Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 39 глава




Төрөк солтанынан да, уға бойондороҡло Ҡырым ханынан да, башҡа яҡтарҙан да хәрби ярҙам килеренә өмөтөн өҙгән ҡазандар һуңғы сара итеп, урыҫтарға ҡарышыуҙы етәкләргә ҡөҙрәтле хан ебәреүҙе һорап Бәләкәй Нуғай Урҙаһына мөрәжәғәт итәләр һәм Зартуш Һары Йософ нурадин тарафынан ҡайнар теләктәшлек табалар. 1551 йыл аҙағында беҙгә билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында урыҫ иленә сығып китеп, кенәз хеҙмәтенә ялланған һәм 1552 йылда уға Яуыз Иван бүләк иткән Звенигород ҡалаһында “батша” булып йәшәп ятҡан “ата башҡорт” Тинәхмәт (Исмәғил Хайрас улы) йәки Тәтегәс-бей шәжәрәһендәге Ғали Дәрүиш (урыҫса Дервиш-Али[113])ҡатарында уның беҙгә яҡшы билдәле ейәне Ядкәр Ҡаса улы[114] ла йәш кенә көйөнсә Мәскәүгә ялланып хеҙмәт итеп йөрөгән, ләкин 1552 йылда Яуыз Ивандың Ҡазанға ябырылыуында ҡатнашыуҙан янтайып, Бәләкәй Нуғай Урҙаһына олатаһы тейешле Зартуш Һары Йософ йортона ҡайтып һыйынған икән. Заманында урыҫ ҡалаларының ҡотон осроп йөрөгән башҡорт батыры Мамай-Нар-Ҡасимдың улы һәм шундай уҡ баһадир, тәүәккәл егет Ядкәрҙе тейешенсә баһалап, Зартуш Һары Йософ уны, ҡазандарҙың үтенеп һорауын ҡәнәғәтләндереп, Ҡазан ханлығын Яуыз Ивандан аҡтыҡҡаса ҡурсаларға хан итеп тәғәйенләй һәм, толпарҙарға атланған, яҡшы ҡоралланған биш йөҙ яугирен биреп, ашығыс рәүештә оҙата. Башҡортостандағы урыҫ шпиондары был хаҡта Яуыз Иванға хәбәр итеп, яңы ханды тотоп алып юҡ итмәккә Ҡазан юлына ғәскәрҙән көслө кәртә ҡуйыла, урыҫ воеводалары затлы улъяны эләктерергә күҙ йоммайынса көтә. Ләкин, тарихсыбыҙҙың һүҙҙәре менән әйткәндә, “Ядкәр шул әҙ генә ғәскәре менән урыҫ ғәскәренең уртаһынан ярып үтеп китте. Урыҫтар бер ни ҙә итә алмай ҡалдылар... Ҡазан халыҡтары Ядкәргә тоғролоҡҡа ант иттеләр. Ядкәр Рәсәй менән иң ахырғы һулышына тиклем һуғышасағына ант итте” (Ә.В. Туған, 331-се бит). Һәм Йеҙекәй нәҫеленән булған был башҡорт батыры, аҙаҡҡаса антына тоғро ҡалып, Яуыз Ивандың ун биш тапҡырға артығыраҡ ғәскәренә ҡаршы ҡазандарҙың ҡаһармандарса һуғышын етәкләне. Төрки халыҡтарының был ҡитғалағы һуңғы ханлығын һәләкәттән һаҡлап алып ҡалыу өсөн йән аямай һуғышыусыларҙың фиҙакәрлегенең миҫалы итеп тарихсыбыҙҙың китабынан башҡорт яугирҙәренә ҡағылышлы тағы ла бер өҙөктө килтерәйек: “29 августа Яуынсы мырҙа үҙенең бер аҙ ғәскәре менән кенәз Халиҡов (татар) командаһындағы ҙур фирҡәғә һөжүм итте. Икенсе фирҡәләр килеп етеп, урыҫтар күбәйгәс, Яуынсы урман эсенә кереп китте. Бынан һуңғы көндәрҙә лә Яуынсы мырҙа шундай һөжүмдәрен дауам итте. Ҡазан эсендәге халыҡтар, манара башынан уға ымлап, һөжүм өсөн һәр бер уңайлы урынды күрһәтеп торалар ине. Шуға күрә лә Яуынсы урыҫ ғәскәре өсөн бик ҡурҡыныслы бер бәлә булды. Ахырҙа Иван, ғәскәрен икегә бүлеп, бер өлөшөн — Ҡазанға, икенсе өлөшөн Яуынсыға ҡаршы ҡуйҙы. Һуңғыһының да, яртыһын йәшереп, яртыһын ғына Яуынсыға ҡаршы ебәрҙе. Яуынсы алдына ҡаршы килгән ғәскәргә һөжүм итте, урыҫтар еңелеп ҡастылар. Яуынсы уларҙы хатта йөктәр араһына тиклем ҡыуып килде. Шул ваҡыт әлеге йәшеренгән ғәскәр уларҙың арттарында ҡалғайны, Яуынсыны уратып алдылар. Ике арала бик ҡаты һуғыш булды. Яуынсы ғәскәренән бик аҙы ғына ҡотолдо, бер миҡдары әсир төштө. Кенәз Иван быларҙы ҡала халҡының күҙе алдында бағаналарға бәйләп ҡуйҙырҙы ла уларға, ҡала халҡына ҡарап: “ҡаланы бирегеҙ!!!” — тип ялынып ҡысҡырырға ҡушты. Ҡазан халҡы, кафыр ҡулында шул ҡәҙәре яфа күргәнсе, үҙ ҡулыбыҙҙан үлегеҙ тип, был әсирҙәргә мылтыҡтарҙан аттылар. Иван Ҡазандарҙың был тиклем намыҫлы, урыҫтарға был тиклем дошман булыуҙарына хайран ҡалды” (Ә.В. Туған, 333-334-се биттәр)... Ике яҡтың да иҫәпләүҙәре буйынса, Ҡазан өсөн барған аяуһыҙ һуғышта Ҡазан яғынан — 190.000 һәм Мәскәү яғынан 15.355 яугир шәһит китә (Ҡазан хикәйәте, 182-се бит). 1552 йылдың 2 оҡтябрендә, ниһәйәт, Ҡазанды урыҫтар ала. Танырға теләйбеҙме, теләмәйбеҙме, ҡитғабыҙҙың бөтә төрки донъяһы өсөн фажиғәле көн булып ҡаласаҡ был...

Ниһәйәт, “басурман”дарҙың һуңғы бастионын алғас, шатлығы эсенә һыймаған Яуыз Иван тантаналы рәүештә Мәскәүгә ҡайта. Ҡала биҫтәләренә етер-етмәҫтән үк, ҡаланың бөтә сиркәү дөңгөрҙәре дөңгөрҙәп, тәре күтәрмеш урыҫтар урам ҡырыйҙарына ҡоймаланып тороп ҡаршылай. Бөйөк еңеүенең ләззәтен халҡына тулыһынса татытыр өсөн, Яуыз Иван, урамдар буйлатып, һуғышта әсир төшкән меҫкен Ҡазан ханын һәм уның ярандарын илле меңлек меҫкен ғәскәре менән ҡуша үҙенең алдынан ебәрә (шунан күрә яңы заман яуызы Сталин да, Сталинградты алғас, немец әсирҙәре колоннаһын Мәскәү урамдары буйлатып үткәртә бит!). Был “басурман” йәндәрҙе аҙаҡ йә көсләп суҡындырып, һуғыштарҙа урыҫ ғәскәрҙәренең алдынан юл ярып барыусы “пушка ите” яһайҙар, йә ҡырып бөтөрәләр. Ҡазандың һуңғы шанлы ханы Ядкәр ҙә, христиан диненә күсеп, Яуыз Иванға хеҙмәт итеүсе “царь Симеон Касаевич Казанский” булып китә. Яуыз Иван Ҡазанды алған иң атаҡлы воеводаларын, мәҫәлән, И. Пронскийҙы, П. Щентяевты, Д. Немой-Оболенскийҙы язалатып үлтерткән, М.И. Воротынскийҙы һөргөнгә ебәргән, А. Курбскийҙы сит илгә ҡасырға мәжбүр ҡылған кеүек үк (Ҡазан тарихы, 187-се бит), Сталин да граждандар һуғышында еңеп сыҡҡан маршалдарын һәм командирҙарын бер ыңғай юҡ иттертә, йәки Колымала баштарын серетә...

 

 

 

Ҡазан ханлығы ауғандан һуң рәсми килешеү аша урыҫ дәүләтенә конфедерация берәмеге рәүешендәрәк ҡушылып, ҡәҙимге “сикләнгән үҙ аллылығын” һаҡлай биргән Башҡортостанға тәүге осорҙа үҙ ғәскәрҙәрен туп-тура керетергә баҙмайыраҡ тора урыҫ хөкүмәте. Яуыз Ивандың тарихсылары, моғайын, татар-монголдар яулауына ла бирешмәгән Башҡортостан тарихын яҡшы белгәндер һәм шуларҙан һабаҡ алғандыр. Һәр хәлдә, Мәскәү башҡорт боғаҙына һалынған ебәк боғалаҡты өҙә тартырға ашыҡмай, сөнки урыҫҡа ҡушылыр-ҡушылмаҫтан уҡ дөрләп ҡабынған башҡорт ихтилалдары ла быға ныҡ ҡамасаулай; шуға күрә колонизациялау аҡрын алып барыла һәм ҡан ҡойошло ике быуатҡа һуҙыла. Ҡазан ханлығы ауғандан һуң Иҙел буйында өҫтөнлөк алған һәм тәхетендә Йеҙекәй тоҡомло башҡорт ханы Ямғырсы ултырған Әстерхан да ҡомһоҙ урыҫ ҡулына артабан Иҙел аша һуҙылырға ҡамасаулай, сөнки Ямғырсы-хан Ҡазанды алыуҙа Яуыз Иванға ғәскәре менән яҡшы ярҙам итһә лә, аҙаҡ иҫенә килеп, буғай, күберәген Төркиә һәм Ҡырым яғына ҡарай, төрөк солтанының урыҫ иленә һөжүмдәренән урыҫ илен күкрәге менән ҡапларға һис йыйынмай. Ошоноң арҡаһында сикһеҙ ҡәнәғәтһеҙләнгән Мәскәү хөкүмәте яһил ғәскәрҙәрен Иҙел тамағынаса йөрөтә башлай, унда “нуғай мырҙа[115] ҡулы аҫтында күп заман хеҙмәт иткәнлектән нуғай таифәһе тип аталып китмеш” (Башкирские шежере, 94-се бит) Үҫәргән-Ҡыпсаҡ ҡәбиләһенә ауыр зыян килтерә. Ямғырсы-хандың бер туған ҡустыһы Ҡушҡар-бей, урыҫ афәтенән арыныр өсөн, “60 сатыр кеше эйәртеп, Иҙелде арҡылы сығып, Яйыҡҡа ҡойған Һаҡмар тамағына килеп урынлашмыш” (94-се бит) — заманында Йеҙекәй бабалары ҡорған һәм һуңынан Ырымбур ҡалаһының эсендә ҡалған Аҡтүбә ҡалаһына... Ә Әстерхандағы Ямғырсы-хандың урыҫ менән араһы уғата ҡырҡыулашып, 1554 йылда урыҫ ғәскәрҙәре Әстерханды килеп баҫа һәм, Ямғырсыны тәхетенән ҡолатып, урынына уның 1551 йылдан биреле урыҫ илендә Яуыз Иванға бирелеп хеҙмәт итеүсе ике туған ҡустыһын — Тинәхмәтте (Дәрүиш Ғалиҙы) хан итеп килтереп ултырталар (БСЭ, т. 2, 339-сы бит) һәм үҙ аллы Әстерхан ханлығын Яуыз Ивандың бойондороҡлоһона әйләндерәләр. Ләкин башҡорт Тинәхмәт (Дәрүиш Ғали) үҙенең Мәскәү хеҙмәтсеһе икәнлеген онотоп, башҡорт мәнфәғәттәрен яҡлап, Мәскәүгә баш бирмәй башлай. 1556 йылда бик ҙур урыҫ ғәскәре ҡабат килеп, Әстерхан ханлығын бөтөрөп, Рәсәйҙең бер гөбөрнаһына әйләндерә. Ә ике йыл элек кенә тәхетенән ҡолатылған Ямғырсы-хан шул йылында уҡ Башҡортостанға баяғы Һаҡмар тамағындағы Аҡтүбә ҡалаһына ҡайта. Шунан һуң, тип әйтелә шәжәрәлә (94-се бит), “Ҡушҡар-бей балалары Ҡыпсаҡ йорто аталып, Ямғырсы-бей балалары... Нуғай-Ҡыпсаҡ аталдылар. Беҙҙең Һаҡмарҙың Яйыҡҡа ҡушылған һәм шул йылғаларға ҡойған ыуаҡ-ыуаҡ йылғалар буйына ҡыпсаҡ халҡы аталған халыҡлар... Ҡушҡар-бейҙән таралмышларҙыр. Ҡушҡар-бейҙең... бер улы Бөрйән аталып, шул сәбәпле беҙҙең ырыу Бөрйән-Ҡыпсаҡ аталмыш”...

Ҡазан ханлығын тамам ҡыйратҡандан һуң Яуыз Иван, Көнсығышҡа бәйле ике ҡулы тиң бушанып, арҡаһын ныҡҡа терәп, урыҫ империяһын элекке Алтын Урҙа сиктәрендә артабан үҫтереүҙе тотҡарлаусы Көнбайыш дошманы Литваға һуғыш аса, был саҡта инде Мәскәү ялсыларына әйләнгән байтаҡ башҡорт кенәздәре, мырҙалары һәм “батша”лары ла был һуғышта “пушка ите” рәүешендәге үҙ ғәскәрҙәре менән әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, 1562 йылда урыҫ ғәскәрҙәренең Смоленскиҙан Литва ерҙәренә һөжүмендә алғасҡы полкты — Ҡырым солтаны Туҡтамыш, ә һағауыл полкын — Себер-Тура ханы Бикбулат-Бурнаҡ етәкләп бара. Шул уҡ йылда Полоцк ҡалаһы янындағы һуғышта “царь Симеон Касаевич Казанский” (Ядкәр-хан) — “уң ҡул ғәскәрҙәре”нең, ә баяғы Бикбулат-Бурнаҡ — алғасҡы полктың, ә уның яҡын туғандарының береһе Ҡайбула — “һул ҡул ғәскәрҙәре”нең, ә заманында башҡорт Тинәхмәт (Ғали Дәрүиш) Себерҙән Иртыш аръяғына олаҡтырған элекке Төмән ханы Ибәк (Ибраһим) — һағауыл полкының башлығы була (Ҡазан тарихы, 188-се бит), ә ябай башҡорт яугирҙәренең иҫәбен алыусы ла юҡ. 1563 йылғы Полоцк ҡалаһын алыуҙа урыҫ ғәскәрҙәре сафында Бикбулат-Бурнаҡ та, уның Себерҙән олаҡтырылмыш дошманы Ибәк (Ибраһим) да ҡатнашмай — илдәрендә ниндәйҙер мөһим ваҡиғалар ҡубынып, ҡайтып киткәндәр, күрәһең. Был ысынлап та шулай: төп ғәскәре урыҫ батшаһының Көнбайыш һуғышында тороп ҡалған Себер-Тура ханлығына Ҡаҙаҡ Урҙаһының Күсем ханы (Ибәк-Ибраһимдың ейәне) ҙур ғәскәр менән ябырылып, баш ҡаланы баҫып ала, башҡорт Бикбулат-Бурнаҡ-хандың башына етеп, тәхетенә үҙе менеп ултыра (Бикбулат-Бурнаҡтың улы Сәйед-Әхмәт [Сәйдәк] Бохараға ҡаса); шул рәүешле Сыңғыҙ-хан тоҡомо шәйбәниҙәр ҡулына күскән һәм Иртыштан алып көнбайышҡа Өфө-Тура ҡалаһынаса йәйрәп ятҡан был аҫаба башҡорт ханлығы артабан урыҫ ауыҙынан “Себер батшалығы” тип аталып китә лә “Себер батшаһы” Күсемдең һәм уның нәҫелдәренең шул батшалыҡты үҙ ҡулдарында һаҡлап ҡалдырыу, ә артабаныраҡ тергеҙеү өсөн урыҫ дәүләтенә ҡаршы нәҡ 1740 йылғаса һуҙылған һәм шул Күсем нәҫеле Байбулат-Ҡараһаҡал (Солтан-Гәрәй) етәкселегендәге ҡанҡойошло башҡорт ихтилалы менән тамамланған оҙайлы тартышы башлана...

Башҡортостандың көньяҡ һәм көнбайыш кенәзлектәре был осорҙа тарихыбыҙға исеме яҡшы яҙылып ҡалған ХАҡназар-ханға бойондороҡло була, шуға күрә уның нәҫел-нәсәбен аныҡлайыҡ:

 

1. Сыңғыҙ-хан. — 2. Яусы. — 3. Урҙа — 4. Ҡорбаҡай. — 5. Таҡта — 6. Тоғрул. — 7. Үзбәк. — 8. Жанибәк. — 9. Сәйед-Әхмәт (Сәйдәк). — 10. Ҡасим. — 11. (Х)Аҡназар (1564-65 йылдарҙа вафат). — 12. Ҡасим...

 

Башҡорт риүәйәттәрендә әйтелгәнсә, (Х)Аҡназар-хан зерә ҡөҙрәтле булып, Башҡортостандан тыш “Ҡазан, Себер, Әстерхан батшалыҡтары, Бохара, Хива, Ташкент һәм башҡа илдәр менән” теге йәки был сүрәттә идара ҡылған (Ә.Н. Усманов, 61-се бит). Тырнаҡ эсенә алынмыш һуңғы мәғлүмәтте килтермеш тарихсыбыҙ уны “шапыртып әйтеү” (фәстереү) тип һанаһа ла, ғәмәлдә ул, (Х)Аҡназар, Ҡазан ханлығын урыҫ ҡолатҡанға тиклемге бер осорҙа тап ана шундай киң хакимиәтле хан булған, быға баяғы Ҡазан һәм Себер ханлыҡтарын ҡаҡшатыусы тарихи шарттар сәбәпселек иткәндер. Юҡҡамы ни (Х)Аҡназарҙың замандашы фарсы Мөхәммәд Ғаффари ҙа уны, “хәҙер ул — [бөтә] Дәшт-и-ҡыпсаҡтың хакимдары”, тип һанай (Тизенгаузен, 212-се бит)... (Х)Аҡназар-хандың тәхете бик боронданғы баш ҡалабыҙ Өфөлә урынлашып (Ә.Н. Усманов, 60-сы бит), уның ҡулы аҫтындағы башҡорт-нуғайҙар был шәхесте үҙҙәренсә, исеменең баштағы “х”-һын юйылтып, Аҡназар-хан тип әйткәнлектән, тарихсыларыбыҙ бер үк хандың исеменең ошолай ике төрлө (ХАҡназар һәм Аҡназар) әйтелешен абайлап еткермәйенсә, айырым-айырым ике хан итеп бутай, өҫтәүенә, уны “нуғай хандары” (йәғни үҫәргәнле башҡорт Йеҙекәй) нәҫеленән, тип раҫлай, ә бының һис тә улай түгел икәнлеген әле генә уның нәҫел-нәсәб шәжәрәһенән күрҙек.

Үҙ заманында Башҡортостан үҙәгендә “Өфө-Тура-хан” булып бойороп ултырмыш ХАҡназарҙың ҡайһылыр бер осорҙа ҡаҙаҡ далаларына сигенеп, 1564-65 йылдарҙа (Исмәғил Хайрас үлгәндән һуң) Башҡортостан менән күпмелер дәрәжәлә ҡабат идара ҡылғанлығы, “халыҡты ныҡ иҙгәнлеге” билдәле. “Башҡорт шәжәрәләрендә, риүәйәттәрендә Аҡназарҙың ҡаты күңеллелегенә баҫым яһала. Нуғай юлы старшинаһы Ҡыҙрас Муллаҡаевтың хикәйәтендә Аҡназарҙың башҡорттарға мөнәсәбәтен күҙҙә тотоп, шулай тиелә: “Хан уларҙы төрлөсә ыҙалаған, хәлһеҙләндергән, хатта өс йортҡа бер генә ҡаҙан аҫырға рөхсәт иткән, мал-тыуарҙы ла, балаларҙы ла үҙенә алған, ерҙәргә хужа булған, хатта Ағиҙел аръяғына сығырға рөхсәт итмәгән, кем дә кем һунарға йөрөһә, берәр һуҫар яҫаҡ түләткән” (Ә.Н. Усманов, 61-се бит). Ләкин был Рәсәй империяһы сәйәсәтендә тәрбиәләнгән һәм уның рәсми “тарих”ынан белем алған хөрмәтле тарихсыларыбыҙҙың: “Башҡортостан урыҫ дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылғандан һуң ғына башҡорт халҡы нуғай иҙеүенән, Ҡазан һәм Себер ханлыҡтары иҙеүенән ҡотолдо”, тигән ярамһаҡ вәғәздәрен нигеҙләргә көсәнеү генә булып тора.

Билдәле булыуынса, 1557 йылда Башҡортостан “үҙ ирке менән” урыҫ дәүләтенә ҡушылғандан һуң Сыңғыҙ-хан нәҫелдәренең Башҡортостандағы хакимиәт шәжәрәһе ХАҡназар-хандың улдарының береһе Әхмәт-Гәрәй-хан быуынында өҙөлә; уларҙан арынған һәм донъя йөҙөндәге иң боронғо ҡалаларҙың береһе булған баш ҡалабыҙ Өфөлә 1574 йылда колонизатор урыҫтарҙың Башҡортостанды, Себерҙе һәм Урта Азияны тамам яулап алыу өсөн таяныс нөктә рәүешендәге хәрби ҡәлғәһе суҡайтыла һәм ул ҡәлғә үҙебеҙҙең сал-боронғо баш ҡалабыҙ Өфөнөң изге исеме менән үк аталып китә; үҙ тарихын белмәгән беҙ бахырҙар (маңҡорттар), шул шомло урыҫ хәрби ҡәлғәһе суҡайтылмыш 1574 йылды “Өфө ҡалаһын нигеҙләү йылы” итеп шанлы юбилей байрамдары яһайбыҙ. Эш былайға китһә, Урал тауын урыҫтар өйгән, тип тә байрамларбыҙ әле... Ләкин “үҙ ирке менән урыҫ дәүләтенә ҡушылған” башҡорттарҙы иҙеүҙә был империя вәкилдәре үҙҙәренең беҙгә ҡылған яуызлыҡтарын Сыңғыҙ-хан нәҫелле баяғы яуыз ХАҡназар-хандан да күп тапҡырға арттырып ебәрәләр: 1704 йылда Өфөгә килмеш батша яҫаҡсылары А. Жихарев менән М. Дохов башҡорттарға, өҫтәмә рәүештә, 72 төрлө яңы яҫаҡ һала, шул иҫәптән ҡара күҙле, күк күҙле булған өсөн дә айырым яҫаҡтар ҡарала; мәсеттәрҙе христиан сиркәүҙәре рәүешендә төҙөргә тип, һәм өйләнешкәндәрҙе никахлағанда мосолман мулла эргәһендә урыҫ побы ла һерәйеп торорға тейеш, тип талап ителә (История Уфы. Уфа, 1976, 54-се бит). Ә иҫәпһеҙ башҡорт ихтилалдарын ҡанға батырып баҫтырған һайын тиҫтәләрсә меңәрләп-меңәрләп үлтерелгән һәм урыҫ гөбөрнәләренә, урыҫ хәрби флотына, Көнсығышты яулау полктарына ғүмерлек ҡол итеп ебәрелгән башҡорт ир-аттарын, бала-сағаларын һанай китһәң, сәстәрең үрә торорлоҡ...

Өҫтәрәк әйтелгәнсә, баяғылай, үҙ иркебеҙ менән урыҫ дәүләтенә ҡушылғандан һуң да тәүге осорҙа, хатта ХVII быуат урталарынаса, Башҡортостандың “туҙға яҙылмаған” конфедератив хоҡуҡтары” һаҡлана бирә, унда кенәздәр һәм бейҙәр, килешелгән күләмдә Рәсәйгә яҫаҡ түләһәләр ҙә һәм Рәсәйҙең сит илдәр менән төрлө һуғыштарында Рәсәй яҡлы булып ҡатнашһалар ҙа, илдең эске тормошо менән үҙ аллы идара итәләр. Шул уҡ ваҡытта ҡаҙаҡ далаһы яғынан Сыңғыҙ-хан нәҫелдәре хандарының әленән-әле ябырылыуҙарынан (бында Рәсәй хөкүмәтенең хөсөтө лә ҙур була) йонсоп һәм башҡорт халҡының бер өлөшө нуғай урҙалары рәүешендә Ҡубан яғына күсеп киткәндән һуң ғәскәре ныҡ кәмеүҙән ауырлыҡ кисереп, көслө ғәскәрле урыҫ дәүләтенең ҡанаты аҫтына кереү теләгенә йылдар үткән һайын нығыраҡ тартылалар (хәйләкәр урыҫ батшалары ла был йүнәлештә халыҡ-ара аҫтыртын сәйәсәт үткәрә).



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: