Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 11 глава




Абызыйҙың донъяға мөғжизәле килеү легендаһы ла боронғо башҡорт мифтарына тартым: уның әсәһе, имеш, төшөндә күкрәгенә Көн-Ҡояш ҡапланыуын күргән һәм шунан буйға ҡалған. Балаһын тапҡан сағында ла тирә-яҡты мөғжизәле яҡтылыҡ балҡытып, тәмле-татлы хуш еҫтәре донъяны аңҡытҡан. Малайы иһә тыумыштан уҡ өс йәшлек бала дәүмәлендә булып, шунда уҡ үрмәләп тә киткән, өс айҙан уҡ тәпәй баҫҡан һәм бер йәшендә һөйләшә лә башлаған. Тиҫтерҙәренән айырмалы рәүештә, ифрат та киң күңелле, ҡыйыу, тәрән аҡыл эйәһе булып үҫкән ул. Мыҡты кәүҙәле, тәүәккәл, оҫта һәм тапҡыр яугир егет атта һыбай шәп елгән, атҡан уғы иле ҡалынлыҡ тимерҙе тишеп үткән. Егеттең император (абызый) буласағына ишаралап, ҡара төндәрҙең береһендә уның йоҡлаған тәңгәлен мөғжизәле яҡтылыҡ балҡытҡан, быға ил хайран ҡалған.

Ул осорҙа Ҡатай-көҙәндәр иле һигеҙ йәйләү-ҡорҙан торған, һәр йәйләү-ҡор менән башҡор (ҡорбашы) етәкселек иткән. Өс йыл һайын шул етәкселәрҙең береһен дөйөм һигеҙ ҡорҙоң башлығы — «баш-ҡор-т» (һуңғы «т» — күплек ялғауы, бөтәһе бергә «ҡорҙарҙың башы» тигән мәғәнәлә) итеп һайлағандар, бына шунан «башҡорт» этнонимы барлыҡҡа килә, буғай. 860 — 873 йылдар арауығында Сөйәр исемле кенәз-башҡорт тирә-яҡ ерҙәрҙе яулап, ил биләмәләрен киңәйтә башлай. Унан һуңғы кенәз-башҡорт Сөндәй иһә көньяҡтағы Ҡытай ерҙәренә лә йыш ябырыла.

Буласаҡ абызыйҙы дөйөм һигеҙ ҡорға кенәз-башҡорт итеп һайлағастары, ул уғата яугирлеген арттырып, көнбайыштағы ҡан-ҡәрҙәштәре яғына ғәййәр хәрби сәфәр ҡыла ла биш ырыулы Үҫәргән-ҡыпсаҡтарҙы (кумосиҙарҙы), ете ырыулы Бәжәнәк-башҡорттарҙы (шивэйҙарҙы) үҙ дәүләтенә ҡуша.

Көндәрҙән бер көндө уғата көнбайышҡараҡ ҡөҙрәтле хәрби сәфәрен ҡылып, хәҙерге Һарытау (Саратов) ерендәге һарыбаш бәжәнәк-башҡорттарҙы (желтоголовых шивэй) буйһондороп ҡайтып килгәнендә, ҡәҙимге ил сигендә уны ете йәйләү-ҡорҙоң кенәз-башҡорҙары абайлатмаҫтан ҡулға алып, хөкөм алдына ҡуйып, ата-бабанан килгән һайлау ҡанун-йолаһын үтәүҙе талап итәләр. Баҡты иһәң, был Ҡанлы улы Абызый, илдең төп ҡанунын боҙоп, туғыҙ йыл (өс һайлау осоро!) буйына өҙлөкһөҙ биләп ултырған байтәхетте, шуға күрә язаһын алырға тейеш. Кенәз-башҡортлоҡтоң атрибуты булған байраҡ менән барабанды хөкөмсөләренә тапшырып, Абызый үҙе яулап алған Ҡытай ерҙәрендәге Ҡытай-ҡалала (Ханьчэн), үҙенең йәйләү-ҡоро менән генә булһа ла, айырым һәм үҙ аллы йәшәргә рөхсәт ҡылыуҙарын үтенеп, ете кенәз-башҡорҙоң ризалығына ирешә. Ләкин шуның менән ете башҡор үҙҙәрен үлемгә дусар иткәнлектәрен һиҙмәй ҙә ҡала: байтәхеттән улар алып ташлаған уҙаманыбыҙ баяғы ҡытайҙар араһында артабан ифрат көсәйеп, ете кенәз-башҡорҙоң башына етә лә бөтә һигеҙ йәйләү-ҡорҙо яңынан үҙ ҡулы аҫтында берләштерә. Үҙе юҡта тарҡалған бәжәнәк-башҡорттарҙы, үҫәргән-ҡыпсаҡтарҙы ҡабат бер усҡа бөрөп, өҫтәүенә төньяҡтағы тунгустарҙы, көнбайыштағы башҡа төркиҙәрҙе яулап ала, бөтә тирә-яҡ ҡәүемдәрҙе дер-ҡалтыратып тота Ләкин уҙамандың мөҡәддәс маҡсаты — ҡытайҙарҙың бөйөк Күк Улы һымаҡ уҡ абызый (император) булыу ине, ә бының өсөн шул сифатта уны көндәш Ҡытай императоры танырға, фатихаһын бирергә тейеш икән...

Ул заманда Ҡатай-көҙәндәрҙән көньяҡтараҡ бер-береһе менән йәнтәслим алышыусы Тан һәм Лян исемле ике Ҡытай дәүләте хакимлыҡ итә. Тан дәүләтен Үҫәргәндең сатаһы (шатаһы) — Шато (Түңгәүер) ырыуының ҡытайса исемле Ли кэ-юн уҙаманы нигеҙләгән дә император булып менеп ултырған. Хәйләкәр һәм тапҡыр Абызый уның менән бер туғандар булышырға, Лян дәүләтенә ҡаршы бергәләшеп көрәшергә шартнамә төҙөшә. Ләкин аҙаҡ шул биргән һүҙен боҙоп, баяғы Лян һарайы менән яҡынлаша башлай. Шуныһын да әйтәйек: Абызый ҡытай телендә бик яҡшы һөйләшкән һәм яҙышҡан. Абызыйға илсе булып килгән Ҡытай чиновнигы Яо Кунь шуны шаһитлай: «Ҡытайса яҡшы белгән Абызый миңә әйтте: «Мин ҡытай телен беләм, ләкин бер ваҡытта ла ул телдә һөйләшергә баҙнат итмәйем, сөнки халҡым миңә эйәреп ҡытайса һөйләшә башлар, ә был хәл иһә яугирҙәремде бахырйәндәргә һәм әргендектәргә әйләндерер, тип ҡурҡам». Йәғни Абызый туған халҡын ҡытайлашыуҙан ҡурсаларға, үҙ туған телен һәм мәҙәниәтен үҫтерергә тырышҡан. Әйткәндәй, уның менән бер үк осорҙа йәшәгән һәм ҡытайҙарҙың баяғы Тан дәүләтендә императорҙар булып ултырған Түңгәүер (Шато) башҡорттары, затлы Ҡытай һарайҙарында ялтыр Ҡытай ебәгенә төрөнөп һәм тәмле-татлы Ҡытай тәғәмен ейеп, бисәлеккә Ҡытай ҡыҙҙарын алып, илле-алтмыш йыл эсендә туған телен дә, мәҙәниәтен дә онота — шау-ҡытайҙарға әүерелә...

Дөрөҫ, Ҡытай һарайҙары менән сетерекле дипломатик уйындар ҙа уйнап ала уҙаман. Әйтәйек, баяғы Ҡытай дәүләте Ляндан Гао Цин исемле илсе килгәс, Абызыйыбыҙ уның менән бергә Ҡытай һарайына үҙенең майлыһын (мэйли) — ҡатыны яғынан яҡын туғаны Зәләйҙе юлландыра. Үҙенең абызый (император) титулын дөрөҫләттертеү өсөн ул уның аша ваҡытлыса түбәнселеккә лә бара: Ҡытай императорына яҙып ебәргән хатында үҙен уның солтаны (вассалы) итеп таный ҙа үҙен тәхеткә күтәреүҙе үтенә. Ләкин был барып сыҡмағас, 916 йылда ул бөтәһен үҙе хәл ҡылып, Күктәге рухтар исеменән үҙен үҙе император — Күктән төшкән Абызый итеп күтәрә. Селәү (Шулюй) ырыуынан булған хәләл ефете лә “император ҡатыны Селәү” тип иғлан ҡылына, уға ла «императорҙың Ерҙән күтәрелгән ҡатыны» тигән хөрмәтле титул бүләк ителә. Ә дәүләткә Сиҙәм (Цидань) исеме бирелә[16] — Ҡатай-көҙәндәрҙең шанлы императорҙар шәжәрәһе башлана. Император ҡатыны ла Абызыйҙың үҙенә тиң икәнлеген күрһәткес текстар бар.

 

 

4 [O'fo'2] [O'fo'3]

 

Император Абызыйҙың ҡатыны Селәү [17] [O'fo'4] (Шулюй) ырыуынан сыҡҡан һәм көҙән ерҙәрендә тыуған көҙән ҡыҙы ине. Уның балалыҡ ысын исеме Йәлидә (Юэлидо). Алыҫ бабаһы Насир (Носы), сығышы буйынса уйғыр. Унан тыуған Вәйнин, унан тыуған Шансы (Шэньсы), унан тыуған Буға (Погу). Буға иһә кенәз Йондоҙсо (Юньдэцзя) ҡыҙына өйләнеп, уң тарафтағы оло йәйләүҙә йәшәгәнендә уларҙан буласаҡ император ҡатыны Йәлидә тыуған.

Император ҡатыны донъяның торошона ҡарап сығарған ҡарарҙарында ҡыйыулығы һәм һығылмалылығы менән айырылып торҙо. Абызыйҙың хәрби сәфәрҙәренә һәм халыҡ менән идара итеүенә ҡағылышлы ниәттәре тураһында фекер алышыуҙарҙа ҡатнашты һәр саҡ.

Бер мәл Абызый, Дансян ҡәбиләһенә ябырылыу өсөн, сүл аша сәфәр сыҡҡанында, ҡатынын йорт-ерҙе һаҡларға ҡалдырҙы. Ике шивэй ҡәбиләһе, Хуантоу һәм Сюбо, Абызыйҙың юҡлығынан файҙаланып, уның йортона ябырылмаҡҡа ғәскәрҙәрен берләштерҙе. Ошоно белгән император ҡатыны уларҙы ғәскәр башында тороп ҡыйыу ҡаршыланы. Дошманға ғәййәр ташланып, башкөлләй тар-мар итте. Шунан һуң император ҡатынының даны шаулатты бөтә тирә-яҡты.

Император ҡатынының әсәһе һәм ҡәйнәһе бар ине, бер саҡ улар, һике йөҙлөгөнә ултырып, уның баш эйеп сәләмләүен көттөләр. Әммә император ҡатыны әйтте: «Күккә генә баш эйәм мин, ләкин бәндәләргә баш эймәйем!».

Һуңғы Тан Ҡытай дәүләтенең беренсе императоры Ли Цунь-сюйҙың атаһы — Үҫәргән сатаһы (шато) йәғни түңгәүер башҡорто Ли Кэ-юн (856 — 908) Ҡытай генерал-гөбөрнәтере вазифаһында Ҡыуанһыу (Хуанхэ) йылғаһының төньяғындағы ерҙәр менән идаралыҡ иткәнендә, ярҙам өмөт итеп, көҙәндәр менән дуҫлашты һәм Абызыйҙы — үҙенең ағаһы, уның ҡатынын үҙенең апаһы итеп таныны.

911 йылда үҙен Дәү Йән (Великое Янь) дәүләтенең императоры итеп иғлан ҡылған Лю Шоу-гуань бер заман барлыҡ көс-ҡеүәтен юғалтҡас, ярҙам һорап көҙәндәргә үҙенең хәрби кәңәшсеһе Хань Янь-хуэйҙы ебәрә. Абызый, үҙенә баш эйеп сәләм биреүҙән баш тартҡан Хань Янь-хуэйға асыуланып, уны ҡулға алғас һәм далаға ат көтөргә ебәргәс, императорҙың ҡатыны Абызыйға әйтә: «Хань Янь-хуэй үҙенең императорына тоғролоҡ бурысын тайпылышһыҙ үтәне. Заманабыҙҙың лайыҡлы кешеһе ул. Яраймы ни уны көтөүлектәр һәм ат һарайҙары менән мыҫҡылларға? Уны хөрмәтләп үҙебеҙгә хеҙмәткә саҡырырға кәрәк».

Абызый Хань Янь-хуэйҙы ҡайтарып ала, уның менән әңгәмәләшеп, уны яратып, үҙенең баш кәңәшсеһе яһай. Артабан Хань Янь-хуэй уның билдәле яранына әйләнә.

Көньяҡ Тан Ҡытай дәүләтенең императоры Ли Бянь ебәргән илселәр Абызыйға көслө дөрләп яна торған май килтереп тапшыра: «Әгәр ҡаланы штурмлағанда күҙәтсе башняларын ошо май менән яндырһаң, дошман утҡа һыу һипкән һайын ул уғата көслөрәк дөрләп янасаҡ», — тип белдерә улар. Шатланған Абызый шунда уҡ утыҙ мең һыбайлы һайлап алырға ла Ючжоуға һөжүм итергә ниәтләнә.

Император ҡатыны, көлөмһөрәп, былай ти: «Кем дә булһа майҙы һынап ҡарау өсөн генә башҡа дәүләткә һөжүм ҡылғанын ҡасан ишеткәнең бар?» Шунан һуң, тирмә алдындағы тирәккә күрһәтеп әйтә: «Ҡабыҡһыҙ ҡалып үҫә аламы был ағас?» — «Юҡ», — тип яуаплай Абызый. Шунан һуң император ҡатыны әйтә: «Ючжоу ҡалаһы ла ошо тирәккә оҡшаш. Әгәр беҙ ҡала янына өс мең һыбайлы ҡуйһаҡ, улар тирә-яҡты талап ҡоротһа һәм ҡаланы аҙыҡһыҙ ҡалдырһа, бер-ике йыл да үтмәҫ — үҙенән-үҙе бөләсәк ҡала. Ниңә улай ҡабалан һәм уйламай эш ҡылырға! Уңышһыҙлыҡҡа осраһаҡ, ҡытайҙар көләсәк бит беҙҙән, ә йәйләүҙәребеҙ беҙҙе ташлап китәсәк». Абызый үҙ ниәтенән төңөлә.

Император ҡатыны хәрби эштәрҙә лә маһиралығын күрһәтә: килмешәк һәм Ҡытай яугирҙәре араһынан ул һайлап алып төҙөгән ике йөҙ меңлек гвардия шул тиклем дә яҡшы була ки, был ғәскәрҙе, ҡиммәтле ынйы мәрйененә тиңләп, ынйы ғәскәр, тип йөрөтәләр...

Абызыйҙың вафатынан һуң (926 йыл) уның ҡатыны, ире артынса уҡ гүргә кереү өсөн, бер нисә тапҡыр үҙенә ҡул һалырға итә, ләкин, улдарының әсенеп илауы арҡаһында, уң ҡулын ғына сабып өҙә лә шуны Абызыйҙың ләхетенә һала. Ошонан һуң һарайҙа ла, илдә лә «императорҙың ҡулы сабып өҙөлгән тол ҡатыны» тип атайҙар уны... Үрге баш ҡалала [18] иргә тоғролоҡ ҡорамы ҡорола, сабып өҙөлгән ҡул манараһы суҡайтыла һәм ядкәр-һәйкәлташ ҡуйыла.

Әйтергә кәрәк, император ҡатыны, ҡулындағы хакимиәтте аҡыллы файҙаланып, император тәхетенә уртансы улы Туғанды (Дэ-гуанды) ултырта, уның заманында әсәне «императорҙың тол ҡатыны» тип йөрөтәләр.

Абызыйҙың вафатынан һуң императорҙың тол ҡатыны ошо Селәү, бөтә юлбашсыларҙың (ырыу бейҙәренең) ҡатындарын сәйгә саҡырып: «Бына мин тол ҡалдым, һеҙ ҙә минең һымаҡ булырға тейеш», — тип белдерә. Шунан һуң уларҙың ирҙәрен йыйып, ҡаршыларында аяғөҫтө баҫып тороп һорай: «Мәрхүм императорҙы һағындығыҙмы?» Бөтәһе лә: «Нисек итеп һағынмаҫҡа, ти, инде — беҙ бит мәрхүм императорҙың игелектәрен күп күрҙек», — тип яуаплағас, император ҡатыны шунда уҡ: «Әгәр һағыныуығыҙ хаҡ булһа, уның менән күрешергә китергә тейешһегеҙ», — тип белдерә лә бөтәһен дә үлтертә.

Әгәр ярандары араһында ҡаты бәғерле һәм мәкерле бәндәләр фашланһа, император ҡатыны уларға: «Ҡылыҡтарығыҙ тураһында минең исемдән мәрхүм императорға барып хисап бирегеҙ!» — тиер ҙә ҡәбер янына килтереп үлтертер ине. Төрлө осорҙа шулай үлтерелеүселәрҙең һаны йөҙәрләп иҫәпләнде. Ниһәйәт, Абызыйға баяғыса сәләм алып китергә Пинчжоу өлкәһе уҙаманы Чжао Сы-вэнгә сират етте.

Әммә Чжоу Сы-вэндең һис кенә лә унда киткеһе килмәгәс, императорҙың тол ҡатыны былай ти: «Һин мәрхүм императорға хеҙмәт иттең һәм уның яҡыны инең. Шулай булғас, ниңә уның янына бармаҫҡа итәһең?» Чжао Сы-вэнь дә юғалып ҡалмай: «Әгәр яҡындары тураһында һүҙ барһа, уның һеҙҙән дә яҡынырағы юҡ ине. Әгәр башлап һеҙ китһәгеҙ, мин дә һеҙҙең арттан эйәрермен».

Императорҙың тол ҡатыны: «Мин императорға эйәреп ер аҫтына китеүҙән баш тартмайым, әммә уның артынса уҡ китә лә алмайым хәҙер, сөнки күрәм: балалар әле бәләкәй һәм дәүләт башлығыбыҙ юҡ», — тип уфтана ла, баяғыса, ҡулын сабып өҙөп, шуны ҡәбергә һала. Шулай итеп Чжао Сы-вэнь үлемдән ҡала...

Император ҡатыны ғүмеренең ахырында тәхет өсөн барған һарай ыҙғыштарында еңелеп, үҙенең ейәне — уюй тигән император тарафынан Маҙаһыу йылғаһы буйына Абызый ҡәбере янына һөрөлә һәм шунда 953 йылда етмеш биш йәшендә вафат була...

Ҡытай тәүәрихтәрендә яҙылған хикәйәт был.

Император ҡатынының тәржемәи хәле миҫалында башҡорт йәмғиәтендәге ҡатын-ҡыҙҙың тотҡан юғары урынын күрәбеҙ. С.И. Руденко үҙенең «Башкиры» (М. — Л., 1955; 268-енсе бит) монографияһында яҙғанынса, «башкирские женщины пользовались относительно большей свободой, чем у многих других мусульманских народов».

 

 

 

Ҡатай-көҙәндәрҙең Сиҙәм дәүләтенә император Абызый үҙе сәсеп киткән тос орлоҡтар уның яугир улы император Туған (Тай-цзун) заманында көр шытып һәм яҡшы уңыштар биреп, ҡытайҙарҙың цивилизацияһы менән ярышырлыҡ та алышырлыҡ һәм уларға үҙенең Ҡатай (Ҡытай) исемен беркетерлек Ҡатай цивилизацияһы барлыҡҡа килә, Абызыйҙан мираҫҡа ҡалған данлы Сиҙәм дәүләте аҙаҡ үҙенең бөйөк Дәү Олояу (Дао Ляо) исемен ала.

Әйткәндәй, Ҡатай-көҙән бабаларыбыҙҙың нисек итеп тәхеткә яңы император ултыртыу йолаһы ла бик ҡыҙыҡлы. Ҡытай тәүәрихселәре ошолай һүрәтләй уны:

 

«Йоланы үтәмәккә бәхетле көн һайлап алына. Шул көн килерҙән элек үк, зал һәм ҡорбан салғыс төҙөлә. Ҡорбан салғыс түбәндәгесә ҡорола. Бейек итеп ҡоро сытыр өйөлә, уның өҫтөнә өс ҡат бүрәнә түшәлә, шулар өҫтөнә ҡорбан салғыс ҡуйыла. Былар бөтәһе йөҙ чи оҙонлоҡ кейеҙ менән көпләнеп, кейеҙ өҫтөнә аждаһалар һүрәтләнгән дүрткел мендәрҙәр һалына. Шулай уҡ императорҙың «икенсе тыуыу» йорто (әсәһенә арнала), императорҙы эҙләп табып «таныу» йорто төҙөлә.

Император «икенсе тыуыу» йортона керә һәм әсәһенән икенсе тапҡыр тыуыу йолаһын үтәй. Шунан һуң уны һигеҙ йәйләү-ҡор аҡһаҡалдары, алдынан, артынан һәм ике яғынан тотанаҡлап, залдың төньяҡ-көнсығышындағы [19] «тәхеткә күтәреү» мөйөшөнә оҙата Ҡояшҡа табынғас, император атҡа менә. Ат ҡараусылары итеп уның майлылары — ҡатыны яғы туғандары араһынан аҡһаҡалдар һайлап алына. Император атта елеп барғаны ыңғайында ергә ҡолап төшә [20]. Ат ҡараусылар һәм оҙатып барыусылар уға кейеҙ бөркәндертә.

Шунан һуң император убаға күтәрелә, ә юғары чиновниктар һәм төрлө ҡәбиләләрҙең башлыҡтары алыҫтан тороп уға баш эйәләр. Шунан һуң император атсапҡын аша хәбәр һала: «Элекке император Күккә ашты, ләкин олаталары һәм ағалары ҡалды, шулар араһынан лайыҡлыны һайларға кәрәк. Минең яҡшы яҡтарым юҡ, дәүләт менән идара итә аламмы ни мин?»

Чиновниктар яуаплай: «Беҙ мәрхүм императорҙың игелектәрен күп күрҙек, һеҙ ғали янаптарҙың беҙгә мәртәбәле яҡшылыҡтары күп тейҙе, шуға күрә бөтәбеҙ ҙә бөтә йөрәктән һеҙгә хеҙмәт итергә теләйбеҙ. Нисек инде беҙ башҡа ниәттә булайыҡ!»

Император иғланлай: «Әгәр ҙә мин һеҙҙең теләкте үтәһәм, бүләген дә, язаһын да ғәҙел бирермен. Игелектәр эшләгәнегеҙҙә мин һеҙҙең чиндарығыҙҙы күтәрермен һәм вазифаларға тәғәйенләрмен. Енәйәттәр ҡылғанығыҙҙа мин һеҙҙе хеҙмәттәрегеҙҙән ҡыуырмын һәм үҙемдән ситләтермен. Әгәр әмерҙәремә буйһонар булһағыҙ, үтенесегеҙҙе уйлап ҡарарға тейешмен».

Бөтәһе лә яуаплай: «Беҙ император әмерҙәренә буйһонасаҡбыҙ». Ошонан һуң император үҙен «таныған» шул ерҙе билдәләргә тупраҡтан һәм таштан уба өйҙөртә. Шунан ул ҡайтып китә лә мәрхүм императорҙарҙың һүрәт-һындары алдында баш эйә һәм чиновниктарҙы туй табынына йыя.

Иртәгәһен император «тәхеткә күтәреү» залынан килеп сыға. Йәнуҙаҡтарының (телохранителдәренең) өлкән башлығы уға ҡорбан салғыс эргәһенә күтәрелергә ярҙамлаша. Аждаһа айбарлы дүрткел мендәрҙәргә бабалар рухтарының ете ҡорамдан килтерелгән табличкалары ҡуйыла. Чиновниктар төньяҡ һәм көньяҡ төбәктәрҙең канцлерҙары башлығында түңәрәккә теҙелеп, һәр береһе, кейеҙ ҡырыйын ҡалҡытып, тәбрик телмәре һөйләй. Шунан һуң «иң мөһим йәшерен эштәр» идаралығы башлығы уны тәхеткә күтәреү тураһындағы яҙыулы йәшмә табличка менән йәшмә мөһөр (мисәт) килтерә. Чиновник яҙыуҙы уҡып ишеттерә, шуның артынса «иң мөһим йәшерен эштәр» идаралығы башлығы хөрмәтле титул иғланлай һәм императорға тапшыра шуны. Бөтә чиновниктар өс тапҡыр: «императорға ун мең йыллыҡ ғүмер!» — тип һөрәнләп баш эйә. Канцлерҙар, көньяҡ һәм төньяҡ идаралыҡтарҙың бөйөк кенәздәре һәм төрлө ҡәбиләләрҙең башлыҡтары бүләк итеп берәр көтөү ерән һәм аҡ һарыҡ тапшыра. Император кейем алмаштыра ла вафат булған императорҙарҙың һын-һүрәттәре алдында баш эйә. Шунан һуң, яңы императорҙың тәхеткә ултырыуын Күккә хәбәр итер өсөн, ҡорбан салғыслы сытыр өйөмөн ут төртөп яндыралар. Император чиновниктарҙы байрам табынына йыя, биләгән вазифа кимәлдәренә ҡарап һәр береһен бүләкләй»...



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: