Образы повести М. Карима «Помилование» 4 глава




Оса көндә, төндәрен дә.

«Осто-осто…» Самолеттар,

Вертолеттар… Күтәрәбеҙ.

Гүйә күккә уларҙы тик

Беҙ осороп ебәрәбеҙ.

«Осто-осто… Өҫтәл осто».

Ҡулды тағы күтәрәбеҙ.

Уйламайса уйнап шулай

Ялғышып та ебәрәбеҙ.

«Осто-осто…» (Ҡотом осто):

Баласағым үҙе осто.

… Шул урында, төш өҙөлөп,

Йоҡом осто.

20.06.2015 й., Сибай.

Ҡотлау

Йыл аҙағы... Бөгөн төндә
Юҡ инде миңә йоҡлау.
Оҙатамын, ҡаршылайым...
Яҙам, таратам ҡотлау.
Ҡотлауым хәрефтән түгел,
Яҙыла тойғо-хистән.
Уҡылмай, тойола ғына -
Йылыта йәнде эстән.
Бөгөн төндә... 12-лә
Йылынып китһә йәнең,
Аңларһың, тим, ҡотлауымдың
Һиңә барып еткәнен.

31.12.2016 й., Сибай.

Пуля

Ағастарҙа ҡоштар һайрай,

Күк йөҙөндә Ҡояш көлә.

Һауа ярып, ел сығарып

Осоп бара, ана, пуля.

Ҡайҙа бара? Һорап булмай –

Пуля аңһыҙ, пуля телһеҙ.

Ҡот осороп ул осмаһа,

Кем өсөндөр бик күңелһеҙ.

Уйлап торһаң, ни генә юҡ

Кешеләрҙең күңелендә…

Унда һыя бөтә донъя

Бөгөнгө лә, элекке лә.

Минекендә ҡанат ҡағып,

Ҡоштар һайрай, Ҡояш көлә.

Кемдәрҙеңдер күңеленән

Осоп сыға … пуля-бәлә.

21.02.2015 й. Сибай.

 

Ярай әле...

Йыл артынан килә йыл -
Тәбиғәт ҡануны был.
Былтырға әйләнә Быйыл.
Ергә килә Яңы йыл!
Яңыра Ер яңы йылда,
Яңыра бөтә нәмә.
Яңыра Һиңә һөйөүем,
Һинең һөйөүең - миңә.
Иҫке йылда иҫкерәбеҙ
Әҙерәк барыбыҙ ҙа.
Ярай әле яңы йыл бар
Иҫкергәс, яңырырға.

31.12.2017-05.01.2018, Сибай.

«Б» хәрефе

Тәнем ҡартайһа ла, йәнем

Бирешмәй әле минең.

Әле генә эт һуғарып

Йөрөгән малай инем.

Хәҙер бабай. «Б» хәрефе

«Малайҙан» яһай «бабай».

Ҡартайыуҙың ҡағиҙәһе

Бигерәк икән ябай.

Тәнем ҡартайһа ла минең,

Бирешмәй әле йәнем.

Тәндә түгел, йәндә икән

Үткән ғүмерҙең йәме,

Тәме.

29.03.2014 й., Сибай.

Күңелем

Етмеш йәшкә етеп барам,

Ә үҙем – һаман бала.

Етмеш һанының ноле, эй,

Юғала ла юғала.

Ете ай миңә… Әсәйем

Сәңгелдәктә бәүетә.

Әле лә бәүелер инем,

Айҙар тиҙ үтеп китә.

Ете йәш миңә, ете йәш…

Уҡырға китеп барам.

Мәктәбем – Фән диңгеҙендә

Юл ярып барған карап.

Шул карапта, сәңгелдәктә

Бәүелеп үҫкәнгәме,

Мин үҙемде әле һаман

Бала тип иҫәпләйем.

Бала күңеле тап-таҙа,

Юҡ унда кер, бумала.

Йәшемдең икенсе һаны

Әллә шуға юғала…

09.04.2016 й., Сибай.

Хатам

Ваҡыт туҡтап ҡалған кеүек,

Йөрәк типмәй күкрәктә.

Терһәгемде тешләр инем,

Буйым етмәй терһәккә.

Ҡара тап, ҡап-ҡара тап

Ҡояшты ҡаплап ята.

Ҡояш нурҙарын һүндергән

Минең ебәргән хатам.

Ҡыйын миңә. Тере көйө

Гүйә ҡәберҙә ятам.

25.09.2016 й., Этҡол

Йырың

Һин йырлаһаң, мин үҙемә

Тапмайым урын.

Уйлата ла, илата ла

Йырлаған йырың.

Ғүмерем юлынан уйым

Йүгерә артҡа.

Уйыма эйәреп мин дә

Йәшлеккә ҡайтам.

Йырыңдың нотаһы күҙҙән

Йәш булып тама.

Юғалтҡан һөйөүемде

Йырыңда табам.

Һағынам…

Ҡартлыҡ – һағыныу икән ул…

Һағынам да, һағынам.

Мөмкин булһа, ғүмер юлын

Башлар инем яңынан.

«Әлифба» тотоп, уҡырға

Барыр инем тағы ла.

…Һағындыра атайымдың

Өрлөктәге талы ла.

Һағынам әсәкәйемдең

Һөтләп яһаған сәйен.

Ғүмеремдең һәр минутын

Мин һағынып йәшәйем.

Кисәгесә, малай булып,

Йүгереп киткем килә.

Бер ҡат үткән ғүмер юлын

Ҡабаттан үткем килә.

23.01.2014 й., Сибай.

Оҡшашлыҡ

Һары япраҡтар түшәлгән

Мин сыҡҡан юлға.

Был япраҡтар ҡасандыр

Йәп-йәшел булған.

Япраҡ ғүмере бик ҡыҫҡа:

Дүрт-биш ай ғына.

Оҙонайтырға теләптер,

Ҡойолалар яй ғына.

Мин үҙемде ағастағы

Япраҡтарға оҡшатам.

Йәш ваҡытта өҫкә үрләп,

Ҡартайғас ергә ҡайтам.

11.10.2012 й., Иҫке Сибай.

Бәхетле сәскәләр

Мин ултыртҡан сәскәләргә

Хоҙай үҙе һыу һибә.

Көндөҙ ҡояш, төнөн ай

Иркәләй, наҙлай, үбә.

Йомшаҡ елдәр сәскәләргә

Хисләнеп шиғыр һөйләй.

Беҙ шиғырға көй яҙҙыҡ тип

Бал ҡорттары безелдәй.

Күбәләктәр ҡул сабалар

Сәскәләрҙе тәбрикләп.

Гүзәллек тыуҙырған хисте

Булмай шул эстә бикләп.

Сәскәләрҙе ҡый үләндән

Таҙартып йөрөй ҡыҙым…

Сәскәләргә ҡарап торам

Һоҡланып, күҙем ҡыҙып.

24.06.2012 й., Иҫке Сибай.

Теләк

(Флүрә апайыма)

Апайым хоҙай бүләге -
Аҡ яулығын ябынған.
Ап-аҡ сәскә һымаҡ балҡып
Ултыра ул табында.
Табын гөрләй. Һәр кем ҡотлай
Тыуған көн менән уны.
Уға арнап үҙем яҙған
Шиғырымды уҡыным.
Шиғыр бит ул оҙаҡ йәшәй.
Шиғыр ул - һәйбәт бүләк.
Шиғыр булып йәшә, апай,
Минән һиңә шул теләк.

10.08.2014 й., Этҡол.

Кем белә?

Бөгөн-бөгөн заманда:
Батыр бахыр булғанда,
Тәрбиәсе кешеләр
Тәртипһеҙлек ҡылғанда,
Көнө-төнө алдыҡтан
Ҡолағыбыҙ тонғанда,
Елкәгә дуҫ йоҙроғон
Ҡундырырға торғанда,
Борон-борон заманға
Ҡайтып китәһе килә.
Юлы ҡайҙа? Зинһар өсөн,
Күрһәтегеҙ. Кем белә?

23.12.2016 й., Сибай.

Икебеҙгә лә еңел

Йөрәгем минең һөйләшә,

Шуға мин яңғыҙ түгел.

Һөйләшеп, серләшеп алһаҡ,

Икебеҙгә лә еңел.

Шатлығын да, ҡайғыһын да

Ул миңә һөйләп тора.

Шатлығы кәйеф күтәрә,

Ҡайғыны оноттора.

Хистәрен дә бик йәшермәй,

Һүҙҙәр һайлап һиҙҙерә.

Тыуған илде, телде, гөлдө

Хисләндереп һөйҙөрә.

Яуызлыҡты, яманлыҡты

Яратмай минең йөрәк.

Ундай саҡта хатта ҡуя

Һүгенә биреберәк.

Йөрәгем минең һөйләшә,

Шуға мин яңғыҙ түгел.

Һөйләшә, серләшә алғас,

Икебеҙгә лә еңел.

14.03.2015 й., Сибай.

Йомаҡ

Тап Казан артында бер ауыл бар Ҡырлай тиҙәр.

Йырлағанда көй өсөн тауыҡтары йырлай тиҙәр.

Ғ. Туҡай

 

Мәләүездән йыраҡ түгел

Бер ауыл бар: «Йомаҡ» тиҙәр.

Ул ауылды бер күрһәң дә,

Онотолмай оҙаҡ тиҙәр.

Ул ауылда тыумаһам да,

Мин бер аҙ торған инем.

Ун бер йәшлек малай түгел,

Ҡанатлы юрға инем.

Болондар, туғайҙар буйлап

Көн буйы саба инем.

Һәр нәмәнән үҙем өсөн

Ҡыуаныс таба инем.

Күлендә балыҡтар менән

Ярышып йөҙә инем.

Еңелһәм дә иламайса

Теш ҡыҫып түҙә инем.

Ҡыуанып йәшәү серенә

Өйрәтте мине Йомаҡ.

...Мин әле лә ун бер йәшлек

Ҡанатлы малай һымаҡ.

22.06.2015 й., Иҫке Сибай.

Була

Йәнем көйә, тура ҡарап,

Һөйләһәләр ҡырынды.

Ялған тыңлап ваҡытыңды

Әрәм итеп тор инде!?

Ваҡыт – байлыҡ. Тик ул артмай,

Гел кәмеп кенә бара.

Ваҡыт үткән һайын беҙҙең

Ғүмеребеҙ ҡыҫҡара.

Хәләл эштәрең артыңдан

Йөрәһәләр оҙатып,

Ваҡытты ла, ғүмерҙе лә

Була, тиҙәр оҙайтып.

18.01.2018 й., Сибай.

Көнөм

- Старт!

Аяҡтарым аяҡ түгел,

Аяҡтарым - ҡанат.

Осам, осам... секундтарҙы,

Минуттарҙы һанап.

Үткән юлым артта ҡала,

Үтмәгәне - алда.

Алдыма ла, артыма ла

Хоҙай юлдар һала.

Старт алыҫая, финиш

Яҡыная бара.

Көнөм - Ҡояштан - Айғаса

Осоп үткән ара.

20.09.2015 й., Этҡол.

Иҫке Сибай иҫке түгел

Иҫкелектең билдәләрен
Эй эҙләнем, тапманым:
Иҫке Сибай иҫке түгел,
Иҫке Сибай яп-яңы.
Тарих та бында иҫкермәй -
Юйылмай һис хәтерҙән.
Ауылдың аҫыл улдары
Сыҡҡан, ана,ҡәберҙән -
Урамдар, яңы урамдар
Улар исемен алған.
«Иҫке Сибай иҫкелер», - тип
Уйлай күрмә, ул ялған.
Бөтә нәмә бында яңы:
Яп-яңы өйҙәр, көйҙәр.
Юҡ
Иҫкелек менән яңылыҡ
Тоташа торған йөйҙәр.
Яңылыҡ үҙе яңыра
Иҫкермәйенсә тороп.
...Иҫке Сибай –бер нәмә лә

Иҫкермәй торған урын.

16.08.2017 й., Иҫке Сибай.

ХИКӘЙӘЛӘР

Матғәлиевичҡа мат

(Хикәйә)

 

- Талиптар…

Был һүҙҙе әйткән кешенең тауышын ишетеү менән Мәликәнең күңеле болғанып китте. Уҡшыны. Ике ҡулы менән ауыҙын ҡапланы ла аудиториянан тышҡа атылды. Педагогика кафедраһы мөдире Ҡамышҡулов Баймат Матғали улы бер ни аңламағандай һораулы ҡарашын Мәликә янында ултырған ҡыҙҙарға төбәне. Яуап көтөп тормай һүҙен дауам итте:

- Талиптар тип әйтәйемме, белгестәр типме. Ҡайһыһын әйтһәм дә, дөрөҫ булыр. Бөгөн һеҙҙең тормошоғоҙҙа ҙур ваҡиға. Дүрт йыл буйы көтөп алған көнөгөҙ – диплом яҡлау көнө килеп етте. Тулҡынланаһығыҙҙыр. Тулҡынланмайым тиһәң дә тулҡынландыра. Көн һайын диплом яҡламайһығыҙ бит. Шулай ҙа үҙегеҙҙе тыныс тоторға тырышығыҙ. Эмоцияларығыҙҙы ауыҙлыҡлағыҙ. Буласаҡ психолог-педагогтар икәнегеҙҙе онотмағыҙ.

Комиссия ағзалары – үҙегеҙҙең уҡытыусыларығыҙ. Комиссия рәйесе лә ят кеше түгел. Ҡасандыр ошо һеҙ уҡыған бүлекте тамамлап, бөгөн Силәбе педагогика университетында эшләп йөрөгән профессор Айгушев Наил Яхъя улы. Һүҙҙе уға бирәм. Рәхим итегеҙ, Наил Яхъя улы.

Рәис олпат ҡына итеп тамаҡ ҡырып алды.

- Һеҙҙең барығыҙҙы ла: талиптарҙы ла, уҡытыусыларҙы ла ошо ҙур ваҡиға менән ҡотлайым. Бөгөн йылдар буйы тырышып өлгәшкән хеҙмәт емештәрен күрһәтәһегеҙ. Баймат Матғали улы әйтмешләй, тыныс ҡына, төплө итеп сығыш яһағыҙ. Диплом яҡлау - үҙ идеяларыңды, фекерҙәреңде яҡлау бит ул. Дәлилләгеҙ, бәхәсләшегеҙ, һорауҙарҙан ҡурҡмағыҙ. Һеҙгә комиссия ағзалары исеменән уңыштар теләйем.

Наил Яхъя улы һүҙен тамамлап урынына ултырғас, Баймат Матғали улы талиптарға ҡарап:

- Ә хәҙер ете кеше ҡалығыҙ ҙа, башҡаларығыҙ аудиториянан сығып тороғоҙ. Яҡлаған һәр кеше урынына сиратлап инерһегеҙ, - тине.

Иптәштәре аудиториянан килеп сыҡҡанда, Мәликә коридорҙағы имтихан биреүселәр өсөн махсус ҡуйылған өҫтәл артында ҡулдары менән ҡолаҡтарын ҡаплап ултыра ине. Уның борсоулы икәне, һаман да тынысланмағаны күренеп тора. Эргәһенә йүгереп тип әйтерлек килеп еткән бүлмәләш әхирәте Сәкинәнең: «Ни булды, нишләп улай атылып сығып киттең ул?», - тигәненә лә яуап ҡайтарманы. Башын аҫҡа эйеп ултырыуын белде. Сәкинә уны нисек йыуатырға ла белмәне. Ахыр ҙа: «Әллә «5»-кә яҡлай алмам, ҡыҙыл дипломһыҙ ҡалам тип ҡурҡаһыңмы, - тине. –Ҡуйсы. Ҡамышҡуловтың дипломниктары гел «5»-кә яҡлай, берәү ҙә «4» алғаны юҡ».

Шунан тирә-яғына алан-йолан ҡарап алды ла, Мәликәнең уң ҡолағын ҡаплаған ҡулын шыуҙырып: «15 меңде биргәнһеңдер бит», - тине.

Һуңғы һүҙҙәрҙе ишеткәс, Мәликә, ҡапыл айнып киткән иҫерек кешеләй, урынынан һикереп торҙо. Күҙҙәрен аҡшайтып әхирәтенә ҡараны. Йөҙөнә ерәнеү билдәләре сығарып, асыуын тыя алмай, бөтә көсөнә: «Юҡ!», - тип ҡысҡырҙы.

Диплом яҡларға сират көтөп торған талиптар ҙа, үтеп барған ят кешеләр ҙә, тауышты ишетеп, бер уға, бер Сәкинәгә ҡараны. Сәкинә лә, башын баҫып, шөмтәйеп ултырған әхирәтенең был көтөлмәгән ҡылығынан тертләп, бер аҙым ситкә тайпылды.

Ә Мәликә бер ни булмағандай урынына ултырҙы. Баяғыса башын да эймәне, ҡолағын да ҡулдары менән ҡапламаны. Ике хәрефтән торған «Юҡ» һүҙе уны үҙгәртте лә ҡуйҙы. Ҡаушауы ла, ҡурҡыуы ла, борсолоуы ла һыпырып ташлағандай юҡ булды. Урынынан торҙо ла аудитория ишеге янына барып баҫты. Тәүге кешенең диплом яҡлап сыҡҡанын көтөп, инергә әҙерләнде.

Берәү ҙә уның теләгенә ҡаршы төшмәне.

 

***

 

Кафедра мөдире Ҡамышҡуловтың дипломсылар менән эшләү тәжрибәһе хаҡында Мәликәнең ишеткәне бар ине. Институтты тамамлаған бер ҡыҙ һөйләгәйне. Ул үҙенә диплом яҙҙырырға хәллерәк ғаиләнән сыҡҡан талиптарҙы һайлап ала ла, һуңынан төрлө сәбәптәр табып, эштәрен юҡҡа сығара икән. Талиптың нервыһын ашап, уҡыуын тамамлауға шиген тыуҙырғас, аҡса һорап ярҙам итергә вәғәҙәләй имеш. Үҙенең таксаһы ла бар тиҙәр – 15 мең һум.

Мәликә был әкиәткә оҡшаған хәбәргә бик ышанып етмәһә лә Ҡамышҡуловҡа эләгеүҙән ҡурҡа. Аҡса юҡлыҡтан да, бар аҡсаны йәлләүҙән дә түгел. Ғәҙелһеҙлекте яратмай ул. Ғәҙелһеҙ кешеләрҙе йәне һөймәй. Ерәнә.

Шуға ла Ҡамышҡулов кафедраға саҡырып: «Мәликә, диплом эшен миңә яҙасаҡһың», - тигәс, артына йығылып китә яҙҙы. Нишләргә белмәне. Камышкуловтың битенә төкөрөрҙәй булды. Ата-әсәһенең бизнес менән шөғөлләнеүен уйлап, үҙенең был хәлдә ҡалыуына Ҡамышҡуловты ғына түгел, уларҙы ла ғәйепләне.

Бер ни тиклем телһеҙ ҡалып торғандан һуң, ҡалтыранған тауыш менән:

- Мин Ләйсән Зиннәт ҡыҙына яҙырға уйлағайным бит әле, - тине. – Былтыр курс эшемә лә ул етәкселек иткәйне.

- Ләйсән Зиннәт ҡыҙының дипломсылары еткән. Ул бүтән берәүҙе лә ала алмай. Уҡытыусыға биштән артыҡ дипломсы рөхсәт ителмәй бит. - Ҡамышҡулов уға ҡағыҙ бите һуҙҙы. – Бына ҡара, бөтә талиптар ҙа бүленгән. Исемлекте ҡултамғам менән нығытып ҡуйғанмын.

Мәликә үҙен ҡапҡанға эләккән ҡуян итеп тойҙо. Боролдо ла, һау булығыҙ, тип тә тормай, кафедранан сығып китте.

Ҡыҙҙың йоҡоһо йоҡо, ашы аш булманы. Ҡамышҡуловтан нисек ҡотолорға икән, тип баш ватты. Бер нисә йыл элек Ҡамышҡуловҡа диплом яҙып, бөгөн ҡала мәктәптәренең береһендә эшләп йөрөгән ауылдашы менән дә, бүлмәләш дуҫтары менән дә кәңәшләшеп ҡараны. Бөтәһе лә һөйләшкән кеүек: «Риза бул, унан баш тартып эш ҡыра алмаҫһың, үҙеңә генә ауырлыҡтар тыуҙырырһың. Уны берәү ҙә еңә алмай. «Мин институтта нимә теләйем, шуны эшләй алам», тип һөйләгәнен ишеткәндәр бит», - тинеләр. Ҡамышҡуловтың колледжда педагог-психолог булып эшләп йөрөгән элекке дипломсыһы ла: «Ҡуй ҡаршылашма, 15 меңеңде бир ҙә ҡуй. Эшләй башлаһаң, ул аҡса кире ҡайта ул. Юҡһа, дипломһыҙ ҡалыуың бар, - тип кәңәш биргәс, Мәликә бөтөнләй төшөнкөлөккә бирелде. Йәне көйҙө. Уйланды, аптыраны. Ҡамышҡуловтың көсөнә, тирә-йүндәгеләрҙең көсһөҙлөгөнә ғәжәпләнде.

Аңҡы-тиңке булып бер килке йөрөгәс, Ләйсән Зиннәт ҡыҙы менән һөйләшеп ҡарарға булды. «Ул насар кәңәш бирмәҫ. Мөнәсәбәте миңә һәйбәт. Үткән йыл курс эше яҙғанда дуҫлашып та алғайныҡ бит әле», - тип уйланы.

Ләйсән Зиннәт ҡыҙы, ғәҙәте буйынса, дәрес башланғас, шунда уҡ аудиториянан сығып китмәй. Урынына ултырып ҡағыҙҙарын, ноутбугын йыя, сумкаһынан көҙгөһөн сығарып, өҫ-башын йүнәтә. Шунан файҙаланып, Мәликә, иптәштәре аудиториянан сығып бөткәс, уның алдына барып ултырҙы.

Ләйсән Зиннәт ҡыҙы уның һорауына аптыраманы. Әйтерһең дә, кәңәш һорап килерен көтөп торған. Мәликәгә шулай тойолдо.

- Һин, Мәликә, кәңәш эҙләп йөрөмә, - тип башланы ул һүҙен. – Баймат Мәтғәлиевичты беләһең бит. - Һүҙен һүҙ итмәй, ҡуймай. Нимә теләй, шуны эшләй. Дүрт йыл буйы түккән хеҙмәтеңде юҡҡа сығарып ҡуйыуы бар. Ана, ситтән тороп уҡыған Иноземцевты алып ҡара. Бынан ике йыл элек тамамларға тейеш ине. Ҡамышҡулов дипломын яҡлауға сығармағас, йөрөй һаман юғары белемһеҙ. Полицияла эшләһә лә, Баймат Матғалиевичҡа йоғонто яһай алманы. Шунан һығымта яһа инде. Ҡаршылашып йөрөмә, һорағанын биреп, ризаландыр. Ҡыҙыл дипломға бараһың бит. «3»-кә йәки «4»-кә яҡлаһаң, ҡыҙыл дипломһыҙ ҡалаһың. Яҡлауға индермәһә, йәки «2» ҡуйһа, зәңгәрен дә күрә алмаҫһың, - тине.

- Эш дипломда түгел бит әле, - тине Мәликә ҡыйыуһыҙ ғына.

- Нимәлә һуң?

- Ғәҙелһеҙлектә. Нисек инде институтта эшләп, педагогика кафедраһы мөдире булып, ғәҙелһеҙлеккә бара. 15 мең аҡса һорай, тиҙәр. Был бит взятка тигән һүҙ. Мине лә боҙоҡ юлға этәрә. Аҡса бирһәм, мин дә ғәйепле булам.

- Мин һине аңлайым, Мәликә. Әммә бөгөн яҙмышың хәл ителгәндә, шым бул, ғәҙеллек эҙләмә. Аҙаҡ, диплом алып эшләй башлағас, көрәшерһең. Ә әлегә тыныслан.

«Һеҙ эшләп йөрөйһөгөҙ, ниңә ғәҙелһеҙлек менән көрәшмәйһегеҙ, хатта дөрөҫ кәңәш бирергә лә ҡурҡаһығыҙ», - тип әйтергә уйлағайны ла Мәликә, өндәшмәне.



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2019-04-29 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: