Батша шәжәрәләр сығанағы Үҫәргән
Инде ҡабат Үҫәргән сатаһы Йыуасалы ырыуына, уның бөйөк юлбашсыһы — гректарҙың күп быуатлыҡ баҫҡынсылығынан сал-боронғо дәүләтебеҙ Бәктораны ҡотҡарып, үҙаллы дәүләт итеп яңынан йән өргән баяғы Гәрәй-шәке Һоробүре (Аршак Храбрый) Бәһлеүән (Пехлеви) ғали йәнәптәренә әйләнеп ҡайтып, нәҫел-нәсәбен тикшерһәк, Үҫәргәндең борон-борондан уҡ ҡитғабыҙҙағы төрлө дәүләт тәхеттәренә шәкеләр ҙә хандар бирмеш бөйөк батшалар шәжәрәһенән икәнлеген күрәбеҙ. Бәктора бәге Сураш-Тора (Заратуштра йәки Зороастр) һәм уға ҡаршы баш күтәргән Муса (Моисей) пәйғәмбәр, Геродот тарихына теркәлмеш бүре-әсә (парса) дәүләте шәкеләре ғәййәр Кир, Дарий, шулай уҡ Бүре-Өфө-өйө (Парфия), Иран, Ҡошан, Бүре-әсә иле (Берсилия) Хазар, Болғар, Төрки Ҡағанат тәхеттәренең эйәләре һәм беренсе мең йыллыҡтың тәүге яртыһында Ҡафҡазды, Ҡара диңгеҙ буйҙарын, Көнбайыш Европаны бер-бер артлы яулап алмыш Баламбүре (Баламбер), Әттил (Аттила) кеүек шанлы шәкеләр ҙә тап ана шул “бүре тоҡомло” шәжәрәнән ҡарпыған. Бына ошо урында, Гәрәй-шәке Һоробүренең тоҡомдары тәңгәлендә, боронғо Ҡытай яҙма тарихы, боронғо әрмән яҙма тарихы, башҡорт эпосы мәғлүмәттәре барыһы бергә төйнәлеп, ошоларҙы бер-береһенә сағыштырыу ярҙамында тарихыбыҙҙың йомағын сисеү мөмкинлеге асыла. Әрмән батшалар шәжәрәһе лә тамыры менән үҙебеҙҙең Бүре-Өфө-өйө (Парфия) дәүләтенең (б.э. тиклем 250 — б.э. 224) батшалар шәжәрәһенә тоташҡанлыҡтан һәм Бөйөк Ҡошан империяһының шәкеләр (батшалар) шәжәрәһен башлап ебәреүсе шанлы Гәрәй-шәке Һоробүре Бәһлеүән тоҡомонан булғанлыҡтан, әрмән тарихында ошо бөйөк тоҡом (Гәрәй) шәжәрәһенең тәүге байтаҡ быуындары тураһында эҫе мәлендә мәғлүмәт яҙып ҡалдырылып һаҡланған. Бына ул сата ҡайһылай күҙаллана:
|
Гәрәй-шәке (Аршак) Һоробүре Бәһлеүән, 31 йыл батшалыҡ итә, унан ҡала — Арта-сос 36 (Арташес, 26 йыл) — йәнә бер Гәрәй-шәке (Бөйөк Аршак, 53 йыл) — Гәрәй-шәкән (Аршакан, 30 йыл) — Гәрәй-шәнәк 37 (Аршанак, 31 йыл) — Гәрәй-сос (Аршез, 20 йыл) — Гәрәй-шәп-ир (Аршавир, 46 йыл)...
Шулай итеп, бөйөк Гәрәй-шәке шәжәрәһенең сылбыр осо ҡулыбыҙҙа, сылбырҙың һәр дүңгәләгенең тәхеттә ултырыу йылдары ла билдәле. Һәм шулай уҡ сылбыр башын — йыуасалы Гәрәй хандың, Грек-Бәктора тәхетен батырҙарса кире ҡайтарып алып, нисәнсе йылда үҙе менеп ултырыу, тимәк, шундағы шәкеләр шәжәрәһен башлап ебәреү ваҡытын да беләбеҙ: б.э. тиклем 129 йыл. Ошо йылға артабанғы һәр быуын шәкенең тәхеттә ултырыу йылдарын өҫтәп, ул заманда тәхеттә ултырыу ғүмерлек эш булғанлыҡтан, шуның аша уларҙың үлеү йылдарын да билдәләй алабыҙ:
|
Гәрәй-шәке Һоробүре Бәһлеүән вафат булмыш б.э. тиклем 98 й.
Арта-сос — б.э. тиклем 72 й.
Бөйөк Гәрәй-шәке — б.э. тиклем 19 й.
Гәрәй-шәкән — беҙҙең эраның 11 й.
Гәрәй-шәнәк — 42 й.
Гәрәй-сос — 62 й.
Гәрәй-шәп-ир — 108 й. (һулдан һүрәттә).
Тимәк, һуңғыһының өлкән улы Арта-сос (Арташес) тап ошо 108 йылда йәғни беҙҙең эраның икенсе быуаты башында менеп ултырған булырға тейеш тәхеткә. Һәм ул яңғыҙ бала булмай — Гәрәй-шәп-ирҙән улар дүртәү ҡала: әле әйтелгән Арта-сос (Арташес), Ҡаран, Сүрән тигән, шәкелек ләҡәптәре менән билдәле өс улы һәм Ҡошан тигән ҡыҙы (башҡорттоң Ҡошсо ырыуы шул Ҡошанда н башлана, буғай). Был дүрт туған, император-аталарын ерләгәс, ошолай һүҙ ҡуйыша: мираҫ булып уларға ҡалған империя, дүрт юл армыты һандары нисбәтендә, дүрт шәкелеккә (бер үҙәккә бойондороҡло дүрт илгә) бүленә; барыһы өсөн атай урынына ҡалған өлкән ағай Арта-сос — шәкен-шәк (шәкенең шәкеһе — император) булырға ла шул дүртәү араһындағы беренсе (үҙәк) шәкелектәге бөтөн империя баш ҡалаһы Бәһл-Шәкестанда кесе туғандары өҫтөнән бойороп ултырырға тейеш; ә ул өсәү уның рәхимле ҡулы аҫтындағы империяның ҡалған өс шәкелегенең шәкеләре — император оло ағаға бойондороҡло тәхет эйәләре итеп тәғәйенләнә. Шәкелектәрҙәге (дүрт юл армыттарындағы) шәкегә буйһонған ырыу башлыҡтары — бейҙәр итеп тә ошо дүртәүҙең тоҡомдары ҡуйыла. Йәғни, башҡорт эпосында әйтелеүенсә:
|
Шул заманда дүрт төрлө ырыу булған икән...
... Мәсем хандан бүләк ерҙә торған икән.
Тимәк, ырыу башлыҡтарына уларҙың ырыу ерҙәренең — изге Тора (Тәүрат) китабындағы Яхве (Дәү Хоҙай), тәүәрихтәрҙәге ярым ҡарыһүҙи Оғуз хан, тарихи Сыңғыҙ хан (ә аҙаҡ урыҫ “аҡ батша”һы) тарафынан “бүләк ителеү” алымы (берәгәйле үҙәккә бойондороҡлолоҡ ҡануны) бында ла күҙәтелә. Бөтә мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, Бөйөк Ҡошандың дәүләт ҡоролошо, ошолай, борон-борондан килмеш тәгәрмәсҡалабыҙ (Арҡайым) рәүешендә үҙәкләштерелгән башҡорт дәүләтселлеге ҡанундарына бәйле: дөйөм ер тәүҙә ҡап-уртаға — Эске Башҡорт (әрмән тарихындағы “көньяҡ” ярты — башҡорт эпосындағы Сәмәр хан иле) һәм Тышҡы Башҡорт (әрмән тарихындағы “төньяҡ” ярты — башҡорт эпосындағы Мәсем хан иле) яҡтарына бүленеп, һәр ике ярты бер юлы тағы ҡап-уртаға бүленеүҙән бөтәһе дүрт юл-иләү — дүрт шәкелек хасил була. Шул уҡ ваҡытта һәр шәкелек эсендә өсәр тәүырыу (шәкенең үҙенең ырыуы һәм урындағы уға буйһонған ике бейҙең ырыуы) берләшкәнлектән, килеп сыға бөтөнө ун ике тәүырыу — башҡорт халҡыныңј ун ике тәүырыу берлеге. Иң өҫтә (берәгәй үҙәктә) бөтөнөһө өҫтөнән бойороп ултыра “дүрт ҡуллы” шәкен-шәк (император), йәғни уның “дүрт ҡулы” аҫтында — дүрт шәке, һәр шәкенең ике ҡулы аҫтында — ике бей, һәр бейҙең уң ҡулы аҫтында — батыр, һул ҡулы аҫтында — аҡһаҡал-шаман (йәки таман) һәм бармаҡ аралары — ырыу аралары... Затлы дүрт туғандың ошолай итеп һүҙ ҡуйышыуы, әлбиттә, үлере алдынан аталары әйтеп ҡалдырған васыятты тотоу нәҙере булғандыр. Бына ниңә был бүленеш дүрт нәҫелдә быуындан-быуынға ҡануни мираҫ ителәсәк, тырышып үтәләсәк, тип ҡабул ҡылалар. Һәм уларҙың һәммәһе лә затлы тоҡом — бөйөк Гәрәй-шәке Һоробүре Бәһлеүән шәжәрәһенән икәнлектәрен донъяға мәңге белдереү өсөн, дүрт туғандың һәр береһенә Гәрәй-шәке бабанан ҡалмыш Бәһлеүән (әрмәнсә Пахлав, фарсыса Пехлеви, ҡытайса “хэулэу-булэ” — бәһлеүән-бүлә) ләҡәбе беркетелә: Арта-сос Бәһлеүән, Ҡаран Бәһлеүән, Сүрән Бәһлеүән, Аҫаубағабатыр Бәһлеүән (әрмән тарихында аспахапет пахлав); һәм уларҙың тоҡомдары бөтәһе лә бәһлеүәндәр заты, тип йөрөтөлә. Ысынлап та, тап башҡорт эпосындағыса икән шул:
Дүрт ырыуҙың дүрт башҡа булған аты,
“Бәһлеүән” — һәр ҡайһының ата заты...
Әле генә исемдәре атап кителгән дүрт бер туған бәһлеүәндәрҙең һуңғыһының “Аҫау-баға-батыр” тигән, батшаларға хас булмаған исеменең ҡыҙыҡлы сәбәбе бар. Ул заманда унда тәхеткә ҡатын-ҡыҙ ултырмағанлыҡтандырмы, юғиһә әллә император ҡыҙының, Ҡошандың, үҙенең теләге буйынсамы, Ҡошан-бикә урынына уның Аҫаубағабатыр ләҡәпле ире шәке итеп ҡуйыла. Ә уның был ләҡәбенә килгәндә, был бик батыр яу башлығы — кавалерия сәрғәскәре (командующийе) булған, шуға күрә уға баяғы маҡтаулы “аҫау (ат) бағыусы батыр” ләҡәбе бирелгән булған һәм, шәке булып тәхеткә ултырғас та, шул ләҡәбе һаҡланған... “Ошо тәртиптәге уларҙың хакимиәте оҙаҡ йылдар буйынса, шәжәрәләре тамам өҙөлгәнсе дауам иткән”38. Ләкин хакимлыҡ итеүсе был дүрт тармаҡ араһындағы нәҙер-килешеү ҡайһылыр бер заманала боҙола: Сүрән Бәһлеүән шәкелеге менән Аҫаубағабатыр Бәһлеүән шәкелеге шәкеләренең, үҙәк ҡыҫымын тарһынып, сикәләре тартыша башлай: шәкен-шәк (император) ниңә был икәүҙең ҡулдарына ирек бирмәй, ә үҙенең үҙәк шәкелегенең йоғонтоһон сит илдәргә киңәйтә лә киңәйтә? Күрәһегеҙме, Үҫәргән диңгеҙе буйындағы ҡөҙрәтле Бүре-Өфө-өйө (Парфия иле) лә, Күк диңгеҙ яғындағы Бүре-әсә (Фарсы иле) лә оло аға Арта-сос бәһлеүән ырыуы шәкелегенең үҙенең генә елән итәге аҫтына инеп бара: тиҙҙән ундағы тәхеттәргә лә оло аға ырыуының кешеләре генә ултыртыласаҡ, ә быларҙың, кесе бер туғандарҙың, ырыуҙары һаҡал һыпырып ҡаласаҡ... Һәм йәшерен һүҙ ҡуйышалар: борон-борондан уҡ үҙҙәренең бүре нәҫелдәре бойороп ултырған Бүре-Өфө-өйө (Парфия) тәхетенә үҙ ырыуҙарының шәкеһен ултыртырға ла уның ҡул аҫтына баяғы Фарсыны ла ҡушырға. Кем белә, бәлки, Бөйөк Ҡошан империяһының да үҙҙәре яҡ ҡап-яртыһын айырып алып, үҙаллыланыу, үҙенә башҡа империя төҙөү ниәте лә булғандыр. Тәүге мәлдә ошо йәшерен эште, Ҡаран Бәһлеүән шәкелегенең шәкеһен дә күндереп, өстаған рәүешле башлауҙары ла ихтимал, сөнки был берҙән-берәүҙең (императорҙың) ҡыҫымынан арындыртҡыс дөйөм эшкә ул ырыу ҙа йылдам ҡатнашмай ҡалмаҫ, ә өстаған таймаҫ, тигән мәҡәл бар...
Әммә хәл иткес сәғәттә Ҡаран Бәһлеүән иләүенең ҡара фетнәгә ҡатнашмайынса ҡалыуы, шул арҡала теге ике иләү кешеләре тарафынан, дөйөм эшкә хыянатсы рәүешендә, дошман иләү (ырыу) һанала башлауы мәғлүм. Һәр хәлдә, фетнә уңышлы барып сыға: 224 йылда Бүре-Өфө-өйө (Парфия) тәхетенә, тәхет эйәһен (сығанаҡтарҙа ул ике төрлө — Артабан V тип тә, Артавазд тип тә ләҡәпләнә) үлтереп, үҫәргәнле Бәк-сәсәндең улы Бабаҡ тан (башҡорт эпосындағы “ир-Бабсаҡ” тан) тыумыш улан ҡанға мансылған шул тәхеткә Артыш-ир (Арташир)
йәғни батырлыҡта атаһынан да арттырып ебәреүсе Ир ләҡәбе менән менеп ултыра. (Һүрәттә: Артыш-ир (Күсәк бей), Иран дәүләтен нигенҙләүсе башҡорт).
Был Артыш-ир, ысынлап та Ир икәнлеген бөтә донъяға күрһәтеп, баяғы боронғо Үҫәргән дәүләте Бүре-әсә (Фарсы) илен, Ҡошан империяһының йоғонтоһонан көс менән ҡайырып алып, үҙенең тәхете ултырған Бүре-Өфө-өйөнә (Парфияға) килтереп ҡуша һәм ошо Каспий диңгеҙенән алып Күк (Һинд) оҡеандың Бүре-әсә (Фарсы) ҡултығынаса йәйрәп-киңәйгән шәкелекте (шаһлыҡты) инде уны тәхеткә ултыртҡан баяғы “дөйөм эш”кә (фетнәгә) хыянат итмеш һәм үҙенең хас дошманына әүерелмеш Ҡаран Бәһлеүән (эпостағы Ҡарағөлөмбәт) иле Торанға (йәки Туранға — был атама Тора тау исеменән алынған) ҡаршы ҡуйып, үҙенең баяғы маҡтаулы “Ир” ләҡәбе менән ул киң илде (яңы империяны) “Ирән” — Иран тип атап ебәрә; тап бына шунан һуң тарихта бер-береһенә ҡаршы ҡуйылыуы менән бөтә донъяға билдәле Торан (Туран) иле һәм Иран иле төшөнсәләре барлыҡҡа килә, был иһә боронғо эпостарға, дастандарға (мәҫәлән, Фирҙүсиҙең “Шаһнамә”һенә) һеңешә. Ә ғәмәлдә Торандың да, Ирандың да байтәхеттәрендә ултырыусы шәкен-шәктәр (шаһин-шаһтар) шәжәрәләрен бер үк Үҫәргән шәкеләре тәшкил иткән, хакимлыҡ ҡылыусы һарайҙарҙың телдәре лә бер үк башҡорт теле булған (һуңынан ғына Иранда ул хәҙерге башҡорттарға аңлайышһыҙ иран-фарсы теленә әүерелгән). Шулай итеп, ул дәүерҙәге Бөйөк Ҡошан империяһы сифатында һынланмыш Торан иленең ғүмер баҡый ут күршеһе һәм ҡан ҡәрҙәше булған Бүре-Өфө-өйө (Парфия) кинәт кенә уға дошманлыҡлы Иран иленә әйләнә, ә Торан иленең баяғы “Ир” ләҡәбе менән Артыш-Ирҙе Иран тәхетенә ултыртышҡан фетнәсел ике шәкелеге шул Иранға буйһона39, тәхетендә ғәмәлдә шул уҡ Үҫәргәндең Сәсән бәге тоҡомдары ултырмыш сәсәдәр (сасаниды) Ираны барлыҡҡа килә. Ирандың был сәсән шәкеләр шәжәрәһе тоҡомдарының ысынлап та үсүн-үҫәргәндәр икәнлеген ҡытайлылар тарихы (Хань Шу, 96а бүлек) дөрөҫләй: “Сәсәндәр дәүләте шәкеһенең баш ҡалаһы Няофей (Көн-Өфө-өй. — Й.С.) үҙәнендә... халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре, өҫ-баш кейемдәре үсүндәрҙеке менән бер. Малдары менән һыулы һәм үләнле ерҙәргә күсенеп йөрөйҙәр. Ғәмәлдә боронғо сактар улар” (ә сактар һәм үсүндәр — шул уҡ үҫәргәндәр бит).
Артыш-ирҙең тәхеткә ултырыу ваҡиғалары, ысынлап та, башҡорт эпосы “Күсәк бей”ҙәгеләй барып (һуңғараҡ ентекле ҡарарбыҙ), ырыу-ара дошманлыҡ, ҡан ҡойошло үҙ-ара бәрелештәр, ҡон алышыуҙар рәүешендә сағыла. Ул осор Ҡошан империяһындағы һәләкәтле болаларҙы, дүрт юл-иләү башҡорт шәкеләре һәм бейҙәренең императорлыҡ тәхете өсөн үҙ-ара рәхимһеҙ ҡыйышыуҙарын ғибрәтләнеп күрәбеҙ. Һөҙөмтәлә дүртәү өҫтөнән ҡабат өҫтөнлөк алыусыһы кем булған һуң? (Аҫтағы һүрәттә Ҡошсо улы Ҡот-Абыз – Хосров).
Сығанаҡтарҙы сағыштырып ҡарағанда, боронғо ҡытайлылар яҙған, “үҙенән башҡа дүрт бейҙе буйһондороп, үҙен батша итеп иғлан ҡылған, һикһән-дән ашыу йәшәп үлгән Киоцзюкю” 40 һәм әрмәндәр ҙә яҙған шундай уҡ шөһрәт-ле һәм тәржемәи хәлле, исем-ләҡәбе уларҙа ике төрлө яҙылышлы “батша Ҡосров//Хосров” (ҡош-ырыу йәғни Ҡошсо ырыуы тигән һүҙ, 217-252 йылдарҙа батшалыҡ итә)41 һәм шул дәүер Бөйөк Ҡошан импери-алдарына (тәңкәләренә) яҡты йөҙөн сырайлатып ҡалдырмыш Ҡош улы Ҡот-абыз (Кужула Ҡадфиз) — өсөһө бер үк әҙәм, үҙебеҙҙең (башҡорт) әлегәсә иҫән-аман Ҡошсо ырыуының исеме менән ләҡәпләнмеш шәкен-шәк (император) булып сыға: Киоцзюкю — Ҡош-шәке; Ҡосров һәм Хосров (икеһе бер) — Ҡош-ырыу; Ҡуджула — Ҡош улы (Бөйөк Ҡошан империяһының архитекторы тип йөрөтөлмөш императорыбыҙ). Тимәк, беҙгә таныш дүрт бала атаһы мәрхүм Арта-сос (Арташес) шәкенең (Хосров-Парвездың тип тә тоҫмаллайҙар) ҡыҙы Ҡошом-Буран бикәнән (был бикә бер йыл батша тәхетендә лә ултырған) “Ҡошсо” ләҡәбе алып дауамланмыш “Ҡошсо ырыуының улы Ҡот-абыз” тигән мәғәнәлә була был бөйөк императорыбыҙҙың ләҡәбе. Уның тәғәйен Ҡошом (Ҡошсо) ырыуынан сыҡҡанлығы үҙ заманында тап шул Ҡошом-ҡыҙ өлөшөнә тейгән 3-сө шәкелеккә (тимәк, тарих менән эпосты ҡатнаштырып әйтһәк, Хосров-Мәсем хан ырыуы ерҙәренә) яҡын — хатта терәлеп торғандай итеп башҡорт эпосындағы Ҡарағөлөмбәт (әрмәнсә, Ҡаран — 4-се шәкелек) ырыуы ерҙәренең күрһәтелеүе менән дә дөрөҫләнә:
Мәсем ханға ерҙәре яҡын булған...
Тимәк, был Хосров-Мәсемде тыуҙырған Аҫаубағабатыр Бәһлеүән (Ҡошом) шәкелеге менән Ҡарағөлөмбәтте тыуҙырған Ҡаран Бәһлеүән шәкелеге бер-береһенә терәлешеп торғандар — ут күршеләр булған икән. Тарих менән эпос бергә төйнәлмеш ошо тәңгәлдә, күренеүенсә, заманында дүрт бер туған йөкмәгән нәҙер буйынса, шул дүрткә саталанмыш шәжәрәнең фәҡәт Арта-сос сатаһына тейешле шәкен-шәк (император) тәхетенә, ни сәбәп менәндер, быға “тейешһеҙ” Ҡошом (Ҡошсо) сатаһының кешеһе менеп ултырған булып сыға — заманаһы шулай ҡушҡандыр инде... Империяның бер юлы бөтә төбәктәренең, шул иҫәптән Әрмәнстан тигән төбәктең дә, шәкеләре өҫтөндәге шәкен-шәкеһе (шаһин-шаһы) булған был Ҡошан императоры боронғо әрмән тарихында, баяғыса, әрмән күҙенән ҡарап, Ҡосров һәм Хосров (йәғни Ҡош-ырыу) тип тә, Тиридат II (217-252 йй. батшалыҡ итә) тип тә ләҡәпләнә лә, бәғзеләргә, Әрмәнстандың ғына батшаһы булған икән ул, тип яңылыш һығымталарға юл ҡалдыра. Хосровтың әгәр Ҡош улы Ҡот-абыз (Ҡуджула Ҡадфиз) икәнлеген һөйләмеш баяғы мәғлүмәттәрҙе таныһаҡ, ошо хата юйылыр, Бөйөк Ҡошан империяһы тарихындағы байтаҡ серҙәр, аҡ таптар асыҡлана төшөр...