Тапатырмы ерен дошмандан, 14 глава




Күҙҙәремде һирпеп күп югерттем Урал ҡыҙҙарының йоҙөпэ.

Ҡыптыр ҡоштан күңелем кире ҡайтты, Молхәтһенмәй кире ойомә.

Уралымда ҡыҙҙар күп булһа ла, Йөрәгемдең сәбе һшг генэ.

Миң до һиңә шулай булам икән,

Ҡафтау булыр тигеҙ юл ғына.

Гөлбәзир:

— Ҡошҡайҙар ҙа һайрай, йөрәге ташһа, Моңоң сәсә, тормай кон һанлап; Егеттәр ҙә һылыуын ысын һөйһә,

Атҡа менә, тормай юҡты унлап.

Ҡара бауыр төлкө, ташҡан йөҙө Түл сәсергә ҡырлас тауҙарҙа;

Батыр егеттәр ҙә ҡанға йөҙә һылыуы өсөн кәрәк саҡтарҙа.

Урал тауҙа үҫкән һылыу ҡыҙҙар Үҙ батырын һөймәй булырмы?

Ҡыҙ күңелен алғас батыр егет,

Ҡыҙ буйһонмай тороп ҡалырмы?

[Салауат менән Гөлбәзир,

Икәү-ара йырлашып,

Уй-хистәрен аңлашып,] 100 Ҡыҙҙар менән йыйылып,

Бергә уйнап-бейешеп,

Көндө лә кис иткәндәр.

Гөлбәзирҙәр ҡайтҡан һуң,

Киске һыйыр һауғанда,

Салауат та кисләтеп,

Гөлбәзирҙец атаһы һағыпбайҙың йортопа Килеп тошкәп [ат менеп.

Салауат килгән] сағында, һағынбайҙыц йортонда Баяр, тархан, түрәләр Ултырғандар һөйләшеп;

Юлай улы Салауатҡа Голбәзирҙе бирергә Бөткәндәр, ти, килешеп.

Салауат быға күнмәһә,

Баярҙарға ҡаршы

Корәшеүен ҡуймаһа,

Янаралдан кос алып,

Салауатты тоттороп,

Илдәғ ситкә ҡыуҙырып Ҡотолорға, тыйырға, Ҡуйғандар, ти, нығытып. Салауат ингәс тирмәгә, Бүренән ҡур(ы)ҡҡан һарыҡтай, Бары тынғап, шым булған; Заводсылар кпсекмәй,

Атып ектерә һалын,

Китеү яғын ҡараған.

һағынбай ҙа таң менән Тпрә-күрше йәйләүгә Ат саптырып, халыҡ йыйып, Тыу бейәләр һуйҙырып, Салауаттың килеүен Данлы итеп туйлаған.

Ике-өс кон буйына Ботә тирә йәйләүҙә Уйын-көлкө шау булған. Салауат ҡайтыр саҡ еткәс, Йәш-елкенсәк, ҡарт-ҡоро, Бисә-сәсә, ҡатын-ҡыҙ,

Ботә тпрә йәйләүҙән Бала-саға — барыһы,

Берәү ҡалмай, йыйылғггс, Салауат атына менгәс,

Бөтәһе мән һаулашып,

Ошо һүҙҙәрен әйткән:

— Атамдан ҡарт-ҡороһо, Әсәмдән ҡарт барыһы,

Яҡты йөҙ мән ҡаршы алып, Йылы һүҙ мән аш биреп,

Мине ҡунаҡ иттегеҙ.

Салауат, Салауат тигәне, Баяр, байҙың ҡурҡышып, Юлбаҫар ул тигәне,—

Миң инде шул Салауат!

Урал — илем тигәндең,

Урал — атам тигәндең,

Урал — әсәм тпгәндең, Заводсылар күкрәкте Тапай хәҙер тигәндең,

Яуыз түрә, тархапдар Илде һата тпгәндең, Салауаттың айбары

Баярҙарҙы оркотоп Яҡшы булды тигәндең, Мораҙым менән Күсемдәй, Ҡараһаҡал, Аҡайҙай Булыр әле тигәндең Мин — Салауат тигәне.

Олатайҙар, әсәйҙәр!

Ағай, ҡусты, һылыуҙар!

Бейә һауып, һабанан Ҡымыҙ ҡойон һыйлаусы, Йәшлек дәртен иҫкә алып, Уйнап, колоп йырлаусы, Коләс йөҙлө еңгәләр. (Ишетегеҙ, белегеҙ:]

Илде талар баярға,

Бесәй усы миҙалға Илде һатҡан түрәгә,

Иҙеленәк һыу эсен,

Уралында ҡыҙ ҡосоп, Мал-тыуарын үрсетеп, Йылҡыларын эркелтеп,

Ил ҡайғыһын онотоп,

Рәхәт ятҡан байҙарға,

Бай тупһаһын ялаған, Яҡшатланып яраған,

Улар йырын йырлаған,

Ил хәсрәтен белмәгән,

Ғәмһеҙ ятҡан ирҙәргә,—

Ҡара ҡанға батһам да,

Уларға юл ҡуймаҫҡа,

Илде һатҡан яуыздарҙы Түшәгендә һуйырға; Йәшенеп-боҫоп иленең Ауыр көпок белмәүсе,

Ил йөҙөнән ко л о үсе,

Ике телле 101 ирҙәрҙең Яуыз телен кырҡырга Илем осөн ант иткән Салауат батыр мин булам, Салауат батыр мин булам! 102

Шулай тигән дә Салауат, бары менән хушлашып, ҡайтып киткән...103

Салауат ҡайтып төшһә, атаһына ер һатыуҙы һорап, заводсынан илсе килгән икән. Юлай ил халҡын йыйған, кәңәш бара, ти. Берәүҙәр: «һатайыҡ. Барыбер баяр урманды баҫып ала, ҡырҡып бөторә, туғайға малын ебәрә бит»,— ти, ә икенселәре: «Юҡ, һатмайыҡ!»— тип тартҡылаша икән. Салауат ер һатыуға ҡырҡа

ҡаршы һүҙен әйткән. Халыҡтың күбеһе Салауаттың һүҙен хуплағас, «былай булғас, булмаҫ инде», — тин. Юлап баяр илсеһен буш ҡайтарып ебәргән.

Заводсылар тик ятмаған, һаман босоҡ эҙләгән. Ике арала ҡанлы һуғыштар булып торған. Заводсылар һалдаттар килтертеп, кос туплағас, Салауат та һиҙенеп, бар һунарсыны йыйған, атһыҙына ат биреп, үҙекә беркетеп ҡуйған.

Салауаттың уйҙарын аталары ла һиҙеп ҡалған. Пер кон шулай иртә таң менән Салауаттың ат эйәрләп йорогәйеп әсәһе күрен ҡалған да атаһыпа әйткән. Юлай кәңәш биреү уйы менән Салауатҡа шулай тип һүҙ асҡан: 104

— Ошо осорҙа бик, балам,

Тының һалҡын һиҙелә,

Атҡа менгән копдәрец Бары ҡанлы күренә.

Баярға балта сабыу —

Батшаға ҡаршы барыу;

Уның килер бүләге —

Ҡанға батып юғалыу.

Баяр ҡылһа насарлыҡ,

Аҙыраҡ сабыр итәйек,

Яҙған ғаризаларҙың Яуабыны котәйск. һин йәшһең әле, мин иһә Илдә күп яу булғанды,

Ил күмергә әйләнеп,

Урал ҡакга буялып,

Батырҙары туралып,

Анау копгә ҡарт тоҫло,

Күбе ҡулһыҙ, аяҡһыҙ,

Танау, күҙһеҙ, ҡолаҡһыҙ Булып зәғиф ҡалғанды Ишетеп түгел, күргәнмен.

Ете йыл йороном мин.

Немец яуында булын;

Шунда алған дап менән Ғәйебемде юйған һуң Илдә түрә булдым мин 106.

(һиҙеп торам уйыңды:]

Атты һайлап алғанһың,

IЭйәрләп тә ҡуйғанһың.]

Янаралдыц алдында Миҙал бпргәп батшама Минең биргән аптымды Инде боҙмаҡ буламһың?!

Ҡайт һин, улым, ул уиҙап 10в.

Салауат:

—Атай, күп йыл серәштем Ҡаршы төшмәй һүҙеңә.

Атай, инде юл ҡуйҙым Үҙем тапҡан уйыма.

Атап, анау бармаҡһыҙ,

Пойло маңлай ҡарт саҡлы Күп яу күреп, ил гиҙгән, Байлыҡ менән дан тотҡан Ҡарт булһаң да белмәйһең. Мин йәш булып ат менеп, Батыр булып көрәшеп,

Айыу һуғып дан алып,

Урал буйы йәйләүҙе,

Аҡ тирмәләрҙе һайлап,

Атым елгән сағында,

Оло юлдар буйында Күтәрелгән саңдарҙың Ниндәй саңдар икәнеп;

Ул юлдарҙан ил талап. Ниндәй бейҙәр елгәнен — Ике ятып. бер уйлап, Башыма ла алманым.

Ппде һайлап котөүҙән Күк бүртәне менгәнгә, Атайым, һин шомланма.

Бер атыма атланып,

Урал аша артылып,

Порой ҡайтам әйлопеп. Атаҡайым, тел тобоц Миҙалыңды һаҡлауҙа,

Илгә талау килһә ло, Миҙалыңды яҡлауҙа.

Атам — түрә, тархан, тип, Баяр, батша дуҫы, тип,

Ил талаусыны күрһәм,

Ҡул ҡаушырып тормамын, Тота килеп түрәгә Ҡулым бәйләп бирмәмен. Ботә хальгк ут йотон, Ере-һыуы таланып,

Зар илашып торганда,

Яйрап ятып тирмәмдә Ҡаҙы-ял мин иммәмен.

Илем кисһә ҡан йылға,

Мин дә бергә кисермен; Илем янһа утында,

Мин дә бергә янырмын;

Илем итһә ҙур туйын, Саҡырылған ҡунаҡтан,

Мин дә бергә туйлармын.

Салауат киткән Уралға, Иҙел ашып Яйыҡҡа,

Ил аралап һәр ерҙә Осораған күп иргә.

Баяр ҡолдарын күргән, Уларҙың хәлен белгән,

Хур ителеп яуҙарҙа,

Танау, теле ҡырҡылып, Ҡолаҡһыҙ, телһеҙ ҡалған Тәү осраған сал ҡарттан Ирҙәрҙең барын күргән. Баяр, тархан, батшанан, Зар илаған халыҡтарҙың, Асыулы йөрәктәрҙең Күп икәнен дә белгән. Бер-ике йыл йорогәп, Барын күреп аңлаған, Әсе-сосо барыһын,

Шунда бергә татығап.

Илгә кире ҡайтҡанда, Тппһә тимер оҙорҙәй Ун ете йәшлек ир булған; Дуҫы мепәп дошманды Айырырҙай сос булған.

Юлай алған шул заман Батшанан бер ҙур фарман. Шул фарманды тотоп,

Был хаҡта кәңәш котоп, Кесе булһа ла, аҡыллы Салауатҡа килгән, ти,

Ошо һүҙен әйткән, ти:

— Янаралдың хаты бар: «Эбей батшаға ҡаршы Йәмәлкә 107 тигән берәү Батша булын сыҡҡан, ти. Илдән батырҙар йыйып, Йәмәлкәгә ҡаршы яуға Кеше ебәр һпн»,— тигән. Улым, бар һин шул яуға, Бөтә ғәйебең юйырһың, Мпидәп миҙал алырһың, Үҙецә дошман булғандың Өҫтонәп бей булырһың.

(Атаһын тыңлапмылыр,

Б ашҡаһып уйла им ылы р, Салауат киткән дауға тип. Дауға ҡаршы яуға тип.

Атама — дан типмелер,

Улым — башҡа типмелер,

Тағып алған түшенә Атаһының миҙалын.]10*

Батша яуына барып Салауат та ҡушылған. Салауаттың миҙалын Бары күреп аптырап, Янаралдар һойләшеп,

Ғәскәргә меңбаш * итеп, Билдәләп үк ҡуйғандар.

Уны шунда тотмайсы,

Бүгәс яуыңа ҡаршы Яу асырға ҡушҡандар.

Юшатырҙың 100 башына Салауат барып еткәндә,

Ҡояш байый, кис булған;

Ҡу нарға, тип барыһы Шунда атынан тошкән.

Шунда ятҡан сағында, Баҫмалатып артынан,

Йойло маңлай, теге ҡарт — Тупыс бармаҡ аҡ сал ҡарт — Ҡыуып килеп етешкән. Салауаттан барыһын Шунда һорап белешкән.

Ҡарт:

— Ауға сыҡҡан һупарсы, Барыр ерен белмәйсе,

Ниндәй йәнлек түлдэүен Айыра асыҡ күрмәйсе,

Атҡа менеп сыҡмаҫ ул.

Яуға сапҡан батыр ҙа,

Маңлай ҡуяр дошмандың Тотҡан уйын белмәйсе, Уҡ-Һаҙағын атмаҫ ул.

Әсәнән тыуған шәр бала Кейем кейен бпҙәлә; Табаҡ-Һауыт башҡанан Ашауҙары төрләнә;

Кейем кейемде танып,

Бер табаҡтан ейҙереп,

Сер һойләшеп дуҫлаша.

  Атаның алтын табағы Мираҫ булған балаға Таш табаҡтан ейгән пр һис тә серҙәш булмаҫ ул. (Дошманым тип, һаҙағыңды һип тоҫҡаған батыр ир]— Таш табаҡтан ейгән пр! Үҙе менән табаҡташ Ҡан илаған урыҫты, Татар, башҡорт, сыуашты, Алтын табаҡтан ейгән Әбей батша ҡулынан, Уға табаҡташ булған Баяр, тархан, бейенән Азат итәм барын тип, Уҙаҡ йыйып ат менгән. Алып килдем артыңдан Бына уның яҙғанын, «Азат булһын бары!»— тип Илгә оран һалғанын. Ҡарттың һүҙен ишеткәс, Бүгәс хатын уҡығас, Түшендәге миҙалын Атып бәргәп Салауат. Таң аттырған ҡарт менән, Атҡа менгән таң менән, Яу асмайсы Бүгәскә Тура барған нан * менән. Бүгәсәүгә ҡушылғас, Ботә эште аңлатҡан. «Беҙҙең теләк бер»,— тиеп Уның яҡҡа ауышҡан.

Шулай кон артыпап кон үтеп, Салауат Бүгәсәүҙец һәр халыҡҡа азатлыҡ, оло ғәҙеллек юллаған ғәйрәтле батыр булыуына тамам ышанғас, тағы ғәскәр тупларға тип, атаһына кәңәшкә ҡайтып киткән. Ул ҡайтҡанда, бында йәнә бик күп ирҙәрҙе атҡа атландырып, яуга оҙатырға торалар икән. Шул саҡ Салауат кнлеп сыҡҡан да, барыһына оран һалып, ошо һүҙен һойләгән по:

  — Уҙамандар, ҡустылар. Өләсәйҙәр, еңгәләр... Батшаға яу асҡан пр — Бүгәс тигән ир икән, Ҡараһаҡал, Косомдәр, Аҡай, Батырша, Килмәт, Тағы башҡа батырҙар,

Быуат-быуат яу асып,

Уралда ҡоштай һайрарға, һыуҙа балыҡтай йөҙөргә, Прек әҙләп, ҡан кпҫеп Сапҡан юлдан бара икән; Батша һөйгән байҙарҙы, Янаралды, һанатты,— Ботәһеп дә юҡ итеп,

Ҡан илаған байғошто:

Татар, мпшәр, сыуашты, Башҡорт, урыҫ — барыһын, Динен, ҡанын айырмай Азат птэлі, ти икән.

Үҙем күреп һөйләштем,

Бөтә Урал буйында,

Ете ырыу эсенә Фармандарын өләштем.

Ботә ырыу аңланы, Уҡ-Һаҙағын ҡайраны,

Илен һөйгән берәү ҙә Бармайым, тип торманы.

Илем тигән up батыр,

Атын менеп, теҙгснеп һулаҡайға тартһын ул;

Ил эсендә түш йәйгән Ботә баяр, тарханды Дошманым, тип белһен ул; Сусҡа көткән урыҫты,

Йылҡы көткән башҡортто, һыйыр көткән татарҙы.

Йөн тетеүсе сыуашты — Барыһын да бер тигеҙ, Үҙенә дуҫ итһен ул. Быуат-быуат түгелгән Ҡандан тыуған батыр, тип, Үҙен яҡшы белһен ул!

Ташҡа һалып баштарын,

Ҡан эсендә йоҡлаған,

Төшон күреп уянып,

Ағыу сәскән убырҙың Үңәсепән сал боркот Ҡымтып алды тигән тош — Ошо икән, тиһен ул;

Илдең янған күмерен Ҡулға алып, ат менеп,

Батша, тархан ҡәһәре —

Ошо күмер, тиһеп ул.

ІО лай:

— Миҙал алып ант биргәс,

Аҡ батшаға яу асып,

Дошман булмам, балаҡай; һүҙем ташлан яу асһац,

Ата булмам, балаҡай!

Салауат:

— Һин батшанан даи алып,

Миҙалыңа ант иткән,

Батша яҡлы түрә һин.

Ил күкрәген талаусы,

Ил батырын һуйыусы,

Биш атанан бей булын,

Илдә байлыҡ йыйыусы Тархандар тоҡомо һин.

Әгәр илде яҡлаһаң,

Илгә ага булырһың;

Әгәр илдән айырылһаң,

Илгә дошман булырһың.

Илгә дошман кешегә Мпн дә дошман булырмын.

Йортоп-ереп үртәрмен,

Ҡан йөҙҙөрөп барыһын,

Илдең ҡопоп алырмып.

Бөтәһе лә шау килеп, айбар сәсеп, Салауатҡа эйәргәс* Юлай ҙа ҡарыулашмаған, бергә атҡа менгән. 111

Салауат киткән яу менән,

Заводсыға дау менән.

Бүгәс килеп еткәнсе,

Батша яҡлы тарханды,

Баярҙарҙы өркөтөп,

Яҡын тирә заводтың Хужаларын ҡыйратып,

Барың ҡулға алған ул.

Бүгәс менән ҡушылғас,

Бүгәс уны маҡтаған,

Күп ғәскәргә баш итеп,

Уны тағы һайлаған.

Бик күп яуҙа ҡатышып,

Ҡаршы килгән дошманды Ыласындай тппкәп ул.

Күкрәгенә уҡ тейеп,

Аттан ҡолан ауһа ла,

Йәйәү торон ҡалһа ла,

Ҡаршы килгән дошманды Ҡуй-һарыҡтай ҡырған ул.

Күп яуҙарҙа булған һуң,

Күп яралы булған һуц,

Хәлдән тайып ятҡан һуң,

Көстән торон ҡалған һуң. Дошман тамырың ҡоротмай, Иртә яуҙан сыҡҡанға Тәрән итеп корһөнон,

Пороге ташып, ярһынып,

Бынау йырҙы йырлаған:

«һауаларҙа осҡан, ай, яғылбай Ҡыялап та оса, ҡош күрһә. Яуҙарынан ҡалған батыр егет Ҡыуана ла икән, тош күрһә.

Өйөр ҙә генә йылҡы араһында һөпоп менгән атым бүртә пне; Дошман яуҙарына, ай, сапҡанда Ҡайғыларым бары ботә ине.

Ыласын да оса, күсте ҡыя, Ҡанаттары талғас, бер төшә; Ыласындай тоҫлө батырҙар ҙа Бер төшмәһә, аттан бер тошә». Күп еренәп яралы Салауат башын күтәреп,

Атҡа ҡабат менә алмай,

Яуға ҡаршы саба алмай,

Өйҙә ятҡан зарланып.

Арага дошман тулған һуц,

Яуға барған прҙәрҙең Теләге сыбар булған һуц, Баярҙың бар ҡолдары,

Баяр киткәс етәр, тнп, Башҡорттары, баярҙы Үҙ еремдән ҡыуғас, тпп,—

Бер табандан тормайсы,

Бары йортон ҡайғыртҡас,

Юлап ҙа ары бармайсы Иленә кире ҡайтҡан һуң,

Көс таралған Бүгәстең,

Косо бөткән Бүгәстең.

Балтаға һап ҡушылмай,

Яңғыҙ урман киҫмәҫ ул;

Ят ҡолаҡһыҙ ой сере Ситкә оран булмаҫ ул;

Юлға сыҡҡан юлдашьтц Бер табаҡтан аш ейеп,

Ысын серҙәш булмаһа,

Яуҙа ҡулдаш булмаҫ ул. Бүгәстең дә юлдашы,

Алтын алып дошмандан, Бүгәсте лә хур иткән.

Бүгәс бөткәс, Салауат Яңғыҙ оран һалһа ла,

Бер миктәлгән иленән Батыр йыйып алһа ла,

Ялмап килгән ялҡынға һаман ҡаршы торһа ла,— Яңғыҙ батыр яу ҡаҡмаҫ. Салауат Салауат булһа ла, Яңғыҙ батыр дошмандың Яуына ҡаршы көс булмаҫ.

Күскән йылға буйҙарын, Ямантауҙыц уйҙарын Батша яуы ҡаплаған;

Ат мепалмаҫ Салауат,

Биш йөҙ һыбай килһә лә, Уны уратып алһа ла,

Ҡул ҡаушырьш тормаған,— һаҙаҡтары бөткәнсе, Ҡылыстары һынғансы, Күкрәгендә яраһы Егермегә тулғансы,

Йығылып иҫтән тайғансы,

Өс йөҙ кешене ҡырған! Шунан һуң ғына батыр Салауат ҡулға алынған,

Ҡ ул ы-а яҡтары на Тимер бығау һалынған.

Йөҙө ҡанға батһа ла, Түрә-һәрә тыйһа ла,



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-06-13 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: