Көсөктөң (Дәүләт-Гәрәй-хандың) вафатынан һуң 20 йыл үткәс, тип әйтелә баяғы тәфтишнамәлә, тимәк, 1697 йылда, Ибраһим-солтан ҡараҡалпаҡтағы ултырырға тәхет таба алмай тилмереп йөрөгән ике туған олатаһы Ибәксеүәк Көсөковты (буласаҡ ялған Солтан-Моратты) үҙенең эргәһенә жуңғар йортона саҡыртып ала; был ваҡытта Галдан-тайши үлгән, урынына Чаган-Раптан-тайши ултырған була. Шунда өс йыл йәшәгәс, тимәк, 1700 йылда, шул жуңғар урҙаһына, өс иптәшен эйәртеп, Башҡортостандан Бесем Хәйбуллин тигән сая сауҙагәр килә: жуңғар ханының йәшерен темеҫкене һәм вәкиле рәүешендә башҡорттар менән даими хәл белешеп торған Ибраһим-солтандың ҡотҡоһонда башҡорттарға “хан” эҙләргәлер, моғайын. Бесем Хәйбуллин Ибәксеүәккә “уның атаһының[122] милке булған Өфө ҡалаһы янында йәшәүен”, урыҫ хөкүмәтенең башҡорттарҙы ҡаты иҙеүен һәм шуға һис сыҙар әмәл ҡалмауын, ә башҡорттарҙың үҙҙәре һайлап ҡуйған хакимы юҡлығын һөйләп, уға, Ибәксеүәккә, “башҡорттарҙың бойороусы солтаны булырға кәрәк ине һиңә”, тигән тәҡдим еткерә. Ибәксеүәк тәҡдимде ҡабул ҡылып, башҡорттарға эйәреп китә, ләкин баштан уҡ, нәҡ ысын шпиондарса, бик аҫтыртын һәм хәйләкәр эш ҡыла (уны алып китеүсе Бесем Хәйбуллин да жуңғар ханының шпионы булыуы бик ихтимал): ошоға тиклем Башҡортостанда Күсем-хан нәҫелле солтандарҙың баҙары бик түбән булыуын (үҙенең улдарынан Көсөктө башҡорттар үлтерә, Ҡансөйәрҙе һәм Сөнсәләйҙе[123] урыҫтарға тотоп бирә) яҡшы хәтерләп, тәүге мәлдә солтанлығын йәшерә лә үҙен “Абдрахман исемле башҡорт” итеп таныта (Материалы, 491-се бит). “Яйыҡ буйында элек үҙенең атаһының ҡулы аҫтында булмыш башҡорттарҙа өс ай” йәшеренеп йәшәгәс һәм, моғайын, башҡорт телендә һупалауын яҡшы ғына шымартҡас, Себер юлы һәм Нуғай юлы башҡорттары араһында бер нисә йыл буйына үҙенең “Өфө яҡ башҡорто Абдрахман”лығын нығыта[124], фәҡәт шунан һуң ғына хаҡ солтанлығын таныта башлай. Ә был ваҡытта башҡорттарҙың урыҫҡа ҡаршы баш күтәреү, йәки солтан, хан һайлау ҡайғыһы юҡ: урыҫ золомона түҙә алмайынса, “Ҡырым ханының ҡулы аҫтына күсеп китеү” тураһында һүҙ бара һәм был яңы хасил булмыш солтанды ла үҙҙәре менән бергә шунда китергә димләйҙәр. Ләкин халыҡтың күпселеге йортон-ерен ташлап Ҡырымға олағыуҙан баш тартҡас, китеү яҡлыларҙан 2.000 кеше, имеш, Яйыҡ казагы Толомбәттән алынмыш саҡырыу буйынса, ҡалмыҡ урҙаһына барымтаға тип ҡуҙғала, “Абдрахман”-солтанды ла үҙҙәре менән ала. Был ваҡиғаның ғәмәлдә нисәнсе йылда булыуын асыҡлар өсөн, ҡайһы бер доҡументтарға таянайыҡ.
|
|
Әстерхан воеводаһы П.М. Апраксин 1708 йылдың 20 мартында Петр I императорға белдермәһендә: “Үҙен солтан тип атамыш Өфө башҡорто башҡорт хыянаты буйынса Истамбулда һәм Ҡырымда булып һәм былтырғы 1707 йылда Ҡубанға — Терек ҡәлғәһе янында йәшәгән тау халыҡтарына килеп,... үҙен туп-тура башҡорт солтаны тип һәм ләғнәт төшкөрө мосолман ҡанунының изгеһе итеп атап, улар өҫтөнән хакимлыҡҡа иреште” (Материалы, 232-се бит). Тимәк, был “туп-тура башҡорт солтаны” (һуңынан изге хажи-солтан йәки Солтан-Морат) Төньяҡ Ҡафҡаздағы урыҫ ҡәлғәһе Теректе, тарихсыларҙың күбеһе йыйынтыҡтағы 104-се номерлы доҡументтың яҙылыу датаһына таянып юрағанса, 1708 йылда түгел (бының ялған дата икәнлеген һуңғараҡ күрһәтербеҙ), ә бер йылға алдараҡ — “былтырғы1707 йылда” ҡамаған һәм буласаҡ “Солтан-Морат” та тап шул йылдың (ә 1708 йылдың түгел!) 28 февралендә урыҫтар тарафынан әсир алынған. Ошоно уҡ шул уҡ П.М. Апраксиндың 1709 йылдың 22 февралендә яҙған белдермәһе лә дөрөҫләй: башҡорттар, ти ул, “миңә тиклем өс йыл элгәре үк һәм хәҙер ҙә үҙҙәренең шул золмәтле ныҡышмалылығында торалар, хәҙер ҙә уларҙың атаҡлы ҡарағының (Алдар батырҙың! — Й.С.) саҡырыуы буйынса ҡараҡалпаҡтан үҙен солтан (“хан улы”) тип танытмыш бер ҡараҡ килгән” (Материалы, 252-се бит). Тимәк, 1709 минус 3 була 1706 йыл — “башҡорт солтаны” Ибәксеүәк ысынлап та Төркиәлә һәм Ҡырымда йөрөгән ваҡыт... Шулай итеп, 2.000 башҡорт баяғы “башҡорт солтаны” менән бергә Яйыҡ казактарына табан 1706 йылдың яҙ башында юлланған икән.
|
Яйыҡ ҡалаһына етергә алты көнлөк юл ҡалғас, уларҙы Өфө урыҫтарының һәм татарҙарының 800 кешелек әтрәты ҡыуып етә һәм, “башҡорттарҙың урыҫтарға ҡаршы түгел, ә Яйыҡ казактары менән берлектә ҡалмыҡтарға барымта яһарға китеп барыуын ишеткәс, кире борола”, бына ғәжәп!.. Башҡорттарҙы кем (Ибәксеүәк) етәкләүен белеү менән үк, тынысланып, һис зыян килтермәйенсә, тороп ҡалыуҙарына ҡарағанда, Өфө әтрәте үҙҙәренең шпионы булған солтандың именлеге өсөн генә артынан оҙатып килгәнгә оҡшай. Урыҫ берекмәне булған ҡалмыҡтарға Яйыҡ казактарының барымта яһауҙан баш тартыуы, ә ҡалмыҡтар, башҡорттарҙың күпселеге кире боролоп ҡайтып киткәндән һуң, Ҡырым ханына хат илтергә тип ҡалдырылған 50 генә яугирҙең артынан Царицын һәм Ҡараяр араһындағы кисеүгәсә бер тотам ҡалмай эйәрә килеп тә, уларға зыян тейҙермәүҙәре (солтанды һаҡлағандарҙыр!), һайлап алынмыш 8 башҡорт менән солтаныбыҙ иҫән-имен Иҙелде кискәс кенә, ҡалған 42 башҡортто күҙ асып йомғансы ҡырып ташлауҙары, ә баяғы 8 башҡортло солтаныбыҙ урыҫтарҙың ҙур гарнизондары торған һәм кисеүҙе күҙ ҡараһындай аңдыған Царицын һәм Ҡараяр (хәҙерге Каменный яр янында) ҡәлғәләрен уҙғанда, шулай уҡ Ҡафҡаз юлын дүрт күҙ менән күҙәткән ҙур ғәскәрле һәм хәтәр Әстерхан янынан уҙғанда ла бер урыҫ һалдатының да осрамауы, һис кемдең арҡыры тормауы баяғы шикте ныҡ арттыра. Сөнки был юлдарҙы урыҫ хөкүмәте башҡорттарҙан ныҡ ябып тотҡанлыҡтан, 1662-1664 йылдарҙағы башҡорт ихтилалын етәкләүсе Ишмөхәммәт Дәүләтбаевтың (“Ишмөхәммәт аға”ның) 1704 йылда төрөк солтанына юлландырған илсеһе Сәйет Мөхәммәтҡол (“пеһливан ҡол”) Истамбулға урау Урта Азиянан Бағдад аша барырға ла ҡайтырға мәжбүр булған бит (Очерки, 110-сы бит, Ә.В. Туған, 74, 82-се биттәр). Ибәксеүәктең был илселек сәфәре аша, моғайын, ул саҡта шведтар менән ауыр һуғыш алып барған һәм арт һабағының именлеген ҡайғыртҡан урыҫ хөкүмәте үҙенең солохташы Ғоҫман империяһының (Төркиәнең) һәм уның бойондороҡлоһо Ҡырымдың шул солох шарттарын һаҡлау-һаҡламауҙарын, Рәсәй империяһының арт һабағын уҡытырға йыйыныу-йыйынмауҙарын да һәрмәштереп белергә тырышҡандыр (төрөк солтаны ошоно шәйләп, буғай, Ибәксеүәккә һис яҡты йөҙ күрһәтмәй)...
Ҡубандағы Үбә-аға һәм Амаһу-Бату тигән ил ағалары алыҫ юлдан килеп еткән Ибәксеүәкте башҡорт солтаны рәүешендә ҡабул ҡылып, Ҡырымға тиклем оҙатып ҡуйырға ышаныслы ике кешеһен эйәртеп ебәрә. Ләкин Ҡырым ханы, башҡорттарҙан солтан тапшырған хатты уҡып ҡарап, үҙенең төрөк солтанына бойондороҡло булыуын, ә Төркиә менән Рәсәй араһында солохҡа ҡул ҡуйылыуын, шуға күрә мәсьәләне үҙ аллы хәл ҡылырға хаҡы юҡлығын белдерә лә, үҙенән дә хат өҫтәп, оҙатыусылар биреп, һигеҙ көн тигәндә илселекте Төркиәгә юлландыра.
Төрөк солтаны, беҙгә аңлайышһыҙ тотҡарлыҡтарҙан һуң, илсене ҡабул ҡылһа ла, баяғы сәбәптән урыҫҡа ҡаршы ярҙам итә алмауын әйтеп, Ҡырым ханына тапшырырға хат бирә: башҡорттарҙың, әгәр ҙә теләһәләр, Ҡырым ханлығына күсеп килеүселәрен ҡабул ҡылырға. Истамбулда шулай ай ярым самаһы ятҡас, солтан ҡаҙнаһынан аҡса, бүләктәр алып, Ҡырымға әйләнеп ҡайталар, ләкин Ҡырым ханы төрөк солтанының игелекле кәңәшен үтәргә һис йыйынмай. Ике ай бушҡа өмөтләндертеп көттөрткәс, алыҫтағы боласыл башҡорттарҙы үҙ ҡанаты аҫтына алырға теләмәй, ә шулай ҙа илселекте, ылау һәм оҙатыусылар биреп, килгән юлдарынан Ҡубанға атҡара.
“Башҡорт солтаны” Ҡубандағы нуғай мырҙалары (борон заман Башҡортостандан күсеп киткән башҡорттар — Йеҙекәй батыр нәҫелдәре!) менән һүҙ беркетә: әгәр ҙә ки ошо көндәрҙә Башҡортостанда урыҫтарға ҡаршы яу башланһа, бергәләшеп (бөтәһе 104 кеше) башҡорттарға ярҙамға барырға; әгәр яу башланмаһа, Иҙел буйы ҡалмыҡтарына барымта яһап, Ҡубандыҡылар — Ҡубанға кире ҡайтырға, ә “башҡорт солтаны” ҡабат үҙенең яғына — ҡараҡалпаҡҡа (доҡументта шулай) тайырға тейеш... Әстерхандан Иҙел үренә воевода Шереметьев ғәскәре килеүен ишетеп, кире боролалар: “башҡорт солтаны”, Иҙел буйы һил булғансы ҡышларға тип, Ҡабардыға йүнәлә; унда дүрт көн торғас, Ҡубандан уны эҙәрлекләп “Ҡалға-солтан яуы” килеүен ишетеп, Чечняға тая, ундағы әмир Амза-бейгә һәм ярандарына үҙенең хан улы икәнлеген танытып, шунда өс ай ҡышлай. Урыҫтарҙың Терек ҡәлғәһенә балыҡ һатырға барып ҡайтып килмеш нуғайҙарҙан Терек ҡәлғәһенең бөлөңкө хәлен, ғәскәренең аҙ һәм әргендек булыуын ишетеп, “улар йәғни бей һәм мырҙалар, шулай уҡ Морат та[125], бөтә чечендәр, мичкистәр, аҡсайҙар, таулылар, Әндрәй ауылы ҡумыҡтары һәм Йәштерәктең күскенсе нуғайҙары һәм йылға аръяғы мырҙаһы Солтан-Морат һәм башҡа мырҙалар менән бергә, бөтәһе 1600 кеше, Теректе алырға китәләр”...
Бындағы һуңғы ике исемгә ныҡ иғтибар итәйек — икеһе лә заманында Уралдан Ҡубанға күсеп китмеш аҫаба башҡорт тоҡомдары — Йеҙекәй батыр нәҫелдәре, шул уҡ ваҡытта, минеңсә, бөйөгөбөҙ Әхмәтзәки Вәләди Туғандың ғәзиз бабалары бит улар, бына ҡыҫҡаса шәжәрәләре:
1. Исмәғил Хайрас. — 2. Тинәхмәт (Тәтегәс-бей шәжәрәһендәге Ғали Дәрүиш йәки урыҫ тарихындағы Әстерхан ханы Дервиш-Али). — 3. Йәштерәк. — 4. Ҡараҡасай. — 5. Уның улдары: а) Туған (Ә.В. Туғандың бабаһы булһа кәрәк, Башҡортостанда ҡалған) һәм б) Солтан-Морат —
элекке Әстерхан ханы Тинәхмәттең (Ғали Дәрүиштең) бүләһе — ысынлап та “туп-тура башҡорт солтаны” (башҡорт ханының нәҫеле) был, ә һуңыраҡ үҙен шулай тип атаясаҡ Күсем-хан нәҫеле Ибәксеүәк -- ялған Солтан-Морат та ошо бер үк шәжәрәнең ботағы. Әйткәндәй, башҡорттоң атаҡлы фольклорсы ғалимы Әбүбәкер Диваевтың бабаһы булыуы ихтимал Дивай һәм уның бер туғаны Батыр-Гәрәй ҙә буталып йөрөйҙәр шунда, Терек ҡәлғәһен ҡамаусылар араһында... Шулай итеп, ялған Солтан-Мораттың кем (Ибәксеүәк) икәнен асыҡланыҡ. Ә ысын Солтан-Морат иһә ысынлап та тап шул 1707 йыл Төньяҡ Ҡафҡаз халыҡтарының урыҫ илбаҫарҙарына ҡаршы ҡораллы көрәшенең башында торған һәм, әлбиттә, урыҫ ҡәлғәһе Теректе алыу өсөн һуғышты ла, баяғы уның шәжәрәләше Ибәксеүәк (ялған Солтан-Морат) түгел, ә ул етәкләгән, Ибәксеүәк иһә шуның ҡатнашсыһы ғына булған. Ә.В. Туған яҙыуынса, “Ошо һуғышта Дон казагы Булавин кешеләре лә Морат (башҡорт ысын Солтан-Морат. — Й.С.) менән бергә ине”... Артабан, 1917-1918 йылдарҙағы ваҡиғаларға ҡағылып, ошоно ла хәбәрләй атаҡлы тарихсыбыҙ: “Үҙ аллы Башҡортостан хөкүмәтенә Дон казактары үҙҙәренең автономия иғлан итеүен белдереү һәм беҙҙекен дә тәбрикләү өсөн вәкил ебәргәйне. Беҙ ҙә яуап итеп уларға вәкил ебәргәйнек. Улар, Булавин заманындағы ваҡиғаларҙа башҡорттарҙың тоғролоғон юғары баһалап, махсус билдәләгән. Мин дә 1957 йылдың аҙағында, Нью-Йоркта Дон казактары вәкилдәре тарафынан саҡыртылып, хөрмәт күрҙем. Уларҙа был боронғо хәтирә бик аныҡ һаҡланған, һәм Морат-солтандың исеме элекке казак тарихы ҡағыҙҙарында иҫкә алына” (Ә.В. Туған, 63-64-се биттәр).
Терек ҡәлғәһен ҡамау уңышһыҙ тамамлана, сөнки ҡамалыусыларға ярҙамға Әстерхандан 1.200 һалдат, 650 татар һәм 3.000 ҡалмыҡ яугире ебәрелә һәм 1707[126] йылдың 26 февралендә үҙҙәренең яу етәкселәре урыҫ ҡулына әсир төшөүен күргән ихтилалсылар тырым-тырыҡай тарала (Материалы, 232-се бит). 1708 йылдың 20 апреле менән тамғаланған, “расспросные речи взятого в плен “названного” башкирского султана Мурата в астраханской Приказной палате о его происхождении и характере деятельности до и во время восстания” тигән рәсми ҡағыҙҙың датаһының ялғанлығын өҫтәрәк дәлилләгәйнек инде. Уның йөкмәткеһе лә шул уҡ ялған янында ятҡан — 1707 йылда ысын башҡорт солтаны Солтан-Мораттан алынған тәфтиш яҙыуы һәм Күсем-хан нәҫеле Ибәксеүәк-солтандан алынмыш тәфтиш яҙыуы, моғайын, бер йыл үткәс, 1708 йылдың 20 апрелендә, баяғы йәшерен сәйәсәт хаҡына икеһе берләштерелеп, инша рәүешендә күсереп алынған, ә төп нөсхәләге ысын дата урынына унда, абайламаҫтан, шул иншаны әтмәләмеш 1708 йыл сәпәлгән... Доҡументтың, төп нөсхәлә түгел, ә ХIХ быуат күсермәһе рәүешендә генә һаҡланыуы, ә төп нөсхәнең юҡҡа сығыуы ла ошо шикте нығыта. Терек ҡәлғәһе янындағы һуғышта ҡабырғаһы аҫтынан еңелсә яраланған ялған Солтан-Морат (Ибәксеүәк) менән бергә ысын Солтан-Морат та тотолоп Әстерханға килтерелгәндер. Әстерханда уларҙан һорау алынғас, воевода П.М. Апраксин, моғайын, үҙенә бирелгән хоҡуҡ миҡдарына ярашлы, ябайыраҡ ғәйеплеләрҙе төрлө язаға тарттырған; шул иҫәптән Ибәксеүәктең (ялған Солтан-Мораттың) танауын ҡыя киҫеп, һыңар ҡолағын мөнтәп, ҡулының бер бармағын өҙә сабып сығарып ебәргәндер (үҙҙәренең шпионы икәнлеген ул белмәгәнгә оҡшай). Ә үҙенең хоҡуҡ миҡдарына һыймаған, Ҡафҡаздағы хәрәкәттең башында торған ысын Солтан-Моратты ул, Ҡазандан йә Петербурҙан махсус бойороҡ алынғансы, оҙаҡ ҡына зинданда бикләп тота, сөнки 1708 йылдың 20 мартында Петр I императорға белдермәһендә ул, Терек яуының “башлығы яуыз солтанды еңелсә яраланған килеш тереләй ҡулға алғайныҡ, әле лә ул беҙҙең ҡулда”, тип яҙа (Материалы, 232-се бит). Ә танауы, ҡолағы ҡырҡылған, бармағы сабып өҙөлгән солтан Ибәксеүәк, йәйгеһен нуғайҙа йә ҡараҡалпаҡта яраларын төҙәлтеп, шул 1707 йыл көҙгә табан Башҡортостанда пәйҙә була ла үҙенең Ҡазанда ҡабырғаһынан Тимер ырғыҡҡа аҫылғанынан һуң изге тылсым ярҙамында ысҡыныуының дәлиле итеп, ҡабырғаһындағы баяғы Терек һуғышында алған еңел яраһының бирсәһен күрһәтә (Материалы, 491-се бит). 1707 йылдың 21 оҡтябре тирәһендә Уҡтус заводтарының приказчигы С. Павлуцкий Тубыл воеводаһы М.Я. Черкасскийға белдермәһендә: “Беҙҙең яҡтағы башҡорттар яуыз уй төйнәп йөрөй. Ялпы тигән береһе үҙҙәренең батшаһы солтан барлығын, үҙҙәренең батшаһы тип аталмыш ошо солтан Өфө ҡалаһы янындағы Чесноҡовка йылғаһы буйында 3.000 яугир менән тороуын һәм Ураков менән солтан ғәскәрҙәре араһында һуғыш булыуын” һәм ул, батша солтан, башҡорттарҙы үҙенең байрағы аҫтына саҡырып: “Мин һеҙҙең туп-тура батшағыҙ, мине ут та, һыу ҙа алмай, тип маҡтаныуын һөйләне”, — тип яҙған (Материалы, 212-се бит). Тимәк, Ибәксеүәк әлегә үҙен, Морат исемен ҡушмайынса, солтан тип кенә атаған, сөнки зиндандағы ҡубанлы Солтан-Мораттың шул саҡҡаса тере икәнен яҡшы белгән. Шулай ҙа ул үҙен инде, һис тә тартынып тормайынса, “Ҡубандан килгән хан” тип белдерә, шуның менән башҡорттарға яғымһыҙ булған һәм жуңғар тайшийы урҙаһынан ебәрелмеш Күсем-хан нәҫеле икәнлеген йәшерә. Шул заманда ихтилалсы башҡорттар араһында йөрөгән һәм Ҡазанға тотоп килтерелгән Булаҡ Аҡбулатов тигән татарҙан 1708 йылдың февраль — март айҙарында алынған тәфтиш мәғлүмәттәре буйынса, башҡорттар был “хан”ды “Ҡубандан килгән солтан-хажи” тип беләләр, “хажи мәсетендә” шул “солтан-хажи”ға тоғролоҡҡа ҡөрьән үбеп ант иткәндәр; батырҙар һәм ил ағалары ғына уның итәген үбә, ә ябайҙар хатта йөҙөн дә күрә алмайҙар икән” (Материалы, 225-се бит). Шул замандан ҡалған ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ҡарағанда, “изге солтан-хажи-хан” йөҙөнөң күҙҙәренән түбәнге өлөшөн ҡара япма менән ҡаплап йөрөгән — изге нуры ябайҙарҙың күҙен сағылтмаһын өсөн, имештер (ә ғәмәлдә киҫек танауын йәшергән)... Алдар батыр етәкселегендә һәм “башҡорт ханы”ның тыуы аҫтында дөрләгән башҡорт ихтилалы Рәсәй империяһының был яҡтағы төп хәрби терәге Ҡазан янына уҡ килеп етеп, Күсем батыр, Иман батыр, Исмәғил мулла, Мәскәү Уразаев ғәскәрҙәре Ҡазанды алырға һәм артабан Мәскәүгәсә дөрөргә әҙерләнә башлағас, Ҡазан зинданында бикле ысын Солтан-Морат ашығыс рәүештә ҡабырғаһынан тимер ырғаҡҡа аҫып үлтерелә; шунан һуң баяғы “Ҡубандан килгән башҡорт ханы солтан-хажи” ҙа, имештер, үҙенең ошоғаса йәшереп тотҡан ысын исемен аса — Солтан-Морат икән ул (ошонан һуң гел Солтан-Морат исеме аҫтында йөрөй)... Баш күтәреүҙе артабан йәйелдереү маҡсатында Сауруш ауылында урынлашҡан ихтилал штабынан юлландырылмыш өгөтсөләр кире әйләнеп ҡайтҡас һәм “Сембер, Саранск, Алатор өйәҙҙәренең татарҙары көрәшкә ҡушылыуҙан баш тартҡас”, Ҡазанды алыуҙың мәғәнәһе ҡалмауын яҡшы аңлаған Алдар батыр һөжүм эштәрен туҡтата ла баш күтәреүселәрҙе кире Урал яғына алып ҡайтып китә (Материалы, 223, 225-се биттәр). Ә Солтан-Морат тип ялған аталмыш Ибәксеүәк-солтан, башҡорт хан тәхетенә ултырыуҙан өмөтөн өҙөп, буғай, үҙенең ҡараҡалпағынамы, әллә жуңғар урҙаһындағы ярлыҡаусыһы Ибраһим-солтан ҡустыһының ҡанаты аҫтынамы олаҡмыш. Жуңғар хеҙмәтсеһе Ибраһим-солтан, әллә шул ағаһы Ибәксеүәкте кире-ҡабат “башҡорт ханы” булырға күндерә алмай, әллә ундағы сәйәси хәлдәрҙе үҙ күҙе менән күреп темеҫкенеп ҡайтырғамы, Башҡортостан юлдарын үҙ табандары менән шымарта башлай. 1709 йылдың 22 февралендә Ҡазан гөбөрнаторы П.М. Апраксиндың Петр I императорға белдермәһендә: “Хәҙер тағы башҡорттарҙың атаҡлы ҡарағының (Алдар батырҙың! — Й.С.) саҡырыуы буйынса уларға ҡараҡалпаҡтан ниндәйҙер ҡараҡ килгән, хан улы-солтан имеш, өҫтәүенә, беҙҙә язалап үлтерелгәндең ағаһымы, әллә энеһеме, тиҙәр” (эйе, тап үҙе — Ибәксеүәктең энеһе тейешле Ибраһим!). 10 март белдермәһендә асығыраҡ әйтелгән: “Хыянатсыл башҡорттар ҡараҡалпаҡтан үҙҙәренә ниндәйҙер ҡараҡ солтан килтергәндәр, беҙҙә Ҡазанда ҡабырғаһынан аҫылғандың энеһе, тип әйтәләр”... Һәм, ниһәйәт, 1709 йылдың 28 апрелендәге белдермәлә “ҡараҡтар ханының” исеме мәғлүм ҡылына: “Нуғай юлына сит яҡ кешеһе килгән һәм үҙен Ибраһим-хан тип атаған”. П.М. Апраксин Рәсәйгә баш һалған ихтилалсы Күсем батырҙың етәкселегендәге башҡорттарҙы яңы “хан”дың хәрәкәтен ҡыйратырға, ә үҙен Ҡазанға тотоп килтерергә бойороп ебәргәс, был яңы “хан” да тиҙ арала Башҡортостандан эҙен һеперә. Ләкин Алдар батырҙың хан эҙләүҙәре һәм килтереүҙәре бының менән генә сикләнмәй икән. Шундайҙарҙың береһе — баяғы Ибраһим-хан артынса уҡ Башҡортостанда 400 яугире менән пәйҙә булмыш буласаҡ “хан” Ырыҫ-Мөхәммәт (шул уҡ Себер Күсем-хандың нәҫеле) башҡорт халҡына килтергән һәм уның атаһы -- ҡаҙаҡ ханы Ҡәйеп-Мөхәммәт-баһадир-хан ҡул ҡуйып, башҡорттоң ҡаҙаҡ араһындағы ете ырыу бейҙәре исеменән ете мөһөр баҫылған хитапнамәлә ошондай йөмләләр бар: