Тапатырмы ерен дошмандан, 2 глава




Әммә фантастика элемепттәре ни ҡәҙәр күп булмаһын, ваҡиға, ғәҙәттә, тарихи-этпографик йәки тормош-көнкүреш планында хикәйә ителә, хатта хыял тыуҙырған ситуациялар ҙа билдәле замандағы тарнхи-этник һәм социаль шарттарға ишара яһан, шул замандағы халыҡтың тормошҡа мөнәсәбәтен, ҡараштарын сағылдыра. Беренсе китапта бирелгән классификацияла күпселек хикәйәттәрҙең «социаль-коккүреш эпосы» тип бнлдәләнеүе, ҡаҙаҡ фольклористикаһында «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» тибындағы әҫәрҙәрҙең «лнро-эпос» тип аталыуы әле әйтелгән һыҙаттарға бәйләнгән дә инде. Ошоға ярашлы рәүештә, геройҙар ҙа бында башҡасараҡ һүрәтләнә. Улар, ғәҙәттә, үҙҙәренең билдәле бер холҡо, социаль ҡылыҡтары йә, киңерәк әйткәндә, әүәлдән килгән йола һәм гороф-ғәҙәттәрҙо ҡыуыуҙары пә, киреһенсә, шуга ҡаршы сығыуҙары, еңеп сыға алмаҫлыҡ социаль ҡаршылыҡтарға осрап, ғүмерҙәре ҡотолғоһоҙ рәүештә фажиғәле тамамланыуы менән үҙ иштәренән айырылып торалар. Ҡыҫҡаһы, фажиғэлелек күп осраҡта хикәйәт жанрының эстетик доминанты булып тора. Быны бигерәк тә «Аҡһаҡ ҡола», «Мамай хан хикәйәте», «Таргып менән Ҡужаҡ», «Ек Мәргән» әҫәрҙәрендә асыҡ күрергә була. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу», «Зоһрә менән Алдар» эпосында ла, асында, фажиғәле яҙмыштар һүрәтләнә. Шуга ла, күрәһең, йыш ҡына ғәҙәттән тыш несло ихтыярлы, баһадир һынлы кәүҙәләндерелһәләр ҙә, геройҙарҙы идеаллаштырыу, күккә күтәреп маҡтау һәм данлау хикәйәт осон һис мотлаҡ түгел. Мәҫәлән, «Мамай хан хикәйәте»пдә Мамай хандың башҡа плдәрҙе баҫып алыу, талау кеүек «батырлыҡтары» маҡталмай ғына түгел, киреһенсә — шул яуызлыҡтары осон ҡаты ҡәһәрләнә; «Ек Мәргән» хикәйәтендә Туғыҙаҡ обейҙең күршеләр малын яулан дап тотҡан про һәм улдары аҙаҡ епктә үҙҙәре лә дошман яуынан ҡырылалар. Барымта йолаһын ҡыуған Аҡ ш а батыр нн тиклем гепә ҡыйыу һәм ғәйрәтле күренмәһен, Ҡарас батырҙың угыкан үлеп ҡала («Ҡарас менән А к ша»)...

Башҡорт халыҡ пжадыпда эпос жанры, әлбиттә бында һаналған формалар менән генә сикләнмәй. Әйтештәр, бәйеттәр, тарихи йырҙар — шулай ук эпик жанрҙар. Быларҙаи тьпп яҙма сығанаҡтар аша ингән «Пософ—Зөләйха», «Таһир—Зоһрә» һәм «Буҙйегет» кеүек үҙенсәлекле эпик сюжеттәр — ҡпссалар йәки ғибрәтле хикәйәттәр халыҡ телендә богөпго конгә саҡлы йәшәп ята.

Шулай птеи, эпик әҫәрҙәрҙе тематик яҡтап ғына түгел, о жанр формаларының төрлологө яғынап классификациялау башҡорт халыҡ эпосының байлығын, күн торло формала йәшәүен күрһәтә. 2

2. ЭПОСТЫҢ ТАРИХКӘ МӨНӘСӘБӘТЕ

Тегә йәки был эпик сюжеттең ҡасан барлыҡҡа килеүен, әлбиттә, оҙоп кенә әйтеп булмай, сөнки фольклор әҫәре — күп быуындарҙың ижад емеше. Унда торло заман ҡатламдары булырға, йәғни борондан килгән сюжеткә һуцгыраҡ дәүер эпизодтары, яды мотиатор оҫтэлергә момкпп. Ләкин нисек кенә булмаһын, йекмәт-

келә һаҡланған топ тематик мотивтәргә һәм заман билдәләренә ҡарап, өҫәрҙец башлыса ҡайһы дәүергә ҡарауыи, ҡасапғы тормошто сағылдырыуын белеп була. Шул билдәләргә таянғанда, был китапҡа ингән әҫәрҙәрҙең нигеҙҙә фөодализмдең ике тарихи дәүеренә ҡарауыи әйтергә момкин.

Беренсеһе — XIII быуат уртаһынан, йәғни плгә монголдар ябырылыуыпап башлап XVI быуаттың уртаһына саҡлы булған дәүер. Был дәүерҙә сит ил баҫҡынсыларына, беренсе сиратта Алтын Урҙа дәүләтенә, унан һуң Нугай, Ҡазан ханлыҡтарына ҡаршы көрәш топ тема булын тора («Мамай хан», «Тарғын менән Ҡужак», «Ек Мәргән» һәм батырҙар тураһындағы ҡайһы бер ҡобайырҙар).

Икенсеһе — XVI быуат уртаһынан, йәғни башҡорттарҙың Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуңғы дәүер. Быныһыкда иһә үҙәк тема башҡорттарҙың башлыса «үҙ» феодалдарыпа һәм самодсржавие- нең социаль-милли иҙеүенә ҡаршы корәш төҫон ала. Октябрь революцияһына саҡлы дүрт быуатҡа һуҙылган был дәүер тарихи ваҡиғаларға бпк бай булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ ижадында ҙур күләмле эпик әҫәрҙәр штде барлыҡҡа килмәй тип онтерлек. Опос тарҡала, вағая, ә формаһы төрлөләнә. Әммә ико яҡҡа корәш ҡайһы бер әҫәрҙәрҙә ифрат ҡатмарлы идея бәйләнештәрен тыуҙыра; йәмғиәттә синфи бүленеш тәрәнәйә барған һайын, фольклорҙа ла ҡапма-ҡаршы тенденцияларҙың көсәйеүе ныгыраҡ һиҙелә.

Тарахселәрҙең раҫлауынса, X —XI быуаттарҙа башҡорттар араһында ырыусылыҡ монәсэбэттәре тарҡалып, феодаль монәсәбәт- тәр тыуа һәм, патриархаль йомоҡлоҡтан сығып, ваҡ ырыуҙарҙың үҙ-ара берләшеүенә табан ынтылыштар һиҙелә башлай. XTI — XIII быуаттарҙа Башкортостан территорияһында башында хапдар торған хәлдә әре ырыу берекмәләре барлыҡҡа килә. Шуның конкрет миҫалы итеп, коньяҡ-консығыш Башҡортостанда Ете ырыу берекмәһен, коибаиыш Башҡортостанда легендар Ялыҡ ханға буйһонған ҡәбиләләр берекмәһен күрһәтәләр 1 * 3.

«X —XIII быуаттарҙа башҡорттарҙың әре ырыу берекмәләренә ойошоуып дәүләтселек формаларының башланғысы тпп ҡарарға кәрәк. Башҡорт ырыуҙарының берләшеү тенденцияһы тәбиғи рәүештә үҫкән булһа, ул феодаль етештереү мокәсәбәттәрепец тәрәпәйеүе менән боргә башҡорт халҡының ойошоуык тамамлан, үҙаллы дәүләт төҙолоүгә килтерер ипе, әммә башҡорт ырыуҙарына политик яҡтан үҙәкләшеүгә һәм халыҡ булып ойошоуға XII — XIII быуаттарҙа пасип булманы. Был процесс монгол илбаҫарҙары тарафынан өҙолөп, күп тпҫтә йылдарға һүпдерелеп ҡуйҙы. Монгол ябырылыуы башҡорт халҡыпа ғәҙәттән тыш ауыр эҙемтәләр ҡалдырҙы» 2.

Башҡорттарҙың монгол баҫҡынсыларына ҡаршы корәшс хаҡында халыҡ күңелендә байтаҡ иҫтәлектәр ҡалған, телдән һойлок-

1 Очерки по истории Баппшрскоп АССР, том 1, часть первая. Уфа, 1950,

стр. 41.

3 Р. Кузеев, Б. Юлдашбаев. 400 лет вместе с русским народом. Уфа, 1957, стр. 14.

гән тарих булып беҙҙең быуыигаса килен еткән («Бошмаи-Ҡып- саҡ батыр», «Аҡман-Тоҡман» 1 һ. б.). 1924 йылда Хәйбулла районы Смак ауылыпда 106 йәшлек Мохәммәҙн бабай, мәҫәлән, шундай бер «тарихте» һөйләгән: «Бынан ете йоҙ йылдар элек башҡорттар үҙҙәренең дошманына ойошҡан рәуетпто ҡаршы торғапдар. Башҡорт ҡәбиләләре һуғышҡа ғәйрәтле халыҡ булған, һуғыш бнт, еңелгән ваҡыттары ла булмау мөмкин түгел, башҡорт ҡәбиләләрен Алтын Урҙа ханлығы һуғышып еңгән. [Был ҡобайыр! шул саҡтағы ваҡиғаны күрһәтә:

Алтын Урҙа ханлығы Арыҫлан илгә яу асты.

Үҙән, Яііьгк буйҙарын Ҡыҙыл солға ҡап пттө.

Бик күп эштәр башланы,

Күркле илде тапта ны»2.

«Күркле ил» ос йоҙ йыл буйына баҫҡынсылар аяғы аҫтында тапалып, тағы күпмә ҡан һәм күҙ йәштәрен үҙепә һеңдермәһен, «ғәйрәтле халыҡ» Алтын Урҙаға ҡол булырға теләмәгән; Урал ҡаяларына һырышып, азатлыҡ даулаған, яйы сыҡҡан һайын, арыҫлан йөрәкле ҡаһарман улдарын изге яуға күтәргән, әммә көстәр тпгоҙ булмағас, былары ла фажиғәле тамамланған. Шундай фажиғәләрҙең береһе тураһында тетрәткес бер иҫтәлек — «һуңғы һартай» тпгәп легенда һаҡланған 3.

Халыҡтың ниндәй ауыр шарттарҙа ла ҡаҡшамаҫ рухын, со- цпаль ынтылыштарын һәм азат тормош идеалдарын сағылдырған тарихи легендалар һәм иҫтәлектәр менән бер рәттән, халыҡсан сәсәндәр тарафынан пл батырҙары тураһында ҡобайырҙар һәм хикәйәттәр ҙо ижад ителгән. Был томдағы «Иҙел йорт» һәм «Бейек тауҙың үлгәне» исемле ҡобайырҙарҙың, асылда, апа шул ҡәһәрле Алтын Урҙа заманына ҡарауын шәйләргә мөмкин.

«Бейек тауҙың үлгәне» быуаттар буйына хайдарҙан таланып йәшәгән халыҡтың тормош тәжрибәһен дойомләштерһә, «Иҙел йорт» «ойошоп ятҡан» илдең хандар тарафынан тарҡатылыуып, бүленеп алыныуын кәүҙәләндерә. Алтын Урҙа дәүләто емерелгәндән һуң, XV—XVI быуаттарҙа башҡорттарҙың Нуғай, Себер Һәм Ҡазан ханлыҡтары ҡул аҫтында иҙелеп пәшәүҙәрен иҫкә төшөрһәк, был ҡобайырҙың зарлы юлдар мепән осланыуы тарихи дөрөҫлөктө раҫлай.

ПТупыһы характерле, был ике ҡобайырҙа сағылған уртаҡ мотивтар (килмешәк хандарға пәфрот, тыуған пл берҙәмлеген һаҡлау һәм азатлыҡ идеалдары), бер яҡтан, югарыла исемләнгән легенда-

1 Башҡорт халыҡ ижады. Риүәйәттәр, легепдалар. Офо, 1980, 157—160-сы биттәр.

2 Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының 1967 йылда уҙғарылған фольклор экспедицияһы материалдары. — СССР Фәпдәр академияһы Башҡортостан фп- лналының Ғилми архиве (артабан «Ғилми архив» тип ҡыҫҡартып әйтелә), ф. 3. оп. 65/2, 273—274-се биттәр.

3 Башҡорт халыҡ ижады. Риүәйәттәр, легендалар. Өфо, 1980, 364—369-сы биттәр.

иҫтәлектәргә барып тоташһа, икенсе яҡтан, томдағы күп әҫәрҙә ҡабатлана, яңы тарихи ваҡиғаларға, бәйләп киңәйтелә, үҫтерелә. Ошо күҙлектән ҡарағанда, бынан борокғораҡ заман мотив- тәрен дә һаҡлаған «Иҙел йорт» Алтын Урҙа дәүләте тыуҙырған фажиғәләрҙе һүрәтләүе менән хандарға ҡаршы көрәш идеяларын дәлилләгән пц тәүге әҫәр һымаҡ ҡабул ителә.

XV—XVI быуаттар, Башҡортостан тарихендә ифрат ҡатмарлы был осор, берҙән, баҫҡынсы хандарҙың, икенсенән, урындағы феодалдарҙың һәм ырыу башлыҡтарының (бейҙәрҙең) оҙлөкһөҙ ыҙғыштары, ҡанлы һуғыштары менән характерләнә. Фольклорҙа башлыса ошо дәүергә ҡарата нңы эпик сюжеттәр барлыҡҡа килә («Ғайса улы Әмот» һ. б.). «Мамай хан хикәйәте», «Ек Мәргән», «Тарғын менән Ҡужаҡ» тигән хикәйәттәр һәм «Мәргән менән Маянһылыу» ҡобайыры — башҡорт халҡының әле әйтелгән ханлыҡтарға ҡаршы көрәшеп үҙенсәлекле сағылдырған әҫәрҙәр.

Гуманистик ҡараштарҙы алға һөргән сәсәндәр башҡорттарҙың ырыу-ара тартҡылаштарьш, үҙ-ара ыҙғыштарын хуп күрмәй, хандарҙың, бейҙәрҙең башҡаларға ҡаршы юнәлтелгәк яуыз эштәрен ҡәһәрләп һөйләй. «Мамай хан хикәйәте», — асылда, нуғай хандарының башҡаларҙы талау, баҫыи алыу яуҙарын ҡәһәрләгән хикәйәт.

Мамай тарихтә Ших-Мамай исемендә билдәле. Ул — XVI быуаттың беренсе яртыһында, йәғни Нуғай урҙаһында ваҡ ханлыҡтарҙың үҙ-ара ыҙғыштары көсәйгән мәлдә, үҙәк власкә вассал хәлендә йәшәгән нуғай ханы. Хикәйәттә ул Көньяҡ Уралды бп- ләгән Муса хандың ун ике улынан береһе, агай-эпеләрен һуйып, башҡа халыҡтарҙы ла талаусы, баҫҡынсы хан игеп һүрәтләнә.

Был сюжеттең ҡаҙаҡ, нуғай халыҡтары араһында ла таралыуы һәм күптән яҙыи алыпыуы билдәле. Мөхәммәт Османовтың «Ногайская хрестоматия»һыпа (Спб., 1883) ул, мәҫәлән, «Мирза Ма- майдың хикайәте» исемендә нпгәп. Ҡаҙаҡтарҙа «Ураҡ менән Мамай» исемендә бер кисә варианты яҙып алынған.

М. Османов хрестоматияһында баҫылған «Мирза Мамайдың хикайәте» Мусаның" пке ҡатынынан тыуған ун ике улын исемдәре менән һанап сығыуҙан башланып китә. Артабан уп пке туғандың хакимлек өсөн үҙ-ара ыҙғыш-һуғыштары тасуирләпә.

Башҡорт вариантында халыҡҡа дошман Муса улдарының береһе генә һүрәтләнә. Шул уҡ ваҡытта хикәйәтсе Мамайҙың ботә эш-кылыктарыц, уй-тойғоларын тәфсилләп тормай, ә «яу сабырға яратыр, һәммә һен ҡырыр-ҡыйратыр, барсаһын баш эйҙереп үҙе- нә ҡаратыр иманһыҙ бер яу батыр» булыуын һойләп, уның илбаҫар характерен алға баҫтыра. Хәҙисә Кусабаева һөйләүендә Мамай — Мусаның фәләпсә ҡатынынан тыуған фәләнсә улы ғына түгел, о «иманһыҙ» кеше, «ир яманы», яуыз хан. Шулай дөйөмләштереп хикәйәләү аркаһында Мамай, тарихи Ших-Мамайҙы ғына иҫкә төшөрөүҙән бигерәк, бөтә Алтын Урҙа хандарының яуызлыҡтарын бергә йыйып сағылдырғап типик образ дәрәжәһенә күтәрелә. Хикәйәт залим хандарға халыҡтың әсе нәфрәте, уларҙан үс алыу тойғоһо менән һуғарылған.

Халыҡ эпосын, уйың тарихи эволюцияһын өйрәнеүҙә «Ек Мәргән» хикәйәте тикшеренеүселәрҙең етди ҡарашын, тәрәнерәк топсеноүҙэрек көтә. Унда, бөтәһенән элек, сюжеттец боронғо һәм яңы мотивтар менән ныҡ ҡатлауланыу ы, идея йөкмәткеһенең ҡаршылыҡлы факттарға «йәшеренгән» булыуы күҙгә ташлана.

Был сюжеттс шартлы рәүештә ос ологакә бүлергә мөмкин: 1) Туғыҙаҡ әбей ғаиләһенең ҡырылиуы; 2) Иҫән ҡалған Ектең тәбиғәт ҡосағында үҫеп, батыр ҡорона инеүе; көнбайыш башҡорттарына килеп уларҙы Ҡазаң ханлығына ҡаршы яуға күтәреүе; 3) һуңгы яуҙа еңелеп, Ектең Ҡазан ханына үҙ ирке менән бирелеүе; Ҡазан ханлығында тиңһеҙ мәргәнлегеп күрһәтеп, ярлыка- лаиыуы.

Хикәйәттең беренсе олошо ғәҙәттән тыш фажиғә.менән тамамлана, әммә әле бында Ҡазан ханлығы тураһында бер һүҙ ҙә юҡ, ә уға саҡлы күп замандар элек булған хәлдәр һүрәтләнә.

Сәсәндәр башҡорттарҙың ип сәбәпле сит хандар ҡул аҫтында ҡалыуына яуап әҙләгәндәр. Сәбәпте улар башҡорт ырыуҙарының тарҡаулығында, ырыу башлыҡтары бейҙәрҙең үҙ-ара ыҙғышып, мал- молкәтторен урлашып һәм шул нигеҙҙә ҡарымталашып һәтәүҙәрендә күргәндәр. Иң әһәмиәтлеһе шул: «Ек Мәргән» хикәйәте был сәбәпте, тап һүҙ сәпғәте талап иткәнсә, конкрет образдар арҡылы һынлапдьтрып күрһәтә; тыштан бик мөләйем, ғәйепһеҙ күренгән Туғыҙаҡ әбей тормошон аҫтып-оҫкә килтертеп, барлыҡ ырыуын ҡырҙыртып ботороп, «яу сапҡан — яу ҡылысынан үлер» тигән ҡарашты үткәрә. Ошо идея йөкмәткеһе менән хикәйәттең башланғыс олошо «Мамай хан хикәйәте» менән «Күҫәк бей» эпосына яҡын тора, ғибрәтле мәғәнә һалынған художестволы дорөҫ- лок юғарылығына күтәрелә.

Хикәйәттең икенсе, топ сюжет елөшө башҡорт халҡының эппк традициялары ерлегендә үҫтерелә. Быпда идея йөкмәткеһен аңлауҙы ауырлаштырған мотпвтәр күренмәй. Тик нке деталгә туҡталып үтергә кәрәк. Береһе — эпик геройҙың исеме, икенсеһе — Ек Мәргәндең үҙ ирке менән Ҡазан ханлығына бирелеүе.

Әҫәрҙәп аңлашылыуынса, герой, тәбпғәт ҡосағында кейектәр менән генә аралашып, ун йәшенә саҡлы яңғыҙ һәм исемһеҙ үҫә. Исемде уға тошондә атаһы ҡуша: «Исемең Ек булһын, йәйәң ныҡ булһын!» — ти ул. Боронғо торки телендә ег һүҙе яҡшы тигәнде аңлата. Эпик геройҙың Ег (эптолешто — Ек) тип иссмләнеүе осраҡлы түгел, әлбиттә. Исемдең үҙендә үк сәсәндәр халыҡты хап- дар золомонан ҡотҡарыр яҡшы батырҙы күреү теләген сағылдырғандар. Исемдең боропғо.чого — батыр образының да боронголо- ғока ишара.

Копбайыш башҡорттарын үҙ етәкселегендә Ҡазан ханлығына ҡаршы ойоштороп, ханға яһаҡ түләүҙе туҡтатҡан Ек Мәргәндең һуңғы һуғышта үҙ ирке менән дошманға бирелоүенә килһәк, бының эпоста ҡаршылыҡлы деталь булыуына тәү башлап Кнрой Мәргән иғтибар пткәппе *. 1

1 К и р ә н М ә р г ә п. Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары, 200-сы

бит.

Ыңғай геройҙың үҙ ирке менән дошманға бирелеүе, Кирәй Мәргән дороҫ әйткәнсә, эпосҡа хас күренеш түгел. Шулай ҙа быны осраҡлы хәл йәки «материалды әҙәбнләштергәк кеше» тарафынан индерелгән ят нәмә тип ҡарау дороҫ булмаҫ кеүек, сопки был деталь хикәйәттең үҙендә булмаһа, сюжоттоң осонсо өлошо булмаҫ ине. Күрәһең, хикәйәтселәр халыҡтың өмөтө бағланган батыр һынлы батырҙың дошманға баш һалыуы кеүек хурлыҡлы факт менән фабуланы осларға теләмәгәндәр, осонсо өлөшөн шкад иткәндәр. Ошонда хикәйәттең ботә «сере» йәшерелгән. Иғтибар итегеҙ: тотҡонда ятҡан батыр үҙенең ғәҙәти бер эше — мәргәнлеге менән хапға хеҙмәт күрһәтеп, азат ителә, хатта иленә ҡайтарып ебәрелә.

Быны корәшеп-корәшеп тә, үҙенә азатлыҡ яулай алмаған халыҡтың ханға хеҙмәт пгеп иреккә сығыу өмөтө, унан мәрхәмәт көтоү, рәхим ле легенә ышаныу кеүек, асылда, дини аристократия тарафынан тагылган идеалистик ҡараштарға бәйле рәүештә тыуған ботом тип кенә аңлатырға мөмкин. Тимәк, «Ек Мәргән» хикәйәтен өйрәнгәндә, «унда башҡорттарҙың Ҡазап ханлығына ҡаршы көрәше сағыла» тпн әйтеү ғснә аҙ, ә ул корәштең сикләнгән ҡараштар менән осланыуьш асырға кәрәк.

Доном алғанда, тема уртаҡлығы, тон геройҙарҙы характерләгәп ҡайһы бер мотпнтәрҙең оҡшашлығы яғынан «Мәргән менән Маянһылыу» һәм «Тарғын батыр» йәки «Таргын менән Ҡужаҡ» — бер кәштәлә торған әҫәрҙәр. Уларҙың пкеһендә лә башҡорттарҙың Нугай хацлығьша ҡаршы көрәшо сағыла. Азатлыҡ көрәше мөхәббәт темаһы менән үрөлен, романтик планда үҫтерелә һәм ыңғай хәл ителә. Ошо күҙлектән ҡарағанда, «Мәргән менән Маянһылыу»— поэтик төҙөклөгө яғынан да, пдеяһының аныҡлығы менән дә еңел аңлайышлы ҡобайыр. Халыҡтың эстетик идеалы тыуҙыра алған бөтә гүзәллекте үҙендә туплаған Маянһылыу ҙа, уны һойгон йәш батыр Мәргән дә тыуған илгә һәм мөхәббәткә тоғролоҡтары, аҙаҡ епктә хыялда ғына булһа ла, нуғай ханының башын киҫеп, плгә азатлыҡ, допөм шатлыҡ кплтсреүҙәре менән хәтерҙә ҡала. Сюжет һәм образдар эппк традициялар ерлегендә эшкәртелә.



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-06-13 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: