Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 27 глава




Аноним Искәндәр яҙыуынса, Жанибәк-хандың ғүмеренең ахырында Алтын Урҙаға бойондороҡло “Әзербайжандың солтаны “Әшрәф-ишәк” уға баш бирмәй башлағас, Жанибәк-хан ғәскәре менән Әзербайжанды барып баҫтыра ла “Әшрәф-ишәк”те үлтерә һәм, шулай уҡ Алтын Урҙаға бойондороҡло “Рум, Сирия, Жезир, Диарбәкер, Фарсы, Ираҡ илдәре юлбашсыларының түбәнселекле үтенестәре буйынса, үҙенең өлкән улы Бәрҙебәкте Әзербайжан тәхетенә ултыртып ҡалдырып, ҡайтып китә. Бәрҙебәктең ошо тәхеткә менеүенә алты ай үткәс, — тип бәйәнләй сығанаҡ, — Жанибәк сиргә һабышты. Уның державаһының алтын бағаналарының береһе булған Төклө-бай (Йеҙекәйҙең атаһы. — Й.С.), ашығыс рәүештә Бәрҙебәкте саҡыртып, Әзербайжанға кеше ебәрҙе: атаһы үлеп-фәлән китһә, батшалығы уға ҡалһын, йәнәһе. Бәрҙебәк, Дәшт-и-Берке (Алтын Урҙа. – Й.С.) тәхетен яратыуы сәбәпле, Әзербайжанды ташлап, ашығыс рәүештә Дербент аша урҙаға йүнәлде. Ун юлдашы менән ул төн уртаһында Төклө-бай йортона килеп ҡунды. Көтмәгәндә Жанибәк хандың хәле яҡшыра төштө, ул башын хәстә яҫтығынан күтәрҙе лә иртәгеһен ҡабат һарай мәжлесендә ултырырға йыйынды. Ышаныслы кешеләренең береһе, Бәрҙебәктең ҡапыл ҡайтып төшөүен белеп, шуның айышын Жанибәккә еткерҙе. Жанибәк хафаланды һәм был хаҡта ҡатыны Туғай-Төклө (йәғни Төклө-байҙың ҡыҙы Туғай — Йеҙекәйҙең бер туған һеңлеһе[55] — Й.С.) Менән кәңәште. Ҡатыны улын ҡурсалауы арҡаһында был хәбәрҙе ялғанға сығарырға тырышты. Жанибәк иһә икәүләп кенә серләшергә Төклө-байҙы саҡырҙы һәм, был фетнәнең башлаусыһы ул икәнен абайламайынса, ошо сетерекле хәл тураһында һөйләргә кереште. Төклө-бай хәүефләнде, тикшерергә тигән булып сығып китте лә шунда уҡ үҙенең ышаныслы бер нисә кешеһен эйәртеп инде һәм шул урында Жанибәкте келәмгә һалып һуйҙылар [1357 йылда].

Шунан һуң шул сәғәттә үк Төклө-бай Бәрҙебәкте алып килде, уның атаһын һалып үлтергән [ҡанлы] келәмгә [хан итеп] ултыртты һәм ошоға буйһонмаған һәр берәүҙе үлтерҙе” (Тизенгаузен, 128-129-сы биттәр). Киҫәтәйек: Йеҙекәйҙең тап атаһы булды был.

Бар мәсьәләне лә күҙ асып йомғансы хәл итмәле хәтәр был ҡанлы сара, күренеүенсә, шул арҡала атаһы урынына хан булып алған Бәрҙебәккә лә бик оҡшай. Күп тә үтмәй, “Бәрҙебәк уны [Төклө-байҙы] саҡырып алып әйтте: “Һин теге көн Муҡсанды, Ҡарасаны (Ҡара-Табын ырыуының Ҡарас-сәсәне.Й.С.) юҡ иткәндәй, мин дә ырыуымдың ҡайһы берҙәрен юҡ итәм”. Төклө-бай уның был һүҙҙәрен хупланы. Ул [Бәрҙебәк] батша улдарының бөтәһен үҙенең янына саҡыртып алды ла бер юлы бөтәһен юҡ итте. Тайтулаҡ исемле ҡатыны уның бер туған ҡустыларының һигеҙ айлыҡ ҡына береһен күтәреп алып килде һәм ошо гөнаһһыҙ сабыйға рәхимлек күрһәтеүен ялбарҙы. Бәрҙебәк уның ҡулдарынан бәпесте тартып алды ла ергә һуғып үлтерҙе...

Шулай өс йыл үҙ аллы хакимлыҡ ҡылды ул, ләкин, ниһәйәт, тәхеттән ләхеткә күсте [1360 йылда] һәм Аҡ Урҙа [56] солтандары нәҫеленән бер кем дә тере ҡалманы”[57] (Тизенгаузен, 129-сы бит). Шунан һуң һарай әмирҙәре (бейҙәре) үҙ-ара килешеп, ниндәйҙер бер бәндәне Жанибәк улы Килдебәк тип атап, тәхеткә ултырталар. Был бәндә лә үҙ именлегенең төп шартын әмирҙәренең һәләкәтендә күреп, һәр береһен берәм-берәм йәшерен рәүештә үҙенә саҡыра ла бер-береһен үлтерергә һөстөрә. “Шулай итеп ошо фетнәлә әмир Мағул-буға, әмир Әхмәт, әмир Маңытай һәләк булды. Шунан һуң... (?)-ҙың (йәйәләр эсендә һорау ҡуйылған урын ҡулъяҙмала танылмай), уның державаһының төп бағанаһы булғандың улы (?) [исеме танылмай], яйын тура килтереп, уны үлтерҙе. Ошонан һуң батшалыҡ тәхетенә, шулай уҡ (?) [исеме танылмай] менән килешеү буйынса, башҡа кеше ултырҙы, ләкин өсөнсө көнөндә ул да үлтерелде” (Тизенгаузен, 129-сы бит). Ул саҡтағы Алтын Урҙа “державаһының төп бағанаһы”, белеүебеҙсә, үҙебеҙҙең баяғы Төклө-бай (шәжәрәләге Тауҡиә), ә уның сая улы иһә Йеҙекәй (шәжәрәләге Йедек) булғанлыҡтан, сығанаҡтағы танылмай ҡалған һәм һорау билдәләре ҡуйылған урындарға шуларҙың исем-шәрифтәрен ҡуйып уҡый алабыҙ: “Шунан һуң Төклө-байҙың, уның державаһының төп бағанаһы булғандың, улы Йеҙекәй яйын тура килтереп уны үлтерҙе. Ошонан һуң батшалыҡ тәхетенә, шулай уҡ Төклө-бай менән килешеү буйынса, башҡа кеше ултырҙы, ләкин өсөнсө көнөндә ул да үлтерелде”. Бынан тарихи һөҙөмтә яһарға мөмкин: беҙгә билдәле Үҫәргән батшалар шәжәрәһе (Геродоттың “батшалыҡ итеүсе скифтар”ы) нәҫелдәренән булған аҫыл затлы башҡорт бейҙәре, гәрсә Сыңғыҙ-хан нәҫелдәре һымаҡ Алтын Урҙа тәхетенә үк үрләй алмаһалар ҙа, “державаның төп бағана”лары — хандан ҡала икенсе дәрәжәләге хакимдары булып килгәндәр, ә Туҡтамыш бабабыҙ хатта хан дәрәжәһенә лә ирешкән.

 

 

 

Хәтәр йәндәр булып сыға был Төклө-бай менән Йеҙекәй!..

Артабан да сығанаҡтарҙа Йеҙекәйҙең шанлы атаһын шул уҡ “державаның төп бағанаһы” сифатында, ләкин үҙенең башҡа төрлө ләҡәбендә күрәбеҙ.

Беҙгә таныш молоҡ-төкләҫ үләненең иртә яҙҙан ярып сыҡмыш йәш бәбәге (ҡыяғы) — “ балтырған”, ә төкләҫ көпшәһе “балтырсаҡ” тип әйтелеүен иҫләйек. Аҡ Урҙалағы әле телгә алынған, тоташ егерме йылға һуҙылған үлтереш-болаларҙың аҙағындараҡ Йеҙекәйҙең атаһы үҙенең “төклө” ләҡәбен аҙыраҡ ҡына яңырта — “Төклө-бай”ҙан “Балтырсаҡ” булып китә лә (ҡулъяҙма сығанаҡта был ләҡәптең “р” хәрефе төшөп ҡалып, “балтысаҡ” тип яҙылған), Аҡ Урҙа менән Күк Урҙаны берләштермәккә һуғышыусы Күк Урҙа ханы Урыҫтың (батшалыҡ итә 1361-1375 й.й.) һарайына шулай уҡ “державаның төп бағанаһы” рәүешендә хеҙмәткә күсә, уның улы Йеҙекәй батыр ҙа уның менән бергә йөрөй, әлбиттә. Ә буласаҡ бөйөк ханыбыҙ Туҡтамыштың[58] атаһы Туҡ-хужа, Маңғышлаҡтағы Бөрйәндәр менән идара ҡылыусы бей, шул һуғышта ҡатнашыуҙан янтайып, Урыҫ-хан тарафынан үлтерелә һәм ун алты йәшлек Туҡтамыш Сәмәрҡәндкә Аҡһаҡ Тимер ҡанаты аҫтына ҡаса — ошонан һуң Йеҙекәй менән Туҡтамыштың (һәм уларҙың нәҫелдәренең) ғүмерҙәре буйына һуҙылған ҡанлы дошманлығы башлана.

Билдәле булыуынса, 1377 йылда Урыҫ-хан үҙ әжәле менән үлгәндән һуң урынына уның улы Тоҡтоҡыя (төклө-ҡыяҡ! — үҫәргәнле әсәнән тыуған бала) ултыра, ләкин ике генә айҙан һуң ул да үлгәс (Балтырсаҡ менән Йеҙекәйҙең ҡатнашлығында түгелме?!), Урыҫ-хандың Балтырсаҡ-бей ҡыҙына (Йеҙекәйҙең бер туған һеңлеһенә) өйләнгән Тимер-Мәлик исемле икенсе бер улы хан була ла (Балтырсаҡ һәм Йеҙекәй ярҙамындалыр, әлбиттә!), дәүләт менән идара итеү урынына эскелеккә һабыша, тәхетендә лә иҫерек килеш ултыра, һөҙөмтәлә Алтын Урҙа дәүләте менән хан түгел, ә уның баш әмире Балтырсаҡ (Йеҙекәйҙең атаһы) идара ҡыла. Аҡһаҡ Тимер ҡанаты аҫтында ярлыҡанған һәм ғәскәр менән тәьмин ителгән Туҡтамыш тап ошо осорҙа Алтын Урҙа тәхете өсөн ныҡышмалы һуғыштар алып барған була һәм баяғы иҫерек хандан биҙәрләмеш бейҙәрҙең байтағы, Тимер-Мәлик һарайын ташлап, Туҡтамыш-хан яғына ауыша, илдә бөлгөнлөк, ризаһыҙлыҡ көсәйә. Шул арала ҙур ғәскәргә эйә булып өлгөргән Туҡтамыш 1384 йылда хәҙерге Ҡаҙағстандағы Ҡаратал йылғаһы буйында Тимер-Мәликте еңә. Тимер-Мәлик менән баш әмир Балтырсаҡ (улы Йеҙекәй ҙә бергәлер), үҙҙәренең ҡалдыҡ ғәскәр төркөмө менән ҡасып, үҙенең һул ҡанат сәрғәскәре — Аҡ Урҙа (Башҡортостан) менән идара итеүсе ике тыуған ҡустыһы солтан Мөхәммәткә барып кәңәшмә ҡора, уның ғәскәре ярҙамында Туҡтамышҡа ҡаршы кисекмәҫтән һөжүм башлауҙы ныҡышып алға һөрә, ләкин ылыҫтың (улустың) - Башҡортостандың Туҡтамыш яғына ауышыуын яҡшы белгән Мөхәммәт-солтан ағаһын был хәтәр юлға баҫмаҫҡа өгөтләй башлағас, ағаһы булған иҫерек хан уны шунда уҡ урталай сабып өҙә лә: “Мин был хәрби сәфәргә ҡаршы булған һәр кемде ошолай бөтөрәсәкмен!” тип шом һала. Һөҙөмтәлә беренсе бәрелештә үк Тимер-Мәлик-хан менән баш әмир Балтырсаҡ (улы Йеҙекәй ҙә бергәлер) Туҡтамыш тарафынан әсир алына һәм Тимер-Мәлик-хан шунда уҡ үлтерелә. “Баш әмир булған Балтырсаҡты, — тип яҙа Аноним Искәндәр, — әсир алынған һәм бығауланған килеш Туҡтамыш йортона килтерҙеләр. Ул үҙенең тоғролоғо, намыҫлылығы менән дан тотҡанлыҡтан, Туҡтамыш уға әйтте: “Әгәр ҙә һин мине үҙеңдең батшаң итеп таныһаң, башыңдан бер сәс бөртөгөң дә төшмәйәсәк, ә мин үҙеңә лайыҡлы хөрмәт һәм ихтирам күрһәтеүҙән тамсы ла тайпылмай, батшалығым һәм мөлкәтем менән идара ҡылыу теҙгенен хәстәрлекле ҡулыңа тапшырырмын”. Балтырсаҡ нәфрәтле ҡалтыранып яуапланы: “Ҡулдарым бәйле булмаһа, белер инем мин һине ни эшләтергә! Һине үҙемдең батшам урынында күрер булһам, күҙем сыҡһын! Әгәр ҙә ки үҙ хөкөмөң ҡулыңда икән, ошонда уҡ үлтерергә бойор мине лә: батшамдың башын — башым өҫтөнә, кәүҙәһен кәүҙәм өҫтөнә һалһындар, сөнки гәрсә мин унан элек үлмәһәм дә, гүргә булһа ла унан элек керәйем”. Туҡтамыш уның һорауын ҡәнәғәтләндерҙе. Ошонан һуң Үзбәк-хандың дәүләте тулыһынса уның хөкөмө аҫтында ҡалды” (Тизенгаузен, 131-132-се биттәр), йәғни 1376 йылда Туҡтамышыбыҙ Алтын Урҙаға хан булды. Ә Йеҙекәйҙең Туҡтамыш ҡулына әсир төшөүе тураһында һис бер ниндәй мәғлүмәт юҡ; эпосыбыҙҙа иһә, яраланып ҡыйғырлаған бөркөттәй, Урал иңләп уның саңҡып йөрөгәнен күрәбеҙ:

 

Ҡулына алып һаҙағын,

Армыт та армыт араһын,

Шыр урманлы ҡаяһын, —

Әҙәм аяҡ баҫмаған,

Яман-юлһыҙ тимәне,

Иҙеүкәй Урал буйланы...

 

Ата-бабаларҙың байман тормошон — Башҡортостандың Алтын Урҙа ҡыҫымында юғалып барған үҙ аллылығын ҡабат аяҡҡа баҫтырыу булғандыр сая батырыбыҙҙың мөҡәддәс мораты:

 

Ай менән Көндөң үлгәне —

Тонйорап байып барғаны;

Ҡара ерҙең үлгәне —

Ҡар аҫтында ҡалғаны;

Ир-егеттең үлгәне —

Илен дошман алғаны...

Ир үлһә лә дан ҡалһын, —

Бурҫыҡтай боҫоп ятмамын!

Көнгә күҙе сағылған

Ярғанаттай ҡасмамын!

Яу килгәнен күргәндә

Бәпкә йөнөн ҡалҡытып,

Еләҫ иҫкән елдә лә

Шаулап торған уҫаҡтай,

Йөрәктәре ҡалтырап

Яуҙан боҫор мин түгел,

Яуға бармаҫ мин түгел!

...Бай йортомдо ҡол иткән,

Туҡ йортомдо ас иткән,

Яу сабырҙай батырҙың

Барын йыуаш ҡуй иткән

Туҡтамышҡа барайым,

Тәхетен тар-мар ҡылайым!

Аҡыллы-зирәк Туҡтамыштың да уйҙары бик урынлы:

 

Аяғы төкөш Сатмыр-хан [59]

Затһыҙ тыуған Сатмыр-хан

Сыңғыҙ тоҡомо [60] ҡулымдан

Илем тартып алмаҫмы?..

Уралға төбәп яу асһам,

Ике яҡта яу булыр,

Иҙеүкәйҙе буш ҡуйһам,

Ил эсендә яу булыр;

Уны Уралға бей ҡылһам,

Үҙ башыма яу булыр;

Һарайыма алдырып,

Урын бирһәм, — бей булыр,

Күҙ алдымда боларһа,

Юл табырға яй булыр,

Башын киҫеп юҡ итһәм,

Илем эсе һау булыр, —

Тип Туҡтамыш уйланы,

Иҙеүкәйҙе ҙур данлап

Һарайна саҡырҙы.

 

Тарихтан да, эпостан да берҙәй күренеүенсә, Йеҙекәй батыр ысынлап та, атаһынан айырмалы булараҡ, хан һарайында ҡала һәм Туҡтамыш-ханға тырышып хеҙмәт итә:

 

Айҙар һанап йыл булды,

Иҙеүкәй ҙур бей булды,

Хан яуына баш булды.

Ҡырымдан килгән яуҙы ла

Тар-мар итте Иҙеүкәй,

Дау сығарып килгәнде

Хөкөм итте Иҙеүкәй.

Туҡтамыштай оло хан

Иҙеүкәй батыр бар саҡта

Яу һәм дауҙан ҡотолдо.

Каруан-каруан ҡыҙыл мал

Һарай тирә тултырҙы.

Биләгәне ҡол булды,

Эҙләгәне мал булды,

Алтын һалған һандығын

Өйөп ҡуйһа, тау булды.

Ашағаны ҡаҙы, ял,

Эскәне һары бал булды.

Иҙеүкәйҙең уйы ни —

Уныһын белмәй хам булды...

 

Йеҙекәйҙең уйы Туҡтамышҡа һәм уның империяһына ҡаршы ҡоролоуын, барлыҡ ниәте Башҡортостанды Алтын Урҙа иҙеүенән арындыртып ҡотҡарыу һәм ҡәҙимгесә үҙ аллы итеү теләге менән һуғарылыуын ошо бөйөк эпосыбыҙҙан уҡып беләбеҙ һәм быны, әлбиттә, зирәк зиһенле бабабыҙ Туҡтамыш-хан да һиҙмәй йөрөмәгәндер; эпоста әйтелгәнсә, Йеҙекәй менән хисаплашыуҙың уңайлы сәғәтен-минутын ғына көткәндер. Һөҙөмтәлә, бөтә сығанаҡтарҙан мәғлүм булыуынса, һарайҙа Йеҙекәйгә ҡаршы хәтәр хөсөт көсәйә, Туҡтамыш-хандың элекке рәхимле ярлыҡаусыһынан уның ҡан дошманына әүерелмеш Аҡһаҡ Тимер шпиондарының өлөшө ҙур булғандыр быға. Эш сәрғәскәр Йеҙекәйҙе ағыулап үлтереү сараһын уңышһыҙ ҡулланыуға барып етә һәм һиҙгер йән Йеҙекәй, заманында үлемдән ҡасҡан үҫмерйән Туҡтамыштай, бөтәһен ташлап Сәмәрҡәндкә Аҡһаҡ Тимер ҡанаты аҫтына ҡаса, улы Нур-ад-дин (Мораҙым) менән икәүләп оҙаҡ йылдар шунда йыһангиргә тоғро хеҙмәтсе була; кем белә, бәлки, ул, тап Туҡтамыш һымаҡ уҡ, Аҡһаҡ Тимер ярҙамында Алтын Урҙа тәхетенә ултырырға ла шәйләгәндер, сөнки ул кемдән кәм — Туҡтамышты тыуҙырған бер үк башҡорт батшалар шәжәрәһенең ботағы... 1391 йылда уның ҡайһылай хәтәр хөсөтләнеп, Туҡтамыш-хандың төп терәге булған Башҡортостанға Аҡһаҡ Тимер алайҙарын юл күрһәтеп алып килеүен, һөҙөмтәлә үҙенең тыуған башҡорт халҡын ҡара ҡанға батыртып талатыуын “Хәтерхитап”тың “Аҡһаҡ Тимер, Туҡтамыш-хан һәм Ялыҡ-бей” тигән бүлегендә яҙғайныҡ (“Шоңҡар” журналы, 1998/3-4). Бына шул ҡот осҡос яуҙан һуң уның, Йеҙекәйҙең, Аҡһаҡ Тимер менән бергә кире боролоп Сәмәрҡәнд яғына китмәүен, Сыңғыҙ-хан нәҫеленән булған һәм баяғы Туҡтамыш-хан үлтергән Тимер-Мәликтең улы Тимер-Ҡотлоҡ менән икеһе бергә Аҡһаҡ Тимерҙең ризалығы менән Башҡортостанда ил ҡорорға тип тороп ҡалыуҙарын иҫебеҙгә төшөрәйек. Мәрхүм Тимер-Мәлик, әйтеүебеҙсә, үҙенең баяғы атаҡлы баш бейе мәрхүм Балтырсаҡтың ҡыҙына — Йеҙекәйҙең бер туған һеңлеһенә өйләнгән була һәм Тимер-Ҡотлоҡ Йеҙекәйҙең шул бер туған һеңлеһенән тыуа, шуға күрә Йеҙекәй батырыбыҙ шул Тимер-Ҡотлоҡ-хандың әсә яғынан бер туған олатаһы була. Олатай менән улан шулай, ҡулға-ҡул тотоношоп, Иҙел менән Яйыҡ араһында (Башҡортостанда) Алтын Урҙанан бойондороҡһоҙ ханлыҡ ҡороп алалар; Иҙел аръяғындағы Туҡтамыш-хандан ундай-бындай хәтәр ҡупҡанда үҙҙәренең таянысы Аҡһаҡ Тимергә яҡыныраҡ булһын типтер инде, баш ҡалаһы итеп Яйыҡ тамағына яҡын (хәҙерге Гурьев ҡалаһынан 18 саҡрым үрҙәрәк) Һарайсыҡты һайлайҙар. Был заманда Туҡтамыш-хан 1391 йылғы Һаҡмар — Яйыҡ аралында Аҡһаҡ Тимер тарафынан ҡыйратылғандан һуң, Иҙелдең уң ярындағы баш ҡалаһы Һарайҙа яраларын ялап көс туплау менән мәшғүл, ә артабан Ҡафҡаз һуғышы менән башы ҡатып йөрөй, шуға күрә Иҙел — Яйыҡ аралына (Башҡортостанға) ҡулы етмәгән сағы. Ошонан файҙаланып, Тимер-Ҡотлоҡ-хандың баһадир сәрғәскәре һәм ғәмәлдә хан исеменән үҙ аллы идара ҡылыусы булып алған Йеҙекәй батыр Башҡортостан үҙ аллылығын нығыта, аҙаҡ килеп Туҡтамыш-ханды тәхетенән бәреп төшөрөргә лә бөтә Алтын Урҙаның хөкөмдары булырға яҫҡана. Һәм ул көткән сәғәт килеп тә етә һымаҡ: 1395 йылда Аҡһаҡ Тимер ҡабат, бик ҙур көс менән Ҡафҡаз аша Туҡтамыш-хан ғәскәрҙәрен ҡыуа-ҡыуа, Иҙелгә килеп етә, уны кисеп сығып, бер туҡтауһыҙ һаман ҡасып бармыш Туҡтамыш артынан Башҡортостан үҙәгенә ябырыла; Турбаҫлы кисеүенән Ағиҙелдең уң ярына сығып, боронданғы баш ҡалабыҙ Өфө (ҡулъяҙма сығанаҡта яңылыш “Өкөк” тип яҙылған) ҡалаһы янындағы ҙур һуғышта Алтын Урҙа ғәскәрҙәрен тағы ла тар-мар ҡыла һәм, “хисапһыҙ мөлкәт йыйып” (Ә.В. Туған), хәҙерге Сибай ҡалаһы тәңгәлендәге Яйыҡ кисеүе аша Сәмәрҡәндкә ҡайтып китә. Был һуғыштарҙа Йеҙекәй батырҙың туп-тура ҡатнашлығы күренмәй, әммә уның Яйыҡ буйлап Аҡһаҡ Тимер тылын Туҡтамыштан кәртәләп тороусы арҡадашы булғанлығы һис шикһеҙ. Шул һәләкәтле Өфө һуғышында Өфөнөң хәҙерге Ырымбур юлы тәңгәлендә Ағиҙелде көскә кисеп сығып ҡотолған “Туҡтамыш-хан, Тимерләң (Аҡһаҡ Тимер. — Й.С.) ҡайтып киткәс тә, йәнә үҙенең баш ҡалаһы Һарайға ҡайтып, йорт-ер төҙөп, тирә-яҡҡа таралып бөтмөш халайыҡтарын йыйып, идара итә башланы. Әммә бәлә-ҡаза яңғыҙ йөрөмәй: бер бәлә китеү менән, бәхетһеҙ Туҡтамыш икенсе, өсөнсө бәләләрҙән арына алманы. Идегү (Йеҙекәй. — Й.С.) мырҙа, ғәскәре менән килеп, Туҡтамыш-ханға өҙлөкһөҙ сүрәттә һөжүм итте лә торҙо. Бынан бөтөн Һарай һәм Алтын Урҙа халҡының тәҡәте ҡороно. Бәғзе ҡәбиләләр, бынан биҙәр булып, икенсе урындарға күсә башланылар. Ун бишенсе мәртәбә килеп һуғышҡанында, Идегү мырҙа Туҡтамыштан тамам еңелеп ҡасты. Шунан һуң алты ай самаһы ваҡыт Һарай тирәһендә Идегү хаҡында бер хәбәр ҙә ишетелмәне. Һарай халҡы һәм Туҡтамыш уның бөткәнлегенә тамам инандылар (“Ғәжәйеб әл-мөҡәддүр, 62-се бит). Был ваҡытта һәр тарафтағы кенәздәрҙең, бейҙәрҙең һәммәһе тамам итәғәттә торалар ине. Һарай тамам имен хәлдә ҡалған ине. Бер көндө Идегү мырҙа, тамам (баштан-аяҡ. — Й.С.) ҡораллы ғәскәре менән килеп, аңғартмаҫтан Һарайға һөжүм итте. Туҡтамыш-хан, бик аҙ ғына ғәскәре менән бала-сағаларын, хазиналарын алып, Һарайҙан сығып китергә мәжбүр булды. Идегү мырҙа уның урынына Тимер-Ҡотлоҡто хан итеп ҡуйҙы” (Әхмәтзәки Вәлиди Туған. Башҡорттарҙың тарихы. Төрки һәм татар тарихы. Өфө, 1994, 286-287-се биттәр. Артабан: Ә.В. Туған). Хәҙерге тарих фәне ҡабул ҡылыуынса, был бөйөк ваҡиға 1397 йылда була һәм ғәмәлдә “Йеҙекәй бөтөн Алтын Урҙаның ғәскәр башлығы булып китә” (БСЭ, 9-сы том, 63-сө бит). Ошонан уҡ асыҡ аңлашылып тора: теге юлы “тамам еңелеп ҡасҡан”дан һуң алты ай ғына эсендә Алтын Урҙа ғәскәрен тамам ҡыйратырлыҡ көс туплап өлгөрә алған Йеҙекәй батырыбыҙ, һис шикһеҙ, заманаһының бөйөк дәүләт эшмәкәре лә, сәрғәскәре лә булған. Быны шул да дөрөҫләй: теге саҡта Йеҙекәйҙе “тамам еңелеп ҡасырға” мәжбүр ҡылғандан һуң, уны тамам юҡ иткәнсе һуғышмай, тынысланып ҡалған һәм шуның менән үҙен хараплаған Туҡтамыш-хандан айырмалы булараҡ, Йеҙекәй батыр яртылыҡ юлда туҡталып ҡалмай — Алыҫ Көнбайыштағы Литва кенәзлегенә барып боҫҡан Туҡтамыш-ханды Алтын Урҙа дәүләтенең дошманы рәүешендә эҙәрлекләргә тотона. Урыҫ йылъяҙмаларында был осор арыу уҡ мәғлүмәтле сағылған, Н.М. Карамзин үҙенең атаҡлы хеҙмәтенең V томында теүәл килтерә шуларҙы.



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: