Башкирское народное творчество. – Б. г. Т.15 : Мунаджаты. - Уфа. :Китап, 2018. - 296 с. – (на баш. яз.).




Был томда халыҡ хәтерендә һаҡланған, хәҙерге көндә лә башҡарыла килгән мөнәжәттәр бирелә. Күпселек материал – телдән, яттан көйләп башҡарылған мөнәжәттәр. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең архивында һаҡланған (1960-1970 йылдарҙа яҙып алынған), шулай уҡ төҙөүсе йыйған (1982-2018), һуңғы йылдарҙа фольклорсылар тарафынан экспедициялар ваҡытында (2003-2018) яҙып алынған мөнәжәттәр һүҙе, көйө һәм башҡарыу үҙенсәлектәре берлегендә бирелә. Күп кенә мөнәжәттәрҙә иҫке төркисә әйтелеш, шулай уҡ ерле һөйләш үҙенсәлектәре һаҡлана. Жанр традициялары үҫешен сағылдырыу йәһәтенән аныҡ күрһәткес булған йәдкәр дәфтәрҙәренән алынғандары ла бар. Мөнәжәт көйҙәрен нотаға И. Д. Мөслимов һалды.
Томды төҙөүсе һәм инеш мәҡәлә авторы, аңлатмалар, һүҙлек әҙерләүсе филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева мөнәжәттең генетик, тарихи үҙенсәлектәре, тематикаһы, тәғәйене, үҫеш юлдарына ҡағылышлы һорауҙарҙы асыҡлай.
Китаптың текстар өлөшөндә мөнәжәттәрҙең дөйөм төрки ҡулъяҙмалар йәки боронғо дини китаптар мираҫында булғандары түгел, ә башлыса халыҡ хәтерендә, телендә һаҡланған һәм башҡарылғандары, йәғни фольклорлашҡан өлгөләре бирелә.
Мөнәжәттәрҙең тел-стиль үҙенсәлектәре күбеһенсә халыҡ һөйләшенә, урындағы диалект үҙенсәлектәренә нигеҙләнеп, иҫке төркисә «бу», «имдия», «ирдия», «сән» (һин), һүҙҙәре һәм киҫәксәләре менән бирелә. Аңлатмалар өлөшөндә мөнәжәттең ҡыҫҡаса яҙылып алыу тарихы, урыны, информатор паспорты, тексҡа бәйле иҫкәрмәләр урын алған. Һүҙлектә ғәрәп, фарсынан ингән һүҙҙәрҙең тәржемәһе бар.

Данная книга имеется в фонде: центральной городской библиотеки (абонемент, читальный зал), центральной детской библиотеки, библиотек №1, №2, №3, №4, №5, №6, №7, №8, №9, №10, №11.

 

……………………………………………………………………………………………………………………………

 

Мухаррямова, (Хайретдинова Д. Ф.) Д. Пять дочерей: пьесы[Текст] / Д. Мухаррямова. - Уфа.:Китап, 2018. - 158 с. – (на тат. яз.). – (Голоса молодых).

Дилә МӨХӘРРӘМОВА (Хәйретдинова) татар телендә сыҡҡан «Без үскәндә биш кыз идек…» китабында «Тешләнгән алма» һәм «Без үскәндә биш кыз идек… » исемле пьесаларын тәҡдим итә. «Тешләнгән алма» әҫәре Ғ. Камал исемендәге татар дәүләт академия театры ойошторған «Яңы татар пьесаһы» конкурсында 2004 йылда лауреат исемен алһа, 2014 йылда Яңауыл район мәҙәниәт йортоноң «Хаят» халыҡ театры «Без үскәндә биш кыз идек… » пьесаһын сәхнәләштереп, Ҡазанда үткән «Иҙел-йорт» халыҡ театрҙары фестиваль-конкурсында дипломант була. Дилә Мөхәррәмова – киносценарийҙар, хикәйәләр авторы ла.
«Без үскәндә биш кыз идек… » пьесаһында ата-әсә һәм ул-ҡыҙ проблемаһы яҡтыртыла. Хәл-ваҡиғалар Сәлимә әбейҙең ғаиләһенда бара. Ул биш ҡыҙ, бер ул тәрбәиләп үҫтергән оло йәштәге тәрән хисле, изге күңелле, сабыр, түҙемле, оло йөрәкле ҡатын-ҡыҙ, әҫәрҙең төп героиняһы. Йәшлек ғүмерен көнсөл, иҫерек, мәңге айный белмәгән ире Шәйәхмәт менән уҙғара. Балаларының ыңғай бармаған тормошонда үҙен ғәйепле тоя, уларға йөрәк йылыһын бирергә тырыша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡты донъянан улын һәм ике ҡыҙын юғалта. Уларҙың ғүмерҙәренең өҙөлөп ҡалыуында ла үҙен ғәйепләй, шуға күрә лә тормошта урынын таба алмай, күңеле әрней. Нисек кенә булмаһын, балаларына ул тыуған өйҙөң нигеҙен, тыуған йорттоң тупһаһын бер ҡасан да һыуытмаҫҡа, уны дауам итергә кәрәк тигән васыятын тапшыра.
Тормошҡа ҡараш, геройҙарҙың холоҡ-фиғелдәре, төҙәлмәҫлек күңел яралары, киләсәккә уй-хыял, яҡты өмөт һәм йәшәйеш – бына әҫәрҙең төп идея-тематикаһы, авторҙың уҡыусыға әйтергә теләгән фекере. Дилә Мөхәррәмова шулай уҡ кешенең күңел кисереше, донъяға булған ҡарашы һәр ваҡыт ата-әсә ҡорған нигеҙ менән бәйле, был нигеҙҙе ташламаҫҡа, тыуған тупрағыңды ҡоротмаҫҡа тип тә әйтергә уйлай.

Данная книга имеется в фонде: центральной городской библиотеки (абонемент, отдел иностранной литературы),библиотек№2, №4, №5, №6, №7, №8, №11.

 

……………………………………………………………………………………………………………………………

 

Яхина, А. М. Одинокая лиса: пьесы[Текст] / А. М. Яхина. - Уфа.:Китап, 2018. - 192 с.: ил.

6+

Автор башҡорт халыҡ ижадына һәм рус әҙәбиәтенән А.С. Пушкин әкиәттәренә («Ҡарһылыу булғым килә», «Алтын балыҡ тураһында хыял», «Етем төлкө», «Сәтрәкәй», «Юл ҡағиҙәләре әлифбаһы»)таянып ижад иткән пьесаларын уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итә.
Кесе һәм урта йәштәге мәктәп балалары өсөн.
Башҡорт һәм рус телдәрендә.
****
В книгу включены пьесы («Хочу быть снегурочкой», «Кто не мечтает о золотой рыбке», «Одинокая лиса», «Мизинец», «Азбука особая - дорожная»), которые созданы автором по мотивам произведений башкирского народного творчества, а из русской литературы – по сказкам А. С. Пушкина.
Для детей младшего и среднего школьного возраста.
На башкирском и русском языках.

Данная книга имеется в фонде: центральной городской библиотеки (абонемент),центральной детской библиотеки, библиотек №1, №2, №5, №7, №8, №9, №10, №11.

 

……………………………………………………………………………………………………………………………

 

Янышев, Ф. Ф. Литературные музеи Башкортостана[Текст] / Ф. Ф. Янышев. - Уфа.:Китап, 2018. - 164 с. – (на баш., рус. и англ. яз.).

Фәнис Янышевтың яҙыусылар музейына арналған «Башҡортостандың әҙәбиәт музейҙары» йыйынтығы барлыҡ һүҙ сәнғәте әһелдәренең ижад донъяһына экскурс яһай.
Йыйынтыҡта һәр әҙиптең музейы ғына түгел, ә унда тупланған материалдар аша яҙыусының биографияһы, китаптарпының яҙылыу тарихы, йәмғиәттә тотҡан урыны хаҡында ла өр-яңы мәғлүмәттәргә юлығаһың. Сөнки автор һәр музейҙың йөкмәткеһен яҡшы белә, ундағы мәғлүмәттәр менән бик оҫта эш итә. Фәнис Янышевтың «Шиғриәт йондоҙо», «Нур сәсеп тора» һәм башҡа яҙмалары айырым художестволы әҫәргә яҡын. Йор телмсәре, бай һүҙе менән уҡыусыларҙы ылыҡтырып тора.
Китаптың төп үҙенсәлеклк бер яғы – Башҡортостан менән бәйле башҡа милләт әҙиптәренең дә музейҙары менән дан тота. «Быуаттар аша сәй әхәт» исемле мәҡәләлә С.Т. Аксаковтың Өфөләге йорт-музейында булһаҡ, Надеждино ауылындағы Аксаковтарҙың ғаилә музейы дворян нәҫеле менән таныштыра. «Рухы йәшәй күңелдәрҙә» тигән мәҡәләһендә бөйөк рус шағирәһе Марина Цветаеваның рухи булмышы тулыһынса асыла. Трагик яҙмышлы шағирә беҙҙең республика һәм халҡы менән бәйле байтаҡ иҫтәлектәр һаҡлай. «Наспиҙар балҡытып, һағышҡа һалдың халҡыңды» тигән мәҡәләлә сыуаш классик шағиры Константин Ивановтың тыуған ере – Бәләбәйҙәге музейы менән таныштыра. Ыҫлаҡбаш ауылындағы музейҙа Сыуаш Республикаһынан, Ульянов, Һамар, Һарытау өлкәләренән килгән ҡунаҡтар менән май айында ҙур шиғриәт байрамы уҙғарылыуы ла мәртәбә генә өҫтәй.
Был йыйынтыҡ менән танышып сыҡҡас, республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә булғандай булаһың. Тап һүҙ сәнғәтенең йөҙөк ҡашына әүерелгән шәхестәр музейҙары бар халыҡты ылыҡтырып, күңелдәргә рухи күперҙәр һала. (Зәки Әлибаев, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе).

Китапта барлығы 22 Әҙәбиәт музейы хаҡында ҡыҫҡаса белешмә бирелә. Йыйынтыҡ башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә донъя күрҙе.

Данная книга имеется в фонде: центральной городской библиотеки (абонемент),библиотек №1, №2, №4, №5, №6, №7, №11.

 

……………………………………………………………………………………………………………………………

 

Ибрагимов, Г. Г. Кинзя: исторический роман[Текст] / Г. Г. Ибрагимов. Кн. 2: Народный предводитель. - Уфа.:Китап, 2018. - 520с.: портр.

Во второй книге романа отображена жизнь башкир в годы Крестьянской войны под предводительством Емельяна Пугачева, показана борьба народа против притеснений царских чиновников, произвола башкирских феодалов, а также дружбу между народами разных национальностей.
Произведение написано на документальной основе.

Данная книга имеется в фонде: центральной городской библиотеки (абонемент),библиотек №1, №2, №3, №4, №5, №6, №7, №8, №11.

 

……………………………………………………………………………………………………………………………

 

Ибрагимов, Г. Г. Кинзя: исторический роман[Текст] / Г. Г. Ибрагимов. Кн. 3: Сенатор народного царя. - Уфа.:Китап, 2018. - 520с.: портр.

Сенатор народного царя – завершающая часть романа-эпопеи «Кинзя» известного башкирского писателя, лауреата Государственной премии РБ имени Салавата Юлаева Гали Ибрагимова. В произведении широко показана жизнь башкирского народа накануне Крестьянской войны под руководством Емельяна Пугачева и его сподвижника Кинзи Арсланова.

Данная книга имеется в фонде: центральной городской библиотеки (абонемент),библиотек №1, №2, №3, №4, №5, №6, №7, №8, №11.

 

……………………………………………………………………………………………………………………………

 

Янгузин, Р. З. Коренные народы России. Башкиры[Текст] / Р. З. Янгузин. - Уфа.: Китап, 2018. - 352 с.

В данной работе на основе опубликованных и неопубликованных источников, а также историко-этнографической литературы раскрываются происхождение, этнодемография, хозяйственный уклад, социальное устройство и становление духовной культуры башкирского народа

Данная книга имеется в фонде: центральной городской библиотеки (абонемент),библиотек №1, №2, №3, №4, №5, №6, №7, №8, №11.

 

……………………………………………………………………………………………………………………………

 

Антология детской литературы: в 3 т.[Текст] / сост. Ф. Х. Губайдуллина. - Уфа.:Китап, 2012-2018. –(на баш. и рус. яз.).

Балалар әҙәбиәте анталогияһының III томы хронологик тәртиптә Фәтхелҡадир Сөләймәнов менән Ибраһим Ҡыпсаҡ әҫәрҙәренән башланып, урта быуын яҙыусыларының һәм әҙәбиәтебеҙҙең йәштәр ижады менән дауам итә.
III том антологии детской литературы составлен в хронологическом порядке, начинается с произведений таких известных писателей и ученых, как Фатхелькадир Сулейманов, Ибрагим Кыпсак и др. Издание также знакомит юных читателей с творчеством писателей среднего возраста и молодых авторов.

Данная книга имеется в фонде: центральной городской библиотеки (абонемент),центральной детской библиотеки, библиотек №1, №2, №3, №4, №5, №6, №7, №8, №9, №10, №11.

 

……………………………………………………………………………………………………………………………

 

Саитбатталова, (Салихова З. Н.) З. Н. Таинственная рябинушка: повести, юморески, рассказы[Текст] / З. Н. Саитбатталова. - Уфа.:Китап, 2018. - 168 с. – (на баш. яз.). – (Молодые голоса).

Зөлфиә СӘЙЕТБАТТАЛОВА (Сәлихова) әҙәбиәткә хикәйәләр менән килеп инә, БДУ-ның Стрәрлетамаҡ филиалы башҡорт филологияһы факультетында уҡыған йылдарында уҡ китап уҡыусыға үҙен прозаик булараҡ таныта. Факультеттың «Ашҡаҙар» әҙәби-ижад түңәрәгендә әүҙем ҡатнаша. Әҫәрҙәре «Шоңҡар» журналында, «Йәшлек», «Киске Өфө» гәзиттәрендә йыш донъя күреп тора. Теле бай, ҡәләме үткер Зөлфиәнең хикәйәләре үҙенең актуаллеге менән айырыла. Йәшлек, мөхәббәт, йәштәрҙең бер-береһенә булған мөнәсәбәте – хикәйәләрҙең төп фекерен тәшкил итә. Йыйынтыҡта шулай уҡ юморескалар, хикәйәттәр һәм «Ғүмер - уйын» исемле пьеса ла урын алған.

Данная книга имеется в фонде: центральной городской библиотеки (абонемент), библиотек №1, №2, №3, №4, №5, №6, №7, №11.

 

……………………………………………………………………………………………………………………………

 

 

Муратов, Г. В. Белая юрта любви: стихи, поэмы[Текст] / Г. В. Муратов. - Уфа.:Китап, 2018. - 318 с. – (на баш. яз.).

Тәбиғәт һәр бер кешене ирекле итеп яралта. Шуға күрә уның өсөн был донъяла иректән дә ҡәҙерлерәк бер ни ҙә була алмайҙыр. Әлеге йыйынтыҡта тупланған шиғыр һәм поэмаларҙа шағирҙың йән хөрлөгө, шәхес иреге тураһында уйланыуҙары үҙәккә алына.
Татар теленән башҡорт теленә тәржемә итеүсе Ф.Ғ. Ноғоманова.

Данная книга имеется в фонде: центральной городской библиотеки (абонемент),библиотек №1, №2, №3, №4, №5, №6, №7, №11.

 

……………………………………………………………………………………………………………………………

 

Хватков, А. В. Ритм времени: стихи[Текст] / А. В. Хватков. - Уфа.:Китап, 2018. - 192 с.

Йыйынтыҡҡа Александр Хватковтың дуҫлыҡ, мөхәббәт, тыуған ил, замана тураһындағы шиғырҙары ингән. Уларҙа яҡшылыҡ, өмөт, дөрөҫлөк, йәшәү мәғәнәһе, кешелеклек, кеселеклек кеүек дөйөм характерҙағы мәсьәләләр алғы планға сығарыла. Авторҙың лирик геройы әҙәбиәтте, сәнғәтте, ғөмүмән, һүҙ сәнғәтен һөйөүсе ябай ауыл малайы. Ул ваҡыт һанауы менән рухи яҡтан үҫә, физик яҡтан нығый һәм тормошҡа үҙ ҡарашы булған шәхес булып форомалаша. Йәш ҡәләм оҫтаһының «Душой моей не ищется покой» (2008), «Бродячий пес» (2010), «Мне везет на хороших людей» (2017) исемле шиғри йыйынтыҡтары баҫылған. 2010 йылда ул Башҡортостандың йәштәр йәмәғәт берләшмәләренең 90 йыллығына арналған әҙәби конкурсының «Поэтик һүҙ» номинацияһында тәүге урынды яулай. Шулай уҡ Төбәк-ара «Илһам шишмәләре – 2017» (Бәләбәй,) шиғриәт фестивалендә Гран-приға лайыҡ була, «ЛиФФт – 2017» (Мәскәү) Бөтә Рәсәй әҙәби фестиваленең көмөш миҙалы менән бүләкләнә.

Данная книга имеется в фонде: центральной городской библиотеки (абонемент),библиотек №1, №2, №3, №4, №5, №6, №7, №11.

 

……………………………………………………………………………………………………………………………

 

Фазлыев, С. М. Черный Этап:роман[Текст] / С. М. Фазлыев. - Уфа.: Китап, 2018. - 448 с. – (на баш. яз.).

16+

Автор романда 1930-1955 йылдарҙағы ваҡиғаларҙы тасуирлай. Ике ғаилә яҙмышында Тыуған илдәренән алыҫ Себергә, Ҡаҙағстанға ҡыуылған ватандаштар фажиғәһе сағылдырыла, уларҙың Себерҙә күргән михнәттәре, ғазаптары, тайга халҡының да йәшәйеше тәьҫирле һүрәтләнә.

Данная книга имеется в фонде: центральной городской библиотеки (абонемент),библиотек №1, №2, №3, №4, №5, №6, №7, №11.

……………………………………………………………………………………………………………………………

 

Руденко, С. И. Башкиры: Историко – этнографические очерки[Текст] / С. И. Руденко. - Уфа.:Китап, 2018. - 376 с. ил.

Настоящая книга является переизданием широко известной монографии ученого-этнографа, с изменениями, связанными в основном в 1956 г. последнего свода «Правил русской орфографии и пунктуации». Книга дополнена библиографическим указателем С.И. Руденко.
В ходе работы над изданием была осуществлена пересъемка многих экспонатов из коллекции С.И. Руденко, хранящейся в Российском этнографическом музее, фотографий, которые были использованы в монографии 1955 г.


Данная книга имеется в фонде: библиотек №8, 11.

 

……………………………………………………………………………………………………………………………

 



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2022-12-31 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: