Попытка Чельбира пробиться на Ближний Восток и в Индию. 29 глава




Кенәз Ибраһим Тимерйәз улы,

Кенәз Яҡшыбей (шәжәрәләге Яҡшыбай. — Й.С.) Йеҙекәй улы,

Кенәз сентәлебей,

Кенәз Бурнаҡ,

Кенәз Ереклебирҙе...

Декабрҙең 1-се көнөндә шәмбелә төшкә тиклем үк Йеҙекәй Мәскәү янына килде, ә был бөйөк кенәз менән батша улы Тәңребирҙе һәм кенәз Яҡшыбей Йеҙекәй улы һәм кенәз Сентәлебей һәм улар менән һайлап алынмыш 30 мең яугир килеп етте”.

Урыҫтар “кенәз” тип теркәгән бейҙәрҙең, башҡорт Йеҙекәйҙән һәм улы Яҡшыбейҙән башҡа, минеңсә, кәм тигәндә түбәндәгеләренең дә саф башҡорт икәнлектәре фашлана:

Һарай Өршәк улы — Башҡортостаныбыҙҙың Өршәк йылғаһы буйын биләмеш бейебеҙҙең Ҡурсаҡ йылғаһы буйындағы Туҡтамыш-хандан ҡалған Һарай ҡалаһын биләгән улы, Мең ырыуының Өршәк-мең тармағынан; Сентәлебей — “бей”, “бай” ләҡәптәрен башҡорттар ғына йөрөтә; Бурнаҡ — юрматы ырыу шәжәрәһендәге Бурнаҡ-бейҙеке кеүек үк, башҡорт йола ҡушаматы; Йереклебирҙе — “йерек” тип башҡорт ҡына әйтә, ә башҡалар “зирек” тиҙәр...

Урыҫтарҙың икенсе бөйөк баш ҡалаһы Владимир һәм йәнә лә биш ҡалаһы өҫтөнән бер юлы хөкөм һөрмөш Литва кенәзе Свидригайло ла, ярҙамға киләм, тип ымһындырһа ла, ҡамауҙағы Мәскәүҙәрҙең өмөтөн һис аҡламай — Йеҙекәй яуҙары тураһында ишетеү менән үк баяғы ҡалалаларынан ҡара урманға сығып һыҙа. Йеҙекәй, Мәскәүҙе ҡамап алып, ҡәлғә диуарҙарын аттыртыу өсөн, үҙенә буйһонмош Тверь кенәзе Иоанн Михайловичтың туптар килтереп еткереүен көтә, ләкин тегеһе, төрлө һылтауҙар табып, уның бойороғон үтәмәй. Ҡасҡалаҡ Мәскәү кенәзе Василийҙың артынан төшөп ҡараһалар ҙа, ҡышҡы ҡалын ҡарҙан уны ҡыуып етә алмай, кире әйләнеп ҡайталар. Йеҙекәйҙең алайҙары шул арала төрлө тарафҡа йылғыр сапҡындар яһап, тарихсы яҙыуынса, урыҫтарҙың “Переяславль Залесский, Ростов, Дмитров, Серпухов, Нижний Новгород, Городец ҡалаларын ала, йәғни уларҙы, кешеләрен әсир ҡылып, сиркәүҙәрҙе һәм монастырҙәрҙе талап, барыһының көлөн күккә осора. Ҡасып ҡотола алған бәндә бәхетле! — тип һыҡтана тарихсы. — Кес кенә лә ҡаршы тороу булманы. Урыҫйәндәр йыртҡыс бүреләр тарафынан өҙгөләнгән һарыҡ көтөүе һымаҡ ине. Ҡала кешеләре лә, ерекмәндәр ҙә варварҙар алдында йөҙтүбән йығылдылар; тилмерешеп, үҙҙәренең яҙмышы хәл ҡылыныуын көттөләр, ә монголдар кинәнеп уларҙың башын киҫте йәки ирмәк күреп атып үлтерҙе; теләгән береһен ҡол итеп алдылар, ҡалғандарын сисендерҙеләр генә: тәрән ҡар араһында зәһәр һыуыҡ һәм бурандарҙың ҡорбаны ҡылып йортһоҙ һәм кейемһеҙ ҡалдырылмыш ул бахырҙар күбеһенсә туңып ҡырылды. Әсирҙәрҙе, эттәрҙәй, барыһын бергә бер оҙон бауға баулап әйҙәнеләр: ҡайһы саҡ бер генә татар ҡырҡлап кешене шулай ҡыуалап бара ине” (Карамзин, V, 110)...

Йеҙекәй, ҡулы аҫтында диуар емерткес туптарҙың юҡлығына ла ҡарамай, ҡамауҙа асыҡтырып булһа ла Мәскәүҙе алырға, ә бының өсөн Мәскәүгә яҡын Коломнала ҡышларға йыйынып, Булат-ханды бер ни тилем ғәскәре менән кире ҡайтарып ебәрә; яугирҙәрҙең күп өлөшө Йеҙекәй батыр менән тороп ҡала. Ошонан файҙаланып, аталарынан ҡалмыш Алтын Урҙа тәхетен кире ҡайтарып алыу уйы менән янған мәрхүм Туҡтамыш-хан улдарының береһе баш күтәрә лә Һарайға ябырыла, ҡарышырға хәле етмәгән Булат-хан Йеҙекәйгә сапҡын ебәреп, кисекмәҫтән ғәскәре менән ҡайтып етеүен ялбара. Әммә был хаҡта һис ни белмәгән урыҫтарҙы хәйләкәр Йеҙекәй төп башына ултырта: әгәр алтынлата өс мең һум сығарып бирһәгеҙ, ҡалағыҙҙы имен ҡалдырып ҡына ҡайтып китермен, тип белдереүе менән үк урыҫтар, хоҙайҙарына рәхмәтле доғалар ҡылып, Йеҙекәйгә ул талап ҡылған аҡсаны тапшыралар һәм ул байлыҡтарын тейәп ҡайтырға сыҡҡанында “хоҙай рәхмәтен данлап ҡыуанышалар”. Йеҙекәй юл ыңғайында шул бер һелтәнеүҙә урыҫтың Рязань ҡалаһын да ала һәм табышын арттыра. Карамзин теркәүенсә, “был ваҡиғаларҙың замандаштары ошолай тип яҙғандар: “Дон йылғаһынан алып Белаозерғаса һәм Галичҡаса бөтә Рәсәй тетрәне был көтмәгәндәге күк күкрәүенән. Тулайым ылыҫтар кешеһеҙ тороп ҡалды. Ә әжәлдән һәм әсирлектән ҡотола алғандары яҡындарының үлемен йәки йорт-ерҙәренең юҡҡа сығыуын әйтеп иланы... Изге иконаларҙың күбеһенән миро аҡты, йәки ҡан тамсыланы”...

Йеҙекәй батыр ошо ҡайтып барышында Мәскәү кенәзе Василийға төбәп яҙған хаты менән урыҫ еренә ажарын һалып үтә (урыҫсаға тәржемәһенән кире ҡайтарабыҙ):

 

“Йеҙекәйҙән Василийға һәм уның думаһындағы батша улдарына, кенәздәренә сәләм. Бөйөк хан мине, Туҡтамыш балалары ерегеҙҙә ярлыҡаныуын белеп, һинең өҫкә ғәскәр менән ебәргәйне. Шулай уҡ Мәскәү кенәзлегенең өлкәләрендәге ваҡиғаларҙан да хәбәрдарбыҙ: беҙҙең сауҙагәрҙәрҙе рәнйетеүегеҙ, уларҙы төрлөсә ҡыҫыуығыҙ ғына етмәгән, хатта батша илселәренең үҙҙәрен мәсхәрәләйһегеҙ. Улай инеме ни элек? Аҡһаҡалдарҙан һора: урыҫ ере ғүмер-ғүмергә тоғро ылыҫыбыҙ булды; йөрәгендә ҡурҡыу һаҡланы, яҫаҡ түләне, урҙа илселәрен һәм ҡунаҡтарын хөрмәтләне. Һин шуны белергә теләмәйһең һәм нимә ҡыланаһың?! Тимер-Ҡотлоҡ тәхеткә ултырғас, күҙеңде лә күрһәтмәнең һин уға, кенәзеңде лә, баярыңды ла юлландырманың баш эйергә. Тимер-Ҡотлоҡ тәхеттән кисте — Шадибәк һигеҙ йыл хөкөм һөрҙө: һин уның янында ла булманың! Әле өсөнсө йыл инде Булат хөкөм һөрә: һин, урыҫ ылыҫының иң ҡарт кенәзе, урҙаға килеп тә күренмәйһең! Бөтә эштәрең дә һинең хәйерһеҙ. Баяр Феодор Кошка иҫән саҡта һәм хандың һиңә игелектәрен иҫеңә төшөрөп торғанында фиғылдарығыҙ ҙа, эштәрегеҙ ҙә арыу ине. Хәҙер уның игелекһеҙ улы Иоанн — һинең ҡаҙнасың һәм дуҫың: ни тиһә шуға ышанаһың, ә земский аҡһаҡалдарыңдың кәңәшен тыңламайһың. Һәм нимә килеп сыҡты? — ылыҫың бәләгә тарыны... Тыныс ҡына кенәзлек итергә теләйһеңме һин?! Аҡһаҡал баярҙарыңды — Илия Иоановичты, Петр Константиновичты, Иоанн Никитичты һәм думалағы улар яҡлы башҡаларҙы — кәңәшмәңә саҡыр; Жанибәк батшаға түләп килгән боронғо яҫаҡтарығыҙҙы алып, беҙгә килһен шуларҙың береһе — һәләк булмаһын, ниһәйәт, ватанығыҙ. Урыҫ халҡының фәҡирлеге тураһында хандарға яҙғандарыңдың бөтәһе лә шыр-ялған: беҙ хәҙер ылыҫыңды үҙебеҙ йөрөп күрҙек тә күрәләтә төшөндөк: унда һин һәр ике һуҡанан бер тәңкә йыяһың икән — ҡайҙа олаға унса көмөш?!. Хан яҫаҡтарын тәртипле түләһәң, христиандар ере теүәл һәм зыянлыҡһыҙ ҡалыр ине; ә хәҙер үҙең ҡолдай һырт биреп ҡасаһың!.. Уйлан да аҡылға ултыр” (Карамзин, V, 112-113).

 

Заманаһының ифрат мөһим был хитапнамәһендә Алтын Урҙа империяһының аҡрынлап ҡаҡшауы һәм урыҫ ылыҫын әүәлгеләй ҡулында ҡыҫып тота алмай барыуы, ә иһә урыҫ ылыҫының ул ҡыҫымдан башкөлләйгә ысҡынырға әлегә хәле етмәүе тамсы һыуҙағы балҡыштай асыҡ сағыла.

 

 

 

Ошонан һуң да тынғы белмәй Йеҙекәй: илдәге баяғы баш күтәреүҙе йәһәт кенә баҫтырып, һалҡын ҡыш бауыры үтеү менән үк, ҡабат урыҫ ерҙәренә — был юлы төньяҡтағы Аҡ диңгеҙ буйы ҡалаларына ябырыла, был иһә урыҫтың Никон йылъяҙмаһында 1410 йыл менән тамғаланған: “Йеҙекәй помор ҡалаларын һуғышып алды” (Карамзин, V, 298). Ләкин артабан яҙмыш уға арҡаһы менән боролоп, хәйерһеҙ йылдар башлана Алтын Урҙала: империяның тамам тарҡалыуын яҡынайтасаҡ ҡанлы болалар, фетнәләр, тәхет өсөн батша улдарының боғаҙ сәйнәшеп үҙ-ара тартҡылашыу, үлтерешеү осоро килә, быға беренсе сәбәпсе — мәрхүм Туҡтамыш-хандың уны Йеҙекәй үлтергәндән һуң төрлө илдәрҙә ҡасып-боҫоп йәшәүсе күп һанлы улдары була, ә уларҙың артында торған шул сит илдәрҙең хакимдарҙары уларҙы Европала һәм Азияла үҙ сәйәсәттәрен үткәртмәккә ҡурсаҡтарҙай уйната. Мәҫәлән, урыҫ ерендә боҫоп ятмыш Кәримбирҙене, ә һуңғараҡ Оло Мөхәммәтте урыҫтар үҙҙәренең Көнбайыштағы хәтәр дошманы Литваға ҡаршы ҡуйһа, Литва иһә үҙҙәре йәшереп аҫыраған Йәләлитдинде һәм Көбәкте шул уҡ маҡсатта урыҫтарға ҡаршы ҡуллана; Төркиә лә үҙ сиратында империясыл сәйәсәтен үҙенә һыйынмыш Яппарбирҙе аша үткәрергә тырыша. Шул уҡ ваҡытта Сыңғыҙ-хан нәҫелле батша улдары ла был тәхетте йә үҙ нәҫелдәштәренән, йә Туҡтамыш-хан нәҫелдәренән тартып алыу өсөн ҡыйышып ҡан ҡоя. Әле әйтелгән урыҫ йылъяҙмаһында теркәлгәнсә, “шул ҡышта уҡ [1411 йылда] урҙала тәхеткә Тимер менеп ултырҙы, ә Йеҙекәй кенәз унан еңелеп ҡасты... Шул уҡ йылда Туҡтамыш улы солтан [Йәләлитдин-солтан] урҙа ылыҫтарына ябырылды һәм таланы... Шул уҡ йылдың ҡышында [1412 йылда] Йәләлитдин-солтан тәхеткә менеп ултырҙы, ә Йеҙекәйҙе ҡыуып ебәрҙе... Шул уҡ йылдың йәйендә батша Йәләлитдин-солтандан Твергә уҫал илсе килде, бөйөк кенәз Иван Михайловичты урҙаға алып китте... Шул уҡ йәйҙә Йәләлитдин-солтандан үтенеп үҙ ватандарын бүләккә алмыш Нижний Новгород кенәздәре урҙанан ҡайтырға сыҡты”... Ошбу ҡатмарлы ваҡиғаларҙы уҡыусыға яҡшыраҡ аңлатыу өсөн, 1395 йылда Никополис янындағы һуғышта төрөктәргә әсир төшкән һәм 1427 йылда ғына иленә әйләнеп ҡайта алған Мюнхен немеце Шильтбергерҙың ифрат дөрөҫ мәғлүмәтле “сәйәхәтнамә”һенән бер өҙөк килтерәйек:

 

“Тимерләңдең ейәне Әбүбәкерҙә Алтын Урҙаның Яппарбирҙе[64] исемле батша улы ҡасып йәшәне. Шул урҙаның илселәре уның үҙ ылыҫына кире ҡайтыуын ялбарҙы. Яппарбирҙе унда Ширван, Бурса, Шабран, Дербент, Өрөгәнес (Әдил, Ател йәки Волга йылғаһы утрауында) — юлдағы бернисә татар ҡалаһы аша юлланды. Яппарбирҙе Йеҙекәйгә[65] килде, ул иһә хан дәрәжәһен йөкмәгән һәм был “бөйөк король” дәрәжәһенә тиң ине.

Быға тиклем урҙала Шадибәк батшалыҡ иткән: уны ҡыуып, Йеҙекәй Булатты хан итеп ҡуйған, ул иһә йыл ярым батшалыҡ иткән дә Йәләлитдин[66] тигән хан тарафынан ҡыуылған. Шунан һуң Тимер[67], Булаттың бер туғаны, Йәләлитдинде тәхеттән ҡолатҡан, ләкин 14 ай ғына батшалыҡ иткән: Йәләлитдин яңынан пәйҙә булып, Тимерҙе үлтергән, ә 14 айҙан һуң үҙе лә Көбәк исемле бер туғанының ҡулынан һәләк булған. Уның икенсе, кесе, бер туғаны Кәримбирҙе Көбәкте ҡыуған, ә 5 айҙан һуң Көбәк Кәримбирҙене олаҡтырған; ә шунан һуң Йеҙекәй менән Яппарбирҙе Көбәкте ҡыуғандар. Яппарбирҙе хан булған; 9 айҙан һуң уға һәм Йеҙекәйгә ҡаршы ниндәйҙер Мөхәммәт[68] баш күтәргән. Яппарбирҙе ҡыпсаҡҡа (Башҡортостанға. — Й.С.) киткән, ә Мөхәммәт Йеҙекәйҙе әсир алған (был хәл, Йеҙекәйҙең әсир алыныуы, тарихта башҡа бер урында ла сағылмай. — Й.С.). Ләкин тиҙҙән Бораҡ (Ҡойросаҡ улы. — Й.С.) Мөхәммәтте ҡыуған, ә һуңынан Мөхәммәт — Бораҡты, ә һуңынан Дәүләтбирҙе — Мөхәммәтте; ләкин Мөхәммәт өс көндән һуң кире әйләнеп ҡайтҡан да үҙенең дошманын (бер туғаны Дәүләтбирҙене. — Й.С.) үлтергән. Ниһәйәт, Яппарбирҙе килгән, Мөхәммәтте үлтергән һәм үҙе хан булған” (Карамзин, V, 300).

 

Күренеүенсә, был осорҙа ҡанлы тартышта ҡатнашыусыларҙың бер Бораҡтан башҡалары — барыһы ла Туҡтамыш-хан балалары: Туҡтамыш-ханды тәхетенән ҡәбергә ҡолатмыш Йеҙекәй батырҙың ҡылысының хаҡы Алтын Урҙа империяһы өсөн үтә ҡиммәткә төшкән. “Сәйәхәтнамә”ләге Мөхәммәтте уның бер туғаны Яппарбирҙенең үлтереүе тураһындағы хәбәр генә хаҡиҡәткә тап килмәй: сәйәхәтнамәсе тап шул Мөхәммәт ҡыуылмыш 1427 йылда уҡ иленә ҡайтып киткәнлектән, тулы мәғлүмәт алырға өлгөрмәгәндер; ә иһә Оло Мөхәммәт, билдәле булыуынса, унан һуң да шанлы ғүмер кисерә һәм 1439 йылда Ҡазан ханлығын нигеҙләй; был осорҙа Йеҙекәй батырыбыҙ, әлбиттә, әллә ҡасан уҡ гүр ҡуйынында тупраҡҡа әйләнгән була.

Инде Йеҙекәй батырыбыҙға кире боролоп ҡайтып, Аноним Искәндәр яҙмаларына күҙ йүгертәйек:

“Шадибәк ҡасҡандан һуң Йеҙекәй, уны ҡайтарып биреүҙе талап итеп, гәрсә илселәр ебәреп ҡараһа ла, Шәйех-Ибраһим Йеҙекәйҙең әмерен үтәмәне. Шунан һуң Йеҙекәй, зарурияттан сығып, тәхеткә Тимер-Ҡотлоҡтоң улы Тимер-солтанды ултыртты (атаһына биргән вәғәҙәһе бар ине). Сырхау дәүләт яңынан төҙөкләнде. Шунан һуң Йеҙекәй хөсөтсөләр ҡотҡоһон туғанлашыу ярҙамында кәртәләргә теләп, уға үҙенең ҡыҙын бирҙе. Шулай күпмелер ваҡыт үтте һәм Тимер-солтан-хан кешеләрҙең күңеленә ифрат хуш килеп, улар Йеҙекәйҙе юҡ итеү яғына ауыштылар. Икеһе араһында дошманлыҡ, асыу ҡупты — хатта бер нисә тапҡыр ғәскәрҙәре менән ҡара-ҡаршы һуғышып та алдылар (тимәк, Тимер-солтан-хан баш ҡала Һарайҙа йәшәһә, сәрғәскәр Йеҙекәй батыр, моғайын, Башҡортостанға күскән һәм шунан тороп хан ғәскәрҙәре менән алышҡан. — Й.С.). Үзбәк-хандың халҡында һәр ваҡыт тәхеткә Сыңғыҙ-хан нәҫелдәрен ултыртыу ынтылышы булғанлыҡтан, улар, ҡайһылары кемдәргәлер эйәреп, ә ҡайһылары хөрмәт итеү йөҙөнән Тимер-солтан һарайына хеҙмәткә эркелделәр һәм ул көсәйеп китте. Йеҙекәй иһә әмәлһеҙҙән үҙенең дәүләте менән хушлашты ла Хорезмға ҡасты. Тимер-солтан килеп етеп уны ҡаманы һәм улар араһында бер нисә тапҡыр ҡаты бәрелештәр булды. Тап шул ваҡыт Туҡтамыш улдары Йәләлитдин-солтан, солтан-Хөсәйен һәм Мөхәммәт көтмәгәндә шул ылыҫҡа ябырылды. Уларҙың атаһы Туҡтамыш-хан хөкөм һөргән заманда күп игелек күргән ҡайһы берәүҙәр улар эргәһенә эркелде, уларға эйәреп башҡа ҡайһы берәүҙәре лә килде. Шул арҡала Тимер-солтан Хорезмды ҡамауҙан туҡтаны, ул баяғыларға ҡаршы йүнәлде. Эш шуға барып етте ки, ылыҫ халҡы уның итәге аҫтынан ҡубынды ла тоташлайы менән Туҡтамыш улдарына барып ҡушылды. Әмәлһеҙҙән, тәҡдир теҙгененә буйһоноп, ул [Тимер-солтан-хан] ике юл сатындағы береһен — ҡасыу юлын һайланы һәм ошо бәләлә үлде” (Тизенгаузен, 134-се бит). Ләкин Йеҙекәй батыр тынысландымы һуң? Юҡ, әлбиттә.

“Шул арҡала аҡһаҡал Йеҙекәй ҙә, — ти урыҫ тарихсыһы, — Ҡыпсаҡ (Башҡортостан. — Й.С.) Урҙаһын һәм Иҙел Урҙаһын (Иҙелдең баш ҡала Һарайлы уң яры яғын. — Й.С.) Туҡтамыш улдарына ҡалдырып, бойондороҡһоҙ хакимдар рәүешендә Ҡара диңгеҙ буйы ылыҫтарында хөкөмһөрҙө (баш ҡалаһы Ҡырымда — Баҡсаһарай. — Й.С.). Витовттың электәнге хас дошманы булараҡ, 1416 йылда ул Литваның күп өлкәләрен баҫып алып бөлдөрҙө; нығытылған Киев ҡәлғәһен генә ала алманы, ләкин бер нисә мең ҡала халҡын әсир ҡылып, ундағы бөтә сиркәүҙәрҙе, шул иҫәптән Печера лавраһын, таланы һәм яндырҙы... Киев бөтөнләй кешеһеҙ тороп ҡалды. Ниһәйәт, Йеҙекәй, (ҡартлыҡ көнөндә һиллектә ҡалырға теләп, буғай), Витовтҡа бүләк итеп ҡыҙыл буҫтау бөркәтелгән өс дөйә, 27 арғымаҡ һәм ошондай йөкмәткеле хитапнамәһен ебәрҙе:

“Атаҡлы кенәз! Дан артынан ҡыумыш фани хеҙмәттәр һәм батырлыҡтар өҫтөндә икебеҙҙе лә күңелһеҙ ҡартлыҡ баҫты: тыныслыҡҡа арнайыҡсы ҡалған ғүмеребеҙҙе! Беҙ үҙ-ара үсләшеп һуғыштарҙа ҡойған ҡандарҙы инде күптән ҡара ер ҡуйыны һеңдерҙе; бер-беребеҙҙе рәнйетешкән уҫал һүҙҙәрҙе бәйһеҙ елдәр осорҙо; һуғыш ялҡыны йөрәктәребеҙҙе яуызлыҡтан таҙартты; үрттәрҙе һыу һүндерҙе” (Карамзин, V, 300)...

Ә был саҡта Яйыҡ менән Иҙел араһы һәм Иртышҡаса Урал арты (Башҡортостан) ҡайһылайыраҡ хәлдә йәшәп ятҡан һуң? Ҡыҫҡаса ғына быны асыҡлау өсөн, саҡ ҡына артҡараҡ — ХIV быуат ахырҙарына сигенәйек.

Әйтеп үтеүебеҙсә, 1357 йылда Жанибәк-ханды үҙенең улы Бәрҙебәк-солтан дәүләттең баш бейе (премьер-министры) Төклөбай-Балтырсаҡ (Йеҙекәй батырыбыҙҙың атаһы) ярҙамында яуыздарса үлтергәс, оҙаҡ йылдарға һуҙылған (1380 йылға тиклемге) арауыҡта Алтын Урҙа тәхете өсөн Сыңғыҙ-хан нәҫелдәренең үҙ-ара ҡанлы тартыштары булып ала, шул арҡала Алтын Урҙанан кителгән эреле-ваҡлы төрлө төбәктәрҙең суҡаймыш үҙ хандары, көҙгө йылы ямғырҙан һуң үркегән бәшмәктәрҙәй, бер-бер артлы ҡалҡынып сыға. Иҙел менән Яйыҡ араһында баяғы үлтерелмеш Жанибәктең улдарының береһе Көсөк-хан (йәки Үсәк) күтәрелеп, Яйыҡ йылға тамағындараҡ (хәҙерге Гурьев ҡалаһынан 18 саҡрым үрҙә) баш ҡала Һарайсыҡта тәхетләнеп ултыра: “хан Көсөк бин Жанибәк Һарайсыҡда хан булды, утыҙ уғылы бар ине, дүрт уғылына дүрт виләйәт (өлкә) бирҙе” (“Үҫәргән тәүәрихе”, 55-се бит). Тимәк, Көсөк-хан Башҡортостандың дүртюлына (Нуғай юлы, Уса юлы, Себер юлы, Ҡазан юлы) үҙенең дүрт улын хан ҡылып ултыртҡан (әүәлге бер бөтөн Башҡортостандың дүрт ханлыҡҡа бүлгеләнеүе), улары иһә ер-һыу өсөн өҙлөкһөҙ үҙ-ара һуғышҡан, халыҡтың ҡанын ҡойған. Ә был осор Көнбайышта Иҙел аръяғында ла шулай уҡ ҡораҡ юрғандай бүленешкән Алтын Урҙаның Һарай тәхете өсөн Сыңғыҙ-хан нәҫелдәренең үҙ-ара аяуһыҙ боғаҙ сәйнәшеп ҡан ҡойошоуы бара, шуға күрә был яҡтарға уларҙың ҡулдары әллә ни етмәйерәк торған ваҡыты була.



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-07-25 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: