Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 7 глава




Баяғы Иран — Туран ҡаршы тороуына бәйле һуғыштарҙың береһендә күрше Рим императоры Филипп ярҙамында Хосров (Мәсем) үҙенең ҡан дошманы булып өлгөргән баяғы Арташирҙың (Күсәктең) ғәскәрен шаҡтай ҡыйратып, Ассирияны Ирандан тартып ала. Ошо еңеүенән һуң, баяғы, үҙенән йөҙ ҡайырмыш фетнәсел туғандарына, бергәләшеп Арташирҙан (Күсәктән) тамам үс алырға тип, икенсе тапҡыр өндәшеп ҡарай; уларҙың иң лайыҡлыһын, бергәләшеп Арташирҙы (Күсәкте) бәреп төшөргәс, Иран тәхетенә ултыртырға, шуның менән уның шәкелек хоҡуҡтарын быуындан-быуынға мираҫ ҡылмалы шартнамә яһарға ла вәғәҙә бирә, әммә тегеләре барыбер риза булмағас, боронғо тарихсы һүҙҙәре менән әйткәндә, “Хосров тәрән ҡайғыға сума... Шул саҡ дәүләттең төпкөл өлөшөндәге (Уралдағы. — Й.С.) намыҫлыларҙан намыҫлы ырыуға юлландырған илселәре ыңғай хәбәр алып ҡайта: үҙеңдең ҡан ҡәрҙәшең Бәк-сәсән (Вехсачан) үҙенең Ҡаран Бәһлеүән ырыуы (Үҫәргән иләүе. — Й.С .) менән Арташирға (Күсәккә. — Й.С .) буйһонманы, ә һиңә ярҙамға килә, тиҙәр улар” 48. Тимәк, эпосыбыҙ буйынса әгәр ҡараһаҡ, Ураҙ ханды үлтереп тәхеткә ултырмыш үҙ ейәне Күсәк (Арташир) мәкеренә ҡаршы Мәсем хан (Хосров) яҡлы булып яуға күтәрелеүсе Бәк-Сәсән һәм уның ырыуы ҡайын (Үҫәргән) Бөйөк Ҡошан дәүләтенә (конфедерация үҙәгенә) шундай ҙа фиҙакәр тоғролоҡ һаҡлағаны өсөн дә шул Ҡошанда “намыҫлыларҙан намыҫлы ырыу” булып таныла. Ә Иран яҡлылар өсөн ул, ҡайын (Үҫәргән) ырыуы, улар фетнәһенән (“уртаҡ эш”тән) бил тайҙырғаны өсөн, әлбиттә, “вәғәҙәһен боҙоусы” ырыу һанала һәм Үҫәргәндең изге “бүре-әсә” мәғәнәһендәге боронғо бер ырыу ләҡәбе ҡайын, “хаин” вариантында, тап хәҙергеләй “хыянатсы” мәғәнәһенә эйә була (шуға күрә лә Үҫәргән ул ләҡәбенән арына — онота)...

“Күсәк бей” эпосында ла ошо “намыҫлыларҙан намыҫлы” Үҫәргән ырыуы, ҡыпсаҡтар араһында таралғанса, “хаин” ырыу һ.б. тип яманланһа ла, ул ырыуҙың заманында бөтә Ҡошанға таныҡлы һәм боронғо әрмән тарихсылары ла иғтибарлап яҙып ҡалдырған иң күркәм сифатын аманатҡа тоғролоҡло шул уҡ ҡыпсаҡ сәсәндәре лә, ил хәтеренән, телмәренән төшөрмәйенсә, һаҡлап алып ҡалдырғандар эпоста (тап боронғо әрмән тарихсылары теркәгән иң юғары баһа уларҙа ла нәҡ шул килеш яңғырай):

 

Дүртенсе ырыу аты хаин булған,

Мәсем ханға ерҙәре яҡын булған;

Бары берҙәй намыҫлы, осҡалаҡ халыҡ...

Тимәк, ул дүртенсе шәкелектең шәкеһенең тарихи исем-ләҡәбе — Бәк-Сәсән, ныҡ иҫтә тотайыҡ шуны. Бәк һәм Сәсән тигән ике һүҙҙән хасил был; беренсеһе — ырыу башлығы бәклекте (бейлекте), икенсеһе сәсәнлекте белдергәнлектән, атаһы менән әсәһе ҡушҡан булмайынса, йәмғиәттә тотҡан урынына ҡарап, һуңынаныраҡ бирелгән ләҡәптер ул. Тарихҡа ла шуның менән теркәлгәс, күп төрлө исем-ләҡәптәре араһында шөһрәтлерәге булғандыр. Сөнки “төркиҙәр европалылар һымаҡ түгел: тыуғандан алып үлгәнсе бер генә исемдә ҡалмайҙар. Төркиҙең исеме уның йәмғиәттә тотҡан урынын күрһәтә һәр саҡ. Малай сағында уға ҡушамат тағыла, үҫмер саҡта — ләҡәп, ирәйгәс — дәрәжә; әгәр ҙә ул хан икән, хан булғанға тиклемге хакимдарлыҡ баҫҡысының һәр аратаһына күтәрелгәне һайын яңы дәрәжә өҫтәлә”. Мәҫәлән, ашина (шуна — Әсә-бүре) тип ләҡәпләнмеш Үҫәргән ырыуы төҙөгән Төрки Ҡағанаттың бер ханының тәүге ләҡәбе Ҡош булһа (өҫтәрәк әйтеп үтелмеш билдәле Ҡошом-ҡыҙ — Аҫаубағабатыр Бәһлеүән тоҡомолор! — Й.С.), — ти Л.Н. Гумилев, — шуға тағы яңылары өҫтәлә бара: Яҡын (ханға яҡын туған), Еңде (һуғышта еңде), Бүкән-хан (бағана-хан)49... Бәк-Сәсәндең шул уҡ шәкелектәге Ҡыпсаҡ ырыуынан түгел, ә Үҫәргән ырыуынан сыҡҡанлығын әйткәйнек, быны йәнә, өҫтәлмә рәүешендә, уның “Сәсән” ләҡәбе лә дәлилләй, сөнки ул һүҙ әс-әс (ҡартәсә-бүре) тигән һүҙҙең ҡыҫҡартылмыш “сәс” төрөнә “ән” сығанаҡ килеш ялғауы теркәлеп яһалған: сәс-ән — сәсән йәғни башбабаны имеҙеп үҫтергән ҡартәсә-бүре тураһында, уның изгелектәрен мәҙехләп, “сәс” (һүҙ) сәсеүсе, һөйләүсе (хәҙерге сыуаш телендә “сәс” — тауыш). Төп терминдың тулы күренеше иһә әсәс-әсәр (“ҡартәсә-һоро” мәғәнәһендә, сөнки әсәр — сәр — һор, һоро) булып, сәсәндәр ауыҙынан сәселеүсе “һүҙ-әҫәр” булып та аңлашылған; сәсән-әҫәр тигәндән йәнә әҙәбиәтебеҙҙең “сәсмә-әҫәр” термины ла яралғандай — сәсәндәребеҙ сәсеп ҡалдырмыш шиғыр ҡатыш проза һүҙле изге китабыбыҙ Авестаны һәм эпостарыбыҙҙы тап шулай билдәләйбеҙ бит. Тимәк, сәсәнлек институты — Үҫәргән яҡ яртының ҡаҙанышы. Ә башҡорт яҡ яртының ҡаҙанышы булған шиғри һүҙ менән йыраусылыҡ институты, икенсе башбабаны имеҙеп үҫтереүсе Һыйыр-эйәбеҙ ҡоба-эйер (ҡобайыр, йыр; шул “һыйыр”ҙың боронғо бер әйтелеш төрө иһә “сығыр” — шығыр, шиғыр) тигән изге инәкәйҙе һәм ул имеҙеп үҫтергән башбабаны данлап, изге китабыбыҙ Ригведаны һәм “Урал батыр” һымаҡ шиғри ҡобайырҙарыбыҙҙы тыуҙырған. Йыраусыларҙың бик боронғо береһе, ҡартатайыбыҙ Һабрау, “Иҙеүкәй менән Мораҙым” ҡобайырында ололап иҫкә алына, был иһә баяғы ҡоба-эйерау (ҡоба-йырау) — Һабрау ул (“һ”-лаштырылып йыйнаҡлатылған өлгөһө). Үҫәргәндең “сәс” тигәне “һүҙ” булып әүерелгәндәй, башҡорттоң “ҡобайыр”ы ла “ҡобар” (хәбәр, говор) — шул уҡ мәғәнәлә йөрөй...

Әлхасил, Ураҙ (Артабан V) ханды үлтереүсе һәм уның тәхетен тартып алыусы, тарихи Иран тәхетенең сәсәндәр шәжәрәһен башлап ебәреүсе Арташир I- ҙең (Күсәкт ең) башҡорт эпосына бәйле тарихи ерлеген ентеклерәк байҡайыҡ (сөнки был эш тәүтапҡыр башҡарыла). Шуныһы әһәмиәтле — тарихи мәғлүмәт буйынса, Папаҡ//Бабаҡ улы Арташирҙың ҡартатаһы Сәсән ҡайҙағылыр Истәк-ер (Истахр) дәүләтенең шәкеһе (батшаһы) булған 50. Истәк-ер — башҡорт ере, Башҡортостан, тигән һүҙ, йәғни ул саҡтағы Бөйөк Ҡошан империяһының Үҫәргән менән Ҡыпсаҡты берләштермеш, биләмәләре Уралдан алып Сырдарьяғаса һуҙылмыш “төньяҡ” йәки Ҡаран яҡ яртыһы ул. Арташирҙан башланмыш Иран шаһтары (пехлевиҙары) шәжәрәһенә исеме бирелгән шул Сәсән — әйтеп үтеүебеҙсә, үҙ ейәненә йәғни мәкерле Арташирға ҡаршы һуғышта Арташирҙың ҡан дошманы Хосровҡа ярҙамға ташланырға әҙер “намыҫлыларҙан намыҫлы ырыу” Үҫәргән етәксеһе Бәк-Сәсәндең үҙе ул. Тимәк, йомаҡ сиселә бара: Арташир I-ҙең ҡартатаһы Сәсән һәм Арташир I-гә ҡаршы һуғышҡа уның ҡан дошманы Хосров яҡлы булып сыҡҡан “намыҫлыларҙан намыҫлы” ырыу юлбашсыһы Бәк-Сәсән — икеһе бер үк шәхес, Үҫәргән бәге Сәсән (Бәк-Сәсән). Ырыу йолаларын боҙоп мәкерләнгән — әсәһе яғынан үҙ олатаһын үлтергән һәм тәхетен тартып алған ейәненә ҡаршы сығырға ысынлап та уны намыҫы бойорған, бына ниңә уның ырыуы император Хосровтың үҙе тарафынан, лайыҡлы рәүештә, “намыҫлыларҙан намыҫлы” тип баһаланған... Һәм уның улы (фетнәсел ейәненең атаһы) Бабсаҡтың (тарихтағы Бабаҡтың) исеме лә саф Үҫәргәнсә бит: баба-әсәк (бабабыҙ Әсә-бүре, тигән һүҙ), Бабсаҡ. Боронғо сит телдәрҙә ул, урталағы “с” өнө юйылып, тәүҙә “бабаҡ”ҡа, ә һуңынан тарихи “папаҡ”ҡа әүерелгән. Тимәк, Үҫәргәндән сыҡмыш һәм Ҡыпсаҡ ырыуына батыр итеп ҡуйылмыш Бабсаҡ (Башҡортостандың хәҙерге Бөрйән районында “Ҡыпсаҡ батыры Бабсаҡ” ерләнгән тау бар, һөйәктәрен археолог Н. Мәжитов соҡоп алып юғалтҡан). Әгәр ҙә шулай икән, ни өсөн һуң эпосыбыҙҙа был Үҫәргән тоҡомло “ҡыпсаҡ”ты Үҫәргән батыры Ҡарағөлөмбәт үлтерә? Эпосыбыҙҙа хәтәр һунарҙағы “арыҫлан”ға бәйле ҡанлы мажара артында хәтәрерәк тарихи ваҡиға ятмаймы? “Арыҫлан” да шулай уҡ сәсәндәребеҙҙең тарихи фактты әкиәтигә әүерелдермеш аллегория алымы түгелме?!. Әгәр ҙә шулай икән, алдыбыҙҙа халыҡ ауыҙ-тел ижадына хас төрлө заманаларҙың бер нөктәгә күсерелеше — тәғәйен бер ваҡиғалы яҡыныраҡҡы бер заманаға тупланышы тормаймы? Ошо йәһәттән тикшереп ҡарағанда, халыҡ тормошондағы иҫтә ҡалырлыҡ тәғәйен ваҡиғаларҙың нисек итеп ғөмүми аһәңле эпосҡа әүерелә йәғни тарихтың әкиәткә әйләнә барыуын күрәбеҙ.

Әйтәйек, б.э. тиклем I быуат урталарында Рим империяһының Бүре-Өфө-өйөнә (Парфияға) сиктәш Сүриә өлкәһендә Рим сәрғәскәре (ғәскәр башлығы) Марк Красс арыҫландай дәһшәтле хәрәкәт иткән; урындағы халыҡ уны, ҡасандыр Александр Македонскийҙы Зөлҡәрнәйен (“ике мөгөҙлө” йәғни үгеҙ) тип ләҡәпләгәндәй, “Арыҫлан” тип йөрөтөүе ихтимал. Э. Биккерман хронологияһына ҡарағанда, бына шул һуғыш суҡмары б.э. тиклем 54 йылда Сүриәнән ғәскәрҙәрен Парфия сигенә туплап, тәхетендә ысынлап та Ураҙ хан (Ород II, б.э. тиклем 58-39) ултырмыш шул үҫәргәндәр иле Парфияға ҡаршы һуғышҡа әҙерләнә. Бүре-Өфө-өйө (Парфия) һәм Бөйөк Ҡошан, ут күршеләр булыу менән бергә, бер үк телдә һөйләшеүсе ҡан-ҡәрҙәштәр, ике дәүләттең тәхет эйәләре лә бер үк бүре-шәкеләр (үҫәргәндәр) шәжәрәһенән икәнлеген, ике дәүләт һәр яҡлап тығыҙ бәйләнештә йәшәүен, тышҡы дошмандарға ҡаршы берҙәм һуғышыуын беләбеҙ. Шуға күрә, яуыз Марк Красстың Парфияға ябырылыу ҡурҡынысы Бөйөк Ҡошанға ябырылыу итеп һаналған һәм Бөйөк Ҡошандың ул саҡтағы шәкен-шәкеһе бөйөк Гәрәй-шәке (бөйөк Аршак, өҫтәрәк килтерелгән шәжәрәне ҡарағыҙ) үҙенең бөйөк империяһының бөтөн дүрт юл-шәкелек башҡорттарына ла һөрән һалып, батырҙарын йыртҡыс Марк Крассҡа (“Арыҫлан”ға) ҡаршы оло яуға саҡыра; эпосыбыҙҙа ул Мәсем хан итеп бирелгән. Эпоста күрһәтелгәнсә, бөтә дүрт шәкелек ғәскәрҙәре лә (һәм, әлбиттә, Парфия ғәскәрҙәре лә) үҙҙәренең сәрғәскәр-батырҙары юлбашсылығында Марк Крассты (“Арыҫлан”ды) аулар өсөн Сүриә сигенә туплана. Э. Биккерман хронологияһы буйынса, б.э. тиклем 53 йылдың май айында Марк Красс (“Арыҫлан”) ғәскәре Сүриәнән Парфия өлкәһе Месопотамияға дөрөп керә, ләкин Рим ғәскәрҙәре, шундағы Карры ҡалаһы янындағы ҡаты һуғышта еңелеп, сәрғәскәре Марк Красс (“Арыҫлан”) үлтерелә һәм уның ҡырҡылған башын Бүре-Өфө-өйө (Парфия) сәрғәскәре Сүрән батыр үҙенең хакимы Ураҙ (Ород II) ханға улъя (трофей) итеп ебәрә. Һәм тап бына ошолай башланалыр ҙа инде эпостағы ырыу-ара дошманлыҡ нисбәттәре. “Арыҫлан”ды үлтереүен беренсе булып хәбәр итеүсе Сүрән, ләҡәбенән асыҡ күренеүенсә, Сүр (Үҫәргән) ырыуы һәм шул ырыуҙың киләсәктә донъяға Бабсаҡты (Бабаҡты) бирәсәк араһының Үҫәргәндәр дәүләте Парфияла хеҙмәт итеүсе яугире булырға тейеш. Әммә, баяғы “Арыҫлан”ды мин үлтерҙем, тип, Үҫәргәндең Бөйөк Ҡошанға хеҙмәт итеүсе икенсе бер батыры дәғүәләшкән, императоры ҡаршыһына “Арыҫлан”дың һул (һул — Үҫәргән яғының, уң — башҡорт яғының билдәһе) ҡолағын килтереп һалған булһа кәрәк. Ул саҡтарҙа ла Үҫәргән тубы ифрат ҡеүәтле булып, Ҡыпсаҡ ырыу батыры итеп тә Үҫәргәндең баяғы Сүрән — Бабсаҡ араһы кешеләре ҡуйылғанлыҡтан, ошо дәғүә үҫәргәндәр менән ҡыпсаҡтарҙың ырыу-ара дәғүәһенә һәм империяның 4-се шәкелек (Ҡаран Бәһлеүән) менән 3-сө шәкелек (Аҫаубағабатыр Бәһлеүән) араһындағы хатта беҙҙең замандарғаса үҙен һиҙҙерткән ҡаршылыҡтарға әүерелгәндер, һәм “Арыҫлан” дәғүәһенән һуң ике йөҙ етмеш бер йыл үткәс, Сүрән Бәһлеүән һәм Аҫаубағабатыр Бәһлеүән шәкелектәренең, баш бирмәй, император Ҡош улы Ҡот-абызға (Мәсем ханға) ҡаршы мәкерле фетнәһенең яман орлоҡтары ла тап ошонда игелгәндер, моғайын; был орлоҡтар аҫтыртын шытып сығып, тәүҙә Үҫәргәндең баяғы Сүрән араһы кешеһе Бабсаҡты, шул уҡ Үҫәргәндең ике йөҙ ҙә етмеш бер йыл элек “Арыҫлан” өсөн Сүрән менән дәғүәләшкән араһының кешеһе Ҡарағөлөмбәттән үлтертеүгә, шунан һуң Бабсаҡ улы Күсәктең тәхет өсөн үҙ олатаһы Ураҙ (Артабан V) хандың һәм Ҡарағөлөмбәт батырҙың да башына етеүенә килтерә. Ҡон алғанда һәм тәхет хаҡында һүҙ барғанда, билдәле, ҡан ҡәрҙәшлек онотола, ғауғаны ла уҡ-һаҙаҡ йәки ҡылыс ҡына хәл ҡыла...

 

 

Бөрйән (“бер йән”) ырыуы тыуған йыл

Эпосыбыҙ буйынса, әсәһенең ҡарынында килеш атаһынан ҡалғандан һуң, үгәй атаһы Ҡарағөлөмбәт йортонда тыуып, үҫә биргәс, үҙ атаһы Бабсаҡты (тарихи Папаҡты) шул үгәй атаһы үлтергәнлеген ишетеп, олатаһы Ураҙ хан (тарихи Артавазд-Артабан V) йортона (Бүре-Өфө-өйөнә — Парфияға) ҡасып (күсеп) китмеш малай аҡтығы, Бәк-Сәсәндең ейәне, үҙенең шул тәржемәи хәленә — ҡасаҡлығына (күсәк легенә) бәйле, Ҡасаҡ (Күсәк) тип ләҡәпләнеп, эпосыбыҙға ла шул ләҡәпле — Күсәк бей булып килеп керә. Күсәк (Ҡасаҡ) хәлендә булыуына ла ҡарамай, Үҫәргән батыры Ҡарағөлөмбәттән атаһы ҡонон алырға тип, бәләкәстән үк үсләшеп йәшәй башлай. Шул маҡсатында ул үҙе ҡасып китеп һыйынған Бүре-Өфө-өйөнән (Парфиянан) ғәскәр менән баяғы Ҡарағөлөмбәт батыр хеҙмәт иткән Ҡошан империяһына — Мәсем (Хосров) хан иленә ябырылмаҡҡа, олатаһы Ураҙ хандан ғәскәр һорағандыр, моғайын, ә олатаһы ризалыҡ бирмәгәндер, сөнки бит Мәсем хан Ураҙ хандың, ут күршеһе булыу менән бергә, ауырлыҡты һәр саҡ берҙәм күтәрешкән тоғро ҡан ҡәрҙәше ләбаһа (икеһе лә үҫәргәндәр!) — теге яҡтағы яһил Рим империяһына ҡаршы тороуҙа беренсе таянысы. Һәр хәлдә, эпоста был хаҡта әйтелмәһә лә, бына былайыраҡ тоҫмаллана ул ваҡиғалар тарихи ерлек арҡылы: атаһының ҡонон ҡайтарыу үсе менән күҙен ҡан баҫҡан Күсәк, шомло маҡсатын бойомға ашырмаҡҡа, иң тәүҙә “ҡартайып алйыған” олатаһы бойороп ултырмыш Бүре-Өфө-өйө (Парфия) тәхетен үҙ ҡулына төшөрөү һәм, шул илдең ҡеүәтле ҡәскәре ярҙамында, тирә-яҡтың бөтә ваҡ батшалыҡтарын буйһондороусы ҡануни өҫтөнлөктө (ҡағанлыҡ вазифаһын) Бөйөк Ҡошан империяһында төп урын тотмош 1-се шәкелектән ҡайырып алыу өсөн, теләһә-теләмәһә лә, теге фетнәсел ике шәкелек ҡорған мәкерле хөсөттәрҙең төп башҡарыусыһына әүерелеп, олатаһы Ураҙ ханды үлтерә лә тәхетенә үҙе менеп ултыра һәм үҙен ундағы яңы батшалар шәжәрәһен башлаусы Артыш-ир (Арташир) I тип иғлан ҡылып, олатаһының шанлы ғәскәрен алып, ҡасандыр атаһының башына еткән Ҡарағөлөмбәттең Үҫәргән (“хаин”) иләүенә ябырыла, ҡон алыу хаҡына Ҡарағөлөмбәтте барлыҡ нәҫел-нәсәбе менән ҡуша ҡыра башлай:

 

Ҡөлөмбәттең өҙҙө тәүҙә һул ҡолағын,

Ҙурлығы тибенгеләй мул ҡолағын;

Былар бары атайымдың ҡоно өсөн, тип,

Тағы йолоп алды уның уң ҡолағын.

Ҡолағын икеһен дә йолоп алды

(Батырҙың күҙенә ҡан тулып алды);

Өҫтөндә бер нәмә лә ҡалдырмаҫтан,

Ҡара әкәнең кейемен һыпырып алды.

Күлдәк-ыштан — барыһын да систерә, ти,

Тағы үҙен аттай ҡылып бестерә, ти;

Ҡәҙимге ҡаҙаҡтарҙың дөйәһендәй,

Моронон да биҙәләп тиштерә, ти...

Баҫтырҙы ул Ҡөлөмбәтте арты менән,

Атам ҡонон алам, тиеп, шарты мәнән;

Ҡарағөлөмбәт ухылдап ҡоланы, ти,

Биленә тоҫҡап алмас уҡты тартыу менән...

Үҫәргән батшалар шәжәрәһенең бөтә донъяға билдәле сәсәндәр (сасаниды) тармағын башлап ебәреүсе ошо яугир Артыш-ир (Арташир) I Бабсаҡ (Папак) улы — йәғни Үҫәргән бәге Бәк-Сәсәндең ейәненең, ә башҡорт эпосындағы атаҡлы Күсәк-бейҙең, тормошоноң серле булып ҡалмыш тәүге осорон ғәрәп тарихсылары Ибн әл-Әсир, Табари, Балғами һәм грек руханийы Евтихий (929 йылда үлгән) ентеклерәк тасуирлай. Улар төҫмөрләүенсә, Артыш-ирҙең (Арташирҙың) ҡартатаһы, ә Папактың атаһы Сәсән Истахр[10] ҡалаһына яҡын бер өлкәнең бәге һәм шундағы Инәһөтө (Анахита) хоҙайбикә ҡорамының[11] әжерсеһе (жрецы) булған һәм шул Парса (Бүре-әсә — Үҫәргән. — Й.С.) иленең шәкеһе Бойороҡ-маһирҙың (Бозоргмихр) ҡыҙына өйләнгән. Бойороҡ-маһир үлгәс, уның тәхетенә ҡыҙы яғынан ейәне йәғни кейәүе Сәсәндең улы Бабсаҡты (Папак) шәке итеп ултырталар. Бабсаҡ (Папак) үҙенең баяғы кесе улы Артыш-ирҙе (Арташирҙы йәки эпостағы Күсәк-бейҙе), батша улына лайыҡлы белем алһын өсөн, Дарабгирд[12] ҡалаһы башлығы Бабайҙың (Бабуйа) һарайына уҡытырға ебәрә. Бабай иһә Артыш-ирҙе (Арташирҙы) тап үҙенең балаһылай яҡын күреп тәрбиәләй һәм вафаты алдынан уға Дарабгирд ҡалаһының башлығы булыуҙы васыят ҡылып ҡалдыра. Ошолай түрә булып алған Артыш-ир (Арташир) атаһы Бабсаҡ (Папак) һәм бер туған ағаһы Шәп-ир (Шаппур) менән берләшеп, Парса шәкеһе Бойороҡ-маһирҙы тәхетенән бәреп төшөрәләр, Бабсаҡ (Папак) менән уның улы Шәп-ир (Шаппур) икәүләшеп тәхеткә ултыралар. Тап шул хыянаты өсөндөр инде, моғайын, башҡорт эпосының Ҡарағөлөмбәт батыры Бабсаҡты үлтерә, ләкин үҙе лә Бабсаҡ улы Күсәк-бей (Артыш-ир) ҡулынан үлә. Һөҙөмтәлә Шәп-ир (Шаппур) ҙа тәхеттән ҡолатылып, урынына Артыш-ир (Арташир) үҙе менеп ултыра һәм тирә-яҡ өлкәләрҙе яулап алырға тотона. Үҙенең атаһы урынына ҡалған, Артыш-ирҙе “үҙенең улы кеүек күргән” (Фирҙәүси. Шаһнамә, VI том, М., 1989, 96-сы бит) тәрбиәсеһе, Бүре-Өфө-өйө (Парфия) батшаһы Артабан V ғали йәнәптәренә лә дәһшәтле ҡул күтәрә ул. 224 (йәки 226) йылда Хормиздакан (Термез) уйһыулығындағы һуғышта Артабан V еңелеп, Артыш-ирҙең ҡулынан шәһит китә, уның данлыҡлы Бүре-Өфө-өйө (Парфия) дәүләте йәшәүҙән туҡтай. Урынына үҙенең “Ир”лек (Иран) дәүләтен төҙөп, Артыш-ир (Арташир) уның беренсе батшаһы була ла Үҫәргән батшалар шәжәрәһенең сәсәндәр (сасаниды) тармағын башлап ебәрә...



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: