Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 28 глава




 

 

 

1395 йылда баш ҡалабыҙ Өфө (Өкөк) янында Аҡһаҡ Тимер (Тимерләң) менән һуғышып еңелгәндән һуң, “Туҡтамыш, — ти Н.М. Карамзин, — Тимерләңдең үҙ иленә боролоп ҡайтып китеүе менән үк, яңы көс туплап өлгөрҙө: урҙаның элеккенән дә күберәк өлөшө уны үҙенең бөйөк ханы итеп таныны. Ул Һарайға ҡайтты, күрше державаларға илселектәр юлландырҙы һәм үҙен Батый ылыҫтарының (өлөштәренең) берҙән-бер бойороусыһы итеп танытты. Ләкин Тимер-Ҡотлоҡ... (сәрғәскәре Йеҙекәй менән бергә. — Й.С.) көтмәгәндә уға ябырылды, еңде һәм Һарайҙы алды. Туҡтамыш үҙенең ҡатындарын, ике улын, ҡаҙнаһын һәм йортоноң күп һанлы ярандарын алып Киевкә (ул саҡтағы Литва кенәзлегенә. — Й.С.) көслө Витовттың ҡанаты аҫтына ҡасты, ул иһә, ҡәнәғәтләнеп, үҙен шундай ҙа донъяға билдәле ҡасаҡтың ярлыҡаусыһы итеп иғлан ҡылды, уның батшалығын кире ҡайтарып бирергә ғорур вәғәҙә итте... Европа һәм Азияның ҡотон осорған шул халыҡты еңеү һәм Батый тәхетенә ултырыу, һөҙөмтәлә Көнсығышҡа үҙенә юл ярып, Тимерләңдең үҙен тар-мар ҡылыу хыялы биләне уны” (V, 92-93). Витовт бер туған кейәүен — Мәскәү кенәзе Василийҙы ла буласаҡ шул һуғышҡа ылыҡтырырға маташа, ләкин хәйләкәр Василий иһә ҡайныһына бүләктәр тейәүле арба менән ҡатынын (Витовттың ҡыҙын) ҡунаҡҡа ебәреп кенә еңел тайшана, сөнки урыҫтарҙың ҡан дошманы Литва үҙенең биләмәләрен Киев һәм Смоленскигә үк килтереп ялғағанлыҡтан, ҡайныһы Витовттың аҫтыртын ғына Мәскәүҙе лә үҙ салғыйы аҫтына ҡармап алырға яҫҡаныуын үтәнән-үтә күрә: Витовт бит Туҡтамыш-ханға Алтын Урҙа тәхетен һәм уға бойондороҡло Иҙел менән Яйыҡ араһын һәм Яйыҡтың аръяғын, Ҡырымды һәм Азовты кире ҡайтарышып биреү хаҡына Алтын Урҙаның бүленмәҫ бер ылыҫы булған Мәскәү кенәзлеген Литваға алып беркетергә килешкән...

Бына шулай дәһшәтле һуғышҡа полктар (унда айырым Туҡтамыш полкы ла бар) туплап әҙерләнеп ятҡанда, Йеҙекәй батыр белдеге менән Алтын Урҙа тәхетенә ултырып алмыш баяғы Тимер-Ҡотлоҡ-хандан рәсми илсе килеп төшә лә хан исеменән Витовт кенәзгә ошолай тип тәҡдимләй: “Бир һин миңә Туҡтамышты, минең ҡан дошманымды, ҡасандырғы бөйөк батшаны, ә хәҙерге ерәнгес ҡасаҡйәнде — ана шулай алдаусан бит ул бәндәнең тәҡдире!”

Быға яуап итеп, Витовт бөтә ғәскәре менән Киевтән көньяҡҡараҡ — яҡынлап килеүсе “Тимер-Ҡотлоҡ менән [Йеҙекәй батыр был ваҡытта арттараҡ ҡалған була] күҙгә-күҙ ҡарашырға” йүнәлә. “Сулау һәм Ҡороюл йылғалары аръяғында, Бурҫыҡлы һыуының ярында монголдары менән Тимер-Ҡотлоҡ, һуғыштан да бигерәк, тыныслыҡ көҫәп тора ине (Йеҙекәй батыр үҙе түгел бит инде ул — шөрләгәндер. — Й.С.). “Ниңә миңә ҡаршы сыҡтың? — тип еткерергә бойорҙо ул Витовтҡа. — Мин бит бер ҡасан да ҡорал тотоп һинең ереңә баҫып кермәнем”. Литва кенәзе яуапланы: “Хоҙай минең бөтә ер йөҙөнә лә хаким булыуымды теләй. Ә һин иһә минең улым ғына һәм яҫаҡ түләүсем генә бул, юҡһа ҡолом булырһың”. Тимер-Ҡотлоҡ өҙлөкһөҙ солох тәҡдим итте; Витовтты аҡһаҡал итеп тә таныны; хатта уға... йыл һайын күпмелер күләмдә көмөшләтә түләргә лә ризалашты. Литваның ғорур кенәзе, Көнсығыш (мәҫәлән, Аҡһаҡ Тимерҙең. — Й.С.) тәкәбберлеген үҙендә ҡабатлап, баяғыларға өҫтәмә рәүештә монголдар үҙ тәңкәләренә уның тамғаһын йәки мөһөрөн һуғыуын теләне, шул саҡта ғына Туҡтамышҡа ярҙам итмәҫкә вәғәҙә бирҙе. Хан был хаҡта уйланырға үҙенә өс көн биреүҙе талап итте, шул уҡ ваҡытта Витовтты һәр төрлө илселектәр, бүләктәр ебәреп арбаны. Был ғәжәйеб килешеүсәнлек фәҡәт ваҡытты һуҙыу һәм татарҙарҙың етеп килеүсе башҡа алайҙары менән ҡушылыу өсөн хәйлә генә булды, буғай.

Монголдар ыҫтанына үҙенең аҡыллылығы һәм батырлығы менән данлыҡлы сал Йеҙекәй кенәз килеп еткәс кенә бөтәһе лә үҙгәрҙе. Урҙала ул икенсе Мамай[61] булып, хан өҫтөнән бойора ине; ҡасандыр Тимерләңгә хеҙмәт иткән һәм уның хөрмәт билдәләрен (ордендарын. -- Й.С.) үҙендә йөрөтә ине. Тимер-Ҡотлоҡҡа Витовт тәҡдим ҡылған солох шарттары менән танышҡас, Йеҙекәй: “Үлеүебеҙ бынан артығыраҡ”, - тине лә Литва кенәзенән күҙмә-күҙ осрашыу талап итте. Улар Бурҫыҡлы ярында осрашты. “Ҡыйыу кенәз! — тине татар юлбашсыһы [Йеҙекәй], — батшабыҙ һине хаҡлы рәүештә үҙенең атаһы итеп таный алыр ине лә ул, әлбиттә: йәшең буйынса һин унан ҡартыраҡ, ләкин минән йәшерәк; тимәк, рәхим итеп миңә буйһон, яҫаҡ түлә һәм Литва тәңкәләренә минең мөһрҙө һуҡтырт!” Был мәсхәрәләү Витовтты сығырынан сығарып ярһытты: ул һөрәнләп һуғыш башланыуын иғлан итте лә полктарын хәрәкәткә килтерҙе... (ул һуғышта Витовт яуы сафтарында, Туҡтамыш-хан полкынан тыш, бик күп урыҫ кенәздәренең полктары ла ҡатнаша. — Й.С.). Ҡот осорғос ҡан ҡойош ҡара төнгәсә дауам итте: монголдар дошмандарын кинәнеп һуйҙылар, тапанылар, йәки теләгән береһен тотоп әсир алдылар. Бындай камил еңеүгә Сыңғыҙ-хан да, Батый ҙа ирешкәне юҡ ине. Литва ғәскәренең өстән бер өлөшөнән аҙырағы ғына ҡасып ҡотола алды. Кенәздәрҙең күпселеге һуғыш ҡырында ятып ҡалды... Тимер-Ҡотлоҡ-хан дошман ғәскәренең ҡалдыҡтарын Днепрғаса ҡыуҙы, Киевтән Литва аҡсаһы менән 3 000 тәңкә көмөшләтә барымта алды, ә Печера монастыренән — үҙенә башҡа 30 тәңкә; унда [Киевтә] үҙенең баҫҡаҡтарын ҡалдырҙы һәм, Витовттың өлкәләрен Луцкиға тиклем үк ҡыйратып үтеп, үҙ ылыҫтарына ҡайтты” (Карамзин,V; 95), — был ваҡиға 1399 йылдың аҙағында була. Бурҫыҡлы йылғаһы буйында литов-урыҫ алайҙары ҡанға батып ҡырылғанда йылғыр йәнле Туҡтамыш-хан үҙенең гвардияһы менән һуғыш ҡырынан яҙлығырға өлгөрә һәм киң далалар, ҡарурмандар аша бер туҡтауһыҙ көнсығышҡа — үҙенең тыуған төйәге Башҡортостанға табан олаға. Был ваҡыт Иҙелдең уң ярында Туҡтамыш-хандан тартып алынған баш ҡала Һарайҙа уның ҡан дошмандары Йеҙекәй менән Тимер-Ҡотлоҡ ултырғанлыҡтан һәм улар баяғы Көнбайыштағы урыҫ, Литва эштәре менән ныҡ мәшғүл булғанлыҡтан, күпмелер ваҡытҡа уны “онота” биреүҙәренән файҙаланып, Туҡтамыш-хан Яйыҡ — Иҙел аралында яңынан баш-күҙ алырға тотона һәм, Яйыҡтың һул ярынан ҡойған Урта Бүртә йылғаһы билендә (хәҙерге Ырымбур өлкәһендә), тауыш-тынһыҙ, боҫоп ятып көс туплай. Ниәтенең асылы — Алтын Урҙа тәхетен үҙенә кире ҡайтарып алыу. Шул Урта Бүртәнең һул ярында (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Советский ҡасабаһынан төньяҡ-көнсығыштараҡ һәм Ҡоро-күлдән көньяҡтараҡ) шул саҡтағы “автономиялы” Башҡортостандың Мәсет-Һарайсыҡ тигән баш ҡалаһы ҡалҡып сыға, Туҡтамыш-хан шунан тороп Башҡортостанға идара ҡыла башлай. Ләкин Алтын Урҙа баш ҡалаһын биләгән ҡан дошманы Йеҙекәйҙең оҙон ҡулы оҙаҡламай бында ла оторо һуҙылып, ике арала өҙлөкһөҙ яуҙар йонсотҡас, Туҡтамыш-хан, баш ҡалаһы Мәсет-Һарайсыҡты ташлап “китеп, Сәрмәсән һыуында мәҡәм (йорт. — Й.С.) тотто” (“Үҫәргән тәүәрихе”, 53-сө бит)... Хәҙерге Ырымбур өлкәһендә Йеҙекәй яуы емереп ташлаған шул баш ҡала Мәсет-Һарайсыҡтың мәсете генә һерәйеп ултыра хәҙер (мосолман Йеҙекәйҙең уны емертергә ҡулы бармағандыр). Шул яҡтарҙы яҡшы өйрәнгән тарихсы-эҙәрмән Ф.Ф. Илбулдин әйтеүенсә, “был мәсет 1972 йылда колхоздың бесән келәте итеп ҡулланыла ине”. Урындағы халыҡ уны “Аҡ мәсет” тип йөрөтә, ә урыҫса турист маршруттарына “интересные развалины древнего монастыря” (?!..) тип яҙылған...

Туҡтамыш-хан ҡыҫҡа ғына ваҡыт араһында тағы яңы урында — үҙенең тыуып үҫкән ватансығы Асылыкүлгә яҡын Ҡурсаҡ (хан йәшәгән ҡурсаулыҡ -- заповедник, мәғәнәһендә, Димгә ҡоя) йылғаһы буйында ла үҙенә күрә хан һарайы — баш ҡала һалып өлгөргән һәм, ҡасандыр тәхетендә үҙе ултырған Алтын Урҙа империяһының баш ҡалаһы Һарай исеме менән уны ла Һарай тип атаған, буғай (хәҙерге Әлшәй районындағы Һарай ҡасабаһы). Ләкин ханға бында оҙаҡ йәшәргә насип итмәгән: хәҙерге Дәүләкән һәм Әлшәй райондары аша Димгә ҡойған Төйлән (исеме боронғо яҙма сығанаҡҡа теркәлгән; тарихсылар уның ҡайҙалығын, таба алмай, Төмән яҡтарынан эҙләй) йылғаһы буйындағы ҙур һуғышта 1405 йылдың 28 июнендә бөйөк Йеҙекәй батырыбыҙҙың зәһәр уғы бөйөк Туҡтамыш-ханыбыҙҙың данлы ғүмерен өҙә, хан кәүҙәһе шул тирәлә ерләнә (“Үҫәргән тәүәрихе”, 53-сө бит). Итәгенән шифалы шишмә урғылмыш был убаны хәҙер бындағы халыҡ “Әүлиә зираты”, “Әүлиә шишмәһе” тип ҡәҙерләй. Шулай итеп, Йеҙекәй батыр ҡартлыҡ көнөнәсә йәнен өйкәгән мөҡәддәс мораҙына — атаһын һәм кейәүен үлтермеш ҡан дошманы Туҡтамыш-хандың ҡонон алыуға ирешә.

 

 

 

Бурҫыҡлы йылғаһы буйындағы баяғы бөйөк еңеүенән һуң күп тә үтмәй, 1400 йылда Йеҙекәйҙең тәхеттәге шул баяғы кейәүе Тимер-Ҡотлоҡ ҡапыл ғына вафат була, урынына хандың бер туған энеһе Шадибәк (Тимер-Мәликтең улы) ултыртыла һәм был хан да, урыҫ йылъяҙмаларының әйтеүенсә, “Йеҙекәйҙең кейәүе” булып сыға (Карамзин,V, 108). Тыныс тормош һәм фани донъяның ләззәттәре менән кинәнеп йәшәргә яратҡан Шадибәк-хан да дәүләт менән идара эштәрен ҡәҙимгесә Йеҙекәй ҡулында ҡалдыра. Көнбайыштағы баяғы бөйөк еңеүенән һуң уғата көсәйеп, яңы форсаттарға эйә булған Йеҙекәй батыр Алтын Урҙаның дәүләт эштәрен төбөнән үҙгәртеп ҡорорға һәм илдә ҡаты тәртип урынлаштырырға тотона: ябай-ялпыны талап байыған эреле-ваҡлы хакимдарҙарҙың нәфсеһенә сик ҡуя, һалымдарҙы ҡыҫҡартып, халыҡ торомшон ярайһы еңеләйтә, шул арҡала юғары ҡатламдарҙың асыуын ныҡ ҡабарта. “Йеҙекәй илдә нескәлекле йолалар (тура[62]) һәм бөйөк ҡанундар (яҫаҡ[63]) урынлаштырғанлыҡтан, — тип яҙа Аноним Искәндәр, — иркенлектә кинәнеп йәшәүселәр ҡыҫынҡылыҡта ҡалды, шуға күрә уларҙың ҡотҡоһо буйынса Шадибәк-хан уны [Йеҙекәйҙе] йәшерен рәүештә юҡ итергә йыйынды. Ул шулай ниәтләнгән арала, Йеҙекәй уның уйындағыһын белеп алды ла, бола ҡупмаҫы борон уҡ, уның ҡылығын ауыҙлыҡларға теләне. Шуны һиҙенгән Шадибәк батшалыҡ тәхетенән Баҡы Дербенте яғына йомолоп ҡасты” (1409 йылда. — Тизенгаузен, 133-134-се биттәр). Алтын Урҙалағы ошо болаларҙан файҙаланып, яҫаҡ түләмәй башлаған һәм шул арҡала ярайһы көрәйеп, Алтын Урҙаға буйһоноуҙан ҡотолоу өсөн, аҫтыртын саралар күргән, шул йәһәттән мәрхүм Туҡтамыш-хан улдарын (Йеҙекәйҙең ҡан дошмандарын) да үҙенә һыйындырған Мәскәү кенәзлегенә ҡарата Йеҙекәй батыр, был осрҙа һуғышырға көсө етмәгәнлектән, хәйләле сәйәсәт үткәрә: “кенәз Василийҙы ул һөйөклө улым тип атай һәм уға Литваны яулап алырға мәкерле кәңәштәр бирә, шул уҡ ваҡытта Витовтты ла Мәскәү кенәзлеген тамырынан йолҡоп ташларға ҡоторта” (Карамзин, V, 107-108). Үҙ-ара тартышҡан башҡа урыҫ кенәздәренең дә ҡәҙимгесә иң Юғары Хөкөмдары (Судъяһы) рәүешендә эш ҡыла ул, Йеҙекәй: мәҫәлән, Тверь кенәзе Иоан Михайлович унан Тверь кенәзлеген һалдыртып алырға яҫҡаныусы Холм кенәзе Юрий Всеволодовичты 1407 йылда хан хөкөмөнә тарттыра һәм урҙалағы шул хөкөм ултырышында ҡатнашыр өсөн Волга буйлап кәмәлә Һарайға килә, тап шул ваҡыт Шадибәк-хандың тәхетенән ҡасып китеүенең һәм тәхеткә мәрхүм Тимер-Ҡотлоҡтоң улы Булат-хандың ултырыуының тере шаһиты була. Ләкин был яңы хан да, Йеҙекәйҙең әүәлге кейәүе Шадибәк-хан һәм уға тиклемгеләр кеүек үк, тәхетендә үҙ хөкөмөн йөрөтә алмай, дилбегәне ғәскәр башлығы Йеҙекәйҙең ҡулында ҡалдыра, ә ул иһә, баяғыса, Мәскәү кенәзлеге менән Литва кенәзлеген үҙ-ара сәкәләштереү, Алтын Урҙаға яҫаҡ түләмәй башлаған бөтә урыҫ кенәзлектәрен шул рәүешле ҡаты ҡалыпҡа ултыртыу сәйәсәтен үткәрә. “Был хәйләкәр аҡһаҡал, — тип тасуирлай тарихсы, — Мәскәү хакимының һәм Витовттың асыҡтан-асыҡ ике-ара хәл иткес һуғышырға ҡыйыулыҡтары етмәгәнен күреп, ниһәйәт, беренсеһен ҡорал көсө менән үҙе ауыҙлыҡларға уйланы; күп һанлы яу әҙерләп, шул уҡ ваҡытта уға [Мәскәү кенәзенә] тоғролоҡло дуҫ икәнлегенә ышандыртырға тырышты һәм һуғыш сәфәренә сыҡҡас та уға ошолай тип яҙҙы: “Рәсәйгә золом ҡылғаны өсөн һинең Литва дошманыңды язаларға тип, үҙенең бөйөк урҙаһы менән Булат батшаның шанлы китеп барышы был. Батшаға рәхмәтеңде белдерергә ашыҡ: шәхсәнә үҙең килә алмаһаң, улыңды, йәки энеңде, йәки ярандарыңды булһа ла юлландыр” (Карамзин, V, 108).

Алтын Урҙала темеҫкенеүсе урыҫ шпиондары Мәскәүгә эштең асылын хәбәр ҡылған булһа ла, Василий кенәз, шөрләп, был яу ысынлап та Литваға ҡаршы ҡуҙғалғандыр, тип, үҙ-үҙен ышандырырға тырышты, “сөнки Йеҙекәй үҙенең хаҡ маҡсаттарын хатта хан ярандарынан да йәшерә белә ине. Мәскәҙә бер кем дә борсолманы, — тип әсенә тарихсы, — сөнки унда... [тәжрибәле] ҡарт баярҙар аҙ ҡалғайны инде, ә бөйөк кенәздең йәш-елкәнсек кәңәшселәре Йеҙекәй аҡһаҡалды еңел генә төп башына ултырта [алдай] алыуҙары һәм монголдарҙың көстәрен беҙҙең файҙаға йүнәлтә алыуҙары менән ғорурланып әтәсләнде. Әммә Василий Дмитриевич хан ғәскәрҙәренең үтә тиҙ хәрәкәт итеүенән албырғанып, Юрий баярҙы кисекмәҫтән улар ыҫтанына татар сәрғәскәренең (Йеҙекәйҙең. — Й.С.) ысын маҡсаты тураһында мәғлүмәт алырға ебәрҙе; хатта, улай-былай була ҡалһа тип, ҡалаларҙа ғәскәр тупларға бойорҙо. Ләкин Йеҙекәй Юрийҙы үҙендә ҡалдырып, ҙур ашығыслыҡ менән һаман алға дөрөүен генә белде һәм бер нисә көндән хан алайҙарының тап Мәскәүгә тоҫҡалып килеүе мәғлүм булды” (шунда уҡ).

Был хәбәрҙән бөйөк кенәз һарайы ныҡ баҙап ҡалып, Василий үҙе һуғыш ҡырына сығырға ҡыймай, ә, тарихсы әйтеүенсә, бындай саҡтарҙа атаһы Дмитрий Донской ҡыланғанса, баш ҡаланы һаҡлауҙы олатаһы Владимир Андреевичкә, энеләре Андрей менән Петрға һәм күп һанлы баярҙарға, руханиҙарға тапшырып ҡалдырып, ҡатынын, балаларын алып Костромаға ҡаса. Тарихсы билдәләүенсә, Василий Мәскәү диуарҙарының ныҡлығына, туптарының ҡөҙрәтенә һәм ҡаланы оҙаҡ ҡамап тотоу өсөн ул йылдағы зәһәр ҡыштың дошмандарға ифрат ныҡ ҡамасаулаясағына таяна. “Ләкин Мәскәү халҡы башҡаса уйланы, хакимдар фәҡәт үҙен һәм балаларын ғына ҡотҡарып, халыҡты дошманға тапшыра, тип зарланды”. Дон буйындағы һуғыштың ҡарт батыры Владимир кенәз дә рухландыра алманы мәскәүҙәрҙе: “йомшаҡтар төшөнкөлөккә бирелде”. Һәм ошо урында Рәсәй хакимдарҙарының борон-борондан килгән һәм әлегәсә дауамланған үҙ халҡына ҡарата рәхимһеҙлеге, яуызлығы бермә-бер ҡабатланып, түрәләр Мәскәү ҡәлғәһенең тышындағы бөтә булған торлаҡтарҙы ут төртөп яндырырға бойора: “Егәрле граждандарҙың ғаиләләре йәшәгән бер нисә мең йортто бер юлы ялҡын сорнаны... Өйөр-өйөр халыҡ, ай-вай килеп, ҡала ҡапҡалары тарафына ташланды. Ҡышҡы һыуыҡта йорттарынан мәхрүм ҡылынған аталар һәм әсәләр, бала-сағаларын етәкләп тә күтәреп, ҡалалағыларҙан бер генә нәмәне ялбарҙылар — ҡапҡанан үткәреүҙәрен”; ләкин ҡапҡалар асылмай, сөнки, тип аңлата тарихсы, “ҡәлғәләге халыҡ һаны саманан ашһа, аслыҡ булыуҙан ҡурҡтылар. Ҡотосҡос тамаша ине: бөтә ерҙә ҡотороп дөрләй ҡот осҡос ут дәрьялары һәм ҡубарыла төтөн болоттары; тетрәнеү, илау-һыҡтау, өмөтһөҙлөк иңрәтә донъяны. Шул дәһшәткә өҫтәлеп, күп яуыздар ялҡын ялмап өлгөрмәгән өйҙәрҙе таланылар һәм илгә килгән дөйөм ҡазаға ҡотороп шатландылар.

30 ноябрҙә (1409 йылда. Й.С.) кискә табан һыртта татарҙар күренде, ләкин, ҡаланың утлы туптарынан ҡурсаланып, алыҫта ҡала бирҙе. 1 декабрҙә дүрт батша улы һәм күп һанлы кенәздәре менән бергә Йеҙекәй үҙе килеп етте” (Карамзин, V, 109).

Троицк монастыре йылъяҙмаһында (Карамзин, V, 296) был Йеҙекәй ярандарының исемдәре лә теркәлеп, байтағының ысын башҡорт уҙамандары икәнлеге фашлана:

“Батша улы Бысаҡ,

Батша улы Тәңребирҙе,

Батша улы Алтамыр,

Батша улы Булат” — былары барыһы ла, әсәләре яғынан Йеҙекәй

суралары булһалар ҙа, аталары Сыңғыҙ-хан нәҫеленән булған хандарҙың улдары. Артабан:

Бөйөк кенәз Йеҙекәй,

Кенәз Мөхәммәт Йосоп-Сөләймән улы,

Кенәз Тәгинә Шәйех улы,

Кенәз Һарай Урусах (Өршәк. — Й.С.) улы,



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: