Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 36 глава




1. Исмәғил Хайрас. — улдары: а) Тинбай, уның улы Бииш (башҡорт күренеклеләре Биишевтарҙың шул иҫәптән В.И. Ленин менән бергә Ҡазан университеты талиптарының болаһында ҡатнашҡан Хәсән Биишевтың, бөйөк әҙибәбеҙ Зәйнәб Биишеваның һ.б. бабаһы); б) Ырыҫ (көсләп суҡындырылып, урыҫ кенәздәренә әүерелмеш Урусовтарҙың бабаһы), уның улдары Йән-Арыҫлан (кенәз, генерал-лейтенант, Ырымбур комиссияһының башлығы, 1737 — 1740 йылдарҙағы башҡорт болаларын ҡанға батырып баҫтырыусы палачтарҙың береһе Василий Аексеевич Урусов), Ураҡ (кенәз Петр Урусов), Төкмөхәммәт (кенәз Иван Урусов); в) Тинәхмәт, Тинәхмәт улдары: Йәштерәк, уның улы Ҡарасай, уның улдары: Туған (башҡорт бөйөгө Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың бабаһы булһа кәрәк), Солтан-Морат (Ҡубанда мырҙа булып торған 1707 йылғы башҡорт болаһында урыҫтарҙың Терек [хәҙерге Грозный] ҡәлғәһен ҡамауҙа ҡатнашҡан), уның улы Тинмәмәт, уның улы Йәнмәмәт, уның улы Ямғырсы, уның улы Ҡантимер (урыҫтың билдәле сатирик шағиры һәм илсеһе Антиох Дмитриевич Кантемирҙың бабаһы) һәм в) Урмәмбәт, уның улы Арыҫлан, уның улы Дивай, уның улы Шаһиморат Диваев, уның улы Әхмәтйән Диваев, уның улы Әбүбәкер Диваев (1855 — 1933, Үзбәкстанда үлгән, башҡорттоң атаҡлы фольклорсы ғалимы)...

 

 

 

Хан Мамай-Нар-Ҡасим йәки Себер ханы Шәйех-Мамай. “Үҫәргән тәүәрихе”ндә (58-се бит) Муса улы итеп күрһәтелһә лә, асылында Муса кенәздең аҫырау балаһы — Төмән ханы Марҙың ейәне ул.

Себер ханы Мамай-Нар-Ҡасим йәки Шәйех-Мамай, тынғы белмәҫ батыр йән, Себер-Тура тәхете менән генә мөрәхәтһенмәй, үҙенең туғандары бойороп ултырмыш Ҙур Нуғай Урҙаһының, Бәләкәй Нуғай Урҙаһының биләмәләренә ғәййәр сапҡындар яһай, үткән бер ерендә бөтә нәмәне ватып-ҡыйратып йөрөй, сөнки уға ҡартҡартатаһы Исмәғил Хайрастың Мәскәү менән сетерекле дуҫлашыуы — үҙ муйынына үҙе теләп урыҫ ҡороғон һалдыртыуы һис кенә лә оҡшамай. Эпосыбыҙҙа (БХИ, эпос III, 44-45-се биттәр) мәргән әйтелеүенсә, “Мамай яу сабырға яратыр, һәммәһен ҡырыр-ҡыйратыр, барсаһын баш эйҙереп үҙенә ҡаратыр иманһыҙ бер яу батыры булған. Мамай үткән һәр ерҙә халайыҡ ҡырылған, ауыл үртәлгән, ҡаланың көлө күккә осҡан. Ураҡ (Мамай-Ҡасимдың бер туғаны Ирзал[92] Ураҡ. — Й.С.) атлы бер ғәскәр башы Мамайҙың тоғро юлдашы булған. Улар икәүләп днъяның аҫтын өҫкә килтереп йөрөгәндәр”. Шул уҡ ваҡытта ут күрше һәм ҡан ҡәрҙәш Ҡазан ханлығына ла тынғы бирмәй был батыр: ундағы Мәскәүгә ҡаршы булған “Ҡырым яҡлылар” фирҡәһен тотанаҡлап, ә “Мәскәү яҡлылар”ҙы эҙәрлекләп, һуңғылары әгәр өҫтөнлөк алһа, Ҡазанды ла пыран-заран килтереү менән янай... Әйтәйек, 1519 йылда “Мәскәү яҡлылар” еңеп, элекке Алтын Урҙа ханы Әхмәт мәрхүмдең урыҫтарға ялланмыш һәм шуларҙың һатлыҡ йән төркиҙәр өсөн торор урын итеп тәғәйенләнмеш Ҡасим ҡалаһында “батша тоҡомо” рәүешендә йәшәп ятмыш ике туған ҡустыһы Шәйехғәли (1506-1567) Ҡазан тәхетенә хан итеп саҡыртылғас, ошо Себер-Тура ханы Мамай-Нар-Шәйех-Ҡасим, ҡаны ифрат ҡыҙышып, үҙенең өлкән улы Сура батырҙы ғәскәре менән Ҡазанды алырға ебәрә (ул хаҡта айырым яҙырбыҙ)... Шул рәүешле “үҙеңдеке — үҙеңә яу” булып йөрөүе арҡаһында Ҙур Урҙаның башҡорттары унан екһенеп, уны Нар [93] тип ҡушаматлайҙар һәм был ҡушамат шанлы Ҡасим батырыбыҙҙың ләҡәптәренең береһенә әйләнә. Ошо ханға бойондороҡло Алаш-Урҙа ҡырғыҙ-ҡаҙаҡтары иһә Нар батырҙы, уларҙың йәйрәү далаһын төньяғынан урыҫ хөсөтөнә ҡаршы кәртәләп торғанлыҡтан, хөрмәтләп, “үҙебеҙҙең Жағылбайлы[94] нәҫеленән Нарек мырҙа” тип йөрөтәләр, сөнки заманында Алаш-Урҙа ҡаҙаҡтары беҙҙең Яғыл-бай (Ялыҡ-бей, ә ҡаҙаҡса Жағылбай) ғәскәрендә хеҙмәт иткән һәм был билдәләү уларҙың “үҙебеҙҙең Үҫәргән тоҡомо” тигән һүҙе булалыр. Шуны ла әйтергә кәрәк: боронғо яҙма сығанаҡтарҙа “Мамай ханды “урыҫҡа хафа һалыусы” һәм “Мамай” тиерҙәр ине. Урыҫ ҡалаларын фәтих ҡылды (яулап алды)”, — тиелә (“Үҫәргән тәүәрихе”, 51-се бит). Һаран ғына ошо йөмләләр Мамай-Нар-Ҡасим-хандың төп сәйәсәтен асып һала: уның үҙ алдына ҡуйған мөҡәддәс бурысы — Алтын Урҙаның башына етеүсе урыҫ дәүләтен ҡаҡшатыу һәм Уралда, Башҡортостан тупрағында, Алтын Урҙаны алмаштырырҙай үҙ аллы бөйөк дәүләт төҙөп ҡалдырыу. Һуңғы һүҙҙеренә иғтибар ҡылығыҙ: “Иҙел менән Яйыҡ — ирҙәр араһында низағ тыуҙырған ике йылға; мин үҙ халҡымдың был ике йылға араһында гегемон булыуын һәм хан һарайҙары төҙөүен, минең исем менән тәңкәләр һуғыуын теләгәйнем... Мин үҙемдең артымдан киләсәк быуындарға үрнәк булырға ғына теләнем” (“Ватандаш” журналы, 1997/11, 130-сы бит)... Шул бөйөк маҡсатын бойомға ашыра барып, Себер-Тура ханы Мамай-Нар-Ҡасим Себер-Тура ханлығы тәхетенә үҙенең ике тыуған олатаһы Урмәмбәт (Ҡаса йәки Сәсле Дәрүиш) тәрбиәләп үҫтергән Бикбулат-Борнаҡ исемле улын хан итеп ултыртып ҡалдыра ла, бер туған олатаһы Ирзал Ураҡ менән берлектә, үҙҙәренең яҡын туғандарының Ҙур Нуғай Урҙаһы һәм Бәләкәй Нуғай Урҙаһы аша юлдарындағы бар нәмәне ватып-ҡыйратып үтеп, Ирзал Ураҡты Бәләкәй Нуғай Урҙаһының мырҙаһы (нурадины) итеп ҡалдырып, Иҙел тамағына килә һәм Алтын Урҙа хакимы Әхмәт-хандың урыҫ усын ялаусы ялағай нәҫелдәре (Әбделрахман) хан булып ултырмыш Әстерханды дөбөр-шатыр яулап алып, үҙе хан булып ултыра: “Хажитархандан[95] бер турыбтан [тарафтан] уҡ атты, [уҡтары] ҡәлғәнең крепусын уҙа торғанда, халыҡ хафа итеп [хафаланып] мотиғ булдылар [буйһондолар]”. — “Үҫәргән тәүәрихе”, 51-енсе бит).

Себер-Тура тәхетенә Ҡаса Шәйех-Ғали бей йәки Сәсле Дәрүиштең аҫырау улы Бикбулат-Бурнаҡ нисәнсе йылда ултырыуын аныҡлауҙа Тәтегәс-бей шәжәрәһе лә (28-29-сы биттәр) һиҙелерлек ярҙамлай. Унда, мәҫәлән, Сәсле Дәрүиштең “олуғ улы Бурнаҡ — би булды, Ядкәр — мырҙа булды. Аның ҡардәшләре барча мырҙа булдылар, ыруғы күп ирде. Әммә ул заманда Тәүкай хан ирде. Тәүкайға мөһөр бирелде”, тигән юлдар бар һәм шул Тәүкайҙың хан булыу ваҡыты беҙгә билдәле Бикбулат-Бурнаҡтың, ул һуңынан Себер-Тура ханы булыуына тиклем, нисәнсе йылда Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш (Өфө-Тура) өлөшөнөң бейе (кенәзе) булып тәғәйенләнеүен билдәләй. Был йылды белер өсөн, Тәүкайҙың кем икәнлеген һәм нисәнсе йылда уға хан мөһөрө бирелеүен асыҡлау кәрәк. Ул, моғайын, ҡыҫҡа ғына бер арала хан булып, әммә Ҡазан өҫтөнән бойороусы Мәскәү тарафынан хан итеп танылмағандыр, шул рәүешле рәсми тарихҡа ла кермәй ҡалғандыр. Ә уның даими тәржемәи хәлен шәжәрәбеҙ үҙе белдерә: “Тәүкай мең дә сиксән биш [йорт] ҡазаҡға [күскенсегә] баш булды, һәр тарафҡа күчеб йөрделәр, ғиш-ғәшрәт ҡылдылар, ғаделлек берлән йорт көттиләр”. Тимәк, үҙебеҙҙең йәйҙәрен йәйләүҙәге күсмә тормошта йәшәгән Үҫәргән-нуғайҙарыбыҙҙың хан дәрәжәһенә ирешмеш күренекле бер мырҙаһы булып сыға һәм ул, Тәүкай, Ҡазан хан һарайында хеҙмәт иткән күренекле Үҫәргән-нуғай мырҙаһы Тәүкилгә тап килә (был зат башҡорт Муса кенәздең яҡын туғаны булып, хәҙерге күренекле башҡорт ғалимы академик Р.Ғ. Кузеевтың алыҫ бабаһы булыу ихтималлығын һәм уның элегерәк Алтын Урҙа ханы Шәйех-Әхмәткә хеҙмәт иткәнлеген әйтеп үткәйнек). 1530 йылда Ҡазан ғәскәрҙәре урыҫтарҙан еңелгәс, ғәҙәттәгесә, Ҡазандағы “Мәскәү яҡлылар” Тағай һәм шул Тәүкил мырҙалар етәкселегендә Ҡырым заты Сафа-Гәрәй-ханды тәхеттән ҡолатып, Мәскәү кенәзе Василий менән солох төҙөшөү өсөн, оҙаҡҡамы, әллә ваҡытлысамы, Тәүкил мырҙаны, уның элекке Алтын Урҙа ханы Шәйех-Әхмәттең ылыҫ башлығы (премьер-министры) булыуын һәм 1501 йылда Мәскәүгә илсе булып та барыуын (Карамзин, VI, 187, 307-се биттәр) иҫәпкә алып, буғай, уны Мәскәү менән эш итмәле хан итеп һайлап ҡуялар. 1531 йылда ике мырҙа шул эш менән Мәскәүгә китә. Ләкин кенәз Василий был Тәүкил мырҙаның “хан”лығын һис танымай, юлдашы Тағай мырҙа менән икеһен Мәскәүҙән ҡыуып ҡайтара; урыҫҡа ныҡ бойондороҡло ҡазандар иһә Мәскәүҙән икенсе бер хан һорарға һәм һөҙөмтәлә Мәскәү ялсыһы Йәнғәлиҙе хан итеп алырға мәжбүр булалар. Тап бына шул ҡыҫҡа ваҡытлы Тәүкәй (Тәүкил) хан 1531 йылда төньяҡ-көнбайыш башҡорт иләүенә Бикбулат-Бурнаҡты бей итеп раҫлаған (мөһөр биргән) булырға тейеш. Шунан һуң ул, Бикбулат-Бурнаҡ, туғыҙ йыл бей булып торғас, 1540 йылда атаһы Мамай-Нар-Ҡасим йәки Шәйех-Мамай-Ҡасим уны үҙе урынына Себер-Тура тәхетенә ултыртып ҡалдырған да үҙе иһә Әхмәт хандың урыҫтарға итәғәтле ейәне Әбделрахмандың тамырын киҫергә — Әстерханды яуларға киткән, сөнки Ә.В. Туған (26-сы бит) Шәйех-Мамай-Ҡасимдың Әстерхан ханы булыу осорон 1540-1548 йылдар менән билдәләй...

Иҙел тамағындағы стратегик әһәмиәткә эйә Әстерханды ана шулай үҙенең хәрби төйәге (плацдармы) яһап алып, Мамай-Нар-Ҡасим Көнбайышҡа — төркиҙәрҙең үҙ аллылығының төп дошманы булып танылған урыҫ иленең ҡалаларына сапҡын-артынан сапҡын яһап бөлдөрә, урыҫтың хәтерендә ныҡ ҡалған боронғо ҡурҡыныс Мамай[96] ҡабат терелгәндәй ҡабул ҡылына — Нар-Ҡасимға Мамай ләҡәбе урыҫтарҙан тағыла, буғай... Тик Мәскәү ҙә йоҡлап ятмай: үҙенең хас дошманына әүерелгән Мамай Ҡасим батырҙы башҡорттарҙың үҙҙәренән юҡ иттертеү әмәлен эҙләп таба. Ул осорҙа Башҡортостандың көтөлмәгән ауыр хәлгә ҡалыуы ла Мәскәү файҙаһына була. Юрматы шәжәрәһендә (28-29-сы биттәр) аныҡ бәйән ителеүенсә, “бер заман йылдар ҡытлыҡ булды. Ҡыш бик оҙаҡ булды, өс йылғаса йылҡы, ҡуй бөттө, игендәр һис уңманы, күп халайыҡтар дарманһыҙ булдылар, вә күп халайыҡ ас-яланғас булдылар. Нуғайҙар йыйылып кәңәш ҡылдылар. Боронғо аталарыбыҙ Ҡубандан килгән[97] ине, ер-һыу тип; һалҡын ер, һалҡын һыу эҙләп килгәндәр, әммә ҡыш һыуығы көн эҫелегенән яман имеш. Әммә һыуыҡ тәжрибәһенән дә яманы — төн яғынан урыҫ көффар килгәйне. Был ерҙәрҙә урыҫ күп булғай. Беҙгә был ер лайыҡ түгел тип, һанһыҙ [күп] нуғайҙар боҫор булдылар. Әммә ярлы-ябағалары Бурнаҡ бейгә килеп әйттеләр: яҡшы ваҡытта бергә торҙоҡ, инде заман яманайғас, беҙҙе ҡайҙа ҡуйып китәһегеҙ, беҙ ҡайҙа барайыҡ, тип бик ялбарҙылар иһә, Бурнаҡ-бей күсмәҫ булды. Энеһе Ядкәр мырҙа баш булып, һанһыҙ [күп] нуғай менән Ҡубанға күстеләр. Әммә туғыҙ йөҙ ҙә илле өстә (=1546), Ағиҙелдең буйында үрге осо — Нөгөш, түбәнге осо Күкүш, шуларҙан сыҡҡан таралма һыуҙары, яландары менән биләп торалар ине [нуғайҙар]. Өс йөҙ нуғай ырыуҙары менән [башҡалары Ядкәрҙән ҡалғас], улары дәхи ҙә Ҡубанға боҫтолар. Бурнаҡ-бей менән ҡалғандары иштәк [98] аталдылар”...

Бына ошо ауыр-билғауыр заманда Әстерхан ханы Мамай-Нар-Ҡасимдың да, уның бер туғаны һәм Мәскәүгә ҡаршы көрәшендәге берекмәне булған Бәләкәй Урҙаның кенәзе (нурадины) Ирзал Ураҡтың да хәлдәре мөшкөл, ғәскәрҙәре ғәйрәтһеҙ була, әлбиттә. Күберәген урыҫ ҡулына ҡарап торған Ҙур Урҙаның (Көн-Өфө-Тораның) кенәз йортона әленән-әле мәскәүҙән бүләккә килә торған аҫыл малдарҙы ҡан-ҡәрҙәшлектән дә өҫтөн күрмеш “яуыз” Исмәғил Хайрас, форсаттан файҙаланып һәм Мәскәү теләген үтәп, 1548 йылда Әстерханды аҫтыртын килеп баҫа ла туғанлыҡ хәйләһе менән ҡәлғәғә үтеп кереп, Мамай-Нар-Ҡасим-ханды язалап үлтерә; бер ыңғайҙан Бәләкәй Урҙаның кенәзе (нурадины) Ирзал Ураҡ та юҡ ителә, буғай. Ошо ҡанлы эштә уға, Исмәғил Хайрасҡа, уның бер туған ағаһы Ямғырсы һәм бер туғаны Зартуш Һары Йософ мырҙалар ярҙамлашҡан булһа кәрәк, сөнки шул ҡанлы 1548 йылда Ямғырсы мырҙа — Әстерхан ханы, ә Зартуш Һары Йософ мырҙа Бәләкәй Урҙаның кенәзе (нурадины) итеп ултыртыла. Мәскәү усын ялау хаҡына ҡорбан ҡылынған Мамай-Нар-Ҡасим батырҙы туғандары, ата-баба йолаһы ҡушыуынса, уның тыуған тупрағына — хәҙерге Саратов өлкәһендәге әлегәсә Үҫәргән башҡорттары йәшәгән Кесе Үҙән йылғаһының башына ҡайтарып ерләйҙәр (“Үҫәргән тәүәрихе”, 58-се бит). Эпоста иһә (45-се бит) мәңгелеккә ил өҫтөндә тороп ҡала батырыбыҙҙың һуңғы һүҙҙәре:

 

“Иҙел башы Ирәмәл тау —

Минең атам [99] Мусаның

Иле ҡунған ере ине;

Яйыҡ башы ҡара урман —

Минең атам Мусаның

Йәй йәйләгән ере ине;

Ҡыҙыл, Өйсүк, Биштамаҡ —

Минең атам Мусаның

Ҡыш ҡышлаған ере ине.

Табаны яҫы тарлан буҙ —

Минең атам Муса-хан

Менеп йөрөр аты ине.

Даусы менән даулашыр,

Даулашыр ҙа яу асыр —

Минең атам Муса-хан

Шундай дана зат ине.

Иле илегеп ҡунған ер,

Ҡышын ҡышлап торған ер,

Йәйҙәрен йәйләгән ер,

Бейәләр бәйләгән ер,

Билгә ҡылыс таҡҡан ер,

Киреп уғын атҡан ер,

Күп ғәскәргә баш булып,

Алыҫтарға сапҡан ер, —

Бары ла ҡалған ата-бабайҙан,

Бары ла ҡала хәҙер Мамайҙан...

 

Бына ошо һуңғы һүҙҙәрен әйткәс, ир яманы Мамайҙың башын өҙә сапҡандар, ти”...

Был эпосты ижад иткән һәм “Нуғай Урҙаһының нуғайҙары” тип йөрөтөлгән аҫаба башҡорт бабаларыбыҙҙың ысынлап та Үҫәргән-башҡорт икәнлектәрен шул Үҫәргән-башҡорттарҙан бүленеп китеп аҙмыш һәм башҡа халыҡҡа әүерелмеш хәҙерге заман нуғайҙарҙың да хәтерендә был әҫәрҙең бер үк килеш тип әйтерлек һаҡланыуы дәлилләй:

 

Идел басы Ирәмән тау

Мәнем атам Мусадың

Иле ҡунған жире иде;

Жайыҡ басы ҡара урман

Мәнем атам Мусадың

Яз яйлаған жире иде...

 

Йәки нуғайсанан тағы бер үрнәк:

 

Йапалаҡ ҡуслар маҡтанар

Йардан шышҡан алдым деп,

Ийтелге ҡуслар маҡтанар

Ийтсиз ҡоян алдым деп;

Жаман киси маҡтанар

Йахшы адамның йағасынан алдым деп.

Йахшы киси маҡтанар

Сол йаманнан бойын сатып алдым, дер.

 

Башҡортсаһы ла уның бер тип әйтерлек:

 

Көйгәнәк ҡош маҡтанһа,

Ярҙан сысҡан типтем, тир;

Ҡара бөркөт маҡтанһа,

Ҡаянан ҡуян типтем, тир;

Яман әҙәм маҡтанһа,

Ишектән ингән кешене

Эттән алып һүктем, тир;

Яҡшы кеше маҡтанһа,

Һәр ваҡытта, халҡым, тир;

Утын-һыуын үттем, тир...

 

 

 

Сура батыр — Мамай-Нар-Ҡасим улы. Өҫтәрәк яҙыуыбыҙса, Себер-Тура ханы Мамай-Нар-Ҡасим бабабыҙ, 1519 йылда Ҡазанда “Мәскәү яҡлылар”ҙың еңеүен һәм хан тәхетенә Мәскәү ялсыһы Шәйехғәлиҙең ултыртылыуын ишеткәс, ҡаны яман ҡыҙышып, үҙенең кесе улы Сура батырҙы, атлы ғәскәр биреп, Ҡазанды алырға юлландыра, был иһә баяғы китаптағы “Сура батыр” исемле башҡорт эпосының (69-70-се биттәр) бер ярсығында дәһшәтле сағылдырылған:

 

Яуға китеп барамын,

Ҡазан илен аламын,

Ҡазанға китеп барамын!

Мин Ҡазанға барғансы,

Ҡар яумағай, ҡан яуғай;

Мин Ҡазанға барған һуң,

Ҡан яумағай, ҡар яуғай!

Ҡанатбайҙың алаты —

Ҡултығында ҡанаты —

Яуҙы күрһә, сәйнәй [100], ти,

Ҡуй-һарыҡтай әйҙәй, ти.

Анауыл менән мынауыл,

Ике уртаһы ҡарауыл.

Буҙса турғай булайым,

Ҡапҡаһына ҡунайым,

Тулып ятҡан дошмандың

Ҡайһы береһенә булайым?..

Өйҙә бармы ир заты,

Йортта бармы ир заты?!

Ир-ат — батыр ҡанаты,

Ир-ат — яуҙың ҡанаты.

Өйҙә ята ҡыҙ-ҡортҡа,

Түрҙә ята ҡыҙ-ҡортҡа;

Ҡатын булһа, сара юҡ, —

Әгәр ҙә иркәк булғанда,

Булыр ине бер тотҡа!

Яуға китеп барамын!

Ҡазан илен аламын!

Ҡазан илен алған һуң

Ҡайтып ҡылысым һаламын!..

 

Ләкин уға ғүмеренең ахырынаса ҡылысын һалмай йәшәргә яҙған икән. Сура батыр ысынлап та Ҡазанды яулап ала (Шәйехғәли-хандан риза булмаған күпселек Ҡазан халҡы быға булышлыҡ ҡыла), Мәскәү ялсыһы Шәйехғәли менән Мәскәү илсеһе бер урыҫ Ҡазандан ҡыуып ебәрелә, ә хан итеп Ҡазан халҡының күпселеге теләгән һәм башҡорт Себер-Тура ханы үҙе хуплаған әҙәм — Ҡырым ханы Мөхәммәт-Гәрәйҙең ҡустыһы Сәхиб-Гәрәй тәхеткә ултыртыла. Сәхиб-Гәрәй-хан Сура батырҙы Ҡазан иленең сәрғәскәре итеп хеҙмәткә ала һәм ул бында ғүмеренең ахырынаса шул вазифаһында ҡалып оло абруй ҡаҙана.

1521 йылда бер-береһенә ярҙамға килмеш Ҡырым һәм Ҡазан ғәскәрҙәре урыҫ яғына оло яу сәфәренә ҡуҙғала. Бергә ҡушылып, Мәскәүҙе ҡамап алалар, ҡоттары осҡан урыҫтарҙы, ҡамаусыларҙың шарттарына ризалашып, Ҡырым менән Ҡазанға файҙалы солохҡа ҡул ҡуйырға мәжбүр ҡылалар. Ошо уңыштан башы әйләнеп иҫергән һәм нәфсеһен тыя алмаған Ҡырым ханы Мөхәммәт-Гәрәй 1522 йылда Бәләкәй Нуғай Урҙаһына бойондороҡло Әстерханды килеп баҫа, ләкин берләшкән нуғай ғәскәрҙәре Ҡырым сиреүен ҡыйратып, 80 йәшлек ханын үлтереп ташлайҙар. Ҡан ҡәрҙәш һәм урыҫҡа ҡаршы берекмән тип һаналыусы ҡырымдарҙың Иҙел тамағындағы был башҡорт-нуғай мәнфәғәттәренә оторо ҡылығы бөтә Башҡортостанда һәм Ҡазан ханлығында ла халыҡ нәфрәтенә юлыға. Быға иһә Ҡазан — Ҡырым берлеген өҙөргә тырышыусы Мәскәү шпиондары ла ҙур өлөш кереткәндер, әлбиттә. Һөҙөмтәлә Ҡазан хан һарайындағы “Ҡырым яҡлылар” фирҡәһенә күпселек ҡаршы төшөп, ошоғаса ҡырымдар яҡлы булған атаҡлы сәрғәскәр Сура батыр ҙа мәкерле ҡырымдарға ҡарата нәфрәт хисе менән һуғарыла һәм “Мәскәү яҡлылар” тарафына ауыша, буғай, сөнки ғүмеренең аҙағындағы ваҡиғалар ана шул хаҡта һөйләй. Һәм быға, моғайын, Туҡтамыш-хан нәҫелдәре (Ҡырым Гәрәйҙәре) менән Йеҙекәй батыр нәҫелдәре (Нуғай Урҙалары кенәздәре) араһындағы быҫҡып ятмыш ҡан дошманлыҡ уты ла өҫтәлгәндер...



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: