Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 16 глава




Ғалимдарыбыҙ иртә урта быуат ғәрәп легендаһы “Ләйли һәм Мәжнүн”, урта быуаттың бөйөк шағиры Низамиҙың “Ләйли вә Мәжнүн” поэмаһы һәм башҡорттоң бик боронғо “Буҙйегет” ҡиссаһы сюжеттарын бөтәһе өсөн уртаҡ бер нигеҙ сюжетҡа ҡайтарып ҡалдырыуҙары менән шулай ҙа хаҡлылыр. Әле һүҙ барған Шата Ырыҫтаулының да әҫәренең “мижнүр” (мәжнүн) мотивы тамыры менән шуға ереккәнлектән, мәсьәлә былай тора: әйтелгән ул өс әҫәрҙең ҡайһыныһы баяғы нигеҙ сюжет та ҡайһыныһы ҡайһыныһынан күберәк алған, әллә юҡһа өсөһө лә, йә кәмендә икеһе булһа ла, тигеҙ күләмдә байытышҡанмы бер-берен?..

Низамиҙың тулыһынса һәм теп-теүәл ғәрәп (шағир Ҡайс ибн әл-Мүләүвах һәм уның һөйгәне Ләйли тураһындағы легенда) сюжетын ҡулланыуы бәхәсһеҙ — ике тамсы һыуҙай тап килешәләр. Шул уҡ ваҡытта башҡорт ғалимдары “Буҙйегет”те, Низами тәьҫиренә илтеп таҡһалар ҙа, был юҫыҡта уның “Ләйли вә Мәжнүн”е тураһында һүҙ алып бармауҙары менән хаҡлылар — фәҡәт уның “Хосров вә Ширин”ының һәм “Буҙйегет”тең финалдарының (ғашиҡ йәндәр һәләкәтенең) берҙәй тип әйтерлегенә генә һылтаналар (ә башҡа оҡшашлыҡ юҡ). Әммә ләкин был “берҙәйлек”, тыштан ғына оҡшаш һымаҡ күренһә лә, башҡорт ҡиссаһында ҡырҡа айырыла: һөйгәне менән ҡауыша алмаған Буҙйегетте хан ҡатилдары, ҡылыстары һис үтмәй аҙаплағас, Буҙйегеттең үҙенең ҡушыуы буйынса, уның итек табанына алтыға бөкләп йәшерелгән алмас ҡылысын алып, башын өҙә сабып үлтерәләр, ә һөйгәне Ҡарасәс һылыу алыҫта -- быны белмәй ҙә ҡала. Хосров менән Ширин иһә күптән ҡауышып өйләнешкәндәр; төрмәләге Хосровты, уның эргәһендә уны күрергә килгән Ширины ҡалғып ултырған сағында, бауырына хәнйәр айҡап үлтерә батша шымсыһы. Ә шул айҡанлы Ҡарасәс һәм Шириндың үҙ-үҙҙәрен үлтереүе иһә берҙәй үк. Низами ҙа, башҡорт халыҡ ижады үрнәген шиғырға һалыусы Баһауи ҙа, фарсы телендә яҙылмыш китаптан файҙаланыуҙарын әйтә. Ләкин Буҙйегет тураһындағы шиғыр ҡатыш сәсмә әҫәр варианттары башҡорт халыҡ ижадында ишле булып та, уларҙың береһе лә баяғы әйткән берҙән-бер күренеш — финалдан башҡа фарсы телле әҙәбиәткә яҡын юламағанлыҡтан, Баһауиыбыҙҙың “фарсы теленән” тигәнен заманаһының мода шауҡымы итеп ҡарарға кәрәк, ә ғәмәлдә ул башҡорт халыҡ ижады әҫәрен шиғырға һалып биргән (шиғри өлөштәре шул килеш кергән). Низами әҫәренең нигеҙе иһә ысынлап та фарсыға — Фирҙәүсиҙең “Шаһнамә”һендәге Хосров вә Ширин тарихына барып тоташа. Ләкин бөйөк Низами уны теүәл ҡабатламайынса, ижади эшкәртеп биргән һәм Фирҙәүсиҙән дә уҙҙырып балҡытып ебәргән. Бында ғәрәптең “Ләйли һәм Мәжнүн” мотивы сағылып ҡалһа ла (Ширинға ғашиҡ Фәрһәдтең мәжнүнлеге), финалдағы баяғы әйтелгән ғашиҡтар әжәле үҙгәйле: ғәрәптә юлбаҫарға әүерелгән Мәжнүн иң әүәле үлтерелеп, йылдар үткәс кенә Ләйли уның ҡәбере янында осраҡлы үлеп ҡалһа, Низамиҙа Хосровының мәйетен ҡосаҡлап ятып Ширин үҙе үҙен сәнсә... Фирҙәүсиҙә лә шулай уҡ кеүек, әммә... Ширин бысаҡланып түгел, ә ағыу эсеп һәм үле йәрен ҡосаҡлап түгел, ә үҙенең йөҙөн япма менән ҡаплаған хәлдә стенаға арҡа терәп ултырып йән бирә. Тимәк, быныһын Низами Фирҙәүсиҙән дә, ғәрәптәрҙән дә алмаған, шул уҡ ваҡытта уның әҫәренең финалы башҡорт әҫәренең финалына шаҡтай ғына оҡшаған. “Башҡортлоҡ”тоң билдәләре поэмала тағы ла бер-нисә урында баҙыҡ ҡына шәйләнә. Әйтәйек, башҡорттоң “Ҡара Юрға” эпосының сюжетына Низамиҙың “Хосров вә Ширин” сюжетының һиҙелерлек йәнәшәлеге.

“Ҡара Юрға”лағы Күсәрбай исеме, ҡыҫҡартыла биреп, Хосровҡа әйләнгәндәй: Күсәрб — Хосорб, Хосров. Тик Низамиҙың Хосровы урынына эпоста Күсәрбай улы Әбләй йөрөй.

Әбләй Ҡара Юрғаны менеп сәйәхәткә сығып китә лә Мәсем хан илендә уның ҡыҙы Маҡтымһылыуҙы күреп ғашиҡ була, Маҡтымһылыу ҙа уға ғашиҡ.

Хосров та шулай уҡ “Шәп-Тиҙ” ҡушаматлы Ҡара Юрғаһында һыбай сығып китеп, Әзербайжан ханбикәһе Михин-Бануҙың ике тыуған һеңлеһе Ширинға ғашиҡ була, Ширин да уға ғашиҡ.

Әбләй унда “ҡунаҡ булған, ат өҫтөндә уйын күрһәткән, уйын-көлкө менән кистәр уҙғарған, Маҡтымһылыу менән яландарға сығып йөрөгән”...

Низами әҫәренең “Хосров вә Шириндың һунарҙа осрашыуы”, “Яҙғы күренештәрҙе һәм Хосров вә Шириндың күңел асыуҙарын тасуирлау” бүлектәрендә лә шул уҡ хәлдәр. Хосров — “Шәп-Тиҙ” ҡушаматлы Ҡара Юрғаны, Ширин — “Гөлгөн” тигән арғымаҡты менеп килгән.

Әбләй менән Маҡтымһылыуҙың йөрәк хистәре уларҙың шиғри әйтештәрендә сағыла.

Хосров менән Ширин да бер-береһенә йөрәк хистәрен яҙма-хат аша әйтешә.

Ике ғашиҡ шулай ҙа үҙ хистәрен тулы аса алмай; Әбләй ҡайтып китә, Маҡтымһылыу моңайып ҡала.

Хосров менән Ширин хәлдәре лә тап шулай.

Әбләй Маҡтымһылыуҙы алып ҡайтырға Ҡара Юрғаны юлландыра.

Хосров та Ширинды алып ҡайтырға үҙенең вәзире Шапурҙы юлландыра.

Әбләй Ҡара Юрғаны эҙләп Мәсем иле яғына китә, бер шишмә буйында Ҡара Юрға өҫтөндәге Маҡтымһылыуҙы күрә лә һамаҡлай:

 

Һәй, Ҡара Юрғам,

Һәй, Ҡара Юрғам,

Ялбыр-йолбор ялдарыңды

Көмөшләрмен, Юрғам,

Тубыр-тубыр тояғыңды

Дағалармын, Юрғам,

Өҫтөңдәге һылыуыңды

Төшөрһәнә, Юрғам,

Төшөрһәнә, Юрғам...

 

Хосров та үҙенең вәзире артынан Михин-Бану иле яғына китә, бер шишмә буйында “Шәп-Тиҙ” ҡушаматлы Ҡара Юрға менән Ширинды күрә, Ҡара Юрға Ширинды алып ҡаса...

Әйткәндәй, тылсымлы әкиәттәр — заманында тоташ бер бина тәшкил иткән һәм һуңынан сәрпәкләнеп таралған тәүэпосыбыҙҙың ярсыҡ-йорсоҡтары ул. Башҡорт тылсымлы әкиәттәре “Ете ҡыҙ” һәм “Убыр әбей” (Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. Беренсе китап. Өфө, 1976; 183, 185-се биттәр) сюжетындағы бер эпизодты (етем ҡыҙҙар, үҙҙәрен ҡыуалатҡан мәскәй әбейҙән ҡасып, уның алдына бер-бер артлы ҡайраҡ, тараҡ, көҙгө ташлайҙар; ҡайраҡтан — тау, тараҡтан — ҡарурман, көҙгөнән диңгеҙ-күл барлыҡҡа килеп, мәскәйҙең юлын бүлә) Низами ҙа (Низами. Стихотворения и поэмы. Л., 1981, 165-се бит. Артабан да ошо китапҡа һылтаныла) үҙенсә файҙаланған: апаһы Михин-Бануҙан ҡасып китеп барған Ширинды ла боронғо хикәйәттә тауға әүерелмеш ҡайраҡ (көҙгө тип яңылыштырылған), ҡарурманға әүерелмеш тараҡ мәскәйҙән аралағандай, һыбайлы бикәбеҙ юл ғазабын иҫән-аман үтте, ти шағир. Шул уҡ мотив “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” эпосында ла осрай... Өҫтәүенә, Ҡарасәстең Буҙйегеткә уның һүрәтен күреп ғашиҡ булыуы — Хосров менән Ширинға күсерелгән, “Буҙйегет”тәге был донъяның фанилығы, бер кемдең дә әжәлдән ҡала алмауы тураһындағы ҡобайырҙың моңло аһәңе Низамиҙың да тылсымлы ҡәләме аша баҙыҡ сағылған (184, 295-се биттәр). Булыуы мөмкинме һуң, әгәр ҙә була ҡалһа, нимәлә бының сере, тигән урынлы һорауға бөйөк шағир хәләл ефете тураһындағы һыҡтауында үҙе яуаплағандай:

Ҡыпсаҡ һылыуым минең!

Минең наҙлы нәфис үҫенем!

Ширин һымаҡ һәләк булдың һин дә, Аппаҡ ефетем!

Нурлы - йөҙөң, һомғол - һының, сағыу ине аҡылың!

Дербент хакимынан бүләк инең бит һин, алтыным.

Туй күлдәгең — яугир кейемеләй еңе тар ине,

Гөнаһ шомлоҡтары уға керә алмай зар ине.

Бер кемгә лә бирелмәҫлек,

Бар һылыуҙарҙан тыйнаҡ,

Хәләл ефетлек түшәген түшәнең миңә уйнап.

Төркиҙәрсә күсеп киттең, бысаҡлағандай иттең,

Төркиҙәрсә талағымды талап, тамуҡҡа типтең.

Төрки йәрем еткертмәҫлек фанилыҡта, тарлыҡта

Төрки тыумышлы улыңды, Аллам, үҙең ярлыҡа.

Тимәк, Низамиҙың берҙән-бере һәм һөйөклө ҡатыны Аппаҡ һылыу— Ҡыпсаҡ башҡорто булған, шағир шулай уҡ үҙен дә бит төрки нәҫел тип белдерә. Тимәк, уға ул саҡтағы төрки донъяһының үҙәгендә торған башҡорт халыҡ ижадының кәм тигәндә ҡайһы бер сағыу үрнәктәре яҡшы билдәле булған. Өҫтәүенә, 590 йылда Иран тәхетенә менеп ултырған, 628 йылда үҙенең улы Шируй тарафынан үлтерелеп, Фирҙәүсиҙең һәм Низамиҙың әҫәрҙәре геройына әүерелгән Хосров-шәкеншәктең (императорҙың) туранан-тура Үҫәргән башҡорто Бәк-сәсән тоҡомо икәнлеген дә иҫкә төшөрөп үтһәк, башҡорт фольклорының “Буҙйегет” кеүек үрнәктәренең ул яҡтарҙағы батша һарайҙарына ла үтеп инә алыуы һис кемде шикләндермәҫ. Ә инде ХIII быуат башы башҡорт кешеһе Шата Ырыҫтаулының әле һүҙ барған күркәм әҫәренә Низамиҙың “Ләйли вә Мәжнүн”енең мәжнүнлек мотивтары, ә “Хосров вә Ширин”ының тарихисанлығы һәм әүҙем тормошсанлығы өлгө булып, ҡалған тамырҙары иһә туп-тура сал башҡорт ерлегенә, мәшһүр “Буҙйегет” сюжетына тоташҡанлығын күрәбеҙ.

 

“Буҙйегет”кә килгәндә, донъялағы барлыҡ төрки телдәрендә “буҙ” (көлһыу-күгелйем төҫ), “буҙлау” (һулығып илау) һүҙҙәре генә билдәле, ә был тикшереү темаһына ҡағылышлы “буҙдала” (кеше биләмәгән, буш ятҡан, ҡола дала), “буҙ” (иркендә йөрөгән, ирекле), “буҙ” (ыласын), “буҙ” (ғауға, шау-шыу), “буҙан” (боҙ һыйыры — бизон), “буҙат”, “Аҡбуҙат”, “буҙтурғай” (һабан турғайы), “буҙбала”, “буҙйегет” һүҙҙәре башлыса башҡортҡа хас — иң боронғо саф башҡорт теле байлығы булып ҡала. Әйткәндәй, юғалтылған бик-бик иҫке эпосыбыҙҙың ярсығы тип һаналырлыҡ “Буҙансы батыр” тигән башҡорт халыҡ тылсымлы әкиәте салдарҙан-сал “Буҙйегет”ебеҙҙең дә бер ни ҡәҙәр өлөшө, серен асырҙай асҡысы була алалыр, моғайын, сөнки ул башҡорттоң Донъя-Ғаләм-Тереклек яратылышы тураһындағы тәүдин мифынан үреп килеп сыҡҡандай. Быны иҫбатлау өсөн, тәүимеҙеүселәргә (Бүре-Әсәгә, Һыйыр-Инәгә) бәйле тәүдин мифына саҡ ҡына күҙ һалайыҡ. Был бүлекте диҡҡәт менән уҡып сығыуы аҡыл һәләтен нығыраҡ егеп арыуҙы һораһа ла, башҡорттоң бик боронғоһо тураһында биреләсәк ошо һирәк мәғлүмәтте башҡа һис бер урындан да алып булмаясағын иҫтә тотоп, уҡыусымдың ҡыҙыҡһыныуы һүрелмәҫ һәм күңел даирәһен киңәйтерҙәй уңай форсаттан файҙаланыр, тип уйлайым.

Билдәле булыуынса (был хаҡта күп яҙылды), хөнәсә (ир-ҡыҙ, гермафродит) тәбиғәтле тәүбабабыҙ Имирҙең (Им-Ирҙең) Им (ҡыҙ) яҡ яртыһынан башбабабыҙ Шүлгән (шул уҡ мифик Им-аба — Имауа, Имай/Һомай, ә вариант исеме Әс-аба — Аҫаба/Әсәбеҙ Һауа), ә Ир яҡ яртыһынан башбабабыҙ Урал (шул уҡ мифик Ир-ата — Ир-Ат/Арат, ә вариант атамаһы Ир-атам — Ир-Әҙәм/Атабыҙ Әҙәм) яралып,артабан Шүлгәнде (Әсәбеҙ Һауаны) — Әсә-Бүре (варианттары эт, барс, юлбарыҫ, арыҫлан) ҡиәфәтендәге имсәк әсәһе Әсә-Бүре-Көн (Һыу-Ер-Ҡояш), ә Уралды боҙ һыйыры боҙан/бизон ҡиәфәтендәге имсәк анаһы Боҙ-Ана-Аҡ (Боҙ-Күк-Ай) имеҙеп үҫтергән, имеш. Ошо көнгәсә ырымыбыҙҙа, баланы үҙ ҡарынынан тыуҙырыусы түгел, ә күкрәк һөтөн имеҙеүсе уның ҡануни әсәһе (анаһы) һаналғанлыҡтан, иҫке Үҫәргән (шумер) мифындағы Шүлгән (Гильгамеш) — арыҫлан башлы инсан, ә Урал (Энкиду) һыйыр башлы әҙәм рәүешендә һынландырылған (үҙҙәрен имеҙгән бүре-әсә (арыҫлан) һәм һыйыр-ана ҡиәфәтен алғандар). Шүлгән-башбабаның нәҫел-ырыуы уның шул имсәк әсәһе исеме менән Әсә-Бүре-Көн — Әсәүергән/ Үҫәргән (йәки Бүрегөн — Бургон/Бөрйән) исемләнгән; ә Урал-башбабаның ырыуы уның имсәк анаһы атамаһы менән Боҙ-Ана-Аҡ — Боҙанаҡ/ Бәжәнәк (йәки бәсәнәк — сәнәк/сән/ сун — сунны/һун — һунны) аталған, былар кешелек донъяһының тәүге игеҙәк фратрияһын (бер туған игеҙәк ырыуын) тәшкил иткән: әсә ырыу — аҫаба (Үҫәргән) менән ата ырыу — арата (Бәжәнәк). Был игеҙәк ырыуҙың һәр ҡайһыныһы үҙ сиратында йәнә лә Әсә һәм Ата яҡтарына саталанып, тағы ла игеҙәкләнә (Әсә һәм Ата саталарына). Йәғни тәүге әсә ырыу яғында:

1. Әсә-Бүре-Көн — Әсәүергән/ Үҫәргән. Шунан уҡ хасил: әс-әбүре-ҡан (ас, абар, ҡанлы ырыуҙары). Йәнә: әсәбүр — сабур (сувар, сыуаш), самур (самурай, самар, шумер) һәм: әсәб-үре — аҫаба-әри (арий). Былар барыһы ла әсә яғына ҡарай. Әйткәнебеҙсә, ошо Үҫәргәндән саталанып бүленеп сыға:

2. Бүре-ата-ай — бүрәт-әй/бүрәт (боронғо бүрәттәр Үҫәргәнле башҡорт телендә һөйләшкән). Ә тарихтан билдәле этноним бүрәт-ас/ буртас — Үҫәргәндең ошо ата армыты кешеләре, тигән һүҙ.

Әсә-Бүре менән Бүре-Атайҙың бер-береһенә үлерҙәй ғашиҡ булыуҙары, ялҡынлы мөхәббәте, Бүре-Атайҙың, гүзәл Бүре-Әсәне бер күрергә зарығып, олоп-сеңләп, ҡырағай-ҡола яландарҙы ҡыҙырып йөрөүе тураһында иҫкеләрҙән-иҫке мифыбыҙ булғандыр, шуның моңло сатҡылары рәүешле “Алпамыша менән Барсынһылыу” (бүре-әсән-һылыу) эпосы ҡалғандыр... Һуҙып-һуҙып бүре олоуына оҡшатып оҙон-моңло тауыш сығарыу (олоу) — олонҡай (олонхо, ти саха-яҡуттар) — оҙонҡай — оҙон-көй исемен алып, хәҙерге оҙон көйгә һуҙып йырлауыбыҙҙың тамырылыр...

Баяғы тәртип буйынса, йәнә тәүге ата ырыу яғындағы бүленеш:

1. Боҙ-анаҡ (боҙ-һыйыр — боҙан/бизон) — Бәжәнәк (Печенег) йәки сун — сунны/һун — һунны. Былар барыһы ана яғына ҡарай. Әйткәнебеҙсә, ошо Бәжәнәктән саталанып бүленеп сыға:

2. Боҙ-аҡар (боҙаҡ-ар/быҙау-ир — бизон үгеҙе) — Бажағар — Башкир/Болғар/Башҡорт һәм басаҡ-ир-ат (башҡорт) — Баск-ир-ат/Баск халҡы. Йәнә: боҙ-аҡар (башкир) — боҙ-ағаҙ/ буҙ-үгеҙ — боҙ-ағат — буҙ-эгет/ буҙ-йегет һәм боҙағат — мазағат — мәсғөт/месхет (Геродот массагеттары һәм Грузия месхеттары). Былар барыһы ла ата яғына ҡарай. Күренеүенсә, моңло ҡиссабыҙ “Буҙйегет”тең башланмышы Донъя-Ғаләм-Тереклек яратылышы дәүеренә — боҙ үгеҙе ҡиәфәтендәге буҙ егеткә ҡайтып ҡала. Боҙ һыйыры боҙан (бизон) менән боҙ үгеҙе буҙйегеттең бер-береһенә үлерҙәй ғашиҡ булыуҙары, ялҡынлы мөхәббәте, боҙ үгеҙе буҙйегеттең, гүзәл боҙанын (бизонын) бер күрергә зарығып, боҙлап (буҙлап йәғни һулығып илап), боҙло-ҡарлы ҡола яландарҙы ҡыҙырып йөрөүе тураһында иҫкеләрҙән-иҫке мифыбыҙ булғандыр, шуның моңло сатҡылары рәүешле “Буҙйегет” ҡиссаһы һәм “Буҙансы батыр” (“буҙансы” — буҙандан йәғни боҙ һыйыры бизондан тыуған, тигән һүҙ) әкиәте ҡалғандыр (әкиәттәге йылҡы бейәһен “буҙан” тип аңлау яңылыш — һуңғы дәүер әкиәтселәренең аңламаҫтан бутауы)... Һәм һыйыр малы мөңрәп-буҙлауына оҡшатып күкрәк төбөнән оҙон-моңло тауыш сығарыу — боҙлау (буҙлау) — оҙлау/өҙләү атамаһын алып, ул хәҙерге өҙләү сәнғәтебеҙҙең тамырылыр... Әйткәндәй, әкиәттәге Буҙансы батырҙың атаҡлы “өс ғәрип” юлдашы — һалпы ҡолаҡлы Ертыңлар — һунар эте, ике ирене һалбырап төшкән Күлуртлар — дөйә, ә һыңар аяҡлап атлап йөрөүсе Һартһыңар (һары-эт-һыңар; китапта яңылыш — һартһуғар тип бирелгән) — ҡаңғырау (кенгуру) икәнлеге күренеп тора; ысынлап та, йылҡы малы ҡулға эйәләштерелмәгән бик боронғо дәүер кешеләренең яҡын дуҫтары улар. Ҡаңғырауҙарҙың (кенгуруҙарҙың) бөгөнгө төйәге хәҙерге Австралия ҡитғаһы ҡасандыр дөйөм-ҙур ҡитғабыҙҙың иң көньяҡ осондағы ул ваҡытта әле диңгеҙ менән айырылмаған тоташ өлөшө булған — алыҫ бабаларыбыҙҙың ҡаяларға һүрәтләгән географик карталарында (“Ватандаш” журналында баҫтырҙым) асыҡ күҙаллана был...

 

 

 

Шата Ырыҫтаулы үҙенең мәшһүр әҫәрен яҙғанда “Буҙйегет”тең боронғораҡ, тулыраҡ сюжетына таянған булырға тейеш, сөнки кереш һүҙендә үк, әйтеп үтеүебеҙсә, “был боронғо хикәйәтте” шиғырға һалып сыҡтым мин, ти ул һәм төп герой Тариэлдың (Тора-ил — Тора таулы ил?!.) тыуған иле — “ете батшалы Һиндостан” (369-сы бит), тип белдереп, минеңсә, башҡорттоң ете ырыуына тумбыта (өҫтәүенә, Тариэлыбыҙ Ҡатай ханын “туғаным” тип тә нарыҡлай — 128-се бит). Төп ваҡиғалар боронғо бөйөк Башҡортостан тупрағында бара, тиһәк тә хата булмаҫ: Тариэлдың “буҙйегет”ләнеп төйәкләнмеш “йылға ситенән ҡалҡынған сал сағылдарҙағы мәмерйә”һе (352-се бит) — донъяға билдәле мәмерйәбеҙ Шүлгәнташ; Гуланшаро тигәне — Эске Башҡорттоң (Үҫәргәндең) башҡалаһы, Геродот тарихына ла “Гелон ҡалаһы” тип кергән ул, ә асылында Һүлән-шәре (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Һүлмеш (Һуйылмыш) йылғаһы башындараҡ урынлашҡан Шәрелек — Шарлыҡ ҡасабаһы) — һыулы һаҙ тигән мәғәнәләге исем (башҡорт халҡының “Шарлы урман” тигән йыры ла билдәле), хәҙерге географик карталарҙа урыҫса Шарлыҡ тип, ә йылғаһы Салмыш тип яҙып йөрөтөлә. Йылға исеме Һүлмеш иһә баяғы “Һүлән-шәре”нең ҡыҫҡартылыуы һәм ундағы “н” өнөнөң “м” өнөнә күсеүе арҡаһында яһалған: Һүлән-ш... — Һүләмш — Һүлмеш/Салмыш. Борон унда Үҫәргән (Каспий) диңгеҙенән Яйыҡ аша сауҙа юлы булып, кәмәләр йөрөп торған, шуға күрә “диңгеҙ ҡалаһы” һаналғандыр ҙа. Шата Ырыҫтаулы ошо Һүлән-шәре ҡалаһында йәшәүсе батшаны, ярым ғәрәпсәләп, ярым башҡортсалап, тигәндәй, “Мәлик Сурхави” (Сур-хави — Сура-һыуы) тип исемләй, ә был иһә “Сура һыуының хакимы” тигән һүҙ. Боронғо ҡайһылыр осорҙарҙа бөтә Иҙел — Истра (Әсә-Тора) һыуы тип тә (шунан ҡалған Мәскәүгә ҡойоусы Истра), Сура (Үҫәргән) һыуы тип тә (шунан ҡалған Волгаға ҡойоусы Сура), Болғар (Болға) тип тә (шунан ҡалған Иҙелгә ҡойоусы Волга), Ағиҙел (Иҙел) тип тә (шунан ҡалған Камаға ҡойоусы Ағиҙел) йөрөтөлгән; Һүлән-шәре ҡалаһындағы башҡорт батшаһы, тимәк, ул саҡта “Сура” исемләнеүсе бөтә Иҙел бассейнының хаҡимы. Шул ҡалаға яҡыныраҡ (“Мәлик Сурхави”ға бойондороҡло булһа кәрәк) Мулгазанзар (Мул-Ҡазан-сар — йылғаларҙың мул һыулы ҡаҙаны рәүешендә бергә тоташҡан тәңгәлендәге ҡаланың — Ҡазандың — сары йәғни батшаһы, тигән һүҙ) ҡалаһы бар, батшаһының исеме лә тап үҫәргәнсә-башҡортса — Фридон (бүре-атан йәки бүредән тыуған). Тариэлды эҙләп йөрөүсе Автандил уны, Тариэлды, утыҙ көнлөк сәфәрҙән һуң (90-сы бит) баяғы серле мәмерйәлә (Шүлгәнташта) осратһа, Ибн Фаҙландан етмеш ете йыл элгәре үк беҙҙең яҡтарға килеп китмеш ғәрәп сәйәхәтсеһе Сәлләм әл-Тәржемәни ҙә: “Хазар тарханы янынан киткәс, егерме ете көн буйына башҡорт тоҡомо еренән үттек”, — тип яҙып ҡалдырған...



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: