Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 18 глава




Үҫәргән тармағы данаҡ-абарҙарҙың заманында бөйөк Көн-Өфө (Ҡәнифә) юлы буйлап алыҫ көньяҡ-көнбайышҡа китмеш бөйөк сәфәр эҙҙәрен улар йәшәп уҙа барған һәм уларҙың “танаҡ//данаҡ” исеме ҡушылған ер-һыу атамаларында күрәбеҙ: Көньяҡ Уралдағы танаҡ-улаҡ (Таналыҡ) йылғаһы (борон ул Яйыҡ баштарының береһе һаналған) — Дон (данаҡ) йылғаһы — Днепр (данаҡ-абар) йылғаһы — Дунай (данай) йылғаһы — Балҡан ярымутрауы (был исемде лә үҙебеҙҙең Тәүтөйәк тауы Балҡандан алып барып биргәндәр)...

Ғөмәрҙең (Гомерҙың) “Илиада” эпосындағы шул данайҙар (йәғни ата-бүрегә эйәреүсе үҫәргәндәр) б.э. тиклем ХIII быуатта уҡ үҙебеҙҙең ҡаңғылар йәки боронғо хөрмәтләп әйтелештәге “ҡан-аҡай”ҙар (“Илиада”лағы аҡайҙар — ахейҙар) менән тығыҙ берлектә ошо Кесе Азиялағы (хәҙерге Төркиәләге) атаҡлы Троя ҡалаһын яулап алыуҙа әүҙем ҡатнаша. Был яулауҙы ойоштороусы аҡайҙар (“Илиада”лағы ахейҙар) иһә, әле генә әйтә биреп ҡуйыуыбыҙса, шул уҡ Үҫәргәндең Әсә-Бүрегә эйәреүсе сатаһы ул, йәғни баяғы аҡан-аҡай — Ҡанаҡай//Ҡаңғы ырыуы тап үҙе булып тора; Ғөмәр әҫәрендә иһә был этнонимдың ҡыҫҡаҡланмыш икенсе яртыһы “аҡай” (ахей) телгә алынған. Ҡаңғыларҙың (аҡайҙарҙың) ҡасандыр шунда йәшәгәнлеген ундағы Аҡай (Ағай, Эгей) диңгеҙ исеме лә шаһитлай. Хәҙерге Төркиә тупрағында б.э. тиклем икенсе мең йыллыҡта — башҡорт ҡатайҙарының (хеттарҙың йәки хаттарҙың), ә беренсе мең йыллыҡта башҡорт һарттарының дәүләттәре лә күкрәп сәскә атҡанлығын яҙғайныҡ...

1453 йылда 2-се Мәхмүт солтан етәкселегендәге төрөк бабалары христиандарҙың шундағы шанлы ҡәлғәһе булған Константинополде (Истанбулды) һуғышып алғандан һуң, бөтә Көнбайыш христиандар донъяһы уларға ҡаршы хөсөтләнеп, “тәре һуғышы” әҙерләй башлағас, Көнбайыш Европа илдәрендә баяғы 2-се Мәхмүт солтандың Рим папаһы Николай 5-сегә яҙған хаты тарала; ошо яҙмаһында төрөк солтаны, “төрөктәр кеүек үк, шул уҡ Троя халҡының вариҫтары булған итальяндарҙың” уға, йәғни үҙҙәренең тарихи ҡан ҡәрҙәштәре булған төрөк солтанына, дошманлыҡ ҡылыуҙарына аптырауын белдергән; ә бер нисә тиҫтә йыл алдараҡ шул уҡ итальяндар кардиналы Исидор ҙа төрөктәрҙең, итальяндар кеүек үк, тевкр (йәғни Троя халҡы) вариҫтары икәнлеген раҫлап сыҡҡан булған (С. Рансимен. Падение Константинополя в 1453 году. М., 1983, 149-сы бит), ә Рим ҡалаһын нигеҙләүсе башҡорт бабаларыбыҙ тураһында “Хәтерхитаб”ымда (“Ағиҙел”дә “Башҡорт хәтере” тип баҫылды) ентеклерәк яҙғайным. Быларҙан иһә Ғөмәр “Илиада”һындағы боронғо Троя ҡалаһының халҡы ла шул үҙебеҙҙең аҫаба башҡорттар булғанлығы аңлашыла, сөнки ул Троя халҡының гректар үҙҙәренсә боҙобораҡ теркәп ҡалдырған атамаһы “тевкр” — үҙебеҙҙең “төп-ҡор” булып, был иһә киң билдәле “баш-ҡор” (күплек һанда “башҡорт”) этнонимының варианты икәнлеге ап-асыҡ (төрөктәрҙең дә башҡорттарға кендеге береш, тимәк)...

Төрөк солтандары

 

Бөтә ҡан ҡәрҙәш халыҡтарҙың дөйөм атамаһы “төрөк” йәки “тороҡ” (боронғо күплек һанындағы әйтелеше “төркөт”) — борон заман муйынына тороҡ (фаллос) ишараты баулап аҫҡан башҡорт бабаларҙың ләҡәбе икәнлеген яҡшы иҫләһәк, бөгөнгө Төркиәләге төрөктәрҙең, һис юғында уларҙың солтандар династияһының килеп сығышын башҡорт тәүәрихтәренән юллау яҙыҡ түгелдер.

Риүәйәттәр буйынса, — ти баяғы “Очерки” китабының авторҙары, — ҡайа ҡәбиләһенән бүленеп киткән 400 — 500 тирмәле ҙур булмаған күскенселәр төркөмөнөң юлбашсыһы Иртоғрил шундағы Һалъйыуыт иленең солтаны Ғәләүитдин кей-ҡеүәт 1-сенән (1219 — 1236) Сөғүт төбәгендә ужымлыҡ (туҡланып йәшәрлек. — Й.С.) ер ҡабул итеп ала, шуның хаҡына ул һалъйыуыттар державаһының төньяҡ-көнбайыш сиктәрен һаҡларға тейеш була. Башҡа ужымлыҡтар кеүек үк, был ер уның тоҡомдарына мираҫ итеп ҡалдырыла. Иртоғрилдан һуң уның улы Ғоҫман (1258 — 1324) бей була, артабан был бейлек һәм династия уның исеме менән Ғоҫмандар тип йөрөтөлә” (18-се бит).

Иң тәүҙә геройҙың исем-ләҡәбенә иғтибар ҡылайыҡ: ир-тоғро-ил (“илгә тоғро ир” тигән һүҙ). Ә “Ир” — башҡорттоң иң күренекле юлбашсыларына ғына бирелмеш данлы ләҡәп ул:

 

Салауат батыр — Ир ине,

Менгән аты кир ине.

Дошман менән алышҡанда

Алдын бирмәҫ Ир ине.

 

“Күсәк бей” эпосынан:

 

Ир -Бабсаҡ Йәмиләне алып ҡайтҡан...

 

Боронғо Бүре-Өфө (Парфия) дәүләтенең нигеҙендә Иран (йәғни “Ир иле”) тигән империя ҡороусы башҡорт батырының да данлы ләҡәбе “Ир” булған...

Иртоғрилға Византия сигендәге был ужымлыҡ ерҙең ни сәбәпле бирелеүен төрөк тарихсыһы, Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың шәкерте Ниһал Атсыз мәҡәләһендә (“Ағиҙел” — 2000/8, 40 — 41-се биттәр) күрәбеҙ: “Иртоғрил бей етәкселегендәге ҡайылар ҡәбиләһе, Анталияның көнбайышына табан хәрәкәт иткән саҡта, бер үҙәндә һуғышҡан ике ғәскәргә тап булған. Иртоғрил бей үҙенең кескәй генә ҡеүәте менән еңелеп барыусыларға ярҙам иткәс, татарҙар еңелгән”, — тип аңлатыла ине был ваҡиға тарих китаптарында... Һуғыштың һалъйыуыттар менән хорезмдар, Һалъйыуыт солтаны Ғәләүитдин Кей-ҡеүәт менән Хорезмшаһ Йәләлитдин Мәңгебирҙе араһында Яҫҫысимәндә булған һуғыш булыуына тәүгеләрҙән булып Зәки Вәлиди иғтибар иткән. Һуғыш 1230 йылда Эрдзинжан тирәһендәге Яҫҫысимән тигән ерҙә булған. Был хаҡта Зәки Вәлиди Туған тарихсы Нәсәвиҙең яҙмаларынан мәғлүмәт тапҡан. Нәсәви һуғышта еңелеп барған Ғәләүитдин Кей-ҡеүәт, көнсығыштан көтөлмәгән ярҙам килеүе арҡаһында, еңеүгә өлгәшеүе тураһында яҙа”.

Тимәк, уҙаманыбыҙ Иртоғрил бәһлеүән (шәжәрәбеҙҙә ул тап шулай ләҡәпләнә) үҙенең яңы солтанатын ҡорасаҡ һәм артабан ул Ғоҫман империяһы — Төркиә тип аталасаҡ тупраҡҡа 1230 йылда килеп аяҡ баҫҡан һәм үҙенең һалъйыуыт-башҡорт ҡан ҡәрҙәштәренә хәл иткес һуғышта батырҙарса ярҙам күрһәткән. Йылына ҡарағанда, был аҫыл зат (Үҫәргән батшалар шәжәрәһе вәкиле) атаҡлы Мүйтән бейебеҙ менән бер үк заманда йәшәгән һәм, бәлки, ул да шул уҡ бабабыҙ Туҡсаба улы — Мүйтән бейҙең бер туғаны булғандыр.

Ғоҫман империяһының нигеҙ ташын һалыусыларҙы “Очерки” авторҙары һ.б. “ҡайа” йәки “ҡайы” ырыуынан тип атаһа ла, Мәхмүт Ҡашғариҙа был этноним аҙаҡҡы һуҙынҡыһыҙ яҙыла: “Румға (Византияға. — Й.С.) башҡаларҙан яҡыныраҡ йәшәүсе ҡәбилә — бәжәнәк, артабан китә ҡыпсаҡ, оғуз, йемек (ҡумыҡ. — Й.С.), башҡорт, басмыл, ҡай ...

Күренеүенсә, Византия (хәҙерге Төркиә) тарафынан тороп һанағанда был “ҡай”ҙар Арал — Каспий буйҙарындағы башҡорттарҙан да арыраҡ — нәҡ Уралдың үҙендә — Үҫәргәндәр тәүтөйәгендә йәшәгәндәр булып сыға.

Әгәр этимологияһын (һүҙҙәр килеп сығышын) барлаһаҡ, баяғы-шул “ҡай”ҙан — ҡай-аҡа//ҡайгы (бүре) — ҡайаҡ//кейек (йыртҡыс януар) һүҙенең, ә “ҡай-ата” (ата бүре) тигәндән ҡайат//койот (бүре) килеп сығышын белгәнлектән, мифик әсә (инә) бүрегә эйәреүсе үҫәргән-нуғайҙарҙың (“нуғай” — “бүре-эткә эйәреүсе” тигән һүҙ) дини ләҡәбенә лә иғтибар итһәк, килеп сыға: ана-ҡай (инә бүре) — наҡай (нуғай — инә бүрегә эйәреүсе үҫәргәндәр) — ҡай (бүре). Әлхасил, Төркиә солтандар династияһын башлап ебәреүсе Иртоғрил бәһлеүән үҙебеҙҙең Үҫәргән ҡәбиләһенең батшалар шәжәрәһе вәкиле булған һәм шул Кесе Азияға Күк Уралдың үҙенән барып сыҡҡан... Был хаҡта Ғоҫман империяһы тарихсылары әлегәсә шәйләй алмаһалар ҙа, башҡорт халҡының быуындан быуынға яҙыла килгән һәм әлеге көндә Рәсәй Федерацияһы Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы китапханаһында ИБ — 2279 шифры менән һаҡланған “Үҫәргән тәүәрихе”ндә ул шаҡтай аныҡ сағыла.

Билдәле булыуынса, боронғо Өфө көләре (ханы) Мүйтән бабабыҙ етәкселегендә татар-монголдарға ҡаршы баш күтәргән һәм күп йылдарса (1224 — 1257) ҡаты һуғыштар алып барған Башҡортостанды 1236 — 1237 йылдарҙа бөйөк Сыңғыҙ хан улдарының берләштерелгән армиялары буйҙан-буй айҡап уҙа һәм баш ҡалабыҙ Өфөнө, башҡа ҡалаларыбыҙҙы емерә, Мүйтәнде һәм уның балаларын, туғандарын, үлем язаһынан ҡурсаланып, Каспий диңгеҙе аръяғына (хәҙерге Иран һәм Төркиә ерҙәренә) ҡасырға мәжбүр ҡыла. Ана шулай сит илдәргә олаҡҡанға күрәлерме инде, әллә боронғо шәжәрәлә һәр быуындың иң күренекле бер генә вәкилен теркәү ҡануны буйынсамы, был заттарҙың (Мүйтәндән һәм уның Башҡортостанда ҡалмыш улы Шаҡмалдан башҡа) исемдәре Үҫәргән шәжәрәһенә кермәй ҡалған, әммә Иртоғрил исемен тап шул “Үҫәргән тәүәрихе”нең 60-сы битендә Мүйтән бей ейәне Йор-уҡ (Жеруҡ) исеме тәңгәлендәге тарихи аңлатма рәүешендә күрәбеҙ: “Жеруҡ, Тоғрил хан заманында бәк булып, хөкүмәт итер ине”. Тимәк, шәжәрәне төҙөүселәр бәһлеүәнебеҙ Иртоғрилдың алыҫтағы Анталияла бөйөк хан-солтан дәрәжәһенә ирешеүен, ә Мүйтән ейәне Йор-уҡ иһә уның шанлы бейҙәренең береһе булғанлығын яҡшы белгән. Ана шул хан-солтанлығын иҫәпкә алыптыр инде, “Үҫәргән тәүәрихе”ндә Иртоғрил нәҫелдәренең бөйөк төрөк солтандары рәүешендәге үҙ аллы-айырым шәжәрәһен төҙөгәндәр. Был ҡомартҡы хәҙерге ғилми белешмәгә лә (К.Э. Босворт. Мусульманские династии. Справочник по хронологии и генеологии. М., 1971, 185 — 186-сы биттәр) шаҡтай тап килеү генә түгел, хатта уны бер килке мәғлүмәттәр менән байытыуын да иҫәпкә алып, әйләнешкә индереп ебәрәбеҙ (йәйәләр эсендә — “тәүәрих”тәге бит һандары һәм ошо мәҡәлә авторының аңлатмалары).

 

 

Шәжәрә

 

1. Бәһлеүән Тоғрил (Ир-Тоғрил. — 47).

2. Хан бин Тоғрил Ғоҫман Ғази.

3. Солтан Ур хан Ғази бин Ғоҫман (49).

(Күренеүенсә, был уның исеме түгел, ә ләҡәбе: Ур йәки Уртүбә ҡалаһының ханы, тигән һүҙ. Был Уртүбә — хәҙерге Орск ҡалаһы урынындағы боронғо ҡалабыҙ, 1391 йылда уны АҡһаҡТимер емергән. Атаһы Ғоҫман Ғази вафатына тиклем был зат Башҡортостандың Ур ханы булып торғандыр. “Ур хан тарих 724-селә” (һижрә менән) тигән аңлатмаһы бар).

4. Солтан Морат Өфө бин Ур хан Ғази.

(Атаһы Ур хандың, аҙаҡ Ғоҫман дәүләте солтанының, вафатына тиклем ул Башҡортостандың Өфө ханы булып торған).

5. Йылдырым Баязид.

6. Тимерлән хан. Был (Тимерлән) солтан Мәхмүт заманында, тыумыштан боҙоҡлоҡ, енәйәт ҡылыусы булып, көтөлмәгән тарафтан һөжүм итеп, солтан эстән уларҙы кире (үҙҙәренең) еренә һөрҙө; күп үлем килтереүсе аҡһар булған, тиҙәр һәм илбаҫарҙар яулап алынды һәм ҡара афатлыҡтары харамға сыҡты, тарих 823-тә вафат итте... (51).

7. Муса бәк.

8. Солтан Мәхмүт бин Баязид, 37 йыл тарихдә торурының вафаты булды рабиғәүәлдә (Ай календаре йылының өсөнсө айында).

9. Ир-солтан Мөхәмәдулла бин Баязид.

10. Хан-солтан Моратулла.

11. Солтан Мөхәммәдфатих Исламбура, 894 вафат, 33 йыл тәхетдә булди (53).

12. Солтан Баязид.

13. Солтан Сәлим Алтази. Солтан Сәлим шам заманында 9 йыл шам (тәхет эйәһе) булды, 937 йыл тарихдә вафат.

14. Солтан Морат бин Алтази 2-чи. Солтан Морат 942 тарихдә вөжид (барлыҡҡа) килеб, 992 тәхетдә жалусиәтидә (ултырыусы рәүешендә) 21 йыл шам булды, тарихның ун бердә ваф бузар (интегеп үлде. — 55).

15. Солтан Мөхәммәд бин Алтази.

16. Солтан Мостафа бин Мөхәммәд. 982 (?). Солтан Мостафаның солтан тарихы мәғлүм дәғел, туҡыз йыл шам булды 34 йыл ғүмерендә (57).

17. Солтан Амән.

18. Солтан бин Мөхәммәд (59).

19. Солтан Ибраһим.

20. Солтан Мөхәммәд.

21. Солтан Сиғиә бин Ибраһим.

22. Солтан Амән.

23. Солтан Мостафа. Солтан Мостафа мең йөз ун тулғанда тәхет йолош итди (йолҡоп алды), 1124-дә вафат, урынын ҡәрдәше йолош итди, димешләр (61).

24. Солтан Аҡхан Алтази. Солтан Аҡхан 1129-дә туғыбди (тыуҙы), 1173-дә вафат.

25. Солтан Мәхмүдиә бин Мостафа. Солтан Мәхмүдиә 1173 тарихдә тәхет кичди, 27 йыл солтанәтдә булди, 1178 тарихдә вафат. Бу солтан заманиндә йәғафу (ғәфү иткеһеҙ) кафир илләрүн әсир идеб кәнд мәккү идеб (ҡалаларын хәйләләп) алди... 1178-дә. 1181-дә вафат, солтанәтдә әжғиә...

26. Солтан Ғоҫман бин Мостафа. Солтан Ғоҫман 1178-дә (шам), 1181-дә вафат, солтанәтдә өч йыл.

27. Солтан Мостафа бин Амән. Бу солтан 1181-дә тәхет кичди, 1197 вафат итди.

28. Солтан Дәмин бин Амән. 1213 тарихдә вафат.

29. Солтан Ғәбделхәмид бин Амән. 1197-дә тәхет кичди.

30. Солтан Сәлим бин Ғәбделхәмид (63).

31. Солтан Мостафа бин Ғәбделхәмид.

32. Солтан Мәхмүд бин Ғәбделхәмид.

33. Солтан Ғәбделмәжит.

34. Солтан Ғәбделхәмит.

 

(Күренеүенсә, шәжәрә теҙмәһе 2-се Ғәбделхәмит тәхеткә ултырмыш осорға, йәғни һижрә менән — 1293, миләди менән 1876 йылғаса еткерелгән, артабанғыһын К.Э. Босворт белешмәһенән барларға була).

29.06.2001.


Башҡорт батыры Йеҙекәй (Едигей)

 

 

Ҡорҙашым Рәми Ғариповтың яҡты иҫтәлегенә.

 

 

Ай Урал тау, Урал тау,

Ай Урал тау, Урал тау...

Үткән көнөн уйлаһам,

Ҡорт илендәй тупланып,

Батырҙары уҡталып,

Күрәм һаҡлап торғанын;

Ошо көндә — күҙ һалһам:

Эйәһе үлгән йорт һымаҡ,

Ҡылыс, һаҙаҡ тоторҙай

Батыры бөткән ил һымаҡ,

Тимә бере яусылап,

Ирһеҙ ҡалған ҡатындай,

Ишеге асыҡ өй һымаҡ

Күрәм тороп ҡалғанын,

Аһ Уралым, Уралым...

Иҙеүкәй менән Мораҙым.

Тап ошо бөгөнгөләй, тап ошо хәҙерге беҙҙәр өсөн яҙылғандай, ҡайһындай ҙа үтә таныш һәм аяныс Урал хәлен йөрәк һыҡрап күҙаллайбыҙ эпиграфҡа сығарылған Һабрау-сәсән әйтмешенән!.. Улай тиһәң, әллә ҡасанғы хан заманы — үткәндең шаңдауы был. Сөнки ҡарыһүҙи (мифологик) замандарҙың сәсәне ләһә ул, ҡартлас Һабрау! Эйе, Үҫәргәндең башбабаһы Шүлгән батырға үҙенең хәләл түш аҡ-һөтөн имеҙгән, һөтө менән ҡуша уның күңеленә аҡыл сүрәләрен һеңдергән изге әсә// әһә-бүреү йәки һәбүреү йәки Һабрау-сәсән бит инде ул, — беләбеҙ; Донъя-Ғаләм-Тереклек яратылмыш тәүзамандарҙа уҡ йәшәгән, ер йөҙөнә йор “сәс”ен[25] (тылсым-һүҙен) сәсәнләгән (сәскән) зат. Хәйер, төрлө заманаларҙың да мәңге тере хаҡ Һабрау сәсәне бит ул: Һабрау ләҡәбе, маһирлығы Үҫәргәндә, бөтә башҡорт илендә, һис ҡасан өҙөлмәйенсә, быуындан быуынға, быуаттан быуатҡа аманатлап бирелгән: атанан күргән — уҡ юнған, инәнән күргән тун бескәндәй, Һабрау-сәсәндәр шәжәрәһе лә быуаттарҙан быуаттарға тылсымланып һуҙылған да һуҙылған (тап башҡорттоң Ҡарас-сәсәндәр шәжәрәһеләй). Һәм бына уның өҙөлмәҫ осо Ғайса пәйғәмбәр тыуғанға тиклемге V быуатта фарсы-Үҫәргән императоры Тары (Дарий) I ғали йәнәптәренә аҡыл-кәңәш һеңдереүсе шул уҡ Һабрау (Һобрий. — Геродот, IV: 132, 134) булып кәүҙәләнһә, Мөхәммәт пәйғәмбәр тыуғандан һуңғы замандарҙа ла шул уҡ Һабрау булып йөрөй — ХIV-ХV быаттарҙағы башҡорттоң бөйөк уҙамандары Туҡтамыш-ханға ла, Йеҙекәй-бейгә лә ул сал быуаттар төпкөлөнән үк өндәшә — хакимдарҙарҙың баштары аша өҫкә тиртмеш ил аҡылын сәсәнләй (“Иҙеүкәй менән Мораҙым”. — “Ватандаш” журналы, 1997/1-4). Тимәк, беҙҙең өсөн алыҫ түгел шул замандың (ХIV-ХV быуаттар) Һабрау сәсән әйткәндәре (эпиграф) шул тиклем дә был заманға — хамелеондай төҫ үҙгәртмеш йә аҡ, йә ҡыҙыл, йә ала-ҡола Рәсәй империяһы мөхитенә лә иш янына ҡуштай тап килә икән, — баштан алып башкөлләйгә башҡорт хандары идара ҡылмыш Алтын Урҙа империяһы ла, хәҙерге Рәсәй империяһы кеүек үк, башҡорт өсөн тәмле-танһыҡ баллы бауырһаҡ булмаған!.. Хәйер, империяларҙың барыһы ла бер сама — Башҡортостан күкрәгенә йә — хәнйәр, йә ҡан һурғыс талпан булып ҡаҙала:

Эй ҡартыңмын, ҡартыңмын,

Күпте күргән ҡартыңмын;

Урал буйы, даулы йорт,

Аптырауға һалғанын,

Батырҙары ил һаҡлап

Ҡыҙыл ҡанға батҡанын,

Урал буйлап хандарҙың

Ат саптырып-юртҡанын, —

Аны ла күргән ҡартыңмын...

 

Донъя-ғаләм-Тереклек тәүбашлап яратылмыш баяғы ҡарыһүҙи (мифологик) замандарҙан уҡ ер терәге (Тора тау) менән Ер Кендеге (Арҡайым) үҙе урынлашмыш һәм бөтә тәүге хоҙайҙарҙың да, кешеләрҙең дә тәүтөйәге тип танылмыш ошо үҙ изге тупрағында Көн (Ҡояш) күреп, фәҡәт Дәү Хоҙай әмерҙәренә генә буйһоноп, башҡалар ҡаршыһында ғүмер Илаһи азат та, ирекле лә килеш Донъя көткән Үҫәргән-башҡорт тоҡомдары арыуҙарға (арийҙарға) ситтән килмешәкләнеүсе ятбауыр булмыш кемгәлер билде бөгөп буйһоноу, бойондороҡло ҡәүем булып ыҙа сигеү ят булған, үҙ аллыларҙан да үҙ аллы булған ошо башҡорт-арыулыҡ (арийлыҡ) тойғоһо тәбиғәттән үк уның ҡанына һеңгән. Бына шуға күрә лә бит:



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: