Республиканский онлайн-конкурс сказочников “Бабушкины сказки”.




Башҡорт халыҡ әкиәте “Ҡурай”.

Әкиәтсе: Борон-борон заманда үҙе уҫал, үҙе ҡомһоҙ Уҫалбай тигән бер хан булған, ти. Һәр аҙна һайын сәсен алдырған ул. Башын ҡырырға ауылдарҙан кеше килтерткән. Хандың сәсен ҡырырға кем генә килмәһен, өйөнә кире әйләнеп ҡайтмаған. Шул хан ҡулы аҫтындағы ауылдарҙың береһендә бер ҡарсыҡ йәшәгән. Өс улы булған уның. Бер көндө хандың сәсен алырға оло улдары киткән дә кире әйләнеп ҡайтмаған, шунан уртансы улдары киткән - ул да әйләнеп ҡайтмаған. Ҡарсыҡ ҡайғыға сумған. Бына яңынан бер аҙна уҙған икән, хандан тағы ла саҡырыу килгән. Хәҙер инде ҡарсыҡтың төпсөк улы Азамат хандың сәсен алырға китергә тейеш булған.

Шаршау асыла, башҡорт тирмәһе.Әсәй сыға.

Әсәй: Ҡайғы төштө башыма, ҡайғы! Хан өсөнсө улымды саҡыра. Төпсөгөм Азаматты! Ике улымдың башына етте! Эй, аллам! Азаматым, бәләкәсем менән ни булыр инде?

Азамат: Әсәй, илама юҡҡа. Алла бирһә, барыһы ла яҡшы булыр. Миңә юлда ҡапҡылап алырға берәй нимә бир. Оҙон юлға сығам бит.

Әсәй: Хәҙер, хәҙер (эҙләнә). Өйҙә ашарға бер нәмә лә ҡалмаған шул... Ә, бынау һауытта әҙерәк он ҡалған икән. Ҡайҙа шуны күкрәк һөтөнә иҙеп көлсә бешерәйем әле, улымдың юлда тамағы туйып ҡалыр.

Музыка, ҡарсыҡ ҡамыр баҫа, көлсә бешерә.

Азамат: Әсәй, миңә юлға сығырға ваҡыт. Илама, үҙеңде һаҡла!

Әсәй: Бына, улым. Һиңә юлға көлсә бешерҙем. Ул тамағыңды туйҙырыр, ауыр ваҡытта ярҙам итер.

Азамат: Рәхмәт, әсәй! Алла бирһә, күрешербеҙ әле.

Әкиәтсе: Азаматтың юлы оҙон һәм ауыр булған. Бер заман уның ҡаршыһына ҡуян килеп сыҡҡан.

Музыка уйнай, ҡуян һикереп сыға.

Азамат: Һаумы, ҡуян!

Ҡуян: Һаумы, Азамат! Ҡайҙа юл тоттоң?

Aзамат: Уҫалбай ханға китеп барам, дөрөҫ юлды күрһәтеп ебәр әле.

Ҡуян: Күрһәтәм, күрһәтәм! Тик һин башта миңә башҡорт мәҡәлдәрен әйтеп кит әле.

Азамат: Тыңла улай булғас! "Йөрөгән - күрә, уҡыған - белә"

Ҡуян: Ҡайһылай һәйбәт мәҡәл, ә тағын беләһеңме?

Азамат: Беләм. "Яҡшы эш һыуҙа ла батмай"

Ҡуян: Шәәәп! Ә тағы!

Азамат: " Телең менән ашыҡма, эшең менән ашыҡ".

Ҡуян: Маладис та инде һин, Азамат. Ханға анау һуҡмаҡтан атла.

Азамат: Рәхмәт һиңә, Ҡуян-ағай.

Әкиәтсе: Азамат артабан юл тотҡан. Бара торғас урманда айыуҙы осратҡан.

Музыка уйнай, бал батманы тотоп айыу сыға.

Азамат: Һаумы, айыу-бабай!

Айыу: Һаумы, Азамат. Ҡайҙа юл тоттоң?

Азамат: Уҫалбай хан янына китеп барам.

Айыу: Улай булғас минең башҡорт балынан ауыҙ итеп кит.

Азамат батманды ҡулына ала, бал ҡаба, ҡапҡан һайын маҡтай

Азамат:Йүкә балы! Тәмлеее! Батманды кире айыуға бирә

Рәхмәт, айыу-бабай. Һау бул! Айыу сыға

Әкиәтсе: Азамат артабан атлай. Уның ҡаршыһына төлкө сыға.

Азамат: Һаумы, төлкө!

Төлкө: Һаумы, Азамат! Ҡайҙа юл тоттоң?

Азамат: Уҫалбай хан һарайына китеп барам.

Төлкө: Юлың оҙон икән. Үләнгә ултырып ял итеп ал. (ултыралар)Әйҙә тыуған яҡ тураһында йыр йырлап алайыҡ.

Азамат: Мин йырларға яратам!

Тыуған яҡ тураһында йыр.

Азамат: Ярай, матурҡай, мин атлай торайым. Һау бул.

Төлкө: Һау бул, Азамат.

Әкиәтсе: Төлкө менән хушлашып, әҙерәк атлағандан һуң, Уҫалбай хандың һарайы күренгән.

Музыка уйнай, шаршау күтәрелә - Уҫалбай хан һарайы.

Әкиәтсе: Ҡурҡа-ҡурҡа ғына Азамат хан һарайына килеп еткән, ҡомһоҙ Уҫалбайҙың алдына килеп баҫҡан.

Азамат: Һаумы, бөйөк хан. Һинең саҡырыуың буйынса килдем!

Хан: Эй, хеҙмәткәр! Бар кәрәк-яраҡты алып кил! Йәһәт кенә!

Хеҙмәткәр: Тыңлайым һәм бойороғоңдо үтәйем, бөйөк хан.(Азаматҡа ҡырғыс менән таҫтамал бирә)

Хан: Ә хәҙер түбәтәйемде сис тә минең сәсемде ҡырып ал!

Әкиәтсе: Бар ҡыйыулығын йыйып Азамат эшкә керешкән. Хандың түбәтәйен сисеп, уның башында ҙур мөгөҙ үҫкәнен күргәс, бик аптыраған. Шулай ҙа, ғәжәпләнеүен йәшерә-йәшерә, хандың сәсен ҡырып алған.

Хан: Йә, аптыраныңмы? Минең башымда мөгөҙ үҫкәнен күреп? Әммә был турала берәү ҙә белмәйәсәк! Көтөп тор мине ошонда!

Әкиәтсе: Шулай тигән дә хан, сығып киткән.

Азамат: Эх, асыҡтырҙы! Тамаҡ ялғап алайым.(көлсә сығара, ашай) Рәхмәт инде, әсәй, көлсәң тәмле булған.

Әкиәтсе: Шул арала хан кире килеп кергән.

Хан: Тәмле итеп нимә ашап ултыраһың, ҡайҙа миңә лә бир әле!

Азамат: Ауыҙ ит, бөйөк хан.

Хан: Был нимә ул? Хатта тәмле!

Азамат: Был көлсә. Уны әсәйем үҙенең һөтөнә иҙеп бешерҙе, шуңа тәмлелер.

Хан: Нимә! Мин был көлсәне ашағас, беҙ бер туған булабыҙ бит хәҙер!

Әкиәтсе: Шул ваҡытта хан бер туған ҡустыһының ҡанын ҡоя алмаясығын аңлаған. Уйлаған-уйлаған да Азаматты кеше утеп сыға алмаҫлыҡ ҡара урманға ебрергә булған.

Шаршау ябыла, урман декорацияһы.

Әкиәтсе: Шулай итеп Азамат тик йыртҡыстар ғына йәшәгән ҡара урманға барып эләккән. Сығыр юлды тапмай, аҙашып йөрөгән. Тыуған яҡтарын, әсәһен бик һағынған.

Азамат: Әсәйемде һағындым!

Әкиәтсе: Бер заман Азамат ергә ял итергә ятҡан да йоҡлап киткән. Төшөндә ул бик матур бер көй ишеткән.

Әкиәтсе: Азамат матур көйҙө оҙаҡ тыңлаған да шул көй ишетелгән яҡҡа киткән. Оҙаҡ ҡына атлағас, был көйҙө ябай үлән сығарғанын аңлаған.

Азамат: Был бит ябай ҡамыш үләне! Ҡайһылай матур көй сығара!

Әкиәтсе: Ҡамышты өҙөп алған да үҙе өрөп ҡараған, тағы ла моңлораҡ көй ишетелгән.

Азамат: Мин һине ҡурай тип атайым!

Әкиәтсе: Шулай тигән дә Азамат, артабан тыуған яғына юл эҙләргә керешкән. Төрлө моңло көйҙәр уйнаған.

Азамат: Эй, ҡурайым, ҡайҙа минең тыуған яғым? (ҡурайҙа уйнай)

Әкиәтсе: Йөрөй торғас Азамат тыуға яғына килеп сыҡҡан.

Ауыл декорацияһы, өйҙәр.

Азамат: Бына минең тыуған ауылым! Ҡайтып еттем! Әсәй, сыҡ улыңды ҡаршы алырға!

Әсәһе йүгереп сыға.

Әсәй: Азамат! Улым ҡайтты! Нисек ҡотолдоң хандан, улым?

Азамат: Мин уның серен белдем. Был көндән алып ул берәүҙе лә алдай алмаҫ.

Әсәй: Ниндәй ҡыуаныс. Азамат улым иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. Асыҡҡанһыңдыр, улым, тамағыңды ялғап ал.

Сығалар, шаршау ябыла.

Әкиәтсе: Уҫалбай хандың серен белгәс, халыҡ уны ҡолатҡан. Кешеләр тыныс һәм бәхетле йәшәй башлаған, ә ҡурай башҡорт халҡының яратҡан музыкаль инструментына әйләнгән.

 

Заявка

Республиканский онлайн-конкурс сказочников “Бабушкины сказки”.

 

1. Педагогический коллектив Муниципального автономного дошкольного образовательного учреждения “Центр развития ребенка – детский сад № 44” городского округа город Салават Республики Башкортостан.

Заведующий МАДОУ № 44 г.Салавата: Краснолобова Н.В.

2. Место нахождения: г. Салават

3. Контактные данные: РБ, г. Салават, ул.Островского, д.36;

телефон: 8(3476)36-03-21, 8(3476)32-74-14;

электронный адрес: mdoy44@mail.ru

4. Башҡорт халыҡ әкиәте “Ҡурай”.

 



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2023-01-02 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: