Тапатырмы ерен дошмандан, 3 глава




«Тарғын менән Ҡужаҡ» хикәйәте иһә ҡатмарлыраҡ әҫәр. Ул ҡайһы бер төрки халыҡтар осон уртаҡ сюжоткә ҡоролған. Ҡаҙаҡ һәм нуғайҙарҙа уның «Ир Тарғын» (ҡаҙаҡса яҙылышында — «Ер Тарғын») исемендә күбеһенсә пшғри формала йәшәүе, Октябрь революцияһына тиклем үк яҙып алшшуы һәм бер нпсэ тапҡыр баҫтырып сығарылыу ы билдәле 1. «Ҡаҙаҡ әҙәбиәтепец тарпхе»ндә (I том, бореііео китаи, Алматы, 1960) килтерелгән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ҡаҙаҡса варианттар, башлыса, хәҙерге Кустанай, Ырымбур әлкәләрендә йәшәгән ҡаҙаҡтарҙан яҙып алынған. 1

1 Н. И ль м п п с к п ғт. Ер Тарғьш. Ҡазан университете баҫмаһы, 1862. (Табын ырыуы Марабан аҡындан яҙьш алынған. Һуңғы баҫмалары: Ер Тарғыл, ҡаҙаҡ эносы, 2-се китап, Алматы, 1957; «Батырлар гцыры», Алматы, 1959); В. В. Р а д л о в. Ер Таргын. — В сб.: Образцы народной литературы тюркских племен, живущих в Южной Сибири и Джунгарской степи. Часть III, Спб., 1870; Д. Н. С а р к и и. Ер Таргын. Оренбург, 1904.

Башҡортса варианттар ҙа шул тирәлә: беренсе тапкыр («Тарғыи батыр») 1938 йылда Баймаҡ районында, икенсе тапҡыр («Тарғыи менән Ҡужаҡ») 1959 йылда Ялан-Ҡатан башҡорттарынан (Курган әлкәһендә) яҙын алынған. Нуғайса варианттар хәҙерге Әстрхак әлкәһендә, Төньяҡ Кавказда һәм Ҡырымда табылған 1.

Әҫәр, әлбнгтә, һәр халыҡтың эпик репертуарында үҙенсәлекле тоҫ алған, уның үҙ рухи ихтыяждары, поэтик традициялары ерлегендә формалашҡан. Н. Нльминский тарафынан баҫтырып сығарылған ҡаҙаҡ варианты, мәҫәлән, Тарғындың хәрбп батырлыҡтарын күрһәтеүгә ҡоролған. Бында ул ил-халыҡ бойондороҡһоҙлоғон һәм шул ук ваҡытта шәхес азатлығын яҡлаусы батыр булып алға баҫа. Шуныһы характерлс, шәхси прск һөйөүсе батыр ҡайҙа ғына килмәһен, һәр урында был ханлыҡтың үҙаллыгы осон дошман яуына ҡаршы сыға, ғәҙәттән тыш батырлыҡтар күрһәтеп, еңеү килтерә, әммә, гпуга ҡарамаҫтан, бер гекә хан да упы үҙенеке итмәй, ҡыйырһыта, кәмһетә. Аҙаҡ, бер һуғышта батыр имгәнгәс, уны бпк ауыр хәлендә ташлап китәләр. Шулай нтеп, бер яҡтан, ил-халык бойондороҡһоҙлоғо «снп көрәш, икенсе яҡтан, хан менән батыр араһындағы социаль ҡаршылыҡ ҡаҙаҡ аҡыны Марабай һойләгәк сюжетгең той конфликт һыҙығын тәшкил итә; герой характерендәге психологик ҡаршылыҡтарҙы ғына түгел, ваҡ ханлыҡтарға бүленгән феодаль йәмғиәттең ижтимағи ҡаршылыҡтарын да аса.

Башҡорт варианттарының нигеҙендә лә, асылда, ошо уҡ конфликт ята, әммә бында Тарғындың яугирлеген киң һүрәтләү юҡ. Үҙәккә батырҙың үҙецә тейешле ҡыҙҙы юллау сюжете (традицион сюжет!) алынып, конфликт шәхес азатлығын яҡлау, прекло мөхәббәтте хуплау юнәлешендә хәл ителә. Әҫәр, «Мамай хан хикәйәте» кеүек үк, яуыз хандарҙан үс алыу тойгоһо менән ослана.

Хикәйәттә традицион сюжеттец яңы тарихи шарттарҙа халыҡтың рухи ихтыяждарына якьщайтылыуы, персонаждарҙың яңы мотивтар менән ҡылыҡһырланыуға иғтибарҙы тарта.

Батырҙың «үҙепә яраҡлы ҡыҙ» эҙлән сыгыл китеүе — эпоста борондан килгән мотив, ләкин бында ушаң үтәлеше, егет мекән ҡыҙҙың осрашыуы һәм танышыуы үҙенсәлекле. Батыр үҙенә тейешле ҡыҙҙы ғәҙотп тормош шарттарында таба, юлда һнс ниндәй ҡаршылыҡтарға осрамай. Ҡыҙ ҙа — оирәк, аҡҡош йәки башҡа төрлө ҡош ҡиәфәтендә түгел, ә ғәҙәти ҡыҙ. Барпанттарҙың береһендә ло, мәҫәлән «Аҡбуҙат» йәки «Заятүләк менән Ьыуһылыу»- ҙағы шикелле тартҡылашыу ҙа, «Алпамыша»лағы кеүек кос һы- нашыу-көрәшеү ҙә, ғәҙәттән тыш ауыр шарттар ҡупыи, егетте албырғатыу ҙа юҡ. Шул уҡ ваҡытта бында «Ләйлә мекән Мәжнүн», «Буҙйегет» сюжоттәрокдәгесә үтә ҡыҙыу мохәббәт ялҡыны ла дөрләмәй. Танышыу, бигерәк тә, Ғ. Хисамов вариантында, үҙенең тәбиғилеге, ике йәш йөрәктең эскерһоҙлеге, үҙ-ара тдҙ

1 Карағыҙ: А ш и м С и к а л и е в. История собирания и публикации ногайского фольклора.— Карачаево-Черкесский научно-исследовательский іотстптуг экономики, истории, языка и литературы. Труды, серия филологическая, выпуск VI, Черкесск, 1970.

аңлашыу ы менән диҡҡәтте тарта. Ҡыҙ менән егеттең танмшыуык ғәҙәти һүрәтләү игынан «Тарғытг батыр» берҙән-бер әҫәр түгел. «Ҡынсаҡ егете менән башҡорт ҡыҙы» исемендә һойләмгөн диалогта ла, асылда, шуны уҡ күрергә момкин.

«Тарғын менән Ҡужаҡ» исемендә Кирәй Мәргән яҙып алған варианттарҙа ла осрашыу-таныпшу тәбиғи шарттарҙа һүрәтләнә. Йыйын ойоштороп осрашыу-күрешеү, табышыу-таиышыу боронғо милли көнкүреш йолаһы булған кеүек, көрәштә еңен сыҡҡан батырға ҡыҙ биреү — фольклорҙа киң таралған традиция. «Алпамыша» сюжетендә, мәҫәлән, был шартты Барсынһылыу хатта үҙе ҡуя. батырҙар менән үҙе көрәшә. «Тарғын менән Ҡужаҡ»та пһә был мотив, үҙенең боронғо эпик һыҙаттарын ташлап, геройҙарҙың реаль тойголары менән үрелә: корәштә еңен сыҡҡан батырҙы ҡыҙ үҙе һайлай, бер ниндәй шарт ҡуймайынса, уға бпсә булырға ризалығын белдерә. Тимәк, мөхәббәт тойғоһо өҫтөн ҡуйыла.

Марабай аҡын һойләгән ҡаҙаҡ вариантында ла эш шулай тора.

Варианттарҙың барыһында ла егет менән ҡыҙҙың ҡауышыу теләге (ирекле мөхәббәт) ата ҡаршылығына осрай. Ни өсөн Аҡса- хан ҡыҙын Тарғыкға бирмәй?

Ҡаҙаҡ нарнацгында Аҡсахак, ҡыҙы Тарғын менән ҡасмн киткәс, халҡын йыйып, бына нәмә ти: «Мин был ҡыҙымдың ул ҡыр- гыҙ менән киткәненә риза түгелмен, ул ҡара кеше ине. Ҡыҙым китһә кәрәк ипе хан балаһы менән,... ҡара кеше менән китте...» 1

Башҡорт вариантында ла Аҡсахак менән Тарғын араһында гәмәлдә шул ук социаль тигеҙһеҙлек ята.

Тимәк, сюжеттә социаль мотив төйнәлә. Икенсе торло әйткәндә, Аҡсахан «ҡара кешо» (йәғни түбән ҡатлам кешеһе) менән туганлашырға хурлана.

«Заятүләк менән һыуһылыу», «Ҡара юрға» һәм «Алпамыша»ныц ҡайһы бер варианттары егеттең ҡыҙҙы алын үҙ иленә ҡайтыуы, ғаилә ҡороуы мепәп тамамлана. «Ҡуҙыйкүриәс менән Маяиһылыу»- ҙмң бер варианты, «Таһир менән Зоһрэ», «Буҙйегет» ҡиссалары ғашиҡтәрҙең фажиғәле үлеме мепәц ослана. «Тарғын менән Ҡужаҡ» хикәйәтендә иһә батырҙың ҡыҙҙы үҙенә алыуы менән сюжет башлана ғына. Бөтә ҡаршылыҡ, ҡыҙ осон көрәш алда тора.

Сюжеттең был олөшокдэ хәл-ваҡиғаларҙың шаҡтай ҡатмарлы психологик төҫ алыуы, варианттарҙыц мәсьәләне торлосә хәл итеүе күҙгә ташлана. Тарғын мепәп Ҡужаҡтың бәрелешен һүрәтләгән эпизодтарҙа, әлбиттә, ике идеологик тенденция, атап әйткәндә, каплә ҡороу мәсьәләһендә реакцион йолаларҙы яҡлаған натрнархаль-(Ьеодаль ҡараш һәм шәхес азатлығын, йәштәрҙең мохәббәт тойғоларын хуплаған прогрессии-демократии ҡараш сағыла, әммә бер-берсһенә ҡапма-ҡаршы булған был ике тенденцияның бәрелешен эстетик баһалауҙа варнапгтар араһьшда берҙәмлек юк. Әгәр ос варпапт.мәсьәләне ос торло хәл итә икән, был уларҙың төрлө шарттарҙа барлыҡҡа килеүен йәки бер үк хикәйәт-

1 Батырлар /ңыры, Алматы, 1959, 275-се бпт.

тец торло мөхиттә торлосо һөйләнеп йөроүеи, тимәк, сәсәндәр- ҙец әле идея ятынан бер төптән булмауын күрһәтә.

«Таррыи батыр» тигән вариантта Ҡужакты билдәле дәрәжәлә «халыҡтың аңын үҙендә туплаған ҡарт батыр» тип баһаларға мом- кин, ә тегеләрендә иһә ул — бары Аксахакдың ихтыярын үтәүсе, патриархаль-феодаль көнкүреш йолаларына йәбешкән яуыз көс. Шуга күрә лә ул М. Бәширов вариантында йәштәр ҡулынан хаҡлы язаһын ала.

Хикәйәттең үҙәк геройы Тарғыиға килһәк, варианттарҙың бо- тәһендә лә уны азатлыҡ һөйөүсе, ғаилә мәсьәләһенә ҡарата гуманистик мөнәсәбәттәрҙе талай итеүсе һәм, аҙаҡ килеп, яуыз хандарҙан барыбер \'С алыусы йәш батыр, халыҡтың прогрессив ҡараштарын сағылдырыусы ыцгаи образ тип баһаларға тейешбеҙ.

Әҫәрҙә Аҡйондоҙ ҙа (Аҡъюныс) үҙ мөхәббәте осон актив хәрәкәт итеүсе персонаж булыуы менән әһәмиәтле.

Шулай итеп, азатльгк осон көрәш мотивтәро әҫәрҙәрҙең береһендә хандарҙы ҡәһәрләү планында асылһа («Мамай хан хикәйәте»), икепсөләрендә батырҙарҙың иҙеүселәргә ҡаршы яуға күтә- релеүҙәрсидә асыҡ күренә («Мәргән.менән Маянһылыу»), Шул уҡ ваҡытта хикәйәттәрҙең ҡайһы берҙәрендә («Ек Мәргән») хандарҙың үҙҙәренән изгелек котоү, аяу өмөт итеү кеүек сикләнгән ҡарагагар ҙа сағылып үтә. «Таргыц менән Ҡужаҡ» сюжетекдә иһә азатлыҡ мотивтәре халыҡтың яңы рухи ихтыяждары менән тығыҙ бәйләнешкә инеп, тарихи-миллп үҫештәге ҡаршылыҡлы нроцестәрҙе һәм ҡапма-ҡаршы идеялар бәрелешен кәүҙәләндерә.

Тарихи ысынбарлыҡҡа, халыҡ тормошона яҡынайған һайын, сюжет төҙөлөшөндә һәм образдар системаһында мифологик буяуҙар кәмей йәки бөтә бара, реалистик һыҙаттар асығыраҡ һыҙатлана килә. Был иігде эпик традицияларҙың ниндәйҙер бер кимәлдә ҡатып ҡадмауык, ә халыҡтың эстетик аңы һаман киңәйә һәм аныҡлана барыуына бәйле рәүештә үҙгәреүен, яңы р ыу ын раҫлай.

* * *

Башҡорт ырыуҙарының үҙ иректәре менән Рус дәүләтенә ҡушылыуы башҡорт халҡының тарихи \гҫешепдә принципиаль боролошто билдәләгән ҙур ваҡиға булды.

«Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы Нугай, Себер, Ҡазан феодалдарының аяуһыҙ хакнмлегено сик ҡуйҙы, феодаль тарҡаулыҡты, улар араһында оҙлокһоҙ булын торған сабыуылдар- ҙы боторҙо... Бер дәүләт эсендә берләшеү башҡорттарҙың халыҡ булып ойоша алмау ҡурҡынысын юҡҡа сығарҙы... Башҡортостандың Россияға ҡушылыуы башҡорт һәм рус халыҡтарының оҙлокһоҙ дуҫлығына юл асты»1.

Үҙәк рус дәүләтенә ҡушылыуҙың башҡорт халҡының артабанғы экономик, политик һәм рухи тормошонда прогрессив әһәмиәт- —

1 Р. К у з е е в, Б. Ю л д а ш б а о в. 400 лет вместе с русским пародом, стр. 64-65.

лө тарихи боролош булыуын дорөҫ билдәләү менән бергә Башҡортостанға ҡарата батша самодержавиөһе, асылда, колониаль политика тогоуык да әйтмәй момкин түгел бында. «Алпауыттарҙың, дворяядәрҙең, ә һуңынан әре буржуазияның мәнфәғәттәрен күҙәтеп, царнзмдең политикаһы милли-колониаль һәм социаль иҙеүҙә тәрәнәйтеүгә юнәлдерелгәйне. Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң башҡорттар азат халыҡ булманылар әле. Улар рус алпауыттары дәүләтенең һәм башҡорт феодалдарының иҙеүе — икеләтә иҙеү аҫтында ҡалдылар» 1.

Әммә бында шуныһып дорөҫ аңлау моһим: милли һәм социаль иҙәү тәрәнәйгәп һайын, самодсржавиенең реакцион политикаһына Һәм урындағы феодалдарҙың синфи теләктәренә ҡапма-ҡаршы рәүештә, хеҙмәтсән башҡорт халҡының күңелендә бер-береһепә тығыҙ бәйләнгән ике тойго көсәйҙе. Уйың береһе социаль азатлыҡ һәм милли тиңлек, ғәҙеллек өсои корөштө кыҡышмалыраҡ дауам итеү булһа, икенсеһе — бөйок рус халҡына тәрән ихтирам һәм дуҫлыҡ тойғоһо, уртаҡ Ватан Россияны «халыҡтар тормәһе» иткән батшалыҡҡа ҡаршы көрәштә рус халҡы тирәһенә тупланыу, берләшеү тойғоһо ине.

XVI быуаттың уртаһынан Октябрь революцияһына саҡлы дүрт йөҙ йылға яҡын был ара фольклорҙа төрлө жанрҙа ифрат күп әҫәрҙәр тыуҙырған, ҡатмарлы сағылыш алған. Ҡатмарлылыҡ бөтәһенән элек ижтимағи ироцестец үҙенә, әле әйтелгән ике тойғо — пко яҡлы тарихи ыптылыпгка бәйле булып, ижадта ҡаршылыҡлы, ваҡыты-ваҡыты менән хатта ҡапма-ҡаршы идеялар бәрелешенә нәкп үтә көсөргәнешле кисерештәргә юлыҡтырған. Быны боронғо эпик традицияларҙы яцыеа дауам иткән «Байыҡ Айҙар сәсән» тигән үҙенсәлекле әҫәрҙә лә, тыуған ил һәм батырҙар тураһындағы ҡобайырҙарҙа ла, әхлаҡ һәм тормош-көнкүреш философияһын сағылдырған әйтемдәрҙә лө асыҡ күрергә була.

«Старшина Мәсәғүт» ҡобайыры, мәҫәлән, «ҡурғаусылыҡ», айырым йәшәү фекерен алға һөргән феодалдар, улар йырын йырлаусылар менән, гүйә, бәхәскә инеп, уларға ҡаршы әйтелгән аҡыллы һүҙ кеүек ҡабул птелә. Халыҡҡа морәжәгәт итеүсе аҡһаҡал «ҡазыйлы» (йәғни бер хужалы, бер хөкөмлө) илдең ботонло- гоң, өҫтөнлөгөн яҡлан, шундай илгә ҙур өмөт бағлай.

Мәшһүр Ғәбит ҡурайсынан 1907 йылда яҙып алынған «Ай Уралтау, Уралтау» исемле ҡобайыр ҡайһы бер мотивторе һәм шпғрп һүрәтләү саралары меноп Урал тауына арналған лирик ҡобайырҙар циклына яҡын торһа ла, азатлыҡ өсөн көрәш идеяларын асыҡ һыҙатландырыуы яғынан уларҙан ныҡ ҡына айырыла. Әгәр «Уралтау», «Ан Уралым, Уралым», «Урал тигән иләм бар» һәм «Уралын ятҡан Уралда» исемендә киң билдәле ҡобайырҙарҙа бай шиғри тасупрләүҙәр, үҙенсәлекле поэтик троптар арҡылы халыҡтың үҙ иленә тәрән мөхәббәте, ата-бабаларҙан рухи аманат булып ҡала килгән мөҡәддәс ҡараштары сағылдырылһа, «Ай Уралтау, Урал

1 Шунда ук, 86-сы бпт.

тау» ҡобайырында тыуған ер тотөнсәһе ил-халыҡ азатлығы идеялары менән үрелә.

Үҙәкләшкән һәм һаман нығый, көсәйә барған Рус дәүләтенә ҡушылыу башҡорт ырыуҙарының этник яҡтан опошоуып тиҙләтте. Фольклорҙа ошо тарихи процестсц дә асыҡ сағылыуын күрергә момкик. «Ете ырыу» легендаһына ингән, уның топ идея- эстетик йөкмәткеһен тәшкил иткән ҡобайырҙар, мәҫәлән, тау сәсәндәре менән ялан сәсәндәренең юҡтан ғына һүҙ корәштереүе йә булмаһа хатта, әйтештәр жанрындағы һымаҡ, сәсәңдәрҙең йор лоғоп, һүҙгә оҫталығын һынау гына түгел. Бында берләшеүгә юл тоткап ырыуҙарҙың пл-йорт осон урын «һайлауҙары» тураһында, тимә к, этник берлектең төп нигеҙе тураһында етди һүҙ бара. Шул ынтылыштарҙың тәүге тарихи емеше булып, Коньяк Уралда монгол ябырылыуыка саҡлы уҡ Ете ырыу берекмәһенең йәшәгәнлеге бплдәле. Ҡобайырҙа Уралтау ошо этппк берекмәнең территорияһы тнп таныла, һис ни менән алмаштырылмаҫ Тыуған ил образы булын кәүҙәләнә.

«Ҡуҙыйкүрпөс менән Маянһылыу», «Зоһрә менән Алдар» ко- үек ҙур күләмле хикәйәттәрҙә лә беҙ, асылда, ошо тарихи про- дестец — башҡорт ырыуҙарының берләшеүгә ынтылыштарының үҙенсәлекле сағылышын күрәбеҙ. Монгол ябырылыуы был ироцсс- те өс быуатҡа туҡтатып торған, аҙаҡ сиктә халыҡты торло ханлыҡтарға бүлгеләп боторгән көртә булды, әммә башҡорт ырыуҙарының аңында Урал пл-йорт төшөнсәһе, яуыз хандарға ҡаршы көрәшкә эйҙәүсо символ булып ҡала килде. Алтын Урҙа һәм Нугай, Ҡазан ханлыҡтары дәүеренә ҡараған хикәйәттәрҙә ил азатлығы өсөн корәш идеяларының сағылышы — был, әлбиттә, халыҡтың үҙаңыңда милли тойғоноң тыуыуына, эҙлекле рәүештә көсәйә кплеүеңу бәйләнгән әһәмиәтле күрепеш.

Ошо күҙлектән лирик ҡобайырҙарҙа Тыугап пл образының үҫтерелешен күҙәтеү әһәмиәтле. Боропғораҡ дәүерҙәргә ҡараған «Уралтау» («Ете ырыу» көйоң аңлатҡан легендала килтерелгән ҡобайырҙарҙы шул исемдә йоротөргә мөмкин), «Ап Уралым, Уралым», «Урал тигән илслі бар» тигән ҡобайырҙарҙа Урал боронғо ата-бабалар тарафыкап үҙҙәренә йәшәү тобәге итеп һайланған йәки, «Урал батыр» эпосыпдагыса, яуыз мпфнк көстәрҙән яуланып алынған нзго ер птеп күрһәтелә, уның ҡош-ҡортҡа, ср-һыуга — һәр нәмәгә байлығы, матурлығы тасупрләпә. Был әҫәрҙәрҙә, «Иҙел йорт» кобайырыкдағы кеүек үк, образдың нигеҙендә, башлыса, ике нәмә ята. Береһе — йәнлектәргә һәм төрлө ризыҡтарға бай Урал тәбиғәте кешеләргә муллыҡта йәшәү, «ҡайғыһыҙ» тормош көтөү сығанағы булһа, икенсеһо — Уралдың үҙе үк, «илгә дошмап килгәндә, ышыҡ», илде ҡурсыған «ҡорал» хеҙмәтен үтәүе («Ай Уралым, Уралым»). Урал-пл образы халыҡтың эстетик идеалында шул саҡлы күркәм, тул саҡлы хор булып төҫмөрлөнө, унда хатта кешеләр менән йәнлектәр араһында ла тигеҙлек һәм дуҫлыҡ хакимлек птә.

Тәбиғи тигеҙлек, хорлөк донъяһын боҙған мотпитәр «Уральти ятҡан Уралда» тпгәп ҡобайырҙа осрай:

Уралтауҙың буйында Байы да, фәҡир ҙо бар,

Байытам, тпп тир түккәп [һис мандымаҫ] бахыр ҙа бар.

Йәки:

Уралтауҙың аҫтында Тимер ҙә, комош тә бар;

Уралтауҙьщ еҫтонда һугыш та, үлеш тә бар.

«Ил тигәндең кеме юҡ» тигән иобайырҙа ла ошондай уҡ мотивтар сағыла. Халыҡтың ил берҙәмлеге тураһындағы хыялдарыңа социаль тигеҙһеҙлек һәм яуызлыҡ мотивтәренец килеп инеүе был ҡобайырҙарҙың синфи йәмғиәт шарттарында ижад ителеүе, халыҡ аңының юғарыраҡ стадияға күтәрелеүе хаҡында һойләй. «Перовский йәйләүе» социаль тигеҙһеҙлек һәм милли иҙелеү мотивтәрең юморлаштырып һүрәтләү менән ҡыҙыҡлы.

Антагонизмгә ҡоролған йәмғиәт халыҡ аңыпда синфи айырымлыҡтарҙы тыуҙыра. Тормошто таный белеүҙә халыҡ барган һайын үҙенең социаль көрәш тәжрибәһенә таяна, үҙенең күҙәтеүҙәренән тәрәп мәғәнәле һығымталар яһай. «Бейек тауҙың үлгәне...» исемендә йөрөгән ҡобайыр — ана шундай әҫәр. Уның һәр строфаһында, һәр юлында еппфп йәмғиәттә күп тапҡыр һыналған тарихи дөрөҫлөк, кире ҡағылмаҫ хәҡиҡәт ята.



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-06-13 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: