Образы повести М. Карима «Помилование» 8 глава




- Һатып алдың?! Бер тин дә түләмәй һатып алдыңмы?! – Ҡәйнәһе оторо ҡыҙҙы. Ул бындай боҙоҡлоҡто килененән көтмәгәйне. – Әллә оноттоңмо, үҙең бит әсәлек капиталын алыу өсөн минең өйҙө юрамал һатып алыуҙы ойоштороп йөрөнөң. Капиталды ла, өйөмдө лә алдың – шул буламы һатып алыуың?!

Гөлбаныу, килененең ҡәтғи тороуына ҡарамаҫтан, өмөтләнде. «Балалары, ире хаҡына, бәлки, кире уйлар, күрһәткән изгелектәребеҙҙе хәтерләп, хатаһын аңлар, рәнйетмәҫ». - тип уйланы. Шуға ла мәсьәләне бер аҙға күтәрмәй торорға булды. Әммә килененең алама ҡылығы башынан сыҡманы.

«Әллә юғары уҡыу йортонда этлеккә өйрәтеп сығаралармы? – тип һөйләнде ул үҙалдына. – Етмәһә, педфакта. Педагог-психолог имеш. Кеше балаларын тәрбиәләгән була. Унан ниндәй тәрбиә көтәһең! Беҙ институт бөтмәһәк тә, улай боҙоҡ булып үҫмәнек. Алдаманыҡ, урламаныҡ, бер хәйләһеҙ йәшәнек. «Ахырызаман етһә, ата ҡыҙҙы, әсә улды белмәҫ, тиҙәр. Шул килеп еткәндер, ахыры», - тип килененең ҡылығына аңлатма биреп ҡараны. Киләсәк ваҡиғаларҙы фаразлап, өҙгөләнде. «Эш бит өйһөҙ ҡалыу ҙа ғына түгел, - тип уйланы ул. - Әгәр ҙә киленем алдап өйҙө үҙләштерһә, артабан яҙыҡ эштәр ҡылырға ғәҙәтләнеп китәсәк бит. Ғәҙелһеҙлек уға табыш килтерәсәк. Ейәнсәрҙәремә насар үрнәк күрһәтәсәк». Гөлбаныу тертләп китте. «Уф!», - тип башын тотто ла, диванға барып ауҙы.

Әммә борсоған уйҙарынын ҡотола алманы. «Үлеп китһәм, балаларым араһында ыҙғыш тыуырға ла мөмкин, - тип дауам итте ул теге ваҡытта уйлаған уйын. – Нишләп ул өй Йәмиләгә генә эләгергә тейеш, тиерҙәр. Үпкәләшеп, талашып, дошманлашып бөтөрҙәр. Ғәҙеллекте оноторҙар, алдап-урлап йәшәргә өйрәнерҙәр». Гөлбаныу ҡурҡып китте: «Абау-абау, хоҙай һаҡлаһын», - тип эстән генә ниндәйҙер доға уҡып алды.

Шуларҙы уйлап, Гөлбаныу өйөн нисек булһа ла үҙенә кире ҡайтарырға кәрәк тигән һығымта яһаны. «Көрәшергә кәрәк. Ғәҙеллек тантана итергә тейеш. Донъяла ғәҙел кешеләр бөтмәгән. Миңә ярҙам итерҙәр», - тип үҙен йыуатты.

Башта килене эшләгән мәғариф бүлегенә барып, уның етәксеһе менән һөйләшеп ҡарарға булды. Бүлек етәксеһен ул белә. Ғәҙел кешегә оҡшаған. Уның ата-әсәһе менән дә таныш. Икеһе лә уҡытыусылар ине. Яңыраҡ ҡына вафат булдылар.

Мәғариф бүлеге мөдире уны иғтибар менән тыңланы. Тыңлап бөткәс:

- Гөлбаныу апай, мин Һеҙгә бер нисек тә ярҙам итә алмайым шул, - тине үкенгән һымаҡ. – Был икегеҙ араһында килеп сыҡҡан шәхси мәсьәлә бит. Ә беҙ бында хеҙмәткәрҙәр менән деловой эш мөнәсәбәттәрендә торабыҙ. Эштән тыш булған ҡылыҡтарҙы тикшереп ултырмайбыҙ. Киленең һәйбәт кенә эшләп йөрөй. Уға эш буйынса үпкәбеҙ юҡ. Хәҙер мин уны саҡырып: «Ҡәйнәңә өйөн ҡайтарып бир», - тиһәм, ул мине аңламаясаҡ та, тыңламаясаҡ та. «Нишләп беҙҙең шәхси эшебеҙгә ҡыҫылаһығыҙ?» - тип әйтәсәк.

Гөлбаныу бындай яуапты көтмәгәйне.

- Ә бит уның холҡо үҙе менән. Аламалығы эштә лә бер саҡ тышҡа сығыр. Ул мәғариф бүлегендә эшләй. Йәш быуынға насар йоғонто яһауы бар.

- Ул балалар менән эшләмәй, уҡытыусылар менән эшләй, - тине бүлек мөдире, тауышы, йөҙө менән һүҙ бөткәнде һиҙҙереп.

Гөлбаныу, мәғариф бүлегендәге һөйләшеү ауыр тәьҫир итһә лә, төшөнкөлөккә бирелмәне. Ғәҙеллек эҙләүен дауам итте. Йома көндө, мәсеттән ҡайтышлай, ауыл администрацияһына инде. Башлыҡ булып уның синыфташының улы эшләй. Ул да, мәғариф бүлеге мөдире һымаҡ, ҡатынды иғтибар менән тыңланы. Тыңлап бөткәс, тамаҡ ҡырып алып, һөйләй башланы.

- Гөлбаныу апай, - тине ул яғымлы ғына. – Мин бер нәмә лә эшләй алмайым был мәсьәлә буйынса. Бөтәһе лә киленеңдән тора. Теләй икән, өйҙө ҡайтара, теләмәй икән - юҡ. Мин уға бер нисек тә йоғонто яһай алмайым. Саҡырып алып, өйөңдө ҡәйнәңә ҡайтарып бир, тиһәм, үҙемдең полномочияларымдан тышҡа сығып киткән булам. «Превышение служебных полномочий» тип атала ул юристар телендә. Ул ялыу менән мөрәжәғәт итһә, миңә һүҙ тейә. Үҙегеҙ үҙ-ара хәл итергә тырышығыҙ инде.

Администрация башлығы менән һөйләшеүҙән һуң Гөлбаныу төшөнкөлөккә бирелеп тә алды. Үҙ-үҙенә бикләнде. Әммә бер көндө улы: «Әсәй, беҙ киленең менән айырылыштыҡ», - тип сумаҙанын тотоп килеп кергәс, ярһып китте.

- Ни сәбәпле айырылыштың, өй өсөнмө? – тип һораны.

- Эйе. Ундай оятһыҙ кеше менән йәшәй алмайым. Мине лә, һине лә ауыр хәлгә ҡуйҙы. Уға ышанып өйөңдө оформить иттем. Ә ул… ҡайтарырға уйламай ҙа. Төрлөсә аңлатып ҡараным. Аңламай. Бәлки, мин киткәс, аңлар.

- Ә балалар? Балалар етем ҡала бит. Атайһыҙ улар нишләрҙәр? Аҙып-туҙып китһәләр.

- Юҡ, әсәй. Улар янында ҡалһам, киреһенсә, боҙолорға мөмкиндәр. Ә былай, китеүем менән боҙоҡлоҡто ғәйепләйем. Уларға дөрөҫ тәрбиә юлын күрһәтәм.

- Бөтәһенә лә мин ғәйепле. Ниңә генә өйҙө оформить итергә ризалаштым икән, - Гөлбаныу күҙ йәштәрен һөртөп алды.

- Юҡ, әсәй, һин ғәйепле түгел. Һин миңә, киленеңә, ейәндәреңә яҡшылыҡ эшләнең. Тик киленең генә аңламаны. Бында мин ғәйепле. Мин һораным бит һинән өйҙө оформить итергә. Киленең риза булмағас, кире ҡайтара алманым.

- Килен ғәйепле бөтәһенә лә, һин түгел. Һин өйҙө бирмәйем тимәйһең дә баһа, килен бирмәй.

Улы өндәшмәне. Сумаҙанын мөйөшкә ҡуйҙы ла, креслоға сумып, шымып ҡалды.

Гөлбаныу кейенә башланы.

- Ҡайҙа бараһың, әсәй? – тип һораны улы.

- Полицияға барып ғариза яҙам. Былай булмай. Кемдер ярҙам итергә тейеш тә. Ғәҙеллек тантана итергә тейеш. Бер өй арҡаһында күпме ҡыйынлыҡтар тыуҙы, тыуасаҡ. Өйҙө ҡайтарһам, ғаиләгеҙ ҙә тарҡалмаҫ, балаларығыҙ ҙа етем ҡалмаҫ. Бергә булырһығыҙ.

Улы бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Креслоһында, башын эйеп, ултырыуын дауам итте.

Полиция хеҙмәткәре һүҙҙе оҙаҡҡа һуҙып торманы. Мәсьәләнең айышына төшкәс:

- Нисә йыл үтте өйөңдө һатып, әсәлек капиталын алыуға? – тип һораны.

- Һигеҙ йыл, иптәшем үлгән йылды договор төҙөгәйнек.

- У, улай булғас, апай, бер ни ҙә эшләп булмай. Күп ваҡыт үткән. Өс йыл эсендә суд менән өйҙө ҡайтарып була ине. Һигеҙ йыл үткәс, суд та, прокуратура ла, полиция ла ярҙам итә алмай Һеҙгә.

Гөлбаныу ғаризаһын ботарлап сүп йәшнигенә ташланы ла урамға сыҡты.

Аңҡы-тиңке килеп, арып-талып ҡайтып кергәндә, улы өйҙә юҡ ине. Мөйөштәге сумаҙанды күргәс, күҙҙәренә йәш тығылды.

- Оләсәй, әллә илап ултыраһыңмы? – тигән тауышты ишетеп, Гөлбаныу тертләп китте. Күҙ йәштәрен күлдәгенең еңе менән тиҙ генә һөртөп алды. Ҡолағыма ишетеләме, тип башын ҡалҡытты. Алдында ейәнсәре Рәмилә баҫып тора ине.

- Ниңә илайһың, оләсәй? – тип һорауын ҡабатланы ҡыҙ.

Яуап булмағас, оләсәһен ҡосаҡлап алды ла:

- Оләсәй, әйт инде, кем рәнйетте һине, - тине.

Гөлбаныу ейәнсәренең иғтибарынан, ҡосаҡлауынан эреп китте. Ҡулдарын күҙҙәренән алды ла, һулҡылдап иларға кереште. Уға ҡушылып илаған ейәнсәрен ҡосаҡлап алды. Илауынан туҡтап:

- Әллә инде, ҡыҙым, һиңә һөйләргәме-юҡмы. Бәләкәйһең бит әле. Ололар ҡайғыһын һөйләп, борсорға теләмәйем.

Ҡыҙ ныҡышты.

- Һөйлә инде, оләсәй, бәлки, ярҙамым тейер. Һөйләмәһәң, миңә ҡыйын була.

Гөлбаныу ҡаршы тора алманы. Бөтәһен дә бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе. Ҡыҙ уны бүлдермәй генә тыңланы. Тыңлап бөткәс, оләсәһен яңынан ҡосаҡлап алды ла, ғәйепле тауыш менән:

- Улай булғас, оләсәй, һинең өйөңдө мин урлаған булып сығам инде, - тине.

- Нисек һин? Һинең бер ҡыҫылышың да юҡ бында, - оләсәһе аптырап китте.

- Бар шул. Әсәлек капиталын миңә биргәндәр бит. Мин тыумаһам, капитал да булмаҫ, өйөң дә беҙгә күсмәҫ ине.

Гөлбаныу ейәнсәренән ундай һүҙҙәрҙе ишетерен көтмәгәйне. «Ҡайһылай аҡыллы һөйләй, - тип уйланы ул, ҡыҙҙың башынан һыйпап. – Ни арала шулай ҙурайып киткән?»

- Мин әсәйем менән һөйләшеп ҡарайым әле, - тине Рәмилә, оләсәһен йыуатырға теләп. – Мине тыңлар ул. Өйҙө һиңә кире ҡайтарыр.

Полициянан төшөнкөлөккө бирелеп ҡайтҡан Гөлбаныуға еңел булып китте.

 

***

 

Профессор мәсьәләнең асылына төшөнгәйне инде. «Ғәйеп Йәмиләлә, - тип уйланы ул деканатҡа китеп барышлай. – Ул хата ебәргән. Яҡшылыҡҡа яманлыҡ менән яуап биргән. Иң яҡын кешеһен – иренең әсәһен, балаларының оләсәһен, ҡәйнәһен ярыҡ ялғашҡа ултыртҡан. Уны ғынамы, хөкүмәтте лә алдап алған әсәлек капиталын. Алдаҡ арҡаһында ирһеҙ ҡалған, ҡәйнәһен рәнйеткән, балаһын боҙған. Ә бит үҙе - педагог. Юғары белемле. Ҡасан, нисек боҙолған был ҡатындың холҡо? Ҡыҙының холҡо боҙолоуының сәбәбе асыҡ. Әсәһенеке аңлашылып етмәй».

Профессор үҙен дә ғәйепләне. «Йәмилә уҡыған төркөмдөң кураторы, уҡытыусыһы булараҡ, күрәһең, ниндәйҙер хата ебәргәнмен, - тип уйланы ул. – Үҙе һәйбәт уҡыны бит әле, төркөмдөң старостаһы булды. Йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йөрөнө. Бәлки, беҙ, юғары уҡыу йорто уҡытыусылары, актив, тырыш талиптарға иғтибар биреп еткермәйбеҙҙер. Йомшағыраҡ, ялҡауыраҡтарына көсөбөҙҙө түгәбеҙҙер».

Деканаттан кафедраға ҡайтып ингәндә, профессорҙың кәйефе төшкән кеүек тойолдо Йәмиләгә. «Декан берәй сәбәбен табып асыуланғандыр», - тип уйланы ул. Һүҙҙе үҙе башланы.

- Ҡыҙымды өләсәһе боҙҙо, - тине ул. – Шунда барһа, үҙгәрә лә ҡайта. Хәҙер унда барыуҙы ла тыйҙым. Барыбер бара. Ҡасып, йәшенеп бара.

Рәфис Мәжитович уның был һүҙҙәренә иғтибар итеп торманы.

- Ярай, - тине ул, һөйләшеүҙе йомғаҡларға теләгәндәй. – Бөтәһе лә аңлашылды. Һеҙ ҡыҙығыҙҙың холҡоноң насар яҡҡа үҙгәреү сәбәптәрен белмәйһегеҙ, ә мин беләм.

Быны ишеткәс, Йәмиләнең күҙ ҡабаҡтары ҙурайып китте. Ултырғысын алғараҡ шылдырып, һөйләүсегә яҡынайҙы.

- Балағыҙҙың холҡо боҙолоуына, Һеҙ әйткәнсә, ҡәйнәң түгел, үҙегеҙ ғәйепле, - тип дауам итте профессор.

- Нисек? – Йәмилә артҡа сайҡалып киткәндәй булды. –Ҡыҙымдың холҡон үҙем боҙғанмынмы ни?! Мин уға тик яҡшылыҡ ҡына теләйем дә баһа.

- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һеҙ яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырмайһығыҙ икән. – Профессор был һүҙҙәрҙе ни тиклем тыныс итеп әйтергә тырышһа ла, тауышында асыу билдәләре сағылмай ҡалманы. – Ҡәйнәң һеҙгә яҡшылыҡ эшләгән, ә һеҙ уға яманлыҡ менән яуап биргәнһегеҙ. Ҡыҙыңа ла, яҡшылыҡ эшләйем, тип яманлыҡ ҡылаһығыҙ. Ҡыҙығыҙ һеҙгә яҡшылыҡ эшләргә теләй, ә һеҙ уны аңламайһығыҙ.

- Ниндәй яҡшылыҡ?

- Ҡыҙың һеҙҙе ҡәйнәңдән, иреңдән биҙҙергән сифаттан арындырырға тырыша.

- Ниндәй сифаттан?

- Байлыҡты, ҡомһоҙлоҡто намыҫтан өҫтөн күреүҙән. Ҡыҙың һеҙҙең менән көрәшә. Юҡ, һеҙҙең менән түгел, ғәҙелһеҙлек менән көрәшә. Шуға илай, ҡаршылаша, дәрескә йөрөмәй. Һеҙгә үс итеп эшләй уларҙы. Сара күрмәһәң, ысынлап та, боҙолоп китергә мөмкин. Һуң булыр. Енәйәттәр, боҙоҡлоҡтар шунан башлана. Бәхеткә ҡаршы, әле ҡыҙығыҙҙы ҡотҡарырға була.

- Нисек итеп? - Йәмилә Рәфис Мәжитовичтың күҙҙәренә төбәлде. – Шул һорауға яуап эҙләп килдем дә инде мин Һеҙгә.

- Өйҙө ҡәйнәңә кире ҡайтарырға кәрәк.

Уныһы булмаҫ тигәндәй Йәмилә, үҙе лә һиҙмәҫтән, башын сайҡап ҡуйҙы.

- Бер үҙем ике баламды йортло итә алмам.

- Өйҙө ҡайтармаһаң, ҡыҙыңа өй кәрәкмәйәсәк тә. Уға казенный йорт һалынып ҡуйылған инде. – Һүҙенең ҡатынға тәьҫир итмәүен күрһә лә, дауам итте.

- Бына һеҙ, Йәмилә, бер әсәлек капиталына ике өйлө булып киткәнһегеҙ. Шатланғанһығыҙ. Әммә ул шатлыҡты ҡәйнәңдең, иреңдең, ҡыҙыңдың ҡайғыһы килтергән. Кеше бәхетен урлап, бәхетле булып булмай. Күрәһең бит, ҡыҙыңдың холҡо, тәртибе һеҙҙе ҡайғырта башлаған. – Профессор ултырғысынан ҡалҡынып ҡуйҙы ла, үҙен ҡулға алып, ҡабат ултырҙы.

- Әсәлек капиталы, Йәмилә, аҡса ғына түгел бит әле, - тип дауам итте ул. – Әсәлек капиталы – әсәнең тәрбиә өлгөһө, рухы, аҡылы. Шул фекер менән килешәһегеҙме?

Йәмилә өндәшмәне.

Рәфис Мәжитович, һүҙен йомғаҡларға теләп:

- Һеҙ ҡапҡанға эләккәнһегеҙ, - тине.

- Ниндәй ҡапҡан тағы? - Йәмилә тертләп китте.

- Байлыҡ ҡапҡанына. Һеҙгә байлыҡ ҡына кәрәк. Бүтән нәмә ҡыҙыҡһындырмай. Изгелек, яҡшылыҡ ҡылырға теләмәйһегеҙ, теләһәгеҙ ҙә, эшләй алмайһығыҙ, ҡапҡан һеҙҙе ебәрмәй.

Йәмилә, ҡәнәғәтһеҙлек билдәләре сығарып, урынынан торҙо ла, рәхмәт тә әйтмәй, кафедранан сығып китте.

4-7 ноябрь 2017 й., Сибай.

 

Еңелеү

-Бөтәһе лә әҙер, башларға була, - тигән һүҙҙәрҙе ишеткәс, мәктәптең уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире Рәшиҙә Ҡашҡаровна өҫтәлендәге ҡағыҙҙарын бер урынға өйҙө лә, шәп-шәп атлап, актовый залға йүнәлде. Ул килеп ингәндә, зал уҡыусылар менән шығырым тулы ине. Жюри ағзалары – төрлө мәктәптәрҙән йыйылған уҡытыусылар – залдың уң яғында ҡыҙыл туҡыма менән ябылған оҙон өҫтәл артына теҙелгән. Сәхнәнең артҡы стенаһы лозунгылар, плакаттар менән биҙәлгән.

Рәшиҙә Ҡашҡаровнаны күреп, 11 синыф уҡыусылары Мәстүрә Төхвәтуллина менән Айрат Мостаҡимовтар сәхнәгә ҡуйылған микрофон алдына килеп баҫтылар.

- Оһо! - тип Рәшиҙә Ҡашҡаровна алғы рәттә үҙенә атап ҡалдырылған урынға барып ултырҙы.

Шуны ғына көткәндәй, алып барыусы ҡыҙ микрофондан:

- Хөрмәтле балалар, уҡытыусылар, жюри ағзалары, ҡунаҡтар, - тип башланы ул һүҙен мөләйем тауыш менән. – Бөгөн актовый залға мәктәбебеҙҙең беренсе синыф уҡыусыларын саҡырҙыҡ. 1а, б, в, г синыфтары үҙ-ара ярышасаҡ. Ике сирек эсендә үҙләштергән белемдәрен, оҫталыҡтарын күрһәтәсәктәр. Викторина бөгөн беҙҙә. «Беренселекте бирмәйбеҙ!» тип атала. Сығыштарҙы абруйлы жюри баһалап барасаҡ. Әйҙәгеҙ, беренселәр, башлайыҡ.

Шунда музыка яңғырап китте. Ниндәйҙер күңелле генә марш ине ул.

- Матур башланып китте, - тип уйланы Рәшиҙә Ҡашҡаровна. – Алып барыусылары ла, музыкаһы ла тап килеп тора.

Микрофонды Айрат Мостаҡимов ҡулына алды.

- Беренсе ярышыбыҙ - тиҙлеккә уҡыу, - тине ул. – Хәҙер һәр синыфтан берәр уҡыусы сәхнәгә сығып, микрофондан бер үк тексты уҡырға тейеш. Бер минутта иң күп һүҙ уҡыған кеше еңеүсе була. Тик һүҙҙәрен асыҡ итеп, ҡысҡырып уҡырға кәрәк. Жюри ағзалары, әҙер булығыҙ. Уҡытыусылар, һайлап алған уҡыусыларығыҙҙы ебәрегеҙ.

Сәхнәгә йүгереп тигәндәй килеп менгән өс ҡыҙ, бер малайҙы теҙеп ҡуйғас, Айрат:

- Йә, кемдән башлайбыҙ? - тип һораны.

- Минән, минән, минән, минән, - тигән бер юлы әйтелгән дүрт тауышты ишеткәс, Айрат йылмайҙы ла:

- Ярай, нисек теҙелеп тораһығыҙ, шул тәртиптә уҡырһығыҙ, - тине.

Һөҙөмтәләрҙе, бөтәһе лә уҡып бөткәс, яһанылар. Жюри ағзаһы өлкән генә йәштәге һөйкөмлө апай һүҙ алды.

- Мин уҡыусыларҙың исем-шәрифтәрен әйтеп тормайым. Синыфтар буйынса баһалап сығам. Һөҙөмтәләр түбәндәгесә:

- 1а – 22 һүҙ, 1б – 27 һүҙ, 1в – 25 һүҙ, 1г – 61 – һүҙ.

Һөйкөмлө апай ҡабаланмай ғына һөйләне, һәр һандан һуң пауза яһап алды. Залдағылар һан һайын геүләтеп ҡул сапты. 61 һанын әйткәс, залдың бер мөйөшөндә аяҡ тыпырлатып, «ур-ра!», «ур-ра!» тип ҡысҡырып та алдылар. 1 г уҡыусылары булды, буғай.

Рәшиҙә Ҡашҡаровна ултырған көйө генә артына боролоп ҡараны. Шатланып һикергән 1г синыфы уҡыусыларын күреп, йылмайҙы.

- Дөрөҫ ойошторғандар ярышты, - тип уйланы ул. – Уңғандар ҡыуанырға, хөртөрәктәр көйөргә, оялырға тейеш. Шул саҡта ғына ярыштарҙың файҙаһы була.

Ярыштың икенсе төрөн Мәстүрә Төхвәтуллина иғлан итте.

- Хәҙер, - тине ул, - ваҡытҡа түгел, а тасуири уҡыу буйынса ярышабыҙ. Дөрөҫ итеп, артистар һымаҡ еренә еткереп уҡырға кәрәк. Сәхнәгә һәр синыфтан берәр уҡыусы саҡырыла. Әй, әйтергә онотҡанмын. Тексты үҙегеҙ менән алып менәһегеҙ. Уның төрө сикләнмәгән. Шиғыр ҙа, әкиәт тә, мәҫәл дә, хикәйәнән өҙөк тә булырға мөмкин. Йәгеҙ әле, кемдәр ҡатнашырға теләй?



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2019-04-29 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: