Һәм тап ошо ҡоролтай ҡарары сығарылған 1229 йылда Үгеҙәй-ҡаған донъяға билдәле еңелеү белмәҫ “Сүбәдәй-баһадирҙы төньяҡҡа (Башҡортостанға. — Й.С.) һуғышҡа юлландырҙы һәм ун бер ил һәм халыҡтарҙы баҫып алырға бойорҙо, бына улар: ҡанлы, ҡыпсаҡ, башҡорт, урыҫ, мишәр, асут (Үҫәргән. — Й.С.), сасут (сыуас-ут — сыуаш. — Й.С.), серкесут (сәркәстәр — Ҡафҡаз халыҡтары. — Й.С.), Кешимир (төньяҡ Һиндостан? — Й.С.), болар (Бүләр, йәки болғар. — Й.С.), рарал (Урал. — Й.С.); күп һыулы Иҙел, Яйыҡ йылғалары аша сығырға һәм шулай уҡ кивамен-кермен (Киев) ҡалаһына тиклем барып етергә. Ошондай бойороҡ менән ул Сүбәдәй-баһадирҙы һуғыш сәфәренә сығарҙы” (“Йәшерен хикәйәт”, 262-се параграф). Тимәк, беренсе сираттағы беренсе һәләкәт — Башҡортостан башына, шунан һуң ғына ябырылырға тейештәр урыҫҡа һәм башҡаларға... Урыҫ йылъяҙмалары хәбәрләүенсә, Башҡортостандың көнбайыш сигендәге халыҡ-ара сауҙа ҡалаһы Болғарҙың шул һөжүмде Яйыҡ буйында ҡаршылаған ҡарауылсы яугирҙәре, беренсе бәрелештә үк ҡыйратылып, урыҫ яғына ҡасалар (Татаро-монголы, 190-сы бит), ләкин бөтөн Башҡортостан илбаҫарҙарға ныҡ ҡаршы тора, уларҙы килгән яҡтарына — Арал диңгеҙе аръяғына кире һөрөп ебәрә. Шунан һуң һутлы Хорезмда бер нисә йыл буйына көс туплап, татар-монголдар һөңгөләрен яңынан төньяҡҡа тоҫҡай — Сүбәдәй-баһадир ғәскәрҙәре 1232 йылда башҡорттоң әлеге халыҡ-ара Болғар баҙарына илтмеш каруан юлы буйлап Башҡортостанға ябырыла; ләкин был юлы ла ажарланып ҡаршы сыҡҡан башҡорт ғәскәрҙәрен еңә алмай, ярты юл өҫтөндә ҡалып ҡышларға һәм һуңынан кире боролоп ҡайтып китергә мәжбүр була. Һөҙөмтәлә 1235 йылда бөтә татар-монголдарҙың тағы дөйөм ҡоролтайы йыйылып, фарсы тарихсыһы Жүвәйни яҙыуынса, “Бату урҙаһына күрше йәшәгән, әле булһа тамам буйһондоролмаған һәм үҙҙәренең күп һанлылығы менән ғорурланған болғар (башҡорттар. — Й.С.), астар (үҫәргәндәр. — Й.С.) һәм урыҫ илдәрен ҡулға төшөрөү тураһында ҡарар ҡабул ҡылына” (Тизенгаузен, 22-23-сө биттәр). Жүвәйниҙең һүҙҙәренең хаҡлылығы “Йәшерен хикәйәт” (270-се параграф) менән дә дөрөҫләнә: “Үгеҙәй, бер туған ағаһы Сағатай менән алдан килешеү буйынса... Бату, Бүре, Мәңке һәм башҡа батша улдарының күмәген бер юлы (Башҡортостанға. — Й.С.) Сүбәдәйгә ярҙамға һуғыш сәфәренә оҙатты, сөнки Сүбәдәй-баһадир Сыңғыҙ-хан заманында уҡ үҙенә яулап алырға тип бойоролған халыҡтар һәм ҡалалар (Башҡортостан. — Й.С.) тарафынан көслө ҡаршылыҡҡа осраны, атап әйткәндә, бына ул халыҡтар: ҡанлы, ҡыпсаҡ, башҡорт, урыҫ, асут (үҫәргәндәр), сесут (сыуаштар), мишәр, кешимир, сергесут (серкәштәр — Ҡафҡаз халыҡтары), булар (Бүләр, йәки болғар), келет (көлә-батшабыҙ Мүйтән-бей тәхеттә ултырған баш ҡалабыҙ Өфө. — Й.С.), шулай уҡ күп һыулы Иҙел һәм Яйыҡ йылғалары аръяғындағы ҡалалар йәғни ҙә Мекетмен (Мекетә. — Й.С.) һәм Кермен-Кеибе (Киев) һәм башҡалар”. Был юлы боронғо Башҡортостандың Һаҡмар буйында урынлашҡан Мекетә (йәки Бәкәтәр) ҡалаһы ла телгә алына: хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районына ҡараған ул урында әле лә Мекетә (рәсми яҙыуҙа Мөхәмәҙиәр) ауылы (Һаҡмарҙың һул ярында) һәм Бәкәтәр (Һаҡмарҙың уң ярында) ауылдары ирәүән йәшәп ятмыш. Был ҡаланы нигеҙләүсе Абыҙ-Бәкәтәрҙең 420 йылда Ҡафҡаздағы ҡартлы (башҡорт) илендә (хәҙерге Грузияла) ҡартлы (башҡорт) батшаһы Бәхтәң (Вахтанг) менән ҡара-ҡаршы алышыуы һәм шунда һәләк булыуы тураһында “Ерем, кешеләрем” тигән романымда яҙғайным; тимәк, тыуған еребеҙҙәге Мекетә (Бәкәтәр) ҡалаһы унда V быуаттан уҡ көр йәшәп килгән һәм ХIII быуат баштарында татар-монгол илбаҫарҙарына ҡаты ҡаршылыҡ күрһәткән...
|
|
“Үгеҙәй-хан үҙенең бойороғона ошоно ҡушарланы: “Дошман илдәр күп унда һәм халҡы (башҡорт халҡы. — Й.С.) үтә дәһшәтле. Шундай кешеләр улар: ярһыған саҡтарында үҙ мөстәренә (мечтарына) үҙҙәре ташланып әжәл алалар. Ә мөстәре уларҙың үткер, тиҙәр. Бына ни өсөн мин, Үгеҙәй-хан, бөтә тарафтарға һөрән һаламын: бөтәбеҙгә лә, өлкән ағайыбыҙ Сағатайҙың һүҙҙәренә ихлас ҡолаҡ һалып, өлкән улдарыбыҙҙы мотлаҡ рәүештә һуғышҡа ебәрергә кәрәк. Һәм бына шуның арҡаһында батша улдары Бату, Бүре, Кейек, Мәңке һәм бөтә ҡалғандарыбыҙ ҙа шул һуғыш сәфәренә юлландырыла” (шунда уҡ). Күрәһегеҙ: Башҡортостанды һ.б. еңеп буйһондороу өсөн татар-монгол державаһы үҙенең бөтә мөмкинлектәрен еккән.
|
Шулай итеп, Башҡортостанға 1236 йылғы был дәһшәтле ябырылыуға бөйөк Сыңғыҙ-хан нәҫеленең бер юлы “ун дүрт батша улы үҙ ғәскәрҙәре менән ҡатнашҡан” (БСЭ, т. 16; 52-се бит).
“Батша улдары болғар (Башҡортостан. — Й.С.) тупрағында бергә ҡушылдылар, — тип дауамлай Жүвәйни (Тизенгаузен, 23-сө бит), — ғәскәрҙәрҙең күплегенән ер ыңғырашты һәм геүләне, ә алайҙарҙың күплегенән һәм шау-шоуынан ҡырағай кейектәр һәм йыртҡыс хайуандар тетрәнеп үрә ҡаттылар”...
Ваҡиғаларҙың артабанғы һүтелешен төрлө-төрлө тарихсылар быуаттар буйынса ҡабат-ҡабат күсерелеп һәм эшкәртелеп тәүге яҙылышы йә боҙолған, йә аңлайышһыҙ хәлгә килтерелгән иҫке ҡулъяҙма сығанаҡтарҙан һәр береһе үҙҙәренең милләтенә һәм сәйәсәтенә ярашырлыҡ юрап та, тоҫмаллап та һәм хатта фәстереп тә бер яҡлы бәйән ҡылғанлыҡтан һәм уларҙың ҡайһылыр береһе ошо рәүешле ҡыңғырлатып раҫлағанды икенсеһе үҙ сиратында үҙенә йәтеш таянсыҡ ҡылып, хатаны уғата арттырған һәм артабан һис боҙолмаҫҡа тейешле ҡанунға әйләндереп нығытҡанлыҡтан, тарихтың күп тәңгәлдәрендә ана шулай “ғилми” ҡалыпҡа һалынмыш шаҡ ҡатырғыс ялғанлыҡтар иркенләп хөкөм һөрҙө. Шуға күрә ошо осорҙа татар-монгол ябырылыуына ҡаршы йәндәрен аямай ҡаһармандарса көрәшселәр һәм фажиғәле ҡазаланыусылар сифатында әллә ҡайҙағы урыҫ кенәздәренең һәм Көнбайыштың ҡайһы бер короллектәренең йәнәһе лә тотҡан ҙур урыны, әһәмиәте ифрат та ныҡ ҡалтайтылып, фәстерелеп, үлемесле был көрәште уларҙан да элегерәк башлаған һәм тиҫтәләрсә йылдар буйына өҙлөкһөҙ дауамлаған, шул арҡала Европаны тулайым тар-мар ҡылыныуҙан аралаған Башҡортостан тураһында йә бер-ике ауыҙ һүҙ генә әйтелә, йә бөтөнләй әйтелмәй үк “онотоп” ҡалдырыла. Ә иң аяныслыһы, Башҡортостанда барған дәһшәтле алыштар, әллә яңылышып, әллә алдашып, тигәндәй, Башҡортостандан меңәрләгән саҡрым алыҫлыҡтарҙа — Үҙәк Европала булған ваҡиғалар рәүешендә тупаҫ боҙоп күрһәтелә. Тарих фәнендәге был ташҡүлсәйем “алым” кире ҡаҡҡыһыҙ “хаҡиҡәт” рәүешендә ҡанунлашып, шуға яраҡлашмаусының йоморо башына оторо суҡмар янаһа ла, сығанаҡтарҙы төпсөнөүҙә артабан да бойондороҡһоҙ ҡалырға ниәтләндем, иншАлла.
Иң ышаныслы төп сығанаҡ булып бында, әлбиттә, Сыңғыҙ-хан империяһының рәсми тарихсыһы Рашид-ад-диндең бөйөк хеҙмәте тора, ә башҡорт тарихы мәсьәләһендә был хеҙмәт бигерәк тә әһәмиәтле, сөнки ул тарихын яҙғанда уға башҡорт Булат-сәсән, башҡорт Ҡазан-хандар күпмелер дәрәжәлә уның мәғлүмәтселәре, кәңәшселәре булғандар. Шул уҡ ваҡытта ул үҙенән алдараҡҡы Жүвәйни, Әл-Ғарнати кеүектәрҙән дә тәнҡитле ҡарашһыҙ-ниһеҙ Туп-тура күсереп үҙ хеҙмәтенә йәбештергәнлектән, шул арҡала хеҙмәтендә ҡайһы бер аңлайышһыҙлыҡтар, хаталар ҙа ебәрә. Ә беҙ иһә уның ҡәләме эҙенән күҙебеҙҙе асыбыраҡ барайыҡ.
Әлхасил, “түбәндәге батша улдарына... ул яҡтарҙы яулап алырға бойорола: Толой-хан балаларынан уның өлкән улы Мәңке-хан һәм уның ҡустыһы Бүсәк; Үгеҙәй-ҡаған ырыуынан уның өлкән улы Кейек-хан һәм уның ҡустыһы Ҡаҙан; Сағатай балалаларынан Бүре менән Байҙар; ҡағандың үҙенең ҡустыһы Күлкән; Яусы балалары: Батый, Урҙа, Шәүбән, Танғут; батша улдары эргәһендәге абруйлы әмирҙәрҙән: Сүбәдәй-баһадир һәм башҡа бер нисә әмир.
633 йылға тура килмеш маймыл йылының яҙғы йомаҙи әл-ахыр айында (=11/II — 10/III 1236 йыл) улар бөтәһе бер юлы ҡуҙғалдылар, йәйҙе юлда үткәрҙеләр, ә көҙгөһөн болғар ерҙәрендә Яусы даруғаһынан килмеш баяғы Батый, Урҙа, Шәүбән һәм Танғут менән ҡушылдылар, — улар ҙа ошо яҡтарға тәғәйенләнгәйне” (Тизенгаузен, 34-се бит). Күренеүенсә, тәүгеләре был хәрби сәйәхәткә Хорезмдан Арал диңгеҙенең Көньяҡ яр буйы аша, ә икенселәре төньяҡ ярын буйлап килеп, Турғай далаһы тәңгәлендә бөтәһе бергә ҡушылған да баяғы каруан юлы буйлап төньяҡ-көнбайышҡа — Болғарға табан йүнәлгән. Болғарҙы ылғый ҡайһылай ҡылып алыуҙары тураһында Рашид-ад-дин тәғәйен яҙмаһа ла, Жүвәйниҙә табабыҙ: “Болғар ерҙәрендә батша улдары бергә ҡушылдылар... Тәүҙә улар (батша улдары) көс ҡулланып һәм ябырылып Болғар ҡалаһын алдылар” (Тизенгаузен, 23-сө бит). Ләкин был фарсы автор, башҡорт тәүхоҙайҙары йәшәй тип һаналған һәм тупрағына ятбауыр аяҡтары баҫмаҫҡа тейеш булған башҡорт тәүтөйәк ерҙәренә табан башҡорттоң һәр кем өсөн асыҡ халыҡ-ара баҙар ҡалаһы Болғарҙан ары төпкәрәк уҙа алмаған башҡа байтаҡ ғәрәп сәйәхәтселәреләй, Болғарҙы бөтә Башҡортостан һымағыраҡ итеп һанағанлыҡтан, татар-монголдарҙың Болғарҙан һуң артабан йәнә башҡорттоң “Бүләр, Кернәк, Йүкәтән, Сувар ҡалаларын” (Татаро-монголы, 191-се бит) һ.б. башҡорт тарафтарын айҡағанын тәфсилләп тормайынса, һыпыра алдыра яҙылған шул ыңғайҙан, ваҡыт арауығын боҙоп (икенсе йылда булған ваҡиғаларҙы был йылға — артҡа күсереп), татар-монголдарҙың урыҫ ерҙәренә һөжүмен һөйләй башлай, шуға күрә бөтәһе лә урыҫ ерендә барғандай тәьҫир ҡалдыра, ә унан инде Дунай буйҙарына ла ара бик яҡын ҡала. Рашид-ад-дин ғына аҙ-маҙ ентеклерәк: “Ул ерҙән Батый үҙенең туғандары Шәүбән, Буралдай һәм ғәскәрҙәре менән биләрҙәргә һәм башҡорттарға (тау башҡорттарына. — Й.С.) ҡаршы ҡуҙғалды, шунда уҙҙы һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, артыҡ ауырлыҡһыҙ, уларҙы яулап алды һәм уларҙы үлтереү, талау менән шөғөлләнде” (Тизенгаузен, 34-се бит). Ләкин тап бына ошо тәңгәлдә бөтә тарихсылар артабанғы ваҡиғаларҙы һөйләгәндә Жүвәйниҙе лә, Рашид-ад-динде лә яңылыш аңлап һәм юрап ныҡ бутала: Болғар ҡалаһын алғандан һуң татар-монголдар йәнәһе шунда уҡ тура Көнбайышҡа ҡарай дөргән, тип, баяғы Жүвәйнигә һылтанып, шул уҡ ваҡытта боронғораҡ Әл-Ғарнатиҙың: “Һәм бына мин Унҡор Өйө (Һунгария) иленә килеп еттем, ә унда башҡорт тигән халыҡ йәшәй — төркиҙәр иленән сыҡҡан һәм франктар иленә ереккәндәрҙең тәүгеләренән улар, күмәктәр һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙҙар. Унҡор Өйө исеме аҫтында билдәле булған улар иле 78 ҡаланан тора... Унда меңәрләгән мәғрибәндәр [башҡорт-бәжәнәктәр] йәшәй, иҫәбе-хисабы юҡ. Һәм унда тағы меңәрләгән хорезмлылар, улар ҙа иҫәпһеҙ-һанһыҙ. Хорезмлылар бындағы батшаларға хеҙмәт итәләр һәм тыштан ҡарағанда христиан динен тоталар, ә йәшерен рәүештә — Ислам динен. Мәғрибәндәр [башҡорт-бәжәнәктәр] һуғыш ваҡыттарында ғына христиандарға хеҙмәт итәләр һәм асыҡтан-асыҡ Ислам динен тоталар” (Путешествие Абу Хамида ал-Гарнати в Восточную и Центральную Европу [1131-1153]. М., 1971; 38-се бит), тигән һәм Дунай буйы (Венгрия) башҡорттарына ҡағылышлы ылғый хаҡ һүҙҙәрен үҙенең хеҙмәтендә саманан тыш ҡыҫҡартып һәм боҙоп ҡулланған Жүвәйниҙең (“Көләрҙәр һәм башҡорттар — христиан динен тотоусы күп һанлы халыҡ, улар франктар эргәһендә йәшәйҙәр, тип һөйләйҙәр”, — Тизенгаузен, 23-сө бит) һәм унан күсермеш Рашид-ад-диндең (“Бүләрҙәр — христиан динен тотоусы күп һанлы халыҡ ине, улар өлкәһе франктарҙыҡы менән сиктәш”, — Тизенгаузен, 34-се бит) тигән текстарын күҙ йома ысынға алыпмы, улар, тарихсылар, “бүләрҙәр” менән “башҡорттар”ҙы хайран ҡалырлыҡ тырышлыҡ менән һәрмәләнеп баяғы-шул һунғор-венгрҙар йәшәгән Карпат таулы һәм Дунайлы Алыҫ Көнбайыш яҡтарҙан эҙләй башлайҙар ҙа, күҙ асып йомғансы, йәһәт табып та бирәләр: “бүләрҙәр” — поляктар, ә “башҡорттар” — Дунай буйындағы башҡорттар йәғни хәҙерге венгрҙар, тип юйылмаҫ мөһөрләп тә ҡуялар... Улар буйынса китһәк, баяғы 1236 йыл көҙөндәге Башҡортостандағы дәһшәтле һуғыш, имеш тә, бөтөнләй ҙә Башҡортостанда түгел, ә хәҙерге Польша һәм Венгрия ерҙәрендә бара... Әгәр ҙә шулай икән, сетерекле бер һорау: йөҙәрләгән меңлек татар-монгол ғәскәрҙәре ҡайһылай итеп шул бер көҙҙә үк күҙ асып йомған арала ғына Уралдан тап Карпатҡаса хәтһеҙ оҙон юл үтергә лә бер ыңғайҙан әллә нисә урында һуғышып еңергә өлгөрә икән — бәлки, ул заман татар-монголдарҙың да һауанан осмалы хәҙерге “боинг” йәки “руслан” һауа караптары булғандыр?!. Өҫтәүенә, шул уҡ татар-монголдар, баяғыса Башҡортостанда һуғышып еңгәндән һуң, шул уҡ көҙгә ялғанмыш ҡышта уҡ йәғни 1237 йылда урыҫтың Рязань, Мәскәү, Владимир, Тверь, Ярославль, Козельск ҡалаларын да бер юлы һуғышып алған, — ә был ваҡытта бит улар, тарихсылар үҙҙәре үк һанағанса, бынан (Башҡортостандан) бик-бик алыҫта, Польшала һәм Венгрияла, һуғышып йөрөргә тейештәр ине ләһә?!. Бер көҙ эсендә нисек бер юлы алыҫ-алыҫ өс тарафта булырға өлгөргәндәр? Ул ғына ла етмәһә, шул уҡ көҙҙә хәл алырға Ҡубан яғына әйләнеп ҡайтып киткәндәр, тип әйтелә бит? Әллә юҡһа өс урында бер үк түгел, ә бөтөнләй башҡа ғәскәрҙәр — Англиянан йә Франциянан баяғы осҡор самолеттарҙа выжлатып килтереп төшөрөлгән хәрби-һауа десанттарылыр улар?!. Замана тарихсыларына ҡараһаң, бына шундайын да ғәжәйеб хәлдәр...
Бынан тыш ғәмәлдә Батый-ханға, шул уҡ көҙҙә, тарихсылар уға таҡҡан Карпат аръяғына елеп кенә барып етерҙән элек, баяғы яулап алынған урыҫ ҡалаларынан Ҡубанға әйләнеп ҡайтҡандан һуң фәҡәт өс йыл үткәс кенә (1240 йылда) Көнбайышҡа табан яңынан сәфәр сығып, был юлы Киев, Владимир, Галич һ.б. урыҫ ҡалаларын һуғышып алырға кәрәк булғанлығын, һәм ни бары шунан һуң ғына артабан көнбайышҡараҡ ҡуҙғалырға форсат тейгәнлеген һис оноторға ярамай. Тимәк, 1236 йылдың көҙөндәге Башҡортостан сигендәге һуғышта уның Болғар ҡалаһы тар-мар ҡылыныу артынса уҡ көнсығышыраҡтағы “Бүләрҙәргә” һәм “башҡорттарға” ябырылыу — Башҡортостандың Көнбайышындағы Биләр һ.б. ҡалаларында, тирә-яҡ ауылдарында йәшәмеш Биләр (“бейҙәр” тигән һүҙ) ырыуҙары башҡорттарына һәм уларҙан көнсығыштараҡҡы тау башҡорттары ырыуҙарына (ҡатайҙарға, барын-табындарға һ.б.) ябырылыу ул.
“Батыйҙың һәм әмирҙәрҙең хәрәкәте тураһындағы хәбәрҙәрҙе ишетеп, — ти Рашид-ад-дин, — улар [башҡорттар] һуғыш монаяттарын әҙерләне һәм 40 томан (400.000) яугирле шанлы ғәскәр менән уларға ҡаршы ҡуҙғалды”. (Жүвәйниҙә был һан “450.000 атлы ғәскәр” тип бирелә. — Тизенгаузен, 23-сө бит). Ғүмер-баҡый дөйөм халыҡ һанының һәр биш кешеһенә бер яугир тура килеүен иҫәпләһәк, ул заманда башҡорт халҡы кәм тигәндә ике миллион йән (400.000Х5=2 млн.) тәшкил иткән... Ошо дүрт йөҙ меңлек башҡорт ғәскәре, моғайын, Иҙелгә ҡоймош Оло Сирмешән йылғаһының һул ярында — хәҙерге Биләр-күл (Татарстан) тәңгәлендә туланған, ә “Биләр-күл” шул боронғо Бүләр тигән башҡорт ырыу исемен шундағы һуғыш урынына бәйләп ошоғаса үҙендә һаҡлап ҡалдырған тәбиғәт ҡомартҡыһы ул... Һуғыш алдынан Батый-хан үҙенең энеһе Шәүбәнде ун меңлек алғасҡы (авангард) ғәскәр менән алғараҡ уҙғарып ебәрә — башҡорттарҙың көс-ҡеүәтен темеҫкенеп белергә. Һәм бына “ун меңлек һыбайлыһы менән алғасҡы булып барған Шәүбән хәбәр итте: улар (башҡорттар) монгол ғәскәрҙәренән ике тапҡырға күберәк һәм улар бөтәһе лә ҡыйыу яугирҙәр”. Быныһы, “ике тапҡырға күберәк” тигәне, ни дәрәжәлә дөрөҫтөр, — уныһын Алла белә, сөнки татар-монголдарҙың Башҡортостанды баҫтырырға барған дөйөм ғәскәр һаны сығанаҡтарҙа бирелмәй. Баяғы йылға буйында (Оло Сирмешәндең уң ярында, тип аңлайыҡ) Батый-ханға татар-монгол ғәскәрҙәренең төп көстәре лә килеп етеп туплана.
“Ике ғәскәр ҡара-ҡаршы теҙелгәс, Батый, Сыңғыҙ-хандың йолаһы буйынса, бер уба башына менде лә тәүлек буйына хоҙайға ялбарып табынды һәм ауыр көрһөндө, ә ғәскәрҙәге мосолмандарға күмәкләшеп доға ҡылырға бойорҙо”. — Батый-хан башҡорт ғәскәрҙәренән ныҡ ҡына шөрләгән, тимәк.