Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 33 глава




Төбәлгән төбәгебеҙгә ана шулай уйлана-уйлана килеп еттек. Административ идаралыҡтарға ял көнө ине, ауыл кешеһенең йорт-ҡурала ла төрлө мәшәҡәттәре күп, ләкин рәхмәт төшкөрө Әхтәм Әүхәҙи улы Ибәтуллин, Әлшәй районының Илсеғол ауыл хакимиәте башлығы, беҙҙең кес кенә экспедицияны ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп ҡаршыланы, арымай-талмай көнө буйына кәрәкле урындарға оҙатып йөрөнө.

“Китеш” (Аҫҡы Донъяға китеү) тауы... Эре-эре яҫы таштарының күбеһе ергә һеңеп бөткән батшалар зыяраты тигәнебеҙ әлеге көндә мал тояғы аҫтында тамам ташландыҡ хәлдә ҡалһа ла, ҙур ғына майҙанды иңләп, сал-боронғолоғо менән һүрҙе зиһенде. Әгәр тоҫмалдарыбыҙ дөрөҫләнһә, төрлө быуын мәрхүм батшаларыбыҙҙан тыш, моғайын, уларҙың туған-тыумасалары, яҡындары ла ерләнгәндер бында. Әммә дәлилләрлек яҙыу остоғо, тамға табылырға тейеш, өҫтәүенә өсйәп тә осраһа, тулы уңыш, тигән һүҙ. Имгәкләп тә үрмәләп төпсөнә торғас, ҡәберташтар яҫыһында юйылып бөтә яҙған берәм-һәрәм сыймаҡтар күҙгә салына башланы һәм -- эврика! -- был ерҙәрҙә һирәк була торған ырын яҙыу ҡалдыҡтары, ә бигерәк тә мөһиме, ике гүрҙә өсйәптәр -- батша билдәләре табылды!

Насар һаҡланған сыймаҡтарҙың ҡулдан күсермәләрен һәм уларҙың хәҙерге графикала уҡылыштарын бирәм; 1-енсеһендә ырын хәрефтәр ҡатарына, сәйерһетеп, ғәрәп һандары килеп кергән -- ырын яҙмала һандар һүҙҙәр менән генә яҙылғанлыҡтан, ҡыҫҡалыҡ һаҡлау ихтыяжылыр, моғайын. Түбәндәге күсермәлә ғәрәп һандары һулдан уңға, ырын яҙыу уңдан һулға ҡарай уҡыла:

Батшалар зыяратындағы ике өсйәп һәмырын яҙыу ҡалдыҡтары

 

Мәғлүмәттәрҙе ҡуйын дәфтәремә ткркәгәндә хәүеф биләне күңелде: беҙҙең эраға тиклем I -- V быуаттарҙа ташҡа сыйып ҡалдырылған Асылыкүл ырын яҙыуҙарын үткән быуат аҙаҡтарында донъяға фашлағайным, күп тә үтмәй, кемдәрҙеңдер яуыз ҡулы ул таштарҙы юҡ итте, быныһы ла шундай яҙмышҡа тарымаһа ярар ине... Шулай ҙа өмөтөм ҙур: юғары мәҙәниәтле Илсеғол ауылы зыялылары, ауыл хакимиәте башлығы вәхшилеккә юл ҡуймаҫ.

Инде ядкәрҙәргә иғтибар итәйек: береһендә ырын яҙыу ҡатарында ғәрәп һандары ҡулланылыуына ҡарағанда, зыярат бик боронғо, ә осорҙоң беҙгә яҡыныраҡ сиге -- был тирәлә ырын яҙма ныҡлы йәшәгән, ғәрәп яҙмаһы ҡулланышҡа керә башлаған заман. Туҡтамыш менән Еҙекәй иһә, гәрсә беҙгә килеп еткән рәсми ярлыҡтары халыҡ-ара аралашыу сараһы булған ғәрәп графикаһында яҙылһа ла, уҙамандарҙың икеһе лә иҫке ырын яҙыу һаман ҡулланыштан сығып бөтмәгән был төбәк кешеләре бит... Инде өҫтә билдәләнгән 1-енсе хан ҡәберенең ғәрәпсә һанлы датаһына иғтибар итәйек: һижрә 782= миләди 1380 йыл. Абруйлы тарихсыларҙың һуңғы заман мәғлүмәттәре буйынса, Зимой 1379 года Тимур снарядил против Мелека огромное войско по главе с эмирами Урок-Тимуром, Щияс-ад-дином тарханом и др., «чтобы они посадили... на престол в Сыгнаке Тохтамыша».Тохтамыш у реки Карабака напал на Тимур-Мелека и после упорного сражения Тимур-Мелек вместе со своим главным эмиром (эмир-эль-эмир) Балтычаком, отцом Едигея, был взят в плен. Тимур-Мелек был казнен. Балтычаку предложили перейти на сторону Тохтамыша, но он остался верным своему хану и был казнен Тохтамышем. Эта казнь главного эмира хана впоследствии явилась одной из причин раздора между Тохтамышем и Едигеем. Оставшись в зиму 1379—1380 г. в Синей Орде, весной 1380 г. Тохтамыш, «снарядив бесчисленное войско, двинулся в поход, покорил царство Сарайское и область (иль) Мамая)». (Интернеттан алынды, адресы kalitva.ru/2007/11/zolotaja-orda.-voennye-pokhody-timura..html). Уға ҡалһа, мин үҙем дә тап ошо хаҡта “Башҡорт батшалары” тигән китабымдың “Башҡорт батыры Еҙекәй” тигән бүлегендә яҙғайным, әммә Аноним Искәндәргә таянып биргән датам -- 1384 йыл -- әле цитатанан күренеүенсә, яңылыш булып сыҡты, сөнки Аҡһаҡтимер Күк Урҙа ханы Тимер-Мәликкә ҡаршы -- Туҡтамыш-ханға ярҙамға ғәскәрен 1379 йылдан 1380 йылға ҡараған ҡыш айҙарында юлландырған һәм Туҡтамыш шуның ярҙамында һуғышта Тимер-Мәлик-хан менән уның ил әмире (премьер-министры) Төҡхужа-Балтырсаҡты йәғни Еҙекәйҙең атаһын әсир алып, Күк Урҙала (тарихи Башҡортостанда) икеһен дә үлтергән. Фарсы сығанаҡтарында был эпизод ентеклерәк тасуирлана: “Баш әмир булған Балтырсаҡты, — тип яҙа Аноним Искәндәр, — әсир алынған һәм бығауланған килеш Туҡтамыш йортона килтерҙеләр. Ул үҙенең тоғролоғо, намыҫлылығы менән дан тотҡанлыҡтан, Туҡтамыш уға әйтте: “Әгәр ҙә һин мине үҙеңдең батшаң итеп таныһаң, башыңдан бер сәс бөртөгөң дә төшмәйәсәк, ә мин үҙеңә лайыҡлы хөрмәт һәм ихтирам күрһәтеүҙән тамсы ла тайпылмай, батшалығым һәм мөлкәтем менән идара ҡылыу теҙгенен хәстәрлекле ҡулыңа тапшырырмын”. Балтырсаҡ нәфрәтле ҡалтыранып яуапланы: “Ҡулдарым бәйле булмаһа, белер инем мин һине ни эшләтергә! Һине үҙемдең батшам урынында күрер булһам, күҙем сыҡһын! Әгәр ҙә ки үҙ хөкөмөң ҡулыңда икән, ошонда уҡ үлтерергә бойор мине лә: батшамдың башын — башым өҫтөнә, кәүҙәһен кәүҙәм өҫтөнә һалһындар, сөнки гәрсә мин унан элек үлмәһәм дә, гүргә булһа ла унан элек керәйем”. Туҡтамыш уның һорауын ҡәнәғәтләндерҙе. Ошонан һуң Үзбәк-хандың дәүләте тулыһынса уның хөкөмө аҫтында ҡалды” (Тизенгаузен, 131-132-се биттәр). Тимәк, Тимер-Мәлик-хан менән Төҡхужа-Балтырсаҡ, Еҙекәйҙең атаһы, икеһе бер ҡәберҙә ерләнгән, ә ҡайҙа?.. Шул 1379 -- 1380 йылдар ҡышын Туҡтамыш-хан Күк-Урҙала үткәрҙе, тип асыҡ әйтелгән бит, йәғни тарихи Башҡортостан ерендә. Аңлашыла ки, Тимер-Мәлик-хан менән Төкхужа-Балтырсаҡты (Еҙекәйҙең атаһын) хан ҡаршыһына тотоп килтергәс, күпмелер ваҡыт тәфтишләү (допросы), өгөтләүҙәр булғас, тап ошонда ҡәбергә һалғандарҙыр, -- ҡәберташта һаҡланып ҡалған баяғы өсйәп билдәле һәм һижрә менән 782 йыл датаһы шулай һиҙемләргә мөмкинлек бирә. Ирекһеҙҙән уй килә: йолаларыбыҙ буйынса, Еҙекәйҙең йәне булһа ла ата-бабалар еренә, атаһы янына осоп ҡайтырға тейеш...

Аяғөҫтө фекер алыштыҡ:

-- Ә шулай ҙа император ғали янаптары бында юҡ һымаҡ... -- тине Әнүәр юлдашым.

-- Эйе. Туҡтамыш -- ҡануни император, ә Еҙекәй император дәрәжәһендәге шәхес. Ундайҙарҙың урыны Дәү Хоҙайға яҡыныраҡ.

-- Күктәме?.. -- Уйға ҡалды Әхтәм Әүхәҙи улы.

-- Мәҫәлән, заманаһының бөйөк шәхестәренән хәҙерге Йәнсура районында Һарыбил батыр һәм Ерәнсә-сәсән, Усалы районында Берке император, Бөрйәндә Бабсаҡ-бей бейек тау баштарына ерләнгән...

-- Һем... әләйһә, әнә тора ундай ике бейек тау! -- Гиҙҙереүсебеҙ (гидыбыҙ) күгәреп торған үрҙәргә ымлап күрһәтте.

 

Һулдан уңға: 1. Еҙекәй батыр ерләнгән тау. 2. Туҡтамыш-хан ерләнгән тау

 

Изге тауҙар егенән урғылып сығып, изге шишмә ағыла, ерле халыҡ уны Еҙекәй шишмәһе тип атаған -- шунан башланыҡ гиҙеүҙе. Сығанаҡты ҡәҙерләп ҡоролған биналары эске һәм тышҡы ҡоймалар бурап ҡурсаланған, бер-нисә гектар майҙанында йәш ҡарағайҙар үҫә. Заманса юғары кимәлдәге төҙөклөк, ҡомартҡыларға ҡарата халыҡ ихтирамы һоҡландырҙы. Изге сығанаҡ (һыуы көмөшлө икән) улаҡ буйлап икенсе күркәм биналағы ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат өсөн айырым бүлмәле ҡойоноу бассейндарын тултыра. Көҙгө көндөң һалҡынса һулышы тойолоуға ҡарамаҫтан, Әнүәребеҙ түҙмәне -- һыуға сумып, шифаһын алып сыҡты.

 

Һулдан уңға: 1. Изге шишмә. 2. Изге һыуҙа ҡойоноу

 

“Тимер арба”ларҙы түбәндә ҡалдырып, Еҙекәй тауына үрләйбеҙ. Яҫы таштар тирәсләгән сал ҡәбер бүртек убанан хасил, эргәһендәге ташбүкәндә ғәрәп хәрефле ядкәр ҙә булған, тик уның күп өлөшө ҡулсыр замандаштарыбыҙҙың кириллицалы сыймаҡтары аҫтында юғалып, бөхтә итеп яҙылышлы бер һүҙ генә уҡыла: “...йәмил...”, был (жәмил) иһә ғәрәпсә матур, гүзәл, күркәм, яҡшы, сибәр мәғәнәһендә. Эйе, Еҙекәй баба сифаттары был -- Ибн-Ғәрәбшаһ тасуирлауына ауаздаш:

«Был он очень смугл (лицом), среднего роста, плотного телосложения, отважен, страшен на вид, высокого ума, щедр, с приятной улыбкой, меткой проницательностью и сообразительностью, любитель ученых и достойных людей, сближался с благочестивцами и факирами, беседовал (шутил) с ними в самых ласковых выражениях и шутливых намеках, постился и по ночам вставал (на молитву), держался за полы шариата, сделав коран и сунну да изречение мудрецов посредником между собою и Аллахом всевышним... Дни его царствования были светлым пятном на челе веков, и ночи владычества его - яркою полосою на лике времен».

Асы-аяуһыҙ тәҡдир: бер үк халыҡтың ике титаны ғүмерҙәре буйынса бер-береһенең башына етергә тип, Ибн-Ғәрәпшаһ яҙыуынса, ун алты тапҡыр ҡанығып һуғышһалар ҙа, ахырында шул ҡанығыуҙарының ҡорбаны булһалар ҙа, баҡый донъяла ла йәнәш-ҡаршы торорға яҙған...

Һулдан уңға: 1. Еҙекәй ҡәбере янында Й. Солтанов, Ә. Ибәтуллин. 2. Шундағы яҙыу ҡалдығы

 

Миңә ҡалһа, “Башҡорт батшалары”нда был бөйөк заттың ҡәберен, юҡтан тарих яһарға һәүәҫ ҡаҙаҡ имештәренә таянып, Ырымбур өлкәһе Биләй районындағы Яйыҡ буйындағы убала, тип аҡҡа ҡара менән яҙһам да, аҙаҡ “Еҙекәй ҡәбере”нең йәнә икенсе бер урында -- Үҙәк Ҡаҙағстандың Олотау түбәһендә лә изгеләштерелеүен белгәс, тәүге раҫлауым һүрелеп, халҡыбыҙ хәтере һаҡлаған ошо тәңгәлгә күҙ төбәй инем, шул уҡ ваҡытта Еҙекәй ҡәбере тигәндәре Туҡтамыш-хандыҡы булыуы ла ихтимал, тигән уй килә ине. Бына әле Әхтәм уҙаман: “Анау торған изге урынды ла зыярат ҡылайыҡ”, -- тип, һулдараҡ ҡалҡынған икенсе тау түбәһенә килтергәс, ундағы оло убаны уратҡан таш бураның бөйөклөгөн күреп иҫебеҙ китте -- Туҡтамыш-хан ҡәбере тап ошолор!

 

 

Император ҡәберенең дөйөм күренеше. Уңдан баҫып торғаны Ә. Йомағолов

 

Тулҡынланып эсле-тышлы тикшерҙек; шуныһы сәйерерәк -- бер ниндәй ҙә яҙыу-фәлән күренмәй: әллә, тим, баяғы Асылыкүлдекеләй, яуыз йәндәр ядкәрташын урлағандармы? Әллә был билдәһеҙлек -- зыяратты мәрхүмдең дошмандарынан ҡурсалау әмәлеме?.. Бура эсендә шомландырғыс оло ям -- Әхтәм уҙамандың аңлатыуынса, 1990 йылда кемдер (исем-фамилияһын Өфөләге Мираҫ Иҙелбаев белә, тиҙәр) сал ҡәберҙе аҡтартҡан, соҡоп сығарылған һөлдәне һәм ҡылыс һабын алып төшөп, баҫыуҙа эшләп йөрөүсе бер-нисә колхозсыға күрһәткән. Имештер ҙә тап шул ваҡиға артынса уҡ СССР дәүләте емерелеүен, бөтә донъя экономик кризисы билгә килтереп һуғыуын бер килкеләр ошо вәхшәткә бәйләп, 1941 йылда Аҡһаҡтимер һөйәктәрен ҡуҙғатыу арҡаһында икенсе бөтә донъя һуғышы башланыуға тиңләй... Һәр хәлдә, мин был бөйөк зыяраттың император Туҡтамыштыҡы икәнлегенә инандым да бәғзе бер урындарҙа ошолай уҡ һөлдәләре соҡоп алып олаҡтырылған Ил Инәһе Бәндәбикә, Бабсаҡ ҡәберҙәренә тиңләнем.

Күреп торабыҙ: бында халыҡ ағыны һис өҙөлмәй, яңынан-яңы быуындарыбыҙ ата-баба тарихтарын ҡәҙерләй. Йәше-ҡарты изге тауҙарға менеп, зыярат ҡылып төшәләр ҙә, изге шишмәнән һыу алып, ҡойоноп та сығалар. Йәне теләгән кешегә ауылда, тән ризығы менән бергә, рух аҙығы ла етерлек -- күркәм мәҙәниәт усаҡтары, кибеттәр, мәҙрәсәле мәсет бар. Республикабыҙ хөкүмәте Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә, уны заманса юғарылыҡҡа күтәреүгә иғтибарын арттырҙы -- яҡын киләсәктә Илсеғол ҡомартҡылары ла тейешле баһаһын алыр, ошо гүзәл төбәкте лә район үҙәге менән, федераль трасса менән шыма асфальт юл тоташтырыр тип ышанам.

 

02.11.2009

 

 

 

Ә Ҡара диңгеҙ буйындағы Йеҙекәй батыр үҙе төҙөп, бер ваҡытта ла бүлешмәгеҙ, тарҡалмағыҙ тип, улдарына васыятлап ҡалдырып киткән, Баҡсаһарай баш ҡалалы Ҡырым урҙаһының хәленә килгәндә, тарихсы әйтеүенсә, Йеҙекәйҙең шул игелекһеҙ улдары, атай васыятын тотмай, урҙаны “үҙ-ара бүлешеп алып бөттөләр һәм үҙ-ара һуғыштарҙа береһе лә ҡалмай ҡырылдылар” (Карамзин, V, 199). Был тарихи фажиғаны Йеҙекәй батырҙың ғүмерлек дошманы — Литва кенәзе Витовт йәтеш файҙалана. Иҫебеҙгә төшөрәйек: Туҡтамыш-хан үлтерелгәс, уның улы Йәләлитдин Литваға ҡасып китеп, кенәз Витовтҡа һыйынып йәшәй, бының тап шулай икәнлеге урыҫтың Никон йылъяҙмаһының 1411 йыл бабында ла теркәлгән: “Кенәз Александр Иванович Тверский Тверҙән Литваға сәйәхәт ҡылды һәм Польша короле менән Витовтты Киевтә осратты, һәм Йәләлитдин-солтан да шунда Витовт янында ине” (Карамзин, V, 299). Тап бына ошо Туҡтамыш улы Йәләлитдин атаһының алтын тәхетен Сыңғыҙ-хан нәҫелле Тимер-солтан-хан менән уның сәрғәскәре Йеҙекәйҙән тартып алырға 1412 йылдың ҡышында барлыҡ яугирҙәре менән Алтын Урҙаға ябырылғас, Йәләлитдиндең Польшала ҡасып йәшәгән сағында Троҡы ҡалаһында тыуып үҫкән кесе йәштәге бер улы шунда — Польша короле һәм Литва кенәзе ҡанаты аҫтында торғоҙоп ҡалдырыла. Йәләлитдин-хан был малайын Алтын Урҙаға ҡайтарып өлгөрмәйенсә һәләк була. Шул осорҙа Ҡырым урҙаһында Йеҙекәй батырҙың хакимлыҡ итеүсе улдары, баяғыса, үҙ-ара рәхимһеҙ һуғыштарҙа тамам ҡырылып бөтөп, Ҡырым урҙаһы тәхете бушап ҡалғас, Литва кенәзе Витовттың йылғыр булышлығында 1443 йылда, тип яҙа тарихсы, “Ҡара диңгеҙ буйы монголдары үҙҙәренә хан итеп ун һигеҙ йәшлек... Ази исемле егетте һайланылар; ул, имеш, бәләкәй сағында [тылсымлы рәүештә] әжәлдән ҡотҡарып алып ҡалынған һәм ниндәйҙер ерекмән тарафынан бер төпкөл ауылда тәрбиәләп үҫтерелгән. Шул егет үҙенең миһырбанлы тәрбиәсеһенә рәхмәтле булыуы йөҙөнән үҙенә уның исемен алған да Ази-Гәрәй тип ләҡәпләнгән, имеш: ошоноң иҫтәлеге итеп һуңғы ваҡыттарғаса Ҡырым хандары Гәрәй тип ләҡәпләнәләр” (Карамзин, V, 199). Ҡырым тарихында беренсе Гәрәй булған ошо үҫәргәнле (Туҡтамыш-ханыбыҙ тоҡомо) бабаға был иҫке риүәйәтте һуңғыраҡ быуын Гәрәйҙәренең йәбештергәнлектәре күренеп тора; асылында был иһә борондан уҡ донъяға билдәле Үҫәргән ырыу башбабаһы (Көн-би, Саргон, Моисей, Гәрәй, Жик-Мәргән һ.б.) риүәйәттәренең Ҡырым хандар шәжәрәһе башлығы Ази-ханға йәтешләтеп яңыртылыуы ғына: йәнәһе лә ырыу дошмандары тарафынан әжәлгә дусар ҡылынмыш бәпесте бүре-әсә (“бүре-ази”!) тәрбиәләп үҫтерә лә ул егет (һоробүре улы) ҡурҡыу белмәҫ ырыу башлығы булып китә (шунан килә данлы ләҡәп һоробүри — “храбрый”). Ошо күренекле беренсе Ҡырым ханына бирелгән изге ләҡәптең тәүге яртыһы “ази”, күреүебеҙсә, шул уҡ әсә (Әсә-бүре) булһа, икенсе яртыһы “Гәрәй” тигәне лә легендаға әйләнмеш бик боронғо тарихи шәхесебеҙ Гәрәй-Һоробүре хандың исем шәрифтәренән: б.э. тиклем 129 йылда ул, Гәрәй-хан, үҙенән 200 йыл элегерәк Искәндәр Зөлҡәрнәйен (Александр Македонский) тарафынан яулап алынған һәм аҙағыраҡ Грек-Бәктора батшалығы булып танылған бик боронғо башҡорт дәүләте Бәктораны (хәҙерге Урта Азия һәм төньяҡ Афғанстан, төньяҡ Иран ерҙәрендә) гректарҙан ҡаһармандарса ҡабат һуғышып алып, Уралғаса йәйрәп ятмыш Бөйөк Ҡошан империяһын нигеҙләй, тап ана шул Гәрәй-хандан Үҫәргән-йыуасалыларҙың Гәрәй-Һоробүре (Гәрәйҙәр) батшалар шәжәрәһе башлана (“Дәүләтебеҙ Бөйөк Ҡошан” тигән хеҙмәтемде ҡарағыҙ)... Тимәк, Баҡсаһарайҙа Үҫәргән батшалар шәжәрәһен һәм ғөмүмән башҡорт тарихын яҡшы белеүсе сәсәнебеҙ эш иткән дә яңы ҡоролмош Ҡырым хандары шәжәрәһенең башына ла баяғы “әсә” (Әсә-бүре) һәм “Гәрәй” (герой) ләҡәптәрен бергә ҡушып теркәткән... Ҡырым урҙаһы халҡының төп өлөшөн Йеҙекәй батыр башҡорттары тәшкил иткәнлеген ундағы атаҡлы ырыуҙарҙың исемлеге лә раҫлай: “Ширин, барын, арғын, ҡыпсаҡ, маңыт-Мансур, седжеут” (А.А. Новосельский. Борьба московского государства с татарами в первой половине ХVII века. М.-Л., 1948, 21-се бит). Асылында бына ошолай улар:

 

Ширин — шәрен, йәғни мифик шәренән яралмыш Үҫәргән; шул уҡ ваҡытта Йеҙекәй нәҫеле Мамай-Нар-Ҡасимдың улы Сура батыр менән бер туған Ширин (Тамъян-Ҡатай ырыуы шәжәрәһенән. — Башҡорт әҙәбиәте тарихы, 1 том. Өфө, 1990, 283-сө бит);

Барын — Барын-Табын;

Арғын (араҡ-ан, араҡ-ты) — Ирәкте;

Ҡыпсаҡ — шул уҡ Ҡыпсаҡ;

Маңыт-Мансур — Мең: бында маң-т — меңдәр, Мең ырыуы; Мансур — Йеҙекәй батырҙың улы; ул бабабыҙ Алтын Урҙа ханы Ырыҫтың Ҡойричаҡ тигән улының улы Бораҡ-хан заманында (1423-1428) уның баш бейе (премьер-министры) булған, ә аҙаҡ Туҡтамыш-хандың улы Күсем-Әхмәт-хан (Кесе-Мөхәммәт) хөкүмәтендә лә шул уҡ вазифа башҡарып, 1439 йылда шул хан тарафынан язалап үлтерелә (“Үҫәргән тәүәрихе”, 55-се бит; Карамзин, V, 151,341; бында яңылыш “мансуп” тип яҙылмыш). Күренеүенсә, бер заман ул башҡорттоң Мең ырыуына ла бей булып торған, буғай: маңыт-Мансур (“меңдәр Мансуры”) тигән ләҡәп шуны иҫкәртә;



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: