Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 38 глава




Инде урыҫ-яһилдың бер ҡоло мин!

Бәғеркәйем! — үҙ мосолманым ханға

Әсир төшөр инем сикһеҙ ҡыуанып...

Ә хәҙерен... Аһ бәғерем!.. Һөйөклө ханым минең!

Асы һыҡтауыма ҡолаҡ һалһаңсы,

Тәрән ләхетеңде миңә асһаңсы,

Тереләтә үҙ яныңа алһаңсы!

Ләхет булһын ине никах түшәге

Һәм зиннәтлә хан һарайы төштәге!..

Бәғеркәйем! — ауырып ятҡаныңда

Әйтмәнеме бикәң — Себер ҡатының,

Мәрхүмдәрҙең йәки тыумағандарҙың

Хәленә, тип, ҡыҙығырҙар ҡазандар! —

Юрауҙары, аһ, бәғерем, юш килде!..

Ханым быны белмәйһең шул инде һин —

Ҡайғы-хәсрәт беҙҙең ниндәй икәнен...

Ханым, ал пак ҡатыныңды яныңа,

Ҡалмаһын ул кафырҙарҙың ҡулына!

Үҙеңдән һуң йәберләргә Мәскәүгә

Илтмәһендәр уны урыҫ еренә,

Тартмаһындар уны кафыр диненә,

Үҙ телкәйен оноттортоп мәсхәрә

Ҡылмаһындар, тылҡып яһил-ят телен!

Хужаҡайым, һөйөклө ханым минең!

Әсе күҙ йәшемде унда кем һөртөр?

Хәсрәтләнеп үкһеүемдә кем баҫыр?

Йәнемә кем алсаҡлығым ҡайтарыр?

Йөрәгемде хисе менән һуғарыр?!.

Таба алмам инде мәңге тыныслыҡ!..

Хәсрәтемде илап кемгә һөйләйем?

Улымамы — гөнаһһыҙ сабыйыма?

Атамамы? — ул Яйыҡ аръяғында!

Һөйләйемме ант боҙған ҡазандарға,

Керһеҙ ханын дошманға һатҡандарға?

Сафа-Гәрәйем, һөйөклөм, ниңә һин

Ҡатыныңа яуап өнө бирмәйһең?!

Күрһәң ине: тора ишек төбөндә

Һаҡсыларым, — йыртҡыстар, әйтерһең дә, —

Мин бахырҙы һинән алып китергә!..

Бәғеркәйем! Бикәһе инем бит мин

Әле генә бар Ҡазан ханлығының.

Ә хәҙерен — ҡурсаусыһыҙ ҡол ҡыҙмын

Һәм Мәскәүҙең яҡлаусыһыҙ ҡоломон!

Булған бәхет, ҡыуаныстарым өсөн

Ҡанлы йәштәр түгеп инде илайым.

Булған наҙлыҡ, алсаҡлыҡтарым өсөн

Ҡанлы йәштәр түгеп инде илайым.

Йәштәр булып күҙҙәрем аҡты инде —

Һуҡырайып, ҡарыуым ҡайтты инде,

Өнһөҙ ҡалып, бәғерем ҡатты инде!..

Торғоҙҙолар уны ерҙән күтәреп

Һәм күрҙеләр ҡарап торған күптәре

Үкһеүҙәрҙән шешенгән һылыу йөҙөн...

Бер кем дә бит ярандарынан уның

Дәүләт эше менән барып кергәндә

Ҡыйып тура баҡмай ине йөҙөнә, —

Күрмәгәйне улар саф һылыулығын

Хәҙер инде илгә асыҡ йөҙөнөң...

Һәм был Ҡазан ханбикәһе шундай ҙа

Һылыу, зирәк, аҡыл эйәһе ине —

Уға тиңләшерлек сәскә булманы

Ҡазан ҡатын-ҡыҙҙары араһында!

Хатта беҙҙең баш ҡала Мәскәүҙә лә

Кенәз ҡатын-ҡыҙҙары даирәһендә

Табылмаҫтыр уға көндәш булырлыҡ...

Сөйөмбикә һылыуыбыҙ үҙенең тыуған халҡының бер йолаһы булараҡ башҡарған һәм шуны һүҙмә-һүҙ дәррәү отоп алып ҡалған халыҡ теленән урыҫ йылъяҙмасыһы ирекле (рифмаһыҙ) шиғыр рәүешендә урыҫ теленә күсермеш был сеңләү жанры башҡорт фольклорының мөҡәддәс бер өлөшөн тәшкил итеп, әлеге осраҡта ул, моғайын, үҙенең иң юғары нөктәһенә барып ирешкән. Халҡыбыҙҙың шундай уҡ “батшалар кимәлендәге” ауыҙ-тел ижады өлгөһөн — Сөйөмбикәнең ҡан ҡәрҙәше һәм замандашы булған атаҡлы бей “Шәғәли Шаҡманға һыҡтау” (“Ватандаш” журналы, 1996/1, 164-се бит) тигән сеңләү әҫәрен быға сағыштырып ҡарау фәһемле булыр:

 

Беҙҙе ниңә ташлап киттең,

Аҡ шоңҡарым, атабыҙ?

Беҙҙе ниңә йәтим иттең,

Аҡ шоңҡарым, атабыҙ?

Һинән башҡа көнөбөҙ ҡара,

Төнөбөҙ һалҡын беҙҙең.

Һин күктәге Ҡояш инең,

Һин төндәге Ай инең...

Әй! Әй! Әй! Әй-й!..

Аҡ шоңҡарыбыҙ, Шаҡманыбыҙ,

Онотма беҙҙе, ҡайта йөр,

Яҡшы һүҙең әйтә йөр!

Әй! Әй! Әй! Әй-й!..

Беҙ иламай кем илар, —

Йорт башыбыҙ һин инең.

Ил иламай кем илар, —

Ил эсендә бер инең.

Һин бит батыр ир инең.

Ил ҡашында бер инең.

Күктә шоңҡар һин инең,

Ерҙә толпар һин инең!

Ил-йортобоҙ ҡорҙоң һин,

Яу ҡайтарып торҙоң һин,

Ил дошманын ҡырҙың һин.

Бөтәбеҙгә баш булдың,

Күҙ өҫтөндә ҡаш булдың...

Ауыр тупрағың еңел булһын,

Баш аҫтыңа яҫтыҡ булһын,

Ил ағаһы Шәғәле!..

Әй! Әй! Әй! Әй-й!..

Кенәз Серебряный-Оболенский һәм Ҡазандан башҡа оҙата барыусылар, был сеңләүҙән үҙҙәренең дә күҙ йәштәре мөлдөрәп, өҙөп алынған томбойоҡтай бөгөлөп төшкән Сөйөмбикәне йыуатырға итәләр:

 

Шомланмасы бер үк ханбикә һылыу!

Хафаланма ла илама, һағышыңдан һығылып.

Илтмәйбеҙ бит һине мәсхәрәләргә,

Йәки үлтерергә Мәскәү еренә.

Бөйөк хөрмәт көтә һине урыҫта —

Ҡәҙимгеләй бойороусы булырһың,

Булғаныңдай Ҡазаныңда ханбикә...

Йәш хан улдары күп беҙҙең Мәскәүҙә —

Үҙең менән диндәштәр һәм тиңдәштәр —

Бер Шәғәли генә түгел донъяла!

Оҡшағанын үҙең һайлап алырһың.

Шәйехғәли ҡартайған шул, — күренә

Олатайҙай... Ә һин — гүзәл сәскәһең.

Шуның өсөн Шәйехғәли тартына

Һине алып, һулытырға сәскәне...

Донъя — Мәскәү батшаһының ҡулында:

Ни теләһәң — шуны эшләр ул бында...

 

Сабый ғына үҙ ханын һәм һылыуҙарҙан һылыу ханбикәһен уларҙың яуыз дошманына үҙҙәре ҡол итеп һатып ебәреү — донъяла һис булмаған, фәҡәт фетнәсел Ҡазан ханлығында ғына була торған шомло хәл; шуға күрә йыуатыу һүҙҙәре һыҡтаусының ҡолағына инмәне, йөрәгенә һеңмәне...

 

Кереттеләр уны затлы кәмәгә

(Сафа-Гәрәй ауға йөрөгән ҡайыҡ ул) —

Осҡор ҡоштай тиҙ йөрөшлө, һәр тошо

Алтын-көмөш ялатылып биҙәлгән.

Урталыҡта ханбикәнең урыны:

Тирә-яҡҡа нур балҡытыш шәмдәлдәй,

Шау-быяла көптән ине тирмәһе,

Семәрләгән буталдарға ниргәһе.

Япа-яңғыҙы ханбикә донъяла —

Нәҙек кенә шәмдәй һыҙып ултыра...

...Иҙелдән күҙ төбәп Ҡазан еренә,

Күмелә ул бәхилләшеү сеңенә:

“Ләғнәт яуһын, ләғнәт - ҡанлы ҡалаға!

Ҡуҡырайып ултыраһың ҡаяла,

Ханың тажы ауғанын да һиҙмәйһең!

Биғәйни һин етем ҡалған тол ҡатын...

Хаким инең — булдың инде хеҙмәтсе,

Ханлыҡ данын инде мәңге күрмәҫһең!

Башы өҙөк яныуарҙай ҡатҡанһың.

Оялһаңсы! — Вавилондың ҡапҡаһын

Йә Рим ҡәлғәләрен ҡороп ҡуйһаң да,

Имен ҡалмаҫ инең ҡотһоҙ донъяңда...

Ҡаланың бит түгел ныҡ диуарҙары, —

Аҡыллы хан тотоп тора дәүләтте.

Ғәскәр көслө — шәп сәрғәскәрҙәр менән:

Диуарһыҙ ҙа дошманды улар еңә!

Һинең ғәййәр хандарың шул мәрхүмдәр,

Ғәскәр башлыҡтарың шул әргендектәр,

Ҡазан халҡы йонсоу әмәлһеҙлектән.

Башҡа дәүләттәрҙән ярҙам килмәне, —

Шуға урыҫтар еңелеү белмәне!..

Аһ, сеңлә ҡушылып миңә, гүр-ҡала, —

Шанлы көндәреңде инде үрт ала!..

Ҡайҙа аш-һыуҙарың, шуҡ байрамдарың,

Шат һәм уйын-көлкөлө замандарың!..

Йылғаларың балланып ағыр ине,

Шәрбәт-шараптарың урғылыр ине...

Аға инде йылғалай күҙ йәштәрең,

Урғылып та ҡойолалыр ҡандарың,

Урыҫ мөстәре [106] өҙәлер йәндәрең...

Эй хоҙайым! Бирһәң ине ошонда

Әҙәм телен белгән осҡор ҡошоңдо! [107]

Осһон ине ул ҡош атам-инәмә,

Ҡыҙҙарының хәсрәткәйен һөйләргә...

Хоҙай орһон Шәйехғәли-яһилды —

Минең рәнйетеүсем һәм дошманымды,

Төшһөн уға ләғнәтем! Һәм — бәддоға

Мине һатып ебәргән ҡазандарға!..

Ни өсөн һуң мине меҫкен хәлемдә

Илтәләр был харам Мәскәү еренә?!.

Батшаһынан өмөт юҡ... Аһ, ҡурҡыныс!..

Бирһен ине миңә тик кескәй ылыҫ

Ҡазан еренән. Көтөп әжәл-өлөш,

Ҡалыр инем шунда зарлы тол килеш!

Йәки мине ҡайтарһасы урҙаға —

Атайыма, нуғай Йософ мырҙаға:

Атам-инәм йортонда торор инем,

Үлгәнемсә йәтим-тол ҡалыр инем...

Ул Мәскәүгә ҡол булырға барғансы,

Әсе әжәлемде генә алһамсы!..

 

Татар халыҡ ижадында һыҡтау һәм сеңләү жанрҙарының бөтөнләй булмауы тураһында татар ғалимдары үҙҙәре үк яҙалар һәм Сөйөмбикәнең һыҡтауын, сеңләүен уларҙағы берҙән-бер, көтөлмәгән өлгө итеп һанайҙар. Ләкин башҡорт халҡында был жанрҙар бит борон-борондан уҡ бик киң таралған һәм ошо көндәрҙә лә бар; башҡорт һылыуы Сөйөмбикәнең Ҡазандағы ошо һыҡтап-сеңләүҙәре шуның тик бер өлгөһө булып тора...

 

...Һәм Ҡазандың ханбикәһе бер мәлде

Үҙен үҙе үлтерергә теләне.

Ләкин һаҡсылары һиҙгер, ныҡ ине —

Быны ҡылырға һис ирек бирмәне...

Мәскәүҙә, урыҫтарҙың яһил йолаһы буйынса, Сөйөмбикәне, имеш, диненән яҙҙыртырға, суҡындыртырға итәләр, ләкин ханбикә бынан ҡырҡа баш тарта — ата-баба диненә тоғро ҡала. Шунан уны, Яуыз Ивандың үҙенең әмере буйынса, һылыулыҡтың хас дошманына — Ҡасим ҡалаһында йәшәүсе баяғы атаҡлы урыҫ ялсыһы Шәйехғәлигә нисәнселер ҡатынлыҡҡа бирәләр. “Был никах Мәскәү хөкүмәтенең сәйәси аҙымы ине. Шәйехғәлигә Сөйөмбикәне күҙәтеү аҫтында тоторға һәм уның атаһына, ағаларына яҙған хаттарының күсермәһен алырға бойоролдо” (Ҡазан тарихы, 185-се бит)...

 

Ҡазан ханбикәһен алды Шәйхғәли,

Иремәне тик саф һылыулығына...

Үҙенән айырым тотто һылыуҙы

Һалҡын, ҡараңғы төрбәлә ҡол итеп.

Теләмәне уның менән йоҡларға, һөйләшергә...

Шәйехғәлигә мөкиббән бирелгән

Бер ҡол ғына һәм ҡатыны ҡуйылды

Ханбикәне ашатырға, ҡарарға.

Үлтерергә Шәйехғәли ҡыйманы,

Батшабыҙҙың асыуынан һаҡланып...

Ә Үтәмеш-Гәрәйҙе [108], хандың улын,

Суҡындырып, уҡытырға бирҙеләр.

Һәм ул һыуҙай эсте урыҫ ғилемен,

Аҡыл эйәләрен хайран ҡалдырып.

Һәм бер кем дә ғалимдар араһында

Уның менән ярышырға баҙманы!

 

Ошо гүзәл шәхесебеҙҙҙең аяныслы яҙмышына ҡағылышлы башҡа фараздар ҙа бар, мәҫәлән, баяғы Ҡаҙағстанлы Ҡорбанғәли Юнысовтың шәжәрәһенән уҡыйбыҙ: “ по одной версии Сююмбека тайно приняла крещение и стала Ириной Годуновой, вышла замуж за Ивана Васильевича, который был младшее ее на 15 лет, а Утямышгерей стал Борисом Годуновым, в последствии, по предсмертной воле Ивана Васильевича стал Царем Борисом. Сююмбека, как и Кадича (555-620) жена Пророка (САС) (555-633), была дважды вдовой, разница в возрасте супругов так же была 15 лет. Только Кадиче, когда она выходила за пророка (САС) было 40 лет, а Сююмбике 36 лет, Ивану Васильевичу 21 год, а пророку (САС) 25 лет, и не следует забывать о самом главном, Царица Сюмбика была одной из самых красивых женщин в истории человечества, если не самой красивой. По другой, возможно более достоверной версии Иван Васильевич в 1552 году по татарскому закону амергенства (левират), после взятия Казани и за участия в покорении Казани Касимовского хана, выдал Сююмбеку замуж за Касимовского хана Шахгали (1505-1567), родного брата её первого мужа, но вскоре она умерла. Шахгали ранее дважды был ханом в Казани. В ханской усыпальнице города Касимова есть надгробие, где якобы похоронена Сююмбека, но на надгробном камне ни какого текста нет. По этому достоверно, где покоится ее прах не установлено. Средств для проведения генных экспертиз ученные пока найти не могут”...

Сөйөмбикә һылыуыбыҙ ана шулай ғүмеренең ахырынаса тотҡон хәлендә интегеп, үҙен һәм улын яуыз урыҫҡа һатып ебәргән һәм ул үҙе ҡанлы күҙ йәштәре менән ләғнәтләгән Ҡазан ханлығының да, үҙе һымаҡ уҡ, тамам урыҫ ҡулына ҡалыуын күреп, ни бары утыҙ һигеҙ йәшендә донъянан да ҡол хәлендә киткән булырға тейеш. Сөнки Ҡасим ҡалаһында әлегәсә һаҡланып ҡалған, Шәйехғәлиҙең үҙе төҙөткән кәшәнәһендәге уның һәм ҡатындарының гүрҙәре араһында Сөйөмбикә һылыуҙың ҡәберташы юҡ...

 

 

 

Ҡазанды алырға ҡәһәтләнгән Яуыз Иванға халыҡ-ара уңайлы форсат тыуа: Рәсәйҙең сит илдәр менән һуғыштары туҡтатылған (Ҡазан ханлығының төп таянысы булырҙай төрөк солтаны менән дә дуҫлыҡ солохо төҙөлгән), Ҡазандың үҙ аллылыҡ билдәһе булырҙай хәләл ханы Үтәмеш-Гәрәй менән уның әсәһе Сөйөмбикәне ҡазандар үҙҙәре үк Мәскәүгә һатып ебәреп, урынына Мәскәү ялсыһы Шәйехғәли-ханды ултыртҡан һәм ул ханлыҡты эстән емереү әмәлдәрен күрә башлаған... “Бер көндө Шәйехғәли Ҡазандың барлыҡ туптарын эштән сығарып боҙҙо, дары һандыҡтарының һәммәһен бикләп, йәшерен рәүештә Зөйә[109] ҡалаһына ебәрҙе. Бынан үҙе, үҙенең хеҙмәткәрҙәрен һәм Ҡазан ҙурҙарының бәғзеләрен алып, янындағы урыҫ ғәскәре менән, балыҡ тоторға тип ялғанлап, Ҡазандан сығып китте. Ҡазандан киткәс, янындағы Ҡазан мырҙаларын: “Һеҙ мине ханлыҡтан төшөрөргә тырыштығыҙ”, — тип оҙон итеп орошто. Зөйәгә барғас, был мырҙаларҙың барыһын да үлтертте” (Ә.В. Туған, 328-329-сы биттәр). Был ваҡыт Ҡазан халҡы исеменән илсе булып Мәскәүгә барған Каширов, Ғәлимәрҙән тигән түрәләр Яуыз Иванға күңелле тәҡдим яһай: “Әгәр кенәз хәҙрәттәре, Шәйехғәлиҙе төшөрөп, уның урынына Мәскәүҙән бер урыҫ наместнигын [110] ҡуйһа, халыҡтар бик яҡшы итәғәт итерҙәр ине. Беҙ, ҡаланан сығып, ауылдарға таралып ултырыр инек” (Ә.В. Туған, 328-се бит). Яуыз Иван быны шөйлә хуп күреп, Свияжск воеводаһы кенәз Микулинскийҙы ҡазандарға хакимдар итеп ебәрә. Тынысланған ҡазандар “наместник Микулинскийға хан һарайын әҙерләргә керештеләр. Шәйехғәлиҙең ғаиләһен Зөйәгә оҙаттылар, кенәз Микулинскийҙы саҡырҙылар. Кенәз килде. Халыҡ уны Иҙел буйына төшөп ҡаршы алды” (Ә.В. Туған, 329-сы бит). Ләкин әүәлерәк Ҡазандан ҡасып китеп Мәскәүгә хеҙмәт иткән һәм инде килеп ҡазандарҙың саҡырыуы буйынса кире ҡайтҡан Сапҡын һәм Бурнаш тигән түрәләр, көтмәгәндә: “Урыҫтар һеҙҙе тамам ҡырып, тамырығыҙҙы ҡороторға килделәр!” — тип яр һалып ҡапыл эште боҙғас, ҡазандарҙың Мәскәүгә ҡарашы ҡырҡа үҙгәрә; 1552 йылдың 24 мартында ошо хаҡта хәбәр алмыш Яуыз Иван, “христиан динлеләрҙең рәхәте өсөн Ҡазанды тапарға, христиан динен юғары күтәрергә ваҡыт етте!” тип оранлап, оло ғәскәр менән Ҡазанға һуғыш сәфәренә сыға. Ошо хәлдәрҙе ишетеп аҡылын йыя башлаған төрөк солтаны ла, ниһәйәт, ҡан ҡәрҙәштәренең яҙмышы иҫенә төшөп, урыҫ кафырға ҡаршы изге һуғышта Ҡазан ханлығы менән берләшергә саҡырып, башҡорт иленә үҙенең илсеһен юлландыра. Кенәздәр һәм мырҙалар төрөк солтанының бай бүләктәрен ихлас ҡабул ҡылһалар ҙа, оторо яуаплайҙар: “Һин, бөйөк бадиша-солтан, беҙҙе түгел, ә үҙеңде ҡайғыртаһың. Һин беҙгә батша ла түгел, етмәһә, сөнки беҙҙең ерҙә һис ни ҡормайһың, беҙҙең менән идара ҡылмайһың һәм беҙҙән алыҫта — диңгеҙ аръяғында йәшәйһең; байһың, көслөһөң, мөлкәттәрең башыңдан ашҡан — бер нәмәгә лә мохтажлығың юҡ; ә беҙ иһә фәҡирбеҙ, барлы-юҡлы торабыҙ. Әгәр кәрәк-яраҡтар менән еребеҙҙе Мәскәү батшаһы тәьмин итмәһә, бер көн дә йәшәй алмаҫ инек. Һәм шул игелеге өсөн беҙ хәйләкәр һәм алдаҡсы ҡазандарға ҡаршы уның көрәшендә уға ярҙамға килергә тейешбеҙ. Гәрсә улар [ҡазандар] менән телебеҙ ҙә, динебеҙ ҙә бер булһа ла, хаҡиҡәт яғында беҙ” (Ҡазан хикәйәте, 98-се бит)... Был оторо хитапнамәне төрөк солтанына, моғайын, Мәскәүҙең тоғро берекмәне һәм Ҙур Нуғай Урҙаһының кенәзе Исмәғил Хайрас ойошторғандыр. Был ғына ла етмәһә, Исмәғил Хайрастың Әстерхан ханы булып ултырған бер туған ағаһы Ямғырсы, “Русиәгә дуҫлыҡ күрһәтеп, ғәскәр менән ярҙам бирә; Әстерхандың ҙур кенәздәренән Ҡайбула[111] мырҙа, Мәскәүҙә Йәнғәли-хандың ҡыҙына өйләнеп, рәсми ҡайнатаһы булған кенәз Иванға һәр төрлө булышлыҡ итә ине” (Ә.В. Туған, 330-сы бит). Өмөтһөҙлөккә төшә башлаған ҡазандар ҙа ярҙам һорап нуғай урҙаларына илселек ебәреп ҡарайҙар, ләкин кенәздәр һәм мырҙалар уларҙы, бай бүләктәрен ҡабул ҡылып алһалар ҙа, буш ҡуллай ҡайтарып ебәрәләр: “Мәскәү батшаһына ҡаршы һуғышырға яугирҙәребеҙҙе һеҙгә ебәрә алмайбыҙ, — ти улар. — Һеҙгә ярҙамға күп тапҡырҙар ғәскәр ебәреп ҡараныҡ, ләкин уларҙың бөтәһе лә урыҫ ҡулынан ҡырылды, береһе лә әйләнеп ҡайта алманы; һәм беҙгә аш менән атҡан Мәскәү хакимдарына таш менән атһаҡ, Хоҙай Тәғәлә орор;...киреһенсә, һеҙҙең кеүек хәйләкәр һәм иманһыҙ бәндәләргә ҡаршы барыусыға ярҙам итергә әҙербеҙ” (Ҡазан хикәйәте, 142-143-сө биттәр). Ауыҙҙары бешеп башҡорттарҙан ҡайтып килмеш илселәрҙе Ҡазанға етәрәк урыҫ яугирҙәре тотоп, Яуыз Иванға килтергәс, уларҙың Ҡазанға ҡайһындай хәбәр илтеүҙәренән ҡыуанған кенәз илселекте иҫән-имен Ҡазанға керетеп ебәрә, һәм тегеләр баяғы шомло хәбәрҙе унда еткергәс, Яуыз Ивандың үҙҙәренә күрһәткән мәрхәмәтенән иреп, фетнә ойошторалар ҙа төн эсендә үҙҙәре яҡлы 3.000 кешене ҡатындары, бала-сағалары менән эйәртеп, Ҡазан ҡәлғәһе ярығынан Яуыз Иван ыҫтанына ҡасалар. Шомға ҡалған башҡа ҡазандар ҙа һәр төн һайын төркөм-төркөм улар юлынан тая. Әйткәндәй, төрлө йылдарҙа ҡасып китеп урыҫ усын ялаған Ҡазан түрәләре уларҙан башҡа ла күп була, Яуыз Иван ғәскәрҙәре сафында улар үҙҙәренең татар ғәскәрҙәре менән Ҡазанды алыуҙа әүҙем ҡатнаша. Әммә Башҡортостандың Тура-хан иле — Өфө-Тура һәм Себер-Тура виләйәттәре Ҡазан яғында булғанлығын шунан күрәбеҙ: урыҫ ябырылыуынан Ҡазанды һаҡлап баһадирҙарса һуғышыусыларҙың ғәскәр башлыҡтары араһында Үҫәргәндең атаҡлы Яҫауыл Яуынсы (Ябынсы) фамилияһын йөрөткән Яуынсы мырҙаның һәм Бүләр бейе Сөнсәләйҙең (шәһит китә) булыуы, шулай уҡ Ҡара-Табындың билдәле сәсәне Ҡарас фамилияһын йөрөткән Ҡарас мырҙаның һәм Мамай-Нар улдарының береһе Нарыҡов мырҙаның булыуы быны асыҡ һөйләй. “Шул ваҡыт Ҡазандың Камай исемле бер мырҙаһы, Иван янына килеп, Ҡазан эсендәге йөмлә эштәрҙән хәбәр бирҙе. Ул: “Беҙ, ике йөҙләп кеше, Русиәгә шул көйгә генә бирелергә теләнек. Улар беҙҙең һәммәбеҙҙе тотоп алдылар. Мин яңғыҙым ҡасып ҡотолдом... Ҡазандың утыҙ меңлек үҙ ғәскәре, ике мең ете йөҙлөк нуғай ғәскәре бар. Бер миҡдар ғәскәр менән Яуынсы мырҙаны ғәскәр йыйыу өсөн Арча тарафына ебәрҙеләр. Ҡазанда солох теләүсе берәү ҙә юҡ[112]”, — тип һөйләне” (Ә.В. Туған, 332-се бит).



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: