Тапатырмы ерен дошмандан, 15 глава




Башына һуғып торһа ла, Батырлығын юймаған,

Халыҡ менән Салауат Былай тиеп хушлашҡан:

— Ер күкрәген ҡар ҡаплап, Үләнен ҡауҙан яһаһа, Ҡояшлы яҙҙың ямғыры Тағы сәскә аттырыр.

Плдәп Салауат китһә лә, Дотмац ҡойған был ҡандар, Илде яуҙан һаҡларҙай, Дошмандан ҡон алырҙай Тағы батыр арттырыр!

САЛАУАТ БАТЫР

Салауат батыр ир ине, Менгән аты кир ине,

Яуға саҡырып ондәгәндо Тауыштары кор ние; Ҡаршы килгән яуҙарға Ҡаршы сыгыр ир ине, Ҡаршы сығыр нр иде.

Салауат батыр нр ине, Менгән аты кир ине, Дошман.менән алышҡанда Ил эсендә бер ине;

Халҡы осон кон ине, Дошман осон төп ине, Дошман өсөн төн ине.

Салауат батыр нр ине, Менгән аты кир ине, Яурынына уҡ тейһә,

Себен тешләй, тир ине; Күкрәгенән ҡан сыҡһа, Тирем сыға, тир ине, ау, Тирем сыға, тир ине.

ТӘҮЕ111 МӘРГӘН

һап тием, субар тием, субар, һай тием, субар тием, субар. Тибенгән аттан тир сығыр;

Аҡ мамыҡтан буҙ сығыр; Аҡыллы ирҙән һүҙ сығыр.

Ай, аҙамат һәм бейҙәр! Йәшлектә тәүбә ҡылығыҙ, Тәүбәгеҙ һеҙҙең таш киҫер;

 

Тура ла биреп тәүбә итәйек тигәнсе,

Йорөк * аттай дулай ҙа дулай,

Донъя үтер, ан, донъя үтер.

Бер-бер генә тауҙар бейек булыр,

Бер-бер генә тауҙар бейек булыр;

Арҙа * ғына менән ҡолъя * тигән кейек булыр* Арҙа ғына менән ҡолъя тигән кейек булыр; Торкостанға киткән Тэүеш мәргән,

Торкестанға киткән Тәүеш мәргән һағынған саҡта койок булыр, ау, һағынған саҡта койок булыр!

Мин артымды ҡараһам,

Мин артымды ҡараһам,

Сағым ҡалҡҡан сац булды; һибәлтәмде ҡараһам,

Гел гөлйвгэн мал булды.

— Бер айҙанып сапһана, Тәүеш мәргән, Ҡоралайҙы туҙҙырсы.

Ҡоба сүлдәр сац булһын,

Питербур менән Мәскәүгә Хатҡа ла ғынай яҙған дан булһын,

Дан булһын, ау, дан булһын!

һай, бер әҙәмде бай итер,

Бер әҙәмде юҡ итер;

Байҙарҙың кейенгәпен-кейгәнен Ҡамҡа * менән суҡ итер,

Ашағанын-эскәпен Ҡаҙы менән ял итер;

«Йә, бер аллам, йә, бер ҡаҙир!» тигән саҡта, Берәүҙең яңғыҙ ҙа яңғыҙ башын Юҡ птер, ау, юҡ итер!

Ф

БУРАНҒОЛ ҠАШҠА*

Буранғол ҡашҡа ир ине,

Буранғол ҡашҡа ир ине,

Илгә килһә ауырлыҡ,

Ил ҡайғыһын йыйыр нке.

Бурангол ҡашҡа пр ине,

Буранғол ҡашҡа ир иие,

Яурынына уҡ тейһә, Ямғыр яуа, тир ине.

 

Буранғол ҡашҡа ир ине, Буранғол ҡашҡа ир ине. Күкрәгенән ҡан сыҡһа, Тирем сыға, тир ине.

Буранғол ҡашҡа ир ине, Буранғол ҡашҡа пр ине, Илгә килгән яуҙарға Ҡаршы сығар ир ине.

ӘСӘНӘН ТЫУҒАН ИР-ЕГЕТ

Әсәнән тыуған ир-егет Ҡайҙа корәш тотмаған? Атанан тыуған ир-егет Ҡайҙа яуға сыҡмаған?

Ялп-йолп иткән ябалаҡ Кемгә юлдаш булмаған? Ҡырҙа үҫкән төҙ ҡурай Кемгә моцдаш булмаған?

Бүтәгәле буҙ туғай Кемгә түшәк булмаған? Ҡарағайлы ҡара урман Кемгә ышыҡ булмаған?

Ташы булған текә тау Кемгә тоҙаҡ һалмаған?

Ҡамышы булған тәрән күл Кемде тартып алмаған?

Ир-егеттец ғәзпз башы Ҡайҙа ятып ҡалмаған?

Яғаһына ҡош оялап,

Яңағына себеп-серәкәй балалап, Ир-егеттең бапгкынаһы Ҡайҙа ятып ҡалмаған?

 

ЯЛП-ЙОЛП ИТКӘН ЯҢҒЫҘ ЯБАЛАҠ

Ялп-йолп иткәп яңғыҙ ябалаҡ Яҙмышта кемгә юлдаш булмаған?

Бүтәгә(ле) аулаҡ буҙ ялан Кемгә генә түшәк булмаған?

Арғымаҡ менгән ҡанһыҙ хан Кемде генә йәйәү ҡылмаған?

Яңағына ҡош оялап,.

Мыйығына себен-серәкәй балалап,

Пр башҡорттоң башы ҡайҙа ятып ҡалмаған?

Яуы ҡыйратылған батырмын,

Яланда яңғыҙ ятырмын.

Яңыпап яу туплармын,

Яҙған булһа, еңеп ҡаптырмын.

Юлдашты юлдан эҙләрмен.

Юлыҡҡанын үтәләй күҙләрмен.

Барыр юлым ят булһа,

Иш булыр ир тап булһа,—

Дошманым күп, дуҫ юҡ тнмәмсн,

Теҙем сүкмәм, башым эймәмен.

Ҡалҡан ҡаплап һуғышҡан,

Айбарланып алышҡан Алдын бирмәҫ батырмын.

Берәүҙән икәү уңай тип,

Аҡ юл бирһен беҙгә хоҙай тип,

Яу баҫтыра барырмын,

Уңға-Һулға ярырмын,

Ил-йорт ҡонон алырмын!

ПЕРОВСКИЙ ЙӘЙЛӘҮЕ

Перовскийҙец йәйләүе —

Был донъяның ожмахы,

Был донъяның ожмахы.

Аҡ мәсеттой йорт һалдырған, Янарал шул хужаһы, ау, һпс ниҙә юҡ нужаһы.

Аҡ сарлаҡлы йорто тора Бейек тауҙың башында.

Бейек тауҙың башында. Офицерҙәр, полковнпктәр — Перовский ҡашында, ау, Перовский ҡашында. Перовский йорөп ята,

Төрөпкәһен борлатып,

Төрөпкәһен борлатып.

Ярандары күңел аса,

Юртаҡ аттар уйнатып, ау.

Юртаҡ аттар уйнатып.

Үҙ хокомо — үҙ ҡулында,

Бигерәк ғәййәр түрә икән, Бигерәк ғәййәр түрә икән.

Бер екереп ебәрһә лә,

Үҙәккә үткәрә икән, ау,

Үҙәккә үткәрә икән.

Йәйләүенә бик ереккән,

Кәйефтәре хуш икән,

Кәйефтәре хуш икән.

Ырымбурҙан хат ташырға Булһасы бер ҡош икән, ау, Булһасы бер ҡош икән!

Ҡанатлы ҡошҡа — фарман юҡ, Хыялдары буш пкәп,

Хыялдары буш икән.

Унлап торғас, тапты түрә, һап, үҙепдә баш икән, ау, һай, үҙендә баш икән.

Ницә юҡҡа ялынырға һауалағы ҡош-ҡортҡа, һауалағы ҡош-ҡортҡа.

Нпец етһен, эт әрһеҙе,

Далалағы башҡортҡа, ау, Далалағы башҡортҡа.

Ырьтмбур — йәйләү араһы Поҙ егерме саҡырым,

Йөҙ егерме саҡырым.

Саҡырым һайын атлы башҡорт Хатгар илтэ сат ырып, ау, Хаттар илтэ саптырып. Ҡулдан-ҡулға күсә-күсә,

Ырымбур етә хаттар,

Әйләнеп килә хаттар, һай, япарал ҡыуана һуц; «Молодец,— ти,— башҡорттар, ау, Молодец,— тп,— башҡорттар!» Башҡорт ҡабат атын ҡыуа Манма тиргә батырып,

Манма тиргә батырып.

Ҡыумаҫ нне, әмер — ҡаты,

Ник ҡыумаһын, бахырың, ау, Ник ҡыумаһын, бахырың...

8ІШИШ1І11Ш)

г

 

 

АҠМЫРҘА СӘСӘН МЕНӘН ҠОБАҒОШ СӘСӘНДЕҢ

ӘЙТЕШКӘНЕ

ороң Дим буйында йәйләгән, Торатау- ҙа 120 ҡышлаған Ҡарағоломбәт 121 тигән хан булған. Уға саҡлы ул ерҙе — Дим буйын — биләгән, мең' башы * булын танылған Ҡобағош тигән бои булған. Ҡарағоломбәт хан булып, Дим буйын алғанға, Ҡобағош уға баш һалмай, ике араһы яулашҡандар. Ҡобнгош ҡаршы тора алмай, Ҡа- рағоломбәттән еңелгәс, Ҡатай яғына 122 ҡасҡан. Ҡобағош үҙе сәсәп булған. Ҡасып йорогәидә, ҡатындар кейеме кейен, йәйләу аралап йнрогән. Халыҡты ҡотортоп, Ҡарағоломбәт яҡлы бейҙәрҙе йә тошорткән, йә үлтерткән. Шунан тирә-яҡтағы бейҙәр үҙ-ара һойләшеп, Ҡобағошто тоторға булғандар. Ләкин былай ғына тота алмағандар. Ҡайҙа ятҡанын халыҡ әйтмәгән. Шунан яу туплап, яу менән Ҡатай урмандарын ҡамап һөҙөргә булғандар. Быны халыҡ Ҡобағошҡа белдергән. Ул Борйән яғында бер тауҙы ҡаҙын торғаҡ яһаған. Бей яуы килә башлағас, ауыҙын бер таш менән ҡанлаған. Унлап кеше тартып ҡараһа ла, аса алмаған. Ундан артыҡ кеше тоторға урыны булмаған. Шулай нтеп, Ҡобағошто тота алмағандар.

Ҡобағоштоң Айбағош менән Конбагош тигән улдары үҫеп. Үҫәргән ырыуын ҡыйрата башлағас, Бикбау бей 12:1 илсе ебәреп, килешергә Һораған.

Ҡобағош әйткән: «Мин риза, тик бер шартым бар. Бикбау бейгә әйт, йыйында кем һойләһә лә ирек булһын. Халыҡ кемде ғәйен- ле танһа, уға үлем булһын. Шуға риза булһа, мин барам»,—тигән.

Бикбау бей, аҡыл эйәләрен йыйып, кәңәш-төңәш иткән. Ханға ла әйткән. Былар уйлатпкаи-уйлапгкан да, нисек тә Ҡобағош сәсәнде һөйләтмәҫкә юл эҙләгәндәр. Хан кәңәш биргән:

— һин,—тигән,— сәсәндәреңде йый, йомаҡ әҙерләһендәр. Ҡобағош укы-быны уйламай, әҙерләнмәй килер. «Щул йомаҡҡа яуап

5*

бирә а.тмаһаң, һүҙ ҙә асмай, буй бирәһең», тип әйт, — тигән, ти, Шулай итеп, һүҙ төйнәй, Ҡобағошто саҡырғандар.

Ҡобағош килгәс Бикбау бейгә:

— Халыҡ һинән дә, минән дә ҡурҡмаһын, ғәйеплене үлем көткәнде белһен. Минең улымдың береһе һинең күкрәккә, һинең улың минең күкрәккә хәнйәрҙәрен терәп торһон,— тигән.

Бикбау бей риза булған да:

— Йә, кем һүҙ аса, һшсме, минме? — тигән.

Ҡобағош:

— Мин һойләһәм, һиңә һүҙ ҡалмаҫ! Әйтереңде әйтеп үл, һин башла,— тигән.

Бикбау:

— Минең шартым бар: бер сәсәнемә ҡушам, йомаҡ әйтһен. Шуға яуап бирә алмаһаң, һинең телең кпҫелһеп. Башың киҫһәм дә мин хаҡлы, ни эшләтһәм дә мин хаҡлы булайым,— тигән.

Ҡобағош:

— Ярап, тапһам, үҙецә лә шул шартмы?

Бикбау бей риза булған. *

Бикбау бей, алдан әйтеп ҡуйған сәсәне Аҡмырҙаны саҡырып:

— Йомағың булһа, йомаҡ әйт, бүтәнең булһа, бүтәнде әйт! Ҡобағошто еңһәң, һиңә дап!—тигән.

Шунан ике сәсән һүҙгә керешкән.

А ҡ м ы р ҙ а:

Ҡобағош — сәсән, тинеләр,

Ҡобағош — сәсән, тинеләр.

Илен-йортон үртәткән,

Үҫәргәнде йоҙәткән,

Ҡобағош килә, тинеләр,

Ҡобағош килә, тинеләр.

Ирәкдеккә үрелгәс,

Ирәндеккә үрелгәс,

Улдары мән күренгәс,

Улдары мән күренгәс,

Булат ҡылыс һелтәрме, һүҙен әйтеп китәрме? —

Әйт, Аҡмырҙа, тинеләр, ау,

Әйт, Аҡмырҙа, тинеләр.

Уға әйтерем шул булыр,

Йомарланған һүҙ булыр,

Ул әйтерме, кем әйтер,

Ул әйтмәһә, бей әйтер,

Бейгә өҫтәп ил әйтер, ау,

Бейгә өҫтәп ил әйтер.

Бер һунарсы булған, ти,

Бер ҡош атын алған, ти.

Күҙен ҡарға суҡыған,

Йөҙән йоно екегән,

Ҡанаты һыныҡ, багаы юҡ — Тал турғайы булған, ти, ау, Тал турғайы булған, ти. Ябалаҡтан йөн алып,

Ҡошто уға биргән, ти, Әҙернәһен киргән, ти,

Тон юшауын абайлап,

Ҡара төндә ай-һайлап, Игәрҙәрен өҫкотоп,

Бер арыҫланды тотҡан, ти, ау Тотҡан да иң кирткәп, ти.

Ул һунарсы кем икән, Ҡобағош сәсәп шул микән? Ҡош, арыҫланы ни икән, Үҫәргән менән бей микән? Игәрҙәй улдар эйәрткән, Игәрҙәй улдар эйәрткән, ау, Ҡобағош булмай, кем икән?

Ҡобағош:

Сәсән дә, сәсән икәнһең, Аңлар сәсән икәнһең. Йомарланған һүҙеңде Белмәй һөйләй икәнһең, ау Белмәй һөйләй икәнһең.

Бер һунарсы тигәнең,

Бер һунарсы тигәнең,

Күҙен ҡарға суҡыған,

Йөнө ҡалмай екегән,

Ҡанаты һыныҡ, башы юҡ, Тал турғайҙа й кәре юҡ Ҡошто ауланы тигәнең — Хандан илен тапатҡан, Мал-тыуарын талатҡан Бейең булмай, кем булһын, Бейең булмай, кем булһын!

Ябалаҡтай ҙур ханға,

Йондәй осор юҡ данға Илен ҡоштай бәйләгән,

Тотоп хапға һыйлаған — Илендәге бей булһа,

Төндәй илде ҡаплаткап, Тирбәтеп илде йоҡлатҡан,

Ант итеп ханға бирелгән,

Теле яндай кирелгән

Аҡмырҙа булмай, кем булһьпг, ау,

Аҡмырҙа булмай, кем булһын!

Игәрҙәре тигәнең, һунар алыр тигәнең —

Хан табағын ялаған,

Илде аямай талаған

Яһаҡсы булмай, ке.м булыр, ау,

Яһаҡсы булмай, кем булыр!

Ток юшаған арыҫланың,

Тон юшаған арыҫланың —

Намыҫы бейҙән киртелгән,

Асыуы ташып тертелгән, Ҡобағошто ла килтергән,

Күп яуызды үлтергән Илдән бүтән кем булыр, ау, Илдән бүтән кем булыр!

Аҡмырҙа 124:

— Яманға ҡаршы тулҡынған, Яҡшыға ҡарап урғылған,

Диңгеҙҙән дә ятыулы,

Уралдан да артыулы Нимә булыр?— Әйт шуны.

Сәсән булһаң, тап шуны.125

Булаттан үткер, яу ҡыйыр,

Ҡан сығармай, яу һуйыр, «Мнн-мин» тигән, «мин» тигән, Бауыры ботон хоҙайҙан,

«Мин, үҙем мин — хан» тигән,

«Бар фарманым дан» тигән,

Хандан ҡурҡмаҫ бар микән, ау, Бейҙән өркмәҫ бар микән? 120

Ағыр һыуҙы аҡты р м аҫ.

Ағыр һыуҙы аҡтырмаҫ,

Юлына туҙан ятҡырмаҫ,

Төнлогон ҡурҡып яптырмаҫ, Атанан күреп уҡ юнған.

Иркә үҫеп пр булган,

Толпар менеп ил күргән Хандан ғәййәр кем булыр, ау, Бейҙән тайяр кем булыр? 127

Ҡобағош:

Донъяла иң тулҡынлы,

Ҡайнап ағыр упҡынлы,

Юл да бирмәҫ артыулы,

Диңгеҙҙән дә ятыулы —

Туңмай ятҡан ил зары, ау,

Тынмай аҡҡан ил зары.

Булатта й үткер, яу ҡыйыр,

Ҡан сығармай яу һуйыр,

(Ил сигендә дан алған,

Ил тышында һан алғап,

Ханға ҡаршы уҡ булған,

Бейгә ҡаршы ут булған] —

Сәсән булмай, кем булһын,

Сәсәнгә тиң кем булһын:

[Яманлыҡты яҡламаҫ,

Дошман хәтерен һаҡламаҫ,

Яҡтылыҡты һөйәр ул,

Илдең зарын һөйләр ул,

Яуға саҡырып ондәр ул,

Дауға саҡырып ондәр ул.]128

Лтанап күреп уҡ юнған Яуҙа үҫкән ир булыр,

Таянғапы ил булыр,

Ханға ҡаршы яу булыр, ау,

Ханға унан ҡан булыр.

Тау ярған да халыҡ булыр,

Таш ярған да халыҡ булыр,

Мәңге юлы ерекмәҫ,

Өҫтонэ туҙан яҡтырмаҫ Батыр сапҡан юл булыр, ау,

Данды таҡҡан шул булырг2В. һыуҙар ҡайнап аҡмаҫтай,

Тулҡынын да ҡаҡмаҫтай Тынған сағы бер булыр, ау,

Ул сағы ла шул булыр:

Илен яҡлан яу сапҡан,

Ерен һаҡлап дан тапҡан,

Ҡанһыраған батырҙың Ҡанын йыуған саҡ булыр, ау.

Ҡанын йыуған саҡ булыр.

Ҡобағош яуап биргән һуң Бикбау бей ҙә. Аҡмырҙа сәсәп дә һүҙһеҙ ҡатып ҡалған, ти.

Ҡобағош улына:

— Ал хәнйәрең, тыҡ ҡыныға!— тигән.

Бикбауҙың улы ла, Ҡобағоштоң улы ла хәнйәрен ҡынға тыҡҡас, Ҡобағош, Бикбау бейгә яҡын килеп, тағы ла өҫтәп әйткән, ти:

— Ҡобағош килә, тинегеҙ,

Ҡобағош килә, тинегеҙ,

Килгәнемде күрҙегеҙ, ау,

Әйткәнемде белдегеҙ!

Түрә түгел, ҡарамын130,

Түрә түгел, ҡарамын,

Толпар менгән хандарға Яуға ҡаршы барамын, ау,

Яуға ҡаршы барамын.

Әйткәнемде тыңлаһаң,

Тел төбомдө аңлаһаң,

Үҙеңде бей ҡуйырмын, ау,

Ҡарышһаң, тотоп һуйырмын.

Ил ҡайыны ялаған,

Илдең сүбен тараған,

Дошманды әйтеп һан атан Телем әйтер, ялыҡмаҫ.

Яҡшыны һойор, ҡаныҡмаҫ;

Ил зарыцм һойләр ул,

Яуға саҡырып өндәр ул,

Дошманын юҡ итмәйсе,

Теләгеңә етмәйсе,

Уф та тимәҫ, ялыҡмаҫ, ау,

Уф та тимәҫ, ялыҡмаҫ!

Әсә һөток тапламаҫ,

Дошман хәтерен һаҡламаҫ,

Ыласындай ҡуш улым,

Ыласындай ҡуш улым —

Алдымда, Бикбау, әйт һүҙең,

Алдымда, Бикбау, әйт һүҙең:

А ман л ыҡмы теләйһең,

Я.манлыҡмы теләйһең, ау,

Хан һүҙенме һойләнһец?

Яманлығың ҡуймаһаң.

Хаңдап күңелең уймаһаң, һаман ҡандан туймаһаң, һаман ҡандан туймаһаң,



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-06-13 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: