Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы —
Атай-олатайҙарҙың төйәге.
Ерен-һыуын һаҡлап ҡорбан булған, —
Шунда ята батырҙар һөйәге...
Яҡшы атҡа менеп, ҡулына алып
Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын,
Аямаған йәнен, түккән ҡанын,
Һис бирмәгән башҡорт Уралын..
Урал.
Тимәк, — үҙ аллылығын! — тип ғорурланып әйтәһе генә ҡала. Бына шул үҙ аллылыҡты һаҡлау юлында башҡорт ҡаны менән даны ҡитғаларҙың ер йөҙөнә дошман ҡандары менән ҡуша юйылмаҫлыҡ яҙылған: Ғайса пәйғәмбәр тыуғанға тиклем үк ер йөҙөндә бер-бер артлы үркегән һәм төңөлгән боронғо империяларҙа ла, унан һуңғыларында ла, гәрсә уларҙың байтаҡтарының байтәхеттәрендә хатта башҡорт үҙе император булып ултырғанында ла, Башҡортостан тигән изге тәүтөйәгебеҙ империя эсендә лә үҙенең йөҙөн юймаған, үҙен йоторға самалаусы аждаһаларға ирек ҡуймаған: бабалар белгән Ер Терәге менән Ер Кендегендәге Илаһтар (хоҙайҙар) һәм арыуҙар (арийҙар) тәүтөйәгенең һаҡлаусыһы, ҡурсалаусыһы икәнлектәрен онотмай, башҡорт халҡы теләгән бер дәүерҙә һәм империя эсендә лә Башҡортостандың үҙ аллы (конфедератив) дәүләт рәүешен ҡулында тотоп килгән (мәҫәлән, Һунҡор (Һунғар), Ҡошан, Бүре-Өфөн[26], Төрки Ҡағанат, Хазар, Ҡатай-көҙән империялары осорҙары). Ошо данға һәм ҡанға һеңмеш бөйөк халәт (һәләт) ХIII быуат баштарының татар-монгол ябырылыуҙары осоронда ла, гәрсә империя башлығы Сыңғыҙ-хан һәм уның арҙаҡлы балалары тыумыш-ҡандары буйынса башҡорттоң үҙенең Үҫәргән-Бөрйән ырыуы вәкилдәре булһалар ҙа, уларҙың даулы-ҡанлы сәйәсәте данлы-арыу (арий) бабаларыбыҙҙы уларға ҡаршы торғоҙоп, ҡәҙимгесә үҙ аллы Башҡортостан өсөн дәһшәтле яуға күтәргән: башҡорттар, — тип яҙып ҡалдырған 1236 йылдың йәйендә “Бөйөк Һунҡор” илендә (Башҡортостанда) булып киткән венгр монахы Юлаййән (Юлиан), — “...йылҡы, бүре һ.б.ш. йәнлекктәрҙең итен ашайҙар; бейә һөтө һәм ҡан эсәләр. Улар аттарға һәм ҡоралдарға бай, һуғыштарҙа ифрат батырҙар.
|
Боронғоларҙың риүәйәттәре буйынса, -- тип дауамлай сәйәхәтсе, -- улар һунҡорҙарҙың (венгрҙарҙың) ҡасандыр үҙҙәренән бүленеп киткәнлектәрен беләләр, ләкин уларҙың хәҙер ҡайҙа икәнлеген әйтә алмайҙар ине. Татар ҡәүеме (татар-монгол илбаҫарҙары. — Й.С.) уларға күрше тора (Башҡортостанға баҫып кермәгәндәр -- хәлдәре етмәгән, тимәк. — Й.С.). Сөнки шул уҡ татарҙар, улар (башҡорттар) менән тәүге бәрелешкән саҡта, уларҙы (башҡорттарҙы) һуғышта еңә алмағандар, ә киреһенсә, беренсе һуғышта уҡ улар [башҡорттар] тарафынан еңелгәндәр. Шуға күрә уларҙы [башҡорттарҙы] үҙҙәренә дуҫтар һәм ҡорҙаштар итеп һайлап алғандар һәм, шулай итеп, бергә ҡушылып, улар 15 батшалыҡты башкөлләй ҡыйратҡандар”...
|
(Һүрәттә: бабабыҙ Сыңғыҙ-хан).
Боронғо бөйөк Башҡортостандың бөйөк Сыңғыҙ-хан империяһына бына ошолай һуғышып еңелмәйенсә, ә тыныс килешеү арҡаһында (өс быуаттан һуң шулай уҡ уыҫ дәүләтенә “тыныс” ҡушылған кеүек) ҡушылыуын һәм шуның һөҙөмтәһендә күпмелер дәрәжәлә әүәлгесә үҙ аллылығын һаҡлап ҡалыуын; аҙаҡ килеп, Сыңғыҙ-хан бабабыҙ вафатынан һуң, Башҡортостан үҙ аллылығы татар-монголдар тарафынан ҡаты ҡыҫымға алынып (тап хәҙерге Рәсәй империяһындағы үҙ аллылығыбыҙ ҡыҫылғандай), башҡорттарҙың шул үҙ аллылыҡты ҡулдан ысҡындырмаҫ өсөн быуатбуйына саяланып һуғышыуын әлегәсә махсус төпсөнгән тарихсы ла, тарих та булмағанлыҡтан, һәм ул әле алға һөрөлмөш Йеҙекәй батыр темаһына тығыҙ бәйләнгәнлектән, ошо урында ошо хаҡта ҡыҫҡараҡ белешмә биреп китеү урынлы.
|
Билдәле булыуынса, боронғо Уралдан күсенеп китмеш Үҫәргән-башҡорттарҙың һәм һун-башҡорттарҙың (бөгөнгө башҡорт милләте нигеҙҙә шул ике ҡәүемдән хасил) алыҫ Алтай тауҙары яғындағы ата-баба тупрағында — хәҙерге Монголия далаһында үҙенә башҡа айырымланып көс туплаған Үҫәргән-Бөрйән ырыуы егете Темәсйән (буласаҡ Сыңғыҙ-хан) 1204 йылда Селән-аҡ (Селенга — йәғни аҡ сил, көслө ағын һыу) йылғаһы буйындағы уға ҡаршы ҡырҡышыусы найман-мәркет (хәҙерге Башҡортостандағы наймандар һәм Меңдәр араһындағы мәркеттәрҙең бабалары) ҡәбиләләр берләшмәһен һәм бер ыңғайҙан шундағы ҡан-ҡәрҙәш татарҙарҙы ла еңеп, Көнбайышҡа табан хәрәкәт итә һәм найман-мәркет ғәскәрҙәренең Көслөк-хан (найман) һәм Таҡта-бей (мәркет) улдары башлығындағы ҡалдыҡтарын Башҡортостандың Көнсығыш сиген билдәләгән Иртыш ярына килтереп терәй һәм шундағы хәл иткес бәрелештә уларҙы тамам ҡыйрата “Монголдың нурлыларын төпсөү” (1240 йылда яҙылған) исемле йәшерен хикәйәттең (С.А. Козин. Соҡровенное сказание. М.-Л., 1941. Артабан: Йәшерен хикәйәт) 198-се параграфында әйтелгәнсә, шул ваҡыт “наймандар мәркеттәр менән бергә боролоп ҡасты. Ҡасып барышлай Иртыш аша кискән саҡта, һыуға батып, кешеләренең күп өлөшөн юғалттылар. Иртышты кисеп бөткәс, наймандар һәм мәркеттәр үҙҙәренең ҡотолоп ҡалған аҙ һанлы кешеләре менән артабан төрлө юлдан йүнәлделәр, ә тәғәйен әйткәндә, найман Көслөк-хан уйғыр хурлууттарының ере аша Чуй йылғаһы буйындағы Сартауыл иленә — Ҡара-Ҡатайҙың Ҡара-ханы менән ҡушылырға китте. Ә мәркет Таҡтаның улдары Хоҙайғол (Худу Гал), Селәүсен (Чилаун) һәм башҡа мәркеттәр бөтәһе бергә ҡанлылар һәм ҡыпсаҡтар тарафына йүнәлеш алдылар”. Күренеүенсә, мәркет-башҡорттар үҙҙәренең ҡан ҡәрҙәше Үҫәргән-башҡорттарға (сөнки “ҡанлы” — ҡәҙимге Үҫәргәндең, ә “ҡыпсаҡ” — VII быуатта Үҫәргәндән саталанмыш ҡәрҙәш ырыуҙың ләҡәптәре) килеп һыйынған (хәҙерге Ауырғазы районындағы Мораҙым ауылы мәркеттәре — шуларҙың тоҡомдары). Тимәк, буласаҡ йыһангир Темәсйәндең яуҙа еңелмеш дошмандарының ҡалдыҡтарын (Ҡатай тоҡомо наймандарҙы һәм Үҫәргән тоҡомо мәркеттәрҙе) тәүтөйәгебеҙ Башҡортостан кире-ҡабат үҙ ҡуйынына алған, ә уларҙы эҙәрлекләүсе ғәййәр Темәсйән ғәскәрҙәре Башҡортостан сиктәрен боҙоп керергә баҙнат итмәгән (кире боролоп киткән) — Башҡортостан (ул дәүерҙәге исеме Көбстан йәғни Бүрестан -- Мәхмүт Ҡашғари китабындағы географик картаны ҡарағыҙ) дәүләтенең көс-ҡеүәтен күрһәтеүсе дәлил был.
Шулай ҙа бөтә Башҡортостан көләре [27] (батшаһы) Мүйтән-бей Көнсығыштағы был үҙ ырыуҙашы Темәсйән йөҙөндә боронғо Гөрөш (Кир) һәм Искәндәр (А. Македонский) өлгөһөндәге хәтәр яңы йыһангир моронлауын бөтәһенән элек тойомлап белгән һәм, кисекмәҫтән уға итәғәт итеп, уның иң яҡын яранына (уң ҡулына) -- ышаныслы кәңәшсеһенә әүерелгән; сөнки баяғы “Йәшерен хикәйәт”тә (205, 206, 220-се параграфтар) беҙ уны Темәсйән урҙаһының уң ҡанатының бөйөк бейе (нойоны) рәүешендә күрәбеҙ; ә был бик мөһим ваҡиға шулай уҡ Үҫәргән ырыу шәжәрәһендә лә Мүйтән-бейҙең шул Сыңғыҙ-хандың уң яғында түр башында ултырыуы рәүешендә сағыла (Башкирские шежере. Филологические исследования и публикации. Уфа, 1985; 57-се бит). Тарихтан күренеүенсә, фәҡәт 1205 йылда ғына бер йыл буйына Темәсйән һис кем менән дә ҡылысҡа-ҡылыс һуғышмай, ә алдағы үҙенең бөйөк яҙмышына оло әҙерлек алып бара; был йәһәттән уның иң-иң ышаныслы һәм аҡыллы кәңәшселәренең береһе — Мүкле (Мухали)-нойон йәғни үҙебеҙҙең Мүйтән-бей[28]!.. “Бауырсы (йәғни табынсылар башлығы Бүрекәй — Табын ырыуы башҡорто. — Й.С.) Менән Мухали (Мүкле-Мүйтән. — Й.С.), — тип әйтеп ҡалдырған Сыңғыҙ-хан үҙе, — мин хаҡ эшкә күңел һалыуым менән үк мине шул тиклем дә алға этәрҙеләр ки, ә иһә мин үҙемдең хаҡһыҙлығыма барып ныҡышҡанымда мине шулай уҡ артҡа тарттылар ки, — тап улар килтерҙеләр ҙә инде мине әлеге дәрәжәмә” (205-се параграф). Сыңғыҙ-ханды Сыңғыҙ-хан яһаусылар ҙа тап ошо ике башҡорт, тимәк. Шуға күрә хаҡ бабабыҙ Мухали-Мүйтәндең Сыңғыҙ-хан дәүләтендә тотҡан юғары дәрәжәһе һис тә ғәжәпләндермәй.
Бөтә Башҡортостан көләре (батшаһы) Мүйтәндең һәм уның менән бергә яңы йыһангиргә итәғәт итергә бармыш башҡа башҡорт бейҙәренең Темәсйән урҙаһында оло ышаныс һәм мәртәбә ҡаҙаныуҙарының нигеҙендә, башҡа сәбәптәр менән бергә, Темәсйән менән уларҙың ысын-ысындан ҡан ҡәрҙәшлеге — бер үк Үҫәргән-Бөрйән ырыу шәжәрәһенән сығыуҙары ла яталыр, әлбиттә. Сыңғыҙ-хандың һәм уның нәҫелдәренең “ҡийат-буржигин” ырыуынан икәнлектәрен яҙып, Сыңғыҙ-хан нәҫелдәренең рәсми тарихсыһы фарсы Рашид-ад-дин ошондай аңлатма бирә:
“Ҡийат” (һуңғы хәрефе “т” — күплек ялғауы. — Й.С.) — “ҡийан”дың күплек һанда әйтелеше ул” (Тизенгаузен В.Г. Сборник материалов, относящихся к истории Золотой Орды, т. II. М.-Л., 1941; 153-сө бит. Артабан: Тизенгаузен). Ә дөрөҫөрәге, тип аңлата алабыҙ, хәҙерге фән ҡаҙаныштарына таянып, “ҡийат ” йәки Америка индейҙары телендәге “койот” (шулай уҡ башҡорттағы “ҡойто”) — ҡий-ата йәғни бүре-ата тигән һүҙ ул (Күбәләк-Тиләү, Юрматы, Бүрәт, Буртас һ.б. ырыуҙарҙың дәдәме — “тотем”ы). Ә шуның киреһе “ҡийан” йәки “хаин” — тулыраҡ әйтелештәге ҡий-ана йәғни “бүре-әсә” ул (Үҫәргән, Бөрйән, Ҡанлы, фарсы һ.б. ырыуҙарҙың дәдәме — “тотем”ы). Һуңғыһына миҫалдар — “Күсәк-бей” эпосындағы “хаин” (“бүре-әсә”) һәм “Жик-Мәргән”дәге “ҡуйан” (шул уҡ “бүре-әсә”, ләкин ҡуян-заяц түгел!). Хәҙерге һүҙебеҙ “кейек” тә (зверь) асылында шул уҡ боронғо “кийаҡ” (“бүре-аға”) булып тора. Һәм шулай уҡ туғанлыҡ терминдарыбыҙҙан “ҡайн-ата” (бүре-ата) — ҡатындың иренең (бүренең) атаһы (тесть), “ҡайн-ана” (бүре-ана) — ҡатындың иренең (бүренең) әсәһе (теща). XIII быуатта Алтын Урҙаға сәйәхәт ҡылмыш Марко Поло Үҫәргән башҡорттарының байрағында бүре башы һүрәтләнеүен, ҡатындары үҙ ирҙәрен “бүрем” (мой волк) тип хөрмәтләүен, ә иренең (бүренең) аҫтына түшәп ятҡыра торған аҡ йәймәне “бүре астына” (простыня) тип әйтеүен яҙа.
“Хәҙер Дәшт-и-Ҡыпсаҡта йәшәгән күп ҡийаттар (Үҫәргәндәр. — Й.С.), — тип иҫкәртә Рашид-ад-дин, — уның (Сыңғыҙ-хандың)... ырыуынан килеп сыҡҡан. — Һәм ошоно ла өҫтәй: — Ғәмәлдә Сыңғыҙ-хан, уның бабалары һәм ағалары аслан ҡийат (Үҫәргән. — Й.С.) ҡәбиләһенән икәнлегенә ҡарамаҫтан, Сыңғыҙ-хандың атаһы Үҫәкәй-баһадирҙың балаларының ырыу-ләҡәбе ҡийат-буржигин (Үҫәргән-Бөрйән. — Й.С.) булып китте; улар — ҡийаттар ҙа, буржигиндәр ҙә” (Тизенгаузен, 155-се бит). Бында, беренсенән, Бөрйәндең Үҫәргән ырыуынан саталанып килеп сығыуы тарихи хаҡиҡәт булараҡ үҙенә күрә раҫланыу тапһа, икенсенән, бабабыҙ Сыңғыҙ-хан үҙен, хаҡлы рәүештә, Үҫәргән-Бөрйән ырыуы кешеһемен, тип таныған һәм үҙ башҡортоноң зирәкйәндәрен, иң ышаныслы ярҙамсылары рәүешендә, үҙ бауыры аҫтына алған. Был хәл башҡорт шәжәрәһендә яҡшы сағыла: “Ғилем эйәһе Мүйтән-бейҙе хан Сыңғыҙ мөхәббәт итеп, [һөҙөмтәлә ул, Мүйтән-бей] һәр хөкүмәт мәжлесендә булыр ине. Бая әйтелгәнсә, Мүйтән аҡыл эйәһе һәм заманының пәйғәмбәре булғанлыҡтан, Сыңғыҙ-хандың хөрмәтен ҡаҙанып, юғарылыҡлы әҙәмдәрҙең дәғүә-хаслыҡтарын тоғролоҡло һәм үтә күреүсән-зирәк хөкөм менән хәл ҡылыр ине (Мүйтән-бей Сыңғыҙ-хан урҙаһының Юғары Хөкөмдары — Дәүләт Судъяһы булған. — Й.С.). Һәр үлтерелгән һәм үҙ-ара тартышҡан бөйөк йәндәр Мүйтәндең ҡарамағында хөкөм ителгәндәр. [уның эшенән] ысын-камил риза булғанлыҡтарынан, [араларында] “Мүйтән-бәк” тип мәшһүр булмыштыр; бөйөк зирәкйән Сыңғыҙ-хан был бәкте [Мүйтәнде] ғалиҙәр һанынан мәрхәмәт итеп, түбәндә күренгәнсә, маҡсаттарына ярашлы ярлыҡаны... Дүсбә (йәғни Туҡсаба) улы [Мүйтән] үҙе ирешкән ул бөйөк дәрәжәһе уның нәҫеленән башҡаға булмаясаҡ шарт менән... Оран алды бейлек итер өсөн — “Туҡсаба” [29] тигән оран, һәм дә ырыу-нәҫеленә турҡа-күлдәктәр (Тимер кәпәс һәм Тимер күлдәктәр. — Й.С.), ер-һыу алды... Һәм киләсәк замандарҙа ошо хоҡуҡтарын үҙҙәрендә һаҡлау өсөн тамға алды” (Муса хәҙрәттең “Үҫәргән тәүәрихе”. — Р.Ф. ФА Б.Р. филиалы китапханаһы, РБ-2279, 56-сы бит. Артабан: “Үҫәргән тәүәрихе”). Мүйтәндең ошо Сыңғыҙ-хан тарафынан танылып раҫланмыш ер-биләмәләре Үҫәргәндең икенсе бер шәжәрәһендә (Башкирские шежере. Филологические исследования и публикации. Уфа, 1985; 57-се бит) теүәлерәк тәфсилләп күрһәтелә:
“Әүәл Аҡ Иҙелдең башынан тамағына саҡлы Аҡ Иҙелгә ҡойған үҙәнләре белән һәм урман вә йылғалары белән; һәм Урал тауының Көнсығыш яғы Уралға яҡын Ишем ҡушылған һыулар, Ирман, Иртыш тигән үҙәнләр, үҙәнләренә ҡушылған бар йылғалары, урман вә ялан белән; йәнә лә Яйыҡ башы Ялпы таулары, Яйыҡдин ике яғы(ндағы) ер, Яйыҡтың Көнсығыш яғы Тубыл һыуына саҡлы һәм Яйыҡға ҡойған ни бары (барлыҡ) һыулар һәм үҙәнләре һәм урманлары вә яланлары, ердән сыға торған мәғдәнләре белән “Туҡсаба” оранлы ошбу башҡортларға — күсеп йәйләгән, ултырып ҡышлау урынларын мәңгелек итеп бирелде”.
Күренеүенсә, Мүйтән көләрҙең (батшаның) ер биләмәләре Иҙелдән алып Иртышҡаса бөтөн Башҡортостанды иңләгән, ул уҙаман, ысынлап та, бөтөн Башҡортостандың батшаһы көләр Мүйтән булған (уның көләр-батша булыуы хаҡында артабан һүҙ барасаҡ). Ә Сыңғыҙ-хан урҙаһындағы уның оло абруйына килһәк, ул, Мүйтән-бей, ысынлап та заманаһының тәрән аҡыл эйәһе, талантлы дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмәне, һәм, шәжәрә һүҙҙәре менән әйткәндә, “пәйғәмбәре” лә булған, ул бөтәһен алдан уҡ тәрән аңлап, төптән күреп эш иткән.
Башҡорттоң икенсе бер тарихнамәһендә лә (Башкирские шежере. Уфа, 1960; 164-се бит) шул уҡ заман һәм ваҡиғалар сағыла:
“Ҡара-Табын аймағы Майҡы-бейҙән таралмыштыр, — тиелә унда. — Майҡы-бей (Мүйтән-бейҙең бер туған ҡустыһы. -- Й.С.) Сыңғыҙ-хан дәүерҙәрендә Урал тауының Миәдәк (Миә-тау хәҙерге Миәс ҡалаһы ултырған ер. — Й.С.) тигән урынында булып, Миәс (Миә-һыу. — Й.С.) йылғаһы буйында мәҡам иткән; ул Сыңғыҙ-ханға бүләк алып барып, уның менән юлдаш булып, Сыңғыҙ-хан менән бер арбала ултырып йөрөгән; исемен Уйшин Майҡы-бей тигәндәр”... Уйшин Майҡы-бейҙең дә, тап Мүйтән-бей кеүек үк, Сыңғыҙ-ханға үҙ теләге менән барып ҡушылыуы тураһындағы хикәйәт башҡорт тәүәрихе “Әхүәл Чыңғыз-хан вә Аҡсаҡ Тимер”ҙә лә (16-сы бит) бирелә һәм шуныһы ҡыҙыҡлы: унда Сыңғыҙ-хан арбаһын уның бейҙәре һөйрәп йөрөтөүе әйтелеп, бындай йоланың булғанлығы үҙ сиратында баяғы “Йәшерен хикәйәт” (55-се бит) тарафынан дөрөҫләнә; йәғни ҙә ки бер һуғышта Сыңғыҙ-хандың аҫтындағы аты йығылып үлгәс, ҡустыһы Балаҡатай уны тиҙ генә башҡа берәүҙең атына мендереп үлемдән ҡотҡара, әммә атҡа мендергәндә ярамаған эш -- уң ҡулы менән түгел, ә һул ҡулы менән күтәрмәкләгәне өсөн яза урынына Сыңғыҙ-хан уны, бер туған ҡустыһын, үҙе ултырған арбаға ат урынына ектерә...
Бөйөк уҙамандарыбыҙ Мүйтәнгә һәм Майҡыға бер юлы ҡағылышлы бер мәғлүмәт Рашид-ад-диндә теркәлгән (Тизенгаузен, 187-се бит):
“Барын ҡәбиләһе. Был Барын ҡәбиләһе Табын ҡәбиләһенә яҡын-ҡәрҙәш, [Табын иһә] Барын ҡәбиләһенән тармаҡланған... Был Барын ҡәбиләһенән сыҡҡан билдәле ҙур әмирҙәрҙән Сыңғыҙ-хан заманында бер әмир булды, уның исеме Найако-нойон (Майҡы-бей. — Й.С.), ул уң ҡанат әмирҙәре иҫәбендә һәм Мухали-нойондан (Мүкле йәки Мүйтән-бейҙән. — Й.С.) бер баҫҡысҡа түбәнерәк ине; ул (Майҡы-бей. — Й.С.) уның [Сыңғыҙ-хандың] гөбөрнатор дәрәжәһендәге хөрмәтле кешеһе булды”. Ысынлап та, үҙ ҡан ҡәрҙәштәре булған башҡорт бейҙәрен Сыңғыҙ-хан үҙенең уң ҡанаты аҫтына алған (башҡа тоҡом ярандары — һул ҡанат)...