Образы повести М. Карима «Помилование» 3 глава




Ҡайғы менән шатлыҡ яу ҡырында

Яғалашҡан яугир шикелле.

Бер-бер артлы килеп-китеп тора,

Берсә еңеп, берсә еңелеп.

Шатлыҡтарҙан түбәм күккә тейә,

Ҡояш килеп керә ҡосаҡҡа.

Ҡайғыла мин – ырғытылған ағас

Дөрләп янып торған усаҡҡа.

Ҡояшта ла, усаҡта ла йылы,

Ә бит йылы – йәшәү билдәһе.

Шатланамын. Бына әле тағы

Йылы тәндә туҙҙы күлдәгем.

10.11.2012 й., Иҫке Сибай.

Ҡайтыу

Әллә һиңә күҙ тейҙеме?

Ябыҡҡанһың, ҡәҙерлем.

Һис кенә лә оҡшамаған

Элеккегә хәҙергең.

Ғәйрәтләнеп элегерәк

Йүгерә инең алға.

Арығанһың. Бына-бына

Туҡтар кеүекһең ялға.

Мин үҙем дә хаҡлы ялда,

Аңлайым һинең хәлде.

Ғүмер эсендә өҫтөңә

Әҙме эштәр йөкмәлде!

Һал ағыҙҙың, сәй эсерҙең,

Йыуындырҙың кешене…

Һыуыҡтарҙа, һалҡындарҙа

Ҡышын туңдың, өшөнөң.

Ә мин һинең ҡәҙереңде

Белмәгәнмен икән дә.

Хистәрем дә, хәстәрем дә

Булған икән бүтәндә.

Бына ҡайттым. Һаумы, йылғам –

Һәләүегем, ҡәҙерлем!

Сәләмләпме, шатланыпмы

Һикерҙе, ана, бәрҙе…

Йөрәгемдең өйәнәге

Һыуың эскәс, ебәрҙе.

21.12.2012 й., Сибай.

Атай юлы

Был юлдан атай йөрөгән,

Әле мин китеп барам,

Китеп барам... Өтөп бара

Йөрәкте иҫке яра.

Соҡор-саҡыр, һаҙлыҡ, батҡаҡ -

Юл ҡоролған шуларҙан.

Бата-сума ошо юлда

Атай ғүмер уҙғарған.

Юлбашсылар был юл өсөн

Һайлаған насар урын.

Бата-сума китеп бара

Юлыңдан, атай, улың.

25.09.2015 й., Этҡол.

 

Дуҫтарым

Ҡош түгелмен, ҡанатым бар.
Осам-осам бейектә.
Болотҡа баҫып йырлайым,
Алам шунда бейеп тә.
Берәм-берәм йондоҙҙарҙы
Эй тултырам күнәккә.
Ергә төшкәс, дуҫтарыма
Бирермен тип бүләккә.
Дуҫтарым ҡанатландыра,
Дуҫтарым бына тигән.
Дуҫтарымдың шатлығынан
Түбәм бит күккә тейгән.

05.06.2017 й., Иҫке Сибай.

 

Ауылдаштар

Тауҙар ҙа кешеләр һымаҡ

Була икән төрлөсә.

Яланғастау баҫып тора

Яп-яланғас көйөнсә.

Һарыҡтау һарыҡ тиреһен

Тун итеп кейгән, ана.

Береһе яланғас тәненә,

Береһе тунға маҡтана.

Ҡыҙҙар тауы ҡыҙҙар һымаҡ

Ғорур ҙа, мөләйем дә.

Ҡылған сәсенән һыйпайым

Башына менәйем дә.

Арҡаялан тылсымлыһы

Был тауҙар араһында.

Һауығып кире ҡайтаһың,

Ауырып бараһың да.

Тауҙар һымаҡ һылыу, бөхтә,

Ғорур, тылсымлы халҡым.

Бөтә һәйбәт сифаттарҙы

Ауылдаштарҙан алдым.

15.06.2013 й., Иҫке Сибай.

 

Дәрес

Дошман ғәскәреме... сүп үләндәр
Аунап ята, ана, баҡсала.
Ҡырылыш булмаҫ ине, әгәр улар
Ваҡытында минән ҡасһалар.
Тамырҙары төйәк иткән ерҙе
Ташлап китмәй икән үләндәр!
Сит-ят ерҙә йәшәп ятҡан миңә
Дәрес биреп улар үлгәндәр.

17.06.2017 й., Иҫке Сибай.

Өшөү

Ҡыуанысым эскә һыймай,

Ҡыуаныстан эс ташты:

Көтмәгәндә сит-ят ерҙә

Осраттым яҡташты.

Ҡосаҡлаштыҡ, быға тиклем

Таныштар булмаһаҡ та.

Ҡосағымда яҡташ түгел,

Әйтерһең, тыуған яҡтар,

Тыуған ер йылыһын тойоп,

Атлап йөрөгән саҡтар.

Тыуған ер йылыраҡ кеүек

Йылыһынан Ҡояштың.

Сит-ят ерҙә өшөп киткәс,

Яҡташтар ҡосаҡлаштыҡ.

Тыуған ер туғанлаштыра,

Дуҫлаштыра кешене.

Оҙаҡ йылдар тыуған ерҙән

Ситтә йөрөп, өшөнөм.

31.01.2018 й., Сибай.

Тыуған ерем

Тыуған ерем – сәңгелдәгем,

Тыуған ерем – йылы оям.

Тыуған ерҙә мин үҙемде

Ҡартайғансы

Иркә бала кеүек тоям.

Иркәләйҙәр мине тауҙар:

Ышыҡлайҙар ел-дауылдан.

Туғандарҙың һөйөүенән –

Һөйөлөүҙән

Иркәләнәм ауылымда.

Ҡояш та тыуған еремә

Килә кеүек яҡыныраҡ.

Нурында түгел, әйтерһең,

Рәхәтләнеп,

Душта ҡойоноп торам.

Минең өсөн ҡоштар һайрай

Ҡанат ҡағып баш осонда.

Мин бәхетле, ситтә түгел,

Тик ошонда.

04.02.2018 й., Сибай.

Шиғырым – уҡ, барып тейһә, боҙоҡлоҡ юҡ

Фән көсө

Сапсап торған арғымаҡтар

Ирешмәне уңышҡа.

Иң беренсе булып килде

Тышаулы ат финишҡа.

Халыҡ быға бик ҡыуанды.

Жюри генә ҡайғырҙы.

Беренселеккә сығарҙы

Аҡһаҡ ҡола айғырҙы.

Сәбәптәрен фәнни яҡтан

Дәлилләп аңлаттылар.

Фән исеменән халыҡты,

Атты ла алданылар.

Уларса, тышау икәүҙән

Бер аяҡ яһай, имеш.

Ә ярышта дүрт аяҡ та

Яңғыҙ эшләргә тейеш.

18.06.2012 й., Иҫке Сибай.

 

Өрөү

«Ваһ-ваһ, ваһ-ваһ…» Этме тиһәм,

Эт булып кеше өрә.

Кисә генә сәүек ине,

Бөгөн булған ул түрә.

Михнәттәргә, ғазаптарға

Сик булмаҫ ине кеүек.

Урам буйлап аслы-туҡлы

Йөрөгән саҡта сәүек.

Хужа өйгә алып ҡайтҡас,

Онотолдо нужаһы.

Эй хужаға хәҙер өрә,

Ул - хужаның хужаһы.

15.10.2012 й., Иҫке Сибай.

Хужа

Эт – кешенең яҡын дуҫы.

Быны бит һәр кем белә.

Эттәр хужаларын яҡлап

Ҡайһы саҡ хатта үлә.

Мөһим түгел улар өсөн

Хужаның кем булыуы.

Мулламы ул, бандитмы ул,

Ҡурҡаҡмы ул, ҡыйыумы…

Хужа булһын! Үлтермәйсә

Ашатып торһа, ярай.

(Эт хужаға беҙ Аллаға

Ҡараған кеүек ҡарай).

«Дуҫың кем һуң? Шуны әйтһәң,

Әйтәм кем икәнеңде»,

Ҡайһы яҡҡа, ҡайһы юлдан

Ни өсөн киткәнеңде.

Һинең дуҫың – этең һәйбәт:

Ныҡ һаҡлай ишегеңде.

Ҡойроғо менән бит хатта

Таҙарта итегеңде.

15.03.2016 й., Сибай.

 

А.М.К.

Исемеңде тулы итеп

Әйтергә тел әйләнмәй.

Хәрефтәр ҙә исемеңсә

Теҙелергә теләмәй.

Нимә тиеп өндәшергә

Белә алмай аҙайым.

Өс хәрефте һайлап алып,

Һиңә исем яһайым.

Хәрефтәрҙең араһында,

Аҙағында - нөктәләр.

Нөктә ҡуймаһаң, бит улар

Һуғыша ла китәләр.

Ахмаҡ, Маҡтансыҡ, Көнсөл –

Ҡайһылай тура килә!

А.М.К. – ошо исемде

Һине белгәндәр белә.

15.06.2012 й., Сибай.

Маска

Башта каска, биттә маска -

Һин әртисһең тормошта.

Ниндәй ролгә тотонһаң да

Ирешәһең уңышҡа.

Түрәләр алдында йомшаҡ,

Һин - оҙон, шыма ҡойроҡ.

Әсәйеңдән баш тартырға

Әҙерһең, булһа бойороҡ.

Тиңдәр алдында һуҡырһың:

Күрмәйһең, белмәйһең дә,

Һаңғырауһың: кәңәштәрен

Ҡолаҡҡа элмәйһең дә.

Түбәндәгеләр өсөн һин -

Сыбыртҡылы көтөүсе.

Ысын йөҙөн маска аҫтына

Йәшереп көн итеүсе.

30.06.2012 й., Сибай.

Түгел

Ике йөҙлө ике йөҙләп

Кешене күргәнем бар.

Уларҙың ярҙамы менән

Тамуҡҡа кергәнем бар.

Әкиәттәге ике башлы

Дейеүгә улар оҡшаш.

Бер ҡулы менән аш һона,

Икенсеһендә - ҙур таш.

Күҙҙәре лә ике төрлө:

Береһе бик яғымлы,

Береһе – мылтыҡ. Әгәр атһа,

Емерер яңағыңды.

Бер кәүҙәлә ике кеше,

Ике йөҙ, ике күңел.

Икәү булғанғалыр инде,

Уларға йәшәү еңел.

(Әммә был ғәҙел түгел).

29.12.2012 й., Сибай.

 

Кумир

Шөһрәт эҙләп, әллә инде,

Һин аҡылдан яҙғанһың.

Кешенекенән күсереп

Тағы китап яҙғанһың.

Есеме бер, исем бүтән,

Айырмаһы – тышында.

…Ҡуяндар ҙа алмаштыра

Тунын йәйен, ҡышын да.

Ҡуян-китаптар үрсетеп

Үтте инде ғүмерең.

Браконьер-һунарсыларҙың

Һин - яратҡан кумиры.

20.02.2015 й., Сибай.

 

Ҡол

Аҡса ҡолона әйләнгән

Минең дуҫым.

Аҡса һорай ти ҙә гелән

Тырнай усын.

Ысын.

Усы аҡса килтермәһә,

Тырнай эсен.

Шул юл менән үҙ-үҙенән

Ала үсен.

Ысын.

Ышанмаһаң, һорап ҡара

Унан аҡса.

Ул һорауға яуаптан бик

Оҫта ҡаса.

Усын тырнай, эсен тырнай

Ҡыҙартҡансы.

Күңелеңдә йәлләү хисе

Ҡуҙғатҡансы.

Ул да йәлләй, һине түгел,

Ә аҡсаһын.

Ҡол булып һаҡлай үҙенең

Ул кассаһын.

Ысын.

18.04.2010 й., Сибай.

 

 

Һунарсы

Алдаҡсы кеше – тиҙ генә

Сиселмәй торған йомаҡ;

Һунарсы ҡарға йәшереп

Ҡуянға һалған тоҙаҡ.

Күҙгә ҡарап, шик тыуҙырмай,

Һөйләп тик тора оҙаҡ.

Ике күҙе һунарсының

Мылтыҡ көбәге һымаҡ.

Һүҙҙәрҙән патрондар яһап,

Атып үлтерә аңды.

Табыш һәйбәт.Ҡыйын түгел

Аулау аңһыҙ «ҡуянды».

19.04.2014 й., Сибай.

Ярты кеше

Бер аяғы алға тарта,

Ә икенсеһе артҡа.

Аптырап, йәлләп ҡарайым

Анау Ғәләүи ҡартҡа.

Бер күҙе уң яҡҡа ҡарай,

Ә икенсеһе – һулға.

Аяҡтарының береһен

Төшөрә алмай юлға.

Бер-береһен тыңламайҙар

Йоҙроҡланған ҡулдары.

Уҡ булып атылыр һымаҡ

Яҙылып бармаҡтары.

Үҙ үҙе менән тартышып,

Ҡарышып торған ҡартты

Ҡап уртаға бүлгән, ахры,

Ҡырҡ градуслыҡ «ярты».

19.02.2015 й., Сибай.

Якубовичка яуап

- Тәрбиәһе самалыраҡ
Кешеләрҙә ул булмай.
«Унһыҙ йәшәү файҙалыраҡ» -
Улар шулай тип уйлай.
«Өс хәрефтән тора үҙе.
Йә берәмләп әйтеп сыҡ.
Яуаптарың дөрөҫ булһа,
Бүләк итәм уйынсыҡ».
Алты йәшлек ейәнсәрем
Уйлап торманы оҙаҡ.

Хәрефләп түгел тотошлай
Әйтте лә бирҙе: «Оят».

15.12.2017 й., Сибай.

 

Фокус

Ауыҙыңа алаһың да

Танауҙан сығараһың.

Берсә ҡап-ҡара булаһың,

Ә берсә ағараһың.

Фокусник һин. Бик фәһемле

Фокустар күрһәтәһең.

Тын юлы буйлап төтөндө

Йөрөргә өйрәтәһең –

Тәмәке көйрәтәһең.

Ләззәтләнеп ул төтөндө

Һураһың да өрәһең.

…Кеше итеп түгел һине

Мөрйә итеп күрәмен,

Фокусыңдың иң ҡыҙығы

Ошондалыр, күрәһең.

19.02.2015 й., Сибай.

 

Бел

Бурҙар, яуыз, алдаҡсылар

Маҡтаулы булған яҡта,

Кәзә кәбеҫтә баҡсаһын

Һаҡлап йөрөгән саҡта,

Әсә улды, ата ҡыҙҙы

Танымай торған булһа,

Күңелең йылы тәнеңдә

Өшөп, боҙ булып туңһа,

Бел: үлгәс түгел, тере саҡта

Һин тамуҡта йәшәйһең.

Бойоғаһың, борсолаһың...

Ҡартаяһың йәшләй һин.

13.12.2016 й., Сибай.

Кире

Гоголь үлгән, күптән үлгән,

Геройҙары үлемһеҙ.

Плюшкиндәр, Маниловтар,

Чичиковтар кеүек беҙ.

Ҡомһоҙбоҙ, наҙан-аңһыҙбыҙ,

Алдайбыҙ, алданабыҙ.

Ярлылар, зарлылар алдында

Байлыҡҡа маҡтанабыҙ.

Уҡыйбыҙ «Үлек йәндәрҙе»,

«Ревизорҙы» - Гоголде.

Боҙоҡлоҡ менән көрәштә

Гоголь беҙҙән еңелде.

Үлек йәндәр: плюшкиндәр,

Чичиковтар бит тере.

...Алға ҡарап, артҡа табан

Китеп барабыҙ кире.

19.09.2015 й., Этҡол.

 

Төш

Алдамайынса балыҡты

Тотоп булмай ҡармаҡҡа.

Аҡыллыны алдап булмай,

Алдау бара һармаҡҡа.

Аҡты ҡара, ҡараны аҡ.

Тиһәң һармаҡ ышана.

Рәхәт уға; баш ватып,

Уйланыуҙан бушана.

Алдаҡсыны ул ярата,

Алдаҡсы - уға алла.

Алдана торғас, алдарға

Үҙе өйрәнеп ала.

Алдаҡ - ауырыу, медиктар

Дауалай алмай уны,

Ожмахҡа алып бара, ти

Тамуҡҡа барған юлды.

Һармаҡтар, шуға ышанып,

Тамуҡҡа барып керә.

Уларҙың тамуҡ утында

Янғанын төштә күрәм.

20.03.2017 й., Сибай.

Алабута

Ҡый үләне - алабута

Һис кенә лә оялмай.

Ҡыяр үҫеп торған ергә

Гел килә лә оялай.

Утайым, ерен йомшартам,

Һыу һибәм ҡыяр өсөн.

Алабута килеп сыға,

Кәпәйтептереп эсен.

Әйтерһең дә, был ояға

Ҡыяр түгел, ул хужа.

Шуға, имеш, бөтә хөрмәт

Булырға тейеш уға.

Оятһыҙ кешеләр була.

Улар ҙа - алабута.

Һиңә тигән һый-хөрмәтте

Үҙенә алып бөтә.

02.07.2015 й., Иҫке Сибай.

Шәп шиғыр

Шиғыры шәп, авторы хөрт.

Улай ҙа була икән.

Хөрт кешеләр һәйбәт шиғыр

Яҙа алалар икән.

«Бурлыҡ - хурлыҡ». Шул исемле

Шиғыр сыҡҡан гәзиттә.

Был темаға шиғыр яҙыу

Кереп бара ғәҙәткә.

Ғәҙел кеше яҙһа, бер хәл.

Яҙған бит уны уғры.

Шиғыры шәп: Мостай, Рауил,

Назарҙар ары торһон.

Сәхнәнән авторын әйтмәй

Шул шиғырҙы һөйләнем:

Шиғырға башымды эйҙем,

Авторға баш эймәнем.

26.11.2017 й., Сибай.

Бағышлауҙар

Яу

Хөснөтдин Хәйбулла улы Хәмитовҡа

Мине уҡытмаһағыҙ ҙа

Һеҙ – минең уҡытыусым.

Юлдарыма йәйғор түшәп

Яуҙарға оҙатыусым.

Яу тигәнем ҡорал тотоп,

Дошманды аулау түгел.

Эшем менән балаларҙың

Күңелен яулау ине.

Шул эшкә Һеҙҙән өйрәндем,

Мин – Һеҙҙең уҡыусығыҙ.

Йәйғорға баҫтырып мине

Һеҙ күккә осорҙоғоҙ.

Бала күңеленең күге

Бөтә нәмәнән бейек.

Шунда икәү Һеҙҙең менән

Осоп йөрөйбөҙ кеүек.

18.01.2013 й., Сибай.

Рәхмәт

Кендек инәйем Заһиҙаға

Тере саҡта һиңә рәхмәт

Әйтә алманым, ғәфү ит.

Һин иң тәүҙә ҡулдарына

Мине алған кеше бит.

Ҡулдарыңдың мин йылыһын

Әле булһа тоямын.

Йыл һайын тыуған көнөмдә

Мин яңынан тыуамын.

Йыл һайын тыуған көнөмдә

Мине ҡулға алаһың.

«Рәхмәт» әйтеп туялмаған

Етмеш йәшлек балаң мин.

20.07.2013 й., Иҫке Сибай.

Дарыу

Педагогика фәндәре кандидаты

Зилә Шакир ҡыҙы Ҡарамышеваға

Оло йәштә булһағыҙ ҙа

Һеҙ шул көйө - йәшһегеҙ.

Ҡартайтмаусы дарыуығыҙ –

Ҡылған изге эшегеҙ.

Кешеләргә белем нурын

Шатланып тараттығыҙ.

Тормоштағы төйөндәрен

Уларҙың тағаттығыҙ.

Ғүмер буйы бүтәндәрҙең

Һеҙгә яуҙы рәхмәте.

Йәш барһа ла ҡартаймауҙың

Ошондалыр зәхмәте.

14.08.2015 й., Иҫке Сибай.

Күп нөктә …

Дуҫым Мөнир Шәйхетдиновҡа арнап

Һандуғасмы тиһәм, Һин икәнһең,

Һин икәнһең, Мөнир, йырлайһың.

Моңдоң осон табып алғанһың да

Эй ҡурайға шуны урайһың.

Ҡурай ғынами ни… Бар күңелем,

Мейем, йөрәк моңға урала.

Йырҙарыңдан миңә ҡанат үҫә,

Һинең йырҙан күҙем нурлана.

16.07.2015 й., Иҫке Сибай.

Йөрәк-китап

Шағир Әсхәл Әхмәт-Хужаға

Шиғырҙары ҡойоп ҡуйған.

Уҡып-уҡып кем туйған!?

Уй, аҡыл, хис ҡайнап торған

Йөрәктә улар тыуған.

Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә

Килеп инә тиҙ генә.

Йөрәктә ҡалыр шиғырҙар

Яҙаһығыҙ Һеҙ генә.

Йөрәгем Һеҙҙең тылсымлы

Шиғырҙар менән тулған.

Йөрәгемдә - нәшриәттә -

Шиғри йыйынтыҡ тыуған.

15.08.2015 й., Иҫке Сибай.

 

Тәнем ҡартайһа ла,

йәнем бирешмәй әле минең

 

Тыуған төн

Кеше тыуған көн үткәрә…

Ә мин – тыуған төнөмдө.

Ай яҡтыһында тормоштоң

Ишеген асып индем.

Ай яҡтыһы абындырмай

Йөрөтә мине ерҙә.

Ҡараңғы юлдарҙы гелән

Үтәм Ай менән бергә.

Ай үҙе лә төндә тыуа,

Тыуған төнө күп уның.

…Ай менән мин – бер туғандар –

Шуны аңланым яңы.

07.2014 й., Сибай.

 

Йәшлек

Йәш-елкенсәк… Ҡанатлы йә

Елкәнле саҡ.

Елеп, көлөп йөрөй торған

Күңелле саҡ.

Йөрәгеңдә дөрләп-гөрләп

Яна усаҡ.

Ҡартайғансы онотолмай

Һис тә ул саҡ.

Йәшлек бит ул – йүгәнһеҙ тай,

Бер саҡ ҡаса.

Ҡәҙерен бел: күралмайһың,

Теләһәң дә йәшлегеңде

Һин башҡаса.

06.03.2015 й., Сибай.

 

Һау бул

Бөгөн утыҙ бере декабрҙең

Һау бул, Йылым, һин дә иҫкерҙең.

Рәхмәт инде: һөйөп-көйөп мине

Тағы ла бер йәшкә үҫтерҙең.

Үҫтерәһең, үҙең иҫкерәһең -

Әсәй ҙә, һин миңә атай ҙа.

Үткән йылым, мин бит һинең улың…

Үткән йылдар кире ҡайтмайҙар,

…Аяҡтарым, шөкөр, Яңы йылда

Яңы юлдан алға атлайҙар.

31.12.2015 й., Сибай.

 

“Осто-осто…”

«Осто-осто…» Бала саҡта

Теҙелешеп тәнәфестә

Уйнағандар онотолмай,

Онотолмай икән һис тә.

«Осто-осто… Ҡоштар осто»,

Ҡулдарыбыҙ күтәрелә.

Күтәрелә, сөнки ҡоштар



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2019-04-29 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: