Тапатырмы ерен дошмандан, 10 глава




Дөлдөл кеүек осҡан ул Буҙъюрға ман сапҡанда, Таш-ҡаяны ватҡан ул һаҙағынан атҡанда.

Ғәүерҙәр * уйланылар Башҡорт ерен таларға, Сүкем кеүек батырҙарҙы Хәнйәр менән ҡаҙарға.

Сүкем батыр бирмәне Тыуған-үҫкән ерҙәрен, Ҡурпылы тибендәрен, Йылҡылы ойорҙәрен. Юлдаштары бөтһә лә,

Миәс һыуын кискән ул,

Унда булған дошмандарҙың Муйындарын киҫкән ул.

Күкрәк киреп ҡаршы сыҡҡан, Бер ҡурҡыуҙы белмәгән,

Шуға уны туған халҡы Тәкбир * әйтеп ерләгән.

Сүкем батыр ир ине,

Бик яныуар ир ике, Башҡорттарҙың араһында Таң йондоҙо шикелле һүнмәй торған ир ине. Ҡарсығалай йылғырлыҡта Ил эсендә бер ине.

Ж

БАЯЗИТ БАТЫР

Илдәрҙә күи батырҙар:

Кейек аулар батыр бар, Дошманды яулар батыр бар, Илен һаҡлар батыр бар. Илен һөйгән батыр йән Дошманын еңмәй ҡайтырмы? Иленә дошман килгәндә, Тирмәгә инеп ятырмы? Баязит тигән сор * хмәргәп, Мәргәнлек үтмәй кемдәрҙән. Үкенесе ҡалыр бәндәнең Үтеп киткән көндәрҙән. Дошман яуы килгәндә, Ҡарттар оран биргәндә, Уҡ-Һаҙағын ҡулға алын, Батырҙар атҡа менгәндә, Баязит батыр килгән дә, һикереп атҡа менгән дә, Юртып, елеп үткән дә, Сәмләнеп яуға киткән.

Илдәрҙә күн батырҙар:

Кейек аулар батыр бар,

Илен һаҡлар батыр бар. Баязит батыр пр нне, Батырҙан батыр Банзпттәй,

Арыҫлан һынлы батыр бар. Баязит батыр ир ине, Күкрәгенән ҡан сыҡһа, Тирем сыға тиер ине. Баязит батыр ир ине,

Яу ҡайтарыр ир ине, Нуғай мырҙа ғәскәрен Ҡуй-Һарыҡтай тураҡлап, Ҡан ҡалтыратып, онтаҡлап Иленә ҡайтыр ир ине. Баязит батыр ир ине, ау, Баязит батыр пр ппо.

АҠШАМ БАТЫР

Бор йәшемә килгәндә,

Бүре кеүек елкендем;

Ике йәшкә еткәндә,

Игәүҙән уҡ һайланым;

Өс йәшемә еткәндә,

Осҡан ҡоштай талпындым; Биш йәшемә еткәндә,

Билем быуып бәйләнем — Билдәле булдым илемә;

Алты йәшкә еткәндә,

Аҡ балтырым торөлгән, Уймаҡтай ауыҙым 49 боролгән Корәшкә тоштом бер үҙем; Ете йәшкә еткәндә,

Егет булдым етлегеп; һигеҙ йәшкә еткәпдә, һикереп сыҡтым атлығып; Туғыҙ йәшем тулғанда,

Турат менеп елдем мин;

Ун йәшемә сыҡҡанда,

Уң билемдә һаҙағым, һул билемдә ҡылысым, Ҡаршы барҙым дошманға, Затым осон, ил осон.

Атым булды Аҡшам батыр, Яуға киттем ил осон,

Яуҙан илемә даным ҡайтыр, Елеп менгән атым ҡайтыр. Дошмандарым боҫоп ятыр, Атым минең Аҡшам батыр.

КОБӘК БАТЫР

Борой заманда беҙҙең илгә ҡалмыҡ яуы сыҡҡан. Кәбәк батыр* кәләш әйттереп, туп яһайым, тип ятҡанда, шул айҡап кәләшен кейәүләй алмай яуға ҡаршы киткән.

Ҡалмыҡ яуын ҡайтарып илгә ҡайтҡас, кәләшен кейәүләргә барған. Кәләшенә ҡауышҡас, Кобәк батырҙың күңеле булып етмәгән. Кәләше, шуиыц күңелен тултырам тип, ҡобайыр менән һөйләп, хәлен аңлатҡан:

Кобәк — батыр тинеләр,

Кәбәк — батыр тинеләр;

Ир арыҫлапы типеләр,

Ир арыҫланы тинеләр;

Тиҙ үк килә тинеләр,

Тиҙ үк килә тинеләр;

Илен-йортон тыныслап,

Илен-йортон тыныслап,

Яуҙан килә тинеләр,

Яуҙан килә тинеләр,

Тинеләр, ау, тинеләр.

Кәбәк батыр — бик батыр,

Кәбәк батыр — бик батыр.

Үпәрс * менән күренгәс,

Үнәре менән күренгәс,

Булат ҡылыс, һайманы,

Булат ҡылыс, һаймапы.

Ялтырай күҙгә эленгәс,

Ялтырап күҙгә эленгәс,

Югерҙем дә йығылдым,

Югерҙем дә йығылдым;

Эйелдем дә богөлдом,

Эйелдем дә боголдом;

Кейемемде тапманым,

Кейемемде тапманым;

Йотом ҡымыҙ татманым.

Йотом ҡымыҙ татманым.

Имән ағас — ҡаты ағас,

Имән ағас — ҡаты ағас

Инеп китеп.......................................................................... 60

Шунда оҙөлдо, ау.

ТҮЛГӘН БАТЫР

Ҡарсаҡ * юртмаҫ ҡалындан Ҡарғып үтеп барамын;

Төлкө юртмаҫ төләйҙон Тондә үтеп барамын;

Ябалаҡ осмаҫ яландан Яцғыҙ үтен барамын;

Асы күл менән сосо күл, Унан да үтеп барамын.

Ай, күлдәр бар, күлдәр бар, Ат саптырып еткеһеҙ;

Яғалай бөткән екән тал — Ырғыһа, куян үткеһеҙ,

Унан да үтеп барамын. Балҡан тауҙың башынан, Асылы күлдең ҡашынан, Унан да үтеп барамын.

Яйыҡ ҡайҙа, яй ҡайҙа, Йәйелеп ятҡан мал ҡайҙа? Сүккән тойә күренмәй,— Дошман яуы алын киткән, Шуны ла юллап барамын. Шуны юллап барамын, ау, Дошмандан үс аламын.

СТАРШИНА МӘСӘҒҮТ

Старшина Мәсәғүт, Старшина Мәсәғүт,

Ары ла тороп әйтте, ти, Бире лә тороп әйтте, ти: Указ кплгәп беҙҙәргә,

Указ килгән беҙҙәргә Атапап тоҙ алырға, Батшалыҡҡа һалырга 51. Ошбу иғлан таралһын Урал буйы халыҡҡа; Тамъян, борйэн, ҡыпсаҡҡа, Күрше ятҡан аппаҡҡа,

Яр юлдашым һупаҡҡа.

Өндәй ҙә ондойҙер,

Өндәй ҙә ондәйҙер Был кәүре * кем Аҡ ҡалнаҡҡау,

Аҡ ҡалпаҡҡау!

Кемһәләй Һәллеүәләй1 52

Айдын да нуғай ерендә,

Уайҙын да нуғай ерендә,

Тамъяндарҙың илендә,

Данлы ҡыпсаҡ ерендә,

Яй тапҡап бөрйән илендә Урал тауҙай тау булмаҫ,

Урал тауҙай тау булмаҫ;

Хеҙмәт иткән хур булмаҫ 53,

Ҡазыйлы * илдәй ил булмаҫ 54.

Ҡасмайыҡ, уландар, ҡасмайыҡ,

Ҡасманыҡ, уландар, ҡасмайыҡ.

Кемһәләй һәллеүәләй.

й

ҠАРАС МЕНӘН АҠША

Борон Яйыҡ буйында, хәҙерге Науруз ауылы ултырған ерҙә, Ҡарас 55 тигән бер мәргән уҡсы булған. Бор ваҡыт бер төрком ҡаҙаҡтың туғайҙағы йылҡы көтөүеп ҡыуын алып китеүеп күргәндәр. Быны ишетеү менән Ҡарас, тиҙ генә үҙенең буҙ ҡашҡаһын менә һалып, утыҙлап һыбайлы эйәртеп, ҡаҙаҡтар артынан баҫтыра сапҡан. Ҡыуып еткәс, Ҡарас барымтасыларҙың башлығы алдына сығып туҡтаған да ҡобайыр менән былай тин әйткән, тп: Балаһы Ҡушкилденең, Ҡарасымын,

Яу килһә, алға сапҡан барасымын ,

Атҡыстар йыйылышып майҙан тотһа, һәр ваҡыт бсренсегә талашсымын.

Йорөмогәк ҡырҙан ҡырға атҡан уғым,

Ҡалъяным ике яҡта әле лә тугын ь?, һырт бирен, ҡурҡаҡтарса ҡаса бирмә,

Ҡотолмаҫ ҡасҡан менән ни бар тубың,

Ҡарасҡа ҡул күтәргән ниндәй прһең?

Атаң кем, ырыуың кем, ҡайһы ерһең?

Ҡараһам тал буйыңа,— батырҙарса,

Күргәс үк, ялт әйләнеп, туҡтай бирҙең.

Атыңды әйт, был донъянан юйырмын мпн, Уғымды ҡыҙыл ҡанға буярмын мин.

Илеңдә аша тыуған батыр булһаң,

Хуритмәй, тәрбиәләп ҡуйырмын мин.

Менгәнем — аҫтымдағы ҡашҡа, тимен,

Ҡан түкмәй, илеңде һпн күрер булһаң,

Күк, ала — күп йылҡыны ташла, тимен. Ҡаҙағым, батыр булһаң, бирсе киҙәк *,

Уғымды мин атырмын һиңә тоҙәп;

Теләгән урыныңды һайла, батыр,

Ҡыуғыға 68 — боронғонан әүүәл киҙәк.

Йылҡыларҙы ҡыуып алын китеп барыусы барымтасылар башлығы ла, Ҡарасҡа яуап игеп, һис курҡыуһыҙ-ниһеҙ, шулай тип әйткән, ти:

Күп йорәктәр шыулаған Лҡша тигән атымдан; Батырлыҡ ман түрәлек Шәжәрә килгәц затымдан. Ай-Һай һалып йырланың,

Кплә һалып яҡындан; Батырмын тип маҡтандың, һынашмай тороп, ҡапылдан. Аҡша батыр тигәндә,

Күп батыры ҡалмыҡтың Яҙа ине аҡылдан.

Саяндай сага һөйләнең, һиҫкәнмәйсә, таҡылдап;

Аҡша һынлы батырҙан Ҡулдағы малды ҡайтарып Алһаң,— алган сығырһың Аҡ яулыҡлы ҡатындан.

Алты аластың * әсеңдә «Аҡша батыр...» тигәндә, Аблай 59 хандың батыры Йығыла ине атынан.

Үҙең бер йәш балаһың,

Уттай геүләп янаһың;

Килә һала айҡаштың, Байҡамай батыр самаһын. Киҙәгеңде ал, балам,

Бер киҙәктәп юйылһаң с0, һерәйеп ҡатып ҡалаһың. Күгәреп ятҡан күк арҡа,— Торған ерҙән күрһәтәм Атышыр ерҙең самаһын.

Ҡан түкмәй, балам, тарта бир Ҡыҙыулап килгән юлыңдан, Татымай үлем язаһын.

Батырға кергән күп малды һаҙаҡлы йоҙ ҡаҙаҡтан Яңғыҙың ҡалай алаһың?

Ҡарас быны ишетеү менән, Ашла самалап күрһәткән арҡаға сабып барып етә һалып, атышыуға яһана башлай. Ат оҫтондә көйо янын ҡороп, ҡулына һаҙағын алып упга ҡала. «Тәүҙө мин уның ҡалъянындағы һаҙаҡтарын ҡыра атайым: мәргәнлегемде

күреп, бәлки, ҡан түкмәйенсә, малды пменлек менәп гепә ҡалдырып китерҙәр» тпп уйлай. Ҡулындағы һаҙағын ҡалъянына кире һалып, «ҡуҙы яурын» тигән икенсе бер һаҙағын ала. Шунан, атырға уҡталып, «ҡуҙы яурын» менән ҡороулы янына ҡарап, былай тип әйтемсәгеп әйтә:

Йылан башлы кпц яным, тартҡан саҡта, Шытырлап һынып китһәң — һиңә хурлыҡ 61. Ҡуҙы яурын — ҡорос башаҡ бәлдегәндә *, Тайшайып, ҡырып китһәң — һиңә хурлыҡ.

Туғыҙ толом аҡ ебәк, туғыҙ үрем Сиралып, серкеп 32 китһәң — һиңә хурлыҡ. Серәнеп тартып та мин алалмаһам,

Билдәле, ул ваҡытта миңә хурлыҡ.

Ҡуҙы яурын — ҡорос башаҡ тейгән саҡта, Ҡаҡлығып, оҙалмаһаң — һнңә хурлыҡ.

Ҡалъянды өҙгәнсе аталмаһам,

Билдәле, ул ваҡытта миңә хурлыҡ 63.

Ҡарас шулай ти ҙә, оҙэцгегә баҫыцҡырап бәлдәй биреп, янын тартып ебәрә. Аҡтаның уң яҡлап аҫылған ҡалъянындағы һаҙаҡтары пара-пара* туҙып, сыра-сыра юлып, ян-яҡҡа осоп барып төшәләр. Аҡша быға гәжәпһенеп: «Күрҙегеҙме был баланы, аты- шыуына ҡарағанда, бик яман күренә. Ҡалмыҡтың Ваппшлихай батыры менән осрашҡанда ҡыймылдамаған йорәгсм һулҡ-һулҡ итеп ҡалды ғуй», ти. Шунан һуң, үҙенең киҙәге буйынса, Ҡарасҡа атырға йыйына. Аҡша атыр алдынан яны менәп һаҙағына былай ти:

Ҡуҙы яурын—ҡыу йәйә,

Тарта алмаһам, миңә хурлыҡ;

Тартҡан саҡта, сатнаһаң,

Ул ваҡытта һиңә хурлыҡ;

Тоҫҡаған ергә тейгеҙмәй,

Яҙа тартһам, миңә хурлыҡ.

Ашыу-ашыу бил икән,

Аша бер һуҡҡан ел икән;

Ҡашҡайын торған убала һынаша торған ир пкән.

Ҡаҡ эйәрҙең ҡашы, тип,

Ҡаҡ йөрәктең төҫө, тип,

Үлер ерең ошо, тип,

Тоҫҡаны батыр һаҙағын.

Аҡша батыр бәлдәп атып ебәргән, һаҙаҡ Ҡарастың өҫтөндәге [тимер] һауытын* үтеп ҡаҙалырға өлгөрмәй ҡалған, Ҡарас уны йәһәт кенә тотоп алып, ҡалъянына һалып ҡуйган, ти.

Хәҙер киҙәк Ҡараста. Ул әҙ генә уйланып торғандан һуң, һаҙағыпыц башағын бәке менән монап һындырып ала, сонки башаҡ һаҙаҡҡа [тимер] һауыттың дүңгәләге аша эскә үтеп инергә ҡамасаулай. Шунан Ҡарас башаҡһыҙ һаҙағының осон бишкә телә лә, Аҡшаға тоҫҡап ата. һаҙаҡ һауыттың биш дүңгәләгенән биш нәҙек уҡ бульш үтен, Аҡшаныц күкрәген селтәр һымаҡ итеп үтәләй тишеп сыға. Аҡша батыр, уй-баіі тип, ергә атынан йөҙтүбән ҡолап тошә. Аҡшаның юлдаштары Ҡарасҡа ташланырға олгорә алмайҙар: шуны ғына көтөп торған ҡыуғынсылар уларға ата башлайҙар.

Аҙаҡ килеп, үҙҙәрепең башлыҡтарын һәм бер нисә кешеһен юғалтҡан барымтасылар йылҡы көтөүен ҡалдырып ҡайтып китергә мәжбүр булалар.

Аҡшаны, йығылған урынында ҡәбер ҡаҙып, күмеп ҡуялар. Ҡәбере өҫтөнә таштан ҡурғап өйәләр. Батырҙың бага осона билдә итеп бер һаҙаҡ ҡаҙап ҡуйғандан һуң, Ҡарас шулай тпгән, ти:

Заманында күп тартыш күргәнһең һин, Донъянан күп батырҙы һөргәнһең һин; Башҡорттоң атҡыстарын тиңгә алмай,

Тарпапдан алты аласта йөрөгәнһең һин. һауытты йырта атыр ир икәнһең.

Батырҙың ашып тыуған бере икәнһең;

Ил һүтеп, үҙеңә тиң таба алмай,

Сыҙамай йөрәгеңә йөрөгәнһең.

Ҡашҡайып киҙәк бирҙең ҡаршы торон,

Көрәштең батырҙарса түште киреп; һауытты серегән боҙҙай итә яҙҙың,

Китмәне әҙ-әҙ генә өҫтән туҙып.

Бынан һуң һипән батыр күрмәҫ күҙем,

Урынлы, маҡтанһаң да, әйткән һүҙең;

Ут йөрәк арыҫландай Аҡша батыр,

Ҡуяйым тәрбиәләп мин дә үҙем.

Таш менән ҡурғап итеп ҡаҙҙым гүрең,

Аталыр исемең менән ятҡан урын;

Бер һаҙаҡ бага осоңа ҡаҙан ҡуйҙым,

Әйтһендәр: «Батыр үткән беҙҙән борон» б1.

[БИЛАЛ МЕНӘН ДҮСӘН]

Борон башҡорттар менән ҡаҙаҡтар араһында бер-берсһенә яу һалыуҙар булған. Бер ваҡыт ҡаҙаҡтар яу һалып, Туңғатар йортондағы башҡорттарҙың 1500 йылҡыларын әйҙәп алып киткәндәр. Шунан һуң башҡорттар үҙҙәре ҡарымтаға барғандар. Бик ныҡ

яу булған. Шунда бер башҡорт ҡартының бер улы, бер кейәүе ҡаҙаҡтарға болон тотон ҡалған. Был яуҙа башҡорттар ҡаҙаҡтарҙы Күксәтауға ҡәҙәр ҡыуғандар. Айҙарбэк тигән ҡаҙаҡ байының бер мең биш йөҙ йылҡыһын алып ҡайтып бүлешкәс, ҡарымтаға барыусыларға ун бишәр баш йылҡы тейгән. Шул яу ыңғайы менән улы, кейәүе ҡаҙаҡтарҙа болон ҡалған башҡорт ҡарты ҡобайыр әйткән:

Югереп мендем ел тирмәнгә, яным ай,

Ҡуласала дегет юҡ, яным ай!

Ята торгас, иҫемә алдым, яным ан,

Билал менән Дүсән юҡ, яным ай!

Межа ҡыуаҡ һигеҙ талын, яным ай,

Ҡырҡып алдым уҡ-һаҙаҡҡа, яным ай,

Бына тигән егеттәрем, япым ай,

Тотолоп ҡалды ҡаҙаҡта, яным ай.

Абылай хандың аҡ дөйәһе, япым ай,

Ята торғас койшәнде, яным ай.

Ята торғас, иҫемә алдым, яным ай,

Билал мепәп Дүсәнде, яным ай.

Алыҫтпн ҡарай күренгән, яным ай,—

Йопар тауҙың сауылы, япым ай. һағыш менән һарғайған, яным ай,

Бай Туңғатар ауылы, яным ап.

Алыҫтин ҡарай күренгән, яным ай,— Күксәтауҙыц мешәлеге, яным ап.

Күн халайыҡ эҫтәрендә, яным ай,—

Батыр туған иҫтәлеге, яным ай.

Теҙелеп тошон һыу эсә, яным ай,

Күксә тауҙың кейеге, япым ай. Күҙҙәремде һарғайтты, яным ап,

Билал менән Дүсәндең көйого, яным ай.

Илле йәшкә еткәнемдә, яным ай, Пцкелдәтте туғаным, яным ай.

Күкрәк тулған күҙ йәтом, яным ай,

Инде ҡалды ҡыу башым, яным ан.

ч

ЕРӘНСӘ СӘСӘН

Бер кон ҡаҙаҡ байҙары менән Абулхайыр вз хан башҡорт тарханы Аҡмәмбәткә 66 ҡунаҡҡа килгән. Килгәс, Аҡмәмбәткә:

— һинең атаң менән беҙҙең аталар һәр ваҡыт татыу йәшәгән, һин был Яйык буйынан, беҙҙең һыулауҙан кит, үҙеңә тыныс булыр; ҡыш тибенлеккә кәрәк тиһәң, Ирәндекгэ, Әтәстә 67 малың ҡышлатырһың. Мин бүтән халыҡты нисек оркоторгә белермен. Улар үҙҙәре лә ҡасыр, — тигән.

Аҡ.мәмбәт, малын курсын, Уралға китмәк булган. Айырым байҙарҙы үҙе менән алын китеүҙе аңлатыу осон, «ҡунаҡ күрергә» Абулхайыр хандар янына саҡырған. Ерәнсә сәсән был хәлде белгән дә саҡырмаһалар ҙа килгән. Шунда байҙар менән хан: «Ха- ликты ыҙғытаһыц»,— тин, Ерәнсәгә үҙ шелтәләрен әйтә башлағандар икән, Ерәнсә АбулхайырханЕа былай тигән:

Мин әйтмәйем, күп әйтә, әү,

Күп — сүп түгел, шул әйтә, әү,

Әй, күп — сүп түгел, шул әйтә.

Күп эсендә кем сүп түгел, әү,

Күп һүҙен һәм 68 шул әйтә.

Күп тигәнем халыҡ булыр, әү,

Тотҡан юлы хаҡ булыр, әү,





©2015-2017 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных

Обратная связь

ТОП 5 активных страниц!