә теләй беҙгә, килһен re:ia. Ишек асыҡ һәр ҡайһына, Саҡырып килгәненә, саҡырылмағанына, Бигерәк тә ент ■илдекенә;

Намыҫлымы, намыҫһыҙмы, бары ла тигеҙ, Барыһын да хөрмәтләйбеҙ.

Мәскәү халҡын баштан аяҡ тикшерегеҙ, Һәр ЯҒЫЙ1ӘН Башҡаларҙан Айырымлығын күрерһегеҙ. Алып ҡарағыҙ йәштәрен, Егеттәрен, үҫмерҙәрен, Шелтәләйбеҙ, ә тикшерһәң, күҙең күрер, Ун биш йәштә мөғәллимгә дәрес бирер!

Ә ҡарттары? Ҡзй сағында Һ\ҙ ҡуҙғатып эш турында Ҡыҙып китеп, тәнҡит игеп Бар нәмәне һала тетеп.

Бары ла дворян, тормай улар ҡурҡып ҡарал, Ҡайсаҡ хөкүмәт тураһында Шувдай һүҙҙәр була унда, Берәү тыңлап торһа... харап!

Яңылыҡҡа ынтылыуҙан түгел улар.

’һнс юҡ, алла һаҡлай күрһен!.. Сөн табалар, Уга-быға бәйләнәләр күп ваҡытта Алйотлоҡтан бер ҙә юҡҡа, Шаулашалар, даулашалар, Шунан... арып таралалар. Аҡылдары менән улар, ’ Булып үткән канцлерҙар!

Әле улар хөкүмәткә баш түгелдәр, Күрәһең ваҡыты етмәй,

Шулай ҙа, уларҙан башҡа бер эш бешмәй. Ә ҡатындар?

Ҡулға алып ҡара һин бар, Бар нәмәгә хаким улар, бөтә ерҙә, Үҙҙәренә хаким булып булмай бер ҙә, Карта уйнал ултырғанда ҡанслҡ улар Китә ҡыҙып бары ла берҙәм, бунт ҡуҙғала, Түҙем гепә бирһен алла,

Ҡатын менән торҙом бит мин, татыған бар. Фронтың менән етәкләрҙәр, ебәр гепә! Тот та илтеп ултырт сенат мәжлесенә! Ирина Васильевна! Лукерья Алексевп! Татьяна Юрьевна! Пульхерия Андре di а!

Кемдәр күрә ҡыҙҡайҙарыи, һелкәләр тик башҡайҙарын!

Прус короле килгәйне, ул туташтарҙың Үҙҙәренә ҡарап түгел, инсафтарын Күреп тамам ҡалды хайран;

Ысынлап та, туташтарҙың ундайҙарын, Ныҡ тәрбиә алғандарын, Табып булмаҫ һис бер ҡайҙан! Ғәжәп оҫта кейенәләр,

Хәтфәләргә, ебәктәргә төрөнәләр, Ьнс берәүе бер һүҙ әйтмәҫ ябай ғына, Гел наҙланып, ҡупшы борғоланып ҡына, Француз романстарын йырлайҙар шәп итеп, 'һуҙалар бик нескә итеп,

Хәрби кешеләргә шундай яғылалар, 1 Туған илде һөйгәнле-ктән шулай улар.


Бәхәсләшә алам, ихлас

Мәскәү кеүек баш ҡаланы табып булмаҫ.

Скалозуб

Ә минеңсә янғын уға

Бик күп ярҙам итте яңырыуға.

Фамусов i

һейләмэгеҙһәиә зинһар, Ә бит күлме һуҡраналар!

Унан бирле йорттар, юлдар, тротуарҙар Барыһы яны ысул менән һалындылар.

Чацкий

Йорттар яны, фекер, йола нҫкз әле,

Ҡайғырмағыҙ, һәм уларҙы Ҡыйрата алмаҫ йылдары ла, Модаһы ла, янғыны ла.

Фамусов (Ч а ц к н й г ә)

Эй, онотмаҫ әсен тойөн төйнәр инен, Өндәшмәүең үтенгәйнем.

Ауыр хеҙмәт түгел дәһә. (G к а л о з у б ҡ а.) Рөхсәт итсе,

Тәҡдим нтәм мәрхүм дуҫым

Андрей Ильич Чацкий улын, Танышығыҙ:

Хеҙмәт итмәй, йәғни файҙа тапмай унан, Ә теләһә: бик булдыҡлы. Мин ҡыҙғанам, бнҡ ҡыҙғанам, Бгет башлы,

'һәйбәт яҙа, тәржемәгә ғәжәп оҫта.

Мөмкинме һуң ҡыҙғанмаҫҡа,. Шундай зиһен була тороп..* t

Чацкий

Баш ватығыҙ

Башҡа берәү өсөн, мөмкин булһа этәр.

Ғәрләндерә мине һеҙҙең маҡтау ығыҙ.


Фамусов

Бер мин генэ түгел, күптәр ғәйепләйҙәр.

Чацкий

Ғәйепләүсе-әрләүселәр кемдәр улар? Күптән ғүмере уҙғанлыҡтан / Азатлыҡҡа мәцге дошман Ҡарт-ҡоролар, Ҡырым илен буйһондорған, Очаковты яулап алған йылда сыҡҡан Иҫке газеталарҙан йыйған фекерҙәрен Закон итеп йөрөтөүселәр;

Мәңге юҡҡа мығырҙаусы, әрләүселәр, Йырлайҙар шул бер үк йырҙы, һөрһөгәнен, Күпме иҫке, шул тиклем хөрт икәнлеген һиҙмәй улар, шуға етмәй аҡылдары.

Ҡайҙа? Зинһар күрһәтегеҙ, Туған илдең аталары,

Ҡайһыларын үрнәк итеп алайыҡ беҙ? Йыйын талап байыусылар, Дуҫ-иш, ҡәрҙәш ярҙамында Судтан ҡотолоп ҡалыусылар;

Шу ларҙымы? Енәйәттең аҙағында, һалып ғәжәп матур һарай, Гиш-ғөшрәткә түтә ташып байлыҡтарын, һайланыусы сит ил халҡы пҫкә алмай Уның үткән ғүмеренең бысраҡ яғын. Хәйер был Мәскәүҙә балдар, һыйланыуҙар Кемдең ауыҙын япманылар?.

Бер әҙәм бар, Шуға, миле әллә ниңә Сабый саҡта баш эйергә ' Алып бара торғайнылар; Үрнәк алайыммы ни мин

Ошо хеҙмәтселәр менән уратылған

Шаҡшы йәнле аҡ һөйәктәр башлығынан? Хеҙмәтселәр, уның эсеп һәм туҡматып Йөрөгән саҡтарында, тырышып, Татып төрлө ҡыйынлыҡтар

Бнк күп тапҡыр намыҫын, йәнен ҡотҡарҙылар, Ул шуларҙы

Өс бурҙайға алмаштырҙы!!!


Ә, бәлки, крелос гной балет ойошторған Оҙон йөк арбаһы менән, Айырып ата әсәһенән, Йәш балалар иыиҙырггырған

Мәшһур әҙәм үрнәк булыр* Бөгә аҡылын Төбәл Зефир, Амурҙфға һәм күрһәтеп уләрҙын саф матурлығын, Мәжбур итте бар Мәскәүҙе ша к ҡатырға! Ләкин үҙенең көттөрә алман бирәсәген.

Амурҙарын. Зсфирҙәрсн Берәм-берәм һатып бөткән!!’

Бына шулар салланғансы ғүмер иткән Өлкән ҡарттар1

Шулар инде беҙҙең быуын кеше юҡтан Хөрмәтләргә тейеш булған Ғали заттар! беҙгә баһа биреүселәр, көкөм итеүселәр! йәштәр араһынан, чинға табынмаған,

Берәү сығып, ҡомһоҙланып ан белемгә, Бөтә аҡылын бирһә фәнгә, йәки хоҙа үҙе уның хыялында Ижад уты тоҡандырһа,

Уның кунслсн бөйөклөккә ашҡындырһа.

Ул езгында

Тегеләр ҡапыл һөрэн һала:— Пожар! — Ҡысҡыралар улар. Теге бахыр, хәтэр уйҙар Таратыусы исемен ала.

Мундир! Ҡоро мундир! Ул электән Өҫтөндәрҙең рухани ярлылыҡтарын, 'һәм аҡылға һайлыҡтарын

Үҙенең ыҫпайлығы менән ҡапыл килгән: Беҙгә лә шул. Бәхетле юл!

Ҡатын-ҡыҙҙар мундир күрһә тая иҫтән! Ә һун үҙем. күптэнме ваз кистем унан?!

Хәҙер инде балаланмам

Ул саҡ мөмкин инеме һуң эйәрмәҫкә7 Һарайҙағы гвардиянан ҡайберҙәрен Күргәйнем мин бер саҡ бында килгәндәрен Ҡатын-ҡыҙҙар шашып ура ҡысҡырҙылар һәм һауаға чепчиктәрен ырғыттылар!


Фамусов (Ү3-Ү?еиә.)

Моғайын был бәлә килтерә башҡайыма. (Ҡ ы с ҡ ы» р ы п.)

Сергей Сергеич, мин сығам, һеҙҙе унда кабинетта көтөп торам 1Китә.)

6 КҮРЕНЕШ

Скалозуб, Чацкий

Скалозуб

Миңә оҡшай әле бына

Яны әйткән һүҙҙәрегеҙ. Шәп әйттегеҙ

Беҙҙең Мәскәү ҡалаһының Гвардияға, бөтә гвардиялыларға Ихтирамын, уны үлеп яратҡанын. Уларҙағы алтындарға, уҡаларға Ҡояш итеп ҡарағанын!

Ә беренсе армияның ҡайһы яҡтан

Артта ҡалғалы бар? Ҡасан?

Шундай ыҫпай, билдәләре лә шундай уҡ тар, һәм офнцерҙэрҙеп һеҙгә

Аҫылдарын мөмкин һанап күрһәтергә, Хатта француз телен белеүселәр ҙә бар.

7 КҮРЕНЕШ
Скалозуб, Чацкий, Софьи, Лиза.

Софья (т ә ҙ р ә г ә югерә.)

Ах! Яраббп! йығылып төштө, ул имгәнде! (һу ш тан тая)

Чацкий Кем? Кем ул?

С калозуб

Ә? кем башына бәлә килде?

Н

Чацкий

Ҡурҡыуынан тамам үлде!

Скалозуб

Кем ул? Ҡайҙан?

Чацкий

Нишләп имгәнде ул?

Скалозуб

Туҡта, Берәй нәмә булманымы беҙҙең ҡартҡа?

Лиза (туташ п н ы нд а булаша.)

Ҡасып китеп булмай тиҙәр яҙмышыңдан, Молчалин атланды атҡа, Аяҡ тыҡты өҙәңгегә,

Аты үрә тороп баҫҡас арт аяҡҡа

Башы менән барып төштө ҡаты ергә.

Скалозуб

Теҙгенен ныҡ тартҡан, юнһеҙ, эшкә инмәгән.

Ҡарайымсы, нисегерәк төшкән икән, Күкрәккәме, әллә янбаш менәнме икән?

и т ә.)

8 КҮРЕНЕШ

Шулар уҡ Скалозубтан башҡа.

Чацкий

Ярҙам итәйек ни менән? Йә, әйт тиҙерәк

Лиза

Бүлмәһендә һыу бар унда.

(Чацкий югереп һыу йлып инә. Алдағы

Сәхнә, Софья һушына килгәнсе ярым
тауыш м ейә н ге н э.)

4. Аҡыллылыҡ бәләһе. Р


Лиза

Йә, Һалығыҙ стаканға.

Чацкий

Бына һаддым. Таҫмаһын еж, буша’г әҙерәк

Сикәһен ыу һеркә менән йәһәт кенә,

Ә,хәҙер һыу бөрк, Ана:

Тыны иркенәйә төштө, үҙгәрҙе төҫ.

Нимә менән елпейек?

Лнза

Бына елләткес.

Чацкий

Ана ҡара тәҙрә үтә Молчалинде,

Әллә ҡасан аяғына баҫҡан инде!

Ә Софья ның ҡото осҡан Бер ҙә юҡтан.

Лиза

Эййе: холҡо шундай уның.

Кешеләрҙең ҡолағанын

Ситтән тороп ҡаран алмай.

Чацкий

Тағы ла борх. Бына шулай

Тағы, тағы.

Софья (тәрәй Һулап)

• Кем бар бында минең янда?

Мив төш күрел я’Там төҫлө ятағымда. (Ашығып һәм ҡысҡыра төшөп)

Ҡайҙа ул? Әйтегеҙ зинһар, ул нишләне?

Чацкий

Ниңә һындырмаған муйынын?

һеҙҙе бит саҡ үлтермәне.


Софья

Ҡотон осор күрһәң уның һалҡынлығын, һеҙгә ҡарап, һеҙҙе тынлап Торор өсөн Етмәй көсөм.

Чацкий

Уның өсөн әллә өҙгөләнергәме?

Софья

Унда, унын эргәһенә югсрергә.

Чацкий

һеҙҙе япа-янғыҙ ташлап китергәме?

Софья

һеҙ нимәгә кәрәк минә?

Дөрөҫ: һеҙгә ят бәләһе көлкө генә, Имгәнһә лә ғәзиз туган атайығыҙ, һеҙгә бары бер. (Л и з а ғ а) Киттек, югерәйек тиҙ унда.

Лиза (уны ситкә алып китә.)

Айнығыҙ! Сеү, ҡайҙа бараһығыҙ? Тере ул, сәләмәт, үҙенен аяғында. Ана ҡарағыҙ тәҙрәнән.

(Софья тәҙрәгә тығыла.)

Чацкий

Ҡаушай! Ҡурҡа! Тая иҫтән Ҡабалана! Асыулана! Былай була кеше үҙенең Ҡәҙерлеһен, берҙән-берен Мәңге юйған саҡта ғына.

Софья

Бында инәләр, ул ҡулын күтәрә алмай.

Чацкий

Теләр инем унын менән имгәнергә...

Лиза

Компазияға эйәрепме шунда бергә?

Софья

Кәрәк тугел, теләп кенә ҡалығыҙ шулай,

9 КҮРЕНЕШ

Софья, Лиэ1, Чацкий. Скалозуб, Молчалин
(кулын бәйләгән)

Скалозуб

Терелде ул, һау-сәләмет, ҡулын ғына Имгәткән ул бик аҙ ғына,

Хәйер бер ҙе юҡҡа ғауға ҡуптарғандар.

Молчалмн

Мин ҡурҡыттым һеҙҙе, кисерегеҙ зинһар

Скалозуб

Белмәгәйнем шундай буштан Ошо тиклем ҡурҡалыр тип. Шашып кнлел индегеҙ биг.

Беҙ терт иттек, һеҙ ауҙығыҙ тайып һуштан Ә ҡараһан бер ҙә юҡтан.

Софья (бер кемгә лә ҡарамайынса'

Лх1 Бик беләм бер ҙә юҡҡа икәнлеген — Ә шулай ҙа әле һаман дерелдәйем.

Чацкий (үҙ а л д ы н а)

Молчалингә ник бер һүҙ әйтһен*

Софья (элеккесә.)

Ә шулай ҙа үҙ хаҡымда шуны әйтәйем Млн һис ҡурҡаҡ түгел. Ҡайсаҡ

Каретабыҙ менән ауһаҡ. Торғоҙғас та мин янынан Елдерергә әҙер торам;

5?


Әммә кеше йығылғанда, әллә ниңә. Ҡотом оса, нисек кенә йығылмаһын, Ул тиклем ҙур бәхетһеҙлек тә булмаһын, Күҙ күрмәгән кеше булһын, бары бер мпнә

Чацкий (үҙ алдына)

Ғүмерендә кемделер ул бер кыҙганған, Шунын өсөн хәҙер ғәфү һорай уған1

Скалозуб

Рөхсәт булһын, һөйләйем бер яны хәбәр

Княгиня Ласова тигән

Бер әкәмәт ҡатын бында йәшәй икән,

Ат өҫтөндә йөрөй тиҙәр, Үҙе тол ти, ләкин бергә сабышырға Капалерҙәр сыҡмаған ти бер тапҡыр ҙа һәм ул ҡатын йығылып селпәрәмә килгән,

Жокей1 тотол ала алмаған,

Ахры себен һанап барган,—

Электән дә бик килбәтһеҙ нәмә и«ән, Хәҙер инде ҡабырғаһы етмәй тиҙәр, Тотоп й



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2021-10-09 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: