Образы повести М. Карима «Помилование» 10 глава




Хәрефтәрҙе ҡушып уҡыу ҙа балаларға ҡыйын булманы. Уныһы ла уйын аша өйрәнелде. Хәҙер инде балаларҙың арҡаһында бер түгел, тоташтырылып яҙылған ике хәрефле ҡағыҙ эленде. Улар яҙыу хужаһының исеменең тәүге ижеге ине. «Ғә» хәрефтәре Ғәрифә, «Юл» Юлай исемдәренән алынғайны. Бер ижекте ҡушып өйрәнгәс, башҡаларын ҡушыу ҡыйын түгел. Рәмзиә «Ижектәр» тигән уйын ойоштороп, балаларҙың белемен тикшергәс, шатланды. «Ҡайһылай һәйбәт, бөтәһе лә мин уйлағанса бара», - тип уйланы.

Хәрефтәрҙе ҡушып уҡырға өйрәнгәс, тотош һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе уҡырға өйрәнеү башланды. Уҡыусыларҙың тәүге уңыштарын күреп, ата-әсәләр ҙә, туғандар ҙа дәртләнеп китте. Балалары менән улар ҙа өйҙә эшләне.

Быларҙан һуң шыма уҡырға өйрәнергә тотондолар. Уның өсөн Рәмзиә дәрестә уҡыусыларҙан «Әлифба» китабындағы текслы биттәрҙе астырҙы ла үҙалдына ҡысҡырып уҡырға ҡушты. Класта ҡорт иләүендәгә шикелле геүләү башланды. Әммә ул берәүгә лә ҡамасауламаны, киреһенсә, балаларҙы дөйөм ритмда эшләргә мәжбүр итте.

Уҡытыусы:

- Балалар, ҡайһы юлды уҡыйһығыҙ, шунда бармағығыҙ менән төртөп күрһәтеп барығыҙ, ә мин рәттәр буйлап ҡарап йөрөрмөн, - тине.

Ул эйелеп һәр баланың уҡыуын тыңланы. Бер ҡат, ике ҡат, өс ҡат… әйләнде. Дәрес аҙағынаса шулай йөрөнө лә йөрөнө. «Әлифба»ны бөткәс, китапхананан балалар өсөн яҙылған ҙур табаҡлы йоҡа китаптарға тотондолар. Уларҙы ла баяғыса тауышланып уҡынылар. Уҡытыусы рәттәр буйлап йөрөп тыңланы.

Балалар үҙҙәренең шыма уҡырға өйрәнгәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалды.

Бының менән генә туҡталманы Рәмзиә. Класс стенаһына кәштә ҡуйҙырып, «китапхана» ойоштороп ебәрҙе. Унда һәр кем өйөнән үҙҙәренең китаптарын килтереп ҡуя. Оҡшағанын һайлап алып ҡайтып, өйөндә уҡый. Уҡып сыҡҡас, килтереп яңынан кәштәгә ҡуя. Икенсеһен ала. Көн һайын яңырып торған был китапхана балаларҙың уҡыу сифатын, телмәрен үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Уларҙа китап уҡыуға ынтылыш тәрбиәләне. Ә бит Рәмзиә шуға өлгәшергә теләгәйне. Китап менән дуҫ булған кешенең рухи үҫеше тиҙләшә икәнен аңлай ине.

Ошонан һуң Рәмзиәнең көндәлегендә яңы яҙма хасил булды. «Балаларҙы шыма уҡырға өйрәтеү өсөн дәрестә уларҙың бөтәһен бер юлы ҡысҡыртып уҡытырға кәрәк. Күп уҡытыусылар бер баланы таҡта алдына сығарып уҡыталар ҙа, башҡаларын тыңлап ултырырға ҡушалар. Улайтып шыма уҡырға өйрәнеп булмай», - тип яҙып ҡуйҙы.

Математика дәрестәрен дә үҙенсә ойошторҙо Рәмзиә. Балаларҙы ата-әсәләре, апай-ағайҙары ярҙамында һанарға өйрәтте лә, һандарҙың яҙылышын аңлатып бер-ике дәрес үткәргәндән һуң, ҡушыуҙы, алыуҙы, ҡабатлауҙы, бүлеүҙе бер юлы өйрәтергә тотондо. Уның өсөн аҡсаларҙы ҡулланды. Күп итеп тимер аҡсалар йыйҙы ла шуларҙан балаларға «миҫалдар, мәсьәләләр» эшләтте. Алдылар, ҡуштылар, бүлделәр, ҡабатланылар. Аҡса менән математиканы өйрәнеү еңел булды. Сөнки балаларҙың күбеһе мәктәпкә тиклем аҡса менән әҙ-мәҙ эш иткән. «Копилка»ға аҡса йыйғандар, магазинға йөрөгәндәр.

Рәмзиә һандарҙы унлыҡтарға, йөҙлөктәргә, меңлектәргә бүлеп, уларҙың һәр береһенә күп ваҡыт сарыф итеп, айырым-айырым өйрәтеп ултырманы. Бер юлы ҙур һандар менән эш итте. «8-ҙе 4-кә бүлдең ни ҙә, 8888-ҙе 4444 бүлдең ни. Бер айырма ла юҡ,- тип уйланы ул. – Бер үк эш».

Бер ваҡыт тәнәфестә математика дәресе алдынан эргәһендә баҫып торған Русланға 12+4-3 =? тигән миҫалды ҡағыҙ киҫәгенә яҙып бирҙе лә күҙәтте. Русландың ҡағыҙға текәлеп торғанын күреп, уның тирәһенә тәүҙә малайҙар, әҙерәк торғас, ҡыҙҙар йыйылып китте. Ҡағыҙ ҡулдан ҡулға күсте. Шул арала уҡытыусы төркөмгә ҡушылмай ситтәрәк баҫып торған Йәмиләгә миҫал яҙылған ҡағыҙ тотторҙо. Уның эргәһендә яңы төркөм барлыҡҡа килде. Тағы ла миҫалдар яҙып таратҡас, өсөнсө, дүртенсе төркөмдәр хасил булды. Төркөмдәрҙә балалар бергәләп миҫалдарҙың сиселешен эҙләнеләр, бәхәсләштеләр, кәңәшләштеләр. Хатта дәрескә ҡыңғырау яңғырағанын да ишетмәнеләр. Яуабын тапҡан төркөмдөр ҡағыҙҙарын уҡытыусыға күрһәтә, яңы миҫалдар алып, эштәрен дауам итә. Бөтә дәрес шулай аяғөҫтө үтте.

Был алымды Рәмзиә йыш ҡулланды. Ул үҙен аҡланы. Уҡыусылар үҙ-ара кәңәшләшеп, бәхәсләшеп, ярҙамлашып эшләргә өйрәнде.

Рәмзиәнең көндәлегендә сираттағы яҙыу пәйҙә булды. «Математика дәресендә һандарҙы унлыҡ, йөҙлөк, меңлек кеүек берәмектәргә айырып түгел, ә бөтәһен бер юлы өйрәнергә кәрәк. Алыу, ҡушыу, бүлеү, ҡабатлау ғәмәлдәрен дә бергә өйрәнһәң, улар еңел үҙләштерелә. Ваҡыт та экономиялана. Иҫәп-хисапҡа өйрәткәндә, аҡсаларҙы ҡулланыу файҙалы. Миҫалдарҙы, мәсьәләләрҙе төркөмдөргә бүленеп эшләү отошло».

Беренсе синыф уҡыусылары араһында үткәрелгән викторинала Рәмзиә, үҙенең эш алымдарының дөрөҫлөгөнә ышанып, балаларының уңыштарына ҡыуанып ултырҙы.

 

***

 

Викторина һөҙөмтәләре уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире Рәшиҙә Ҡашҡаровнала Рәмзиәнең эшенә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

- Нишләп быға тиклем уға иғтибар биреп еткермәгәнмен икән, - тип уйланы ул. – Ә ҡайһылай уҡыусылары көслө. Бөтә төр ярыштарҙа ла еңеп сыҡтылар. Сере нимәлә? Нисек уҡыта икән? Әллә иртәгә дәресенә кереп сығайыммы? Юҡ, иртәгә былай ҙа эшем күп, отчет яҙырға кәрәк. Әйҙә иртәнән һуңға уҡытыусылар өсөн асыҡ дәрес үткәреүен һорайым. Бер юлы ике кәмәнең ҡойроғон тоторбоҙ. Уҡытыусылар уның эш алымдары менән танышыр, минең дә эшем күренер.

Шуларҙы уйлап, Рәмзиәне кабинетына саҡырып алды.

- Рәмзиә Саматовна – һин - йәш белгес. Яңы эш башлап тораһың. Викторинала балаларың бик әүҙем булды, беренселекте бирмәнеләр. Уҡытыусылар ҡыҙыҡһына. «Ул уңыштарға нисек өлгәшкән икән?» – тип һорайҙар. Әйҙә улар өсөн асыҡ дәрес үткәреп ебәр әле. Күмәкләп баһаларбыҙ.

- Ҡасан үткәрергә һуң?

- Иртәнән һуңға. Һуңға ҡалдырырға ярамай. Сирек бөтөп килә. Отчеттар, йыйылыштар… Яңы йылға ла күп ҡалманы. Уға әҙерләнергә кәрәк.

- Мин ҡаршы түгел дә ул, - тип һүҙ башланы ҡыҙ. – Тик уҡыусыларымдың викториналағы күрһәткестәренә нисек өлгәшкәнемде дәрестә күрһәтә алмайым бит инде, һөйләп кенә аңлата алам.

- Әллә асыҡ дәрес үткәрергә теләмәйһеңме?

- Юҡ, юҡ, теләмәйем түгел. Әгәр ҙә элекке дәрестәремде ҡабат үткәрһәм, балалар асылып, ҡыҙыҡһынып эшләмәҫ. Улар өсөн был үткән этап бит инде. Яңы тема буйынса үткәрһәм, викторинала күрһәткән уңыштарға ирешеү юлдарын аңлатып булмаҫ. Үҙегеҙ бит шул уңыштарға нисек өлгәшеүегеҙҙе күрһәтегеҙ, тиһегеҙ. Шуға әйтәм.

«Башы эшләй был ҡыҙҙың, - тип уйланы Рәшиҙә Ҡашҡаровна. – Һөйләгәндәре раҫ».

- Улай булғас, әйҙә бүтән синыфта үткәрәйек. Беҙҙә беренсе синыфтар күп тә инде. Ҡайһыһын һайлар инең?

- 1а-ны. Викторинала иң түбән күрһәткестәр уларҙа булды. Әгәр ҙә уҡытыусыһы риза булһа.

- Булыр. Уның менән үҙем һөйләшермен. Әҙерләнә башлана.

Бер түгел, ике дәрес үткәрҙе Рәмзиә. Береһе уҡыу буйынса, икенсеһе математиканан. Тәүге дәрестә балаларҙы нисек итеп шыма уҡытырға өйрәткәнен күрһәтте. Үҙенең синыфындағы кеүек бында ла һәр бала тексты үҙалдына ҡысҡырып уҡыны, уҡытыусы, рәттәр буйлап йөрөп, тыңланы. Математиканан аҡсаларҙы файҙаланып, уҡыусыларҙы төркөмдәргә бүлеп, аяғөҫтә үткәргән дәрестәрен күрһәтте.

Рәмзиә оялып, тартынып торманы, үҙен ҡыйыу тотто. Викторина һөҙөмтәләре уға көс бирҙе. Үҙе һиҙҙермәй генә уҡытыусыларҙы күҙәтте. Улар ғәжәпләнеп ултырған кеүек тойолдо уға.

 

***

 

Ҡыңғырау яңғырап, уҡыусылар таралышҡас, асыҡ дәрес буйынса фекер алышыу башланды. Һөйләшеүҙе Рәшиҙә Ҡашҡаровна алып барҙы.

- Өйрәнелгән ғәҙәт буйынса, - тип башланы ул һүҙен, Рәмзиәгә ҡарап. – Иң тәүҙә дәрес авторы һөйләп китә. Ниндәй маҡсаттар ҡуйғанығыҙҙы, уларҙы тормошҡа ашыра алдығыҙмы-юҡмы, шулар тураһында һөйләгеҙ. Ғөмүмән, үҙегеҙҙең дәресегеҙҙе үҙегеҙ баһалап китегеҙ. Аҙаҡ килгән уҡытыусыларҙы тыңларбыҙ.

- Асыҡ дәрестәрҙе сит синыфта үткәргәс, ҡыйыныраҡ булды. Балалар минең эш алымдарыма, мин уларға өйрәнмәгәнмен. – Рәмзиә Рәшиҙә Ҡашҡаровнаға ҡарап алды. – Әммә был хәл дәрестең сифатына әллә ни насар йоғонто яһаманы, булһа кәрәк. Маҡсатым уҡыусыларҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә әҙ көс менән күп нәмәгә өйрәтеү ине. Уҡыу дәресендә лә, математика дәресендә лә был маҡсат алдымда торҙо. Балаларҙың уҡыуын шымартыу, камиллаштырыу өсөн бөтәһен бер юлы ҡысҡырып уҡыттым. Математикала аҡсалар ҡулландым. Улар ярҙамында һанарға, ҡушырға алырға, бүлергә, ҡабатларға өйрәтеү еңел. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, бөтә математик ғәмәлдәрҙе бер юлы өйрәтергә тырыштым. Шулай иткәндә, улар тиҙ үҙләштерелә, ваҡыт та экономиялана. Төркөмдәргә бүлеп, миҫалдар эшләтеү ҙә шул маҡсатҡа булышлыҡ итә.

Рәмзиә һөйләп бөттө лә:

- Бына шулар инде минең әйтә торған һүҙҙәрем. Бөтәһен дә үҙегеҙ күрҙегеҙ, - тине.

Рәшиҙә Ҡашҡаровна, быны ишеткәс, уҡытыусыларға ҡарап:

- Хәҙер һорауҙарығыҙҙы бирегеҙ авторға - тине.

Уҡытыусылар, шуны ғына көтөп торғандай, бөтәһе бер юлы ҡулдарын күтәрҙе. Беренсе булып Рәмзиәгә синыфын биреп торған Ғәлиә Ғәлиевна һүҙ алды.

- Әйтегеҙ әле, Рәмзиә Саматовна, - тине ул, - Һеҙ дәресегеҙҙе ниндәй фәнни-методик китаптарға таянып ойошторҙоғоҙ?

- Мин институтта дүрт йыл буйы алған белемемә таянып эш иттем, - тип башланы Рәмзиә. – Бигерәк тә, уҡытыусыбыҙ, кафедра мөдире Рафиҡ Сабировичтың беҙҙең өсөн яҙған «Педагогика» дәреслегенә нигеҙләндем.

Ғәлиә Ғәлиевна урынына ултырмағайны. Рәмзиәнең яуабын тыңлап бөткәс, икенсе һорауын бирҙе.

- Ә уҡытыусығыҙҙың ул китабында һеҙҙең бөгөнгө дәрестәрегеҙҙең сценарийҙары, йәғни план-конспекттары бармы? Булһа, Һеҙ шуларҙы файҙаландығыҙмы?

- Юҡ! Ул дәреслектә сценарийҙар ҙа, дәрес конспекттары ла юҡ. Унда педагогик процесс тураһында дөйөм мәғлүмәт бирелә. Уның асылы, маҡсаты, йөкмәткеһе, принциптары, формалары, методтары, һөҙөмтәләре тураһында ентекләп яҙыла. Шуларҙы үҙләштерһәң, педагогик процесты тулыһынса күҙ алдына килтерәһең, башыңда, русса әйткәнсә, дөрөҫ ғилми-педагогик мировоззрение тыуа. Шул мировоззрение буйынса, урындаға шарттарҙы иҫәпкә алып, үҙаллы эш итәһең, дәрес үткәрәһең. Әҙер сценарий буйынса уҡытырға, беҙ сәхнәлә уйнаған артистар түгел дә. Бына, мәҫәлән, мин бөгөн бер үк тема буйынса Һеҙҙең синыфта дәресте бер төрлө, ә үҙемдең синыфта икенсерәк итеп үткәрҙем. Балалар айырыла. Универсал, һәр синыфҡа яраған дәрес конспекттары булмай. Уҡытыусыбыҙ шул фекерҙе йыш ҡабатлай торғайны.

- Юҡ шул! – Ғәлиә Ғәлиевна тоҡанып китте. – Яңы эш башлаған йәш белгес, мировоззрениеһына таянып, сифатлы дәрес конспекты төҙөй алмай. Тәжрибәле уҡытыусыларға ла еңел бирелмәй ул. Юҡҡамы ни «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының һәр һанында тиҫтәләгән дәрес өлгөләре баҫып сығаралар. Ә бит ул журнал - Мәғариф министрлығының баҫмаһы. Һеҙҙең ул журналды күргәнегеҙ ҙ юҡтыр әле. Тотошлайы дәрес өлгөләренән торған китаптар ҙа бар. Бына шуларҙың береһе. Ғәлиә Ғәлиевна сумкаһынан китап алып күрһәтте.

Рәмзиә юғалып ҡалманы.

- Беҙ ул журналда баҫылған дәрес өлгөләрен, Һеҙ күрһәткән китапты ла семинарҙарҙа тикшерә торғайныҡ. Уларҙың бер файҙаһы ла юҡ. Һәр уҡытыусы дәрестең план-конспектын үҙе төҙөргә тейеш, - тине.

Һүҙҙең бәхәскә әйләнеп барғанын күреп, Рәшиҙә Ҡашҡаровна урынынан торҙо.

- Ярай, оҙонға китеп бара, һүҙҙе башҡаларға бирәйек. Кемдең һорауы бар?

Һүҙҙе 1б синыфы уҡытыусыһы алды.

- Рәмзиә Саматовна, - тип башланы ул. – Һеҙҙең ике дәресегеҙҙә лә шау-шыу булды. Ҡысҡырып уҡынылар, аяғөҫтө мәсьәләләр систеләр, бер төркөмдән икенсеһенә күсеп йөрөнөләр. Ошолар Һеҙгә оҡшаймы? Тәртипһеҙлеккә килтермәйме былар балаларҙы? Мәктәптә утыҙ йыл эшләп ундай дәресте күргәнем булмағайнысы.

- Һеҙ әйткән шау-шыуҙар - эш ваҡытында барлыҡҡа килә торған шау-шыуҙар ул, - тип башланы Рәмзиә. – Һыуытҡыс, теген машинаһы, кондиционер һәм башҡа приборҙар эшләгәндә лә, тауыш сыға. Шуның кеүек дәресемдәге шау-шыуҙар ҙа эш барғанын күрһәтә. Уларҙан ҡурҡырға ярамай. Балаларҙың һаулығына ла, тәртибенә лә уларҙың зыяны юҡ. Киреһенсә, балаларҙы әүҙемләштерә. Балалар йәнһеҙ предмет кеүек ҡыбырҙарға ҡурҡып ултырмай. Ҡурҡып, ҡалтырап ултырып, күпме уҡыусыларҙың һаулығы ҡаҡшай. Ул турала матбуғатта материалдар баҫылып тора.

Рәмзиә һөйләп бөтөр-бөтмәҫтән 1в синыфы уҡытыусыһы Сәкинә Сәрүәровна урынынан күтәрелде.

- Һеҙ, Рәмзиә Саматовна, йәш булһағыҙ ҙа, бирешмәйһегеҙ, һәр һорауға яуабығыҙ бар. Минең һорауыма ла яуап бирегеҙ әле. Һеҙ стандарттар, уҡыу программалары буйынса уҡытаһығыҙмы?

- Әлбиттә, тик мин ул стандарттарҙы, программаларҙы бер аҙ үҙгәртәм. Уларға ижади ҡарайым. Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә ижади эшләргә лә саҡырғайнылар бит.

Һүҙгә Рәшиҙә Ҡашҡаровна ҡушылды.

- Нисек ижади ҡарайһығыҙ? Стандарттарҙы, программаларҙы нисек үҙгәртәһегеҙ?

- Мин уларҙы ҙурайтам, киңәйтәм. Икенсе төрлө әйткәндә, мин балаларға ул документтарҙа ҡаралған темаларҙы ғына түгел, өҫтәлмә материалдарҙы ла өйрәтәм. Шуға минең уҡыусыларым башҡаларға ҡарағанда күберәк белә. Уҡыуҙы шулай ойоштороу өсөн төрлө саралар ҡулланам. Хәрефтәрҙең, шулай уҡ математик ғәмәлдәрҙең бөтәһен бер юлы өйрәнеү, күмәкләп ҡысҡырып уҡыу, аҡсалар ҡулланыу уҡыу темпын тиҙләтергә, ваҡытты экономияларға ярҙам итә. Ата-әсәләрҙе, ғаиләнең башҡа ағзаларын йәлеп итеү ҙә шуға булышлыҡ итә. Әлеге мәлдә беҙ беренсе ярты йыллыҡ программаларын үҙләштереп бөтөп, икенсе ярты йыллыҡҡа тәғәйенләнгән темаларҙы өйрәнеп ятабыҙ. Былай эшләү уҡытыусымдың дәреслегендә яҙылған «йөкмәткенең сикләнмәгәнлеге» тигән принципҡа нигеҙләнә.

Иғтибар менән тыңлап ултырған Рәшиҙә Ҡашҡаровна һорап ҡуйҙы:

- Ә журналға ҡайһы темаларҙы яҙаһығыҙ?

- Программа буйынса яҙам. Икенсе тема үтһәк тә…

Рәшиҙә Ҡашҡаровна «о-о-о» тигән һымағыраҡ өн сығарҙы ла, ни әйтергә белмәй, телһеҙ ҡалды.

- Ә Һеҙ уҡыусыларға билдәләр ҡуяһығыҙмы? – Был һорауҙы бығаса һүҙгә ҡушылмай, үҙ сиратын көтөп ултырған Әнисә Мөхлисовна бирҙе.

- Ҡуям.

- Ә бит беренсе синыфта билдәләр ҡуйырға ярамай. Шалва Амонашвилиҙең «Обучение. Оценка. Отметка» тигән китабында ул турала дәлилләп яҙылған. Уҡыманығыҙмы ни? Уҡытыусығыҙ аңлатманымы?

- Уҡыным, уҡытыусым да аңлатты. Билдәләрҙән баш тартыу дөрөҫ түгел. Эш бит билдәлә түгел, ә уны нисек, ни өсөн ҡуйыуҙа. Әгәр ҙә билдә эште яҡшыртыуға булышлыҡ итә икән, ниңә ҡуймаҫҡа. Уның бер зыяны ла юҡ. Беренселәр айырыуса мохтаж дәртләндереүгә. Яҡшы билдә баланы ҡанатландыра. Мин хатта 3+; 4+; 5+; -3; -4; -5 билдәләре лә ҡуям.

Шул урында Рәшиҙә Ҡашҡаровна сәғәтенә ҡарап алды:

- Ваҡыт үтеп бара. Һорауҙарҙы туҡтатып, баһалауҙарға күсәйек, - тине. – Йә, кемдән башлайыҡ? Һеҙме, Әнисә Мөхлисовна?

- Ярай, минән булһын, - тип, Әнисә Мөхлисовна һөйләй башланы. – Әлбиттә, яңы эш башлаған кешенең, ҡаты бәрелеп, ҡанатын һындырырға ярамай. Әммә фекеремде әйтмәй булмай. Дәрестәр оҡшаманы. Баҙарҙағы һымаҡ шау-шыу. Уңға-һулға йөрөш. Күрмәгәнде күрһәттегеҙ, Рәмзиә Саматовна. Башҡаларҙың дәрестәренә йөрөгөҙ, тәжрибәле уҡытыусыларҙан өйрәнегеҙ. Ә былай бармай.

Һүҙ Сәкинә Сәрүәровнаға бирелде.

- Мин Әнисә Мөхлисовнаның һүҙҙәренә ҡушылам. Өҫтәп шуны әйтәм. Нишләп һеҙ математика дәрестәрендә аҡсалар ҡулланаһығыҙ? Бәләкәй генә балалар әле үк аҡсалар менән эш итһә, һуңғараҡ ни булыр? Аҡсаға уҡыусыларҙың мөнәсәбәте хаҡында ғалимдар тарафынан әллә күпме китаптар яҙылған. Шуларҙы уҡырға кәрәк, Рәмзиә Саматовна. Ни сыҡһа, аҡса, байлыҡ яратыусыларҙан сыға. Шул арҡала үлтереш, ҡыйралыш. Түрәләрҙе лә взятка менән тотоп хөкөм итеп торалар. Һеҙ уҡыусыларығыҙҙы шуға әҙерләйһегеҙме? Уҡытыусым, уҡытыусым, тиһегеҙ ҙә һөйләйһегеҙ. Минеңсә, Һеҙҙе институтта эшкә өйрәтмәгәндәр. Өйрәнегеҙ ошонда тәжрибәле уҡытыусыларҙан.



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2019-04-29 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: