Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 2 глава




 

 

Бөйөк Ҡошан шәкеләре

Грек-Бәктора батшалығын емереүҙә һәм үҙебеҙҙең шанлы империяны төҙөүҙә төп көстө тәшкил итмеш ошо Үҫәргән биш ырыу берлегенең бейҙәрен Гәрәй Һоробүренән һуң үҙ тирәһенә уғата нығыраҡ туплап, уларҙы йәнә башҡорттоң ете ырыу берлеге менән тығыҙ берләштереп (ун ике ырыулы ҡәҙимге башҡорт халҡын тергеҙеп), Ҡошан империяһының ысын архитектор-төҙөүсеһе һәм үҙ заманында уҡ “шәбенән-шәбе” (“императоры”) тип ләҡәпләнмеш Ҡош улы Ҡот-абыз (Кужула Кадфиз) тигән аҫылдарҙан-аҫыл уҙаманыбыҙ булғанлығын әйтәйек. Күренеүенсә, боронғо дәүләтебеҙ Бәктора урынында Бөйөк Ҡошан дәүләтен нигеҙләүсе һәм төҙөүселәрҙең исемдәре лә үҙебеҙҙең әсә телендә икән. Быуаттан-быуаттарғаса бер-бер артлы был дәүләт үҙ императорҙарының яҡты йөҙ-һүрәттәрен дә ядкәр-яҙыулы көмөҡш тәңкәләренә һуғып ҡалдырған; уларҙың йөҙ-сырайҙары, ғалимдар фекеренсә, өҫтәрәк әйтелгән Алтай Пазырыҡ ҡорғандарындағы һүрәттәрҙәге йыуасалыларҙың йөҙ һыҙаттарына тап килә13. Тажик академигы Б.Ғ. Ғафуров яҙыуынса, “Ҡошан тәңкәләренең — Кама йылғаһы буйында һәм Хорезм көмөш һауытының Урал артында табылыуы уларҙың төньяҡ ареал менән бәйләнештәрен билдәләй”14. Ошондай уҡ Ҡошан тәңкәләрендә “шәвнән-шәв” (шәбенән-шәп) тигән императорлыҡ ләҡәбен уҡырға була, ә был иһә, саф башҡорт телендә яҙылғанлыҡтан, теләгән бер хәҙерге башҡорт кешеһенә аңлайышлы. Ҡайһы бер белгестәрҙең иҫбатлауынса, тәңкәләрҙәге был ядкәрҙәр боронғо дәүләтебеҙ Бәктораның Башҡорт (хәҙерге Афғанстандың Файзабад ҡалаһы) һәм Ҡеүәтйән өлкәләре яҙмаһының хәрефтәре менән яҙылған, ә ул өлкә-ҡалаларҙың исемдәре үҙҙәре хаҡында үҙҙәре үк ҡысҡырып тора — башҡорт, сөнки Бәктора дәүләте борон-борондан башҡорт дәүләте булған; грек илбаҫарҙары (Александр Македонский) яулап алып, Грек-Бәктора дәүләтенә әйләндергәс тә, Үҫәргән-Йыуасалы башҡорттары уны, баяғыса, грек өҫтөнлөгөнән арындыртып, боронғо үҙ дәүләттәре Бәктораны Ҡошан дәүләте итеп тергеҙгәнгә тиклем дә унда башҡорт-төркиҙәрҙең теле грек теле менән бер ҡатарҙан дәүләт теле булып йөрөгән. Шуға күрә, Ҡошан дәүләте төҙөлгәс тә, ҡошандарҙың үҙҙәренең әсә теле булмыш был тел рәсми дәүләт теле көйөнсә ҡала бирә — боронғо Бәктора тәңкәләрендәге “шавнан-шав” (шәбенән-шәп) тигән монарх титулының Ҡошан тәңкәләренә лә үҙгәрешһеҙ күсерелеүе15 шуға дәлил. Әле ҡул осонда булған, Ҡошан осоронан тороп ҡалған аҙ һанлы һәм өҙөк-мөҙөк яҙма ҡомартҡылар араһында ҡыҫҡа ғына ике текст бик ҡыҙыҡлы күренә; бик боронғо ысулса — һүҙҙәре бер-береһенән ара ҡалдырып айырылмай, тыныш билдәләре ҡуйылмай яҙылған улар:

 

1. Һермаиозобазилеуззутеро;

2. Канишкикошаншананша 16.

 

Һүҙҙәрҙе инде бер-береһенән айырып, ипкә килтереп яҙып ҡуйһаҡ (урыҫтың атаҡлы “Игорь тураһында һүҙ”е лә тап ошо рәүешле уҡылған), сиселмәҫ йомаҡтай нәмәләр ҙә сиселеп ҡуймыш икән, — бына был ядкәр-яҙыуҙарҙың уҡылышы:

 

1. Һерма I йозоб I азил I еузз I утеро — “Һөрмә яҙыу әзәл яуызды үлтерә” йәғни ташҡа, буталға һөрөп (ырып) яҙылған яҙыу әзәл яуызды үлтерә — әҙәм үҙе үлгәндә лә ул, һөрөп яҙылған яҙыу, әжәлде үлтереп, мәңгелеккә тороп ҡала (“Что написано пером — не отрубишь топором”)... Тимәк, уҡымышлы булыуҙы, яҙа белеүҙе данлаған мәҡәл-әйтемебеҙ был.

(Һүрәттә: Ғәни-шәке (Канишка).

2. Ҡани I шки I Ҡошан I ша[в]нан I ша[в] — “Көни ш(ә)ке Ҡошан шә(бе)нән шә(б)” йәғни Көни (Ғәни) шәке Ҡошандың шәбенән-шәбе (императоры) тип әйтелә — Ҡошан дәүләтенең шәкеһе (шаһы) Көни маҡтала (башҡорт телен белмәгән йә һанламаған тикшеренеүселәр “Көни шәке”не “Канишка” тип уҡыйҙар). Күренеүенсә, боронғо Ҡошан дәүләт теле бөгөнгө Башҡортостан дәүләт теле булырға тейешле әсә телебеҙҙән әллә ни айырылмай: император ләҡәбе Көни (Ғәни) — башҡорттоң Көн (ҡояш) яғының йәғни Үҫәргән ырыуының йәки уның үркәндәренең береһенең кешеһе (боронғо Үҫәргән Көн-бие Әлмиҙе хәтерләйек!) тигәнде белдерһә, боронғо башҡорт теленең үҫәргәндәр һөйләшендә “шәке” — “бүре-әсә” тигән һүҙ бит; хәҙерге башҡа телдәрҙә лә һөйләнмеш “шакал” — “шәке-ул” йәғни “бүре-әсәнең улы” (ата бүре) тигән һүҙебеҙ ул. Үҫәргән биш ырыу берлегенең башбабаһы Шүлгән батырҙың имсәк әсәһе изге Әсә-бүре (уны, имеш, изгеләрҙән-изге Йөрәк тау тыуҙырған, Шәке тау төйөк биргән) тип һаналғанлыҡтан, үҫәргәндәр үҙҙәрен шул бүре улдары — шәке, сәке (Геродот тарихындағы сак, скиф ҡәбиләләре) тип тә исемләгәндәр, баш осонда елберҙәүек әләмдәренә изге Әсә-бүре нең башын һүрәтләгәндәр17. Биш ырыу берлеге дәүләтенең тәхетендә ултырмыш Үҫәргән бейенең ләҡәп-титулы ла “шәке” булған (“шаһ” булып фарсыларға күскән). Ә иһә биш ырыулы Үҫәргәндең игеҙәк туғаны — Башҡорт ете ырыу берлегенең башбабаһы Урал батырҙың имсәк инәһе булып изге инәк-эйәк (һыйыр-эйә) һаналғанлыҡтан (уны, имеш, изгеләрҙән-изге Шәке тау тыуҙырған, Йөрәк тау төйәк биргән), башҡорттар үҙҙәрен һыйыр улдары уғыр, уғыҙ (“үгеҙ” тигән һүҙ икеһе лә) тип тә исемләгәндәр, баш осонда елберҙәүек байраҡтарына изге Һыйыр-эйә нең башын һүрәтләгәндәр. Был хаҡта боронғо ҡытайлыларҙың тарихында, башҡорттоң атаҡлы “Уғыҙнамә” тәүәрих хитабында яҙылған. Билдәле булыуынса, “үгеҙҙең (уғыҙҙың) инәһе” тигән һүҙҙе бабаларыбыҙ, йыйнаҡ ҡына итеп, “уғыр-аба” йәки “аба-уғыр” (үгеҙ-апа йәғни үгеҙҙең апаһы — инәһе) тип тә әйткәндәр, ана шул уғыр-аба — ғыраба — корова булып киткән дә урыҫ телендә лә һыйыр мәғәнәһендә нығынған; ә инде аба-уғыр — бауғыр — бәғер (бауыр), бағыр (үгеҙ-улдың бағыусыһы инә-һыйыр) булып үҙгәргән (бына ниңә “бала — бауыр ите” ти бит сал әйтемебеҙ!)... Үҫәргән шәкеләре (шаһтары) һымаҡ уҡ, Башҡорт монархтары ла үҙҙәрен, “һыйырҙың үгеҙ-улы” мәғәнәһендә, ҡоба-уғыр-ул — (ҡобау)- ғырул тип, ә ҡыҫҡартылышта ғорул тип тә ләҡәпләгәндәр, һуңынан шул “ғорул” — “король” ләҡәп-титулы булып киткән. Әйткәндәй, донъя яратылғанда уҡ башҡорттоң һәм уның аша бөтөн кешелек донъяһының башбабалары Шүлгән батыр менән Урал батырҙы имеҙеп бағыусылар итеп тәғәйенләнмеш ана шул Әсә-бүре менән Инә-һыйыр ҙы тыуҙырған изгеләрҙән-изге тауҙарыбыҙҙың икеһе лә — Йөрәк тау ҙа, Шәке тау ҙа һәм башҡа изге тауҙарыбыҙ ҙа донъя халыҡтары хоҙайҙарының (һәм халыҡтарҙың үҙҙәренең!) Тәүтөйәге булмыш хәҙерге Башҡортостан тупрағында бығаса (миллион-миллион йылдар буйынса!) имен ине, теүәл ине, донъя яратылғандан биреле. Эйе, “ине” тимәйенсә әмәл юҡ хәҙер, сөнки ошо егерменсе быуатта ғына золом империяһы үҙебеҙҙе лә, хоҙайҙарыбыҙҙы ла дусар ҡылды геноцид әжәленә; шул арҡала Эстәрлетамаҡтың дәжжал сода комбинаты ҡаш менән күҙ араһында Шәке тауын юҡ итте, инде башҡаларына сират етә (әммә ҡасан да Шәке тауҙы ҡабат өйөп тергеҙергә хаҡ намыҫы һәм рухы тарафынан мәжбүр ителәсәк кешелек донъяһы)...

Ярай, һүҙ ыңғайында һулығып ҡына үкһеүемдер быныһы... Инде “шәке” мәсьәләһенә килһәк, Үҫәргән монархтарының шул Бәкторанан тергеҙелмеш шанлы Ҡошан дәүләтендә лә өҙлөкһөҙ дауамланған, тәңкәләренә һырлап һуғылған баяғы “шәке” ләҡәп-титулы аҙаҡ, Үҫәргән-башҡорттар Күк диңгеҙ яры (хәҙерге Фарсы ҡултығы) буйындағы Башҡорт (Башжарт) тауҙары тирәһендә (хәҙерге Ирандың Башкурд өлкәһе) хәҙерге Иран дәүләтселлегенең башы булған Бүре-әсә (Парсә, Фарсы) дәүләтен нигеҙләгәс, әйтеп үтеүебеҙсә, фарсы монархтарының да “шаһ” титулына әйләнгән; һуңынан ул бында ла, баяғы салдарҙан-сал дәүләтебеҙ Бәктораның император титулы “шәбенән-шәп” тигәнгә оҡшатып, “шәкенең-шәкеһе” (шәкен-шәк) тип ҡабартылғас, һуңғы заман Иран телле (хакимлыҡ итеүселәрҙең тәүгеләре башҡорт телле булғандар!) фарсыларҙа ла ул “шаһин-шаһ” булып китә (мәҫәлән, һуңғы шаһин-шаһ Реза Пехлеви). Әммә Ҡошан монархтары, дөйөм алғанда, тыйнаҡ булғандар, буғай, сөнки көмөш тәңкәләрендә титулдарын күбеһенсә, бер ҡатлы ҡалдырып, “шәке” тип кенә белдергәндәр:

 

Көни-шәке (Канешка)

Һыбай-шәке (Һувешка)

Абыз-шәке (Важушка)

Тора-шәке (Турушка)

Ҡош-аға-шәке (Козгашка).

Ҡабатлап нығытайыҡ: “шәке” тимәк — Үҫәргән биш ырыу “бүре”һе, тимәк. Инде килеп башҡорт ҡарыһүҙен (мифологияһын) белмәгән тикшеренеүсәләрҙең әле булһа баштарын ваттыртыусы сиселмәҫтәй ҙә йомаҡҡа — Ҡошан биш ырыу берлеге нә йәнә лә яҡынлаһаҡ, йомаҡ асҡысы ла шул уҡ башҡорт халыҡ хәтерендә һаҡлана: 1920 йылда бөйөк сәсәнебеҙ Мөхәммәтша Буранғолов тарафынан мәшһүр Ғәбит сәсәндән яҙып алынмыш “Ете ырыу” эпосында (был исемде уға институт кешеләре таҡҡан, ә дөрөҫө “Ун ике ырыу” булырға тейеш), баяғы шанлы Гәрәй батыр (Әр-шәке Һоробүре) нигеҙләгән Бөйөк Ҡошан империһы үҫешендәге яңы баҫҡыс рәүешендәлер, моғайын, ундағы әүәлге биш ырыу берлеге халҡыбыҙ тарихындағы үтелгән бер дәүер итеп ҡаралып18, хәҙер инде ошо берлек ырыуҙарының үҙҙәренә игеҙәк туған ете ырыу берлеге менән уҡмашыр ваҡыт еткәнлеге һәм шул ике берлектең инде дөйөм ун ике ырыулы берлек (башҡорт халҡы) булып ҡабат тупланыуы (бының әүәлерәккеһен беҙ Геродот тарихында күргәйнек) бөтөн ил исеменән фатихаланып хикәйәтләнә. Һәм был ун ике нең берлеге боронғо башҡорт архитектураһында ла баҙыҡ һынланған: ун ике ырыу берлегенең (бөтөн башҡорт халҡының) башында ултырмыш монархтарыбыҙҙың йәйләүҙәге тирмәләре, шул ун икенең мәркәзе икәнде белдертеп, ун ике ҡанатлы итеп ҡоролор булған (мәҫәлән, “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосындағы Сәмәр хандың “ун ике ҡанатлы аҡ тирмәһе”...

Шәкеләрҙең, королдәрҙең тәүтөйәге Күк Урал

Был уҡмашыу, Эске Башҡорт менән Тышҡы Башҡортто дөйөм-бөтөн дәүләткә (империяға) тупламыш тулайым берлек, “Күсәк бей” тигән мәшһүр эпосыбыҙҙа (ҡыпсаҡ варианты) уғата баҙығыраҡ күҙаллана: шанлы Мәсем ханыбыҙ унда, ун ике башҡорт ырыуының бейҙәрен үҙ ҡулы аҫтына бөрөп, контекстан асыҡ төҫмөрләнеүенсә, Көн-Өфө юлы менән Ҡуңыр-Буға юлының шул ун ике ырыу биләмәләп ултырмыш дүрт (“дүрт төрлө ырыу булған”) армыты менән бер юлы идара ҡыла19, тимәк, бөтөн империяның өҫтөнән “шәкен-шәк” (шәкенең шәкеһе) булып тора. Башҡорт эпосында данлы Ҡошан империяһының (исеме аталмаһа ла) иң ырыҫлы бер дәүерен кәүҙәләндермеш был бик мөһим тарихи һындың, Мәсемдең, боронғо Ҡытай һәм боронғо әрмән тарихтарына ла башҡа ләҡәптәре менән баҙыҡланып кергәнлеген күрәбеҙ — барараҡ һөйләрбеҙ быны. Мәсем хандың тәхеткә ултырыу заманы, тимәк, хәҙерге беҙ белгән тоташ милләт — башҡорт халҡының, тарҡаулыҡтан арынып,ошо бер бөтөнгә ҡабат уҡмашыу осоро булыу менән бик мөһим. Һәр хәлдә, классик грек һәм латин сығанаҡтары ла Бөйөк Ҡошан империяһын төҙөүселәрҙе “сактар”, “скиф ҡәбиләләре”, “сараукән”дәр, “асий”ҙар тип билдәләй, былар иһә барыһы ла, инде белеүебеҙсә, изге сәке (сак, скиф) — Әсә-бүре йәғни шул уҡ үҫәргәндәр икәнлекте аңлатып, ә “сараукән” тигәне иһә туп-тура әсәрәүкән — Үҫәргән тәүырыуын исемләй. Боронғо һиндтар ҙа уларҙың, ҡошандарҙың, сак-төркиҙәр икәнлеген, төньяҡтан килгәнлеген21 яҡшы белгән. Боронғо яҙмаларҙа йәнә һуңғыраҡ бер дәүерҙәге шул Ҡошан дәүләте кешеләрен “тохар” ҙар тип, ә Ҡошан дәүләтен Тохарстан тип, ә унан да һуңғараҡ Систан тип атап йөрөтәләр. Һуңғыһының әйтелешенән әсәйстан (Үҫәргән дәүләте) икәнлеге үтә күренеп торһа, тегенеһе (Тохарстан) иһә империя тәхетендә, биш ырыу берлеге Үҫәргән кешеһе урынына, ете ырыу берлеге башҡорт кешеһе ултырғанлығына ишара, ә ишараны аңламаҡҡа халҡыбыҙҙың тәрән тамыры һуҙылмыш тәгәрмәсҡалабыҙ Арҡайым дәүеренә (б.э. тиклем ХVII быуаттан да арыраҡҡа) күҙ һалырға тура килә. Ер, Көн, Ай һ.б. ғаләми есемдәрҙең үҙ күсәре тирәһендә лә, шул уҡ ваҡытта йыһан яҫылығында ла бер туҡтауһыҙ әйләнешен билдәләгән һәм шуның моделе рәүешендә ике тәгәрмәсле, дүрт тәгәрмәсле арба яһап, Көн-Өфө юлы (географик арҡау — широта) менән Ҡуңыр-Буға юлы (географик буйлыҡ — долгота) түтәләренең ҡитға остарынаса тартылмыш армыттары үҙ-ара арҡыс-торҡос киҫешкән Ер Кендеге Арҡайымды ла бит бабаларыбыҙ, тап ана шул әйтелгән моделдәгеләй, Ер Кендегенә (күсәренә) кейҙертеп ҡоролмош көпсәкле, туғынлы, һигеҙ тырнаҡлы тәгәрмәс рәүешендә күҙ алдына килтергән һәм тап шундай тәгәрмәсҡала итеп төҙөгән. Һәм шулай уҡ тоташ ҡитғабыҙҙың да улар үҙҙәре биләгән, тәүҙә — дүрт, унан һуң — һигеҙ, ә артабан ун ике юл армытлы тирә-яҡҡа Көн нурҙарылай тартылмыш периметр сиктәрен дә улар, ғәзиз бабаларыбыҙ, тап тәгәрмәс туғынылай (офоҡ әйләнәһеләй) түңәрәкләтеп күҙаллағандар. Тәгәрмәсҡалабыҙ Арҡайымдың ана шулай тап тәгәрмәс катоҡ-көпсәге һымаҡ итеп ҡоролған һәм Аҡатаҡ (варианттары аҡтау, аҡташ, ҡатаҡ, катоҡ) тип аталған, тәхетендә шәке шыҡайып ултырған үҙәк бинаһы (цитадель) бөтөн туғын (йәки туған — туған ырыуҙар түңәрәге) өсөн дә уртаҡ бер мәркәз булып, туғын (тәгәрмәсҡаланы уратҡан бейек диуар-стена) үҙе дүртәр тырнаҡлы (тыҡрыҡлы) ике яртыға — Үҫәргән (көньяҡ-көнбайыш) һәм Башҡорт (төньяҡ-көнсығыш) яҡтарына бүленгәндәй, тәгәрмәсҡалабыҙ тышындағы биләмәләр туғыны ла (тышҡы офоҡ әйләнәһе лә) шулай уҡ дүртәр юллы ике яртыға — көньяҡ-көнбайышҡа табан Иҙел — Кама дөйөм үҙәненәсә йәйрәмеш Үҫәргән (Эске Башҡорт) һәм төньяҡ-Көнсығышҡа табан Иртыш — Обь дөйөм үҙәненәсә йәйрәмеш Башҡорт (Тышҡы Башҡорт) яҡтарының туғын туғанлығы, тәгәрмәстең көпсәктән сатҡыланмыш тырнаҡтарын үҙенә тоташтырыусы туғынылай, юлдарыбыҙҙың бөтәһен бер юлы беркеткән бер үҙәккә — Туған ( варианттары Туҡан, Тоҡан, Тогон) тәүдәүләтенә туплаған. Һәм ошо “туғын” һүҙе, “тоҡан” тип, ә ҡыҫҡартылышында “тоҡ” (шунан килә түңәрәк ауыҙлы тоҡ-мешоҡ) тип тә бер юлы Үҫәргәнгә лә, Башҡортҡа ла тағып әйтелгәнлектән, ул замандағы был ике яҡтың да этнонимына уртаҡ нигеҙ рәүешендә береккән:

 

1. Тоҡ-Әсә-бүре-Көн — тоҡ-әсәүерген, туҡ-Үҫәргән яҡ (Туҡ йылғаһы аҡҡан яҡ).

Тәүге формуланың телебеҙҙә үҙгәреберәк быуынланышы яңы терминдар тыуҙыра:

Тоҡәсәбү-рә-Көн; бында:

Тоҡәсәбү — Тоҡсаба, Үҫәргәндәрҙең боронғо ырыу ораны (аҙаҡ ҡыпсаҡтарға ла күскән);

Рә — Иҙел һәм Көн (боронғо Египеттың Көн-хоҙайы Рә)Көнә — Көмә, Кама йылға үҙәне; йәнә килеп:

(то) ҡәсәбү — ҡәсәби (Каспий диңгеҙе) — ғасаба, аҫаба — Үҫәргән кешеләре. Үҫәргән биләмәләре туғынының (сиктәрәнең) б.э. тиклем V быуатта уҡ Каспий диңгеҙен көньяҡлап ҡаймалап алғанлығын Геродот тарихында күрәбеҙ: диңгеҙ үҙе Үҫәргән исем төрҙәре (Каспий, Үһәркән — Һирҡан) менән билдәләнеп, көньяҡ яр буйҙары — Һирҡания (Үһәркән өйө), көнсығыш яр буйҙары — сакараукае (сәке-рә-ыҡ йәғни Рә-ыҡ йәки хәҙергесә Иҙел-ыҡ буйҙарындағы Әсә-бүре тоҡомдарының өйө, үҫәргәндәр), көнбайыш яр буйҙары — Каспий (ҡәсәби — аҫаба өйө) тип йөрөтөлә (Геродот буйынса боронғо донъя картаһынан). Йәнә лә терминдарыбыҙ:



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: