Тапатырмы ерен дошмандан, 12 глава




Унан илгә ҡот булмаҫ,

Баҫҡан ере ут булыр,

Үҙе Сыцғыҙҙай эт булыр.

Ил сигенә ят баҫҡан,

Ҡунаҡ түгел, яу асҡап.

Мәскәү бит оран һалған:

«Аҡ батшаға ант биргәп Ирҙәр менһен ат!»— тигән.

Батша бит һерәй һалған:

«Илде баҫты ят!»— тигән.

Минең дә һүҙем шул булыр:

Аят боҙғанға ни булыр? —

Таяныр терәге юҡ булыр,

Ҡаңғырып йөрөр Байыҡтан,

Тынлыҡ тапмай хур булыр.

Байыҡты таңып, һүҙен дә ишеткәс, бөтә халыҡ умарта ҡортон- дай гөжләшеп күтәрелеп кпткән.

4. ХАЛЫҠТЫҢ ИР-ЕГЕТТӘРҘЕ ФРАНЦУЗДАРҒА ҠАРШЫ

ЯУҒА ОҘАТҠАНЫ

Йөҙ йәшәр Байыҡ сәсәндең һүҙен ишеткәс, кантон башлыҡтары ат-хат еткән ергә сабарҙар саптырып, сер алышып, Иҙел терһәге Көнгәккә йыйылырға булып һүҙ ҡуйышҡандар, ти. һәр ерҙә йәштәр, ат һайлап, нуҡта һуғылмаған аҫауҙарҙы тотоп өйрәткән. Урманда ук юнып, аласыҡта ҡыҙаштар һаҙаҡ һуғып, тапа- турпы һуйып, ит ҡаҡлап, эркет ҡайнатып, ҡорот йәйеп, ҡаймаҡ яҙып, май тасҡып, тире ыҫлап, турһык тегеп, көн-төн ағытмай бейә һауып, ҡымыҙ йыйып, кейем-һалым тайярлап, яуга әҙерләнгәндәр. Байыҡ та, үҙенең атын эйәрләп, ҡулына ҡылысын тоттороп, улы Әхмәтте яуға кейендергән.

Кантон башлыҡтарын — ҡор башы *, ҡош семәрен тоттороп, батырҙарын — мең башы *, ырыу ағасы семәрен тоттороп, ырыу уҙаманын — йоҙ башьт *, яу япрағы менән берәүҙе алдан сабар итеп, яуға ат менгәндәр. Бөтә ҡарт-ҡоро, бисә-сәсә, әбей-һәбей, ҡыҙ-ҡырҡын, бишектән тошкән, түшлән шыуған, аяҡҡа баҫҡан бала-сағаның бере ҡалмай, оҙатырға килгәндәр.

Әбей-Һәбейҙәр, яуға китеүселәрҙең юлы ҡыҫҡа булһын тип, тегәр еп биргәндәр. Бисә-сәсәләр, күкрәктәрегеҙгә уҡ-һөңгө теймәһен тип, ирҙәренең түштәренә тәңкә теккәндәр. Ҡыҙ-ҡыр- ҡындар, сер һаҡлаусы булығыҙ, тип, егеттәргә нағышлы янсыҡтар биргәндәр. Бары ла уңышлы юл теләп, аҙаҡ шулай йырлагап- дар.

Ә б е й ҙ ә р:

— Әрмсләргә китә, ай, башығыҙ,

Буҙ балалар, инде хушығыҙ.

Йылдарығыҙ айҙан тиҙ үк үтеп,

Иҫән йөрөп ҡайтһын башытыҙ.

Ҡыҙҙар:

— Атҡайҙарға менеп, беҙҙе ташлап,

Урал ашып яуға кптерһеҙ,

һай, йәнкәйем, ҡалдырып шул нәҙек билкәйең;

Киткән юлығыҙға ҡарай-ҡарай,

Күҙкәйҙәрҙе талдырып көторбоҙ,

һан, йәнкәйем, онотмағыҙ нәҙекәй билкәйең.

Яу йөрөгәндә, сабып тирләгәпдә,

Шыбаҡшыған тирең һөртөгөҙ,

һай, йәйкәйем, хәтерләрһең нәҙек билкәйең; Биргән урамалды ҡомартҡы итеп,

Ҡалтағыҙҙа бергә тотоғоҙ,

һай, йәнкәйем, хәтерләрһеҙ нәҙекәй билкәйең. Урал армыттарын семәрләгән Нағышлы ла янсыҡ бирәбеҙ,

һай, йәнкәйем, еҫкәгәндә, аңҡыр илкәйем;

Ил памыҫы бергә шул янсыҡ та Йөрәгегеҙҙә торһон, тиәбеҙ,

һай, йәнкәйем, айбарығыҙ котә илкәйем.

Яуға ат мепгән пр-егеттөр шулай пырлап яуап ҡайтарган- дар:

Ата-бабаларҙың ҡайып һыулап Үҫкәп сауҡаларҙан уҡ юндыҡ,

һай, илкәйем, йәмле еркәйем;

Дошмандарҙы сыр-сыу, ай, айҡарбыҙ,

Буҙ толпарҙан һайлап ат мендек, һай, илкәйем, йәмле еркәйем.

Яуҡапҙарға кптәбеҙ, ант бирәбеҙ,

Намыҫыбыҙ яуҙа һаҡларбыҙ,

һай, илкәйем, тыуғап еркәйем;

Батырҙарҙан ҡалған йолаларҙы Ҡанлы яуҙа беҙ ҙә аҡларбыҙ,

һай, илкәйем, тыуған илкәйем.

Иң аҙаҡ олатайҙар шулай йырлаған:

Атҡайҙарға менеи яуға китегеҙ,

Аҡлағыҙ ҙа иткәп антығыҙ,

һай, илкәйем, илкәйемдең батыр иркәйе; Тәңкәләр ҙә төҫлө сылтырашып,

Шат колошон, еңен ҡайтығыҙ,

һай, иркәйем, һағынып көтөр һеҙҙе илкәйең, Ҡош юлдары ҡалҡһа күк йөҙөндә,

Кейек ҡоштар осор төньяҡтан, һай, илкәйем батырҙарын көтөр шул саҡта; Ҡоштар үтһә, һеҙҙән беҙ котөрбөҙ,

Сәләм килә тип үк йыраҡтан,

һай, иркәйем, хатың уҡыр илең шул саҡта.

Наполеопды еңеп, һуғыш боткәс, уландары ҡайтҡанда, Байыҡ йөҙ ҙә ике йәштә булған, ҡурайҙа «Байыҡ» көйөп уйнап, батырҙарҙы ҡаршы алған.

ЮЛАП МЕНӘН САЛАУАТ

...Аҙналының ҡыҙҙары Берәү түгел, күп булған. Балаһының кинйәһе Юлай тигән ул булған. Юлай атҡа менгәс тә Тирә-яҡта ҙур данлы,

Пц атаҡлы ир булған. Аҙналы баш булһа ла, Юлай егет булған һуң Атаһының юлына Ҡаршы төшә башлаған. Быны белгәс, т үрәләр, Атаһының дуҫтары,

Завод тотҡан байҙары,— Бара торғас, Аҙналдан Барыһы ла эс тартҡан. Төрлө яҡтан һөйләшеп, Баяр-түрә берләшеп, Юлай осон Аҙналыға Ошаҡ-маҙар итешеп, Аҙналының аҙаҡтан Түрәлеген алғандар.

Түрәлектән ҡалған һуң, Аҙналы бар эштәрен Юлайына тапшырған. Юлай ҙа сер бирмәгән: Ҡабат ерҙе һатмаҫҡа, Заводсыға бирмәҫкә. Алыш-биреш итмәҫкә Тигән уйын туплаған.

Заводсылар сор бирмәй. Бүтән түрәләр менән Алыш-биреш яһашып,

Ҡу ц аҡ булып һыйлашып, Үҙ эштәрен бар иткән. Ерен алып халыҡтың, Заводтарын ҙурайтып, һаман ҡулдарын һуҙған. Заводсылар мал түгеп. Күп түрәне ҡулға алып, Юлайҙы сит күрһәтоп.

Кеше үтә һүҙ биреп,

Унан халыҡты өркөткән. Заводсылар ҡулға алған Түрэ-һәрә бей булғас, Заводсылар халыҡ ерен Буштап-бушҡа талағас, Бара-тора нл халҡы Бөтә эште аңлаған:

«Былай булһа, эш харап, Ерҙе алалар талан,

Ҡул ҡаушырып тормайыҡ, Әйҙә барын Юлайға Кәңәш-төңәш итәйек»,—

Тип йыйылып, күмәкләп,

Ат саптырып килгәндәр. «Урманды буш ҡырҡалар, һунарсының йәплегеп Заводсыға ҡунаҡҡа Килеп йөрогән түрәләр Бушҡа тартып алалар»,— Тиеп, Юлай алдыпа Бары килеп илаған.

Юлай тәүҙә шашмаған; Янаралға, батшаға Барына ла хат яҙын,

Хатҡа ҡаршы батшанан, Янаралдан — барынан Юнле яуан алмағас,

Юлай йыйған ҙур йыйын, Йәшен, ҡартын, олоһон,

Һис берәүҙән тайшанмай һөйләп биргән дөрөҫөн:

— Йәшснеп-боҫопоп барығыҙ һөйләйһегеҙ зарығыҙ. Тыңлапым мин барын да, Аңланым мин барын да, Йәш-елкенсәк, ҡарт-ҡорҙоң Йөрәктәге уйын да.

Бына хәҙер мин һеҙгә һис берәүҙән тайшанмай, Заводсыға һатылған Түрәләрҙән ҡаушамай һөйләп бирәм барыһын:

Күлдән көшөл типтем тпп, Әтәлге ҡош маҡтанып,

Мәңге ҡыйғыр була алмаҫ;

Ярҙан сысҡан типтем тип, Көнгөнән ҡош маҡтанып, Мәңге йәтсә була алмаҫ; Шырҙа ҡуян типтем тип, Ҡара боркот маҡтанып, һунарҙа һис яҙлыҡмаҫ, Кәттә мәргән була алмаҫ.

Заводсыға һатылып,

Илдең ерен һатыусы, Ауырлыҡты күрмәүсе, Алдыңда һине ағартып, Артта ҡара яғыусы, Битендә ике йоҙ булып, Ике телле булыусы,

Ил ғәйебеп ҡаплаған Уҡа сапан кейеүсе Яман түрә һис саҡта Илгә таяныс булмаҫ; һәр саҡ халҡым тиеүсе, Халыҡтың ғәмен йыйыусы, Халыҡ ғәмен йыям тип, Урманда уҡ юныусы,

Илде дошмап баҫҡанда, Уҡ-Һаҙағын ҡайраусы Батыр менән тиң булмаҫ.

Ил батыры шул булыр: һүҙе уның бер булыр, Күкрәгендә ул ирҙең һәр сағында иле осон Бары яҡшы уй булыр.

Ул егеттең эсендә Эйәрләгән ат ятыр,

Ундай ага ил тотһа,

Илгә дуга тултырыр,

Яман аға ил тотһа,

Илгә дошман тултырыр.

Илгә аға булырҙай, Атанан алтау тыуһа ине. Атам бей тип маһаймай Юлын һайлай белһә ине. Илдең аҡҡан күҙ йәшен Үҙ йәшендәй күрһә ине; Ҡормаң быуып биленә, һаҙаҡ тоҫҡан дошманға, һуҙған ҡулын дошмандың Кире ҡағын торһа ине;

Бцтепо килгән оятты Үҙе белеп йыуһа и ire.

Ллты яман тыуғансы,

Яҡшы берәү тыуһа пне,

Илгә аға булһа ине,

Ил башында торһа ине;

Иле уға иркәлән,

Бәхет табып торһа ине.

Беҙҙә хәҙер ил тотҡан,

Илгә аға булырҙай,

Бер батыр ҙа юҡ һымаҡ.

Ил аралап йөрөһәң,

Халыҡ күренә тағы ла, Аптыраған ил һымаҡ.

Илгә аға булғандар Ил күкрәгендә уйнайҙар, Илһеҙ үҫкән пр һымаҡ.

Ил серенә һыймайҙар, Өлгөһөҙ бескән тун һымаҡ.

Илдең күп яуҙар менән Ҡаҡшағанын беләһеҙ. Баярҙарҙан таланын Йонсоғанын беләһеҙ. һпкһәп йәшенә еткәндә, Талған күҙен секрәйтеп, Ҡатҡан бплеп бөкрәйтеп, һыу ташыған әсәләй,

Ил ҡалғанын күрәһеҙ. Туҡһан йәшенә еткәндә, Ҡаткан билен бөкрәйтеп, Туҡ(ы)рацдай туҡылдап, Ябалаҡтай уһылдап,

Утын ҡыр(ы)ҡҡап аталан Буласағын боләһоҙ.

Киске йылғыр еле лә,

Таңғы еләҫ еле лә Иҫмәй туҡтап ҡалғанда, Тымыҡ айлы төндәрҙә,

Тал төбөнән йылмылдап, Шылтырай аҡҡан шишмәләй, Батырына йылмайып,

Серен әйтеп моңланған һылыуҙарҙың тол ҡалып, Батырҙары ситлектә, Балалары бишектә Хур булырын беләһеҙ.

Яу-ни булһа, ат менеп,

Ат һөрөноп, йығылып, Битегеҙ ҡанға буялып,

Яуҙа үлеүҙән ҡурҡаһыҙ. Илен һөйөп әйләнгән, Ҡаялы шыр урмандан Мәңге ерекмәҫ юл һалған Ҡуңыр буға быҙауҙың Тоҡомо 86 булған һыйырҙан һот эсерлек берегеҙ Илгә батыр түгелһеҙ.

Ил ҡаплаған диңгеҙҙең Батшаһына яу асып,

Торор ерен батшаның Ат күҙендәй күл иткәп, Урал тауын бар иткән Урал ти гәп батырҙы Барығыҙ ҙа беләһеҙ.

Ирәмәл ярып Иҙелдә, Уйтагп уйып Яйыҡта Йылға ағыҙган улдарҙы — Иҙел, Яйыҡ батырҙы Тағы пшетеп беләһеҙ. Барымтаһын әҙләгән Атаһының ҡаны өсөн,

Ҡан илаған иленең Етем-еҫер хаҡы өсон,

Мәсем ханды тураған Сура улы һәүбәнде,

Ете ырыуға баш булған Юрматы, Ҡыпсаҡ, Табынды, Ҡыуаҡан, Әйҙе, Ҡатайҙы һәм дә Тамъян батырҙы Тагы ишетеп беләһеҙ...

Ул батырҙар бары ла Яланғас тыуган әсәнән, Имсәк һорай илаған, Бишегендә тирбәлеп, Бәпләү күргән әсәнән. Береһе лә кәм түгел,

Ҡыҙ һөймәҫлек ир түгел, Бары беҙҙәй һөйөлгән Уралдағы һылыуҙан.

Шулай ҙа улар ятмаған, Илгә дошман килгәндә, Ҡул ҡаушырып тормаған; Ҡолонсаҡтай уйнаған

Балаларын йыуатып,

Иркә серен һөйләгән; һөйгән йәреп илатып,

Туғыҙ айҙай күтәреп.

Татлы йоҡо ҡалдырып, һөт имеҙгән әсәһен,

Маңлай тирен һыпырып,

Буй үҫтерткән атаһын.

Йөрәктәрен һыҡтатып,—

Барын ташлай ат менгән.

(Юлай һүҙен бѳткэстэні Бөтә халыҡ уйлашып,

Үҙ араһы һөйләшеп.

Яу асырға тупланған.

Юлан Урал буйлағас,

Иҙеленэн һыу эскән,

Уралда ат уйнатып,

Толко кәпәс кейгәндең,

Өйөр йылҡы көткәндең,

Үҙендәй күп ирҙәрҙең Уйы бер тип ышанып,

Заводсыға яу асҡан.

Старшина, түрәләр һаман илдә бей булған.

Халыҡты батша яғына,

Төрлө яҡтан арбаған.

Юлай яуҙы асһа ла,

Күп тырышлыҡ итһә лә,

Яуға ҡаршы торһа ла,

Аҙаҡ түҙмәй еңелгән;

Йәш бисәһен бергә алып,

Ҡая тапгка һырылған;

Ҡая, урман эсендә,

Ете йылдың 1 с ы ш ында Күп ауырлыҡтар күреп,

IIке балалы булып һаман ҡасып йөрөгән.

Мәскәүҙең ҙур батшаһы, бөтә боласыларҙы ярлыҡайым, тип илгә хәбәр ташлағас, был хәбәргә ышанып, бары йыйылып бергә ҡайтырға булғандар. Юлай иленә ҡайтҡас, тирә-яҡтан халыҡ килгән, бик ҙур шатлыҡ, туй булған. Юлай ҡайҙа ғына барһа ла, түрә-һәрә уны бнк ныҡ күҙәтеп торған.

Бер аҙ торғас, Юлайҙың осөпсогә тағы ла йәш бисәһенән ул тыуған. Халыҡты йыйып туйлаған, Салауат тип исемҡуштыргап. Шул туп барған сағында ғәскәр менән янарал *, яҡын-тирә түрәләр сабып килен төшкәндәр.

«Батша һеҙгә ебәрҙе, беҙҙең илгә сит илдән яу килә бит,— тигәндәр.— һалдаттарға ат кәрәк, яуга барыр пр кәрәк, батша

4 Заказ 305

халыҡтың һорауын һис аямай бирәсәк»,— тигән һүҙҙе ботә халыҡ якаралдан ишеткәс, үҙ-араһы һөйләшеп, бирергә булғандар. Атаһы менән әсәһе лә, ҡайны менән ҡәйнәһе лә, «яуға бар» тин димләгәс, Юлан ҡарыулашмаған. Йылҡы ойорон тунлатып, яҡшы атын һайлаған. Бөтә халыҡ йыйылып, Юлай менән башҡаларҙы яуға оҙатҡан.

Бер йылдан артыҡ йороп, Юлайҙар ҡайтҡандар. Юлай менән киткәндәрҙең күп кенәһе үлеп ҡалған. Юлай ҡайтҡас, тирә-яҡ халыҡ һорашырға килгән. Юлай килгән халыҡҡа үҙенең күргәндәрен әкәһенән ебенә теҙеп һөйләгән. Юлайҙың ҡайтыуын атаһы бейә һуйып туйлаған.

Юлай яуҙа дан алған,

Батшанан миҙал алған,

Былай данлы булған һуң Үҙ йортопда халҡынан Түрә булып һайланған .

Юлай яуҙан ҡайтҡанда,

Салауат та атлаған;

Ярым-ярты һаҡаулап Ьойләшә лә башлаған 88.

Салауаттың буй-һыны,

Йәше үҫкән, кон һанап,

Батырлығы, йыл һанап, һаман ҙурая барған...

Иң бәләкәй сағында,

Үҙһүҙле бала булған;

Әсәһе урын һалһа,

Бер әкиәт һөйләтмәй,

Урынына ятмаған.

Әсәһе менән эйәреп һыуға ғына барһа ла,

Бар нәмәне тпкшсргән.

Айғыр, әтәс талашын,

Тәкә, үгеҙ һоҙошон,

Күктә ҡоштар тибешен,

Аҙаҡ сиккә саҡлы ул Бер яғының еңгәнен,

Күрмәйенсә аҙағын,

Китмәй ҡарап торған ул.

Ҡарап ҡына ҡуймаған,

Аҙағынан тағы ла Еңеү менән еңмәүҙең,

Көслө менән косһоҙҙоң Сәбәбенең барын да Топсөп һорап белгән ул.

Ете йәшкә еткәндә, Бәйгеләргә барғанда,

Ниндәй ҡырыҫ атты ла Ҡур(ы)ҡмай.менеп сапҡан ул. Менгән аты бәйгелә Уҙмай килһә арт булып,

Килмәпенсә майҙанға,

Кире ҡайтып киткән ул.

Бер бәйгегә барһа ул,

Алдын килгән аттарҙы,

Алдын сапҡан батырҙы Шунда күреп ҡайтһа ул, Әбей-Һәбей, бер ҡартмы,— Кемде генә күрһә лә,

Яҡшы аттар, батырҙар Тураһында әкиәт һөйләтергә уларҙы Өйгә алып ҡайтҡан ул.

Ун йәшенә еткәндә, Йәш-елкенсәктәр менән Уйын-маҙар булғанда,

Үҙенә нөгәр * йыйып,

Үҙенән йәшкә өлкәнде Үҙ артынан эйәрткән.

Берәй аулаҡ ой булһа,

Унда уйын ҡоролһа,

Уйын ашы йыйырга Арала һүҙ ҡуҙғалһа,

Ботә эштә баш булып,

Бик ярлыға йомортҡа,

Ҡошо барға бер тауыҡ,

Бай булғанға бер һарыҡ — Уйын ашы билдәләп,

Үҙе башлап йөргән ул,

Үҙе лә алып килгән ул.

Салауат йәштән үҙһүҙле,

Үҙе һөймәҫ кешегә Күңеле ҡаты булһа ла,

Бынау ярлы, был бай, тип, һис айырып тормаған. Көтөүсене, ялсыны һис ваҡытта һүкмәгән,

Тырнаҡ менән сиртмәгән. Быҙау имһә ҡушылып,

Бейә имеҙһә ҡушлатып, Ата-әсәһе ялсыга Екерергә башлаһа,

Нисек итеп булһа ла Ялсы аралар ир булған.

Ун биш йәшкә еткәндә, һис йыйындан ҡалмаған, Йыйындағы батырҙар Ниндәй данлы булһа ла, Көрәшергә ҡурҡмаған.

Ун биш йәшкә өткәндә, Тирә-яҡта Салауат Данлы батыр-ир булған. Салауаттың һөйгәне Йәш саҡтан уҡ ат булған Нуҡта төймәҫ аҫауҙы Үҙе тотоп өйрәткән, һунарға сыҡһа тағы, Ҡуян-маҙар атмайсы.

Бүре, айыуҙы ғына Тап итергә тырышҡан.

Йыйындарҙа булғанда, Йырсы, сәсән, ҡурайсы Ҡайһы алдын булдпһә, Алдынлыҡҡа сығыуҙың Бар сәбәбен һөйләткән, һыу буйына барҙиһә, һыу ингәндә сумышып. Ҡош атҡанда осороп, Осҡан ҡошҡа атышып, Мәргәнлекте һынашҡан; Ат өҫтондә уйында,



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2017-06-13 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: