Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 15 глава




 

 

 

Инде ҡайһы бер кемһәнәләрҙең, ул боронғо замандарҙа уҡ башҡорттоң Ҡафҡазда ғүмер һөрөүе мөмкинме һуң, тигәнерәк һорауын да ҡыҫҡаса ғына ҡәнәғәтләндереп үтәйек.

Билдәле булыуынса, боронғо төрки ҡәбиләләр араһында “Уғуҙнамә” тигән башҡорт батшалары шәжәрәһе киң таралып йөрөгән, хәҙерге төрөкмән халҡын тәшкил итеүселәр араһындағы 24 (егерме дүрт) башҡорт ҡәбилә-ырыу вәкилдәре (Р.Ғ. Кузеев) ул бөйөк башҡорт шәжәрәһен Урта Азияға ла килтереп еректергән һәм ХVII быуат төрөкмән ханы Абу-л-Ғази был тәүәрихте ҡағыҙ биттәренә күсереп, унан һуң иһә Имән-ҡала (Өфө) кешеһе Мөхәммәтшәриф Хужайән улының 1925 йыл күсереге буйынса донъяға мәғлүм. Бынан биш мең йыл элгәре йәшәгән бабабыҙ Уғуҙ-хандың Ҡытай йылъяҙмаларындағы һун (йәғни башҡорт) ханы “Модэ” (Ҡытай яҙыуынса) икәнлеген дә беләбеҙ, ғалимдар тик ошо “Уғуҙ” исеменең асыл мәғәнәһен генә асыҡлай алмайынса, “үгеҙ” тип, йәки “аҡыл эйәһе” тип юрайҙар (А.Н. Кононов, “Советская тюркология” журналы. Баҡы, 1976, 3-сө һан, 57-се бит һәм Н.А. Баскаков, шул уҡ журнал, 1982, 1-се һан, 88 — 90-сы биттәр). Ә боронғо тәүдинебеҙ (йәки яҙыҡ — яҙыулы дин) буйынса Донъя-Ғаләм-Тереклек ҡоролошон, хоҙайҙары даирәһен белгәндәргә был һис тә йомаҡ түгел. Әйтәйек, тәүдин буйынса бөтә ғаләм, хоҙайҙар һәм кешелек донъяһы игеҙәклек тәртибендә ҡап-урталай ике яртыға бүленә: бәндәләргә ҡарата был Эске Башҡорт (Үҫәргән-Ҡанлы) һәм Тышҡы Башҡорт (Ҡатай-Ҡыпсаҡ) яҡтары. Хоҙайҙарына килһәк, иң юғарыла — Дәү Хоҙайҙың шулай уҡ игеҙәк рухы бойороп ултыра, түбәнерәктә — Дәү Хоҙайҙың ергә баҡҡан игеҙәкле дүрт (ике һәм ике) күҙе баға. Шул игеҙәклек ҡанунынса, Ер шарының да һәр даим бер ярты яғы — яҡты (көн йәки сөн), ә икенсе ярты яғы ҡараңғы (төн) булыуын иҫләһәк, хоҙайҙар биләмеш күк йөҙө лә ҡап-уртанан икегә — көн (әсә) һәм төн (ата) яртыларына бүленә. Иң юғарылағы Дәү Хоҙайыбыҙҙың тәүлек әйләнәһендә Ер шарының яртыһындағы төндө (төньяҡты) бағыусы ҡуш күҙе — төн-күр (Тәңгер, Тәңре) хоҙай тип, ә көндө йәки сөндө (көньяҡты) бағыусы ҡуш күҙе — сөн-күҙ (Сын-ҡыҙ, Сыңғыҙ) хоҙай тип һаналған һәм ошоға бәйле ҡитғабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш яртыһын биләгән Тышҡы Башҡорт (Ҡатай-Ҡыпсаҡ) яғы — Тәңре хоҙайға, ә көньяҡ-көнбайыш яртыһын биләгән Эске Башҡорт (Үҫәргән-Ҡанлы) яғы Сыңғыҙ хоҙайға табынған. Был хоҙайҙарҙың исемдәре боронғо телдә төн-уғур һәм сөн-уғуҙ әйтелеп йөрөтөлгән, шунан сығып Ҡатай-Ҡыпсаҡ (төньяҡ-көнсығыш) башҡорттары — уғур (төрки телдәренең уғыр төркөмө), ә Үҫәргән-Ҡанлы (көньяҡ-көнбайыш) башҡорттары уғуҙ (төрки телдәренең уғуҙ төркөмө) яҡтарына ҡаратылған. Ҡағандар (батшалар) иһә күктәге баяғы хоҙайҙарҙың ерҙәге тере кәүҙәләнеше һаналып, уларҙың тәхет ләҡәптәре лә төн-күр хан йәки Тәңре-хан (Ҡатай-Ҡыпсаҡтарҙыҡы; ҡыҫҡартып, гүр-хан, ҡара-хан тип тә йөрөткәндәр) һәм сөн-күҙ хан йәки Сыңғыҙ-хан (Үҫәргән-Ҡанлыларҙыҡы; ҡыҫҡартып, уғуҙ-хан, ғуз-хан тип тә йөрөткәндәр) булған. Әлеге әйтелгән шәжәрәләге бынан биш мең йыл элгәре башҡорттарҙы Ҡафҡаз аша Кесе Азияға һәм Египетҡа яугирләтеп алып барыусы бөйөк башҡорт ханы (ҡағаны) Уғуҙ тап шул үҙе була ла инде: “Уғуҙ-хан Хөрәсәнде алды, ә шунан һуң фарсы Ирағын, ғәрәп Ирағын, Әзербайжанды, Әрмәниәне, Сирияны һәм башҡа илдәрҙе Египетҡаса яуланы” (Абу-л-Гази. Родословная туркмен. В переводе А.Н. Кононова. М. — Л., 1958, 48-се бит). Шул уҡ мәғлүмәтте боронғо скифтар (ә улар беҙҙең туп-тура бабалар!) тураһындағы Геродот тарихынан да күрәбеҙ (I, 104 — 105): “Скифтар... Ҡафҡаз тауҙарын уң ҡул яғына ҡалдыра барып... Мидияға (боронғо Юрматы иле — хәҙерге Әзербайжан еренә. — Й.С.) баҫып керҙеләр... Шунда мидийҙар... һуғышта еңелеп, хакимлыҡтарынан яҙҙылар, ә скифтар бөтә Азияға эйә булды. Ошонан улар Египетҡа йүнәлде. Улар Сирия Палестинаһына килеп еткәс, Египет батшаһы Псаметтих, уларҙы хөрмәтле ҡаршы алып, бүләктәр һәм ялыныуҙар ярҙамында уларҙы артабан ябырылмаҫҡа күндерҙе”. Икенсе бер боронғо тарихсы Диодор ҙа скифтарҙың хакимиәтенең Египет Нилынаса урынлашыуын яҙа..

Тимәк, Уғуҙ-хан етәкселегендәге башҡорт ғәскәрҙәре Египетҡаса сәйәхәттәрендә Ҡафҡаз аша уҙған, унда, әлбиттә, үҙенең ҡаластарын (хәрби гарнизондарын) ҡалдырған. Хәйер, башҡорттарҙың ул яҡтарҙағы хакимлыҡтары быуаттарҙан быуаттарға һуҙылған бит (Туран, Парфия, Иран, Ҡошан империялары осоро)...

Әлхасил, хәҙерге Грузияның көнсығыш өлөшөндә бик боронғо замандарҙа уҡ Ҡартлас (ә “ҡартлас” һүҙе башҡа төрки телдәрҙә юҡ) ләҡәпле бабабыҙ дәүләт ҡора, һәм ул дәүләт — Ҡартлы иле, ә халҡы ҡартлылар тип атала (һуңынаныраҡ унда хәҙерге “грузин” бабалары пәйҙә булғас, “грузин”дар ҙа үҙҙәрен — ҡартвелни, ә “Грузия”ны саҡартвело тип атайҙар (башҡорт бабалар ләҡәбен ҡабул ҡылалар), “грузин” иһә был халыҡҡа урыҫ һәм башҡалар биргән атама. Боронғо грек тарихсы-географы (24 йылда үлгән) Страбон (География, Л., 1964, 474-се бит) яҙыуынса, Иберияның (йәғни әле телгә алынған Ҡартлы иленең) халҡын скиф һәм сармат (йәғни башҡорт!) йолаларын тотоп йәшәүсе, уларҙың (скиф һәм сарматтарҙың. — Й.С.) ут күршеләре һәм туғандары булған яугирҙәр тәшкил иткән”. “Иберия” тигәндән дә башҡортлоҡ аңҡып тора: иберҙар — абарҙар — бүреләр йәғни бүрегә табыныусы Үҫәргән башҡорттары, тигән һүҙ... Ҡартлы иленең (Иберияның) баш ҡалаһы ла Мәсғөт (Месхет) тип аталған, ә был иһә баяғы Геродоттағы Массагет — башҡорт, тигән һүҙ була. Әйткәндәй, Искәндәр Зөлҡәрнәйен (Александр Македонский) яулауҙарына тиклем үк ошо Мәсғөт өлкәһенә үҙебеҙҙең төркиҙәр килеп урынлаша һәм (ү)сәркин (Үҫәргән) – Сәркин тигән ҡала ҡора. Һуңынан улар Искәндәргә ҡаршы ҡаты һуғыша. Боронғо (ХI быуат) грузин сығанаҡтарында ла Ҡартлы иленең грузиндарға тиклемге халҡы — бун-турк (баш-төркиҙәр йәки төп-төркиҙәр) тип әйтелә (Мровели Леонти. Жизнь картлийских царей. М., 1979, 27, 59 — 60-сы биттәр). Бына шул мәсғөт (башҡорт) бабаларҙың тоҡомдары әлегәсә үҙҙәрен мәсғөттәр (месхеттар) атай, беҙҙең кеүек үк, Ислам динен тота. Совет Грузияһы осоронда ла уларҙың төркилеге яҡшы билдәле була, сөнки 1944 йылдың ноябрендә уларҙы, йөҙ етмеш меңлек мәсғөт халҡын, СССР-ға Төркиә һуғыш башлай ҡалһа, төрөктәр яҡлы булырҙар тип, Сталиндың әмере менән НКВД ғәскәрҙәре бер төн эсендә тыуған еренән һөрә (“Известия” гәзитенең 1989 й., 30 ғинуар һаны)... Шул Мәсғөт өлкәһе урынлашҡан боронғо Ҡартлы илендә урта быуаттарҙа, тап Башҡортостандағы Шады кеүек үк, шағирға “Шато” ләҡәбен бирмеш Шады (Шида) тигән сәйәсәт һәм мәғрифәт үҙәге була, шулай уҡ унда Руставели тип данланасаҡ Ырыҫтау ҙа билдәле — бөйөк Шато Руставелиҙы тыуҙырған ер. Ниһайәт, XX быуаттың 90-ынынсы йылдарында евразия ҡитғаһы халыҡтары тарихын ентекле һәм бай мәғлүмәтле яҡтыртҡан тиңһеҙ яҙма ҡомартҡы урыҫ телендә донъя күрҙе: 1681-83 йылдарҙағы башҡорт ҡораллы күтәрелешенең етәксеһе, заманаһының бөйөк ғалимы Сәйет Йәғәфәр бабабыҙ тыуҙырған һәм, уның вәзире Баҡшы Иман тарафынан аҡҡа күсерелеп, “Йәғәфәр тарихы” тип исемләнмеш башҡорт-болғар боронғоһоноң өс томлыҡ тарихы. Темабыҙға туранан-тура ҡағылышлы ошондай юлдар бар унда:

 

Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию.

Очень скоро Чельбир начал крупномасштабные операции на юге с целью подчинения всего Причерноморья, Украины, Кавказа, Ближнего Востока и Индии.

Зимой 1183 - 1184 гг. Курсыбай вернул под власть Булгара Азак, захваченный перед этим византийцами, а весной булгарское войско вместе с союзником Булгара куманским ханом Хонджаком (Кончаком) атаковало киевские владения. Однако Кончак позорно бежал в самом начале битвы, и булгарам также пришлось отступить. Киевлянам достались булгарские зажигательные снаряды - шереджиры. В том же году Чельбир при помощи своих осетинских родственников (отцом одной из жен царя был крымский гот, а матерью - осетинская княжна) возвел на грузинский престол Лачына Хисами, бывшего до этого некоторое время булгарским наместником Азака. Лачын Хисами, правивший в Грузии под именем Георгия, женился на грузинской принцессе Тамар и всячески способствовал укреплению культурных и экономических связей между Гурджей (Грузией) и Булгаром. Так, по его просьбе Чельбир разрешил организовать в ряде булгарских городов грузинские колонии, в которых поселились грузинские, армянские, татъякские (мен-грельские) и осетинские купцы и ремесленники. Но в 1189 г. Лачын Хисами был обвинен своей собственной женой и поддерживавшей ее грузинской знатью в попытке мусульманизировать Грузию при помощи сельджукских соседей и булгарских княжеств в Грузии (булгарские княжества во всех странах Закавказья назывались "Хонджак"ами) и свергнут с престола. Две попытки Чельбира вернуть Лачыну Грузию не увенчались успехом (том 2)... В Тургане некоторое время укрывался эмир Лачын Хисами, изгнанный из Гурджи беками своей жены Таймыр-бики. Говорили, что она достигла предела разврата и погибла от него. Бачман рассказывал мне со слов многих хонджакцев, что однажды, чтобы удовлетворить свою похоть, она легла на медвежью шкуру и попыталась совокупиться с псом. Но пес, когда-то взявший этого медведя, тут же загрыз ее, приняв за ожившего зверя (том 3)...

Б.э. V — ХI быуаттарында Грузияға ут күрше булған таулы Дағстанда ла бүрегә табынмыш абар-үҫәргәндәрҙең (“сәр”ҙәрҙең) Сәр-ир дәүләте сәскә ата, күршеләшеп туғандаш хазар, ҡыпсаҡ, Ҡатай-көҙән империялары йәшәй. Хәҙерге грузин тарихсыһы Г.А. Меликишвили хаҡлы билдәләүенсә, Төньяҡ Ҡафҡазда IV — VI быуаттар — һундарҙың, ә ХI быуат ҡыпсаҡтарҙың өҫтөнлөк итеү (гегемония) дәүерҙәре булып тора. Шота Руставели тыуып үҫкән Ҡартлы иленә килгәндә, “VI — IХ быуаттарҙа Ҡафҡаз артында һәм Көнсығыш Ҡафҡазда халыҡтарҙың аралашыу теле булып төрки теленең хеҙмәт иткәнлеген тәғәйен лингвистик мәғлүмәттәр менән дөрөҫләп була”, — ти икенсе бер ғалим В.Л. Гукасян (“Советская тюркология” журналы, 1981, 5-се һан, 81-се бит). Дөйөм бер төрки тел һәм уның диалекттарында һөйләшеүсе һәм яҙышыусы был илдәрҙең халыҡтары, әлбиттә, бер-береһе менән тығыҙ аралашҡан, бабаларҙың уртаҡ ауыҙ-тел ижады, әҙәбиәт үрнәктәре менән күңел зауыҡтарын ҡандырған һәм буласаҡ бөйөк шағирыбыҙ ҙа тап шул мөхиттә үҫкән.

 

 

 

Боронғо Грузияның дәүләт динен — христиан динен тотоп, батшабикә Тамара һарайында ҡаҙнасы хеҙмәтен үтәгән, үҙенең баяғы “Бүре-әсә тиреһен бөркәнгән битаз” тигән мәшһүр поэмаһын шул Тамараға арнаған башҡорт Шата Ырыҫтаулы үҙенең баш һүҙендә үк әҫәренең рәүешен, ерлеген һәм сығанағын аңлатыбыраҡ бирә:

 

Был боронғо хикәйәтте Ырыҫтаулы исемле мин

Ынйы мәрйенләтеп теҙҙем, шиғрилатып есемен мин.

 

Тимәк, шағирҙы ҡулына ҡәләм алырға рухландырған боронғо халыҡ ижады үрнәге — сәсмә (проза) йәки шиғыр ҡатыш әҫәр булған, автор шуны иркен ижади файҙаланыуҙа (юҡҡамы ни грузин әҙәбиәтселәре уның сығанағын таба алмайҙар!) “грузин теленә ауҙарып”, шиғыр юлдарына һалып йырлаған. “Был хикәйәт, — ти ул, — әллә ҡасан Ирандан килтерелгән, тап ынйы бөртөгөләй, ҡулдан ҡулға күсеп йөрөгән”. “Әллә ҡасанғы Иран” иленең хәҙерге беҙ белгән төркигә ят фарсы телле (хәйер, унда егерме миллионлы әзербайжан төркиҙәре лә йәшәй!) Иран түгеллеген, ә боронғо башҡорт Ираны икәнлеген дә иҫкәртәйек (ул хаҡта махсус хеҙмәтем бар – “Дәүләтебеҙ Бөйөк Ҡошан”). Беҙҙең эраға тиклем 248 йылдан алып йәшәп килгән башҡорт Бүре-Өфө-өйө (Парфия) батшалығы тәхетенә, Арта-абыҙ (башҡорт эпосындағы Ураҙ) батшаны үлтереп, б.э. 224 йылында Үҫәргән башҡорто Бәк-Сәсәндең ейәне Артыш-ир (Арташир) менеп ултыра һәм хәҙерге Урта Азияның көньяғынан алып Фарсы диңгеҙ ҡултығынаса киң йәйрәгән, сәйәси яҡтан үҙен Тора таулы Туран иленә ҡаршы ҡуйған Артыш-Иран (“Артыш-Ирҙеке” тигән һүҙ) батшалығы барлыҡҡа килә (һуңғараҡ ул, исеме ҡыҫҡартылып, Иран ғынаатала башлай). Хәҙерге Ирандың үҙәк өлөшөндә лә бик боронғо замандарҙан уҡ аҫаба-башҡорт төйәктәре — Бөрйән (баш ҡалаһы Буржанд) иле, ә унан көньяҡтараҡ — Уғузстан (Хузистан), уғата көньяҡтараҡ — Бүре-әсәстан (Фарсистан, боронғо баш ҡалалары Бүре-әсә, грекса Персеполь һәм Башҡорт, грекса Пасаргад), ә артабан Фарсы диңгеҙ ҡултығының буйында уҡ Башҡорт (Башкерд) иле (Ирандағы был башҡорт илдәренең исемдәре 1896 йылда Рәсәйҙә нәшер ителмеш донъя атласының Иран картаһында күрһәтелгән) гөрләп сәскә атҡанлыҡтан, аҙаҡ килеп “Иран” аталмыш ул донъяла башҡорт мәҙәниәтенең, халыҡ ижады әҫәрҙәренең ни хәтлем киң таралыуын күҙаллау ҡыйын түгел. Шуға күрә шағирыбыҙҙың “Ирандан килтерелгән хикәйәт” тиеүен дә ошоларҙы иҫәпкә алып ҡабул ҡылырға кәрәк. Ә поэманы тикшереүсе ғалимдар, үкенескә ҡаршы, был сығанаҡ-ерлекте тик аҙаҡҡыраҡҡы осорҙарҙың саф Иран әҙәбиәтенән юллайҙар ҙа, осон сығара алмай, тупаҡҡа (тупикка) терәләләр. “Махсус тикшеренеүҙәргә лә ҡарамай, фарсы әҙәбиәтендә бындай тарих (сюжет) һис табылманы”, — тип яҙа Саргис Цаишвили (Шота Руставели. Витязь в тигровой шкуре. М. — Л., 1966, 28-се бит. Артабан да һүҙ ошо китап буйынса алып барыла). Шулай ҙа был грузин ғалимы Руставели әҫәренең “художестволы ҡоролошо йәһәтенән бигерәк тә Низами Ғәнжәүиҙең “Ләйли вә Мәжнүн”ендә гүзәл кәүҙәләнмеш Көнсығыш романтик поэмаһына яҡын” икәнлеген дә таный, әммә Шота Р.уставели геройының тормошсан әүҙемлеге, юғары идеалдары Көнсығыш поэмаһына ҡарата ҡапма-ҡаршы юҫыҡта тора, тип тә дегет тамыҙа (әйтерһең дә, беҙҙең поэзия ундай сифаттарҙан мәхрүм)... Низами поэмаһын аҙыҡландырмыш мәжнүнлек (грузинса — мижнүрлек) темаһын Руставели ҙа әҫәренең үҙәгенә ҡуйған, әлбиттә: юҡҡамы ни ул, хоҙайына ялбарып, “Мижнүр утында янырға аҡтыҡҡаса насип ит”, ти кереш бүлегендә үк һәм шул мижнүрлектең асылын нәҡ Көнсығыш халыҡ-ара легендаларҙағыса аңлағанын күрһәтә:

 

Ғашиҡ Мижнүрҙең үҙенең мөҡәддәс ҡануны бар:

Үҙ яныуҙарын йәшереп, һөйгәненә була зар.

Ялҡынланып яңғыҙлыҡта, юя хатта аҡылын,

Һөйгәненең ҡоло булып үлергә лә яҡын ул.

.................................................................................

Һөйгәне өсөн һыҡтанып, Мижнүр эсмәй иҫерә.

Уның ерҙәр ҡыҙырыуын илдәр ихлас кисерә.

Күңелендә, йөрәгендә бойора тик бер һылыу,

Мижнүр ғишҡы ләкин илгә мөмкин түгел асылыу.

Ә был иһә шағир ижадын иртә урта быуат ғәрәп әҙәбиәтенә лә килтереп тоташтыра...

 

 

 

Ғәрәптең мәжнүнлек “сир”е — Низамиға ла, Шекспирға ла (“Ромео һәм Жульетта”) һәм башҡаларға ла ҡағылған татлы киҙеү ул. Ғәрәпсә “мәжнүн” — енле, тиле, диуана, йүләр тигән һүҙ, йәғни ғишыҡ ялҡынынан ашҡынып буҙлаған егет. VII — VIII быуаттарҙа хәҙерге Сауд Ғәрәбстанының атаҡлы Мәҙинә ҡалаһынан төньяҡтараҡ ҡом сүлендә күсенеп йөрөүсе (бедуин) ғәрәптәрҙең Узра исемле ҡәбиләһе (аҙаҡ башҡалары ла) янып-көйөп мөхәббәт лирикаһы тыуҙырыусы бер төркөм шағир һәм шағиралары менән данлана: Урва һәм ул һөйгән Афра һылыу, Ҡайс ибн Зарих (687 йыл үлгән) һәм Лубна, Жәмил ибн Абдаллах ибн Мағмар (660 — 701) һәм Бусайна, Ҡусаййир һәм Ғәззә, атаҡлы Ҡайс ибн әл-Мүләүвах (“Мәжнүн” ләҡәпле, 700 йылда үлгән) һәм Ләйли, йәнә лә бер шағира Ләйли әл-Әхйәлиә (704 йыл үлгән) һәм уның һөйгәне шағир Тәүб ибн әл-Хөмәййирә (Әмир ырыуынан)... Ошоларҙың бөтәһе лә һөйгәндәренә тап Руставели әйткән “мижнүр”ҙәрсә ғашиҡ булып ғишыҡ шиғырҙары яҙған һәм күбеһе “Мәжнүн” ләҡәбен йөрөткән, ғүмерҙәре буйынса шул осһоҙ-ҡырыйһыҙ мөхәббәт уттарында янһалар ҙа, ҡауыша алмайынса фани донъянан күскән, шулар тирәһендә аҙаҡ халыҡ-ара ҡыҙырып йөрөүсе һәм шағирҙарҙы рухландырыусы “Ләйли һәм Мәжнүн” легендаһы уҡмашҡан... Шота Руставелиҙың замандашы, фарсы телендә яҙыусы Әзербайжандың бөйөк шағиры Низами Ғәнжәүи (1141 — 1209) шул легенда нигеҙендә шул исемле “Ләйли вә Мәжнүн” (1188), ә элегерәк (1181) фарсы шағиры бөйөк Фирҙәүсиҙең тәьҫирендә “Хосров вә Ширин” поэмаларын яҙғанлыҡтан, һәм 1339 йылда үҙебеҙҙең Ҡотоб ләҡәпле мәшһүр шағирыбыҙ шул “Хосров вә Ширин”ды иркен ижади ысулда үҙебеҙҙең төркисәгә ауҙарғанлыҡтан, ғәрәптән күсмеш ул легенда һәм әкиәт сюжеттары, ҡайһы бер йоморо башлыларыбыҙ уйынса, беҙҙең яҡтарға тап ана шул кәкре үҙәндән: ғәрәптән — фарсыға, фарсынан төркисәгә күсерелеү юлынан килеп ирешкән, тип иҫәпләнә (Башҡорт әҙәбиәте тарихы, I том, Өфө — 1990, 407-се бит); ошо үтә еңел кәсепсән тәғлимәт, һис кенә лә тартыныуһыҙ, хатта ки башҡорттоң йәне урынындағы “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостарына, “Буҙйегет” ҡиссаһына, “Һуңғы һартай” тарихи хикәйәтенә лә килтереп йәбештерелә (шунда уҡ, 185, 186, 407-се биттәр). Ә бит ниңә һуң борон-борон замандарҙа Уралынан — Фарсы диңгеҙ ҡултығынаса һәм Нилғаса барып етеп, үҙ дәүләттәрен ҡороп тороп урынлашҡан, хатта Египеттың б.э. тиклемге III династия (2778 — 2723),V династия (2563 — 2423), ХХII династия (950 — 730) фирғәүендәре рәүешендә тәхетендә ултырған, ә һуңынан беҙҙең эрала шул ерҙә үк мәмлүктәр дәүләтен (1250 — 1516) ҡорған Үҫәргән, Ҡыпсаҡ һәм Бөрйән башҡорттарын иҫәпкә алмаҫҡа?! “Ат аунаған ерҙә төк ҡала”, тигәндәй, уларҙан да бит ул яҡтарҙа хәтһеҙ рухи гәүһәрҙәр һибелеп-сәселеп ҡалғандыр, тип ниңә фекер йөрөтмәҫкә?!. Әйтәйек, шул мәмлүктәр дәүләтенең күренекле солтандары Айбәк (1250 — 1257) — Ҡыпсаҡ башҡорто, Бейбарс I (1260 — 1277) Бөрйән башҡорто булған; шулар заманында Египет-Мысырҙа, бер түгел, дүрт-биш башҡорт шағиры йәшәгән һәм ғәрәп телендә яҙған (исемдәре билдәле). 1223 йылда энциклопедик әҫәрҙәрен яҙып тамамлаған ғәрәп ғалимы Яҡут әл-Хәмәүи иһә бөгөнгө Сириялағы Хәләб ҡалаһы мәҙрәсәләрендә уҡып йөрөгән башҡорт шәкерттәрен күреп һөйләшеүе тураһында хәбәр итә. Тимәк, Ағиҙел — Аҡ Нил араһында ла ике яҡҡа ла каруандар йөрөп торған. Әйтелгән риүәйәт һәм сюжеттарҙың да шулар аша беҙҙең яҡтан туп-тура Ғәрәбстанға һәм башҡа тарафтарға ығыуы, йәки Уралға ҡайтыуы мөмкин түгелме ни?.. Йәнә килеп башҡорт Ҡотобтоң (уның башҡортлоғона дәлилдәр бар) ижади төркисәләштергән “Хосров вә Ширин”ын, Йософ Баласағуниҙың “Ҡутадғу белег”ен (Ҡаһирә нөсхәһен) дә башҡорт кешеһе — Йеҙекәй батырыбыҙҙың тоҡомо Бәркә Факиһ уҙаманыбыҙ 1383 йылда үҙе күсереп яҙып, мәмлүк солтандары иле Мысырға алып барыуы, шуның ғына арҡаһында ул бөйөк әҫәрҙәр нөсхәһе бөтә кешелек донъяһы өсөн юғалтылмай һаҡланып ҡалыуы мәғлүм бит...



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: