Байтус” тапшырыуы (Экранда 5.Байтус-фото)




СЦЕНАРИЙЫ

1.“Сәләм” тапшырыуы. (Экранда 1.Салям-фото)

Выход ведущих

Алып барыусылар – Наил Юнысов һәм Ғәлиә Вахитова сыға.

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле телевизор ҡараусылар! Һеҙ “Сәләм” тапшырыуын ҡарайһығыҙ. Студияла һеҙҙе Наиль Юнысов һәм Ғәлиә Вәхитова сәләмләй! (Улар өҫтәл янына барып ултыра).

Наиль Юнысов: (Экранда Салям-видео)

Баймаҡ ҡалаһы халҡы ижад һәм импровизация донъяһына сумды – ойошмалар һәм учреждениелар араһында Башҡортостандың 100 йыллығына арналған агитбригадалар смотры старт алды.

 

Ғәлиә Вәхитова:

 

Баймаҡ урман хужалығы ойошмаһы коллективы үҙҙәренең сығышын “Башҡортостандың 100 йыллығында быуындар күсәгилешлеге сағыла” тип атаған. Ни өсөн улар быуындар менән бәйләргә булды икән? Был турала һөйләшеү өсөн беҙ бөгөн әңгәмәгә ойошма директоры Мазһаров Данил Ғәбдинур улын саҡырҙыҡ. Рәхим итегеҙ!

 

Наиль Юнысов:

 

Һаумыһығыҙ! Данил Ғәбдинур улы, әйтегеҙ әле, смотрға әҙерлек нисек бара һәм ни өсөн быуындар күсәгилешлеге тип атарға булдығыҙ?

 

Данил Мазһаров:

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле телевизор ҡараусылар! Беренсенән, 100 йыл ғүмер ул бер көн генә түгел. 100 йәшлек кешене күҙ алдына килтерәйек әле! Әлеге ваҡытта уның балалары, ейәндәре, хатта бүләләре лә бар, тигән һүҙ. Ә быны беҙҙең ойошма форматына күсерһәк, бында ветерандар, хәҙерге көндә эшләүсе хеҙмәткәрҙәр һәм урман хужалығы студенттары, йәғни беҙҙең буласаҡ белгестәр ҡатнаша.

 

Ғәлиә Вәхитова:

Аңлашылды. Һеҙгә уңыштар теләйбеҙ һәм Гран-при яулап, беҙҙең студияға килеп, уңыштарығыҙ менән ҡыуандырырһығыҙ, тигән теләктә ҡалабыҙ.

 

Данил Мазһаров:

Матур теләктәрегеҙгә рәхмәт! Беҙ ҙә шулай булыр, тип ышанабыҙ.

 

Ғәлиә Вәхитова:

Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре бер ҙә буш ҡул менән килмәгән, улар “Салауат маршы” исемле бейеү ҙә алып килгән. Әйҙәгеҙ, студия түре – һеҙҙеке!

 

2.Муз номер. Күмәк бейеү- “Салауат маршы”

(Экранда Салям-во время танца - природа)

 


2. “Яңылыҡтар” тапшырыуы (Экранда 2.новости фото)

Диктор ҡатын-ҡыҙ.

Хәйерле кис, хөрмәтле телевизор ҡараусылар! Һеҙ “Яңылыҡтар” тапшырыуын ҡарайһығыҙ. Студияла – Таһир Вәхитов.

(Экранда видео-новости1)

Былтыр Башҡортостан хөкүмәте тарафынан был урман хужылығы предприятиеларының автопаркын яңыртыуға 275 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Был программа 2030 йылға тиклем дауам итәсәк. Әлеге көндә 22 урман хужалығы предприятиеларына машиналар тапшырылды. Шул иҫәптән Баймаҡ район урман хужалығы автопаркы яңы техника менән тулыланды (яңылыҡтың бөтөүен көтөргә)

Яңылыҡтар тапшырыуы дауам итә.

(Экранда видео-новости2)

Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт идаралығы начальнигы, полиция полковнигы Динар Ғилметдинов эш сәфәре менән Баймаҡ районында булды. Ул урындағы урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре менән осрашты, халыҡты ҡабул итте (яңылыҡтың бөтөүен көтөргә)

“Яңылыҡтар” тапшырыуын ҡыҫҡа реклама менән тамамлайбыҙ.

(Экранда видео-новости3)

Ризуан Ғаджиев етәкләгән “Барыҫ” клубы барлыҡ теләүселәрҙе лә тай боксы һәм ушу-саньда буйынса күнекмәләргә саҡыра. Беҙҙең ҙур залыбыҙ һәм күнекмәләр өсөн шәп инвентарҙарыбыҙ бар. Тәрбиәләнеүселәребеҙҙең еңеүҙәре – беҙҙең өсөн иң шәп реклама! Һеҙ “Яңылыҡтар” тапшырыуын ҡаранығыҙ. Студияла Таһир Вәхитов булды. Ә һеҙҙең өсөн Динислам Мазһаров башҡарыуында ушу-саньда алымдары! (3.У-шу саньда)

 

 

3. “Йырым булһын бүләгем” (Экранда 3.Йырым булхын булагем-видео)

Хәйерле кис, хөрмәтле телевизор ҡараусылар! Байрамдарығыҙ мөбәрәк, ризыҡ тулы өҫтәлдәрегеҙ түңәрәк булһын тигән теләктә “Йырым булһын бүләгем” тапшырыуын башлайбыҙ. Баймаҡ урман хужалығында эшләгән һәм ағымдағы йылда юбилейҙарын билдәләүселәрҙең барыһына ла ҡотлау сәләмдәрен юллайбыҙ!

Гөлбаныу Сәйфетдинова, Ҡыяметдин Моталов, Әҡсән Исмәғилев үҙҙәренең 85, шулай уҡ Маһинур Хәлитова, Әмирхан Ғәйнуллин, Вил Әминев һәм Венера Яхина 80 йәшлек күркәм юбилейҙарын билдәләй.

Ә Мазһар Рәжәпов – 75, Әнүәр Иҫәндәүләтов, Юлай Мостафин, Ринат Аҫылбаев, Мозафар Яҡупов, Алһыу Искәндәрова – 70 йәштәрен тултыра.

Улар эшенә үтә лә яуаплы ҡараусы изге күңелле, алсаҡ, оло йәнле кешеләр. Бер ваҡытта ла кешеләрҙе ярҙамһыҙ, үтенестәрен яуапһыҙ ҡалдырмағанға күрә үҙҙәре эшләгән йылдарҙа уларҙың коллективта абруйҙары ҙур булды.

Матур юбилейығыҙ менән ҡотлап беҙ коллегаларыбыҙға оҙон, бәхетле ғүмер, балалар һәм туғандар изгелеген күреп арымай-талмай иҫәнлектә-һаулыҡта йәшәргә насип булһын, тип теләйбеҙ.

Матур юбилейҙарығыҙ менән

Ысын күңелдән һеҙҙе ҡотлайбыҙ.

Сәләмәтлек, шатлыҡ- ҡыуаныстар,

Күңел тыныслығы теләйбеҙ.

Хөрмәтле юбилярҙар! Хәҙер эфир тулҡындарында яңғыраясаҡ йыр бүләк һеҙҙең исемгә юллана!

4Муз номер. Йыр. Данил Абдуллин (Экранда 3.Йырым булхын булагем-природа-во время песни)

 


4. “Алтын тирмә” тапшырыуы (Экранда 4.Алтын тирма-фото)

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле телевизор ҡараусы дуҫтар! Һеҙҙе “Алтын тирмә” тапшырыуында мин – Нәғим Нурғәлин сәләмләйем. Бөгөн беҙҙә Баймаҡ урман хужалығы коллективы командалары ҡатнаша. Әйҙәгеҙ, улар менән танышып китәйек!.

3-әр кешелек 2 команда (һәр команда бер иш футболка кейә)

Исемдәре “Йәшел ҡалҡан”, “Башҡортостан тәбиғәте”

Нәғим Нурғәлин:

Афарин, исемдәрегеҙ есемдәрегеҙгә тап килеп кенә тора, матур исемдәр һайлағанһығыҙ. Беҙҙең тапшырыуыбыҙ Башҡортостандың 100 йыллығына арнала. Тимәк, һорауҙар ҙа ошо темаға ҡағылышлы буласаҡ. Шулай итеп ярышыбыҙҙы башлайбыыыыҙ!

1.Башҡортостанда нисә район?

Варианттар:

1. 85

2. 38

3. 54

4. 45

2. Башҡортостан Суверенитеты көнө ҡасан?

Варианттар:

1. 12 июнь

Октябрь

3. 9 май

4. 4 ноябрь

3. 1921-1922 йй Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары кем?

Варианттар:

1. Шәһит Хоҙайбирҙин

2. Әхмәтзәки Вәлиди

3. Муса Мортазин

4. Шәриф Манатов

4. 1917 йылда Башҡорт өлкә шураһы рәйесе кем булған?

Варианттар:

1. Шәһит Хоҙайбирҙин

2. Әхмәтзәки Вәлиди

3. Муса Мортазин

4. Шәриф Манатов

 

Афарин, ҡайһылай Башҡортостаныбыҙҙы яҡшы беләһегеҙ икән! Әйҙәгеҙ, тәңкәләрҙе һанап алайыҡ әле! “Йәшел ҡалҡан” – 2 тәңкә!

“Башҡортостан тәбиғәте” командаһында ла – 2 тәңкә!!

Тимәк, ике команда ла еңеүсе. Дуҫлыҡ еңде!!!

“Йәшел ҡалҡан” командаһы беҙгә буш ҡул менән килмәгән – бик фәһемле шиғыр ҙа әҙерләп алып килгән. Рәхим итегеҙ!

 

5. Шиғыр. (Экранда 4.Алтын тирма-природа)

БӘХЕТ
Ағас ниндәй бәхетле:

Ерҙә лә ул, күктә лә.

Ана шундай бәхетте

Теләйем мин күптәргә!

Кемдер Ер ҡәҙерен белмәй,

Мәхрүм Йыһан иңләүҙән,

Көнсөллөк илендә йәшәй,

Эсе яна еңмәүҙән...

Ағас тарға күҙ һалығыҙ:

Мәғрурлыҡ килә ҡайҙан?

Туҡтауһыҙ һауа таҙарта

Ярҙам көтмәй ер, айҙан.

"Изгелек ҡыл да һыуға һал"...

Ул тоғро был әйтемгә.

... Бәхетте ҡойоу бәхете

Яҙһа ине һәр кемгә!

 

Нәғим Нурғәлин:

Афарин, “Йәшел ҡалҡан” командаһы! “Башҡортостан тәбиғәте” лә сәмләнеп китте түгелме? Әйҙә, һеҙ ҙә сығыш яһап ебәрегеҙ әле!

6.Муз номер. Ғилман Дәүләткилдин башҡарыуында “Бөткөттәр” бейеүе!

 

Нәғим Нурғәлин:

Афарин! Шулай итеп “Алтын тирмә” тапшырыуы аҙағына ла яҡынлашты. Һеҙҙең менән киләһе осрашҡандарға тиклем хушлашам. Һеҙҙең менән мин – Нәғим Нурғәлин булдым.

 


 

Байтус” тапшырыуы (Экранда 5.Байтус-фото)

2 алып барыусы сыға.

- Һаумыһығыҙ, тамашасылар! Һеҙ Байтус тапшырыуын ҡарайһығыҙ.

 

 

Шулайтып һеҙ “Байтус”тапшырыуын ҡаранығыҙ. Киләһе осрашҡанға тиклем һау булығыҙ!!!

7.Муз номер. Баймаҡ урман хужалығы ветераны Ҡыяметдин Моталов башҡарыуында – йыр! (под баян)


6. “Байыҡ” тапшырыуы (Экранда 5.Баик-фото)

Һаумыһығыҙ, бейеү сәнғәтен һөйөүсе дуҫтарыбыҙ! Эфирҙа “Байыҡ” тапшырыуы һәм уның алып барыусыһы Рита Өмөтбаева һеҙҙе ихлас күңелдән сәләмләйем.

Шулай итеп, бөгөн беҙҙә ҡунаҡта Баймаҡ урман хужалығы ветераны Әхмәт Дәүләткилдин!

8.Муз номер. Бейеү – Әхмәт Дәүләткилдин, под баян

 

Рита Өмөтбаева:

Афарин! Иҙәндәрҙе һындырғансы, танһыҡтарҙы ҡандырғансы бейенең, Әхмәт ағай! Һеҙ – еңеүсе! Киләһе конкурстарҙа ла ҡатнашырға саҡырам! Һау булығыҙ!

9.Муз номер. Йыр. Баймаҡ урман хужалығы ветерны Әхәҙулла Кейекбирҙин башҡарыуында йыр (под баян).


7. “Башҡорт йыры” тапшырыуы (Экранда 7.Башк йыры-фото)

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле телевизор ҡараусы дуҫтарыбыҙ! Эфирыбыҙҙа һеҙ көтөп алған “Башҡорт йыры” тапшырыуы һәм уны алып барыусы мин - Сәғиҙулла Баййййййегет булам!

Бөгөн тамашасыларымды шәп бер йырсы менән ҡыуандырырға булдым әле! Уның исеме тиҙҙән Башҡортостанда, юҡ, Рәсәйҙә, юҡ, Ер шарында иң билдәлеһе буласаҡ! Кем тиһегеҙме? Әлфир Байтурин! Рәхим ит, Әлфир!

10.Муз номер. “Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер” йыры менән - ӘлфирБайтурин!

 



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2019-06-03 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: