РЕГУЛЯРНЫЕ ИМЕНООБРАЗОВАТЕЛЬНЫЕ КОМПОНЕНТЫ





абд, ар. — раб, вечный (первая часть имен типа Абдрахман, Абдразак, Абдулла)

абдул, ар. — см: абд

абу, ар. — отец; компонент муж-ских имен

ак, баш. — белый; чистый; свя-щенный, великий; счастливый

асыл, ар. — 1) прекрасный, кра-сивый, благородный; 2) корень, основа, суть; начало, происхож-дение (первая часть мужских и женских имен)

бай, баш. — богатый; хозяин; муж-чина, муж (компонент мужских имен)

бану, перс. —дочь, девочка; гос­пожа, хозяйка, повелительница

бей, баш. — начальник, глава (ком­понент мужских имен)

бек, баш. —начальник, глава; муж; властелин, крепкий, прочный (компонент мужских имен)

биби, перс. —девочка; госпожа, дама, хозяйка (компонент жен­ских имен)

бик, баш. — см. бек

бика, баш. —девочка, дочь; дама, госпожа, хозяйка

гали, ар. —великий, выдающийся; возвышенный, знатный (компо­нент мужских имен)

гужа, перс. — см. хужа женских имен)

дар, перс. — аффикс обладания: образует имена типа Гилем (знание, образование)+дар: об-разованный

гуль, перс. — цветок (компонент женских имен)

зада, перс. — 1) сын, дитя; царе-вич, принц; 2) аффикс облада-


ния (компонент мужских и жен­ских имен)

зиан, баш. — племянник, племян-ница (по обычаю с компонентом «зиан» давали имя ребенку, ро-дившемуся в родной деревне ма-тери)

зайн, ар. — украшение; узор

етдин, ар. — от дин «религия, ве­ра» (компонент мужских имен)

иш, баш. —напарник, друг, това-рищ (компонент мужских и женских имен)

камал, ар. — совершенный

кан, баш. — см. хан

кужа, перс. — см. хужа

кулЦгул, баш. — раб; помощник, друг (компонент мужских имен)

маги, перс. — луноподобная, кра-сивая, как луна

мин, баш. — родинка, родимое пят-но (компонент мужских и жен­ских имен)

мир, перс. — глава (компонент мужских имен)

мурза, перс. — царевич; младший брат (компонент мужских имен)

ниса, ар. — девочка, дочь; госпо­жа, дама (компонент женских имен

нур, ар. — луч, свет (компонент мужских и женских имен)

сара, перс. — избранная, самая лучшая, драгоценная (компо­нент женских имен)

сара, ар. — госпожа; чистая, от-борная

сара, евр. — родоначальница, гла­ва

султан, ар. — царь, правитель; ца-рица, царевна (компонент муж­ских и женских имен)



сура, баш. — сын, дитя; герой, сме-лый; помощник, друг, товарищ (компонент мужских имен)

сылу, баш. — красивая, прекрас-ная; дочь, девочка (компонент женских имен)

туган, баш. — родственник, род-ной; царь, глава

уллаҢалла, ар. — бог, всевышний

фархи, ар. — радостный (компо­нент мужских и женских имен)

фахри, ар. — славный, знаменитый (компонент мужских и женских имен)

хажи, ар. — паломник (компонент мужских имен)

хаир, ар. — самый лучший (ком­понент мужских имен)

хак, ар. — бог, всевышний

хан, баш. —хан, глава, правитель

хасби, ар. —дорогая, уважаемая (компонент женских имен)

хубби, ар. — любимый


хусни, ар. — красивыи, прекрас-ный (компонент мужских и жен­ских имен)

хужа, перс. — хозяин, обладатель; глава; мужчина (компонент мужских имен)

шат, баш. — глава, правитель; хо­зяин

ша (х), перс. — 1) царь, правитель; хозяин; 2) аффикс обладания

шаги, перс. — султан, царь, са­мый лучший, превосходный

шамси, ар. — солнечный, светлый; сияющий (компонент мужских и женских имен)

ямал, ар. —красавица, красивая (компонент женских имен)

ян, перс. —душа; талан, счастье (компонент мужских и женских имен)

яр, перс. — 1) друг, товарищ; 2) аффикс обладания (компо­нент мужских имен)


ИСЕМДӘР ТАРИХЫ

— Исемең нисек? — тип һорай бөгөн ҡайһы бер йәш­тәр бер-береһе менән танышҡанда *.

— Исемең кем? — тип һораған беҙҙең ата-әсәләр таныш түгел кешегә өндәшкәндә.

— Ниндәй ырыуҙанһың? Кем балаһы булаһың? Атың кем? Кем атлыһың?—тип һорашыр булған ят кеше менән осрашҡанда борон замандарҙа беҙҙең ата-бабалар.

Кеше исемдәре ҡасан, нисек, тел һәм йәмғиәт үҫешенең ҡайһы баҫҡысында барлыҡҡа килгәндер — быны әйтеүе ҡыйын. Ләкин билдәле булған кешелек йәмғиәте тарихының һәр бер дәүерендә кеше исемдәре булған. Кеше исемдәре бик борон замандарҙа тәүтормош дәүерендә аныҡ телмәр (членораздельная речь) менән бер ваҡытта барлыҡҡа кил­гән тигән фекер йәшәй. Исемдәрҙең килеп сығышы бик боронғо замандарға ҡарауы тураһында «Алп батыр» тигән башҡорт халыҡ әкиәтендә бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бар: «Алп!.. тип ниҙер әйтмәк булған да бабай шунда йән бир­гән. Егет атаһын ҡәҙерләп кенә күмгән дә... атаһының балтаһын алып, ташҡа ҡайрап үткерләгән дә, урманға инеп киткән. Унда бер йыуан оҙон имән ағасы ҡырҡып үҙенә йәйә яһап алған. Өс айыуҙың тарамышынан кереш яһап тарттырған. Имән ҡырҡып, уҡ яһаған, ул уҡтың ба­шағына осло таш ҡуйған. Шулай итеп, егет үҙенә ҡорал яһап ала ла донъя гиҙергә сығып китә. Уралтауҙың аръ­яғына сығып, ете аҙым атлаған да туҡтаған. Шунда уға бер ҡыҙ осраған. Ҡыҙ уға: — Исемең кем, егет, — тигән. Егет аптырап ҡалған. Кешелә исем тигән нәмә булыуын ул белмәй икән. — Нимә һуң ул исем? — тип һораған егет. Ҡыҙ йылмайып яуап биргән: — Бына һиңә кем тип өндә­шәләр һуң? —тигән. Егет әйткән: —Атайым үлер алдынан

* Башҡорт әҙәби телендә «исемең кем?» тип һорау дөрөҫ тип ҡа­бул ителгән, ләкин «исемен, нисек?» тип яңылыш ҡулланыу хатта әҙәби әҫәр биттәрендә лә осрай.


ғына миңә «Алп» —тип өндәшкәйне, тигән. Ҡыҙ шунан: — Улай булғас, һин Алпбатыр булаһың инде, — тигән»1.

Исем атау, исем ҡушыуҙың төп нигеҙе бына ошонда күренә. Исем иң элек кешегә мөрәжәғәт итеү, өндәшеү өсөн кәрәк булған. Кеше исемдәре ошо ихтыяж менән барлыҡҡа килеп, һуңынан йәмғиәт үҫеше барышында бер кешене икенсе кешенән айырыу өсөн хеҙмәт иткән тамға, билдә һымаҡ нәмәгә әүерелгән. Кеше исемдәре телдәге башҡа һүҙҙәр менән бергә йәмғиәттә барлыҡҡа килә һәм йәмғиәттә генә йәшәй һәм йәмғиәттең продукты булып йәшәүен дауам итә. Исемдәрҙең мәғәнәүи яғы ғына түгел, төҙөлөшө лә социаль факторҙарға буйһонған була2. Мә­ҫәлән, 1812 йыл Францияла Наполеонға хөрмәт йөҙөнән Наполеон исемен йыш ҡушҡандар. Ислам дине таралған осорҙарҙа күп халыҡтарҙа абд, мөхәмәт, дин һүҙҙәре ме­нән исемдәр күбәйгән. Ә Октябрь революцияһынан һуң Октябрь, Рева, Люция һ. б. исемдәр барлыҡҡа килгән. Тимәк, йәмғиәттең идеологияһы һәр саҡ исемдәргә тәь­ҫир яһай. Кеше исемдәре башҡа яңғыҙлыҡ исемдәргә (мәҫ., ер-һыу атамаларына) ҡарағанда ла социаль тор­мошҡа нығыраҡ бәйле. Шуға күрә ижтимағи тормош үҙ­гәргән һайын исемдәр үҙгәреш кисерә килә.

Йәмғиәттең артабанғы үҫеше бер иш, бер төрлө исем йөрөткән кешеләрҙең күбәйеүенә килтерә: аҙаштарҙы — бер төрлө исемдәштәрҙе — бер-береһенән айырыу проблемаһы тыуа. Бер төрлө исемле кешеләрҙе бер-береһенән айырыу әсән өҫтәмә билдә, тамға ҡуйыла. Был билдә ҡушаматты барлыҡҡа килтерә. Тарихи яҡтан ҡарағанда ҡушаматтар кеше исемдәренән алда барлыҡҡа килгән, һуңынан күп кенә ҡушаматтар, бигерәк тә тышҡы ҡиәфәткә, йә башҡа?ер сифатҡа ҡарап бирелгәндәре, кеше исемдәренә әүере­леп киткән. Мәҫәлән, Ҡарабаш, Ҡараҡаш, Аҡбаш, Миңле­кәй, Кинйәкәй һ. б. Кеше исемдәре телдә яңғыҙлыҡ исем­дәргә ҡарай, һәр яңғыҙлыҡ исем сығышы менән уртаҡлыҡ исемгә барып тоташа. Ләкин һәр уртаҡлыҡ исемдән яңғыҙ­лыҡ исем яһалмаған кеүек, бөтә ҡушаматтар ҙа кеше исе­менә әйләнмәй. Поляк ғалимы С. Роспонд әйтеүенсә, ур­таҡлыҡ исемдәрҙең яңғыҙлыҡ исемдәргә әйләнеүе, ғөмү­мән, исемдәрҙең килеп сығышы, яһалышы һәм артабанғы үҫеше телдең үҙенә башҡа бер законына буйһонған 3.

1 БХИ, Өфө, 1959, т. 2, 55—56-сы б.

2 Суперанская А. В. Общая теория имени собственного. М
1973, стр. 26.

3 Роспонд С. Перспективы развития славянской ономастики:
ж. Вопросы языкознания. 1962, № 4, стр. 12.


Тел һәр ваҡыт камиллыҡҡа ынтыла, ә телдең бер өлө­шөн тәшкил иткән кеше исемдәрендә бындай ынтылыш­тың тағы ла көслөрәк икәне күренә. Ошо тенденция исем­дәрҙең үҙгәреүсәнлек сифатын арттыра. Кеше исемләре­нең экспрессив (тәьҫир итеү) яғы ла уны башҡа яңғыҙлыҡ иҫемдәрҙән айырып тора. Кеше исемдәренә иркәләү, кесе­рәйтеү ялғауҙары ҡушылып, исемдең эмоциональ, тәьҫир итеү көсөн арттыра, уға буяу өҫтәй. Иркәләү, кесерәйтеү ялғауҙары уртаҡлыҡ исемдәргә лә күсә, ләкин уртаҡлыҡ исемдәр менән киң ҡулланылмай. Башҡорт телендә ҡул­ланылған -ҡай//-кәй, -ҡас//-кәс, -ҡына//-кенә һ. б. ялғауҙар кеше исемдәренең тамырына берегеп ҡатып ҡалған. Мәҫ., Кинйәкәй, Ҡаныҡай, Миңлекәй, Ишкенә, Ҡолоҡас һ. б. Был ялғауҙар бөгөнгө көндә исемдең бер бүленгеһеҙ өлө­шө итеп ҡабул ителә.

Уртаҡлыҡ исемдең яңғыҙлыҡ исемгә күсеүе, яңғыҙлыҡ исемдең яһалыу процесы фекер үҫешенә лә бәйле. Шуны­һы иғтибарға лайыҡ, һәр уртаҡлыҡ исем яңғыҙлыҡ исем­гә туранан-тура әйләнмәй. Мәҫәлән, Бүребай, Төлкөбай тигән исемдәрҙе алайыҡ: бүре апелятивы (һүҙе) менән исем яһау өсөн был һүҙгә исем яһаусы «бай» ялғауы ҡу­шыла һәм кеше исеменә күскәндә бүренең бөтә сифатта­ры ла иҫәпкә алынмай, ә бер генә сифаты — көслөлөгө алына. Бүренең йыртҡыслыҡ сифаты кеше исеменә күсе­релмәй.

Төлкө апелятивы менән яһалған исемдә лә уның насар яғы түгел, матур тиреһе, күркәмлеге иҫәпкә алынған. Ә бына инде ҡушамат биргәндә, киреһенсә, бүренең йырт­ҡыслығы, төлкөнөң хәйләкәрлеге күҙҙә тотола. Шулай итеп, «бүре» һәм «төлкө» һүҙҙәренең билдәле бер мәғәнә менән кеше исемдәренә әйләнеүен күрәбеҙ. Кеше исем­ләренең һәр береһенең үҙ мәғәнәһе бар, бер телдә лә мә­ғәнәһе булмаған исемдәр юҡ. Әлбиттә, бөгөнгө көнгәсә һәр халыҡта бөтә (тулы) мәғәнәләре менән исемдәр һаҡ­ланып ҡалмаған. Шулай ҙа төрлө тарихи сығанаҡтарҙа, шәжәрәләрҙә, халыҡ күңелендә һаҡланған кеше исемдә­рен тикшереп сығып, кеше исемдәре мәғәнәһе менән ошо халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына, культураһына,, эстетик зауҡына, донъяға ҡарашына, материаль тормош шарттарына бәйле килеп сығышын һәм ошо мәғәнә менән ҡулланылып йөрөүен иҫбатларға мөмкин.

* * *

Беҙҙең илдә антропонимика әлкәһендә исемдәрҙе мәғә-нәүи яҡтан бүлеп тикшереүҙең тәүге өлгөләрен күрһәткән


рус ғалимы А. М. Селищев хеҙмәте ҙур әһәмиәткә эйә. Ул рус исемдәрен мәғәнәүи яҡтан 19 төркөмгә бүлеп анализ­лап сыға4. Ошондай ысул менән Н. В. Бирилло белорус исемдәрен 34 төркөмгә5, Т. Ж- Жанузаков ҡаҙаҡ исем­дәрен 30 төркөмгә 6, Э. Г. Бегматов үзбәк исемдәрен 19 төр­көмгә бүлә 7. Был йүнәлештә башҡорт исемдәре 20 төркөм­гә бүленеп тикшерелде 8.

Төрки тел ғилемендә антропонимиканың артабанғы үҫе­шеңдә, төрки халыҡтары антропонимияһын өйрәнеү әлкә­һендә һәр халыҡтың үҙ теле буйынса бай фактик материал туплауы ҙур роль уйнаны. Ошо тикшеренеүҙәр нигеҙендә кеше исемдәрен мәғәнәүи яҡтан классификациялауҙа яңы ҡараштар барлыҡҡа килде. Беҙҙең илдә беренселәрҙән булып кеше исемдәренең дөйөмләштерелгән төркөмдәргә бүленешен (дөйөм классификацияны), билдәле венгр ға­лимы Л. Рашони схемаһына таянып, А. В. Никонов тәҡ­дим итте9. «Л. Рашони классификацияһының төп әһәмиәте шунда, — ти А. В. Никонов, — ул кеше исемдәрен төркөм­ләүҙә исем ҡушыуҙың дәлилләнеү сәбәбе булыу принци-бын беренсе урынға ҡуя» 10. В. А. Никонов схемаһы буйын­са кеше исемдәре төп 3 төркөмгә бүленә:

I. Тасуири исемдәр.

II. Теләк исемдәр.

III. Арнау исемдәр.

В. А. Никоновтың исемдәрҙе ошо схемала бүлеүен күп ғалимдар хуплай. Ләкин бөтә исемдәрҙе ҡәтғи рәүештә ошо өс төркөмгә бүлеп сығып, һәр исемде бер генә төркөм­гә бәйләп анализлау мөмкин түгел, сөнки бер үк исем ҡу­шылыу сәбәбе, дәлиле буйынса теләкте, тасуирлауҙы ла белдерергә мөмкин. Миҫалға иң боронғо иҫемдәрҙән бул­ған ҡош-ҡорт, йәнлек-януар атамаларын, көн торошон, ат­мосфера күренештәрен белдергән исемдәрҙе тикшереп ҡа­райыҡ: бүре һүҙе менән яһалған Бүребай исеменең ҡу­шылыуы өс төрлө сәбәпкә, дәлилгә ҡайтып ҡала: 1) ата-

4 Селищев А. М. Происхождение русских фамилий, личных
имен и прозвищ. Избранные труды, М., 1968, стр. 116.

5 Бирилло Н. В. Белорусская антропономия. АДД, Минск,
1969.

6Д жанузаков Т. Ж. Лично-собетвенные имена в казахсксм языке. АКД, Алма-Ата, 1981.

7 Бегматов Э. А. Антропономика узбекского языка. АКД, Таш­кент, 1965.

8К у с и м о в а Т. Х. Древнебашкирские антропонимы. АКД, Уфа, 1975.

9 Никонов В. А. Язык и общество. М., 1974, стр. 94—103

10 Шунда уҡ, 95-се б.


һы һунарҙан бүре алып ҡайтҡан ваҡытта тыуған балаға «бүре» һүҙе менән исем ҡушҡандар (тасуири исем); 2) ба­ла ошо бүре һымаҡ ныҡ, көслө булһын тигән теләк менән ҡушылған (теләк исем); 3) бүре алып ҡайтҡан ваҡытта тыуған балаға бүре һүҙе менән исем ҡушмаһаң, бала тормауы ихтимал, тип ҡушылғанда бүре һүҙе тотем булып исемгә әйләнә (арнау исеме).

Бер үк исемдең бер нисә төрлө сәбәп, дәлил менән ҡушылыуына ҡарата боронғо шәжәрәләрҙә ҡиммәтле мәғ­лүмәттәр һаҡланған. XVI быуатҡа ҡараған Юрматы шә­жәрәһендә Борнаҡ бей исеме тураһында былай әйтелә: «Әмма Чачлы Дәрүиш бинең ғүмере ахры булды, уғлы юҡ ирде һәм ҡәрендәш — яҡыны юҡ ирде, бер генә ҡыҙы бар ирде... Әммә ул ҡыздан ике уғлы бар ирде, бере Бурнаҡ, бере Ядкар дигән иде. Әммә Бурнаҡ дип аны өчөн ата-дилар, һәмче уғлы-ҡызы юҡ сәбәбдин, борны аҡ атның ҡуйнына салып, ат исемен бирделәр. Аталары... йәш ва­ҡытында вафат ирде» 11. Был исемде ҡушыуҙа ике төрлә сәбәп, дәлил килтерелгән. Беренсенән, балалары юҡ сәбәп­тән был баланың ғүмерен һаҡлау өсөн ат ҡуйнына һал­ғандар (был ғүмер теләүҙе күрһәтә—теләк исем); икен­сенән, моронон аҡ ат ҡуйынына һалып, балаға, мороно аҡ — Борнаҡ тип тасуирлау исеме ҡушылған. Өҫтәүенә, арнау исеме тип фараз итергә лә урын бар.

Башҡорт йолаһына оҡшаш Томанхан тигән исем ҡу­шыу йолаһы Төркмән шәжәрәһендә килтерелгән: «...Ҡур-ҡуд ата: «Муниң аты Туманхан булсун», — тиде. Халыҡ әйтдиләр: «Мундин яхшыраҡ ат ҡуйғил»,—тидиләр. Ҡур-ҡуд ата әйтде: «Мундин яхши ат болмас, — тиде. — Ул көнкә... ҡайы хан үлде ирсә, безнең йуртимызны туман тутуб ҡараңғу булды. Бу уғыл туманда туғды. Аннин учун туман ат ҡуйдуҡ үә икенче туман уҙаҡ турмас, тиз китә турған нимәрсә булур. Туманлы күн афтаб (ҡояш) бу-лур, туманның сунки (һуңы) яруҡ (яҡты) булмай булмаҫ. Аз ғина турған туманны бу уғланның йәшлекина ухшатиб-мен. Сунки афтабне бу уғланның икит (егет) булуп, атасы тәхтиндә ултуруб, дәүләтле үә уҙаҡ ғомерле булғанина ухшатибмен»,—тиде»12. Томан исемен ҡушыуҙа ике сә­бәп, дәлил барлығы асыҡ күренә. Беренсеһе баланың тыу­ған ваҡытын, томан ваҡытын билдәләй (тасуири исем), икенсеһе балаға дәүләтле, бай һәм оҙон ғүмерле булыуҙы теләй (теләк исем).

11 БШ, 28-се б.

12 К о н о н о в А. Н. Родословная туркмен (Сочинение Абул-гази
хана Хивинского). М,—Л., 1958, стр. 58.


Юғарыла әйтелгәндәргә таянып, башҡорт исемдәрен; исем ҡушыу сәбәптәре (дәлилдәре) буйынса 3 ҙур төр­көмгә бүләбеҙ.

I. ТАСУИРИ ИСЕМДӘР

1. Баланың төҫөн, һ. б. үҙенсәлектәрен сағылдырған

исемдәр

Баланың берәй төрлө үҙенсәлегенә ҡарап исем ҡу­шыу — боронғо йолаларҙың береһе. Баланың аяҡ-ҡулы, тән төҙөлөшөндәге үҙенсәлектәр, сәсе, күҙе һ. б. иҫемдәр­ҙә күрһәтелгән. Мәҫәлән, Баҙыҡ, Сибек, Сулаҡ, һулаҡай, Өлтөк, Әлтәкәй (сәс), Айҙар (маңлай сәсе), Айыуғолаҡ, Күккүҙ, Ҡарабаш, Ҡараҡаш, һарысәс, Аҡбала һ. б. Ҡу-зыйкүрпәс эпосында Ҡарабай батырҙың улы тыуғас, уға Ҡузыйкүрпәс («ҡуҙы» — бәрәс, «күрпәс» — бөҙрә) тип сәсенең бөҙрәлеген тасуирлап исем ҡушылыуы әйтелә 13. «Миң» һүҙе менән күп исемдәр яһалған: Миңһылыу, Миң-декәй, Миңлебай, Миңлеғол, Миңде һ. б. Борон, миңе булған балаға «миң» һүҙе менән исем ҡушмаһаң, миңе бо­ҙола, тип уйлағандар. Был йола төрөкмәндәрҙә, үзбәктәр­ҙә, әзербайжан һ. б. халыҡтарҙа ла бар. Бала йөҙлөк, бөр­кәнсек, ҡау менән тыуһа, бәхетле, тип уға Йөҙлөкәй, Иә-ҙөкәс, Йөҙлөкбай, Иөҙөбәк, Йөҙөкәй тигән исем ҡушҡан­дар.

2. Тәбиғәт күренештәренә бәйле исемдәр

Башҡорт исемдәре составында тәбиғәт күренештәрен күрһәткән һүҙҙәрҙән яһалған исемдәр күп: Буранбай, Бу­жансы, Буранғол, Томансы, Аяҙ, Аяҙғол, Ҡояшбикә, Аҡ-сыуаҡ, Байсыуаҡ, Айсыуаҡ, Яуа, Ямғур, Йәйсән, Борсаҡ, Елкәй, Елбулды, Елкәс, Болотбай һ. б.

3. Ваҡыт төшөнсәһенә бәйле исемдәр

Кешенең аңында ваҡыт категорияларынан иң элек көн­төнгә, иртә-кискә бәйле, йыл миҙгелдәренән йәй-ҡышҡа бәйле исемдәр яһалып, һуңынан, йыл, ай, аҙна, көн ата­маларына бәйле исемдәр барлыҡҡа килгән булырға тейеш.

13 Беляев Т. Куз-Курпяч, башкирская повесть. — Башкирия в. русской литературе. Уфа, 1961, т. 1,-стр. 357.


Көн-төн төшөнсәһенә бәйле күк есемдәре атамалары ла ба­ланын, тыуған ваҡытын билдәләп исемгә әйләнә. Мәҫ., Айһылыу, Айсыуаҡ, Айбикә, Айбаҡты, Айгилде, Айсыл, Айҙағол, Айтаман, Көнбикә, Көнһылыу, Төннөк, Төнғатар, Көнтоғмош, Таңғатар, Таңатар, Таңбикә, Таңһылыу, Таң­сулпан, Сулпан, Ҡояшбай, Ҡояшбикә һ. б. Йыл миҙгелдә­ренә бәйле — Ҡышты, Йәйлеғол, Йәйләү; тәүлек ваҡыты­на бәйле — Кискилде, Таңсыбай, Таңлыбай һ. б. исемдәр­ҙе күрһәтергә мөмкин. Борон башҡорттар башҡа төрки халыҡтар менән бергә хайуан атамалары менән йөрөтөлгән ун ике йыллыҡ мөсәлде (календарҙы) ҡулланғандар. Шу­лай итеп, хайуан атамалары бер яҡтан көнкүреш, хужа­лыҡҡа бәйле, икенсе яҡтан, йыл атамаһы, өсөнсөнән, то­тем булып кеше исеменә әйләнгән. Иыл атамаларынан ҡот йылдары (сысҡан, барс, аждаһа, йылҡы, эт, дуңғыҙ) кеше исемдәре булып йыш осрай. Ә инде йот йылдары һа­налғандары (һыйыр, ҡуян, йылан, ҡуй, маймыл, тауыҡ) ата­малары бөтөнләй осрамай тиерлек. (Ҡуйбәк, Ҡуйһылыу исемдәре мал атамаһы булып кеше исеменә әүерелгән бу­лырға тейеш.) Боронғо күсмә халыҡтар йыл иҫәбен Ҡояш­тың йондоҙлоҡтарға яҡынайыуына ҡарап билдәләгән. Был йондоҙлоҡ буйынса иҫәп фәндә Ҡояш календары тип ата­ла. Ошо ҡояш календары атамаларынан Мизан (сентябрь), Әсетбай (июль), Саратбей (Саратан булыуы ихтимал —.июнь) кеше исеме булып йөрөгән. Айҙың тыуыу, батыу ваҡыты менән иҫәпләнгән һижрә йыл иҫәбе лә башҡорт­тар өсөн таныш булған, һижрә йыл атамаларының күбе­һе (Мөхәррәм, Сәфәр, Рәжәп, Шаһбан, Рамазан, Шә-үәл(и), Зөлҡәғиҙә, Зөлхизә, Йомадил тигәндәре, баланың шул айҙа тыуыуын күрһәтеп (тасуирлап), исем итеп ҡу­шылған. Көн исемләренән «аҙна» һәм «йома» һүҙҙәре исем яһауҙа йыш ҡулланылған: Аҙнабай, Йомабай, Йомаҡай, Аҙнабикә, Аҙнаҡай, Йомабикә һ. б.)

4. Тормошта төрлө ваҡиғаларҙы сағылдырған исемдәр

Борон төрки халыҡтарҙа, шул иҫәптән башҡорттарҙа ла, баланың тыуған ваҡытындағы ваҡиғаларға ҡарап исем ҡушыу йолаһы булған. Ошо йола нигеҙендә халыҡтың тормошон төрлө яҡлап күрһәткән исемдәр барлыҡҡа кил­гән: Күсәк, Күсәкбай, Күсем, Күсекәй, Күсей, Күсмәк, Кү­сәш, Күсәрбай, Күсенбай һ. б. исемдәр күсенеп йөрөүгә бәйле «күс» һүҙенән яһалған. «Юл» һүҙе менән: Юлдыбай, Юлтый, Юламан, Юлсығол, Юлдыбикә, Юлсура, Юлбуға, Юлдаш, Юлбулды, Юлай, Юлдашбикэ, Юлдыҡай, Юлаҡ


һ. б. исемдәр яһалған. Башҡорт тарихында билдәле урын; алған яу, сапҡын, болалар кеше исемдәрендә сағылыш тапҡан: Яубатыр, Яуғасты, Яухужа, Яуҡай, Яубасар, Яу-лыбай, Яугилде, Яубикә, Босҡон, Босҡонбатыр, Боҫтанай, Ҡасҡын, Ҡасҡынбай һәм Болаш, Болғаҡ һ. б. Ҡунаҡ, туй, байрам, баҙар ваҡытында тыуған балаларға Ҡунаҡбикә,. Ҡунаҡбай, Туйсы, Туйбикә, Туйсура, Туйһылыу, Туйҡу-ныр, Туйбаҡты, Байрамбикә, Байрамғол, Байрас, Байрам­ғәли; ураҡ өҫтөндә, бесән сапҡанда тыуған балаға Ураҡ­бай, Ураҡсы, Ураҡ, Ураҡай, Бесәнсе һ. б. исемдәр ҡушыл­ған.

5. Төҫ атамаларынан яһалған исемдәр

Төҫтө белдергән һүҙҙәрҙән иҫемдәрҙә аҡ, ҡара, һа­ры, ҡыҙыл, күк, йәшел, ала һүҙҙәре осрай. Ләкин һәр бер төҫ атамаһы бер нисә мәғәнә менән кеше исеменә-өйләнгән. Мәҫ., аҡ — аҡ төҫ, пак, саф, бәхет һ. б.; ҡа­ра— ҡара төҫ, көслө, ҡеүәтле, шәп; һары — һары, аҡ төҫ, иң шәп; ҡыҙыл—ҡыҙыл төҫ, матур; күк — күк„ сал төҫ; тамыр, нигеҙ; ала — сыбар, бер ҡатлы, ябай; яуыз, ҡөҙрәтле һәм саптар, ҡолан, ерән һүҙҙәре менән яһалған исемдәр бар: Аҡһылыу, Аҡбай, Аҡбатыр, Аҡйегет, Аҡйән, Аҡкөсөк; Аҡсура, Аҡсыуаҡ, Аҡбикә, Аҡсолтан, Аҡсулпан, Ҡарабаш, Ҡарахан, Ҡаралан, Ҡараҡаш, Ҡа-расабей, Ишҡара, Ҡараабыз, Ҡаракөсөк, Ҡарағол, Ҡара-бикә, Ҡарасәс, һарығол, һарыман, һарыбай, Сарбай, Йән­һары, Сарманай, Сарынбәт, Ҡыҙылбай, Ҡыҙырас, Ҡыҙыл-ғол, Күкбаш, Күкҡужа, Күккүҙ, Күкәш, Күгәш, Күкән,. Алағужа, Алабай, Алаҡай, Алабик һ. б.

6. Үҫемлек, иген, сәскә атамаларынан яһалған исемдәр

Үҫемлек, сәскә, иген игеүгә бәйле исемдәрҙе тормош,, көнкүреште сағылдырған исемдәр менән бәйләп ҡарарға ла мөмкин. Был төр исемдәргә башҡорт телендә миҫалдар аҙ һаҡланған. Арпа, Арпабатыр, Арыш, Борсаҡ, Иген, Етенбай тигән исемдәр ер эшкәртеүгә, иген сәсеүгә бәйле килеп тыуһа, Талботаҡ, Имәнҡол, Байтирәк, Муйылбикә, Ҡарағай, Сейәбикә, Ҡамыш, Ҡурай, Мышар, Ҡаранай, Емешбай, Сәсәк һ. б. исемдәр тирә-йүн тәбиғәтте тасуир­лап һәм матурлыҡ төшөнсәһе менән ҡушылғанды күрһәтә. Фарсы теленән үҙләштерелгән «гөл» һүҙе менән ҡатын-ҡыҙ исемдәре бик күп яһалған: Гөлкәй, Гөлниса, Гөлдәр, Гөлшат, Гөлбаныу, Гөлһылыу, Гөлбикә, Гөлбостан һ. б.


7. Ер-һыу атамаларына бәйле исемдәр

Балаға исемде тыуған еренә ҡарап ҡушыу ҙа боронғо йолаға инә. Был йола буйынса баланың тыуған урыны билдәләнә (ләкин был тер исемдәрҙең ҡайһылары арнау исеме булып та ҡарала). Географик термин булып йөрөгән туғай, арал, тау, ялан, урман, ҡыр, үҙән, утар һ. б. атамалар ҙа кеше исеме булып йөрөгән: Аралбай, Урмантай, Яланбаш, Туҡай, Туғай, Үҙәнбай, Ҡырбатыр, Таулыбай һ. б. Ер-һыу атамаларынан Ирәндек, Уралтау, һамар, Иҙелбай, Иҙелбәк, Иҙелғужа, Туҡбирҙе, Туҡсораң, Туҡсаба, Туҡҡужа, Ыҡсура, Ыҡбирҙе, Яйыҡбай, Нөгөш, Ырғыҙ, Иргиз, Зиргиз һ. б. йылға исеменә ҡайтып ҡала.

8. Баланың ниндәй хәлдә (еңелме, ауырмы)

тыуыуына ҡарап ҡушылған исемдәр

Был төр исемдәргә башҡорт телендә материалдар аҙ. Ләкин киләсәкке тикшереүҙәргә нигеҙ формаһында әлегә билдәле булған «а ҙ н а» һүҙе менән яһалған Аҙналы исеме тураһында әйтеп китеү кәрәк. Әгәр ҙә әсә балаға аҙна буйы ауырыһа, ошо хәлде билдәләп, балаға Аҙналы тигән исем ҡушҡандар (Азналин фамилияһы ошо исемдән яһал­ған). Башҡа төрки телдәрҙә был төр исем ҡушыу йолаһы осрамай. А. В. Никонов рустарҙағы Томило, Истома (ыҙа­ланыу) исемдәрен баланың ауыр тыуыуына бәйле тип ҡа­рай.

9. Эш, хеҙмәт, һөнәрҙе сағылдырған исемдәр

Боронғо исемдәрҙең бер төркөмө кешенең кәсебен, һә­нәрен сағылдырып, боронғо йәмғиәттә кешенең эшмәкәр­леген, хеҙмәттең әкренләп камиллаша барыуын төҫмөрләр­гә мөмкинлек бирә. Боронғо төрки телдә шоңҡар сөйөүсе, һунарға ҡош өйрәтеүсе булған, ул ҡошсы тип аталған. Ҡошсы тигән кеше исеме ошо һүҙгә ҡайтып ҡала. Илсе, Илсекәй, Илсебай, Илсен, Илсеғол, Сиру, Сирубай, Сир­бай, Сирүкәй («сиреү» ғәскәр, һалдат, һуғышсы тигәнде аңлата), Һаҡсығол, Һаҡтағол, һаҡбай, һунарсы, һабансы, Ялсығол, Уҡсы, Мәргән, Алтынсы, Урмансы, Ҡаҙансы, Балтасы, Балтас, Сатусы һ. б. исемдәр һәнәргә, кәсепкә бәйле барлыҡҡа килгән.

10. Эш, яу ҡорамалдарын, һауыт-һабаны сағылдырған кеше исемдәге

Эш ҡорамалдары атамаларынан — балта, балға, ураҡ, һабан, бысҡы, кәйлә, киле, таған, ҡармаҡ, мәскәү (ҡар-


маҡ төрө); яу ҡорамалдарынан — ҡылыс, ҡорман (уҡ һауыты), уҡ; һауыт-һаба атамаларынан — ҡаҙан, табаҡ, ҡашыҡ, иләк тигән һүҙҙәр кеше исеме яһаған. Был төр кеше исемдәре кешенең хеҙмәте, эше, һәнәре, кәсебе, тор­мош шарттары тураһында мәғлүмәт бирә. Мәҫ.: Балға, Балта, Балтас (10-ға яҡын исем), Ыҡбалта, Балтағол, Балтаҡай, Балтабикә, Балтагэрәй, Балтай, Бысҡыбай, Киле, Килекәй, Иләкбай, Таған, Тағанай, һабанай, һабан­ғол, Һабансы, Ураҡ, Ураҡай, Ураҡбай, Тирмәнбай һ. б.; яу ҡорамалдарынан «ҡылыс» һүҙе менән: Ҡылысбай, Ҡылысхан, Ҡылыс (Ҡылысов фамилияһы бөгөн дә осрай) һәм Ҡорман, Ҡорманай, Уҡбай, Уғатар, Уҡбирҙе, Уҡтай-хан тигән кеше исемдәре билдәле.

Тормош кәрәк-яраҡтарынан башҡорт телендә байтаҡ һаҡланып ҡалған «ҡаҙан» һүҙенән яһалған кеше исем­дәре айырыуса иғтибарға лайыҡ (Ырымбур ҡалаһының крайҙы өйрәнеү музейындағы ҙур-ҙур ҡаҙандарҙы күҙ ал­дына килтерһәк, боронғо күсмә тормошло халыҡтарҙа ҡа­ҙандың ниндәй мөһим роль уйнауын билдәләргә мөмкин). «Ҡаҙан» һүҙе һауыт мәғәнәһе менән дә һәм этноним бу­лып та кеше исеменә әүерелеүе мөмкин. Ҡаҙан һүҙе менән яһалған кеше исемдәре төрлө формаларҙа күп төрки тел­дәрҙә һаҡланған. Башҡорт телендә Ҡаҙан, Ҡаҙансы, Ҡот-лоғаҙан, Ҡаҙантархан, Ҡаҙанай, Ҡаҙанғол, Ҡаҙанбай, Ҡа-ҙанкөн, Ҡаҙанҡай; төркмән шәжәрәләрендә Ҡазан, Ҡа-занбек, Солор Казан (Салр-казан-алп), сыуаштарҙа Ҡа­зан, Ҡазанай, Ҡазанчибай, Ҡазандай; Рашид ад-дин яҙ­маларында Г аҙан, Газанхан, Газанбахадур, Кадантайши, Казан (был исем йылайыр ырыуынан тип күрһәтелә) 14 һ. б. исемдәр бар.

11. Аҙыҡ-түлек, кейем атамаларынан яһалған исемдәр

Был төр исемдәр башҡорт телендә аҙ һаҡланған. Шу­лай булыуға ҡарамаҫтан, һаҡланып ҡалған кеше исемдә­ре генә лә боронғо кешенең көндәлек тормошоноң, эстетик зауҡының билдәле бер үҫеш этабын күҙ алдына килтерер­гә ярҙам итә. Аҙыҡ-түлек атамаларынан Аҙыҡ, Ризыҡ, Ризыҡҡужа, Буҙабей, Баллыбикә, Баллыбай һ. б., кейем-һалым, биҙәү нәмәләренән туҡыманың төрөн аңлатҡан һүҙҙәр менән исемдәр яһалған: Айбарсын, Барсын, Бар­сынһылыу, Барсанай (барсын — ебәктең бер төрө, Бар-

14 Рашид ад-дин. Сборник детописей, т. I, кн. 1, М -Л. 1952, стр. 200—203.


6 Заказ 122



сынһылыу исемен ҡайһы бер телселәр бөгөнгәсә «Барһын-һылыу» тип яңылыш ҡулланалар), Ебәк, Ебэкәй, Атлас; Тупый (баш кейеме), Япан, Кәпәс, Салбар, Итек, Итекша, Тана (сын һиҙәп), Төймәсәй, Муйынсаҡ, Йопар (хушбуй), Уҡа, Уҡабикә, Тәңкәбикә һ. б.

12. һанды һәм һан төшөнсәһен аңлатҡан һүҙҙәрҙән яһалған исемдәр

Башҡорт телендә кеше исемдәре составында бер, ике, өс, биш, туғыҙ, туҡһан, йөҙ, мен, һандары һәм ал, тәүге, ҡуш, игеҙ, күп, күмәк тигән һан төшөнсәһен белдергән һүҙҙәр осрай. Мәҫ., Тәүей, Тәүлесура, Тәүлембэт, Тәүләй, Тәүләбай, Тәүге, Тәүләкән («Дәүләкән» атамаһы ошо һүҙ­ҙән тип ҡарайбыҙ), Тәүет, Тәүеней, Алйегет, Алгилде, Ал­да, Алдансиру, Алдагәрәй, Алдағуза, Икенсе, Игеҙәк, Ҡу­шар, Ҡушый, Ҡушали, Ҡушығол, Килдегуш, Ҡушкилде һәм Өскилде, Осҡа, Әсәкәй, Өстөм, Өстәк, Әҫтәкәй, Өс­йән; Бербиш, Бишҡортҡабей, Бишембай, Бишуңғар, Би-шем, Туғыҙбай, Туғыҙбикә, Туғыҙбак, Туғыҙаҡ, Упай, Ун-дан, Унғам; илле, алтмыш, етмеш, һикһән һ. б. ҙур һан­дарҙы күрһәткән исемдәр тасуирлау исеменә ҡарағанда теләк исеменә тура килә. Ғаиләлә баланын, нисәнсе икә-нен күрһәтеп исем ҡушыу йолаһы булған (был йола һуң­ға табан ғәрәп һүҙҙәре иҫәбенә күбәйгән). Тәүге балаға ал, тәү һүҙҙәре менән, һуңғы балаға Төпсөк, Төпсөн, Кинйә, Кинйәбай, Кинйәбикә, Кинйәкәй, Кинйәбулат, Кин­йәғәли, Кинйәабыз, Кинйәһолтан һ. б. тип исем ҡушылған.

13. Оҡшаш исемдәр

Бер ғаиләлә балаларҙың исемдәрен бер-береһенә оҡша­тып ҡушыу — боронғо йолаларҙың береһе. Башҡорт әкиәт­тәрендә был фекерҙе раҫлай торған миҫалдар бик күп. Мәҫ., «Ҡамыр батыр» әкиәтендә 15 улдары — Ҡамырбатыр менән Тамырбатыр. «Аҡмырҙа» әкиәтендә «Иәлмырҙ



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-10-24 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: