Интеллектуаль уйын барышы




(Ҡурай моңо яңғырай. Көй аҙағында 2 алып барыусы сәхнәгә сыға; слайд 1)

1-се алып барыусы: Тыуған ерем – Башҡортостан!

Бар сафлығың, матурлығың һинең

Йөрәгемә инеп үрелгән

Улар миңә әсә һөтө менән

Әсә теле менән бирелгән!

 

2-се алып барыусы: Туған телем – белем юлы,

Илтә тик яҡтылыҡҡа!

Әсәм теле – оло, яҡты

Өйрәтә яҡшылыҡҡа!

 

1-се алып барыусы: 21 февраль– Бөтә донъя туған телдәр көнө. Донъяла күпме милләт йәшәй, шунса тел иҫәпләнә. Беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙа йөҙҙән ашыу милләт бар, йөҙҙән ашыу телдә улар һөйләшә.

2-се алып барыусы: Башҡортостан Республикаһында башҡорт һәм рус телдәре дәүләт телдәре булып тора. Башҡорт теле иң боронғо телдәрҙең береһе икәнлеге IХ-Х быуат сәйәхәтсеһе Ибн Фаҙландың яҙмаларында ла әйтелә.

1-се алып барыусы: Башҡорт теле - башҡорт халҡының үҙ-ара аралашыу, һөйләшеү, фекер алышыу сараһы. Башҡорт теле - беҙҙең әсә телебеҙ!

2-се алып барыусы: Шуға ла ул беҙҙең өсөн иң нескә, иң яғымлы, иң татлы тел! Күпме яҙыусы, шағирҙарыбыҙ башҡорт телен данлаған, маҡтаған, нурлаған! Һәм башҡорт телен тағы ла маҡтарҙар, күтәрерҙәр, сөнки ул – беҙҙең туған телебеҙ!

1-се алып барыусы: (слайд 3)Үҙ телемдә һөйләшәм -

Миңә ҡоштар көнләшә.
Үҙ телемдә һөйләшәм –

Мин ҡояшҡа тиңләшәм.

 

2-се алып барыусы: Үҙ телемдә һөйләшәм,

Үҙ илемдә көн күрәм,

Күңелемә шатлыҡтан,

Кинәнестән нур һүрәм! (Д.Талхина)

1-се алып барыусы: Бөгөн беҙҙә Туған тел байрамы, туған башҡорт телендә һөйләшкән, аралашҡан уҡыусыларҙың байрамы!

 

2-се алып барыусы: 21 февраль – Бөтә донъя туған телдәр көнөнә арналған «Үҙ телемдә һөйләшәм» интеллектуаль уйынын башлайбыҙ!

 

1-се алып барыусы: Уйыныбыҙҙа 5 класс уҡысыларынан 2 команда: «Тапҡырҙар» һәм «Зирәктәр» ҡатнашып, тел һәм әҙәбиәт өлкәһендә белемдәрен күрһәтәсәк!

 

2-се алып барыусы: Әйҙәгеҙ, интеллектуаль уйында көс һынашыусы командаларҙы ҡаршы алайыҡ!

1-се алып барыусы: Тапҡыр еңер, оттормаҫ,

Хатта ҡыуып тоттормаҫ!

(«Тапҡырҙар» командаһы өҫтәл артында урын ала).

 

2-се алып барыусы: Зирәк кәрәк һәр ерҙә,

Тик зирәктәр бик һирәк!

(«Зирәктәр» командаһы өҫтәл артында урын ала).

 

1-се алып барыусы: Интеллектуаль уйын бер нисә турҙан тора. Һәр турҙа һорауҙар, эштәр, капитандар өсөн ярыштар алынған.

2-се алып барыусы: Кем беренсе яуапты таба, сигнал карточкаһын күтәрә, яуап бирә һәм командаһына балл йыя. Иң күп балл йыйған команда еңеүсе буласаҡ!

1-се алып барыусы: Уйында ҡатнашыусыларҙы жюри ағзалары баһалаясаҡ.

2-се алып барыусы: Бөгөн жюри составында: ……

1-се алып барыусы: уйыныбыҙҙы башлайыҡ! (слайд 4)

Беренсе тур. Башҡорт халыҡ ижады.

2-се алып барыусы: (слайд 5) Беренсе эш. Мәҡәлдәрҙе дауам итегеҙ.

- Әйткән һүҙ – (атҡан уҡ).

- Ике уйла, (бер һөйлә).

- Яҡшы һүҙ (балдан) татлы.

- Үҙ илең – (алтын бишек).

- Кем эшләмәй, (шул ашамай).

- Алтын-көмөш яуған ерҙән, (тыуған-үҫкән ил яҡшы).

- Иле барҙың, теле бар, (теле барҙың, көнө бар).

- Ни сәсһәң, (шуны урырһың).

- Ҡалған эшкә (ҡар яуа).

- Һөйҙөргән дә тел, (көйҙөргән дә тел).

1-се алып барыусы: Икенсе эш. Йомаҡтарҙың яуабын табығыҙ (слайд 6).

- Аяғы юҡ - ил гиҙә, күҙҙәре юҡ – йәш түгә (болот).

- Ҡат-ҡат ҡатлама, аҡылың булһа, ташлама (китап).

- Аллы-гөллө көйәнтәмде йылға арҡылы ташланым (йәйғор).

- Башы – тауҙа, аяғы – диңгеҙҙә (йылға)

- Ике малай бергә тора, берен-бере күрә алмай (күҙ).

- Ҡалаһы бар – халҡы юҡ, диңгеҙе бар – һыуы юҡ (карта).

- Һиңә бирелгән, башҡалар файҙалана (исем).

- Сәскәһе – ағасында, алмаһы – тамырында (картуф).

2-се алып барыусы: Өсөнсө эш. Ребустарҙы сисеп, әкиәт геройҙарын әйтегеҙ (слайд 7,8,9).

1.

2. (Ҡамыр батыр)

(Күлуртлар)

3. (Йүгерек)

1-се алып барыусы: (слайд 10) Жюри ағзалары беренсе турға йомғаҡ яһағансы, музыкаль пауза. 5б класы уҡысыһы Юнысова Резеданың ҡурай моңдарын тыңлап алайыҡ!

 

2-се алып барыусы: Икенсе тур. Викторина (слайд 11).

Хәҙер аҡыл, белемдә көс һынашырға командаларҙың капитандарын саҡырабыҙ. Һорайбыҙ уйнап ҡына, яуап бирегеҙ уйлап ҡына! Бирелгән һорауҙарға яуап бирергә кәрәк.

- Башҡорт теленең алфавитында нисә хәреф?

- Башҡорт телендә ниндәй хәрефтәргә һүҙ башланмай?

- Өфөнөң уртаһында нимә бар?

- Кисә аҙнаның ниндәй көнө ине?

- Мәктәптәге иң насар билдә?

- Алфавитта һуҙынҡылар күпме, әллә тартынҡылармы?

- Бер һүҙҙә 6 н буламы?

- Нимә һөйәкһеҙ була?

- Ҡала менән ауыл араһында нимә бар?

- Иң ҡыҫҡа ай ниндәй?

- Һыуҙа ниндәй таш булмай?

- Башҡортостандың ҡайһы районы һауала оса?

1-се алып барыусы: (слайд 12) Жюри ағзалары икенсе турға йомғаҡ яһағансы, шиғри тәнәфес. 5г һәм 5 в кластары уҡыусылары Баймурзина Юлиана һәм Төхвәтуллина Алина шиғри минутттар бүләк итә.

 

2-се алып барыусы: Өсөнсө тур. Серле донъя (слайд 13).

Беренсе эш: «Серле квадрат»-та буталған хәрефтәрҙән 9 башҡорт халыҡ яҙыусыһы һәм шағирҙарының фамилияларын табығыҙ. Һеҙгә ваҡыт бирелә (командалар эшләгәндә, ҡурай моңдары ҡуйыла).

Ғ Б И И Ш Е В А К Ә
А Р И П О В Й О С Р
Н И Г Е Б В О П О И
И Б В Е А Б А Е В М
Ғ И К Б А Н А С А Ш
М Ә Т И Е В Ҡ У Д А

1-се алып барыусы:

Икенсе эш: Хәҙер ҡараясаҡ фильмдан Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡыларын, атамаларҙы башҡортса әйтергә, һөйләргә.

2-се алып барыусы: Башҡортостандың ниндәй тәбиғәт ҡомарҡыларын беләһегеҙ? Ошо һорауға ла яуап эҙләйбеҙ!

(Интернет - сығанаҡ: https://vk.com/video-4351913_171157804?list=f0ddba4502bbbba641).

1-се алып барыусы: (слайд 14) Жюри ағзалары икенсе турға йомғаҡ яһағансы, музыкаль тәнәфес. Байрамгалина Регина думбырала уйнай.

 

2-се алып барыусы: Дүртенсе тур. Башҡорт әҙәбиәте (слайд 15).

Бирелгән өҙөктәр ниндәй әҫәрҙән алынған? Әҫәрҙең авторын әйтегеҙ.

1. … Йәшел шыршы матурлана,

Уйынсыҡтар тағылһа,

Алтын, көмөштәй нурлана,

Киске уттар ҡабынһа… (Ҡ.Даян. Шыршы).

 

2. …Уңған ҡыҙ менән Яман малай мин киткәнде белмәй ҡалды. Улар менән хушлашмауыма бик үкендем. Үҙҙәрен бик һағындым… (М.Кәрим. Ҡыш бабай бәләкәй саҡта).

- … - Ағай, юҡ менән булышҡансы, бушыраҡ арала әйҙә анау Айбатҡан кисеүенә күпер һалайыҡ. Шунда, йылғаны аша сыҡҡанда, халыҡ бик интегә. Исмаһам, бер файҙалы эш эшләйек… (Ф.Иҫәнғолов. Хәмит күпере).

 

3.Ай, Ағиҙел, Ағиҙел,

Күпте күргән Ағиҙел,

Ҡартлас Урал ни күрһә,

Шуны күргән Ағиҙел… (Р.Ниғмәти. Йәмле Ағиҙел буйҙары).

 

4.Әсәм теле минең — сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ! (Р.Ғарипов. Туған тел) (слайд 16)

1-се алып барыусы: (слайд 17) Бик яҡшы, афариндар! Беҙҙең уйыныбыҙ аҙағына ла яҡынлашты. Хәҙер жюри ағзалары иҫәпләп, һығымта эшләгәнсе, бөтә 5 класс уҡыусыларын Р.Ғариповтың «Туған тел» шиғырын флешмоб уҡырға саҡырабыҙ!

 

2-се алып барыусы: Р.Ғариповтың «Туған тел» шиғыры ысын мәғәнәһендә әсә теленә, туған телдәргә дан йырлаған шиғыр ул! Үҙебеҙҙең башҡорт телебеҙҙе яратайыҡ, данлайыҡ, күтәрәйек! (Р.Ғариповтың «Туған тел» шиғыры флешмоб уҡыла).


ТУҒАН ТЕЛ. Р.Ғарипов

Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да — йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел —
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм күңел!..

Халҡым теле минең — хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!

Әсәм теле минең — сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!


1-се алып барыусы: (слайд 18) Флешмобта ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт, шағирҙарыбыҙҙың шиғырҙарын ятлайыҡ, яҙыусыларҙың ижадын өйрәнәйек, үҙ телебеҙҙә һөйләшәйек!

 

2-се алып барыусы: Хәҙер һүҙҙе жюри ағзаларына бирәбеҙ….

1-се алып барыусы: (слайд 19) Һау булығыҙ!

 

2-се алып барыусы: Киләһе осрашыуҙарға тиклем!

 

Ҡулланылған сығанаҡтар

1.Баһауетдинова М.И., Баһауетдинов Н.М., Йәғәфәрова Г.Н. Интеллектуаль уйындар / Методик ҡулланма. – Өфө: Китап, 2011.-104 бит.

2.Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2012. – 412 бит.

3. Интернет - сығанаҡ: https://vk.com/video-4351913_171157804?list=f0ddba4502bbbba641.

 



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2020-04-06 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: