Тапатырмы ерен дошмандан, 7 глава




Ут яғалай шеш күрҙем,

Ут яғалай шеш күрҙем,

Шеш башында ит күрҙем,

Шеш башында ит күрҙем, Йыйырылған ҡойҡаһы, Йыйырылған ҡойҡаһы,

Ҡарайып көйгән суңҡаһы, Ҡарайып койгәк суңҡаһы, Имәнесле баш күрҙем,

Имәнесле баш күрҙем,

Баш күрҙем, ау, баш күрҙем 8. — Әй төш күрһәң, төш күрһәң, Әй төш күрһәң, төш күрһәң, Төшөңдә ҡыҙыл ут күрһәң, Төшөңдә ҡыҙыл ут күрһәң,

Ут ягалай шеш күрһәң.

Ут яғалай шеш күрһәң,

Шеш башында нт күрһәң,

Шеш башында нт күрһәң, Йыйырылған ҡойҡаһы,

Й ый ырылғац ҡойҡа һы,

Ҡарайып койгән суңҡаһы, Ҡарайып көйгән суңҡаһы, Имәнесле баш күрһәң,

Имәнесле баш күрһәң,

Үҙ башыңа ҡарт убыр!

Үҙ башыңа ҡарт убыр!9

[6]

Торомтай * тигән тойғон ҡош, Торомтай тигән тойғон ҡош Ауанан * килеп тошто, тн, Ауанан килеп тошто, ти; Бармаҡ баштай бал ҡорто, Бармаҡ баштай бал ҡорто Бауырын оҙон сыҡты, тн, Бауырын оҙоп сыҡты, ти; Әлемтәй менән Ҡоломтай 10, Әлемтәй менән Ҡоломтай Ҡыуа килеп етте, ти,

Ҡыуа килеп етте, ти; Бүлтсректәй бүреләй, Бүлтеректәй бүреләй,

Илде бүлеп ботто, ти,

Илде бүлеп ботто, тн.

Ботто, ти, ау, ботто, ти.

Иҙел буйында Сыңғыҙ хандың уландары яу менән үткән һуң, йәнә бик күп заман киткән һуң, Мамай хан ил биләгән. Мамайҙың атаһы Муса хандың 11 ике ҡатыны булып, беренсе ҡатынынан ете ул, икенсе ҡатынынан биш ул тыуган. Мамай икенсе ҡатындан ты у га н бишенсе ул, кинйә ул булған.

Мамай яу сабырға яратыр, һәммәһеп ҡырыр-ҡыйратыр, барсаһын баш эйҙереп үҙокә ҡаратыр иманһыҙ бер яу батыр булған. Мамай үткән бер ерҙә халайыҡ ҡырылған, ауыл үртәлгән, ҡаланың коло күккә осҡан.

Ураҡ 12 атлы бер ғәскәр башы Мамайҙың тоғро юлдашы булған. Улар икәүләп докълпыц аҫтын оҫкә килтереп йөрөгәндәр.

Мамай менән Ураҡ, донъяны шулай пцләп тә буйлап ҡыйратьш йөрөй торғас, Ҡаф плепә 13 барын сығалар. Халҡын ҡыралар. Ҡаф ханын үлтерәләр. Ошо Ҡаф илендә Мамайҙың үҙепә лә донъя менән хушлашырға тура килә. Уның гәскәрсн тамам тар-мар итәләр. Үҙен тотоп үлем язаһына хөком итәләр. «Күпме илде, күпме халайыҡты нахаҡҡа ҡанға батырып, мөлкәтен талап, торлағын үртәп үттең һин, яуыз Мамай!— тиҙәр.— Халыҡ ҡаны, үкһеҙ балалар күҙ йәше. ҡарт-ҡоролар ҡарғышы ебәрмәй ул. Хәҙер үҙеңдең башыңды ҡырҡыр мәл етте. Нн әйтерең бар? Әйтер һүҙеңде әйтеп ҡал!»— тиҙәр.

Шунан һуң Мамай үҙенең һуңғы һүҙен ошо рәүешле һамаҡлап әйткән, тн:

МАМАП ХАН ХИКӘЙӘТЕ

Иҙел башы Ирәмәл тау —

Минең атам Мусаның Иле ҡунған ере нне;

Яйыҡ башы ҡара урман —

Мпнец атам Мусаның Йәй йәйләгән ере нне;

Ҡыҙыл, Өйсүк, Биштамаҡ 14

Минең атам Мусаның Ҡыш ҡышлаған ере ине 15.

Табаны яҫы тарлан буҙ —

Минең атам Муса хан Менеп йөрор аты нне.

Даусы менән даулашыр,

Даулашыр ҙа яу асыр —

Минең атам Муса хан Шундай дана зат ине.

Иле илегеп ҡунған ер,

Ҡышын ҡышлап торған ер,

Йәйҙәрен йәйләгән ер,

Бейәләр бәйләгән ер,

Билгә ҡылыс таҡҡан ер,

Киреп уғын атҡан ер,

Күп ғәскәргә баш булып,

Алыҫтарға сапҡан ер,—

Бары ла ҡалған ата-бабайҙап.

Бары ла ҡала хәҙер Мамайҙан...

Бына ошо һуңғы һүҙҙәрен әйткәс, ир яманы Мамайҙың башын оҙо сапҡандар, ти.

ЩГ

МӘРГӘН МЕНӘН МАЯНҺЫЛЫУ

Уралдың һылыу ҡыҙҙарын, Ҡарағусҡыл сейәләй Янып торған йоҙҙәрен, Шәлкемләгән ебәктәй Шоморт ҡара сәстәрен,

Сал боркоттәп кәпәйеп,

Ҡалҡып торған түштәрен,

Атта уйнап сыныҡҡан,

Бал ҡортондай билдәрен, Ҡырсынташҡа һибелгән Көмөштәй сыҡҡан моңдарын, Айҙай ҡыйғас ҡаш аҫты

Ҡыуғалы һылыу күлдәрҙән, Керпек үтә һөҙөлөп,

Йыл майы усан күҙҙәрен һылыуҙарҙың белгән һуң, Айҙан Урал һылыуы —

Ма янды бер күргән һуң. Пуган хан 10 уй туплаған, Маянды алайым тип, Атаһынан һораған.

Йәндән күргән балаһын Берәү тотоп бпрерме? Уралдың к үҙ ҡараһы М аян тигән һылыуын Уралдың үҙ буйында һөймәгән ир булырмы?

Хан, алам тип, яу асҡан,— Мая нһы л ыу, би ре л м ә й, Шырлыҡ урманға ҡасҡан. Маян атаһы Нәҙершә Йәштән батыр булһа ла, Күп яуҙарҙы күрһә лә, Дошман уғы тейгән һуң, Сулаҡ булып бер ҡулы, һуҡыр булып бер күҙе, Ярты батыр ҡалған һуң, Инде ҡорбаш * булырлыҡ Косо юғын һиҙгән һуң.

Зар илаған халҡына, Йыйып, былай тигән ул:

— Уралда тыуҙым нр булы Йәштән үҫтем хур булып, Барын күреп беләһең. Күрмәгәндәр — ишетеп. Ҡанлы яуҙың башында Данлы батыр һаналып, Килмешәк хан яуынан Ҡан илаған илемде Ҡурсып, яуҙа күп сапҡан Мине барың беләһең. Аҙаматтар, хәҙер ҙә һис йөрәгем ҡайтмаған, һаҙаҡ тотоп атырҙай Уң ҡулым тик һынған һуң, Үлем билдәһе булып, Башыма сал ҡунған һуң, Бер быуындың ботонө — Йәшем йөҙгә еткән һуң, Яуға сабыр батырҙар

Иҫәбенән сыҡҡан һуң, Уралдың йәш үҫмере,

Типһә тимер оҙорҙәй Ирҙәр үҫеп еткән һуң, Ҡорбашын * мин берәүгә Т а н шы р а ii ы м, ҡ у стыл а р.

Халыҡ шунда һөйләшеп, Ыласын үтмәҫ уғынан,

Айыу китмәҫ ҡулынан, Мәргәнлектә дан тотоп,

Үҙ исемен юғалтып,

Ботә тирә илдәрҙә Мәргән тигән дан тотҡан Йәш батырҙы билдәләп,

Ҡор башы тип, ҙур һанап, Яуға сыҡмаҡ булғандар.

Мәргән ҡорбаш булған һуң, Оран һалған Уралға:

«Атҡа менеп, барыһы Ирәмөлгө 17 килергә!»

Маян күргәс Мәргәндең Яуға батыр йыйғанын,

Яу сабырға йыйынып һаҙаҡ ҡайрап йорогәнен, Югереп йортона ҡайтҡан, Атаһына һүҙ асҡан:

— Серең йәшереп балаңдан.Бойоғоп торма, атаҡай; Сәсем оҙоп булһа ла, Йөрәкһеҙ, тимә, атаҡай; Ярты олошло булһам да, Йөрәгем ҡуш, атаҡай;

Ҡыҙ ир-егет булмаҫ, тип Кәмһетмәҫе, атаҡай.

Илде яуҙар баҫҡанда,

Барыһы атҡа менгәндә,

Мин дә атҡа менәйем,

Яу сабайым, атаҡай.

Быны ишеткәс Нәҙершә Әйткән ҡыҙы Маянға:

— Илдең күрке, балаҡай, Атҡа менгән нр булыр,

Яуға сапҡан пр булыр,

Ил һаҡлаған ир булыр. Илдең ыуы *, балаҡай,

Илде һатҡан ир булыр,

Серҙе һатҡан ир булыр, Яуҙан ҡасҡан ир булыр.

Ап, балаҡай, ҡыҙ бала,

Ҡуш йорәкле булһаң да, Ҡулға һаҙаҡ алырҙай, Дошман яуын ҡырырҙай, Үңгэн * менән дошмандың Яуын кире ҡағырҙай,

Атың уйнап барғанда,’ Дошман таңға ҡалырҙай, Шүлгән менән Мәсемде Ҡыйралдырғац һәүбәндәй 18, Ҡая ярып һыу биргән Иҙел менән Яйыҡтан 19, Бабсаҡ ҡанын эҙләгән Күҫәк бейҙәй 20 түголһец. Яуға барам, тиһәң дә, Дошманыңа яу асыи,

Илдең ҡонон алырҙан,

Яуга батыр түгел һең.

Маяң әйткән атаға:

— Ирлек тигән атама — Батырға тамға түгел ул. Оҙон сәсле ҡыҙ булыу — Хурлыҡҡа тамға түгел ул. Алпамышаны 21 ҡойонан Барсын 22 алған түгелме? Нәркәс 23 һылыу корәштә Яйыҡты йыҡҡан түгелме? Даплы аҡбуҙ толпарын Нәркәс алған түгелме?

Иҙел — минең һыулауым, Яйыҡ — минең йәйләүем, Урал — минең тойәгем, Мине бәпләп * үҫтергән; Биттәрендә уйнатып,

Кәпәс осон төлкоһон.

Йыл аша бер түлләтеи,

Тун итергә бүреһен,

Йәйенә өс түлләтсп,

Ит итергә ҡуянын,

Моң ойрәткән ҡоштарын Урманыңда үҫтергән;

Сәскә менән биҙәлгән Туғайында йыуаһын, Быуат-быуат ил моңон

Моңлай торған ҡурайын Тағы һаҡлап үҫтергән,

Шул Уралды яу баҫҡас,

Яу сабыуҙан тайшанып, Ятын ҡалған булырмы?

Яуға сапмай, дошмандан Өркөп ҡалған булырмы?

Аҡбуҙ атыц бир, атай,

Үҙем яуға сабайым.

Кенәм бетһә, атаҡай, Түшәгендә үмгәнсе,

Батырҙар мәй китәнем,

Бер табандан торайым,

Илем өсөн үләйем.

Ата әйткән шул* ерҙә:

— Улай булһа, балаҡай, Серем һөйләп бирәйем,

Асып һицә йөрәгем.

Урал буйы был яҡҡа, Тамъян, Бөрйән, Ҡыпсаҡҡа, Ашҡаҙар, Дим, Яйыҡҡа Указ килгән Нуғайҙан:

Бары миңә баш эйһен, һылыу ҡыҙҙан бер нөгәр *, Айыры тояҡ биш көтоү 24, Йылҡыһынан ун өйөр Бирегеҙ, тип, яһаҡҡа.

Йортомдап берәү ат менеп, Яуға ҡаршы сыҡмаһа,

Миңә хурлыҡ, балаҡай; Ҡорал тотҡан ир күреп, Ҡолаҡтарын ҡайсылап, Ашауҙан ҡалып буҙ толпар Йөрәкһеп тора, балаҡай. Ярар, ҡыҙым, мен атҡа, Ҡул ҡаушырып тормағыҙ. Аяҡҡа баҫҡан ир, ҡатып,— Барың атҡа менегеҙ.

Рөхсәт алғас атанан,

Маян шунда ат менгән, Мәргәнде эҙләп табып, Батырҙар менән бергә Яуға бараһың әйткән. Мәргән һойгән Маядыв Күргәс тағы шатланған, Шунда төйәк туплаған;

Ҡорал кейеп, ат менеп, Илдән батыр ііыям тни, Маяпды шунда ҡалдырып,

Ил аралап киткән, ти.

Мәргән илдә йөрөгән һуң, Күп ерҙәрҙе үткән һун.

Бөтә батырҙы йыйып,

Былай оран һалған, ти:

— Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем, Тыңлағыҙ һеҙ, аҙамат, Минең әйткән һүҙҙәрем — Нәҙершәнән аманат.

Указ килгән был яҡҡа,

Урал буйы халыҡҡа, Тамъян, Бөрйән. Ҡыпсаҡҡа, Мал-тыуарҙан күн торло Бирегеҙ, тин, яһаҡҡа. Мал-тыуарҙан яһағын, һорағанын түләнек,

Шулап ҙа ул ҡуйманы, Яуын асты был яҡҡа.

Аҙаматтар, белегеҙ:

Уралып ятҡан Уралтау — Беҙҙең һөйгән илебеҙ,

Ай Уралтау. Уралтау. Уралын ятҡан Уралтау, һаҡланған ил яуында,

Яуға сабыр батырҙар Ат опрәткип буйында,

Ай Уралтау, Уралтау. Атабыҙ кейәү булған ер. Әсәбеҙ килен булған ер, Кендегебеҙ киҫкән ер; Балтырғаны беләктәй, һарынаһы еләктәй, Йылғалары көмөштәй,

Тәмле һыуын эскән ер.

Ялбыр ҡойроҡ, утлы күҙ Бүреһе күп Уралтау.

Ҡыҫҡа ҡойроҡ, шеш ҡолаҡ Ҡуяны күп Уралтау.

Майлай ҡуйған ҡайыштай Йыланы күп Уралтау. Алпан-толпан атлаған Айыуы күп Уралтау.

Ҡыҙ балалай биҙәнгән

Төлкөһө күп Уралтау. Ояларға урыны мул Ҡоштары күп Уралтау. Балығы аттай уйнаған Йылғаһы күп Уралтау. Баҡаһы ҡуйҙай һыулаған Күлдәре күп Уралтау. Сырҡыратып буйында Йылҡы коткән Уралтау.

М өң р этой буйында һыйыр көткән Уралтау.

Ай Уралтау, Уралтау, һине һөймәҫ йән булмаҫ, Байлығы күп Уралтау.

Уға ынтылған халыҡтарҙың Уйы төрлө, аҙаматтар: Ҡаланан сыҡҡан сауҙагәр Малың талар — бур булмаҫ; Маңлай тирен һыпырып Эш эшләгән, мал эҙләп, Тамаҡ аҫырар, — ҡол булмаҫ Ногәр * йыйып үҙенә,—

Яу асмаған дошманға, Малын йыйып ятһа ла,

Үҙ малына бей булмаҫ;

Ил һаҡларға яу асҡан,

Гүргә башы инһә лә, Ҡурайҙарҙа уйналып,

Ил телендә маҡталып, Йырҙарында йырланып, Йөрәгендә миң булып,

Исеме мәңге һаҡланып, Быуаттар буйы юғалмаҫ.

Ай, Уралым буйында, һыуын эскән нән булын, Атын менгән ир булып, Ҡыҙын ҡосҡан йәр булын, Уралға яу килгәндә, Дошман ҡулын һуҙғанда, Яуҙан ҡурҡып тормаһын. Илар күҙ ҙә бер саҡта, Йәше кибеп, көлор ул;

Яуға сапҡан батыр ҙа, Дошман киткәс иленән, Аттан төшоп, Уралдың Бпттәрепдә уйнар ул.

Ғүмер һапап, йылың да Алты айын ҡыш игә,

Алты айын йәй итә; Урмандағы ҡоштар ҙа Тырышын, айҙар ултырып, Ап-аҡ ҡына йомортҡаһын һауала һайрар ҡош итә.

Алтай, Урал типһәнен. Сыңғыҙ хан да яу асып,

Үҙ ҡулында ҡол итеп,

Бөтә улын бей иткән, Кейемен ебәк ҡамҡа * иткән, Атын арғымаҡ иткәп.

Бәҫле була ҡама туп, һылай-һыйпай кейгән һуң; Өҫтәге бәҫле ҡама туп Сепрәк була туҙған һуң. Түрҙә ултырған Сыңғыҙҙың Талап илде бей булған Балаһының күбеһе.

Илһеҙ ҡалып, хур булған. Бейлек киткәс өйөнән, Халҡы киткәс ҡулынан, Түғпе аршын бикәһе Түшәк йәймәҫ йәр булған. Алтын Урҙа биләгән Туҡтамыш 25 тнгәп балаһы Иленә таянып ат менгән.

Инде һеҙгә аҙаҡ һүҙ: Аңлағандар һүҙемде, Уҡ-Һаҙаҡтарын алып,

Яуға ҡаршы ат .менер;

Атҡа менмәй ҡалыусы Уралымда ят булыр.

Ан Уралым, Уралым,

Ҡая башың үлгәне —

Башың монар алғаны.

Ан менән көндоц үлгәне — Тонйорап барып батҡаны. Ҡара ерҙең үлгәне —

Ҡар аҫтында ҡалғаны. Уралымдың үлгәне —

Буйын дошман алганы.

Ир -егеттең үлгәне —

Плен дошман алғаны.

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Халыҡ, күҙенә ҡан һауып,

Бары атҡа меіігэн, ти; Ҡулына уҡ-һаҙаҡ алып, Мәргән менән киткән, ти.

Мәргән илдән килгәнсе, Илде туплап боткәисе, Нуғай ханы, яуйыйып, Нәҙершэнең йәйләүен Ҡапыл килеп баҫҡан, ти; һылыу ҡыҙҙарҙы сүпләп, Маянды ла бергә алып, Мал-тыуарҙы эләктереп, Алып ҡайтып киткән, ти.

Мәргән быға түҙмәгән. Бар батырын туплаған, Нуғай хандың оҫтопә Яуы менән ыҡлаған. Мәргән үҙе юл сабын, Батырҙарын эйәртеп, Хандың косой белергә, Яйыҡ аша кисеүҙең Ҡайҙалығын күрергә Яйыҡ буйына барған, ти. Бар кисеүен билдәләп, Нуғай плен аралап,

Күп халыҡты күргән, тп; Хан ҡулында зарыҡҡан, Яһаҡ түләй интеккән Күптәр барын белгән, ти. Мәргән батырҙы күргәс, Халыҡ yuan һорашыи, Ҡатын-ҡыҙы — барыһы Зарын һойләп илашҡан.

Мәргән барының зарын Инде асыҡ белгән һуң, Бынау һүҙҙәрен әйткән:

— Илем бынан йыраҡта, Урал тпгән данлы ил, Беләләрҙер был яҡта. Мин үҙем бер йырсымын, Ханға барам ҡунаҡҡа, һеҙгә тағы шуны әйтәм: Был хап барып Уралга, Илде талап ҡайтҡан, ти, Ҡ атын-ҡ ыҙын, м а л д а р ы н, Талап алып киткән, тп. Мәргән тигән бер батыр

Уралдан килә яу мепәи,

Илен баҫҡан был ханға, Батырйыйып дау менән, һеҙ ҙә бергә ойошоп,

Ул Мәргәнде котогоҙ;

Бергә ҡушылып, яу асып, Яуыз ханды ҡолатып,

Рәхәт гумер итегеҙ.

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс,

Бары бергә һойләшкән,

Ат саптырып һәр яҡҡа, Мәргән менәп бер төптән Яу асырға ойошҡай.

Мәргән барған сағында, Нугай хандың туйы икән; Тирә-яҡтан бай йыйып, Алып ҡайтҡан ҡыҙҙарын һата торған конө икән.

Хан һарайы алдында, Ауыҙлыҡ сәйнәп, сапсынып, Аҡбуҙаттың торғанын Маян күргәс, шунда уҡ Мәргән килгәнен белгән. Унан ханға асыуҙан:

«Яйыҡ башы елле ул, Терәкһеҙ тирмә ҡорҙормаҫ; Иҙел башы шаулы ул, Толпарһыҙ аша кистермәҫ; Урал тауы даулы ул,

Ҡапһыҙ ханлыҡ йәйҙермәҫ. Уралда яу күп булған,

Ил оҫтөпә ут тулған,

Батый хан 2ti да ҡул һуҙған, Барыбер аҙаҡ юҡ булған»,— Тигән һүҙең әйткән һуң, «Богәсә бер төш күрҙем, Тыңла, ханым, юрарһың»,— Тип, ханға белдермәйсә, Мәргәнгә сер аңлатып,

Төш күрҙем, тип һөйләгән:

— Бейек ҡая башынан, Ҡара урман эсенән Берәү килә икән, тим. Колоп барҙым янына, Күрешергә уйлаһам,

Ҡулын һуҙмай икән, тим.

Менгән аты талыҡҡан,

Атын күргәс егеттең,

Үҙен күргәндәй булдым;

Мин күргәндәге түгел, Өҫтө-башы алышҡан,

Тоҫо лә бик асыулы Ҡомһорап тора икән, тим. һунарсы тиһәм, ҡулында һпс бер һуҡҡы күренмәй; Яусы тиһәм, тагы ла Юлдаштары күренмәй. Шишмәгә барып һыу һоҫтом, Агына барын һыу бөрктом,— Аты һалҡын алманы;

Тәгәс менән һыу бирһәм,

Аты тағы әсмәне.

Ни булыр икән, ханым?

Был тошомдо юраһаң,

Кил гән ҡ у пакта рыңды ң Күңелдәрен табырһың,— Тигәс, хап да һүҙ асып, Ҡунаҡтарға к үҙ һалып, Юрауҙарын һораған.





©2015-2017 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных

Обратная связь

ТОП 5 активных страниц!