Образы повести М. Карима «Помилование» 11 глава




Рәмзиә, яратҡан уҡытыусыһына һүҙ тейҙергәс, тороп нимәлер әйтергә теләгәйне лә, Рәшиҙә Ҡашҡаровна уны туҡтатты.

- Аҙаҡ әйтерһегеҙ, - тип һүҙҙе 1а синыфы уҡытыусыһы Ғәлиә Ғәлиевнаға бирҙе.

- Мине, - тип башланы ул һүҙен, - Һеҙҙең, Рәмзиә Саматовна, стандарттарҙы, предмет программаларын һанға һуҡмауығыҙ аптыратты. Улар – дәүләт органдары тарафынан раҫланған. Шулай булғас, үтәргә тейешбеҙ. Ә Һеҙ үҙгәртә башлағанһығыҙ. Ярамай. Уҡыусыларға билдәләр ҡуйыуығыҙ ҙа дөрөҫ түгел. Был турала Мәғариф министерствоһының 2000 йылдың 25 сентябрендә ҡабул ителгән махсус күрһәтмәһе бар. «Об организации обучения в первом классе четырехлетней начальной школы» тип атала ул. Был документты ла инҡар итәһегеҙ. Берәү ҙә беренсе синыфта билдә ҡуймай. Ә Һеҙ ҡуяһығыҙ һәм уның кәрәклеген дәлилләргә маташаһығыҙ. Тирә-йүнгә ҡарап эшләргә кәрәк.

Һеҙҙең бөгөнгө дәрестәрегеҙҙе ҡарағас, викториналағы еңеүҙәрегеҙгә шикләнә башланым. Моғайын, Һеҙ унда айырым уҡыусыларҙы махсус әҙәрләп сәхнәгә сығарғанһығыҙҙыр. Рәшиҙә Ҡашҡаровна, бәлки, 1г синыф уҡыусыларын, контроль эштәр эшләтеп, тикшереп ҡарарғалыр.

Рәшиҙә Ҡашҡаровна, ризалыҡ белдергән һымаҡ, баш һелкте. Үҙе:

- Тағы бармы телмәр тоторға теләүселәр? – тип һораны ла, булмағас, һөйләп алып китте.

- Мин Рәмзиә Саматовнаның дәрестәре буйынса шундай ҙур һөйләшеү булыр тип уйламағайным. Викторинала уҡыусыларының уңыштарына ҡыуанғайным. Әле генә эш башлаған йәш белгестең юғары күрһәткестәренә нисек ҡыуанмайһың?! Бөгөн дәрестәрҙе ҡарағандан һуң, Рәмзиә Саматовна, сығыштарығыҙҙы, һорауҙарға яуаптарығыҙҙы тыңлағандан һуң, ҡыуанысым ҡурҡыу менән алмашынды. Уҡыу йылы аҙағында мәктәбебеҙгә Өфөнән аккредитация буйынса комиссия килергә тора. Әгәр ҙә бөгөнгө закон боҙоуҙар: стандарттарҙың, программаларҙың боҙолоуҙары, журналға бер төрлө, дәфтәрҙәргә икенсе төрлө яҙыу асыҡланһа, аккредитация үтә алмауыбыҙ ҙа бар. Былай ҙа оптимизация тип мәктәптәрҙе ябырға ғына торалар. Һеҙҙең дәресегеҙҙәге шау-шыуҙарҙы, уҡыусыларҙың аҡса иҫәпләп ултырыуҙарын күреп йәки ишетеп ҡалһалар, республикаға даныбыҙ таралыр.

Шуның өсөн бөтә был хаталарҙы кисекмәҫтән бөтөрөргә кәрәк.

Мин тәҡдим итәм: әйҙәгеҙ, уҡытыусылар, арағыҙҙан берегеҙҙе Рәмзиә Саматовнаға наставник-кәңәшсе итеп тәғәйенләп китәйек. Ғәлиә Ғәлиевна, әйҙә, һеҙҙе ҡуяйыҡ. Тәжрибәгеҙ ҙур. Бергәләп кәңәшләшеп эшләрһегеҙ. Мәсьәлә бик етди. Аккредитацияны үтә алмаһаҡ, эшһеҙ ҡалабыҙ. Рәмзиә Саматовна, былар Һеҙгә аңлашыламы?

- Бик аңлашылып бөтмәй әле. Һорауым бар. Ул аккредитация комиссияһы уҡыусыларҙың белем кимәлен, башҡа ҡаҙаныштарын тикшермәйме ни? Беҙҙең, педагогтарҙың, эш һөҙөмтәһе шул да инде. Әгәр һөҙөмтәне тикшерһәләр…

Рәмзиә һүҙен ослап өлгөрмәне, Рәшиҙә Ҡашҡаровна ҡырҡа итеп:

- Улар документтарҙы тикшерә. Беҙ беренсе тапҡыр ғына үтмәйбеҙ аккредитацияны, - тине.

 

***

 

Асыҡ дәрес буйынса уҡытыусыларҙың әйткән фекерҙәре Рәмзиәгә аяҙ көндө йәшен атҡан һымаҡ тойолдо. Ул, викторина һөҙөмтәләре менән таныш булған уҡытыусылар дәрес менән һоҡланырҙар, хупларҙар, тип өмөтләнгәйне. Өмөтө аҡланманы. Дәресте пыран-заран килтереп, ҡыйратып ташланылар.

Анализдан һуң, Рәмзиә тиҙ-тиҙ генә кейенде лә, мәктәптән йүгереп тигәндәй, сығып китте. Сыҡҡас, ҡайҙа барырға белмәй, өйөрөлөп йөрөнө, шунан башы һуҡҡан яҡҡа атланы. Оҙаҡ йөрөнө ул шаңҡып. Институтта бергә уҡыған дуҫтарын күҙ алдынан үткәрҙе. Яратҡан уҡытыусыһын, уның дәрестәрен, биргән кәңәштәрен хәтерләне. Өйөнә, ҡараңғы төшкәс кенә, ҡайтып инде.

- Ҡайһылай һуң ҡайттың, эшең күп булғандыр инде, тип ҡаршылаған әсәһен күреү ҙә уны тынысландырманы. Әҙерләп ҡуйылған аш-һыуҙы арлы-бирле ҡапҡыланы ла, бүлмәһенә инеп бикләнде. Асыҡ дәрес башынан сыҡманы.

- Мине аңламанылар, - тип өҙгөләнде ул. – Ә бит эштәрем фәнгә нигеҙләнгән. Шулай булғас, дөрөҫ эшләйем. Дөрөҫ эшләмәһәм, уҡыусыларымдың ҡаҙаныштары булмаҫ ине. «Иң мөһиме - документтар тәртиптә булһын», - ти Рәшиҙә Ҡашҡаровна. Иң мөһиме - балалар, уларҙың белемдәре, уңыштары булырға тейеш тә баһа. Минеңсә, уларҙы һөҙөмтә ҡыҙыҡһындырмай. Документтар тәртиптә булһа, еткән. Күҙ буяу бит был. Үҙҙәре мине формализмда ғәйепләгән булалар. Йәнәһе, мин журналға көндәлек дәрескә тап килмәгән темаларҙы яҙам. Мин уҡыусылар үҙләштергәнде яҙам. Уларҙы хатта яҙмаһаң да була. Баштарына яҙылған бит инде.

- Бер кем дә мине хуплап һүҙ әйтмәне бит әле, - тип һөйләнде ул. – Әллә викториналағы еңеүҙәрҙән көнләшәләрме икән?

Рәмзиә Рафиҡ Сабировичҡа шылтыратып, кәңәшләшеп алайыммы икән, тип тә уйлап ҡуйҙы.

- Ҡуй ҙа. Һәр мәсьәлә буйынса кешене борсоп тормайым әле. Үҙем аңларға тырышайым. Шуға өйрәттеләр ҙә инде институтта, - тип ул уйынан кире ҡайтты.

- Бөгөнгө дәрес менән генә эш бөтмәй бит. Мәктәп башланғыс уҡытыусыларынан ғына тормай. Коллектив бар. Директор бар. Былары аңламаһа, улары аңлар, - тип үҙен тынысландырырға тырышты.

Тыныслана алманы. Төнө буйы уйланып, таңға табан ғына йоҡлап китте. Йоҡоһо ла тыныс булманы. Төшөндә биш башлы дейеү күрҙе. Башланғыс синыф уҡытыусылары, Рәшиҙә Ҡашҡаровна менән бергәләп дейеү һүрәтенә инеп, уның алҡымынан быуалар ине.

 

***

 

Рәмзиә үҙен үҙе таный алмай торҙо. Көҙгөнән күҙҙәре эскә батҡан, олоғайып киткән, йонсоу ҡатын ҡарап тора ине.

- Төшөмдә төнө буйы дейеү менән һуғышып, ни хәлгә төшкәнмен, - тип уйланы ул. - Бирешергә ярамай. Минең эшем дөрөҫ. Улар, үҙҙәрен хаҡлы һанап, хаталаналар. Ғүмер буйы ҡалып буйынса эшләп, боҙолғандар. Ижади эшләй белмәйҙәр. Шуға илдә тәртипһеҙлек, енәйәтселек. Кризис артынан кризис. Бөлгөнлөктән ҡотола алмайбыҙ. Рафиҡ Сабирович әйтмешләй, тик тәрбиәне яҡшыртып ҡына: белемле, ғәҙел ижади кешеләр үҫтереп кенә алға китеп була.

Тамаҡ ялғап тормаҫтан, көндәлеген асып, түбәндәге һүҙҙәрҙе яҙып ҡуйҙы: «Эшем менән дә, һүҙем менән дә был уҡытыусыларҙы үҙгәртергә, яңыса эшләүҙәренә өлгәшергә теләйем».

Асыҡ дәрестән һуң тәнҡитләнһә лә, Рәмзиә эш алымдарын үҙгәртмәне. Яңы йылдан һуң уҡыусыларына икенсе синыф материалдарын өйрәтә башланы. Уларҙы үҙләштереү балаларҙа әллә ни ауырлыҡ тыуҙырманы. Рәмзиә ҡыуанды.

- Былай булғас, икенсе викторинала укыусыларымды икенсе синыфтар менән ярыштырасаҡмын. Әгәр ҙә минекеләр уныһында ла еңһәләр, уларҙы икенсе синыфты аша атлатып, өсөнсөгә күсереү мәсьәләһен күтәреп сығасаҡмын. Вәт, унда уҡытыусыларҙың миңә лә, эшкә лә мөнәсәбәттәре үҙгәрәсәк.

Ҙур пландар ҡороп, хыялланып эшләп йөрөп, асыҡ дәрес онотолоп барғанда, уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире Рәшиҙә Ҡашҡаровна уны иҫкә төшөрҙө.

- Теге ваҡыт асыҡ дәресеңде баһалағанда, уҡытыусылар һинең уҡыусыларыңдың белем кимәлен тикшерергә тәҡдим иткәйнеләр, шуны, мәшәҡәттәрҙән бушап, һаман да эшләй алмайым. Әйҙә, был аҙнала синыфыңда контроль тикшереүҙәр үткәреп алайыҡ әле. Уҡытыусылар беҙҙең тәҡдимде һанға һуҡманылар, тимәһендәр, - тине.

- Әйҙәгеҙ һуң. Контроль кешене тырышырға мәжбүр итә. Балаларым тартылып китер. Тик ниндәй формала үткәрербеҙ икән?

- Моғайын, әңгәмә формаһында булыр. Уҡытып ҡарарбыҙ, һорауҙар бирербеҙ, миҫалдар, мәсьәләләр систерербеҙ. Беренсе синыфта ошо алым отошлораҡ.

Контроль эш ваҡытында Рәшиҙә Ҡашҡаровна аптыраны. Биргән һорауҙарына балалар шунда уҡ шартлатып яуап бирәләр, миҫал-мәсьәләләрҙе лә көсәнмәй-нитмәй дөрөҫ итеп сисәләр. Ул һорауҙарҙы ҡатмарлаштырып та ҡараны. Барыбер дөрөҫ яуап ишетте. Ҡатмарландыра торғас, икенсе синыфта үтелә торған темаларға күсеп китте.

- Атаҡ-атаҡ, - тине ул Рәмзиәгә ҡарап, - быларға ни булған? Беренселәрме былар, икенселәрме? Икенсе синыф уҡыусыларынан да яҡшыраҡ беләләр бит.

Рәмзиәнең ҡыуаныстан йөрәге сығырҙай булып тибә ине. Һиҙҙермәне.

- Беҙ беренсе синыф материалдарын үҙләштереп бөтөп, икенсе синыфтыҡын өйрәнеп ятабыҙ.

- Нисек? - Рәшиҙә Ҡашҡаровнаның күҙҙәре шар булды. – Нисек инде улай? Йәш кенә булһағыҙ ҙа бер ҡағиҙәгә лә буйһонмай эшләп тик йөрөйһөгөҙ. Журналға ла икенсе синыф темаларын яҙаһығыҙмы?

- Юҡ, беренсенекен яҙам.

- Формализм был. Күҙ буяу. Был турала теге ваҡыт һөйләшкәйнек тә баһа. Ҡолағығыҙға ла элмәгәнһегеҙ икән. Өҫтәгеләр белеп ҡалһа, беләһеңме ни булырын? Журналдағы яҙыуҙарҙың дәфтәрҙәрҙәге яҙыуҙарға тап килмәүен күрһәләр, ни эшләтәләр беҙҙе?! Аккредитация булырын әллә онотаһың?

- Яҙыуға ғына ҡарап, һығымта яһамаҫтар. Иң мөһиме һөҙөмтә. Үҙегеҙ күрҙегеҙ ҙә баһа, балаларҙың белеме яҡшы. Тағы ни кәрәк уларға? – Рәмзиә ярайһы ғына ҡаты итеп әйтте был һүҙҙәрҙе.

- Мин Һеҙгә теге ваҡыт уҡ әйткәйнем: улар документтарҙы, журналдарҙы, уҡыусыларҙың дәфтәрҙәрен тикшерәләр, шуларҙан етешһеҙлектәр эҙләйҙәр. Ә улар Һеҙҙә күп. - Рәшиҙә Ҡашҡаровна урынынан торҙо. – Юҡ, бының менән килешә алмайым. Башбаштаҡлыҡ яҡшыға килтермәй. Әйҙә, директорға барайыҡ.

Мәктәп директоры Зәбир Мәхмутович, улар килеп ингәндә, компьютерҙа нимәлер ҡарап, йылмайып ултыра ине. Унан айырыла алмай бер аҙ торҙо ла:

- Ултырығыҙ, - тине, бер Рәшиҙә Ҡашҡаровнаға, бер Рәмзиәгә ҡарап.

Уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдирен тыңлағанда, Зәбир Мәхмутовичтың битендәге нервылары тартышып-тартышып ҡуйҙы. Быны күреп торған Рәмзиәнең күңеле шомланды. «Кем-кем, директор кеше мине аңлар» тигән уйы яйлап юҡҡа сыға барҙы. Ни булыр, тип Рәшиҙә Ҡашҡаровнаның һөйләп бөтөүен көттө.

- Ой,-ой, - тип башын сайҡап ҡуйҙы директор, Рәшиҙә Ҡашҡаровна һөйләп бөткәс. – Эште боҙғанһығыҙ ҙа баһа, Рәмзиә Саматовна. Нисек инде беренсе синыфта алдағы синыфтың программаһын үтеп ятырға?! Стандарттар, уҡыу пландары, программалар бар. Улар предметтарҙы, темаларҙы синыфтар буйлап бүлеп сыҡҡандар. Һеҙ уларҙы һанға һуҡмай, үҙегеҙсә эшләп ятаһығыҙ. Бының өсөн беләһегеҙме нимә була? Аккредитация ваҡытында белеп ҡалһалар, лицензияһыҙ ҡалдырып, мәктәпте ябасаҡтар. Япмаһалар, мине алып ырғытасаҡтар. Һеҙҙең дә башығыҙҙан һыйпамаҫтар. Шуны теләйһегеҙме?

- Юҡ, теләмәйем, – тине Рәмзиә, башын аҫҡа эйеп. – Минең уҡыусыларым икенсе синыф материалдарын еңел үҙләштерә. Тиңдәштәренән алда бара. Был насармы ни?! Ул аккредитация үткәреүселәргә оҡшамаҫ тиһегеҙме ни?! Мин быйыл икенсе синыф программаларын өйрәтеп бөтөп, уҡыу йылы аҙағында уҡыусыларымды Һеҙҙең рөхсәтегеҙ менән өсөнсө синыфҡа күсерергә тип йөрөгәйнем.

- Ниндәй өсөнсө синыф, ниндәй күсереү ти ул? – директор ҡыҙып китте. - Рәшиҙә Ҡашҡаровна, тәртипкә һалығыҙ. Никаких самодеятельностей! Барығыҙ.

Директорҙан сыҡҡас, Рәшиҙә Ҡашҡаровна, Рәмзиәне кабинетына индереп, һөйләшеүҙе дауам итте.

- Күрҙегеҙме, – тине ул, уңышлы эштән һуң тантана иткән кеше һымаҡ. - Зәбир Мәхмутовичтың реакцияһын? Ул етешһеҙлек күрһә, бөтөртмәйенсә туҡтамай. Һеҙгә лә, миңә лә көн күрһәтмәҫ. Шуға бөгөн үк балаларҙың дәфтәрҙәрен йыйып алып, юҡ итегеҙ. Яңы дәфтәрҙәр башлатып, журналығыҙҙа яҙылған темаларға ярашлы даталар ҡуйып, күнегеүҙәр, мәсьәләләр яҙҙырып сығығыҙ. Аңланығыҙмы?

Рәмзиә өндәшмәне. Рәшиҙә Ҡашҡаровна ҡаты ғына итеп ҡабатланы:

- Аңланығыҙмы?

- Эйе, - тине Рәмзиә теләр-теләмәҫ кенә.

Рәшиҙә Ҡашҡаровнаның кабинетынан сыҡҡас, Рәмзиә иҫәңгерәп коридорҙа бер аҙ баҫып торҙо.

- Мәктәп түгел, целлюлозно-бумажный комбинат был. Быларға эш һөҙөмтәһе кәрәкмәй, ҡағыҙҙа һәйбәт булһа, шул еткән. Үҙемдең дә, балаларымдың да ваҡытын әрәм итеп, шул файҙаһыҙ яҙмаларҙы яҙҙырып ултырмам инде. Улай иткәнсе, берәй яңы тема үтер инем.

Рәмзиә ҡулъяулығы менән маңлайындағы тирен һөртөп алды ла, синыфына йүнәлде.

- Педагогика факультетын һайлап, хаталандым, ахыры, - тип уйланы ул атлап барышлай. Журналисҡа уҡырға кәрәк булған. Журналист булһам, бындай мәғәнәһеҙ хәлгә юлыҡмаҫ инем.

Мәктәп етәкселәренең мөнәсәбәте Рәмзиәгә ауыр тәьҫир итте. Ә бит уларҙың хуплауына өмөтләнгәйне. Уҡыусыларымдың күҙгә күренеп торған уңыштары уларҙы шатландырыр, тип уйлағайны. Киреһенсә килеп сыҡты. Хуплау урынына әрләнде, тәнҡитләнде. Бер ҡанаты ҡайырылды Рәмзиәнең. Артабан нисек эшләргә, тигән уй өттө мейеһен. Башҡалар һымаҡ шым ғына, программанан тайпылмай, тематик планда яҙылғанды ғына өйрәтеп, бары менән ҡәнәғәт булып йөрөргәме икән?

Был һорауҙарға уның яуабы әлегә юҡ ине.

 

***

 

Зәбир Мәхмутович Рәмзиәнең эш алымдары тураһында ишеткәс, тиҙ генә тыныслана алманы.

- Мәктәпкә әҙерләмәгәндәр был ҡыҙҙы, - тип институтты әрләп алды. – Нисек инде уҡыу йылының уртаһында алдағы синыф материалдарын өйрәнә башларға?! Рәшиҙә Ҡашҡаровна нимә ҡараған? Нишләп бындай башбаштаҡлыҡҡа юл ҡуйған? Уҡыу планының, дәүләт стандарттарының, программаларҙың үтәлешен тәьмин итеү – уның бурысы бит.

Рәшиҙә Ҡашҡаровнаны үҙенә саҡырып алды.

- Иртәгә миндә кәңәшмә үткәреп алайыҡ. Башланғыс синыф уҡытыусыларын йыйығыҙ. Рәмзиә Саматовнаның эшенә баһа биреп, хаталарын төҙәтеп куяйыҡ. Юҡһа, эш тәрәнгә китеүе бар, - тине.

Кәңәшмәне Зәбир Мәхмутович тыныс ҡына итеп асып ебәрҙе. Ул, Рәшиҙә Ҡашҡаровнаның Рәмзиәнең эш алымдары тураһындағы сығышын тыңлағас:

- Рәмзиә Саматовна тәүге йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, үҙен тырыш, ижади эшләүсе уҡытыусы итеп күрһәтте. Уҡыусылары материалдарҙы яҡшы үҙләштерә. Быны, Рәшиҙә Ҡашҡаровнаның сығышынан күренеүенсә, викторина һөҙөмтәләре лә, контроль тикшереүҙәр ҙә дәлилләй. Был яғы, әлбиттә, яҡшы. Әммә шул уңыштарға өлгәшеү юлдары оҡшап етмәй беҙгә. Стандарттарҙы, программаларҙы боҙоу күҙәтелә. Был һис кенә лә яраған эш түгел. Юғарылағы хужалар белеп ҡалһа, оҡшатмаҫ. Етмәһә, аккредитация үтергә торабыҙ. Ә уларҙың талаптарын беләһегеҙ. Шуға күрә, Рәмзиә Саматовна, булған етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала бөтөрөргә кәрәк, - тине.

- Бөтөрә башланы ул, - тип һүҙгә ҡушылды Рәшиҙә Ҡашҡаровна, үҙенең эшен күрһәтергә теләп.

- Яҡшы,- тип дауам итте Зәбир Мәхмутович. – Беҙҙең үҙебеҙҙең дә ғәйеп бар инде. Рәмзиә Саматовна – йәш белгес. Беҙ уны иғтибарһыҙ ҡалдырғанбыҙ. Әйҙәгеҙ ошо хатаны төҙәтәйек. Йәш белгескә ярҙам итеү буйынса махсус план төҙөп китәйек. Ниндәй тәҡдимдәр булыр?

- Миндә йылдар буйы тупланған дәрес өлгөләре бар. Шуларҙы Рәмзиә Саматовнаға бүләк итә алам, - тип тәҡдим итте Әнисә Мөхлисовна. – Шуны планға индерегеҙ.

- Подласыйҙың «Педагогика» тигән дәреслеген бирә алам. Шуны уҡып, йөкмәткәһен үҙләштерһен дә, автор яҙғанса эшләһен, - тине Ғәлиә Ғәлиевна.

- Эшен даими тикшереп, күҙәтеп, баһалап торорға кәрәк. Шуның өсөн планға контроль тикшереүҙәрҙең графигын индерәйек.

Тәҡдимдәр күп булды.

- Ярай, ошолары ла етер, - тине Зәбир Мәхмутович. – Рәхмәт бөтәгеҙгә лә. Минеңсә, һәйбәт план булырға тейеш. Хәҙер һүҙҙе Рәмзиә Саматовнаның үҙенә бирәйек. Ул нисек ҡарай икән беҙҙең тәҡдимдәргә, ғөмүмән, бөгөн һөйләшкәндәргә.

Рәмзиә теләр-теләмәҫ кенә урынынан күтәрелде.

- Рәхмәт бөтәгеҙгә лә. Миңә иғтибар бүлеүегеҙгә, - тине ул иларға етешеп.

 

***

 

Рәмзиә икенсе синыф программаһы буйынса уҡытыуын туҡтатты. Беренсе синыф темаларына әйләнеп ҡайтты. Күптән үҙләштерелгән әйберҙәрҙе ҡабатлау балаларҙы ялҡытты. Дәрттәре һүнде. Ҡайһы бер уҡыусылар дәрес ҡалдыра башланы. Ризаһыҙлыҡ та белдергеләнеләр. «Ниңә беҙ гел бер нәмәләрҙе өйрәнеп ултырабыҙ ул? Һеҙ беҙҙе өсөнсө синыфҡа күсерәбеҙ, тигәйнегеҙ, күсәбеҙме ул?» тигән һорауҙар бирҙеләр. Рәмзиә программанан тыш мәсьәләләр тәҡдим итеп, дәресте йәнләндерергә тырышһа ла, балалар элеккесә мауығып, ажарланып китмәне. Ҡанаттары ҡайырылған ҡоштарға оҡшап ҡалды улар. Рәмзиә үҙе лә – ҡанатһыҙ ҡош хәҙер. Элеккесә ҡанатланып, нисек теләй, шулай эшләй алмай. Дәрестәренә инеп, журналды, уҡыусыларҙың дәфтәрҙәрен тикшереп торалар. Наставник-кәңәшсе эргәһенән китмәй тиерлек. Рәмзиәнең план-конспекттарына төҙәтмәләр индерә. План-конспекты булмаһа, Рәшиҙә Ҡашҡаровнаға еткереп, тауыш сығара. Рәмзиә уға:



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2019-04-29 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: