Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение основная общеобразовательная школа с.Ишберда
Муниципального района Баймакский район Республики Башкортостан
«Рассмотрено» на заседании МО Протокол № ______ ..от «» августа 2018 г. Руководитель МО ________/Муратова З.А./ | «Согласовано» Заместитель директора по УВР ________ /Исламова М.Г./ «» августа 2018 г. | «Утверждено» Директор школы __________ /Тайбугин Б.Ф./ Приказ № ______ от «» августа 2018 года |
РАБОЧАЯ ПРОГРАММА
По родной литературе
основного общего образования
Срок реализации – 5 лет
Общее количество часов – 313
Учитель – Идельбаева А.А.
Ишберда – 2018
Аңлатма яҙыу
5-9 кластар өсөн “Башҡорт әҙәбиәте” буйынса эш программаһы түбәндәге норматив документтарға нигеҙләнеп төҙөлдө:
1. “Мәғариф тураһында”ғы Закон”, 29.12.2012 йыл, Пр. № 273-ФЗ;
2. “Башҡортостан халыҡтары телдәре” законы, 15.02.1999 йыл, № 216-Зз (28.03.2014 йылдың үҙгәрештәре менән);
3. “Башҡортостан мәғарифын үҫтереү концепцияһы”, 31.12.2009 йыл, УП – 730;
4. “Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын Федераль дәүләт хөкүмәт стандарттары”, 06.10.2009 йыл, Пр.№373;
5. “Рәсәй гражданины шәхес булараҡ рухи-тәрбиәүи үҫеше концепцияһы”;
6. “Дөйөм белем биреү йөкмәткеһенең фундаменталь үҙәге” документы;
7. 2017/2018 уҡыу йылында дөйөм белем биреү учреждениеларында ҡулланыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡыу әсбаптары;
|
8. Ишбирҙе дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡыу планы;
9. Ишбирҙе дөйөм белем биреү мәктәбенең “Эш программалары тураһында”ғы положение.
Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар:
· донъяға гуманистик ҡарашы, милли үҙаңы һәм дөйөм Рәсәй гражданлығы үҙаңы, патриотизм тойғоһона эйә булған, рухи үҫешкән шәхес формалаштырыу;
· шәхестең уңышлы социализацияһы һәм үҙ–үҙен реализациялау өсөн кәрәк булған интеллектуаль һәм ижади һәләтлеген үҫтереү;
· уҡыусыларҙың башҡорт, рус һәм донъя әҙәбиәтенең ҙур ҡаҙаныштарын аңлауы, уларҙы уҡыу һәм анализлау, һүҙ сәнғәтенең образлы фекерләүгә нигеҙләнеүен, художестволы форма һәм йөкмәтке берлеген, сәнғәттең тормош менән бәйле, тарихи булыуын аңлауы;
· художестволы тексты уҡыу, комментарий биреү, анализлау күнекмәләрен этап менән эҙмә – эҙлекле формалаштырыу:
· художестволы текста йәки башҡа теләһә ниндәй телмәрҙә һалынған мәғәнәләрҙе аңлау алгоритмдарына эйә булыу, үҙеңдең тексыңды төҙөү, уҡылған әҫәр тураһында шәхси баһаңды һәм фекереңде еткерә белеү;
· дөйөм уҡыу күнекмәләренә һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә эйә булыу (эшмәкәрлектең маҡсатын билдәләү, уны камиллаштырыу, библиографик эҙләнеүҙәрҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәттәрҙе табыу һәм уны эшкәртеү, Интернет менән файҙаланыу һ.б.).
|
Әҙәбиәт курсының базис уҡыу (белем биреү) планындағы урыны.
Башҡортостан Республикаһының башҡорт телендә уҡытылған дөйөм белем биреүсе мәктәптәр өсөн әҙәбиәтте йыллыҡ уҡытыу түбәндәге күләмдә билдәләнгән: 5-се класта – 70 сәғәт, 6-сы класта -70 сәғәт, 7-се класта – 35 сәғәт, 8-се класта – 70 сәғәт, 9-сы класта – 68 сәғәт.
Уҡыу предметын үҙләштереүҙең һөҙөмтәләре
Шәхси һөҙөмтәләр:
· Үҙ милләтен, Ватанын, тыуған яғын яратыу.
· Этник һәм милли сағылышын таныу:
· үҙалыллыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарау;
· мәктәп һәм кабинет йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡарау;
· һаулыҡты нығытырға һәм һаҡларға;
· атай- әсәйгә, тиҫтерҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға.
· Ғаилә һәм йәмғиәт ҡиммәттәрен ихтирам итеү, үҙ аллы эшләү һәм үҙ эштәренә яуап бирергә әҙер булыу.
· Ҡыҙыҡһыныусан, әүҙем булыу һәм донъяны танып белергә ынтылыу.
|
· Динамик үҙгәреүсән һәм үҫтерешле донъяла үҙенең социаль ролен аңлау.
· Әхлаҡ, социаль ғәҙеллек һәм ирек хаҡындағы ҡараштар нигеҙендә үҙ аллы үҫешкә һәләтле булыу.
· Һәр саҡ этик тойғолар, ихтирамлылыҡ һәм эмоциональ – әхлаҡ һәм икенсе кешеләрҙең тойғоларын уртаҡлаша алыу.
· Сәләмәт булыу һәм төрлө шарттарҙан хәүефһеҙ сығыу ҡағиҙәләрен үтәү.
Метапредмет һөҙөмтәләр:
· Уҡыу күнекмәләре нигеҙҙәрен белеү, үҙенең эшмәкәрлеген ойошторорға һәләтле булыу.
· Уҡыу процессына яуаплы ҡарашлы булыу, маҡсат ҡуя,эште планлаштыра, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү.
· Аңлы уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, төрлө стиль һәм жанрҙағы текстарҙы үҙ аллы уҡый белеү, текстың төп фекерен билдәләү, йөкмәткеһен еткерә алыу.
· Әңгәмәсенең фекерен тыңларға һәләтле булыу, тикшерелгән предметҡа ҡарата үҙенең нигеҙле ҡарашын әйтә белеү.
Предмет һөҙөмтәләр:
· Телде милли үҙаң нигеҙе булараҡ аңлау.
· Телмәр этикетына, аралашыуҙа төрлө тасуири тел сараларына эйә булыу.
· Әҙәбиәтте милләт һәм халыҡ- ара мәҙәниәттең күрһәткесе булараҡ аңлау.
· Уҡыуҙың төрлө төрҙәрен файҙаланыу: танышыу, өйрәнеү, һайлап, эҙләп, аңлы рәүештә ҡабул итеү һәм текстарҙың йөкмәткеһен аңлап, геройҙарҙың эшенә, ҡылығына әхлаҡи баһа биреү.
· Танып белеү, ғәмәли, коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн телмәр берәмектәре менән файҙалана белеү.
5-9-сы кластарҙа башҡорт әҙәбиәтен өйрәнеүҙең шәхсән һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә:
- шәхестең рухи-әхлаҡ сифаттарын камиллаштырыу, күп милләтле Ватанға һөйөү тойғолары, башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү;
- танып белеү һәм коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарын файҙаланыу.
5-9-сы кластарҙа башҡорт әҙәбиәтен өйрәнеүҙең предмет-ара һөҙөмтәләре түбәндәгеләрҙән тора:
- проблемаларҙы аңлай белеү, гипотеза ҡуйыу, материалдарҙы структураға һалыу, үҙ позицияһын иҫбатлау өсөн аргументтар һайлау, телдән йәки яҙма текстарҙа сәбәп эҙемтә бәйләнешен билдәләү, һығымталарҙы формалаштырыу;
- эшмәкәрлекте үҙ аллы ойоштороу оҫталығы, уны баһалау, ҡыҙыҡһыныу сфераһын билдәләү;
- төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары менән эшләү күнекмәһенә эйә булыу, уны табыу, анализлау, үҙ эшмәкәрлегеңдә файҙаланыу.
5-9-сы кластарҙа башҡорт әҙәбиәтен өйрәнеүҙең предмет һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә:
1. Танып белеү сфераһында:
- башҡорт халыҡ ижадында һәм башҡа халыҡтарҙың фольклорында, боронғо әҙәбиәт вәкилдәренең, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрендә күтәрелгән төп проблеманы аңлау;
- художестволы әҫәрҙең яҙылыу дәүере менән бәйләнешен аңлау, унда сағылған ваҡыт, әхлаҡ сифаттары һәм уларҙың бөгөнгө көн яңырыуын асыҡлау;
- әҙәби әҫәрҙе анализлай белеү, теге йәки был әҫәрҙең ниндәй жанр төрөнә ҡарауын билдәләү, темаһын, идеяһын, әхлаҡ пафосын аңлау, уның геройҙарына характеристика биреү, бер йәки бер нисә әҫәрҙең геройҙарын сағыштырып ҡарау;
- әҫәрҙең сюжетын, композицияһын, тасуири һүрәтләү сараларын билдәләү, әҫәрҙең идея-йөкмәткеһен асыуҙа уларҙың ролен аңлау;
2. Ҡиммәт-ориентация сфераһында:
- башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенең рухи-әхлаҡи ҡиммәтәре менән таныштырыу, уларҙы башҡа халыҡтарҙың рухи-әхлаҡи ҡиммәтәре менән сағыштырыу;
- башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәренә ҡарата уҡыусыларҙың үҙ ҡараштарын булдырыу һәм уларҙы баһалау;
- өйрәнелгән әҙәби әҫәрҙәргә үҙ интерпретацияһын булдырыу;
-автор позицияһын аңлау, уға ҡарата үҙ ҡарашын булдырыу;
3. коммуникатив сферала:
- төрлө жанрҙа яҙылған әҙәби әҫәрҙе аңлы итеп уҡыу һәм уларҙың йөкмәткеһен адекват ҡабул итеү;
- проза әҫәрҙәрен һәм уларҙың өлөштәрен текста ҡулланылған башҡорт теленең тасуири һүрәтләү сараларын ҡулланып һөйләй белеү;
-тыңланған йәки уҡылған текст буйынса һорауҙарға яуап бирә белеү, телдән төрлө текстағы монолог телмәр төҙөү, диалог алып барыу оҫталығына эйә булыу;
- өйрәнелгән әҫәрҙең тематикаһы, проблематикаһы менән бәйле изложение, инша яҙыу, класта һәм өйҙә ижади эштәр, әҙәби һәм дөйөм мәҙәниәт темаларына рефераттар яҙыу;
4. Эстетик сферала:
- һүҙ сәнғәте булараҡ әҙәбиәттең образлылыҡ тәбиғәтен аңлау;
- әҙәби әҫәрҙе эстетик ҡабул итеү, эстетик зауыҡ формалаштырыу;
- башҡорт һүҙҙәренең эстетик функцияһын, әҙәби әҫәрҙәрҙә художестволы образдар тыуҙырыуҙа тасуири һүрәтләү сараларының ролен аңлау.
Уҡыу курсының төп йөкмәткеһе
№ | Бүлектәр | 5 класс | 6 класс | 7 класс | 8 класс | 9 класс |
Башҡорт халыҡ ижады | ||||||
Боронғонан алып 18 быуат аҙағына тиклемге башҡорт әҙәбиәте | ||||||
19 быуат әҙәбиәте | - | |||||
20 быуат башында әҙәбиәт | - | |||||
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт әҙәбиәте | - | |||||
Һуғыштан һуңғы осор башҡорт әҙәбиәте | - | - | ||||
Хәҙерге әҙәбиәт | - | |||||
Туғандаш халыҡтар әҙәбиәте | - | - | - | |||
Әҙәбиәт теорияһы һәм тарихы | - | |||||
Әҙәби белем кимәлен диагностикалау, йомғаҡлау контроле | ||||||
Кластан тыш уҡыу | - | |||||
Телмәр үҫтереү | ||||||
Бөтәһе |