Образы повести М. Карима «Помилование» 6 глава




 

***

 

Мәликәгә «4» ҡуйҙылар. Ҡыҙыл дипломһыҙ ҡалһа ла, ул был баһаға шатланды. «4» билдәһе уның Ҡамышҡуловҡа 15 меңде бирмәүен аңлата ине.

29-31 октябрь 2017 й., Сибай.

Яралы йөрәк

(Хикәйә)

 

Автобустан төшөп, әҙ генә атлағас, Мөслимә, йөрәген тотоп, туҡтап ҡалды. Ҡаршыһына алпан-толпан баҫып Мәҡсүт килә ята ине. Кәпәсен сисеп ҡулына тотҡан, пальто төймәләре ысҡындырылған, салбарының бер балағы итегенең ҡуңысына ҡыҫтырылған, икенсеһе төшкән, ауыҙында тәмәке.

Иҫерек булһа ла Мөслимәне тиҙ генә шәйләп алды. Кәпәсен башына кейеп, пальтоһының төймәләрен ҡаптырып, балаҡтарын рәтләне.

- Һаумы, Мөслимә! – тине ул килеп етер-етмәҫтән, кәүҙәһен төҙ тоторға тырышып.- Ялға ҡайтып киләһеңме? Уҡыуҙар барамы?

- Яйлап ҡына бара. Үҙеңдең хәлдәрең нисек һуң?

- Минең хәл ни… Күреп тораһың. …Йөрөйөм әле.

- Мәҡсүт, нисә күрһәм дә, иҫерекһең. Бәлки, һиңә дауаланырға кәрәктер.

- Минең дарыуым һин, Мөслимә. Әгәр ҙә теге ваҡыт ташламаған булһаң... Әйт әле, ниңә ташланың ул һин мине?

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Мөслимәнең йөрәге яңынан сәнсә башланы, күҙҙәренә йәш тулды. Уны күрһәтмәҫ өсөн, ҡырҡа боролдо ла, шәп-шәп атлап, ҡайтыр яғына ыңғайланы. Бер аҙ барғас, артына боролоп ҡараны. Мәҡсүт кәпәсен ҡулына тотоп, пальто төймәләрен ысҡындырып, үҙ юлы менән китеп бара ине.

 

***

 

Мөслимә унынсы класта уҡып йөрөй ине. Аҙаҡҡы дәрес алдынан үҙенән бер баҫҡысҡа өлкән синыфта уҡыған Мәҡсүт коридорҙа туҡтатты ла матур итеп биҙәлгән ҡалын ғына китап тотторҙо. Үҙе, нимә ул был, тип китапты әйләндереп-тулғандырып ҡарап торған Мөслимә башын күтәргәнсе, юҡ та булды.

Китап араһынан ҡағыҙ бите килеп сыҡты. Унда бөхтә хәрефтәр менән нимәлер яҙылғайны.

«Мөслимә! Һин - иң аҡыллы, иң тырыш, иң һылыу ҡыҙ. Атлағанда ла, ултырғанда ла, ашағанда ла, уҡығанда ла мин һине генә уйлайым. Һин һәр ваҡыт минең менән. Йөрәгем һөйөүҙән ташты. Ул бына-бына шартлап китер һымаҡ. Бүтәнсә хисемде йәшерә алмайым. Бөгөн кис сыҡ урамға. Автобус туҡталышында көтөрмөн. Һөйләшәйек, аңлашайыҡ».

Яҙыуҙы уҡығас, Мөслимә үҙен күктә осоп йөрөгән кеүек хис итте. Аҙаҡҡы дәрескә ҡалманы. «Нишләптер йөрәгем тулап тора, уҡытыусыға әйтегеҙ әле», - тине лә йүгерә-атлай мәктәптән сығып китте.

 

***

Урамға сыҡҡас, аҙымын аҡрынайтты. Кескәй йөрәгенә ҡапыл ғына килеп кергән хистәрҙән иҫереп, үҙенең ҡайҙа барғанын да, нишләргә теләгәнен дә аңламаны. Шуға ла мәктәп артындағы күл янына килеп сыҡҡас, тәүҙә аптырап ҡалды. Аҙаҡ һөйөндө. Ағас араһында ышыҡланып ултырған был исемһеҙ күлдән дә уңайлыраҡ урын юҡ ине уның өсөн. Бында уны берәү ҙә күрмәй. Әйҙә көнө буйы һөйөү хистәреңә күмелеп ултыр…

Тура төшкән төшкө ҡояш нурҙарынан күл ялтырап ята. Күтәрелгән боҫ уны ҡаҙандағы һыуға оҡшата. Бына-бына ул ҡайнап сығыр һымаҡ. Ҡапыл балыҡ һикерҙе, уның артынан – икенсеһе. Тәүгеһен Мөслимә үҙенә, икенсеһен Мәҡсүткә оҡшатты. «Бик бәхетле балыҡтар, - тип уйланы ҡыҙ. – Таҙа, йылы, матур күлдә рәхәтләнеп йәшәйҙәр: һикерәләр, шаяралар. Шул арала күлгә ике аҡҡош килеп төштө. Быларын да Мөслимә үҙе менән Мәҡсүткә оҡшатты. Аҡҡоштар инде олоғайғандар. Бер береһенең йөндәрен, ҡанаттарын томшоҡтары менән тарайҙар. Ҡолаҡтарына ниҙер шыбырҙайҙар. Бәлки, йәш саҡтарын, тәүге һөйөүҙәрен, балаларын хәтерләйҙәрҙер…

Мөслимәнең хәтеренә башҡорт әҙәбиәте дәресендә өйрәнелгән Кулуртлар батыр төштө. Ул шундай көслө, мөһәбәт. Күлде уртлап икенсе ергә күсерә ала. Батша яҡтырған эҫе мунсала, һыу һибеп, ул дуҫтарын һәләкәттән ҡотҡарған. «Ниңә Кулуртлар батырҙар әкиәттә генә осрай, ә тормошта булмай икән?»- тип уйланып та йөрөгәйне Мөслимә. Бөгөн шул һорауына яуап тапҡандай булды. «Бар ундай батырҙар! - тип күл аша мәктәп яғына ҡараны. – Ул – Мәҡсүт! Кулуртлар батыр кеүек мөһәбәт, көслө, тәрбиәле. Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Мәктәптең учком рәисе. Фотоһы «Алдынғылар» стендынан төшмәй. Ата-әсәһенең ғорурлығы».

Мөслимә һиҫкәнеп китте. Аҡҡоштар күлдең ситендә уға яҡын ғына торалар ине. Ҡыҙға иғтибар ҙа итмәй, баяғыса томшоҡтары менән береһенең йөндәрен тарап, иркәләнәләр.

«Ошондай күркәм күлдең нишләп исеме юҡ икән?» тигән уй үтте башынан. Ә бит кешегә кәрәкмәгән, файҙаһыҙ әйберҙең генә исеме булмай. Ә был күлдә тормош ҡайнап тора. Балыҡтар, аҡҡоштар, тәлмәрйендәр йәшәй. Улар һөйләшә, яратыша, ҡауыша. Иң матур исемгә лайыҡ был күл. Ниндәй исем ҡушырға икән? Балыҡлыкүл, Аҡҡош күле, Мөхәббәт күле. Аҙаҡҡы атаманы әйткәс, Мөслимәнең былай ҙа нурға тулы йөҙө тағы ла нурланып китте.

- Һау бул, Мөхәббәт күле! - тип ҡыҙ ҡайтыу яғына ыңғайланы. – Беҙ һиңә килербеҙ әле.

 

***

 

Мөслимә кисте еткерә алмай бер булды. Туҡтауһыҙ сәғәткә ҡараны. Әммә сәғәт бөгөн элеккенән яйыраҡ йөрөй һымаҡ тойолдо. Әллә туҡтанымы икән, - тип ҡолағын ҡуйып та тыңлап ҡараны. Сәғәт: «Көт! Көт!» - тигәндәй текелдәне. Кис етә башлағас, ваҡыт, киреһенсә, тиҙерәк үтә башлаған һымаҡ булды. Әллә сәғәт алға китәме тип, радионан тикшереп ҡараны. Ҡояш байыуға барған һайын тулҡынланды, борсолдо. «Әллә сыҡмайым да ҡуяйыммы икән? – тигән уй үтте башынан. – Мин уның менән нимә хаҡында һөйләшермен, үҙемде нисек тотормон. Юҡ, сыҡмайым. Яратһа, үҙе берәй ваҡыт осрашып һөйләшер әле» тигән ҡарарға килеп бөткәйне инде, болоҡһоп китте. Ҡапыл ғына йыйынды ла һөйләшелгән урынға йүнәлде.

Мәҡсүт уны көтөп ултыра ине. Ҡыҙҙы күргәс, ул да ҡаушап киткәндәй булды. Тиҙ генә үҙен ҡулға ала һалып, Мөслимәгә ҡаршы атланы. Ҡыҙҙың күҙ алдына Мөхәббәт күле, унда бер-береһен эҙләп баҫтырышҡан балыҡтар, пар аҡҡоштар килде. Тынысланды. Ҡаушауы әллә ҡайҙа юғалған һымаҡ булды.

- Килдеңме? – тине Мәҡсүт, ҡыҙға яҡынлашҡас.

- Саҡырғас, килдем инде, - тип яуапланы Мөслимә. – Әллә килмәҫкә инеме?

- Юҡ, юҡ! – тип ҡурҡып китте Мәҡсүт. – Килергә ине, килергә. Әйҙә, мәктәп баҡсаһындағы күл буйына барып һөйләшеп ултырайыҡ.

 

***

 

Мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған Мәҡсүт, ата-әсәһен, уҡытыусыларын аптыратып, юғары уҡыу йортона документтарын тапшырманы.

- Һин мәктәпте тамамлағас, икенсе йыл бергәләп уҡырға барырбыҙ, - тине ул Мөслимәгә. – Мин сит ҡалала һинһеҙ ни эшләрмен. Күңелһеҙ булыр. Һағынырмын. Ҡайтыр ҙа килермен, уҡыуымдың рәт-сираты булмаҫ.

Мөслимә был һүҙҙәргә һөйөндө. «Ысынлап та, - тип уйланы ул. - Миңә лә һинһеҙ ҡыйын булыр, мин дә һағынырмын». Әммә төптән уйлап ҡараны ла Мәҡсүткә:

- Юҡ, улай итмә. Тапшыр документтарыңды. Ваҡытыңды әрәм үткәрмә. Ҡыйын булһа ла түҙермен. Сибай әллә ни йыраҡ ер түгел дә, - тине.

Мәҡсүт риза булманы.

- Ваҡыт нишләп әрәм булһын. Әрәм итмәһәң, әрәм булмай инде ул. Ауылда ла ваҡытты файҙалы итеп үткәрергә була. Атай-әсәйемә хужалыҡта ярҙам итермен. Тәжрибәле кешеләр янында эшкә өйрәнермен, - тип ҡыҙҙың ауыҙын япты.

Ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтә шул. Бына Мөслимәнең сығарылыш имтихандары ла яҡынлаша. Ике ай самаһы ҡалған. Ул мәктәпте тиҙерәк тамамлап, Мәҡсүт менән бергә уҡырға хыяллана. Хыялы ысынға әйләнһен өсөн тырышып уҡый, имтихандарға әҙерләнә.

Шулай йәшәп ятҡанда, Мөслимә ауырып китте. Дөрөҫөрәге, элекке өйәнәге уянды. Әллә тырышып-тырмашып уҡыуы, әллә бына бер йыл буйы мөхәббәт усағында хискә бирелеп йөрөүе, әллә яҙ йоғонто яһаны, бала саҡта башланған, һуңғы йылдарҙа онотолоп торған йөрәк сире ҡуҙғалды. Борсолдо Мөслимә. Борсолған һайын насарыраҡ һиҙҙе. Дәрестәр ҡалдырҙы.

Мәҡсүт ни эшләргә лә белмәй өҙгөләнде. Дарыуҙар ташыны, йыуатты, мәктәпкә барып уҡытыусыларҙан өйгә эштәр алып ҡайтты. Мөслимәнең уҡыуын туҡтатмаҫҡа тырышты.

Врачтар, ауырыу тарихын белгәнлектән, ҡыҙға операцияға ятырға тәҡдим иттеләр. Ата-әсәһе, яйлап үтер әле, тип ҡаршы килһә лә, Мөслимә ризалашты. Уның һауығырға, йәшәргә теләге көслө ине. Мәҡсүт менән киләсәктә ҡушылып, донъя ҡороп, балалар үҫтереп, бәхетле йәшәйһе килә уның.

Операцияны республика больницаһында яһанылар. Профессор Зиннәтуллиндың ҡулы еңел булып сыҡты. Операция уңышлы үтте. Бер айҙан һуң ата-әсәһе, Мәҡсүт Өфөнән Мөслимәне килеп алдылар.

Оҙатҡанда врачтар уға бер ай самаһы уҡырға йөрөмәҫкә ҡушты. Мөслимә мәктәпкә ынтылып торһа ла, ризалашты. Өйҙә генә имтихандарға әҙерләнеп ятырға булды. «Миңә мәктәпте быйыл тамамларға кәрәк. Мәҡсүт минһеҙ быйыл да институтҡа бара алмаҫ. Һинһеҙ бер ҡайҙа ла бармайым, эргәңдән китмәйем, ти ҙә баһа», - тип уйланы.

Синыфташтары Мөслимәгә көн һайын тип әйтерлек алмашлап килеп, үткән темаларҙы аңлаттылар, мәсьәләләр систеләр. Иң яҡын әхирәте Гөлсара бигерәк тырышты инде. Мәктәпте тамамлағас, мединститутҡа инәм, тип хыялланып йөрөгән ҡыҙ дәресте аңлатыуҙан тыш медпункттан кәрәкле дарыуҙар ҙа килтереп торҙо.

Уҡытыусылар ҙа онотманы Мөслимәне. Килеп торҙолар. Мәҡсүт тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Бергәләп дәрес әҙерләнеләр, прогулкаға сығып йөрөнөләр. Мөслимәгә рәхәт, ул килһә. Кәйефе күтәрелеп, ауырыуы онотолоп китә. Мәҡсүтте йәлләп тә ҡуя ул.

- Көнө буйы эштә йөрөп арыйһың, улай көн һайын килмәһәң дә була инде, - ти.

- Улай тимә, - ти уға ҡаршы егет. – Һинең янда минең, киреһенсә, арыуым бөтә. Һиңә ярҙам итеп, үҙем дә үткәндәрҙе ҡабатлайым, нығытам. Быйыл икебеҙгә лә юғары уҡыу йортона инергә кәрәк бит.

Мәҡсүттең был һүҙҙәренән Мөслимә тыныслана, шатлана. Уйға ҡалып, институтта уҡып йөрөүҙәрен күҙ алдына килтерә.

- Уның өсөн тәүҙә сығарылыш имтихандарын тапшырырға кәрәк бит әле, - ти ул бер аҙ тын торғандан һуң.

- Тапшырырһың, - тип йыуата егет. - Һин бит темаларҙы яҡшы үҙләштереп бараһың. Элек тә насар уҡыманың.

Мәҡсүткә Мөслимәнең ата-әсәһе лә өйрәнеп бөттө. Уның килгәнен көтөп алалар. Бергә ултырып сәй эсәләр.

- Үҙебеҙҙең улыбыҙ кеүек күрәбеҙ, - ти Мөслимәнең әсәһе. – Ул килһә, өй яҡтырып китә.

Синыфташтарының, уҡытыусыларҙың, Мәҡсүттың иғтибары, ярҙамы Мөслимәнең һаулығына ла һәйбәт йоғонто яһай. Ул көндән көн нығый, һауыға бара.

Бына сығарылыш имтихандары ла килеп етте. Мөслимә, уларҙы уңышлы тапшырып, ҡулына аттестат алды. Быға иң ҡыуанғаны Мәҡсүт булғандыр. Ул был көндө түбәһе күккә тейгән кешеләй осоп-ҡунып йөрөнө.

Әммә ҡыуаныслы көндәр оҙаҡҡа барманы шул. Мөслимә әхирәте Гөлсараларға йомошҡа барғайны. Оҙаҡ ҡына ултырып, ҡайтырға сыҡҡас, Гөлсара:

- Мөслимә, һиңә бер хәбәр әйтәм әле. Элек үк әйтергә ине лә, һин ауырығас, өндәшмәнем. Хәҙер, аллаға шөкөр, һауыҡтың. Әйтергә ярай. Һин уны белергә тейешһең, - тине.

- Ниндәй хәбәр ул? – Мөслимә яҡшы хәбәр түгеллеген тоҫмаллап, атлаған еренән туҡтаны ла әхирәтенә төбәлде.

- Әсәйемдән ишеттем. Әсәйемә Мәҡсүттең әсәһе һөйләгән.

- Нимә тип?

- Улымдың Мөслимә менән йөрөүен өнәп еткермәйем. Ул бит ауырыу. Йөрәгенә операция эшләтте. Ундай йөрәге менән бала табыуы ла икеле. Улымдың бәхете булмаҫ, этләнеп ғүмер итер. Нисек итеп уларҙы һыуындырырға икән? Көнө-төнө шуны уйлап баш ҡата, - тигән.

Был хәбәрҙе ишеткәс, Мөслимәгә ҡыйын булып китте. Ул ни әйтергә белмәй, бер аҙ тынып торҙо. Аҙаҡ:

- Ярай, һау бул, - тип ҡайтыу яғына боролдо.

- Юҡ, һине яңғыҙ ебәрмәйем, оҙата барам. – Гөлсара уны ҡултыҡлап алды.

Өйөнә барып еткәнсе һөйләшмәнеләр. Өйгә ингәс, Мөслимә дарыу эсте лә, бүлмәһенә бикләнеп, карауатына ауҙы. Әсәһе сәйгә саҡырһа ла, торманы.

- Әсәй, эскем килмәй, арығанмын. Ял итәйем әле, - тине лә әхирәтенән ишеткән хәбәрҙе тикшерә башланы.

«Әллә Гөлсара мине, йә Мәҡсүтте көнләшеп, уйлап сығарҙымы икән был хәбәрҙе», - тип уйланы Мөслимә. Аҙаҡ: «Юҡтыр, әсәйем әйтте, ти бит. Алдаһа, әсәһенә һылтанмаҫ ине. Был бит әсәйҙе һанламау була. Әллә әсәһе уйлап сығарғанмы? Юҡтыр. Әсәйҙәр юҡты һөйләмәҫ».

Мөслимә Гөлсара әйткән хәбәргә ахырҙа ышанды. Йөрәге ҡапыл сәнсеп китте. «Бысаҡ менән генә түгел, һүҙ менән дә йөрәгемде телделәр», - тип шым ғына илап алды.

Тынысланғас, артабан ни эшләргә, тигән уй үтте ҡыҙҙың башынан. «Мәҡсүт беләме икән әсәһенең уйын? Белмәһә, уға әйтергәме? Юҡ, әйтһәм, әсәһе менән араһы боҙола. Әгәр ҙә әсәһе арҡаһында беҙҙең һөйөүебеҙ һүнһә, ул әсәһен күрә алмаҫ. Уларҙың араһын боҙһам, миңә лә еңел булмаҫ. Гонаһлы булырмын. Әйтмәм. Бүтән сәбәп табып айырылышырбыҙ».

Шундай ҡарарға килеп, Мөслимә Мәҡсүт менән осрашыуға әҙерләнә башланы.

Иртәгәһен ул Мәҡсүтте урамда көттө. Ана, ул, ғәҙәтенсә, йүгереп килә ята. Килеү менән Мөслимәне ҡосаҡлап алды. Ҡапҡа алдындағы эскәмйәгә ултырғас, ҡыҙ, егеттең үҙенә төбәлгән күҙҙәренән күҙен алып, һүҙ башланы.

- Мәҡсүт, - тине ул йөрәк төбөнән килгән тауыш менән. – Һин мине ғәфү ит. Мин һинең менән ҡабат осраша алмайым.

Быны ишеткәс, Мәҡсүт, һыуҙан ярға тартып сығарған балыҡтай, ауыҙын асып, ҡатып ҡалды.

- Мин һинең менән былай ғына йөрөнөм. Беҙҙең арала мөхәббәт булмаған. Шуны аңланым. Ғәфү ит. Беҙгә ҡабат килмә, йәме.

Мөслимә шул һүҙҙәрҙе әйтеп бөтөр-бөтмәҫтән урынынан торҙо ла, ҡапҡаны шартлата ябып, өйгә инеп китте.

 

***

 

Мәҡсүт аңламаны. «Ни булды был?» - тип һорарға итте, теле буйһонманы. Мөслимә инеп киткәс тә әле, ул бер аҙ шаңҡып ултырҙы. Шунан һикереп тороп, эскәмйә эргәһендә үҫеп ултырған ҡайын ағасына тибеп ебәрҙе. Аяғы ауыртҡанын да һиҙмәй, аҡһап бер нисә аҙым яһаны. Ҡайҙа барырын, нимә эшләрен белмәй, тирә-яғына ҡарап торҙо ла, башы һуҡҡан яҡҡа китеп барҙы.

Аҡһаған аяҡтары уны кибеткә алып килде. Һатыусынан араҡы һорап алып, шунда уҡ шешәнең ауыҙынан эсергә тотондо. Һатыусы быға тиклем Мәҡсүттең араҡы алғанын да, эскәнен дә күргәне булмағас, аптырап ҡалды. Ауылдың иң аҡыллы, тәртипле егете тип иҫәпләй ине уны. «Ни булды икән быға? Хәйерле генә була күрһен инде», - тип уйланы.

Иҫереп ҡайтып килгән улын күреп, әсәһе лә аптыраны.

- Атаҡ, атаҡ, нишләүең был, улым? Ғүмерҙә ҡыланмағанды, - тип һөйләнде ул, улына костюмын, туфлиҙарын сисергә ярҙамлашып. – Кем менән эстең, ҡайҙа?

Мәҡсүт әсәһенең һорауҙарын ишетмәне. Алпан-толпан баҫып, бүлмәһенә барып инде лә, карауатҡа ауҙы.

Бының менән генә туҡтаманы Мәҡсүт. Иртәгәһен Мөслимәне эҙләп тапмағас, тағы кибеткә кереп араҡы алды, тағы иҫереп ҡайтты. Әсәһенең аптырауы тағы ла көсәйҙе. «Ни булды быға?» - тип ғәжәпләнде. Иртәгәһен сәбәбен улынан һорап та ҡараны. Мәҡсүт өндәшмәне. Ашап та тормай, урамға сығып юғалды.

Был көндө ул өйгә бөтөнләй ҡайтманы. Бындай хәлдең быға тиклем булғаны булмағанға, әсәһе төнө буйы йоҡламаны, хафаланды. Төшкә табан ғына ҡайтып керҙе Мәҡсүт. Өҫ-башы таушалған, сәстәре туҙған, ауыҙынан араҡы еҫе аңҡып тора. Сисенгәндә кеҫәһенән килеп төшкән тәмәке һауытын күреп, әсәһе тамам аптырауға ҡалды.

- Эсеү генә етмәгән, тәмәке тартырға ла өйрәнеп алғанһың, - тип әрләй башлағайны ла, күҙҙәренә йәш, тамағына төйөр тығылып, илап ебәрҙе.

Мәҡсүт уның һүҙҙәренә лә, илауына ла иғтибар итмәне. Бүлмәһенә инеп бикләнде.

Эшен дә онотто. Эштә күренмәгәс, хужаһы килеп һөйләшеп ҡараны.

- Ярар, иртәгә барырмын, - тип хужаһына вәғәҙәләп ҡалһа ла, барманы.

Ахырҙа эшенән сығарҙылар. Ә бит эше төшөмлө генә ине. Шиномонтаждан клиенттар өҙөлмәй. Водителдәр генә түгел, велосипед, мопед эйәләре лә, бер ни булһа, шунда килә. Ошонда бер йыл эшләп, арыу ғына аҡса туплап өлгөргәйне Мәҡсүт. «Уҡырға инһәк, Мөслимә менән кәрәк-ярағыбыҙға тотонорбоҙ, атай-әсәйҙәрҙән көтөп ятмабыҙ», - тип хыялланған ине лә бит. Хыялы емерелде. «Ниңә Мөслимә, яратмағас, алдап йөрөнө икән мине?» - тип өҙгөләнә ул айныҡ ваҡытында. Иҫерек сағында ул һорау онотола. Шуға эсә лә ул. Онотторғос тағы ла бер сара табып алды. Тәртиптәре самалыраҡ ҡатын-ҡыҙҙар менән аралаша башланы. Улар менән еңел: хисләнмәйһең дә, борсолмайһың да, нимә теләйһең, шуны эшләйһең. Баш уйҙарҙан арына, Мөслимә онотола.



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2019-04-29 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: