Образы повести М. Карима «Помилование» 5 глава




Берәүҙән дә ҡәнәғәтләнерлек яуап ишетмәгәс, ҡыҙ Ҡамышҡуловтан ҡотолоу юлын үҙаллы эҙләргә булды. Төрлө варианттар ҡараны. Хатта башҡа уҡыу йортона күсергә лә уйлап ҡуйҙы. Әммә ул уйынан кире ҡайтты, сөнки уҡыу пландарында айырмалыҡтар булғанға, ҡайһы бер предметтарҙы үҙаллы уҡып, өҫтәлмә имтихандар, зачеттар бирергә кәрәк булыуын белеп ҡалды. «Улар менән булышһаң, диплом эшен яҙырға ваҡыт ҡалмаҫ, уҡыуҙы ла быйыл тамамлай алмам»,- тигән фекергә килде.

Уйлана торғас, Ҡамышҡуловҡа оҡшамаған тема һайлап, унан ҡотолорға ниәтләне. «Коррупцияға ҡаршы көрәштең психологик-педагогик нигеҙҙәре», «Ришүәтсенең психологик-педагогик портреты», «Ришүәтселекте булдырмауҙың саралары» тигән темаларҙы тотоп уға барҙы. Ғәҙел булмаған кеше, бәлки, бындай темаларҙы ҡабул итмәҫ, минән баш тартыр тип өмөтләнгәйне ҡыҙ. Әммә өмөтө аҡланманы. Ҡамышҡулов уның темаларына иғтибар итеп тә торманы. «Ярай, үҙең һайла, ниндәй темаға яҙһаң да бара», - тип кенә ҡуйҙы.

Был сараның да һөҙөмтәһеҙ булғанын белгәс, Мәликә Ҡамышҡуловтан ҡотола алмауын аңланы. «Ришүәтсенең психологик-педагогик портреты» тигән теманы һайланы ла дипломын яҙырға керешеп китте.

 

***

Матғалиҙәр, врачтарҙың күҙаллауына ышанып, ҡыҙ көтәләр ине. Хоҙай тәғәлә малай биргәс, исем таба алмай аҙап ҡалдылар. Матғали уйынса, исемдә мотлаҡ рәүештә «мат» һүҙе булырға тейеш. Юҡ, үҙенең исеменә оҡшатырға тырышыуҙан түгел. Атаһының, үҙенең яҙмыштарын сағыштырып баһалағандан һуң килде ул был фекергә.

Атаһы етеш тормошта йәшәй алманы. Холҡонан уңманы. Ныҡышмалылыҡ, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ, түҙемлек етмәне уға. Юлында ҡаршылыҡтар осраһа, ҡойола ла төшә, дәрте һүнеп, көсө бөтөп, башлаған эшен аҙағына еткермәй, ташлай ҙа ҡуя торғайны. Йорт һалам тип әҙерләгән бураһын, ҡыйығын япмай серетте. Матғәли бәләкәй генә иҫке өйҙә буй еткерҙе.

Ул атаһының уңышһыҙлыҡтарын уның исеменән күрә. Шахғәли – ине исеме. Шахмат буйынса ҡала чемпионы булғанғалыр, Матғәли атаһының холҡон шахмат уйынындағы «шах» позицияһы менән аңлата. Ярыштарҙа уның күргәне бар: шахматсы «шах»ҡа эләкһә, ғәҙәттә, ҡаушап ҡала, ҡанаттары ҡайырылып, нишләргә белмәй аҙай, шул арҡала хаталар яһап, «мат» ала – еңелә.

Исем кешенең яҙмышына йоғонто яһай, тип иҫәпләй ул. Был фекерен үҙенең тормош юлы ла дәлилләй. Етеш тормошта көн күрә ул. Бай ғына нәҫелле ҡыҙға өйләнеп, тиҙ генә тормош ҡороп ебәрҙе. Илдә үҙгәртеп-ҡороу башланғас, кибет асты. Килгән аҡсаға бөтә уңайлыҡтары булған ике ҡатлы йорт һалды. Дөрөҫ, тормош юлында ҡыйынлыҡтар ҙа осрап торҙо. Тәүге ҡыҙҙары зәғиф булып тыуғас, ҡатыны, төшөнкөлөккә бирелеп, ауырыуға һабышты. Матғәли ҡыҙын да, ҡатынын да ҡараны. Ҡатынын аяҡҡа баҫтырғас, зәғиф балаһын һауыҡтырыу өсөн нимә генә эшләмәне! Атаҡлы врачтарға күрһәтте, ҡиммәтле дауалау курстары ойошторҙо. Һөҙөмтәлә ҡыҙы һауыҡты.

Ләкин тормош ҡаршылыҡтары шуның менән генә тамамланманы Матғәли өсөн. Яҙмыш уның ныҡышмалылығын, сабырлығын тикшереп һынауҙар биреп торҙо. Таксист булып эшләгәнендә ямғырлы ҡараңғы төндәрҙең береһендә урам аша сығып барған иҫерек ирҙе тапатты. Әллә күпме судлашып йөрөргә тура килде уға. Әллә күпме йоҡоһоҙ төндәр, тынғыһыҙ көндәр үткәрҙе. Барыбер төрмәнән ҡотолоп ҡалды: амнистияға эләкте.

Үҙенең тормошта өлгәшкәндәрен, бәлә-ҡазанан ҡурсаланыуын ул холҡонан күрә. Атаһынан айырмалы, ҡаршылыҡтар алдында ҡаушап ҡалмай, ныҡышып, түҙеп алға бара, башлаған эшен ярты юлда туҡтатмай. Ә холҡоноң шулай булыуы исемдән тип уйлай. Матғәли «мат» һүҙенән алынған. Ә шахматта «мат» нөктә тигәнде, уйын бөттө тигәнде, «мат» ҡуйған кешенең еңеүен аңлата.

Шуға бит ул яңы тыуған балаһына «мат» һүҙе булған исем эҙләй. Ундай һүҙҙәрҙең тотош бер исемлеген төҙөп алды. Азамат, Самат, Мөхәмәт, Матрай…

Башта Азамат тип ҡушырға теләгәйне, кире уйланы. Был исемде ҡушһаң, улының тормош юлында «мат»тар - тамамланған эштәр аҙ булыр һымаҡ тойолдо уға. Самат исеменән дә шул сәбәпле баш тартты. Был исем «мат» самалы булыуға ишара яһай ине. Мөхәмәт исеме лә оҡшаманы. Ундағы «мәт» һүҙе «маттың» хәлһеҙ варианты кеүек күренде.

Төҙөгән исемлегендә лайыҡлы исемде тапмағас, төшөнкөлөккә бирелеп тә алды ул. Әммә эҙләнеүен туҡтатманы. Һүҙлектәрҙе, әҙәби әҫәрҙәрҙе аҡтарҙы. Тапманы. Ахырҙа үҙе уйлап сығарырға булды. Бер ҡағыҙҙың уртаһына «мат» һүҙен яҙҙы ла, алдына ла, артына ла хәрефтәр, ижектәр ҡушып, исем ижад итергә тотондо. Шәпмат, Ныҡмат, Матғол, Матбай, Ҡушмат, Бармат, Маттимер, Матша, Баймат…

Баймат һүҙенә килеп еткәс, Матғәли ултырған еренән һикереп торҙо. «Таптым», «таптым», - тип шатлығын йәшерә алмай, ҡысҡырып ебәрҙе, ҡулдарын бер-береһенә һуғып алды. «Бына исмаһам исем!», - тип һөйләнде ул. – Баймат! Матҡа бай! Бай ҙа, «мат»лы ла булыр улымдың тормошо…

Бына шулай ер йөҙөндә Баймат Матғәлиевич Ҡамышҡулов тигән атама пәйҙә булды.

Атаһының юрағандары тормошҡа ашты. Баймат бәләкәйҙән һүҙен һүҙ итергә, башлаған эшен аҙағына еткерергә, маҡсаттар ҡуйып йәшәргә өйрәнде. Үҙен тормошта шахматсы итеп тойҙо. Шахын да, матын да ҡуйҙы. Үҙе шах, мат хәлендә булған саҡтарында ла юғалып ҡалманы. Сығыу юлын тапты. Шахматта уйнауы ла ярҙам итте. Атаһына рәхмәт. Мәктәпкә бармаҫ борон уҡ өйрәткәйне. «Тормош ул – шахмат таҡтаһы, - тигәйне атаһы уға. – Шахын да ҡуя, матын да. Ҡаршылыҡтар алдында юғалып ҡалмаһаң, ҡурҡып-ҡаушап артҡа сикмәһәң, кәртәләрҙе урап-ситләп үтә белһәң, йәшәйһең инде был тормошта. Шахмат таҡтаһындағы кеүек үҙеңә юл ярып алға ынтылырға кәрәк».

Байматтың тормошо быға тиклем ошо ҡағиҙәләр буйынса барҙы. Ирешкән уңыштары ла баштан ашты. Шахмат буйынса мәктәп, аҙаҡ ҡала чемпионы булды. Урта мәктәпте тамамлағас, еңел генә институтҡа инде. Әлеге лә баяғы шахмат ярҙам итте. Уҡыу йортона спортсмендар кәрәк бит инде.

Уҡыуы әллә ни шәптән булмаһа ла, деканат стипендиянан ҡалдырманы. «Ул тегендә-бында ярышҡа йөрөп, институтты рекламалай, данын тарата», - тип ғәфү иттеләр. Дүртенсе курста өйләнгәс, аҡсалата ярҙам да күрһәттеләр. Туйында декан үҙе ҡатнашты.

Уҡыуҙы тамамлағас, институтта эшкә ҡалдырҙылар. Ассистенттан кафедра мөдиренә тиклем күтәрҙеләр.

Атаһы шатлана. Улының уңыштарын исемгә бәйләй. Баймат булғанға, бай ҙа, алға ла бара, тип ҡыуана. Баймат үҙе лә исеменең холҡона, тормошона ыңғай йоғонто яһағанына шикләнмәй. Исемен һораһалар, «мат» ижегенә баҫып яһап: «Бай- мат Мат -ғалиевич», - ти. Үҙенән бигерәк исемен ололай ул.

 

***

 

Мәликә дипломының яҙған бер өлөшөн Баймат Матғали улына күрһәтә барҙы. Иң тәүҙә план-конспектын тикшертеп алды. Ҡамышҡулов хаталар табып, кәңәштәр биреп торманы. Бер һүҙ менән генә: «Бара», - тине. Инешен, бүлектәрен, йомғаҡлауын тикшергәндә лә шулай булды. Тыныслана төшкән Мәликә, диплом яҡларға 10-15 көн ҡалғас, бөтә яҙғандарын бергә туплап, Ҡамышҡуловҡа килтерҙе.

-Ярай, ҡалдыр. Бушағас, ҡарап сығырмын. Һин ҡыҙыл дипломға бараһың. Эшеңдә бер хата ла булырға тейеш түгел, - тине ул, Мәликәнең күҙҙәренә серле ҡарап.

Мәликә шикләнеп ҡуйҙы. Кафедра мөдиренең күҙҙәрендә табышына ташланырға әҙерләнгән йыртҡыс ҡарашын төҫмөрләне ул.

Күңеле иләҫләнеп китте. «Нимә менән барып бөтөр икән, - тип көттө. – Дипломды хуплармы, әллә юҡҡа сығарырмы?» Тиҙерәк уның һөҙөмтәһен белергә теләне. Ҡамышкулов һуҙҙы. Осраған мәлдә лә Мәликәне күрмәмешкә һалышты.

Ниһайәт, бер аҙнанан ул ҡыҙҙы кафедраға саҡырып алды. Мәликә килеп ингәндә, кафедрала Ҡамышҡуловтан башҡа бер кем дә юҡ ине. Ул һүҙҙе оҙаҡҡа һуҙып торманы. Өҫтәлдә ятҡан диплом эшен ҡулына алды ла: «Мәликә, был көйө эшеңде яҡлауға сығара алмайым», - тине.

Мәликә был һүҙҙең булырын алдан уҡ төҫмөрләһә лә, тертләне, тәненән ток үтеп киткән кеүек булды.

- Нишләп улай тиһегеҙ?

- Плагиат. Сығанаҡтарын күрһәтмәйенсә сит кешеләрҙең фекерҙәрен файҙаланғанһың. Был әҙәпһеҙлек кенә түгел, енәйәт тә.

- Эшемде өлөшләп тикшереп сыҡтығыҙ ҙа инде. Ниңә шул ваҡытта әйтмәнегеҙ? – Мәликә ҡыйыулана төштө.

- Ул ваҡытта иғтибар итеп етмәгәнмен. Эш араһында ҡабалан ғына тикшерелгән. Ғәфү ит, ғәйеплемен.

- Ә хәҙер миңә нимә эшләргә?

- Белмәйем инде. Үҙем дә аптырап торам. Ике аҙна эсендә кондицияға еткерә алмаҫһың ул. Ҡайһы бер параграфтарын яңынан яҙырға кәрәк буласаҡ бит. Ә мин ғилми етәксең булараҡ та, кафедра мөдире булараҡ та диплом эшеңде был көйө яҡлауға сығара алмайым. Нимә яҡлайһың һин унда? Сит авторҙарҙың фекеренме? Улай булмай бит инде.

Мәликә, һөйләшеүҙе туҡтатып, күтәреп-бәреп сығып китергә лә әҙер ине, тыйылды.

- Мин быйыл диплом яҡлай алмай булып сығаммы ни инде? - тине ул борсолоп.

- Шулай булырға мөмкин шул. Дүрт йыл буйы уҡығаның юҡҡа сығыуы бар. Икенсе йыл әллә килә алаһың, әллә юҡ. Тормош бит.

- Бер ниндәй ҙә сығыу юлы юҡмы инде был хәлдән? - Мәликә көрһөнөп ҡуйҙы.

Баймат Матғәли улы шул һорауҙы көтә ине. Тәҙрәгә ҡарап уйланып ултырған кеше булды ла:

- Әллә, - тине, - мин үҙем дә һине йәлләп ултырам. Тырышып уҡының, ҡыҙыл дипломға бараһың. Һин яҡлауға сыҡмаһаң, миңә лә уңайһыҙ. Һүҙ тейеүе бар. Кафедра мөдире булып, ваҡытында хатаһын күрмәгән, талиптың яҙмышына төкөрөп ҡараған, тип тәнҡитләргә лә мөмкиндәр. Ә инде һине ошо көйө яҡлауға сығарһам, тикшергән ваҡытта плагиат асыҡланһа, тағы ла оят. Комиссия рәйесе лә принципиаль күренә. Ул бит Силәбенеке булһа ла министерство вәкиле булып килә. Белмәйем, улар менән нисек уртаҡ тел табырға икән. Һин бик ауыр хәлгә ҡуйҙың әле мине. – Ҡамышҡулов ҡапыл, башына шәп фекер килгәндәй, һиҫкәнеп китте лә, Мәликәгә ҡарап: - Әйҙә былай итәйек. Һин 15 мең аҡса тап та, мин комиссия рәйесенә, ағзаларына бүләктәр алып биреп, ауыҙҙарын ябайым.

Һөйләшеү ошо урынға еткәс, Мәликә сумкаһына үрелде. Асып аҡтарына башлағас, Ҡамышҡулов уны аҡса эҙләй тип уйланы. Ҡыҙ дарыу сығарып йотоп ебәргәс, сысҡан баҫтырып, тота алмаған бесәй шикелле, ирендәрен ялап ҡуйҙы.

- Аҡсаны яҡлауға тиклем килтереп бирерһең инде, - тине ул, Мәликә, урынынан тороп, сығырға әҙерләнгәс.

 

***

 

Мәликә Ҡамышҡуловҡа аҡса бирергә йыйынманы ла. Нишләп уға аҡса бирергә тейеш әле. Ул Ҡамышҡуловтың бындай эш менән даими шөгөлләнгәнен белә. Плагиат та юҡ Мәликәнең диплом эшендә. «Плагиат» тигән һүҙ – Ҡамышҡуловтың ҡармағы. Шул һүҙ ярҙамында талиптарҙан аҡса умыра. Бирәм тиһә, Мәликә аҡсаһын да бирә алыр ине. «Эш бит аҡсала тормай, - тип уйлай ул. – Аҡса биреп үҙемде кәмһетәйемме? Булдыҡһыҙ кешеме әллә мин?! Кешенән оят, аҡса биреп диплом яҡланы, тип һөйләрҙәр. Һөйләмәһә, уйларҙар. Гонаһ шомлоғо. Аҡса түләп аҙғындарҙы күбәйтәһем юҡ. Уҡып бөтмәһәм бөтмәм, әммә был алама эшкә бармам».

Шулай ҙа ҡыҙҙың күңеле шомланды. «Быйыл бөтмәһәм, икенсе йыл әллә бөтә алам, әллә юҡ», - тип уйланы ул. - Яратҡан егете менән уҡыуҙы тамамлағас, никахланышырға тип һүҙ ҡуйышҡайнылар. Өйләнешеп, ауырға ҡалып ҡуйһа, икенсе йыл уҡыу ҡайғыһы ла булмаҫ. Икенсе йылда ла быйылғы хәл ҡабатланырға мөмкин бит әле. Ҡамышҡуловты кем эштән сығарып ташлар тиһең».

«Быйыл яҡларға кәрәк дипломды» тигән ҡарарға килде ҡыҙ. Тик быға нисек өлгәшергә? Әллә полицияға мөрәжәғәт итергәме? Унда ла Ҡамышҡуловтың дуҫтары бар тип һөйләйҙәр. Мин уның аҡса һорағанын иҫбат итә алырмынмы? Шаһиттарым юҡ. Ғәйбәтсе тип үҙемде ғәйепләрҙәр. Ҡамышҡуловтан булыр. Шуларҙы уйлап, Мәликә был ниәтенән дә баш тартты.

«Нисек тә булһа яҡлауға рөхсәт алыуға өлгәшергә кәрәк, - тигән маҡсат ҡуйҙы Мәликә үҙ алдына. – Яҡлауға инһә, бирешмәҫ ине әле. Ҡамышҡулов унда бер үҙе түгел, комиссия хәл итә».

Мәликә был маҡсатҡа хәйлә менән өлгәшергә булды. Өс-дүрт көн аңҡы-тиңке йөрөгәндән һуң, Ҡамышҡуловты урамда көтөп тороп осратты ла тыныс ҡына:

- Баймат Матғәлиевич, мин һеҙҙең тәҡдимегеҙгә риза. Ике аҙнанан аҡсам була, иҫәпләшермен. Рөхсәт итегеҙ диплом яҡларға, - тине.

Ҡамышҡуловҡа был тәҡдим оҡшап етмәһә лә урам буйында һатыулашып торорға тартынды.

- Ярар, - тине, - тик онотма. Юҡһа, яҡлай алмаҫҡа мөмкинһең. Комиссия баһалай бит, бер үҙем түгел.

-Юҡ, юҡ, - онотмайым, онотмаясаҡмын, - тип яуапланы Мәликә.

Иртәгәһен кафедрала Мәликә дипломына ҡул ҡуйҙырып алды.

Ҡамышҡулов нимәлер әйтергә уҡталғайны ла, тирә-яғындағы кешеләрҙе шәйләп, өндәшмәне.

 

***

 

Бына шул дипломын тотоп аудитория ишеге алдында сират көтөп тора Мәликә.

Мәликә килеп ингәс, Ҡамышҡуловтың уйҙары сыуалды. Бая ҡыҙ аудиториянан сығып киткәс, ҡурҡып, аҡса артынан йүгергәндер, тип уйлағайны. «Улай булһа, аҡсаһын бирмәйенсә инмәҫ ине, - тигән фекергә килде ул. – Төп башына ултыртты бит был мине. Шах ҡуйҙы. Ярай, һин «шах» ҡуйһаң, мин һиңә «мат» ҡуйырмын. Дипломһыҙ ҡалдырырмын».

Уйланып ултырып, Мәликәнең трибуна алдына килеп баҫҡанын абайламай ҙа ҡалды.

- Һүҙ Мәликә Алсынбаеваға бирелә. Диплом эшенең темаһы «Ришүәтсенең психологик-педагогик портреты» тип атала. Ғилми етәксеһе - педагогика фәндәре кандидаты, доцент Камышҡулов Баймат Матғәлиевич, - тип комиссия рәйесе иғлан иткәс кенә, айығып китте.

Мәликә диплом эшенең маҡсаты, проблемаһы, гипотезаһы, ҡулланылған методтары, этаптары тураһында тиҙ-тиҙ-тиҙ генә һөйләп үтте лә йөкмәткеһенә күсте. Һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.

Ҡамышҡулов уның һәр һүҙен иғтибар менән тыңланы, етешһеҙлектәрен табып, «мат» ҡуйырға әҙерләнде. Мәликә, сығышын тамамлап, рәис, кемдәрҙең һорауы бар, рәхим итегеҙ, тигәс, беренсе булып ҡулын күтәрҙе.

- Бая Һеҙ дипломығыҙҙан ике тапҡыр бер өҙөк уҡып киткәйнегеҙ. Шуны бит кешенән күсереп алғанһығыҙ, ә сығанағын күрһәтмәгәнһегеҙ. Ни өсөн? - Ҡамышҡулов алдында ятҡан ҡыҙҙың дипломына төртөп күрһәтте.

Быны ишеткәс, Мәликә һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә йылмайып ҡуйҙы. Был һорауҙы махсус рәүештә үҙе тыуҙырырға теләгәйне бит ул. Шуға ла ике тапҡыр уҡып баҫым яһағайны. Был эш уның Ҡамышҡуловты фашлау планына ингәйне.

- Ғәфү итегеҙ, ә һеҙ кемдән күсергән тип уйлайһығыҙ? – тип һорауға һорау менән яуап ҡайтарҙы ҡыҙ.

Быны ишеткәс, Ҡамышҡулов урынынан һикереп торҙо.

- Минән, - тине лә ҡабаланып ишек яғына ыңғайланы. – Мин хәҙер сығанағын күрһәтәм уның.

Комиссия ағзалары бер ни аңламай бер-береһенә ҡарашып алғансы, Ҡамышҡулов ҡулына «сығанаҡ» тотоп килеп тә керҙе.

- Һеҙ уны минең диссертациянан күсергәнһегеҙ. Бына 34-се биттән 36-сы биткә тиклем, - тине лә, комиссия ағзаларына ҡарап. – Ғәфү итегеҙ, ваҡытында иғтибар итмәгәнмен. Әле генә белеп ҡалдым. Элек ул өҙөк юҡ һымаҡ инесе.

- Мин Һеҙҙән күсермәнем, - тине Мәликә.

- Нисек инде күсермәнең. Бына бит ул өҙөк һиндә лә, миндә лә бар. – Ҡамышҡулов ҡыҙҙың дипломы менән үҙенең диссертацияһын комиссия рәйесе Айғушевҡа шылдырҙы.

Уныһы яйлап ике тексты ла уҡып сыҡты, артҡы битен асып ҡулланылған әҙәбиәт исемлеген ҡараны. Шунан башын бороп Ҡамышҡуловтың ҡыуаныс бөркөлөп торған күҙҙәренә текәлде.

Тынлыҡты Мәликәнең тауышы боҙҙо.

- Мин, Баймат Матғәли улы, диссертацияғыҙҙы башынан аҙағына тиклем уҡып сыҡһам да, ул тексты Һеҙҙең диссертациянан алманым. Мин уны Наил Яхъя улының «Буласаҡ уҡытыусыларҙы әҙерләүҙә рефлексив методтарҙы ҡулланыу юлдары» исемле китабынан алдым, - тине. - Сығанағы дипломдың әҙәбиәт исемлегендә күрһәтелгән. Мин түгел, Һеҙ күсергәнһегеҙ уны. Плагиат миндә түгел, Һеҙҙә.

Ҡамышҡуловҡа был аяҙ көндө йәшен атҡан кеүек тойолдо. Мәликә яғынын да, Айғушев яғынан да йәшен уттары уның тәнен тишкеләй кеүек ине.

- Мат… Матғәлиевич, әйҙә дипломға яҙған рецензияғыҙҙы уҡып ишеттерегеҙ, - тине Наил Яхъя улы яҡлау процедураһын күҙәтергә тырышып. Килеп сыҡҡан көсөргәнешлекте бөтөрөү өсөн Мәликәнең яҡлауын тиҙерәк йомғаҡларға теләй ине ул.

Ҡамышҡулов үҙе яҙған баһаламаһын уҡый алманы. Күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Текстағы хәрефтәр һикерешеп уны үсекләгән кеүек булды. Өс хәреф бергә ҡосаҡлашып, «мат», «мат» тип ҡабатлаған һымаҡ тойолдо уға. Шуға ла телдән арлы-бирле генә һөйләне лә, ауыр һулап, урынына ултырҙы.

Быларҙы күреп торған Мәликә еңеләйеп, бушанып ҡалғандай булды. Йомғаҡлау һүҙендә: «Ришүәтселек менән төрлө саралар ҡулланып ныҡышмалы көрәшергә кәрәк. Ришүәтселәрҙе беҙ үҙебеҙ тыуҙырабыҙ. Улар беҙҙең арала. Уҡып сығып эшкә тотонғас, был проблеманы мин тағы ла тәрәнерәк итеп өйрәнергә теләйем. Тыңлап ултырыуығыҙ өсөн рәхмәт, - тине.



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2019-04-29 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: