Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 31 глава




 

Башҡорт батыры Йеҙекәйҙең тап Үҫәргән шәжәрәһендәге атаҡлы бабабыҙ Баба Төкләҫтән бауланыуын күрһәткән шәжәрә икенсе бер тәүәрихебеҙ “Сыңғыҙнамә”лә лә бар:

 

...Баба Туклаш уғли Трмә атлиғ иерди. Бу Трмә Әдил -- Жаиҡдә хасил булди. Аның уғли Ҡазанчи атлиғ иерди. Ул һәм Идил -- Жаиҡдә хасил булди. Аның уғли Әсламҡиа. Ул һәм Идил – Жаиҡдә хасил булди. Аның уғли Ҡарадәҡиа. Ул һәм Идил – Жаиҡдә хасил булди. Аның уғли Ҡутлуҡиа. Ул һәм Сәмәрҡандтә пида булди. Аның уғли Йедикәй... Әммә Баба Туклашнең дүрт уғли бар иерди... Әмма Идик би Туҡтамыш ханның өлөшөн бүлди. Идик би уғли Нураҙын Мираздур убласин өлөшин биләди... Ади Үзән – Туҡтамыш ханның йуртидур. Жим (Сим) – Жаиҡ араси Жәнбәк ханның йуртидур. Аҡидел тамағи Ҡара-хан берлән Буғра ханның йуртидур. Аҡтүбә Бачман ханның йуртидур...

Ҙур Нуғай Урҙаһы кенәзе Йеҙекәй батырҙың шәхсәнә үҙенә килһәк, баяғы хаслашып Әмбә буйына олаҡмыш яһил йән — дуҫтан дошманға әүерелмеш Алтайҡара мырҙаның һәм Туҡтамыш-хан улы Кәримбирҙенең урҙаға өҙлөкһөҙ барымталарынан илде ҡурсалар өсөн, Яйыҡ аръяғы далаларында даими ғәскәр тоторға кәрәк була. Шул сәбәпле Йеҙекәй кенәз йәмле Һаҡмар тамағындағы баш ҡалаһы Аҡтүбәне (хәҙерге Ырымбур) мырҙаларының береһенә ҡалдырып, Яйыҡтың һул ярындағы Бүртә йылғаһы тамағына (һул ярында) урҙаның яңы баш ҡалаһын — Ҡыҙыл Һарайсыҡты ҡороп нығына (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Биләй районындағы Красногор салаһы ҡаршыһында, Күмәк ауылы янында харабалары һаҡланған). Шул Ҡыҙыл Һарайсыҡ харабаларынан саҡ ҡына төньяҡтараҡ (Күмәк ауылы эргәһендә) таштан һалынмыш “Йеҙекәй мәсете” һәм Рәсәй империяһына ҡаршы 1675-1683 й.й. башҡорт ихтилалы етәксеһе Сәйет Йәғәфәр батыр Садуровтың исеме уйып яҙылмыш ҡәбер ташы ла бар икән; арымай-талмай ҡыҙырынмыш тарихсы-эҙәрмәнебеҙ Ф.Ф. Илбулдин әйтеүенсә, 70-се йылдарҙа шул мәсеттең иҙәне аҫтынан “Йеҙекәйҙең Тимер күлдәген” һәм бик күп “ҡабырсаҡ-аҡса” тапҡандар; Тимер күлдәктең бер киҫәген ул Өфөгә килтереп, Башҡортостан үҙәк музейына тапшырған...

Сал бөркөттәй ҡыуарып ҡартайған Йеҙекәй батыр 1419 йылда һаман үҙенең ғүмерлек ҡан дошмандары — Туҡтамыш-хан улдарына һәм улар менән берлектә хөсөтләшкән баяғыса яңы дошман Алтайҡара мырҙаға ҡаршы һуғыштарын дауамлай һәм шундай бер алышта, П.И. Рычковҡа (69-сы бит) старшина Ҡыҙрас Муллаҡаев биргән мәғлүмәттәр буйынса, Баҫман [Йеҙекәй] кенәзде шул Алтайҡара мырҙа үлтерә. Шул яҡтағы боронғо ваҡиғаларҙан яҡшы хәбәрдар баяғы Чоҡан Вәлиханов (240-сы бит) боронғо бер сығанаҡтан күсереп алыуынса, был ҡанлы ваҡиға хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Илек йылғаһы буйында була: “Андин бариб ир күшә йиҡилди, ани нуҡай Алтай баһадур бариб үлтүрди”. — “унан һуң барып ир-кеше (Йеҙекәй батыр. — Й.С.) йығылды, уны нуғай (үҫәргәнле. — Й.С.) Алтайҡара баһадир барып үлтерҙе”... Тарихсылар барыһы ла Йеҙекәйҙең Туҡтамыш-хан улы Кәримбирҙе ҡулынан шәһит китеүен яҙалар. Ҡанлы фажиғаның бер шаһиты яҙған йәки һөйләп ҡалдырған ошо һуңғы текстан күренеүенсә, Йеҙекәй батыр тәүҙә Кәримбирҙенең зәһәр уғы тейеүҙән яраланып йығылған да Алтайҡара мырҙа барып уның тамам йәнен алған булырға тейеш... Илек буйындағы ҡанлы был алышта атаһына ярҙамға килгән Нур-ад-дин (Мораҙым) да ҡатнаша һәм, “ҡаты еңелгәндән һуң, диван башлығы Ҡатай Ғәли-бей менән бергә Башҡортостанға килә, ошонда йәшәп вафат була” (Ә.В. Туған, 25-се бит). Хәйер, бындай мәғлүмәтте беҙ ”Мораҙын менән Боҫҡон” тигән баяғы бер башҡорт эпосынан да алып биргәйнек...

Йеҙекәй батырҙың ни рәүешле һәләк булыуын уның менән ҡанлы-даулы яуҙарҙа ла, тыныс-имен юлдарҙа ла һәр саҡ бергә йөрөгән, эпосыбыҙҙың заңы менән әйткәндә, һөйөклө “аҡ Нары” ла (бер үркәсле аҡ дөйәһе) күҙ йәштәрен мөлдөр-мөлдөр ҡойоп күреп торғандыр:

 

...Үлем һис тә аямай,

Иҙеүкәйгә ҡул һалды...

...Иҙеүкәй үҙе әйткәнсә,

Иҙеүкәйҙең кәүҙәһен

Аҡ Нарына артҡан һуң

Нар ҡуҙғалып китте, ти,

Күп ҡаялар үтте, ти,

Күп һыуҙарҙы кисте, ти...

 

Йола ҡушыуынса үҙ иркенә ебәрелгән аҡ Нар-дөйә Илек йылғаһы буйҙарынан ана шулай, Йеҙекәй мәйетен арҡаһына артмаҡлап, Йеҙекәйҙең баш ҡалаһы Ҡыҙыл-Һарайсыҡ тарафына төньяҡҡа — Яйыҡҡа табан ыңғайлай, тарихта билдәле ағын һыулы Айғыръял кисеүенән Яйыҡты аша сыға, Яйыҡ менән Һаҡмар аралына йәйрәп ятмыш Яҫы тау һыртынан лапылдап атлай-атлай, хәҙерге Жултый тимер юл станцияһы тәңгәлендә Һаҡмарға барып етеп, Һаҡмарҙы кисмәйенсә кире борола, баяғы Яҫы тау һыртынан лапылдап кире ҡайтып китә; шуға күрә лә ошо дөйә ике тапҡыр ҡаңғырып үткән Яҫы тауҙы ундағылар Дөйәтау тип атайҙар һәм әлегәсә Яйыҡ менән Һаҡмар араһын шул Дөйәтау һыртындағы Яҫы дөйә юлынан гиҙеп йөрөйҙәр... Йеҙекәй батырҙың үле кәүҙәһен артмаҡлаған аҡ Нар-дөйә, шулай итеп кире-ҡабат дала яғына Яйыҡты кисеп сығып, ҡырт ҡына уңға — Йеҙекәй батырҙың баш ҡалаһы тарафына көнбайышҡараҡ — хәҙерге Ырымбур -- Орск араһындағы таш оло юлдан күҙ йәштәрен супырлатып йүнәлә, хәҙерге Бурансы ауылы ултырған Бүртә йылғаһы тамағына дүрт саҡрымдай ҡалараҡ, эпоста әйтелгәнсә, оло юлдың һул яҡ ситендәге ҙур булмаған “бер түбәгә сүкте, ти”, — ата-баба йолаһы буйынса тап бына шунда ҡәҙерләп ерләйҙәр ҙә инде Йеҙекәй батырыбыҙҙы, башы осона исеме яҙылған ядкәр-таш ҡалҡыталар. Серле ғәрәп хәрефтәре сыйылмыш шул хәсрәтле яҙыуҙың “...зүки” тигән күсермәһен уҡыусыға мәғлүм тарихсы-эҙәрмәнебеҙ Ф.Ф. Илбулдин етмешенсе йылдарҙа мин эшләгән “Ағиҙел” журналы редакцияһына килтереп күрһәткәйне; урындағы ҡаҙаҡтар ул изге зиратты “Зюкәй” (Йеҙекәй) тип тә, “Икетас” (Икеташ) тип тә атап йөрөтәләр, имеш... Бурансы ауылының Яйыҡҡа терәлгән осондағы иҫке зиратта тағы ла бер тарихи ҡомартҡы “ҡаҙанбаш” — Сыңғыҙ-хан нәҫеле һүләгүҙәр Иранының башҡорт императоры Ҡаҙан-хандың ҡыуарып бөткән баш һөйәге тап ана шул етмешенсе йылдарғаса сал ҡылған араһында аунап ятҡанлығы ла мәғлүм. Уның тап шулай хан кәүҙәһенән айырылған баш икәнлеге Ә.В. Туғандың “Ибн Фаҙландың юлъяҙмаһы” тигән мәшһүр хеҙмәтендә лә сағыла: “Нуритдин[74] Маңыт исемле бейҙең бер принцҡа әйткән һүҙҙәренә ҡарағыҙ: “Ҡан сөйәге кийә деп, ҡандарды ҡойған Сарайчыҡ бабаңдың башын анда акелип ҡойғанмын”. Ә.В. Туған тәржемәһе: “хан һөйәге бәхетһеҙлек килтерә тип, атайыңдың башын Һарайсыҡтағы зиратҡа илтеп ҡуйғанмын” (“Ватандаш” журналы, 1997/11; 131-се бит). Үрҙәге йөмләнең иҫке төрки ҡатыш тел икәнлегенә иғтибарҙы йүнәлтәйек тә, ундағы Ә.В. Туған яңылыш аңлаған иҫке төркисә “кийә” һүҙенең “бит”, “ки”, “ғуй” тигән киҫәксә икәнлеген (кийә — уменьшительно-выделительная частица. — ДТС, 307-се бит) билдәләп, тексты инде ипләберәк уҡыйыҡ: “Хан һөйәге бит тип, хандарҙы ҡуйған (ерләгән) Һарайсыҡҡа[75] — бабаңдың башын шунда әпкилеп ҡуйғанмын”... Әйткәндәй, шул тәңгәлдә Яйыҡтың уң яғындағы Һарт (урыҫса Ельшанка) ауылы эргәһендә атаҡлы “Үзбәк-хан зираты” ла бар имеш... Был тарихи ҡомартҡыларыбыҙҙы замана бурҙарынан — ҡыҙыл империя осоронда изгеләрҙән изге Бәндәбикә, Бабсаҡ-баба зираттарын, Асылыкүл буйындағы Сураташтора изге ҡорамының ырын яҙыулы ташын хараплаған зәғиф рухлы археологтарҙың нәүбәттәге баш-баштаҡлығынан ҡурсаларға тейешбеҙ:

 

Бабаларҙың изге тупрағының

Остоғо ла елгә осмаһын...

 

 

Батшалар еренә сәйәхәт

(темаға яңы ҡараш)

 

Башҡортостан тупрағында мәңгел тыныслыҡ тапҡан императорҙарыбыҙҙың иң һуңғыһы тураһында бара һүҙ.

Алтын Урҙа дәүләтенең императоры Туҡтамыш-хан һәм шулай уҡ император дәрәжәһенәсә күтәрелгән Еҙекәй батыр тураһында ныҡлап ҡыҙыҡһыныуым үткән быуаттың етмешенсе йылдарында мәшһүр “Үҫәргән тәүәрихе”нән (Библиотека Башкирского филиала Академии Наук СССР, ИБ -- 2279, ғәрәп графикалы ҡулъяҙма хәлендә) уҡып, икеһенең дә килеп сығышы үҙемдеке менән бер иш -- Үҫәргән батшалар шәжәрәһенән, икеһе лә үҙем кеүек үк үҫәргән башҡорто икәнлеген белгәс ныҡлап башланды. Салдарҙан-сал тарихыбыҙҙа соҡсоноп сәсем ағарғас танырға тура килә: төрки донъяһында мәғлүм иң реаль, тарихи ерлекле, ышаныслы шәжәрә -- “Үҫәргән тәүәрихе”, сөнки ул тәғәйен Урал -- Иҙел ерлегенән һәм унда беҙҙең эраға тиклем XV быуатта башҡорт-болғар дәүләтен нигеҙләүсе Ишек (икенсе бер яҙылыштарҙа Ижек) бабабыҙҙан башлана (1680 -- 82 йылғы башҡорт ихтилалы етәксеһе бөйөк Сәйет Йәғәфәр Садиров бабабыҙ 1680 йылда күсертеп яҙҙыртҡан тәүәрихте ҡарағыҙ: Бахши Иман. Джагфар тарихы, I, II, III том. Оренбург, 1993 -- 1997). Дөрөҫ, донъяла үҫәргән, хатта башҡорт тигән этнонимдарҙың барлығын да белмәгән (йәки белергә теләмәгән) төрлө милләтле авторҙар (һәм шуларға эйәреп башҡорт ғалимдары!) Туҡтамыш-ханды -- Сыңғыҙ-хан тоҡомло татар-монгол тип, Еҙекәй батырҙы маңғыт (йәнәһе шул уҡ монгол!) тип тә, ҡуңғырат тип тә яҙалар. Ләкин айныҡ тарихсыларға күптән үк яҡшы мәғлүм: Сыңғыҙ-ханды һәм уның кешеләрен хандың ҡан дошманы һаналған этнос исеме менән “татар” тип урыҫтар тамғалаған, ә сығышы менән башҡорт (атаһы -- бөрйән, әсәһе үҫәргән-ҡаңғы башҡорто) бөйөк бабабыҙ үҙенең дәүләтен “мәңге-ил” (мәңгелек ил) тип атағанлыҡтан, халҡы ла шул мәңге-ил -- монгол исеме менән тирә-яҡҡа танылған. Еҙекәйҙең маңғытлығы һәм ҡуңғыратлығы ла бик ябай аңлашыла: мәңге+т (бында “т” -- күплек ялғауы) маңғыт (“мәңгеләр” мәғәнәһендә)һәм ҡаңғы (шул уҡ үҫәргән) +ир-ат= ҡаңғырат, ҡуңғырат. Тимәк, бер үк ерҙә донъяны яуларға ынтылыусы һәм бер-береһенең ҡанын ҡойоусы йыһангирҙәр Сыңғыҙ-хан, Туҡтамыш-хан, Аҡһаҡтимер, Еҙекәй батыр дүртеһе лә бер үк тоҡом -- башҡортобоҙҙоң Үҫәргән батшалар шәжәрәһенән! (Шәжәрәне ҡарағыҙ: Йыһат Солтанов. Башҡорт батшалары. Сыңғыҙ хандан алып Урыҫ дәүләтенә ҡушылғанғаса. Өфө -- 2007). “Маңғыт”тың үҫәргән-башҡорт икәнлегенә шик ҡалдырмаусы дәлил -- “үҫәргәндар бабаһы”ның эпосыбыҙға “Маңғыт улы Мөйтән-бей” рәүешендә теркәлеүе (Башҡорт халыҡ ижады, VII том, Өфө -- 2004, 258-енсе бит). Әйткәндәй, быйыл ғына бер мәғлүмәтнамәгә юлыҡтым: Ҡаҙағстан Мосолмандар берлегенең вице-президенты, Алматы ҡала адвокаттар коллегияһы ағзаһы Ҡорбанғәли Юнысовтың Әҙәм пәйғәмбәрҙән алып 96 быуынға еткерелгән шәжәрәһе. Тәүге 65 быуыны ҡәҙимгесә фәстерелеп, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе лә биргән ғәрәп шәжәрәһенән өҙөктө ялғау булһа ла, 66-нсынан ҡала быуындар үҙебеҙҙеке -- әле әйтелгән Үҫәргән батшалар шәжәрәһенең айырылғыһыҙ киҫәге (ҡайһы бер исемдәр генә боҙола биргән). Әммә унда әле һаналған дүрт бөйөк затыбыҙ һәм уларҙың тоҡомдашлығы тураһында минең фекерҙе дөрөҫләүсе ҡиммәтле мәғлүмәт бар:

“Идегей (1352-1419), Тимур и Тимучин- Чингизхан восходят к одному общему предку которого звали Кайдада. У Кайдады был сын Байсункар, от которого было 9 сыновей. От потомков старшего сына Нотакына родился Кадаркай отец Эмира Идегея. От потомков третьего сына Кайдады родился Эмир Тимур. От потомка четвертого сына родился Тимучин, избранный ханом, под именем Чингизхан. Соглано закона утвержденного Чингисханом только его прямые потомки вправе были быть ханами. По этому Идегей и Тимур не претендовали на титул Хана, а были Эмирами. Но они оба и их потомки всегда учитывали что Тимучин, то есть Чингиз Хан происходит от 4-го сына, тогда как Идегей от первого, а Тимур от 3-го сына их общего предка. А по лестничной, используемой только тюрками, системе наследования трона, власть переходит от отца к старшему сыну, затем второму сыну и так далее пока все живые сыновья не закончат свое правление. За тем наступает очередь сыновей старшего сына, после них сыновей второго сына и так далее, каждое поколение правителя обязано было править согласно своей очереди. Тимур нарушил этот тюркский принцип наследуемой по лестничной системе власть, ее фактически узурпировал, при избрании его на трон Хана: вместо того что бы уступил трон тому, кому следовала по закону лестничной системе наследования. Это нарушение, прецедент использовался часто в кризисные моменты истории Золотой Орды, и других татарских государствах после распада Золотой орды. Так например после смерти Хана Тауке, вместо созыва общего курултая и выборе законного единого хана в соответствии с лестничной системой выборов, бии всех 5 жузов страны избрали себе своих ханов, разрушив единое государство на пять. Жузы каракалпаков и киргизов видимо уже окончательно отделились от трех других, которые составляют нынешний Казахстан”.

Бабабыҙ Сыңғыҙ-хандың тышҡы ҡиәфәте лә тарих фәнендә беҙгә тылҡылған ҡытай һүрәттәрендәге “типик монгол” түгел, ә V быуатта шул уҡ ҡытайҙар тасуирлап ҡалдырған “зәңгәр күҙле, ерән сәсле” үсүн-үҫәргәндәрҙекенә тап килә; хәҙерге урыҫ ғалимы ла ҡушҡуллап раҫлай быны: “В сохранившихся старинных документах, -- ти ул, -- существуют описание Чингиэ-хана: высокий, стройный, с каштановыми волосами, голубыми (по другим данным -- зелеными) глазами и широкой окладистой бородой. Скажем, не вполне типичный облик для монгола.

Кажется удивительным, но и в описаниях внешности многих основателей тогдашних правящих династий (Рюрик, Аспарух, Меровей, Юстиниан), фигурирует схожий внешний облик. То есть основания считать, что эти создатели династий, упоминаемых впоследствии как “царские”, относятся к одному и тому же старинному правящему роду или правящим родам” (Александр Горохов. Белый царь). Йәғни ҙә ки уларҙың бөтәһе лә “Үҫәргән батшалар шәжәрәһе”нең емеше булып, ни бары төп олондан (башҡорт-болғарҙан) ярған ботаҡтарҙа ғына башҡалана.

Тәғәйенерәк ҡарағанда, өҫтәрәк килтерелгән бөйөк дүрт шәхестең уртаҡ бабаһы (Ҡ. Юнысов шәжәрәһендәге Ҡайдада, дөрөҫөрәге Ҡай-дәдә -- Бүре-баба) Үҫәргән батшалар шәжәрәһендәге (ул “Башҡорт батшалары”нда тулы бирелгән) 26 -нсы номерлы реаль шәхескә -- шам Ҡыуат (рәсми тарихтағы Ҡубад, батшалыҡ итеү йылдары 488-496 һәм 499-531; “шам Ҡубад 23 йыл шам булды, Фирдәүси хөкөмөнөң заманында ине”, -- “Үҫәргән тәүәрихе”, 39-ынсы бит) тигән бабабыҙға тап килә. Шуның балаларының береһенән, өҫтәрәк әйтелгәнсә, бөйөк Сыңғыҙ-ханыбыҙҙы биргән тармаҡ айырыла, бына ул: “27. Шам Ҡыуат улы... нау...н (асыҡ уҡылмай), уның улы Жуанир, уның улы Шаһриар, уның улы Мирза-алып, уның улы Һәрмүз (Хормозд III, 457-459 йй.), уның улы Тиауач, уның улы Жабин; һәм йәнә Жуанир менән бер туған (Ба)һрам, уның улы Ғам, уның улы Сиавуш. -- 28. Ғали хан бин Сиавуш. -- 29. Ташбуға хан. -- 30. Хан Суман. -- 31. Хан Күсләк. -- 32. Хан Айтуп. -- 33. Хан Тимерил. -- 34. Хан Байкә. -- 35. Хан Ылаусы. -- 36. Хан Байсиуб. -- 37. Хан Ҡара. -- 38. Хан Арғырд. -- 39. Хан Ҡол-алып. -- 40. Хан Байжума. -- 41. (?). -- 42. (?). -- 43. Хан Турмали. -- 44. Турғай Сәхин. -- 45. Тумаул Мәргән. -- 46. Дуинбиан. -- 47. Хан Буртан. -- 48. Хан Буян. -- 49. Туҡан-хан (Темәсйән-Сыңғыҙ-хандың йәш сағында Туҡанда -- Арҡайымда торғанындағы ләҡәбе; шул төбәктән Көнсығышҡа ҡасып китеп, көс-ҡеүәт туплағас, тирә-яҡ дала халыҡтары, шул иҫәптән Башҡортостан батшаһы Муйтән-бей һәм уның бер туған ҡустыһы Майҡы-бей етәкселегендәге башҡорттар, үҙҙәренең шул ҡан ҡәрҙәше Темәсйәнде аҡ кейеҙҙә йыһангир Сыңғыҙ-хан итеп күтәрәләр). -- 50. Уның улдары: а) Жужи-хан (Яусы); б) Хан Ҡабил бин Туҡан; в) Хан Ҡрыл (Кейек) бин Туҡан, уның улы Хан Ҡотби; г) Хан Тули, уның улы Хан Хулукәтули бин Тули, уның улдары Хан Ҡуян, хан Турғай, хан Байду, Абғай-хан...

Шәжәрәлә шул уҡ шам Ҡыуаттың балаларының береһенән бөйөк Туҡтамыш-ханды ла, уның ҡан дошманы Еҙекәй батырҙы ла тыуҙырған изге Баба Төкләҫебеҙҙең тармағы дауамлана: 2) шам Ҡыуат улы Нуширван Ғәҙел (Хосров I, 531-579 й.й. “Нуширван... 20 йыл шам булды, уның шаһлыҡ ҡыры: Төркөстандың мәшриғенән Һиндостан мәғрибенәсә уның хөкөмөндә булды”. — 39-сы бит). — 28. Бируз бин Нуширван Ғәҙел (Хосров II, 628 йылда үлгән). — 29. Шырау-ир (был осорҙа Бируздан ҡалмыш тәхет өсөн ҡанлы тартыштар булып, 628-632 йылдар араһында тәхеттә бер-бер артлы ун батша алмашына. Йездегирд III [632-652 й.й.] тигән кемдер берәү тәхетте биләп алғас, сәсәндәр нәҫеленән булған был Шырау-ир үҙенең алыҫ бабаһы Бәк-сәсәндең тыуған еренә — Туран иле Башҡортостанға ҡасып ҡайтып, сал Көн-Өфө [ Тура] ҡалаһындағы ата-баба тәхетенә ултыра: бының тап шулай икәнлеген Шырау-ирҙең бүләренең шәжәрәләге “Туран Дархан” тигән батшалыҡ ләҡәбе дәлилләй. Күрәһегеҙ, Шырау-ирҙең Дары исемле данлы бүләһе Туран [Башҡортостан] дәүләтенең баш ҡалаһы Өфө тәхетендә нығынған һәм “Туран Дары-хан” батша ләҡәбен алған, шунан һуң уның нәҫелдәре лә быуындан-быуынға “дары-хан” — тархан ләҡәбен йөрөтөп, башҡорттоң тархандар ҡатламы барлыҡҡа килгән. Туран Дары-хандың ҡарт-ҡартатаһы Өфөгә ҡайтҡан баяғы 632 йыл менән Туран Дары-хан араһында әҙәмиҙәрҙең ике быуын ғүмере 50 [25+25=50] йыл ятҡанлыҡтан, Туран Дары-хан бабабыҙ Өфө тәхетенә яҡынса 682 [632+50=682] йылда ултырған булырға тейеш). — 30. Шәһриәр. — 31. Аршир. — 32. Туран Дархан (баяғы Туран Дары-хан, йәғни Туран иленең Дары исемле ханы, тигән һүҙ; тәхете, әйтеп үтеүебеҙсә, Көн-Өфө — Тура ҡуш ҡалаһында). — 33. Жәзир Жир. — 34. Әбү Алсаҡ (“Алсаҡ-ир бер заман Баратурз дархандың ҡалаларын яулап алды, ҙур ил яһаны. Ғайәт шөҡәтле һәм Искәндәр-сафиуллаға тиң хан ине”. — 58-се бит). — 35. Солтан Ғоҫман бин Әбү Алсаҡ (Ғоҫманлы төрөк империяһын нигеҙләүсе, төрөк солтандарының бабаһы). — 36. Солтан Жәләлитдин. — 37. Әҙһәм. — 38. Баба Төкләҫ-бей. — 39. Трә (Тура) бин баба Төкләҫ (Тура-хан, ХII быуат. Был Тура-хандың ҡәбер кәшәнәһе уның баш ҡалаһы булған Өфөнән алыҫ түгел Шишмә районының Түбәнге Тирмә ауылы эргәһендә әлегәсә һаҡланған, архитектор-белгестәр уның ҡоролошон ысынлап та ХI-ХII быуаттарға ҡарата — Б.Г. Калимуллин. Башкирское народное зодчество. Уфа, 1978; 114-се бит. Боронғо башҡорт тәүәрихсеһе Ҡыҙрас Муллаҡаевтан заманында атаҡлы П.И. Рычков [Топография Оренбургской губернии, 372-373-сө биттәр] яҙып алғанса, “хан Тура бин баба Төкләҫ оҙонлоғо ун саҡрымға һуҙылмыш бөйөк Өфө ҡалаһының аҙаҡҡы ханы булған”). Ҡомартҡынан ап-асыҡ күренеүенсә, башҡорт батыры Йеҙекәйҙең дә, Сыңғыҙ-хан, Туҡтамыш-хан, Аҡһаҡ Тимер кеүек үк, ниндәйҙер татар-монгол ҡәүеменән түгел, ә Үҫәргән (башҡорт) батшалар шәжәрәһенән сыҡҡанлығы төрлө сығанаҡтарҙан дөрөҫләнде. Инде батшалар шәжәрәһен йәнә Үҫәргән тәүәрихендәгесә дауамлайыҡ: -- 40. Уның (Тура-хандың) улдары: а) Бәрҙебәк солтан бин Тура йәки Нармуйынлы Бәрҙебәк (“Үҫәргән тәүәрихе”, 53,57-се биттәр) һәм б) Ҡаҙансы бин Тура (йәйәләр эсендә иҫкәртеп китеү урынлы: Башҡортостаныбыҙҙың хәҙерге Аҫҡын районындағы Ҡаҙансы -- ошо бабабыҙҙың ауылы). Әле генә а) һәм б) билдәләре аша килтерелгән ике уландан тап беҙҙе ныҡ ҡыҙыҡһындырған ике затыбыҙҙың шәжәрә ботаҡтары фашлана: а) 40. Бәрҙебәк солтан бин Тура йәки Нармуйынлы Бәрҙебәк (Үҫәргән тәүәрихе, 53, 57-енсе биттәр), уның улы Ҡиас-хан, уның улы Туҡхужа-хан, уның улы Туҡтамыш-хан (Туҡтамыш-хан маҡәме [төп йорто] Сирмешән [Сәрмәсән], Ҡармасан буйында ине һәм ул йәнә Иҙел — Яйыҡ араһында сәхрә тарафында Үҙән [76] һыуында булды һәм уның һыуы әсе булғанлыҡтан, саҡ сыҙаны, тиҙәр. Ул ваҡытта яҙ һыу ташҡанда алып ҡалып, бер сула тормош иттеләр: шунда хан йортоноң ҡибла тарафында бер шәре-хауыз[77] бар ине, яҙ көнө ҡаҙып һыу ебәрерҙәр ине; һыуы татлы булғаны өсөн шул хауыздың ҡибла тарафында ябыулы бинанан Мәсет-һарай төҙөнө, хозур шәһәр булды[78]. Һуңынан Йедәк [79] бәк менән араларында һуғыш-ҡырылыш булғас, ул ерҙән китеп, Сирмешән [Сәрмәсән] һыуында йорт тотто, ҡәбере шундалыр; ул ҡорбандыр — Йедәк [Йеҙекәй] уғынан ул тәхет кисте, тиҙәр”. — 53-сө бит. Тимәк, бөйөгөбөҙ Туҡтамыш-ханды, уның тыуған һәм һуңғы торған төйәге Сәрмәсән тирәһенә, ә анығырағы, шуға яҡын Төйлән, йылғаһы буйына һөжүм ҡылып, икенсе бер бөйөгөбөҙ -- үҙенең ҡан ҡәрҙәше Йеҙекәй батыр үлтергән). — 44. Уның улдары: Жәләлитдин, Сәғидалитдин, Ҡадирбирҙе, Хаҡбирҙе (һ.б. күптәр)...



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: