Образы повести М. Карима «Помилование» 9 глава




Алдан әҙерләнгән дүрт кеше йүгерә-атлай сәхнәгә килеп менде. Дәртләнеп, илһамланып сығыш яһанылар. Жюри ағзалары үҙ-ара әңгәмәләшеп алғандан һуң, ситтә ултырған артисҡа оҡшап торған йәш сибәр ағайға һүҙ бирҙеләр. Ул ҡулындағы ҡағыҙға ҡарап һөйләй башланы.

- Беҙ, жюри ағзалары, фекерләштек тә беренсе урынды «Г» синыфына бирергә булдыҡ. Зиннәт Әфләтүнов үҙе яҙған мәҫәлен башҡаларға ҡарағанда тасуирирәк уҡыны. Бүре тураһында һүҙ барғанда, бүрегә, төлкөнө төлкөгә, ҡуянды ҡуянға оҡшатып һөйләне. Ҡағыҙға ҡараманы. Бүтәндәр һымаҡ, тик кенә тороп та уҡыманы. Кәүҙәһе, хәрәкәттәре, мимикаһы менән әҫәрҙең мәғәнәһен халыҡҡа еткерҙе.

Быные ишеткәс, залдың 1г синыфы уҡыусылары ултырған мөйөшө һелкенеп киткәндәй булды. «Ур-ра!, Ур-ра! Беҙ беренсе» тигән тауыштар, аяҡ тыпырҙауҙары менән ҡушылып, тәҙрә быялаларын зыңҡылдатты.

Өсөнсө һынау математика буйынса ине. Уның шарттарын математика уҡытыусыһы Сәғит Мөритович аңлатты.

- Ярышта ҡатнашыусы дүрт кешегә, - тип һүҙ башланы ул, - берәр бит ҡағыҙ бирәм. Кем шунда яҙылған алты миҫалдың яуабын алдан һәм дөрөҫ итеп таба, шул еңеүсе була. Үҙе сәхнәнең һул яҡ ситенәрәк ҡуйылған дүрт өҫтәл артында ултырған дүрт уҡыусыға ҡағыҙҙарҙы таратты ла:

- Башланды! – тине.

Ике минут үттеме-юҡмы, 1г синыфы уҡыусыһы Тимур ҡағыҙын уҡытыусыға килтереп тә тотторҙо. Уҡытыусы аптырап:

- Нимә, әллә уйындан баш тартаһыңмы? – тип һорағас, малай:

- Юҡ, баш тартмайым, бөтәһен дә эшләнем, - тине.

- Дөрөҫ, афарин, ҡайһылай тиҙ таптың яуаптарын, - тип ғәжәпләнде уҡытыусы, ҡағыҙ битен жюригә ебәреп.

Залдағылар, тағы ла гөж килеп, ҡул сабып ебәрҙе.

Башҡаларҙың яуаптарынан уҡытыусы ла, жюри ҙә ҡәнәғәт булманы. Миҫалдарҙы сисә алмай оҙаҡ ҡына яфаланды улар. Бармаҡтары менән дә иҫәпләп ҡаранылар. Уҡытыусы башын сайҡап куйҙы. Бөтәһенең хаталары бар ине.

Был ярыштан һуң залда ултырыусылар күңелһеҙләнеп киткәндәй булды. Шыбырҙап һөйләшеүҙәр, геүләү ишетелде.

- Ярыштың ҡыҙығы бөттө, - тип уйланы Рәшиҙә Ҡашҡаровна. - Ярышыусыларҙың көстәре тигеҙ булмаһа, шулай була. 1г ҡатнашмаһа, сәмлерәк, көсөргәнешлерәк барыр ине.

Артабанғы ярыштарҙа ла 1г вәкилдәре еңгәс, халыҡ берәм-берәм таралыша башланы. Алып барыусылар йомғаҡлау һүҙен жюри рәйесенә бирергә ашыҡты. Олпат кәүҙәле, үтә лә етди күренгән жюри рәйесе, залдағыларҙы тынысландырырға теләптер инде, ҡысҡырыбыраҡ һөйләне.

- Бөтәгеҙ ҙә аңлап тораһығыҙҙыр инде, беренсе урын бөгөнгө ярышта 1г синыфы уҡыусыларына бирелә. Улар бөтә төр һынауҙарҙа ла еңеп сыҡты. Уларҙы жюри исеменән, бөгөнгө сарала ҡатнашыусылар исеменән ҡотлап китәм. Афарин! Уларға тиңләшегеҙ, улар кеүек булығыҙ.

Жюри рәйесе һөйләп бөткәс, уның янына 1а синыфы уҡытыусыһы Ғәлиә Ғәлиевна килде.

- Нишләп һеҙ бөтә төр ярыштарҙа ла 1г синыфын алға сығарҙығыҙ ул? - тине.

- Мин түгел, үҙҙәре сыҡты. Бөтәһе лә күҙ алдығыҙҙа баһаланды бит. Нишләп алға сыҡҡандарын үҙҙәренән һорағыҙ, - тип жюри рәйесе үҙ юлы менән китеп барҙы.

 

***

 

Институтты быйыл ғына тамамлаһа ла, Рәмзиә мәктәпкә эшкә килгәс, башҡа йәш белгестәр шикелле, аҙап ҡалманы. Илһамланып эшкә тотондо.

- Миңә беренсе синыфты бирегеҙ, - тип мөрәжәғәт итте ул уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире Рәшиҙә Ҡашҡаровнаға.

- Нишләп беренсе синыфты һорайһығыҙ? Улар менән эшләү еңелерәк булыр, тип уйлайһығыҙмы? - тине Рәшиҙә Ҡашҡаровна, Рәмзиәгә шикләнеберәк ҡарап.

- Юҡ, улай тип уйламайым. Беренсе синыфта, киреһенсә, ауырыраҡ булырға тейеш. Уларҙы мәктәп тормошона күнектереү, уҡырға-яҙырға өйрәтеү еңел түгел дә. Мин эште нолдән башларға теләйем. Уларҙы башланғыс мәктәптән үҙем уҡытып сығарырмын, тип уйлағайным.

Рәшиҙә Ҡашҡаровнаға ҡыҙҙың алға ҡарап эшләүе оҡшаны.

- Ярай, улай булғас, - тине ул. – 1г синыфын алырһығыҙ. Тик шуныһы, мин ул синыфҡа килә торған балаларҙың ата-әсәләре менән әҙерәк танышмын. Араларында проблемалылары ла етерлек. Ундай ғаиләләрҙән, ғәҙәттә, белемгә ынтылмаған, тәртипһеҙерәк балалар килеүсән.

- Булһын. Мин ата-әсәләрҙе, балаларҙы һайламайым. Миңә беренсе синыф булһа, ярай. Эште баштан башларға теләйем.

Рәшиҙә Ҡашҡаровна, Рәмзиәнең һүҙҙәрен хуплағандай, йылмайып ҡуйҙы.

 

***

 

Рәмзиә, ун беренсе синыфты тамамлағас, документтарын Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университынының журналистика факультетына ебәргәйне. Унда конкурс ҙур тип ишеткәс, документтарының күсермәһен Сибай институтының педагогика факультетына ла тапшырҙы. Журналистика факультетына үтмәгәс, ярай, икенсе йыл шул уҡ һөнәр буйынса бүтән юғары уҡыу йортона барырмын әле, тип йөрөгәндә, Сибай институтынан «Һеҙ уҡырға ҡабул ителдегеҙ», - тип яҙылған хат килеп төшкәс, икеләнә башланы. Педагог булаһы килмәй уның. Мәктәптә уҡығанда уҡ күңелендә уҡытыусы һөнәренә кире ҡараш тыуғайны. Уҡытыусылар бушҡа ваҡыт уҙҙырып йөрөгән кешеләр кеүек тойола уға. «Дәрестә шатыр-шотор һөйләйҙәр ҙә, сығалар ҙа китәләр. Һин теманы аңлайһыңмы-юҡмы – уларҙы артыҡ борсомай. Аңламаһаң, әрләйҙәр. Дәрестә күҙле бүкән кеүек ултыраһың. Саҡ ҡына ҡыбырҙаһаң, ҡырҡ һүҙгә етәләр. Әллә дәрестең тиҙерәк үтеүен теләп, шулай эшләйҙәр. Аңламаҫһың.

Уҡытыусылар илке-һалҡы эшләгәс, уҡыусыларҙың белеме лә, тәртибе лә яҡшы булмай. Ана, беҙҙең синыфты ғына алып ҡара. Имтиханда өсәүһе икеле алды, берәүһе енәйәт ҡылып, судлашып йөрөй. Икәүһе ОДН-да иҫәптә тора».

Шуларҙы уйлап, Рәмзиә педагогика факультетына бармаҫҡа булғайны ла, икеләнә башланы.

- Әллә барайым да ҡуяйыммы икән, - тип уйланы ул. - Икенсе йыл әллә инеп була, әллә юҡ. Уныһы алла ҡулында. Бер йыл уҡырмын да, икенсе юғары уҡыу йортоноң журналистика факультетына күсермен. Күсеп була тип һөйләйҙәр ҙә баһа.

Педагогика факультетында илке-һалҡы ғына башланған уҡыу тора-бара оло мауығыуға әйләнде лә китте.

Быға педагогика уҡытыусыһы Рафиҡ Сабирович ғәйепле булды. Ул үҙ фәнен иҫе китеп, донъяһын онотоп уҡыта. Уның дәрестәрендә Рәмзиә үҙен быға тиклем борсоған һорауҙарға яуап тапты.

- Беләһегеҙме, ни өсөн беҙҙең илдә эскелек, урлыҡ, көнсөллөк енәйәтселек таралған? – тигән һорау ҡуйҙы уҡытыусы бер саҡ. Талиптарҙың текәлеп яуап көтөп торғандарын күрҙе лә:

- Уның төп сәбәбе шул: беҙҙең илдә тәрбиәле булыу кешенең үҙе өсөн файҙалы түгел. Беҙҙә тәрбиәһеҙҙәр һәйбәт йәшәй. Ата-бабаларыбыҙ һөйләгән «ахырызаман» етһә, тап шулай була.

- Ахырызамандың бөтә билдәләре лә бар беҙҙә, - Рафиҡ Сабирович һанап китте:

- меңәр йыл буйы төҙөлгән әхлаҡ ҡағиҙәләре кешеләрҙең тәртибен, мөнәсәбәттәрен көйләү механизмы булыуҙан туҡтай;

- йәмәғәт фекере көсһөҙләнә;

- ғәҙеллекте табыу ҡыйынлаша;

-тәрбиәһеҙ, һәләтһеҙ кешеләр етәксе вазифаларҙы биләй;

- йәмәғәт тәртибен һаҡлаусылар үҙҙәре закондарҙы боҙа башлай;

- тәрбиәһеҙ кешеләр тәрбиә менән шөгөлләнә;

- фән, талант, аҡыл һанға һуғылмай;

- икейөҙлөлөк, күҙ буяу, формализм киң тарала;

- кешеләр араһында туғанлыҡ бәйләнештәре көсһөҙләнә;

- тәрбиәле кешенең дошмандары күбәйә;

- енәйәтселек йылдам үҫә һәм киң тарала;

- енәйәтселәрҙең белем кимәле күтәрелә;

- енәйәтселек менән көрәш һөҙөмтәһеҙ була;

- үлем тыуымдан арта;

- тәрбиәһеҙ кеше тәрбиәле кешегә ҡарағанда яҡшыраҡ йәшәй һ.б.

Рәмзиә иҫе китеп тыңланы.

- Ысынлап та, - тип уйланы ул, - был билдәләр күҙәтелә бит. Ана, телевизорҙан да ҡала, өлкә, губерна башлыҡтарының взятка алыуҙары, полиция, прокуратура хеҙмәткәрҙәренең енәйәт ҡылыуҙары хаҡында көн дә һөйләйҙәр. Кешеләр ғәҙеллек даулап, бер нәмәгә лә өлгәшә алмай.

- Ә был «ахырызаман» тигән нәмә «заман ахырыһы» тигән һүҙҙән алынғанмы? – тип һорай Рәмзиә уҡытыусынан.

- Эйе, «ахырызаман» «заман ахырыһы» тигәнде аңлата. Тәрбиәһеҙлек шуға алып килә. Ыҙғыш-талаш, үлтереш-һуйыш тарала, ғаиләләр тарҡала, етемдәр күбәйә. Был процесты туҡтатырға кәрәк. Ә нисек туҡтатырға? Беләһегеҙме? – Уҡытыусы, яуап көтөп, талиптарға ҡараны. Яуап булмағас, дауам итте. – Тик тәрбиә ярҙамында ғына. Уны яҡшыртып ҡына.

- Ә нисек яҡшыртырға уны? – тип һораны алғы рәттә ултырған егет.

Рафиҡ Сабирович яуап бирергә ашыҡманы. Талиптарға мөрәжәғәт итеп:

- Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ әле. Нисек итеп тәрбиәне яҡшыртырға була?

Рәмзиә урынында ултырған көйө генә:

- Фәнгә таянып ойошторһаң, яҡшыра инде, - тине.

Уҡытыусының йөҙө яҡтырып китте. Юғалған әйберен тапҡан кешеләй, ҡыуанып:

- Кем әйтте быны? – тип залға күҙ йүгертте.

Рәмзиә үҙен белгертергә теләмәгәйне лә, эргәһендә ултырған иптәш ҡыҙы төртөп күрһәткәс, урынынан торҙо:

- Мин.

- Дөрөҫ әйтәһең, һеңлем. - Уҡытыусы Рәмзиәнең һүҙен ҡабатланы. – Эйе, тик фәнгә таянып эшләгәндә генә, тәрбиәне яҡшыртып була.

- Хәҙер, - тип дауам итте Рафиҡ Сабирович, - минең өҫтәлемдә ятҡан педагогика дәреслектәрен таратып алығыҙ ҙа уларҙан тәрбиәне аңлатҡан билдәләмәләрҙе дәфтәрҙәрегеҙгә күсереп яҙығыҙ. Яҙып алғас, анализларбыҙ.

Беренсе булып Мәхмүзә исемле ҡыҙ уҡыны. «Тәрбиә – йәмғиәткә кәрәкле һәм файҙалы шәхестәр үҫтереү буйынса тәрбиәселәр менән тәрбиәләнеүселәрҙең маҡсатҡа ярашлы берҙәм эшен тәьмин итеүсе махсус ойошторолған һәм идара ителгән процесс ул».

- Ниндәй китаптан алдың был билдәләмәне? – тине уҡытыусы. – Уҡы әле титул битендәге яҙыуҙарын. Кем яҙған? Кемдәргә тәғәйенләнгән? Нисәнсе йыл, ҡайҙа сыҡҡан?

- Педагогика фәндәре докторы Подласый яҙған «Педагогика» дәреслегенән алдым. Юғары уҡыу йорттары талиптары өсөн Мәскәүҙә 1999 йылда баҫып сығарылған.

- Эйе, - тине уҡытыусы көрһөнөп, - был дәреслек Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған. Педагогтар әҙерләгән бөтә уҡыу йорттарында ла талиптар педагогиканы ошо дәреслек буйынса өйрәнә. Ә бит унда фәнни хаталар туп-тулы. Әлеге тәрбиә тураһындағы билдәләмәлә генә өс ҙур теоретик хата бар.

Талиптар ҡыҙыҡһынып яуап көттө.

- Беренсе хатаһы шунда, - тип дауам итте Рафиҡ Сабирович. - Тәрбиә һәр ваҡытта ла «маҡсатлы, махсус ойошторолған процесс» була алмай. Үҙенән үҙе барлыҡҡа килгән тәрбиә процестары ла бар. Мәҫәлән, кешенең холҡона тәбиғәт, теге йәки был ваҡиғалар, осраҡлы кешеләр йоғонто яһай. Бер ниндәй маҡсатһыҙ, көс түкмәй уларҙан белем, мөнәсәбәт, эмоциялар алына. Быны кеше һиҙмәй ҙә ҡалырға мөмкин. Был стихиялы тәрбиә тип атала. Икенсенән, тәрбиә һәр ваҡытта ла «тәрбиәселәр менән тәрбиәләнеүселәрҙең берҙәм эше» түгел. Ул тәрбиәселәрҙән башҡа ла барлыҡҡа килә. Кеше үҙен-үҙе тәрбиәләгәндә шул күҙәтелә. Өсөнсөнән, тәрбиә «йәмғиәткә кәрәкле һәм файҙалы шәхестәр генә үҫтермәй», эскеселәр ҙә, енәйәтселәр ҙә, хыянатсылар ҙа тәрбиә арҡаһында килеп сыға.

- Нисек уйлайһығыҙ, тәрбиәнең нимә икәнен белмәгән кеше беҙҙе, буласаҡ уҡытыусыларҙы, тәрбиә эшенә өйрәтә аламы? – Уҡытыусы дауам итте. – Юҡ, әлбиттә. Ә бит был хата Подласыйҙыҡы ғына түгел. Бер генә педагогика дәреслегендә лә, хатта «Мәғариф тураһындағы законда» ла тәрбиә дөрөҫ аңлатылмай. Беҙҙең ил тәрбиәнең нимә икәнен белмәй.

Рафиҡ Сабирович маңлайындағы тирен ҡулъяулығы менән һөртөп алды ла, Рәмзиәгә ҡарап:

- Рәмзиә, әйт әле, беҙҙә тәрбиә фәнгә нигеҙләнеп алып барыламы, юҡмы? – тип һораны.

Рәмзиә үҙенә мөрәжәғәт итеүҙе көтмәгәйне, шулай ҙа бөтәһен дә иғтибар менән тыңлап, мейеһенә һеңдереп барғас, юғалып ҡалманы.

- Буласаҡ уҡытыусылар институтта дөрөҫ булмаған дәреслектәр буйынса белем алғас, тәрбиә эше фәнгә нигеҙләнеп алып барыла, тип әйтеп булмайҙыр ул, - тине.

- Шул-шул бына. Бая һин, Рәмзиә, тик фәнгә таянып алып барғанда ғына, тәрбиәне яҡшыртып була тигәйнең, тимәк…

Рәмзиә, уҡытыусының ни әйтергә теләгәнен аңлап, һүҙгә ҡушылды:

- Тимәк, педагогика фәнен тәртипкә килтерергә кәрәк. Дөрөҫ дәреслектәр сығарып, педагогтарҙы шулар буйынса әҙерләргә кәрәк.

Рафиҡ Сабирович, ҡайһылай башлы ҡыҙ әле ул тигәндәй, Рәмзиәгә ҡарап йылмайҙы ла:

- Бар ундай дәреслек, - тип портфеленән тышына «Педагогика» һүҙе яҙылған китапты сығарҙы. - Беҙ минең дәреслек буйынса уҡыясаҡбыҙ. Ул институт китапханаһында бар. Бөтәгеҙгә лә етә. Алығыҙ. Бүтән дәреслектәрҙе лә алығыҙ. Уларҙы сағыштырып өйрәнәсәкбеҙ, - тине.

Дәрестең тамамланыуын белдереп, ҡыңғырау яңғыраны.

Рәмзиә китапханаға йүгерҙе. Ошо көндән башлап педагогика менән ҡыҙыҡһынып китте ул. Рафиҡ Сабировичтың дәреслеген энәһәнән ебенә тиклем үҙаллы уҡып, мөһим урындарын дәфтәренә күсереп тә алды. Дәрестәрҙә үҙаллы алған белемен тулыландырыу, тәрәнәйтеү менән шөгөлләнде. Уҡытыусы уны үҙенең ярҙамсыһы итеп тәғәйенләне. Рәмзиә уға дәрестәр үткәрергә ярҙам итте.

Рәмзиә журналист булырға тигән теләген онотто, мөкиббән китеп педагог булырға әҙерләнә башланы. Ғилми эҙләнеүҙәр алып барҙы. «Уҡытыусылар конкурсының файҙаһынан зыяны күп» тигән мәҡәләһе республика гәзитендә баҫылып, ҙур шау-шыу тыуҙырҙы. Ярты йыл буйы уға откликтар баҫылды. Рафиҡ Сабирович, Рәмзиәнең педагогиканы өйрәнеүҙәге әүҙемлеген хупланы, кәңәштәр бирҙе. Курс, диплом эштәренең ғилми етәксеһе лә ул булды.

Тырышлыҡ бушҡа китмәне. Рәмзиә институтты ҡыҙыл дипломға тамамланы. Яратҡан уҡытыусыһы кеүек үҙ эшен һөйөп, ижади ҡомар менән башҡарырға ниәтләп мәктәпкә килде. Беренсе синыфты һорап алыуы ла тиктәҫкә түгел ине. Үҙе әйтмешләй, өр-яңынан башлап, педагогика фәненең көсөн эш менән раҫлап, дөрөҫ булмаған дәреслектәрҙән уҡып сыҡҡан коллегаларының күҙен асырға теләй ине.

Уҡыу йылы башланырға бер аҙна самаһы ҡалғас, Рәмзиә башланғыс синыфтарҙа өйрәнелә торған предметтарҙың стандарттарын, программаларын, дәреслектәрен ентекләп өйрәнеп сыҡты. Ғилми журналдарҙа баҫылған мәҡәләләрҙе уҡыны. Тәжрибәле уҡытыусылар менән кәңәшләште. Былар уға беренсе синыф уҡыусылары менән эштең маҡсаттарын билдәләргә ярҙам итте.

- Балаларҙы тиҙерәк хәреф танытып, йылдам уҡытырға өйрәтергә кәрәк, - тигән һығымтаға килде ул. - Ул сағында уларға китаптар, башҡа яҙма сығанаҡтар аша йоғонто яһарға була. Уҡый белгән кешегә урамдағы, экрандағы яҙыуҙар ҙа белем бирә.

Ошо маҡсат менән ҡоралланып, Рәмзиә, өйҙәренә йөрөп, буласаҡ уҡыусылары, уларҙың ата-әсәләре, туғандары, ғаилә шарттары менән танышып сыҡты. Алфавиттар һатып алып, таратты.

- Ошоно күренеп торған ергә элеп ҡуйығыҙ ҙа, балағыҙҙы хәрефтәр менән таныштырығыҙ, уҡырға өйрәтегеҙ. Бергәләп эшләйек, - тине ата-әсәләргә.

Уҡыу йылының тәүге аҙнаһында, уҡыусыларының өлкән синыфтарҙа уҡыған апай-ағайҙарын йыйып, уларҙан ярҙам һораны.

- Минең уҡыусыларым – һеҙҙең һеңлеләрегеҙ, ҡустыларығыҙ бит. Улар һеҙгә лә, миңә лә ҡәҙерле. Уҡыу программаларын яҡшы итеп үҙләштерһәләр, артабанғы синыфтарҙа уларға еңел буласаҡ. «Башланғыс мәктәп», «беренсе синыф» тигән һүҙҙәр «старт» тигәнде аңлата. Старттан тиҙ ҡуҙғалып китһәң, финишҡа алданыраҡ барып етәһең. Әйҙәгеҙ, минең ярҙамсыларым булығыҙ. Туғандарығыҙҙы күмәкләп уҡырға өйрәтәйек, - тине.

Ризалаштылар.

«Нисек итеп быларҙы уҡырға тиҙ генә өйрәтергә икән?» тигән уй Рәмзиәнең башынан сыҡманы. «Эҙләгән таба» тигәндәй, баш вата торғас, тапты. Иң тәүҙә һәр уҡыусыға, үҙ исеменең баш хәрефен ҡағыҙға яҙып, арҡаһына элеп ҡуйырға ҡушты. Балаларға оҡшаны. Ике-өс көн эсендә был хәрефтәрҙе белеп тә алдылар. 42 башҡорт хәрефенең арҡаларға һыйып бөтмәгәндәрен нисек өйрәнергә? Уларын фамилияларының тәүге хәрефен алып түштәренә беркеттеләр. Унда ла һыймағандарын стенаға ҡуйылған алфавиттарҙан өйрәнделәр.

Бөтә был эштәр һөҙөмтәһен бирҙе. Бер аҙна эсендә балалар бөтә булған хәрефтәрҙе лә үҙләштереп, ҡушып уҡыу серҙәренә төшөнә башланы.

Рәмзиәнең ҡыуанысы эсенә һыйманы. Бер нисә тапҡыр «Мин бөтә хәрефтәрҙе лә таныйым» тигән уйын-ярыш үткәреп, уҡыусыларҙың белемен нығытып алды ла көндәлегенә: «Хәрефтәрҙе берәмләп түгел, күмәген бергә, уйын формаһында өйрәнергә кәрәк икән», - тип яҙып ҡуйҙы. Яҙғанын фәнни яҡтан дәлилләп тә алды. «Хәрефтәрҙең бөтәһен бер юлы күрһәң, улар еңелерәк үҙләштерелә. Сөнки хәрефтәрҙең бер-береһенә оҡшаш һәм айырмалы яҡтары сағыштырылып ҡабул ителә. Уларҙың береһен белһәң, икенсеһе иҫкә төшә. Уйын формаһын ҡулланыу балаларҙы әүҙемләштерә».



Поделиться:




Поиск по сайту

©2015-2024 poisk-ru.ru
Все права принадлежать их авторам. Данный сайт не претендует на авторства, а предоставляет бесплатное использование.
Дата создания страницы: 2019-04-29 Нарушение авторских прав и Нарушение персональных данных


Поиск по сайту: